Баш бит. __NOTOC__ __NOEDITSECTION__ Башҡортостан. Башҡортоста́н Респу́бликаһы (Башҡортостан) — Рәсәй Федерацияһы төбәге, үҙаллы демократик дәүләт. Иҙел буйы федераль округына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Халҡы. Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. Уларҙың 2 626 613-ө ҡалала, 1 447 723-ө ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9%-н, йәғни 1 923 233-н ирҙәр тәшкил итә. Эре ҡалалары - Өфө (баш ҡала, 1 042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (122,3 мең кеше), Октябрьский (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2% -ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8%), урыҫтар (36,3%), татарҙар (24,1%) тәшкил итә. Тарихы. I Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы (1917, июль) тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 23 мартында Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеү нигеҙендә, Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы иғлан ителә. 1992 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы тип атап йөрөтөлә башлай. Географияһы. Башҡортостан Республикаһы — Көньяҡ Урал тауҙарының түбәләре (иң бейек нөктәһе – Ямантау, 1 640 м.), карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәт ландшафты. Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең кв.км. Республика территорияһында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан. Башҡортостандағы йылғалар. Иң ҙур йылғалары: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары. Файҙалы ҡаҙылмалар. Башҡортостанда нефть, тәбиғәт газы, күмер, тимер рудаһы, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар. Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр кольчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер рудаһы, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған. Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай. Климаты. Башҡортостан климаты континенталь. Башҡортостан территорияһында урта йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8° C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙың күп йыллыҡ урта темпратураһы — -18° C, июлдеке — +18° C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300-600 мм. Вегетация миҙгеле — 120-135 көн. Температура. Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә. Уртаса абсолют минимум — -41 С°, абсолют максимум — +35С°. Һауа температураһының 0С° аша ныҡлы сығыуы яҙ көнө 4—9 апрелгә, көҙ көнө 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. 0-дән юғары температуралы яҡынса 200—205 көн, тауҙарҙа 188—193 көн. Аҙаҡҡы ҡырау төшөү 21—30 майҙа, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә. Беренсе ҡырау төшөү 10—19 сентябрҙә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә. Яуым-төшөм. Йыллыҡ яуым-төшөм — 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера циркуляцияһы менән бәйле, яуым-төшөмдөң айырмалы булыуы күҙәтелә. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70% апрель— октябрь айҙарына тура килә. Ҡар ҡатламы. Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Уртаса 153-165 көн, таулы райондарҙа 171-177 көн ҡар ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106-126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240 — 300 кг/м3. Үҫемлектәр донъяһы. Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була. Урмандар республиканың 40%-н биләй. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә. Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй. Иҡтисады. Башҡортостан — индустриаль-аграр республика. Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт етештереүе буйынса 10 урынды, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса 3-сө урынды һәм төп фондтар буйынса 7-се урынды биләй. Республикала 500-ҙән артыҡ сәнәғәт предприятияһы эшләй. Алдынғы сәнәғәт төрө — машиналар төҙөү. Был өлкәлә приборҙар төҙөү, нефть һәм химия машиналарын төҙөү, авиа һәм машиналар төҙөү һ.б. барлығы 200 ашыу предприятиены берләштерә. Республика. Республика ((), шулай уҡ иҫк. "йөмһүриәт" Тарих. Тарих (, «исследование») — кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар. Икенсе донъя һуғышы Ғабдул-Хәмит I. Ғабдул-Хәмит I (1725 йыл — 7-се апрель, 1789 йыл), (ғосманса عبد الحميد اول‎ — "Abd ül-Hamîd-i evvel", төрөксә — "Birinci Abdülhamit"), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сенең улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сенән һуң тәхеткә ултыра. Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Ғабдул-Хәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә. Ғабдул-Хәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә. Етди еңелеүҙәр Ғабдул-Хәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә. Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787-се йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788-се йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Бөйөк Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә. 1788-се йылда Рәсәй Очаков ҡалаһын тартып ала. Солтан Ғабдул-Хәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була. География. thumb Геогра́фия (грек телендә γεωγραφία, ерҙе тасуирлау) — Ерҙе тасуирлаған, йәғни Ерҙең "географик тышлығын" тикшергән фәндәр системаһы. "Географик тышлыҡ" иһә литосфера, атмосфера, гидросфера һәм биосфераның бер-береһенә үтеп инеү һәм йоғонто яһау сфераһы итеп аңлайҙар. Физик география был тышлыҡтың физик асылы менән шөғөлләнә (уның элементтарының бер-береһенә ҡарата урынлашыу һәм унда барған процестар менән). Шунан тыш, географияның сәйәси, социаль һәм иҡтисади тармаҡтары бар. Был һуңғы йүнәлештәр кеше эшмәкәрлегенең төрлө төрҙәрен географик аспекта өйрәнәләр. Башҡорт теле. Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-булғар төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик төрө буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә. Башҡорт һөйләү теле өс диалекттан тора: көнсығыш, көньяҡ һәм көнбайыш. Башҡорт алфавиты урыҫ алфавитына нигеҙләнеп төҙөлгән. Башҡорт телендәге сайттар. * Юлаев, Салауат Юлай улы. Башҡортостан гербы, Салауат Юлаев һәйкәле Салауат Юлаев (1754 — 1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир. Пугачевтың арҡаҙашы, 1773 — 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Юлай Аҙналиндың улы. Салауаттың бала һәм үҫмер сағы. 1754 йылдың 16-сы июнендә Ырымбур виләйәте, Өфө провинцияһы, Шайтан-Көҙөй олоҫо, Тәкәй ауылында тыуған. Тәкәй ауылы 1775 йылда яубаҫыусылар тарафынан яндырылған, хәҙерге выҡытта урыны Башҡортостандың Салауат районына тура килә. Атаһы Юлай Аҙналин Шайтан-Көҙөй олоҫо старшинаһы, халыҡ араһында ихтирам яулаған, ваҡытына күрә алдынғы ҡарашлы кеше. Салауат бала сағында уҡ төрки телендә уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән. Көслө, ҡурҡыу белмәгән 14 йәшлек үҫмерҙең айыу менән көрәшеп, ябай бысаҡ ярҙамында ғына еңеп сыға алыуын хәтирәләр бәйән итә. Йәштәштәре араһында әйҙәүсе башлыҡ булараҡ билдәле. Тартып алынған ырыу ерендә урынлашҡан Еҫем (Сим) заводын беренсе тапҡыр, йәштәштәре менән үҫмер сағында туҙҙыра һәм яндыра. Крәҫтиәндәр һуғышы. Ырымбур далаларында 1773 йылдың 17 сентябрендә әбей батша – Екатерина II-гә ҡаршы халыҡ ихтилалы күтәрелә. Ихтилалды, Петр I исемен ҡулланып, казак Емельян Пугачев етәкләй. 1773 йылдың 12 ноябрендә ихтилалсыларға йәш поход старшинаһы Салауат етәкселегендә бер төркөм башҡорт йәүгирҙәре килеп ҡушыла. Улар батша ғәскәрҙәре менән беренсе тапҡыр 1773 йылдың 12 ноябрендә, Ырымбур ҡәлғәһе янында, алышҡа инәләр. Салауат ноябрь – декабрь башында Пугачев етәкләгән яуҙарҙа, шул иҫәптән Ильин ҡәлғәһен алыуҙа, ҡатнаша һәм яралана. Ырымбур ҡәлғәһе тирәһендәге яуҙарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм һуғыш оҫталығы өсөн егерме йәше лә тулмаған Салауатҡа Петр III исеменән полковник дәрәжәһе бирелә. Артабан Салауат етәкләгән айырым корпус Красноуфим-Көнгөр яҡтарына китә. 1774 йылдың ғинуар айында Көнгөр ҡәлғәһе ҡамауға алына. Апрель айында Салауат ғәскәре менән кире Әй-Йүрүҙән буйҙарына ҡайта. 1774 йылдың 3-сө һәм 5-се июнендә Әй буйында урынлашҡан Ҡыйғы ауылы янында батша ғәскәрҙәре менән көслө алыштар була. Был алышта ихтилалсылар ҙур еңеү яулай һәм артабанғы алыштар Көнгөр һәм Оса ҡәлғәләре тирәһенә күсә. Оса ҡәлғәһен 14-се июндә ҡамауға алалар, 21-се июндә ҡәлғә ихтилалсылар ҡулына күсә. Пугачев ғәскәренең төп өлөшө Ҡазан тарафтарына юллана, Салауат Юлаев етәкселегендәге төркөм Башҡортостан биләмәлерендә ҡалған батша ғәскәрҙәре менән көрәшеүен дауам итә. Август айында Өфө ҡәлғәһе ҡамауға алына. Төньяҡтан Салауат Юлаев төркөмө, көньяҡтан – Ҡасҡын Һамаров, көньяҡ-көнбайыштан – Ҡәнзәфәр Усаев, төньяҡ-көнсығыштан – Туктамыш Ишбулатов төркөмдәре ҡамауҙа тора. Даими хәрби әҙерлек үтҡән ғәскәрҙәргә ҡаршы көрәш алып барыуы еңел булмай. Теүәл 1 йыл 15 көн дауам иткән һуғыш юлында, Салауат Юлаев 28 хәрби алышта ҡатнаша, шул иҫәптән 11 алышты үҙе етәкләй. Батша ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы 1774 йылдың ноябрь айы аҙағында, Ҡатау-Ивановск заводы тирәһендә була. Салауат Юлаев 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға алына. Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүенең иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Тикшереү, һорау алыу, язалау, хөкөм итеү эштәре Өфөлә, Ҡазанда, Мәскәүҙә 339 көн дауамында алып барыла. Хөкөм ителгәндән һуң Салауат Юлаевты, атаһы Юлай Аҙналинды Ырымбурға, Өфөгә һәм башҡа көсөргәнешле алыш барған урындарға алып барып язаға тарттыралар. Һәр урында 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырылғандан һуң, уларҙың танау япраҡтарын йырталар, маңлайҙарына һәм биттәренә «В», «У» (вор, убийца) тамғалары баҫалар. Икенсе сығанаҡтар буйынса, «З», «Б», «И» (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары баҫылған, тигән мәғлүмәт бар. 1775 йылдың 2 ноябрендә Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә, мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Юлдары Өфөлә башлана һәм Минзәлә – Ҡазан – Түбәнге Яңыҡала – Мәскәү – Тверь – Бөйөк Яңыҡала – Ревель аша үтеп, Рогервик ҡәлғәһендә тамалана. Хәҙерге ваҡытта был ҡәлғә — Эстонияның Палдиски ҡалаһы. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8-се октябрендә (иҫкесә 26 сентябргә тура килә) һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә вафат була. Шағир – сәсән. Башҡорт халҡының Салауат Юлаевҡа ҡарата булған мөнәсәбәте уны шағир – сәсән итеп таныуында, шиғри әҫәрҙәрен быуындан-быуынға тапшырып һаҡлауында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың 500-ҙән ашыу шиғыр юлдары билдәле. Башҡорт халҡын кәмһетеүселергә ҡаршы көрәшкә саҡырыу «Яу», «Уҡ», «Егеткә» исемле шиғырҙарында яңғырай. «Уралым», «Тыуған ил», «Һандуғас» исемле шиғырҙары тыуған ергә ҡарата изге тойғолар менән һуғарылған. Ҡатын-ҡыҙға булған мөхәбәте «Зөләйха» исемле шиғырында яҡты сағыла. Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һәм йырҙарын был сайта уҡырға була Башҡорт батыры мәңге онотолмаҫ. Башҡорт батыры Салауат Юлаев халҡыбыҙ тарафынан ҙур ихтирамға лайыҡ. Батырҙың һуңғы «Юҡ, мин үлмәнем, башҡорттарым!» тигән ораны дөрөҫкә сыҡты, Салауат Юлаев әле һаман башҡорт халҡы менән бергә йәшәй. Салауат Юлаевтың исеме башҡорт,урыҫ, татар һәм башҡа милләт ғалимдары, яҙыусылары, шағирҙары, рәссамдары, скульпторҙары, композиторҙары әҫәрҙәрендә мәңгеләштерелгән. Башҡортостанда Салауат ҡалаһы, Салауат районы, Өфө ҡалаһында Салауат Юлаев проспекты, спорт һарайы, «Салауат Юлаев» хоккей клубы, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа урамдар, ойошмалар Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың тыуған яғында, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы, Әлкә ауылында (элекке Юлай ауылы) музей бүлексәһе эшләй. 1967 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында Салауат Юлаевҡа (скульптор Тавасиев) беренсе һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәлдең рәсеме Башҡортостан гербында урын алған. Бөгөнгө көндә башҡорт батырына һәйкәлдәр бик күп. 1967 йылда БАССР хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге – Салауат Юлаев ордены булдырылған. 2005 йылдан башлап, июнь айының икенсе яртыһында, республика күләмендәге халыҡ байрамы – «Салауат йыйыны» үткәрелә. Халыҡ хәтере уның үҙе һәм исеме менән бәйле бик күп иҫтәлекле, тарихи урындарҙы һаҡлай. Силәбе, Ҡарған, Ҡаҙан, Ырымбур, Лянтор (ХМАО), Донецк (Украина) ҡалаларында Салауат исемен йөрөткән урамдар бар. Аристотель. Аристотель () (б. э. тиклемге 384—322 йылдар) — бөйөк боронғо грек фәйләсуфы. Ул Платон талибы, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең уҡытыусыһы — боронғо замандың бөйөк грек ғалимы, философ, ҡол биләүселек йәмғиәтенең мәшһүр идеологы. Ф. Энгельс һүҙҙәре менән әйткәндә, арҙаҡлы грек философтары араһында ул — «бөтәһен дә үҙ эсенә алған иң ҙур баш». Аристотель ҡолдар менән ҡол биләүселәр араһында синфи көрәш көсәйгән һәм ҡаты һуғыштар барған заманда йәшәгән. Афинала Платон акдемияһында уҡып белем алған. Ғалимдың аҫәрҙәрендә ғилем һәм белемдең бөтә өлкәләре — логика, психология, метафизика, физика, ботаника, тарих, сәйәсәт, иҡисад, этика, эстетика мәсьәләләре яҡтыртыла. Уларҙың бөтәһендә лә ҡол биләүселәр йәмғиәтен һаҡлау һәм нығытыу идеологияһы күтәрелә, дәүләттең иҡтисад теорияһы эшләнә. Сократ. Сокра́т (469 б.э.т. тирәһендә, Афины — 399 б.э.т., Афины) — Боронғо Греция философы. Уның тәғлимәте материалистик натурализмдан идеализмға боролошто билдәләй. Сәйәси дошмандар тарафынан язалап үлтерелгән. Уның эшмәкәрлеге - антик фәлсәфәнең һынылыш моменты. Ул, үҙенең төшөнсәләрҙе анализлау ысулы (майевтика, диалектика) һәм яҡшылыҡты белемгә тиңләшеүе менән философтарҙың иғтибарын кеше шәхесенең әһәмиәтенә йүнәлткән. Платон. Платон () — Боронғо Греция фәлсәфәсеһе. Идеализм йүнәлеше вәкиле. Конфуций. Конфуций — Боронғо Ҡытай фәйләсуфы. Ул кешелекле кеше сифаттары тураһында өйрәтә. Антарктика. Анта́рктика — Ер шарының көньяҡ ҡотобондағы өлкәһе, Антарктида һәм уға сиктәш Атлантика океаны, Һиндостан океаны һәм Тымыҡ океаны өлөштәрен үҙ эсенә ала (ҡайһы ваҡыт океандарҙың был өлөштәре айырым бер Көньяҡ океаны итеп иҫкә алалар). Антарктика сиге 48–60° к.к. үтә. Дөйөм майҙаны 52 Мм² тирәһендә. Антарктика — һауа температураһы түбән, көслө елдәр, борандар һәм томандар булған Ерҙең иң ҡаты климатлы өлкәһе. Антарктида китғаһы һәм яҡын утрауҙар өҫтөндә боҙ ҡатламы ята. Субантарктика райондарында иң йылы айҙың урта температураһы +10 °C, иң һыуыҡ айҙың урта температураһы 0° C -тан алып −10 °C –ҡа тиклем була. Һалҡын Антарктика һыуҙары крильгә (ваҡ ҡыҫала һымаҡтар) һәм балыҡҡа бай. Бында күп тюлень, котик һәм кит йәшәй. Яр буйында поморник һәм альбатрос кеүек диңгеҙ ҡоштары, шулай уҡ пингвиндарҙың һигеҙ төрө бар. Утрауҙарҙа тундра үҫемлектәре, күп ҡош бар. Юлай Аҙналин. Юлай Аҙналин (1722 – 1797-1800 араһы) – башҡорт йөҙбашы (1766), Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы (1766), 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Салауат Юлаевтың атаһы. Башҡорт әлифбаһы. Башҡорт алфавиты - башҡорт теленең алфавиты. Бөгөнгө әлифба. Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты 1940 йылда ҡабул ителгән. Бөтәһе 42 хәрефтән тора. XIX быуат аҙағында — XX башында кириллицаға нигеҙләнгән башҡорт алфивитын ҡулланыу сикләнгән булған. Был алфавитта әлифбалар һәм христиан дини яҙмалары баҫылған. Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт әлифбалары. Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт әлифбаһы - ул иң беренсе башҡорт теленең яҙылышы - XIV – XV быуаттың яҙма ҡомартҡылары һаҡланған. Беренсе башҡорт әлифбаһында 22 хәреф булған. Әлифбаның яңы варианты 1923 йылда ҡабул ителгән. Был әлифбала 33 хәреф булған. Латин яҙылышындағы әлифбалар. Латин яҙылышындағы башҡорт теленең беренсе әлифбаһы 1928 йылда ҡабул ителгән. Әлифбаның икенсе варианты 1939 йылда ҡабул ителгән. Ҡарағыҙ. Букварь для башкиръ Мәсетле районы. Мәсетле районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфим, Әртә райондары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш. Ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандары имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ ятҡылығы (Оло Устикин), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Устикин), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Устьикин), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Бартук, Оло Устикин) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) бар. Район аша Мәсәғүт-Ачит, Оло Устикин-Балаҡатай, Оло Устикин-Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә. Төп етештереү тармағы булған ауыл хужылығы бөгөнгө көндә иҡтисади көрсөктә. Ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә мағсуслашҡан. Картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Аыул хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр - 83,7 мең, көтөүлектәр - 19,2 мең, сабынлыҡтар - 3,8 мең га майҙан биләй. Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, "Ҡарағай" шифаханаһы урынлашҡан. 40 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 - се профессионал белем биреү училищеһы эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар. Башҡорт телендә "Беҙҙең тормош", урыҫ телендә "Наша жизнь" гәзиттәре сыға. Район тарихы. 1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. Ойошторолған ваҡыттағы ике документта райондың исеме ике төрлө яҙылған. ВЦИК РСФСР ҡарарында — «ДЫУАН-МӘСЕТЛЕ», ЦИК и СНК БАССР— «МӘСЕТЛЕ». 1932 йылда ВЦИК РСФСР ҡарары менән «МӘСЕТЛЕ» исеме беркетелә. В 30-е годы XX быуаттың 30-сы йылдарында район етәкселеге тарафынан районға «ӘЙ» исемен биреү тураһында тәҡдимдәр индерелә, әммә ләкин улар тормошҡа ашмай. 1963 йылдың 1 февраленән Балаҡатай һәм Мәсетле райондары берләштерелә. Яңы райондың исеме «БАЛАҠАТАЙ», район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ була. 1965 йылдың 14 ғинуарынан Мәсетле районы яңынан булдырыла. Райондың сиктәре һәм биләмәһе шул ваҡыттан үҙгәрмәгән. Район үҙәге. Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) - 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) - 126 км алыҫлыҡта. Биләмәһе һәм ауыл советтары. Район яңынан тергеҙелгәндә (14 ғинуар 1965 йыл) түбәндәге ауыл советтарынан торған: Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙ-Тамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Мишәр, Ростов. Шул уҡ йылды Яңы Мөслим ауыл советы тергеҙелгән, яңы Йонос ауыл советы төҙөлгән. 1985 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл советынан бүленеп Әжекәй ауыл советы булдырыла. 1987 йылда Ҡорғат ауыл советы тергеҙелә, ул Ростов ауыл советынан бүленеп сыға. 1989 йылда Мишәр ауыл советын бүлеп Яңы Яуыш ауыл советы төҙөлә. 1996 йылда Абдулла ауыл советы тергеҙелә, ул Оло Аҡа ауыл советынан бүленеп сыға. 2003 йылдың 14 ғинуарында (Рәсәй хөкүмәте ҡарары №14) Мишәр ауыл советың исеме Яңы Мишәр итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы ҡанунына ярашлы 2008 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауыл советтары берләштерелде. Берләштерелгән ауыл советының исеме Оло Ыҡтамаҡ итеп ҡалдырылды. Үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы. Шулай итеп, әлеге ваҡытта районда 12 муниципаль ауыл берәмегенә ингән 12 ауыл советы бар. Төрлө йылдарҙа ауыл советтары тураһында төплөрәк мәғлүмәт. №п/п Ауыл советы исеме 1935 1940 1952 1961 1969 1972 1981 1999 2008 1 Әбдрәхим + + + - - - - - - 2 Абдулла + + + - - - - + + 3 Әжекәй - - - - - - - + - 4 Әләгәҙ - - - + + + + + + 5 Арый + + - - - - - - - 6 Оло Ҡыҙылбай + + + - - - - - - 7 Оло Аҡа + + + + + + + + + 8 Оло Ыҡтамаҡ + + + + + + + + + 9 Дыуан-Мәсетле + + + + + + + + + 10 Ҡорғат + + + - - - - + + 11 Ләмәҙ-Тамаҡ + + + + + + + + + 12 Кесе Ыҡтамаҡ + + + + + + + + + 13 Мелекәҫ + + + - - - - - - 14 Мишәр - + + + + + + + - 15 Яңы Мишәр - - - - - - - - + 16 Яңы-Мищәгәр + - - - - - - - - 17 Яңы Мөслим + + + - + + + + - 18 Яңы Яуыш - - - - - - - + + 19 Ростов + + + + + + + + + 20 Иҫке Хәлил + + - - - - - - - 21 Йонос - - - - + + + + + 22 Яңыбай + - - - - - - - - 23 Мәсәғүт ҡ/с - + + - - - - - - Халыҡ һаны. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4%), татарҙар (23,6%), урыҫтар (16,6%) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ - 1 км2 16 кеше тура килә. Районда 49 ауыл бар. 2005 йылда Төрөпкилде ауылы бөтөрөлде. Ҙур ауылдар - Оло Устикин (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Устикин (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше). Район ғалимдары. Төп мәҡәлә Мәсетле районы ғалимдары. Мәсетле районы илгә бик күп һанды ғалимдар үҫтереп бирҙе, хатта уларҙың нисбәтен билдәләүе ҡыйын. Башҡорт теле буйынса мәшһүр ғалим Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәсетле районы Һөләймән ауылынан. Ләмәҙ-Тамаҡ (ауыл), Мәсетле районы. Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советына ҡарай. Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Координаталары 58°16` көнсығыш оҙонлоҡта һәм 55°50` төньяҡ киңлектә. Район үҙәге Оло Устьикин ауылынан 15 км. Тимер юл станциялары Сулея (Силәбе өлкәһе) 111 км., Красноуфим (Сведловск өлкәһе) 91 км. алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан республикаһының башҡалаһы Өфөгә 267 км. Мәсәғүт—Әчит автомобиль юлы үтә. 1932—1935 йылдарҙа Мәсетле районы үҙәге. Ләмәҙ-Тамаҡ ауыл советы һәм Нуриманов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы үҙәге. Ауыл мәҙәниәт йорто, ҡитапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе һәм бапапар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Тарихы. Ауылға нигеҙ һалыусылар Әйле ырыуының Ҡошсо ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл булырға тейеш. Хажимөхәмәт мулла нәҫелдәре һөйләүенсә ауыл мәсете 1740 йылда күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт болаһы баҫтырылғандан һуң ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Һөйләүҙәре буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылынан күсеп килгәндәр. Ошолай уҡ Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекерҙә бар. Сөнки ике ауылдала Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағын Аҡай аймағы бар. Тәүбашлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсеғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы. Аыул беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынын 1795 йылда теркәлгән. XIX быуат һуңында ауылда 2 мәсет, мәҙрәсә, баҙар, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам булған. Халҡы. Халыҡ һаны тураһында теүәл мәғлүмәттәр 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар. Башҡорттар. Башҡорттар, Башҡортостан Республикаһының төп халҡы. Республиканан тыш башҡорттарҙың тарихи йәшәйеш төбәктәре Силәбе, Ырымбур, Свердловск, Ҡорған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Татарстан республикаһында һәм Пермь крайында бар. Башҡорттарҙың Рәсәйҙә һан иҫәбе (2002) — 1 673 389 кеше, шул иҫәптән республикала — 1 221 302. Башҡорт теле Алтай ғәиләһе төрки төркөмөнең көнбайыш тармағына инә, тармаҡланған диалект структураһы бар. Дингә ышанған башҡорттар — мосолман-сөнниҙәр. Башҡорттарҙың һан иҫәбе. Рәсәй Империяһының беренсе бөтә халыҡ иҫәбен алыу (1897) ваҡытында милләт тураһында һорау бирелмәгән. Шул уҡ ваҡытта туған тел һәм ниндәй дингә ышаныуҙары тураһындағы һорауға яуаптар буйынса теге йәки был милләттең һан иҫәбен билдәләп була. 1897 йылда Рәсәйҙә 1 321 363 кеше туған телен башҡорт теле тип атаған. Башҡорттарҙың 99,2% Өфө (899 910), Ырымбур (254 561), Пермь (85 395), Һамар (57 242), Вятка (13 909) губернияларында йәшәгән. Бөтә донъяла башҡорттар һанын теүәл генә билдәләүе бик ауыр. Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа донъяла башҡорттар 1 миллион 800 кеше тигән фаразлауҙар бар. Әйтәйек — Этногенез. Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында төрлө ғилми ҡараштар бар. Башҡорт этнонимы. Әлеңге ваҡытта башҡо́рт этнонимының 40 төрлө барлыҡҡа килеу варианты бар. Башҡорт ырыуҙары. Башҡорт халҡы бер нисә ырыуға бүленә. Иҫкәрмәләр. «История Российская». Т. 1. М.-Л., 1962. С. 252 «История Оренбургская». СПб., 1759. С. 10 «Описание всех обитающих в Российском государстве народов и их житейских обрядов, обыкновений, одежд, жилищ, вероисповеданий и прочих достопамятностей». СПб., 1799. С.85 «Оренбургские губернские ведомости». «О названии башкирцев» (№ 24). С.297 Модели тюркских этнонимов и их типологическая классификация. // Ономастика Востока. М., 1980. С. 199-207; О происхождении этнонима башкир. // Этническая ономастика. М., 1984 Бикбулатов Н. В. Этноним «баш?орт» / Башкирская этнонимия Әй (йылға). Әй, Көньяҡ Уралдағы йылға. Ҡариҙелдең һул ҡушылдығы. Башланған урыны - Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан сиге, Әүәләк һырты, Көртмәле һаҙлығы. Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға. Башҡортостан республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә Ҡариҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Ағиҙел (йылға). Ағиҙел, Башҡортостандағы иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. Кама йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Уралтау итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1420 км, бассейнының майзаны — 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, Тирлән ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. Белорет, Бөрйән ерҙәренән Урал тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы Нөгөштө юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. Ҡариҙел ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ. Йылға тамағынан Өфөгә тиклем суднолар даими, Мәләүез пристаненә хәтлем өҙөклөк менән йөрөй. Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлатып торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещен, Бөрө, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары урынлашҡан. Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «Урал батыр» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар. Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: 1627 йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "Белая Воложка" тип атала. Ҡариҙел (йылға). Ҡариҙел — Көньяҡ Уралдағы йылға. Шулай уҡ Өфө йылғаһы тип атала; урыҫса башлыса Уфа йылғаһы (Уфимка) тип йөрөтөлә. Силәбе өлкәһе, Ҡарабаш тау итәгендәге Өфө күленән башлана. Силәбе, Сведловск өлкәләре, Башҡортостандың Дыуан, Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен, Иглин, Өфө райондары аша аға. Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла. Төп ҡушылдыҡтары: Бисәрт, Төй уң яҡтан, Әй, Йүрүҙән һул яҡтан Дим (йылға). Дим, Башҡортостандағы йылға, Федоровка районында башлана. Ырымбур өлкәһе, Башҡортостандың Федоровка, Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Шишмә, Өфө райондары аша аға. Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Оҙонлоғо — 535 км. Элекке исеме — Күк-Иҙел. Төп ҡушылдыҡтары: Тәтер, Өйәҙе, Миәкә уң яҡтан, Саҙаҡ, Мәнәүез, Өйҙөрәк һул яҡтан. Йүрүҙән (йылға). Йүрүҙән (башҡорт теленең көнсығыш диалектында: "юр" "үҙән", "өлкән йылға" мәғәнәһендә) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны — Ямантауҙың төньяҡ итәге, Белорет районында. Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Белорет, Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап аға. Ҡариҙел йылғаһына һул яҡтан ҡушыла. Төп ҡушылдыҡтары: Ҡытау, Ҡотҡар, Көҫкәнде. Йылға буйында Силәбе өлкәһендә Йүрүҙән, Ҡытау-Тамаҡ () ҡалалары, Башҡортостанда Салауат район үҙәге Малаяҙ ауылы, Янғантау шифаханаһы урынлашҡан. Нөгөш (йылға). Нөгөш, Башҡортостандағы йылға, Башланған урыны Белорет районы. Белорет, Бөрйән, Мәләүез райондары аша аға. Мәләүез районында Ағиҙел йылғаһына уң яҡтан ҡушыла. Төп ҡушылдыҡтары: Үрек, Тор уң яғынан, Берәтәк, Кесе Нөгөш, Ҡужа һул яғынан. Мәләүез районында Нөгөш һыуһаҡлағысы, һәм һыуһаҡлағыс ярында Нөгөш ял йорто урынлашҡан. Башҡортостандағы йылғалар. * Һаҡмар (йылға). Һаҡмар, Көньяҡ Уралдағы йылға.Яҙма сығанаҡтарҙа һакмар йылғаһы 1627 йылда теркәлгән. Башланған урыны Әбйәлил районында, Уралтау һыртының көнсығыш битләүендә. Башҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Ырымбур өлкәһе аша аға. Ырымбур өлкәһендә Уралға ҡушыла. Оҙонлоғо 760 км, шуның 348-е Башҡортостанға тура килә. Күренеүенсә, һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә. Шуға, күрә лә уның юлында көлһыу, һоро-ҡара, һоро тупраҡлы урындар ҙа, болон-урманлы ерҙәр ҙә, сал ҡылғанлы далалар ҙа осрай. һаҡмар ярҙарында бөҙрә талдар, илаҡ ҡайындар, мәғрур ҡарағайҙар үҫә. Сылтырап аҡҡан шишмәләр, тиҫтәләгән йылғалар һаҡмарға ҡоя. Бөтә башҡорт йылғалары араһында ул үҙенсәлекле тәбиғәте, «холҡо» менән айырылып тора. Йә оло ғәйрәт менән текә ҡаяларға бәрелеп, ап-ак күбеккә күмелә, йә дала киңлектәренә сығып, көҙгөләй ялтырап тын ята, йә ҡылымыҡтарға бүленеп, утрауҙар араһында бөтөнләй юғала. Матур ғына түгел, иҫ киткес бай ҙа ул Һаҡмар. Бында һыу өҫтөн сымбырлатып йөрөгән сабаҡ та, шырт ҡанатлы алабуға ла, шылғаяҡ шамбы ла, ҡарағусҡыл борош та, һары тәңкәле табан да бар. Капыл ҡарпып, уктай елдергән суртан да, көмөш тәңкә ҡорбан да, һиҙгер һаҙан да, күкшел ағасаҡ та етерлек, ҡумырыҡ аҫтарында боҫоп яткан йәйен дә осрай. Үкенескә ҡаршы, таҙа һыу яратыусы бәрҙе менән бағыр һирәгәйә бара һакмарҙа. Яҙҙарын Һаҡмар буйҙары ҡарап туймаҫлыҡ матур була. Уйһыуҙарында ҡыҙырым-ҡыҙырым үҫкән һомғол сауҡалар япраҡтарын йомшаҡ елдәргә тирбәтә. Ап-аҡ сәскә аткан муйылдар хуш еҫтәрен йомарт бөркә. Таллыҡтарҙа үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп кәкүк саҡырғаны ишетелеп ҡуя. Әммә ниндәй генә миҙгелдә лә ул фәҡәт үҙ үҙәненән, үҙ юлы менән, һыу төптәрендә һуйырташтарын йымылдатып, бөтә тирә-йүнгә йән һәм йәм биреп, аға ла аға. Төп ҡушылдыҡтары: Крепостной Йылайыр, Бараҡал, Йылайыр, Ҡаҫмар, Оло Эйек. Бей. Бей, төрки телле халыҡтарҙа берләшмә йәки ҡәбилә башлығының йәмәғәт вазифаһы, хөкөм итеүсе мәғәнәһендә ҡулланылған. Башҡаларға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ ҡарашта булған кеше генә Бей исеменә лайыҡ була алған. Викидепиялағы бейҙәр тураһында бында уҡығыҙ. Ыҡ (йылға), Кама ҡушылдығы. Ыҡ, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан сиктәрендәге йылға. Башланған урыны Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары сигендә, Бәләбәй ҡалаһынан 25 км көнъяҡтараҡ. Башҡортостандың Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондары, Татарстан Республикаһы аша аға. Камаға һул яҡтан ҡушыла. Төп ҡушылдыҡтары: Үрге Ҡандыҙ, Ҡандыҙ, Үҫән. Ыҡ йылғаһы буйында Октябрьск ҡалаһы урынлашҡан. Ваһапов, Сабир Әхмәтйән улы. Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы — күренекле башҡорт дәүләт эшмәкәре. Тормош юлы. 1904 йылдың 10 майында Өфө губернияһы Златоуст өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан республикаһының Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. 1936 йылда Свердловскиҙа сәнәғәт академияһын тамамлаған. 1920 - 1940 йылдарҙа партия, дәүләт, хужалыҡ эштәрендә эшләгән. 1930 йылда — Мәсетле районын ойоштороусы. 1940 - 1946 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1946 - 1953 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе сәркәтибе. 1929 - 1933 йылдарҙа — БашЦИК ағзаһы. 1946 - 1954 йылдарҙа — СССР Юғары Советы депутаты. 1950 - 1954 СССР Юғары Советы Президумы ағзаһы. 1951 - 1955 йылдарҙа — РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаты. 1993 йылдың 13 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған. Әхмәҙуллин, Вафа Мостафа улы. Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы - уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1922 йылдың 22 февралендә Өфө губернияһы Златоуст өйәйҙе, хәҙерге Башҡортостан республикаһының Мәсетле районы, Һөләймән ауылында тыуған. 1998 йылдың 16 октяберендә Өфө ҡалаһында үлгән. Мәсетле районы Ҡотош ауылы зыяратында ерләнгән. Тормош юлы. 1954 йылда Мәсәғүт уҡытыусылар институты, 1964 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамалаған. Ләмәҙ-Тамаҡ (мәктәп). Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе. Мәктәптең тарихы XIX быуат аҙағында Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында булған мәҙрәсәнән башлана. XX быуат башында ике баҫҡыслы мәктәп булып үҙгәртелә. 1935 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1938 йылдан урта мәктәп. 1960 - сы йылдарға тиклем Мәсетле районының 30 - лап ауылдың балалары уҡырға йөрөгән. Бөгөнгө көндә (2006) мәктәпкә Ләмәҙ-Тамаҡ, Ҡотош, Һөләймән, Һабанаҡ ауылдарынан балалар уҡырға йөрөй. 1935 йылдан 2005 йылға тиклем арауыҡта Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1860 кеше тамамлаған һәм урта белем тураһында таныҡлыҡ алған. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары исемлеге Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә уҡыусылар һәм уны тамамлаусылар исемлеге Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе тураһында хәтирәләр Хисмәтуллин Сисәнбай. Хисмәтуллин Сисәнбай — мулла, хажи, мәғрифәтсе. 1844 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында тыуған (хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы). 1917 йылда шул уҡ ауылда үлгән тип иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (июль айы) исемлегенә теркәлгән. Троицк ҡалаһында «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен, Ҡазан ҡалаһында дини семинария тамамлаған. Шул уҡ семинарияла уҡытҡан да. Бер нисә тапҡыр Мәккәгә хаж ҡылған. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәхрифәтселек һәм дауалау менән шөғөлләнгән. Ата-бабалары, туғандары һәм тоҡомо шәжәрәлә күрһәтелгән. Ралит ағай Ғөнсәровтан 2006 йылда яҙып алынды. Сисанбай Хисматуллин 13 йәшендә Зәйнулла ишандың Стәрлебаш ауылындағы мәҙрәсәһенә (хәҙерге Стәрлебаш районында) уҡырға китә. Бик яҡшы уҡығаны өсөн Ҡазанда Ҡасимиә мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү хоҡуғуна эйә була. Ҡасимиә мәҙрәсәһен уңышлы тамамлай һәм Ғәрәбстанға Мәккә ҡалаһына уҡырға китә. Унда өс йыл ярым табиблыҡҡа уҡый. Сисәнбай Ғәрәбстандан туры Ҡазанға ҡайта һәм Ҡасимиә мәҙрәсәһендә табип булып уҡыта. Атаһы Хисмәтулла Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында улы ҡайтыуына тип мәсет һалдыра. Хисмәтулла мәсетен килешеү буйынса Мәләкәҫтән килгән Әхмәтйән муллаға тапшыра. Әхмәтьйән мулла атаһы Хисаметдин менән указной мулла булып Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына килгән булалар. Улар үҙҙәре лә мәсет һалдыралар. Был ике мәсет йорто ХХ быуаттың 70-се йылдарына тиклем ауылға хеҙмәт итте. Хисмәтулла ҡарт һалдырғаны клуб булып ҡулланылды. Ул мәсет урынында бөгөн яңы клуб баҡсаһы, Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы яугирҙәренә һәйкәл тора. Әхмәтйән мулла һалдырған мәсет Сүсәкәй тауы итәгендә булған. Өҫкө урамдағы Ғиниятов Фәрит Баязит улының йорто артына тура килә. Сисәнбай Хисмәтуллин 40 йәштәрҙә Ҡазандан ауылға ҡайта. Дыуан-Мәсетле ауылынан Ҡәнзәфәр кантондың Сәмсинур исемле ҡыҙына өйләнә. Дини дәрәжәһе ишан булыуына ҡарамаҫтан, дин эштәре менән шөғөлләнмәй. Мәсетен ауыл файҙаһына биреп ҡуя. Үҙе балалар уҡыта, табибсылыҡ менән шөғөлләнә. Сисәнбай хәҙрәттең бер малай, ике ҡыҙы була. Малайы Ғөнсәр, ҡыҙҙары Зөбәйҙә һәм Гөлйыһан. Әхмәтйән мулла менән ҡоҙа булышалар. Хисмәтулла нәҫеле. Хисмәтулла нәҫеле шәжәрәһе 1816, 1834, 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һәм 1917 йылғы ауыл хужалығы иҙәбен алыу исемлектәре буйынса төҙөлдө. Был исемлектәр, Дәүләтбаев Б.С. көсө менән архивта һаҡланған сығанаҡтарҙан төҙөлгән, «Һинең шәжәрәң» исемле биш китаптың икенсеһендә тупланған. Шулай уҡ ҡартатайымдың һәм оло быуын кешеләре һөйләгәндәрен дә иҫкә алдым. 1859 йылғы исемлек буйынса Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында ике Хисмәтулла бар. Был йылды икеһенә лә 53 йәш, йәки тыуған йылдары – 1806. Беренсе Хисмәтулла Шәфиулла (Шәфиғулла, Сәфиулла булыуы ихтимал) улы, Аҡай Садыровтың ейәне. Икенсе Хисмәтулла Ишикәй (Ишекәй, Исәкәй булыуы ихтимал) улы, Әликәй ейәне. Ҡартатайымдың һәм оло быуын кешеләре һөйләүҙәре буйынса беҙҙең нәҫел Аҡай Садыровтан килә. Үрҙә әйтелгән исемлектәр буйынса ҡараһаң – Әликәйҙән килә. Исемлектәрҙәге ике Хисмәтулла бер үк кеше булыуы мөмкин, тигән фекер ҙә тыуа. Ишәкәй менән Шәфиулла, Әликәй менән Аҡай исемдәре бик яҡын булыуын һәм башҡорттарҙың бер нисә ҡатын мәнән йәшәүҙәрен иҫкә алғанда, был фекер ысынбарлыҡҡа тап килеүе лә бик ихтимал. Нисек кенә булмаһын, шәжәрәне Хисмәтулла Ишикәй улынан башлайым. Сөнки уның Сисәнбай, Миһран, Ғирфан исемле улдары минең атайымдың ҡартатаһы Ғатаулла менән бер тыуған булыуҙары бәхәсһеҙ. Хисмәтулла. Тыуған йылы – 1806. Үлгән йылы – билдәһеҙ. Дәүләтбаев, Булат Сабир улы. Дәүләтбаев Булат Сабир улы, башҡорт тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре. 1937 йылдың 27 июлендә Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары исемлеге. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары исемлеге * Фамилияһы Исеме Атаһың исеме, ХХХХ - ХХХХ уҡытҡан йылдары, уҡытҡан фәне. Ҡорбанова, Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы, 1930 йылдың 11 сентябрендә БАССР - ҙың Дыуан-Мәсетле районында тыуған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы). Бөгөнге көндә (2006 февраль) Мәсетле районының үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәй. Мәғрифәтсе, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. БАССР - ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1965). Мөхәммәт. Мөхәммәт, бине Ғәбдулла бине Ғәбделмоталлиб бине әл-Хашими. Пәйғәмбәр, мәшһүр дин, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Тыуған йылы һәм урыны – 570 йыл тирәһендә хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһы. Үлгән йылы һәм урыны – 8 июнь 632 йыл, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны Мәҙинә ҡалаһы. Мәҙинә ҡалаһы Пәйғәмбәр мәсетендә ерләнгән. Донъя диндәренең береһе булған ' динен бәндәләргә еткереүсе. Мосолмандарға Ҡөръәнде еткереүсе. Ислам. Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһҡа бирелеү, тоғролоҡ) — донъя диндәренең береһе. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ, Пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллааллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Беҙҙең эраның VII быуат баштарында АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ илсеһе Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынын Көнбайыш Ғәрәбстанда киң тарала башлай. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ Мөхәммәт Саллааллаһу ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә Ҡөръәнде еткергән Донъя диндәре. Донъя диндәре — күп илдәр һәм ҡитғаларҙа йәшәгән халыҡтар араһында киң таралған дин төрҙәре. Айырым илдәрҙә йәки ҡитғаларҙа ғына таралған дин төрҙәре менән бутарға ярамай. Донъя диндәре тип өс дин һанала. Түбәндә барлыҡҡа килеү ваҡыттары тәртибендә исемлек килтерелә. Ҡөръән. Ҡөръән, Ҡөръән-Шәриф. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр - АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ һүҙҙәре. Ҡөръән-Шәриф егерме өс йыл эсендә индерелгән. «Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән кәрим», «Ҡөрьән шәриф», «Ҡәләм шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр» һәм башҡалар. Ислам дине тәғлимәте буйынса, ул Алла тарафынан Ябраил фәрештә аша төрлө ваҡыттарҙа Мөхәммәт бәйғәмбәргә егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 - тән 6236 - ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның Мөхәммәт бәйғәмбәр аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта (намаҙҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатканда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә Әл-Фатиха (Әлхәм) сүрәһен, Әл-Бәҡара сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе (Аятел Көрсиҙе), Йасинды, Әл-Мөлөк сүрәһен (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге уаҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса Ҡөрьән сыҡҡанда ғына уҡыла. Ҡөръән-Аллаһы тағәлә һүҙе. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең донъя халыҡтарына ҡалдырған ошо мөҡәддәс китабы Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Ер шарының миллионлаған кешеләре өсөн ул — Аллаһы тағәлә һүҙе. Мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған был әҫәрҙе белмәй тороп, кешелек тарихының ынтылышлы аҙымдарын һәм бөгөнгө тормошобоҙҙоң мәңгелек менән бәйле булыуын аҙағынаса аңлап, шулай уҡ үҙебеҙҙе һәр яҡлап үҫкән, заман менән бергә атлаусы шәхес итеп тойоп та булмайҙыр, моғайын. БАҪТЫРЫП СЫҒАРЫУ ХАҠЫНДА МӘҒЛҮМӘТТӘР. Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит. Башҡорт теленә баҫтырып сығарыу. ФӘНИЛ НАФИҠ улы БАЙЫШЕВ (Д. Кинельский тәржемәһен ҡайтанан эшкәртеп сыҡты, баҫманың фәнни һәм дөйөм мхәррире), НУРМӨХӘМӘТ ӘЛЕБАЙ улы СӨЙӘРҒОЛОВ (транскрипцияны эшләне), ДӘҮЛӘТКИРӘЙ ДӘҮЛӘТБАЙ улы МӘҺӘҘИЕВ (башҡортсаға тәржемәнең махсус мөхәррире). Нәшриәт мөхәррире Барый Миңнеғәлим улы Ноғоманов. Техник мохәррире Наилә Йыһангир ҡыҙы Зарипова. Корректорҙары Әлифә Закир ҡыҙы Хажиева, Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина. Иман-иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөръән-Шәрифтә әйтелә. Иман. Иман, Иман-Иғтиҡад. Ислам динендәге хәҡиҡәттәргә тел менән әйтеп, күңел менән ышаныу. Ислам динендә кешене ЫШАНЫУ тигән бөйөк көс йәшәтә, шул уға егәрлек бирә. Мосолмандарҙҙың ундай көсө, ышанысы – Иман. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ барлығына, Уның фәрештәләренә, изге китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә, ҡиәмәт көнөнә, изгелек һәм яуызлыҡтың АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ тәҡдире менән булыуына ышаныуҙы «Ләә иләәһә илләл-лааһү Мүхәммәдүр-расүүлүллааһ» тип тел менән әйтеү – Иғтиҡад, йәки Иман килтереү була. Иман килтереү – мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдәң тәүгеһе. Хаж. Хаж, мосолмандар өсөн изге булған Сәғүт Ғәрәбстаны Мәккә ҡалаһындағы Ҡәғбәтулла мәсетенә барып хибәҙәт ҡылыу. Хаж ҡылыу, йәки Хажға барыу, мосолмандар өсөн биш фарыздың иң олоһы. Бәлиғ булған, сәләмәт, ирекле, хәленән килгән мосолман ғүмерендә бер тапҡыр Хажға барырға тейеш. Хаж ҡылыу ваҡыты – Зөлхизә айының 8-се көнөнән башланып, 12-се көнөндә тамамлана. Йылдың башҡа ваҡытында барып бөтә йолаларҙы ла үтәү Кесе Хаж, йәки Өмрә тип атала. Кесе Хаж үтәгәндә ҡорбан салынмай. Ғәмәл. Ислам дине буйынса бәндәләрҙең ғәмәлдәре һигеҙ төргә бүленә. Фарыз, Важиб, Сөннәт, Мөстәхәб. Мөбах, Харам, Мәкрүһ, Мөстәҡрәһ. Фарыз ғәмәлдәрҙе үтәгән кеше - сауаплы, үтәмәгән кеше - гонаһлы була. Фарыз ғәмәлгә ышанмаған кеше ҡафыр тип иҫәпләнә. Фарыз ғәмәлдәр: Ислам диненең барлығына ышаныу, һәр көн биш тапҡыр намаҙ уҡыу, Рамаҙан айында ураҙа тотоу,йыл һайын зәкәт биреү,дәүләте етерлек кеше. ғүмерендә бер мәртәбә, Мәккәи Мөкәрәмәгә барып, Хаж ҡылыу. Тағы ла ҡарағыҙ. Шәриғәт хөкөмдәре Ураҙа. Ураҙа, мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Ураҙа, таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау - эсеүҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙын тыйылып тороу. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешеләр тоторға тейеш. Ураҙа ниәте: "Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамаҙаанә минәл-фәжри иләл-мәғрәби хаалисал-лилләәһи тәғәәләә. АЛЛАҺУ ӘКБӘР". Мәғәнәһе: "АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ризалығы өсөн таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем Рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ниәт иттем". Намаҙ. Намаҙ (ғәр. صلاة‎‎; фар. نماز; төр. "Namaz") — мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең икенсеһе, балиғ булған кеше үтәргә тейеш булған ғибәҙәт. Рәсүлебеҙ Мөхәммәт СҒС әйткән:"Балаларығыҙҙы ете йәштән намаҙға өйрәтегеҙ, ә ун йәштән намаҙға иғтибарһыҙлыҡтары өсөн һуғығыҙ һәм йоҡларға айырым һалығыҙ". Йәғни, ун йәштән ир бала менән ҡыҙ бала айырым йоҡларға тейеш. Намаҙ уҡыясаҡ кешенең тәне, кейеме һәм намаҙ урыны һәр төрлө нәжестәрҙән таҙа булырға тейеш. Шулай уҡ, һәр намаҙ уҡыусыға шәриғәт бойорған рәүештә тейешле ағзаларҙы һыу менән йыуып, тәһәрәт алыу фарыз. Намаҙ уҡыу тыйылған ваҡыттар. Ҡояш офоҡтан күренә башлағандан алып, тамам ҡалҡып бөткәнгә тиклем намаҙ уҡырға ярамай. Шулай уҡ, ҡояш байый башлағандан алып, тамам офоҡ артына инеп киткәнсе намаҙ уҡыу кисектерелә. Зәүәл(зенит) ваҡытында, ҡояш бер аҙ ауыша башлағанға тиклем тыйыла. Фарыз намаҙына ҡамәт әйтелгәс сөннәт намаҙы уҡыу ярамай. Уҡыласаҡ намаҙҙы ниәтләү. Намаҙ уҡыр алдынан. уҡыласаҡ намаҙҙы күңел менән ниәтләү фарыз, тел менән ниәтләү мөхтәсәб. Имамға ойоған кеше лә ойоуҙы ниәтләргә тейеш. "Әғүүҙү билләәһи минәш шәйтаанир раджим. Бисмилләәһир рахмәәнир рахим" тип намаҙлыҡҡа баҫабыҙ, өс тапҡыр Әстәғифируллааһ тип әйтеп үәәәә әтүүбү иләйһи, тип тәүбә итәбеҙ. Күңелдән ниәт ҡылына:"Бисмилләәһир ирахмәнир рахим. Иләһи,бер Үҙеңдең ризалығың өсөн(ниндәй) намаҙҙың(нисә) рәҡәғәт (фарызын йәки сөннәтен) уҡырға ниәт ҡылдым,(имамға ойоп уҡыһа, ошо урында, ойоном ошо имамға тип әйтелә) йөҙөмдө йүнәлдерҙем ҡибла тарафына, хаалисан лилләәһи тәғәәләә, -тип әйтәбеҙ.Намаҙға баҫҡас, бары тик сәждәғә барасаҡ урынға ғына ҡарап торабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ! Рауил Бикбаевтың II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан. Мосолмандар. Халҡының ундан бер өлөшенән күберәге мосолман булған илдәр, шиғисылыар асыҡ йәшел, сөнниселәр ҡуйы йәшел төҫ менән күрһәтелгән Мосолмандар, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘГӘ тоғро кешеләр. Ислам диненең дөрөҫлегенә ышанған, АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘ берәү генә, Уға тиңләшеүсе юҡ, Мөхәммәт Саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмде АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ илсеһе тип таныған һәр кеше мөьмин мосолман булып иҫәпләнә. Ер шарында йәшәгән кешеләрҙең 1,3 миллиардтан ашыуы мосолмандар. Уларҙың 23 % Көньяҡ Азияла, 16,7 % Африкала, 15 % Ғәрәп илдәрендә, 14,2 % Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә, 4,2 % Урта Азия илдәрендә, 4,2 % Ҡытайҙа, 4,2 % Иранда, 4,2 % Төркиәлә, 1,7 % Европа илдәрендә, 1,3 % Афғанистанда, 0,5 % Төньяҡ Америкала, 0,25 % Көньяҡ Америкала, 0,008 % Австралияла йәшәй. Зәҡәт. Зәҡәт, мосолмандарға фарыз булған биш ғәмәлдең дүртенсеһе. Йылына бер тапҡыр һәр мөьмин мосолман мөлкәтенән фәҡирҙәр файҙаһына өлөш сығарырға – зәҡәт бирергә тейеш. Сибай (ҡала). Сибай — Башҡортостандың Урал аръяғында, Ирәндек тауҙарының итәгендә урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҡала. Өфө ҡалаһынан 464 км һәм Магнитогорск ҡалаһынан 95 км алыҫлыҡта ята. Сибай ҡалаһы үткән XX-се быуаттың 30-сы йылдары уртаһында башланған Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштереү менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала тип танылған. Сибай ҡалаһында 61597 кеше йәшәй, Төйәләҫ менән бергә 62471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 % башҡорттар, 38,7 % урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә. Сибай ҡалаһы аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль трассаһы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сәрмән республика әһәмиәтендәге автомобиль трассаһы үтә. Сибай — Башкортостан Урал аръяғының сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге. Ғатауллин, Шәкирйән Нурыйәхмәт улы. Ғатауллин Шәкирйән Нурыйәхмәт улы, Шакир абый, уҡытыусы, саңғы һәм еңел атлетика спорты буйынса тренер, 1936 йылдың 21 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында тыуған. 2002 йылдың 16 декаберендә шул уҡ ауылда үлгән. Тормош иптәше һәм балалары. Тормош иптәше Любовь Рамазан ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балалары, туғандары, ата - бабалары тураһында мәғлүмәттәрҙе шәжәрә аша ҡарай алаһығыҙ. Инйәр (йылға). a> Ғәбдүк ауылы янында Инйәр күренеше Инйәр — йылға, Эҫемдең һул ҡушылдығы (Кама йылғаһы бассейны). Башҡортостандың Белорет һәм Архангель райондары аша аға. Башланған урыны — Белорет районы Инйәр ауылынан 1 километр төньяҡта. Оло Инйәр менән Кесе Инйәр ҡушылып Инйәр йылғаһын барлыҡҡа килтерәләр. Оҙонлоғо — 307 километр. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Асҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя. Архангель, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигендә Эҫем йылғаһына һул яҡтан ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2 булған. Кесе Инйәр Ямантау һырттарының көнбайышындағы Машаҡ һәм Нары тауҙары араһынан сыға ла, эргә-тирәләге һыуҙарҙы йыя-туплай, көньяҡҡа ағып китә. Ямантауҙың иң бейек түбәһе тапҡырына еткәнендә ул аръяҡта, көнсығыш тарафта, Комарҙаҡ итәктәрендә үҙенә аҙаш тағы бер йылғаның көньяҡҡа ағып барғанын, үҙе кеүек үк шаршыларҙа шарлағанын белмәй ҙә. Ҡушылғандарына тиклем оҙонораҡ юл үткәне өсөн быныһын Оло Инйәр тип атағандар. Ике Инйәр ҙә оҙон тарлауыҡтар хасил итә, бейектә уларҙы суҡайышҡан ҡаялар, кәбәндәй таштар, ҡайын-ҡарағайҙар ҡарап-күҙәтеп тора. Инйәрҙе Башҡортостандағы иң үҙенсәлекле йылға иткән сифаттарҙың береһе — уның шаршыларға (шарлауыҡ), тупһаларға бай булыуылыр, моғайын. Белорет районының Манышты ауылынан түбән, Инйәргә уңдан Төлмәй ҡушылған арала — иң ҙур тәүге тупһа, иң көслө тәүге шаршылаҡ. Ағым бик шәп бында, йылға ярайһы уҡ текәгә түбәнләй. Тағы ла бер ҙур шаршылыҡты үткәс, киң генә ятыуға сыға, тәрәнлеге 5—7 метрҙарға етә. Инйәр бер аҙға ҡапыл ғына тынысланып ҡалғандай, хәл йыйғандай. Ә күпме балыҡ ятыуҙа! Ул бәрҙеһе, суртаны, алабуғаһы, сабағы... Белорет районы Асы ауылы тирәһендә минераль һыу сығанаҡтары бик күп. Асынан түбәндәрәк Инйәр текә ҡаяларға барып терәлә лә ҡапыл көньяҡҡа борола, ошо урында эреле-ваҡлы мәмерйәләр осрай. Шаршыларҙан шаршыларға һикереп, Инйәр Елмерҙәк ҡыҫаларынан ысҡына ла Йөйәк ауылы тирәһендә әҙерәк ирәбеләнеп китә, ләкин тигеҙлектәргә еткәнсе байтаҡ барырға әле. Тютчев, Фёдор Иван улы. Фёдор Иван улы Тютчев () — арҙаҡлы урыҫ яҙыусыһы, шағир, дипломат. Санкт-Петербург фәндәр академияһы ағзаһы. 1803 йылдың 5 декабрендә Орел губернияһы, Брянск өйәҙе, Овстуг имениеһында тыуған. 1873 йылдың 27 июнендә Царское Селола үлгән. Санкт-Петербургтағы Новодевичий монастыре ҡәберлегендә ерләнгән. Мюнхен, Турин ҡалаларында йәшәгән, Гейне, Шеллинг менән таныш булған. Рәсәйҙең әҙәбиәт тормошонда ҡатнашмаған, үҙен әҙип тип атамаған. Шуға ҡарамаҫтан, Тютчевтың 400-гә яҡын шиғырҙары һаҡланған, уларҙың юлдары Рәсәйҙә йыш ҡына телгә алыналар. Уның тәүге шиғырҙары XVIII быуаттағы шиғри ғөрөф-ғәҙәттәр тәьҫирендә яҙылған. 1830-сы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында Европа (бигерәк тә немец) романтизмы йүнәлеше көслө. Уның фәлсәфәүи (медитатив) лирикаһында төп темалар булып ил, кеше ғүмере, тәбиғәт тураһында уйланыуҙар тора. 1840-сы йылдарҙа Рәсәй һәм көнбайыш цивилизациялары араһында булған мөнәсәбәттәргә бағышланған сәйәси мәҡәләләр яҙа. 1850-сы йылдарҙа Тютчев мөхәббәткә бағышланған һәм йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ижад итә, унда мөхәббәт бәхетһеҙлек, ҡайғы мәғәнәһендә аңлатыла. Һуңыраҡ был шиғырҙар «Денисьева циклы»на, йәғни шағирҙың Е.А. Денисьева исемле һөйәркәһенә бағышланған шиғырҙар шәлкеменә, инә. 60-70-се йылдарҙа Тютчев ижадында бигерәк тә сәйәси шиғырҙар өҫтөнлөк итә. Иң танылған шиғыры «Silentium!» – әсенеү менән өндәшмәҫкә саҡыра, сөнки бер кешенең әйткәнен икенсе кеше бер ваҡытта ла һуңынаса аңлап бөтмәй. «Аҡыл менән Рәсәйҙе аңлап булмай», «Әйтелген һүҙҙең ниндәй мәғәнәлә кире әйләнеп ҡайтасағын алдан фаразлап булмай» һәм «Әйтелгән уй ул алдау» тигән шиғри юлдар Тютчевтың иң йыш ҡабатланған афоризмдары. Әҙәбиәт. Әҙәбиәт (һүҙенән килә) — бөтә яҙылған тексттарының бергәләштереүе. Бик күп телдәрҙә ҡулланылған литература һүҙе ("яҙылған, яҙылыш")< ("хәреф") һүҙенән килә Ҡыҙыл Байраҡ ордены. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, (урыҫса Орден Красного Знамени). ВЦИК ҡарары (декрет) менән 1918 йылдың 16 сентябрендә Граждандар һуғышы ваҡытында Совет Рәсәйендә булдырылған. Тәүге исеме — Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены Граждандар һуғышы ваҡытында ошондай уҡ ордендар башҡа Совет республикаларында ла булдырылған. 1924 йылдың 1 августында Совет республикаларының бөтә ордендары СССР-ҙың дөйөм ордены — Ҡыҙыл Байраҡ ордены итеп үҙгәртелә. Ҡыҙыл Байраҡ ордены, хәрбиҙәрҙең тәҡдиме буйынса, һуғыш ваҡытында айырыуса батырлыҡ, фиҙәҡәрлек һәм тәүәкәллек күрһәткән кешеләрҙе, хәрби частәрҙе, хәрби караптарҙы, хәрби берләшмәләрҙе бүләкләү өсөн булдырыла. Был хәрби орден менән Ҡыҙыл йондоҙ гәзите, Ленинград, Ташкент, Волгоград, Севастополь һәм башҡа ҡалалар бүләкләнгән. Климент Ефремович Ворошилов Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алты тапҡыр бүләкләнә. Василий Константинович Блюхер — биш тапҡыр. 1930 йылда Ленин Ордены булдырылғанға тиклем Ҡыҙыл Байраҡ ордены йәш Совет дәүләтенең иң оло бүләге булған. Орден тасуирламаһы. Ордендың уртаһында аҡ эмаль менән ҡапланғын түңәрәктә алтын ураҡ һәм сүкеш урынлашҡан. Түңәрәк үҙе алтын лавр таж менән уратылған. Түңәрәк аҫтына ҡыҙыл йондоҙ, уның аҫтына сатрашланғын ҙур сүкеш, һабан, факел һәм ҡыҙыл байраҡ урынлашҡан. Ҡыҙыл байраҡта «Пролетарии всех стран соединяйтесь!»тигән яҙыу бар. Ордендың ситен уратҡан алтын лавр тажда «СССР» тигән яҙыулы ҡыҙыл таҫма урынлашҡан. Ҡыҙыл Байраҡ ордены көмөштән эшләнә. Ордендың бейеклеге — 40 мм, киңлеге — 36,3 мм. Беренсе Ҡыҙыл Байраҡ ордендары ҡыҙыл таҫма өҫтөнә тағып йөрөтелгән. Һуңыраҡ ситтәрендә тар һәм уртаһында киң аҡ һыҙат төшөрелгән ҡыҙыл таҫмаға уратылған биш мөйөшле нигеҙгә эленгән. «Еңеү» ордены. Тасуирлама. «Еңеү» ордены (урыҫса Орден «ПОБЕДA») — Бөйөк Ватан һуғышы выҡытында булдырылған орден. Был орден менән Оло еңеүгә мөһим өлөш индергән юғары хәрби етәкселәр бүләкләнгән. 1944—1945 йылдарҙа был юғары хәрби орденға 16 кеше 19 тапҡыр лайыҡ булған. Шулар араһында 10 Советтар Союзы Маршалы, бер армия генералы һәм 5 сит ил кешеһе бар. «Еңеү» ордены менән бүләкләү тәртибе бер тапҡыр тупаҫ рәүештә боҙола. Үкенесле хәл 1978 йылдың 20 февралендә КПСС ҮК Генераль сәркәтибе, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, СССР оборона Советы рәйесе, Советтар Союзы Маршалы Л. И. Брежневҡа СССР Юғары Совет Президиумы тарафынан сираттағы бүләк итеп тапшырыу арҡаһында барлыҡҡа килә. Был ваҡиға кешеләрҙең, бигерәк тә яугирҙәрҙең, хәтерен ныҡ ҡалдырҙы. СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Горбачёвтың 1989 йылдың 21 сентябрендәге ҡарары менән үрҙә әйтелгән тарихи хата төҙәтелә. СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары юҡҡа сығарыла. «Еңеү» ордены Рәсәй Федерацияһының рәсми хөкүмәт бүлектәре исемлегенә индерелмәгән. Был орден менән башҡа бер кем дә бер ваҡытта ла бүләкләнмәйәсәк. Орден. Платинанан эшләнгән биш осло йондоҙ. Диаметры 72 мм. Дөйөм ауырлығы 16 карат (3,2 г) булған 150 алмаз менән биҙәлгән. Йондоҙҙоң нурҙары рубиндан эшләнгән. Йондоҙ уртаһында урынлашҡан зәңгәр төҫтәге медальонға Кремль стенаһы, Спас манараһы, В. И. Ленин мавзолейы рәсеме төшөрөлгән. Медальондың өҫкө өлөшөндә «СССР», аҫҡы яғында «ПОБЕДА» тип яҙылған. Планка. Орден планкаһы башҡа совет ордендарының планкаларына ҡарағанда ике тапҡырға оҙонораҡ. 6 совет орденының төҫөн үҙ эсенә алған, һәр төҫ араһы ярты миллиметр киңлегендә аҡ һыҙыҡтар менән бүленгән. Сит ил кешеләре. * Гомер. Гомер () (йәшәгән ваҡыты — б.э.т. XII быуат һәм б.э.т. VII быуат араһы) — легендар Боронғо Греция сәсәне. «Илиада» һәм «Одиссея» эпик поэмаларын ижад итеүсе булып иҫәпләнә. Легенда буйынса ул һуҡыр булған. Ете ҡала уның тыуған ҡалаһы исеменә дәғүә иткән: Смирна, Хиос, Колофон, Саламин, Родос, Аргос, Афины. Боронғо Грецияла сәсәндәр (рапсодтар) башҡарған эпостарҙың ҙур ғына өлөшөн Гомер ижад иткән тип иҫәпләнгән. Һуңғараҡ антик әҙәби тәнҡит, «Илиада» һәм «Одиссея» тигән ике эпик поэманы, шулай уҡ бер нисә вағыраҡ әҫәрҙе («Гомер гимндары», «Маргит» комик поэмаһы һ.б.) ысынлап та Гомер ижад иткән тип таныған. Сит ил әҙәбиәте. Гомер Боронғо Греция сәсәне Суворов ордены. Суворов ордены (урыҫса Орден Суворова) — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында булдырылған совет ордены. Был орден менән, айырым хәрби алыштарҙы бик яҡшы ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн, батальон командирынан алып унан юғарыраҡ хәрби етәкселәр бүләкләнгән. Орден өс дәрәжәлә булған. Дефицит. Дефицит (лат. deficit — етешмәй) иҡтисадта — тауарға һорауҙың тәҡдимдән юғары булыуы. Дефицит — тәҡдим һорауға тап килмәй тигәнде аңлата. Ғәҙәттә, дефицит тауарҙың хаҡы түбән булыу арҡаһында барлыҡҡа килгән түбән тәҡдим тураһында һөйләй. Тағы профицит, баҙарҙағы тигеҙлек тигән төшөнсәләрҙе ҡара. Сводеш исемлеге. Сводеш исемлеге - Америка тел белгесе Моррис Сводеш тәҡдим иткән, 100, 200 йә 207 төп лексеманан торған исемлек. Тел ғилемендә лексикостатистик глоттохронология ысулында ҡулланыла. Ленин ордены. Ленин ордены (урыҫса Орден Ленина) — Советтар Союзының иң юғары бүләге. 1930 йылдың 6 апрелендә СССР ҮБК Президиумы ҡарары менән булдырылған. Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе буйынса: айырым кешеләр, коллективтар, ойошмалар, йәмәғәт ойошмалары, хәрби частәр, хәрби караптар, хәрби берләшмәләр, союз и автоном республикалар, крайҙар, өлкәләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар бүләкләнә. Айырым граждандар фиҙәҡәр хеҙмәте, социалистик Ватанды яҡлауға, Советтар Союзының оборонаға һәләтлеген нығытыуға, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән һәм ил алдындағы күрһәткән башҡа ҙур ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгәндәр. Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән. Ленин ордены менән Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булғандар ҙа бүләкләнә. Беренсе һанлы Ленин ордены менән 1930 йылдың 23 майында «Комсомольская правда» гәзите йәштәр коллективтары араһында беренсе бишйыллыҡта социалистик ярыштар ойошторған өсөн бүләкләнә. Бер үк ваҡытта гәзитең беренсе һаны сығыуға биш йыл тулыу көнө лә билдәләп үтелә. Рәссәм Иван Иванович Дубасов Һәм скульптор Иван Дмитриевич Шадр орденды төҙөүҙә ҡатнашыусылар.. Рәссәм Дубасов һуңынан Ленин ордены менән үҙе бүләкләнә. 1953 йылға тиклем орден алтындан, Ленин рәсеме платинанан эшләнә. Халыҡ-ара эшселәр һәм коммунистар хәрәкәтендә ҡатнашҡан күренекле эшмәкәрҙәр Георгий Димитров, Долорес Ибаррури, Хо Ши Мин, Фидель Кастро, Отто Гротеволь күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнгән. Ленин ордены бөтәһе 460 000 тапҡыр тапшырылған. Математика. Математика — һандар, структуралар, арауыҡтар һәм әүерелдереүҙәрҙе өйрәнгән фән. Тәүге осорҙа математика иҫәп, иҫәпләү, үлсәү өсөн, шулай уҡ дедуктив фекерләү һәм абстракциялар ярҙамында физик объекттарҙың формаларын һәм хәрәҡәттәрен өйрәнеү өсөн ҡулланылған. Математика формаль аралашыу теле тәҡдим итә, ул математика белеменең асылын уңышлы төшөндөрөү өсөн файҙалана. Шуға күрә математика — тәбиғи фәндәр өйрәнеү өсөн, проектлау һәм иҡтисад өсөн мөһим һәм кәрәкле сара булып тора. Хаос теорияһы Коллинеар векторҙар Хаос теорияһы. Хаос теорияһы — ҡайһы бер һыҙма булмаған динамик системаларҙың үҙгәреүен тасуирлаусы математик аппарат. Атап әйткәндә, был системалар билдәле шарртарҙа хаос тип атаған күренешкә дусар ителә, был күренештең төп һыҙаты — системаның үҙгәреүе тәүге шарттарға ныҡ һиҙгер. Шул һиҙгерлектең арҡаһында системаның үҙгәреүе осраҡлы булып күренә, уны тасуирлаусы модель детерминацияланған булһа ла. Шундай системаларҙың миҫалдары: атмосфера, турбулент ағыштары, биологик популяциялар һәм иҡтисади системалар. Хаотик рәүештә үҙгәреүсән математик системалар детерминацияланган булалар, йәғни улар берәй ҡәтғи ҡанунға буйһоналар, һәм билдәле бер мәғәнәлә, улар рәтләнгән булалар. «Хаос» һүҙен шулай ҡулланыу уның ғәҙәттәге мәғәнәһенән айырылып тора. Квант хаосы теорияһы тигән физика тармағы бар; ул квант механикаһы ҡанундарына буйһонған детерминацияланмаған системаларҙы өйрәнә. Тағы ҡарағыҙ. * Хаос теорияһы Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә уҡыусылар һәм уны тамамлаусылар исемлеге. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә уҡыусылар һәм уны тамамлаусылар исемлеге тәү башлап мәктәптә һаҡланған мәғлүмәттәрҙән сығып төҙөлде. Был биттә бөтә уҡыу йылдары буйынса дөйөм исемлек урынлаштырылған. Исемлек уҡыу йылын һәм шул уҡыу йылында тамалаусылар һанын күрһәтә. Тамалаусылар һаны шул йылда мәктәпте тамалаусылар һәм улар менән бергә уҡып ниндәйҙер сәбәптәр менән тамалай алмағандар исемлегенә алып барыр. Әлбиттә, был исемлектәр тулы булмауы ла ихтимал. Ул ваҡытта һеҙ белгән мәғлүмәттәрҙе өҫтәүегеҙ һорала. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейәүгә сығыу сәбәпле үҙгәргән шәрифтәрен йәйә эсенә ҡуйып яҙыу ҙа мәслихәт. Тел (фән). Тел – аралашыу өсөн ҡулланылған символдарҙан һәм улар менән эш итеү ҡағиҙәләренән (йәки грамматика) торған система. Бүтән аралашыу формаларынан айырмалы рәүештә, был символдарҙы бер-береһе менән берләштереп, яңы мәғлүмәт белдерергә мөмкин. Кешеләрҙең аралашыу телендә символдар рәүешендә өндәр һәм ҡул ишаралары ҡулланыла. Был өндәрҙе мәғлүмәт юғалтмайынса тиерлек яҙма формаға әйләндерергә мөмкин. Ишаралар һәм интонациялар шулай уҡ мәғлүмәт еткереү өсөн ҡулланыла, әммә уларҙы яҙма формаға әйләндереп булмай. Ҡайһы бер уйлап сығарылған аралашыу телдәре тулыһынса визуаль ишараларҙан тора. Донъяла меңләгән тел бар, һәм шуларҙың кубеһенең уртаҡ үҙенсәлектәре бар (Универсаль Грамматиканы ҡара). Аралашыу телдәренән тыш, кешеләр шулай уҡ ҡайһы саҡта Эсперанто, Идо, Интерлингва, Клингон, Ложбан телдәре, программа телдәре һәм төрлө математик формаль телдәр һымаҡ яһалма телдәрҙе ҡуллана. Моррис Сводеш. Сводеш, Моррис (Swadesh, Morris; ҡайһы ваҡыт уның фамилияһын урыҫса Свадеш йә Суодеш итеп яҙалар), 1909—1967) — америка тел белгесе һәм антропологы, лексикостатистик глоттохронология ысулын уйлап тапҡан кеше. Был ысулдың асылы — билдәле бер нисә телдәрҙең туғандаш икәнлеген асыҡлау һәм туғандашлығын баһалау өсөн шул телдәрҙең Сводеш исемлектәрен төҙөү. Сводеш исемлеге 100, 200 йә 207 төп лексеманан тора. Исемлек башында иң «төп» һүҙҙәр тора. Башҡорт теле өсөн Сводеш исемлеге бында. Төрөк теле. Төрөк теле, (төрөксә - Тürk dili, Türkçe, Türkiye Türkçesi), уғыҙ төркөмөнә ҡараған төрки телдәренең береһе. Төркиәнең дәүләт теле. Кипр Республикаһында грек теле менән бер рәттән дәүләт теле булып тора. Әҙәби төрөк теле истанбул диалектына нигеҙләнә. 1928 йылға тиклем ғәрәп яҙыуы, унан һуң латин хәрефтәре ҡулланыла. Төрөк әлифбаһы. Төрөк әлифбәһендә 29 хәреф: a b c ç d e f g ğ h ı i j k l m n o ö p r s ş t u ü v y z Төрки телдәр. Төрки телдәр — Алтай макро-ғаиләһенә ингән ҡәрҙәш телдәр ғаиләһе; Азияла һәм Көнсығыш Европала киң таралған. Төрки телдәрҙә өлкән майҙанда — Көнсығыш Себерҙәге Лена йылғаһынан алып Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарына тиклем — һөйләшәләр. Дөйөм һөйләшеүселәр һаны — 157 меңдән ашыу. Төрки тәүтел Көньяҡ Себерҙә һәм Алтайҙа б.э.т. I быуатта барлыҡҡа килгән, тип һанала. Ғәҙәти рәүештә төрки телдәр Алтай макро-ғаиләһенә индерелә, әммә һуңғы ваҡытта һайһы бер тюркологтар (төрки тел белгестәре) быны шикле һанай. Алтай макро-ғаиләһе эсендә төрки телдәр монгол телдәренә оҡшашлыҡ күрһәтә. Үҙ сиратында Уғыҙ, Ҡыпсаҡ, Ҡарлуҡ, Көньяҡ Себер, Яҡут, Болғар төркөмдәренә бүленә. Уғыҙ төркөмө: Төрөк, Төрөк-месхетин, Ғағауз, Әзербайжан, Ирандың төрки ҡәбиләләре телдәре, Шахсевендар, Кашкайҙар, Каджарҙар, Төрөкмән, Салар телдәре; Ҡыпсаҡ төркөмө: Татар, Крәшен, Нағайбаҡ, Себер татар, Ҡырым татар, Башҡорт, Ҡарасай, Балҡар, Ҡарайым, Ҡырымсаҡ, Ҡумыҡ теле, Нуғай, Ҡаҙаҡ, Ҡарағалпаҡ, Ҡырғыҙ; Ҡырым татарҙарының Ҡырым утрауының көньяҡ өлөшендә йәшәгәндәре уғыҙ төркөменә кергән диалектта һөйләшә. Ҡарлуҡ төркөмө: Үзбәк, Уйғыр, Эйну; Көньяҡ Себер төркөмө: Алтай, Телеут, Чулым (урыҫса), Шор, Хакас, Тыва, Тофа, Юйгу; Яҡут төркөмө: Саха (Яҡут), Долгандар теле; Булғар төркөмө: Сыуаш. Был мәҡәлә тәү башлап Интернаттағы «Народы и религии мира» сайты мәғлүмәттәренән сығып төҙөлдө. Башҡорт әҙәбиәте. Бабич, Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы Назаров, Рәшит Сәйетбаттал улы Ғарипов, Рәми Йәғәфәр улы Рәми Ғарипов. Ғарипов, Рәми Йәғәфәр улы – башҡорт шағиры. (12.2.1932, БАССР-ҙың Салауат районы Арҡауыл ауылында — 20.2.1977, Өфө ҡалаһы). Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш ҡына телгә алыналар. Мәҫәлән: "(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ"; "Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ" һ.б. 1994 йылдан 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Ошо уҡ йылда гимназия Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырҙы. Тормош һәм хеҙмәт юлы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. Арkауылдың ябай кешеләре менән эскеләп тә йөрөгән, шулай ул үз халkын яратkан. Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡыған, хәҙер был Рәми Ғарипов исемен йөрөтөүсе 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты. Ул хаҡлы рәүештә милли кадрҙар тимерлеге тип атала. Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә “Йүрүҙән” исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. “Таш сәскә”, “Һабантурғай йыры” шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы “Осоу”, “Аманат”, “Миләш-кәләш” йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн Ғарипов эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған “1937” поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған. Башҡорт халҡы тураһындағы ҡараштары өсөн милләтселектә ғәйепләнеп эҙәрләнеүҙәргә дусар ителә. Үз теләге менән яkты донъянан китә. Ғаиләһе. Тормош иптәше Надежда Васильевна Ғарипова, башҡорт телен бик яҡшы белә. Ике улы һәм бер ҡыҙы бар. Оло улы Салауат Ғарипов – элемтәсе. Учалы ҡалаһында йәшәй. Бабич, Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы. Бабич, Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы (2.1.1895 - 28.3.1919) - башҡорт шағиры, башкорт әҙәбиәте класигы. Башҡорт хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы. Тормош юлы. Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы, Әсән мәхәлләһенең указлы муллаһы, Мөхәммәтзәкирҙең мәҙрәсәһендә ала. 1910 йылда ҡаҙаҡ далаларында, ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. 1919 йылдың 28 мартында Башкорт Ғәсҡәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскән ваҡытта ҡыҙыл армеецтар тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән. Әхмәтзәки Вәлидинең арҡадашы. Назаров, Рәшит Сәйетбаттал улы. Назаров, Рәшит Сәйетбаттал улы - башҡорт шағиры. Рәшит Назаров - башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә һоҡланырлыҡ шағир. Ул шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып,тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай. Рәшит Назаров Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима менән Сәйетбаттал Назаровтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән илаһи йән эйәһе. Уның тормош юлы үтә лә ябай. Ауылда ун класс тамамлап колхозда эшләй, 1963-1966 йылдарҙа хеҙмәт итә. Шиғырҙарҙы бик иртә яҙа башлай, 11 йәшендә тәүге шиғыр юлдарын дәфтәр битенә теркәй. Көнө-төнө лирик, ҡайһы ваҡыт сатирик шиғырҙар, мәҫәлдәр, нәҫерҙәр, хикәйәләр яҙа, поэмалар ижад итә. 1962 йылдан башлап шағирҙың шиғырҙары, нәҫерҙәре, хикәйәләре республика матбуғаты биттәрендә йыш ҡына күренә башлай. Шулай итеп, алтмышынсы йылдар урталарында башҡорт әҙәбиәтендә күренгән Рәшит Назаров тәүге әҫәрҙәре менән үк иң өлгөргән, киң танылған шағирҙарҙың алғы сафына баҫа. Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1765 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәрирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана. Һалдат йәше еткәс, Рәшит Назаров 1963 йылдың ноябрь айында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт урыны Башҡортостанға йәнәш Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына тура килә. Ауыр һалдат тормошонда ла шағир бер генә көнгә лә тип әйтерлек ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижад усағын һүндермәй. «Шағирҙың һағынышлы уйланыуҙары тағы ла һағышлыраҡ, һалдат тормошо, бурысы, ил, Ватан яҙмышы хаҡындағы уй-фекерҙәре тәрәнерәк, буяуҙарға ла, хыялдарға ла сағыуыраҡ, тосораҡ була бара», – тип күрһәтә автор шағирҙың ижадына байҡау яһап. Бигерәк тә «Бәхет йыры», «Билдәһеҙ һалдат», «Мин һалдатмын…», «Учениеларҙан һуң», «Оҙон юлға сыҡтым…» һәм башҡа күпләгән шиғырҙары быға дәлил булып тора. Хеҙмәтенең тәүге йылдарында уҡ Рәшит Назаров бығаса «Әсә һүҙҙәре» тип исемләнгән атаҡлы шиғырҙар циклын яҙа. СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев, ошо төркөмгә ингән әҫәрҙәргә музыка яҙып, Глинка исемендәге оло премияға лайыҡ була. Эйе, аңлы тормош юлы ла, ижады ла Рәшит Назаровтың бигерәк ҡыҫҡа булды. Мәңгелек ғаләм аҫтында сәйер донъяға һоҡланып бағып, ел иҫкәнгә, ҡош талпынғанға, ағастар япраҡ ярғанға ҡыуанып ул ни бары егерме бер йыл ярым ғына тулы ҡанлы тормош менән йәшәй ала, шул арауыҡтың да ни бары көсөргәнешле биш, уҙа-барһа алты йылын ғына тотошлай ижад эшенә-шиғриәткә арнарға өлгөрә. Шағир ғүмеренең ҡалған өлөшө иһә … ҡараңғылыҡҡа убыла, йырып үткеһеҙ томанға сорнала. Эйе, көйҙөрҙө, әммә өҙмәне … 1966 йылдың яҙынан бирле шағир зәхмәтле йән ауырыуына юлыға. Ғәскәри частан санитарҙар уны тыуған ауылына килтереп ҡуялар. Уны, бер ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң, больницаға һалалар … Тәүге мәлдәрҙә ваҡыты-ваҡыты менән тыуған ауылына ҡайтарғылап торһалар ҙа, аҙаҡ Бөрө, Благовещенск ҡалаларының махсус дауалау йорттарына күсерәләр. 1993 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының һорауы буйынса Ишембай дауахана-интернатына ҡайтарыла. Эйе, һуңғы осор шиғриәтендә, «ер аҫтынан» яҙған хаттарында поэтик ялҡын һүрелеп, һалҡын ялҡынға әүерелһә лә, шағирҙы поэтик һәләте барыбер ташламай, ул ҡара һөрөм һирпеп булһа ла дөрләүен белә, тик һүрәтләү биҙәктәре, шиғри тоны һәм моңо ғына үҙгәрә һәм үҙгәләнә. Ҡара буяуҙар, үҙәк өҙгөс һағыштар, ялбарыуҙар өҫкә ҡалҡып сыға. Сөнки ер аҫты донъяһы – үҙе бөтөнләй икенсе донъя. Шағир йөрәге лә элеккесә ярһыу түгел – арыған, йонсоған, ярым тилмергән. Эйе, хатта пәйғәмбәр дәрәжәһендәге шағир ҙа ҡаты сиргә, аяуһыҙ тәҡдиргә ҡаршы тора алмай икән шул. Шағир хәҙер инде ҡаты ауырыу, башлыса пессимистик уй-хисле, йөрәге туҙған, әммә өмөтөн, йәшәү рухын юғалтмаған. Тик үтә һағышлы, ялбарыулы, асыулы тибә инде был ҡаты яралы сырхау йөрәк. Шағирҙың «Таңды ҡаршылау» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 йылдың май айҙарында, егерме бер йәше тулыр-тулмаҫтан, Назар Нәжми мөхәррирлегендә донъяға сығарыла. Авторҙың, халыҡсан алым менән яҙылған, ябай телле шиғырҙары һәр кемдең йөрәгенә тылсымлы нур төҫлө урала, шағир исеме республикала танылыу таба, шөһрәт ҡаҙана. Артабан, әҙиптең бер-бер артлы: «Ҡояш юлы буйлап» (1970), «Йөрәгемде һеҙгә илтәм» (1991), «Йәшен» (1994) исемле китаптары донъя күрә. Был әҫәрҙәр, тотошлайы менән, бөйөк шиғриәт үрнәге. Сөнки егерме берҙә генә күкрәп туҡтаған йәш даһи тарафынан тыуҙырылған шиғырҙар улар! Улар - Р.Назаровтың исемен быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ, ғәзиз халҡыбыҙға һүнмәҫ-һүрелмәҫ дандар өҫтәйәсәк күңел аҫылташтары, күңел гәүһәрҙәре!... Үкенескә ҡаршы, таланттарға һәр саҡ ҡаршылыҡтар тыуып тора. Р.Назаров менән дә шулай булды. Ләкин талантлы ижад юғалмай: һуңғы йылдарҙа Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә шағирҙың ике томдан торған әҫәрҙәре донъя күрҙе, шағирға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Шулай уҡ Ҡазан ҡалаһында шағир Р.Мифтаховтың тырышлығы менән Рәшит Назаровтың «Йөрәк» исемле китабы татар телендә баҫылып сыҡты. Шағирҙың исеме, образы бөгөн шиғриәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡый. Риф Мифтахов та, күренекле композитор Хөсәйен Әхмәтов та: «Рәшит Назаров башҡорт —шиғриәтендә иң яҡты йондоҙ», - тинеләр. Ә бөйөк шиғриәт аҡһаҡалы Мостай Кәрим «Рәшит Назаров — иҫ киткес талантлы шағир» – тине. Байтаҡ күренекле әҙәбиәтселәребеҙ Р.Назаровты бөйөк талант эйәһе, йөҙәр йылға бер генә тыуа торған шағирҙарҙың береһе, тинеләр. Композиторҙарыбыҙ Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡа бик күптәр Рәшит Назаров һүҙҙәренә хор йырҙары циклы, кантаталар, йырҙар ижад итте. Улар Өфө, Ҡазан, Мәскәү сәхнәләрендә башҡарылып, юғары баһа алды. Шиғырҙары рус, сыуаш һ.б. телдәргә тәржемә ителде. Шулай итеп, тарих биттәре бөйөк ижадсыларҙың мәңге үлмәҫ һоҡланғыс илаһи ижадын һаҡлай. Уның яңылары яҙыла. Талантлы, йәйғор булып, донъя күләменән күренер шәхестәребеҙ бар. Ана шундайҙарҙың береһе – Рәшит Назаров… Ул беҙҙең баш особоҙҙа ғына түгел, әҙәбиәтебеҙ йыһаны күгенән күренер балҡыш, яңы яҡтылыҡ, беҙҙең йөрәктәргә күскән йондоҙ! Төрки телле халыҡтар. Төрки телле халыҡтарҙың һан иҫәбе. Төрлө илдәрҙең мәғлүмәттәрен дөйөмләштереү өсөн төҙөлгән таблица. Халыҡ иҫәбен алыу төрлө илдәрҙә бер ваҡытта булмау сәбәпле дөйөм һан иҫәбе яҡынса баһалана. Беренсе бағанала төркөм һәм халыҡтар исеме. Икенсе бағанала дөйөм баһалау һөҙөмтәһе. Ҡалған бағаналарҙа ил исеме, мәғлүмәттәрҙең аныҡланған йыл, иҫәп берәмеге (кеше йәки мең кеше). Дөйөм баһалау һөҙөмтәһен «кеше» берәмегендә иҫәпләү, мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йылдары араһы бик ҙур булмауы урынлы. Ҡошсо (ҡәбилә). Ҡошсо (ҡәбилә, ырыу), Ҡошсолар. Әй буйы башҡорттары төркөменә ҡараған ҡәбилә. Ырыуҙарға бүленеше һаҡланмаған. Тамғалары һүрәттә күрһәтелгән, ағастары – ҡайын, муйыл, ҡоштары – аҡҡош, орандары – Салауат. Ҡошсо атамалы ырыу-ҡәбиләр ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, төркмәндәр, әзербайжандар, төрөктәр араһында ла бар. Ҡошсо этнонимы. Ҡошсо — ғалимдар «Һунар ҡоштары буйынса белгес», «Ҡош менән һунар итеүсе», «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)», «Ҡош ҡараусы» тип аңлаталар. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен «Ҡошҡа һунар итеүсе», «Ҡош тотоусы (аулаусы)» тип иҫәпләйҙәр. Р.Г.Кузеев фаразлауҙары. Ҡошсолар Үҙәк Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләнән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбатышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII-се быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV-се быуаттарҙа бөткөһеҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төнъяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп ултырғандар. Ҡошсо ауылдары. Ҡошсоларҙың ауылдары Башҡортостандың Балаҡатай районында Айҙаҡай, Ауышты, Ҡурғаш,Һандалаш һәм Мәсетле районында – Абдулла, Айып, Борғатья, Йонос, Кесе Ҡыҙылбай, Ҡорғат, Ҡотош, Ләмәҙ-Тамаҡ, Мәләкәҫ, Оло Ҡыҙылбай, Салйоғот, Тимербай, Һабанаҡ, Һөләймән, Әбдрәхим, Әжекәй. Сведловск өлкәһенең Красноуфим һәм Әртә райондарында – (яҙып бөтөлмәгән). Әҙәбиәт. Р.Ғатауллин. Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 б. Архипелаг. Архипела́г (: Αρχι "тәү, баш" + πέλαγος "дингеҙ") — бер-береһенә яҡын урынлашҡан һәм ғәҙәттә барлыҡҡа килеүҙәре (ҡитғасал, вулкансал, кораллсал) бер үк булған һәм оҡшаш геологик төҙөлөшкә эйә булған дингеҙ утрауҙары төркөмө. Архипелаг төрҙәре. Архипелагтар дингеҙҙә айырым йәки ҙур ҡоро ер массивы янында урынлаша ала. Мәҫәлән, Шотландия өлкән утрауы тирә-яғында 700-ҙән ашыу утрауҙар урынлашҡан. Архипелагтар йыш ҡына вулкан әүҙемлегенән барлыҡҡа килә, әммә уларға башҡа геологик процестар, әйтеп үткәндә эрозия, төпрә ултырыу һәм ер ҡалҡыуҙың ҡағылышы ла ихтимал. Архипелагтарҙа урынлашҡан илдәрҙең донъяла иң ҙур бише — Индонезия, Япония, Филлипиндар, Яңы Зеландия һәм Бөйөк Британия. Утрауҙары иң күп һанлы булған архипелаг — Финляндияның Архипелаг дингеҙе. Икенсе бөтә донъя һуғышы. Икенсе донъя һуғышы (1939—1945), кешелек тарихында иң ҙур һуғыш. Был һуғышта 72 дәүләт һәм Ер шары халҡының 80 % ҡатнашҡан, һуғыш хәрәкәттәре 40 дәүләт территорияларында булған, 57 миллион тирәһе кеше һәләк булған. Һуғыштың тәүшарттары. Версаль килешеүе Германияның ҡораллы көстәрен үҫтереү мөмкинлеген ныҡ сикләгән. Ләкин, Гитлер власҡа килгәндән һуң, Германия Версаль килешеүенең бөтә сикләнеүҙәрен дә боҙа башлаған — атап әйткәндә, армияға алыныу тергеҙелгән һәм тиҙ генә төрлө хәрби техника эшләп сығарырға тотонған. 1936-сы йылда Германия ғәскәрҙәре Рейн демилитаризацияланған зонаһын баҫып алған. 1938-се йылда Германия Австрияны һәм Чехословакияның бер өлөшөн үҙенә ҡушҡан. Европалағы һәм Төньяҡ Африкалағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары. Икенсе донъя һуғышы 1939-се йылдың 1-се сентябрендә Германияның Польшаға һөжүм итеүе менән башланған. 3-сө сентябрь Бөйөк Британия һәм Франция Германияға һуғыш иғлан иткәндәр. 17-се сентябрь совет ғәскәрҙәре Польшаның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған (1939 йылғы Совет-герман килешеүҙәрен ҡара). 30-сы ноябрь совет ғәскәрҙәре Финляндия территорияһына ингән (Ҡышҡы һуғыш 1940-сы йылдың 12 мартына тиклем дауам иткән һәм формаль яғынан совет сығанаҡтарҙа Икенсе донъя һуғышының өлөшө тип иҫәпләнмәй). 1940-сы йылдың апрель һәм май айҙарында Германия ғәскәрҙәре Дания, Норвегия, Бельгия, Нидерланды, Люксембург, июнь айында Францияны баҫып алғандар. 1940-сы йылдың июнь айында СССР Литва, Латвия, Эстония һәм Румынияның көнсығыш төбәктәрен баҫып алған. 1940-сы йылдың 10-сы июлендә Германия яҡлап Италия һуғышҡа ингән, уның ғәскәрҙәре август һәм сентябрь айҙарында Британия Сомалийы, өлөшләтә Кения һәм Судан баҫып алғандар, Мысыр территорияһына ингән. Декабрь айында улар Британия ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителеп, 1941 йылдың ғинуар — май айҙарында Көнсығыш Африканан ҡыуылған. 1941-се йылдың апрелендә Германия Греция һәм Югославияны баҫып алған. Япония Ҡытайҙың көньяҡ төбәктәрен һәм француз Һиндоҡытайының төньяҡ өлөшөн оккупациялаған. 1941 йылдың 22 июнь Германия Советтар Союзына һөжүм иткән (Бөйөк Ватан һуғышын ҡара). 1941—1942 йылдарында Гитлерға ҡаршы коалицияның нигеҙе формалашҡан (СССР, Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттары). Ҡыҙыл Армияның Сталинград (1942—1943), Курск (1943) һәм Днепр (1943) яуҙарындағы еңеүҙәре Икенсе донъя һуғышының боролошон билдәләгән. 1943 йылдың майында Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Төньяҡ Африканы азат иткәндәр. 1943 йылдың июлендә Италияның фашист режимы емерелгән, октябрь айында Италия Германияға һуғыш иғлан иткән. Германия ғәскәрҙәре Италия территорияһын баҫып алған. 1943 йылдың июль-август айҙарында коалиция ғәскәрҙәре Италияға, 1944 йылдың июнендә, икенсе фронт булдырып, Нормандияға ингәндәр. 1944—1945 йылдарҙа совет ғәскәрҙәре Үҙәк һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәрен азат иткән. 1945 йылдың апрелендә союздаш ғәскәрҙәр Төньяҡ Италияны азат иткән, Көнбайыш Германияны баҫып алған. 1945 йылдың 2 майында Ҡыҙыл Армия Берлинды яулап алған. 8 май Берлин янындағы Карлсхорст тигән урында Германия ғәскәре башлыҡтары шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғандар. СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия хөкүмәт башлыҡтарының Берлин конференцияһы (17 июль — 2 август, 1945, Потсдам) Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошоноң нигеҙҙәрен билдәләгән. Атлантика өсөн һуғыш. Икенсе донъя һуғышы башланыр алдынан Бөйөк Британияның Хәрби диңгеҙ көстәре Германияныҡынан күпкә көслөрәк ине. Бөйөк Британияның хәрби флотына ҡаршы көрәшеү өмөтһөҙ эш тип иҫәпләп, Германияның хәрби диңгеҙ флотының баш сардары Редер крейсер һуғышы стратегияһын һайлаған, йәғни дошмандың транспорттарын юҡ итеү стратегияһын. Был идеяны ғәмәлғә ашырыр өсөн утыҙынсы йылдар аҙағында «Дойчланд», «Адмирал Шеер», «Адмирал граф Шпее» исемле «кеҫә линкорҙары» төҙөлгән. Шул уҡ маҡсатҡа «Бисмарк» һәм «Тирпиц» исемле линкорҙар арналған. 1941 йылдың май айында «Бисмарк», Атлантикаға рейдҡа сығып, Британия хәрби караптары тарафынан батырылған. Шунан һуң Гитлер ҙур караптарға ышыныс юғалтып, хәрби флот башлығы итеп Дёницты тәғәйенләнгән. Дёниц иһә үҙенең һыу аҫты кәмәләре ярҙамында һуғыш алып барыу тактикаһын айырыуса уңышлы ҡулланған. Германия күпләп һыу аҫты кәмәләре төҙөй башлаған. Тәүҙә уларҙың хәрби хәрәкәттәре уңышлы булған, ләкин 1943 йылдың апреленән алып Германияның һыу аҫты кәмәләре ауыр юғалтыуҙар кисерә башлаған. Атлантика өсөн һуғыш осоронда, 1939 йылдан алып 1945 йылға тиклем, Германия 340 һыу аҫты кәмәһен юғалтҡан. Гитлерга ҡаршы коалиция көстәре 4 245 транспорт карабы юғалтҡан. Атлантика өсөн һуғышта Германияның хәрби флоты ныҡ көсһөҙләнгән. Һөҙөмтә булараҡ, Германия хәрби диңгеҙ көстәре, коалиция көстәре Нормандияға диңгеҙ яғынан ингәндә, етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған. Алыҫ Көнсығыш һәм Тымыҡ океандағы хәрби хәрәкәттәр театрҙары. 1931 йылдан алып япондар Маньчжурияны һәм Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала башлағандар. 1941 йылдың 7 декабрендә, һуғыш иғлан итмәй, Перл Харборға һөжүм итеп, Япония АҠШ-ҡа ҡаршы һуғыш асҡан (был һуғыш Тымыҡ океандағы һуғыш исеме аҫтында билдәле). 1941 — 1942 йылдың башында Япония Малайзия, Индонезия, Филиппиндар, Бирманы баҫып алған. Тымыҡ океандағы һуғыш Мидуэй атоллы янындағы яуҙан һуң боролош алған. 1944—1945 йылдарҙа Бөйөк Британия һәм Америка ғәскәрҙәре Маршалл һәм Мариан утрауҙарын, Филиппиндарҙы азат иткән һәм Японияның Окинава утрауын баҫып алған. Америка авиацияһы Япониялағы Хиросима (1945-се йылдың 6-сы авгусында) һәм Нагасаки (9-сы авгусында) ҡалаларына атом бомбаларын төшөргән. 1945-се йылдың 9 авгусында Советтар Союзы Японияға һуғыш иғлан иткән, совет ғәскәрҙәре Японияның Квантун армияһын тар-мар иткән, Төньяҡ-Көнсығыш Ҡытай, Төньяҡ Корея, Көньяҡ Сахалин һәм Курил утрауҙарын азат иткән. 1945-се йылдың 2-се сентябрендә Япония шартһыҙ капитуляция тураһындағы актҡа ҡул ҡуйған. Иҡтисад. Иҡтисад (урыҫса "эконо́мика", — "йорт" һәм — "ҡанун", йәғни — хужалыҡ итеү ҡағиҙәләре) — хужалыҡ итеү (етештереү, бүлеү, алыштырыу һәм ҡулланыу) эшмәкәрлеге. Иҡтисад һүҙен тәүге тапҡыр Б.Э.Т IV быуатта Аристотель ҡуллана, ул уны «тәбиғи фән» тип атай. Иҡтисадтың төп бурысы — кеше тормошонда һәр ваҡыт матди байлыҡ һәм уңайлыҡтар булдырыу. Бөгөнгө иҡтисад матди етештереү һәм матди булмаған етештереү тармағын берләштерә. Хәҙерге йәмғиәт иҡтисады — айырым кешенең һәм дөйөм йәмғиәттең йәшәүен тәьмин иткән ҡатмарлы организм. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены, (урыҫса Орден Трудового Красного Знамени). Советтар Союзы ордены. Дәүләт һәм йәмғиәт алдында етештереү,фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт, ижтимағи һәм башҡа хеҙмәт эшмәкәрлеге өлкөһендә күрһәткән мөһим хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән. Башҡорт исемдәре. Башҡорт ир-ат исемдәре Башҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре Лизинг. Лизинг — инвестицион эштең бер төрө, йәғни берәй милекте алыу һәм уны лизинг килешеүе билдәләгән хаҡҡа, мөҙҙәткә һәм шарттарҙа физик йә юридик шәхескә тапшырыу, бер уҡ ваҡытта лизинг алыусы шул милектең хаҡын түләп уны һатып алыу хоҡуғына эйә була. Хоҡуҡ. Хоҡуҡ — Йәмғиәт төҙөлөшөн, тормошон һәм эшмәкәрлеген билдәләүсе ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре. Төшөнсәләр. Физик шәхес Юридик шәхес Физик шәхес. Физик шәхес — кеше хоҡуҡ субъекты (хоҡуҡтар һәм бурыстар биләүсе) булараҡ, ойошмалар, вазифалы кешеләр һәм публик хоҡуҡ берәмектәренән айырмалы рәүештә. Башҡорт ырыуҙары. Башҡорт ырыуҙары — башҡорт халҡында борондан һаҡланып килгән ерле үҙидара итеүҙең бер төрө. Бөтә донъя кимәлендә башҡа халыҡтарҙа демократияға ҡарата булған ынтылыш башҡорттарҙа урта быуаттар заманында уҡ үҫеш алған булған. Һәр ырыуҙың халыҡ йыйылышы — ҡоролтайы, аҡһаҡалдар ҡоро, бейҙәре, шәжәрәһе, тамғаһы, ағасы, ҡошо һәм ораны булыуы быны дәлилләй. Юридик шәхес. Юридик шәхес Рәсәй ҡанундары буйынса — милкендә, хужалыҡ ҡарамағында йәки оператив идаралығында айырым мөлкәтенә эйә булған, үҙ бурыстары өсөн был мөлкәт менән яуаплы булған ойошма. Был ойошма үҙ исеменән милек хоҡуҡтарын һәм милеккә ҡарамаған шәхси хоҡуҡтарын алырға һәм ғәмәлғә ашырырға, бурыстарҙы үтәргә, судта дәғүәсе һәм яуап биреүсе була ала. Юридик шәхестәрҙең үҙаллы баланс йәки смета булырға тейеш. Юридик шәхестәр коммерция ойошмалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға бүленәләр. Силәбе өлкәһе. Силәбе өлкәһенең гербыa> картаһынды Силәбе өлкәһе Силәбе өлкәһе () — Рәсәйҙәге өлкә, Көньяҡ Уралда. Административ үҙәге — Силәбе ҡалаһы. Майҙаны 87 900 км². Халҡы 3,5 млн. кеше тирәһе. Силәбе өлкәһе 1934 йылдың 17 ғинуарында ойошторолған. Урал федераль округына инә. Башҡарма власы. Силәбе өлкәһендә дәүләт власының иң юғары башҡарма органы - Өлкә хөкүмәте. Өлкәнең иң юғары вазифалы шәхес - Губернатор, Хөкүмәт рәйесе. Әлеге ваҡытта өлкә губернаторы - Пётр Сумин. Иҡтисад. * Алгебра. А́лгебра («"аль-джабр"» ғәрәп һүҙенән, "«ҡаплау»", "«бәйләнеш»", "«йомғаҡлау»" аңлата) — математиканың бүлеге, уны арифметиканы дөйөмләштереү һәм киңәйтеү тип атап була. «Алгебра» һүҙе шулай уҡ төрлө алгебраик системалар атамаларында ҡулланыла. Этимология. Был термин тәүге тапҡыр 825 йылда ғәрәп ғалимы Аль-Хорезми хеҙмәтендә осрай. Унда «аль-джабр» һүҙе алыусыларҙы бер өлөштән икенсе өлөшкә күсереү аңлата ине, уның тура мәғәнәһе — «ҡаплау». Химия. left Химия — химик элементтәр, уларҙың химик берләшмәләре һәм химик реакциялар һөҙөмтәһе булған әүерелеүҙәре тураһында фән. Ете быуынлы гетероциклдар Ете быуынлы гетероциклдар. Ете быуынлы гетероциклдар — составында кәмендә бер гетероатомлы бер ете быуынлы цикл булған органик циклик берләшмәләр. Астрономия. thumb Астрономия (боронғо глек телендә αστρονομία, αστρον — "йондоҙ" һәм νόμος — "закон" һүҙҙәренән яһалған) — күк есемдәре һәм уларҙың системалары (Йыһанға тиклем) урынлашыуы, ҡоролошо, үҙенсәлектәре, килеп сығышы һәм үҫеше тураһында фән. Астрономия Ҡояшты, Ҡояш системаһы планеталарын һәм уларҙың юлдаштарын, астероидтарҙы, кометаларҙы, метеориттарҙы, планета-ара матдәне, йондоҙҙарҙы һәм Ҡояш системаһынан тышындағы планеталарҙы, томанлыҡтарҙы, йондоҙ-ара матдәне, галактикалар һәм уларҙың өйкөмдәрен, пульсарҙарҙы, квазарҙарҙы, кара тишектәрҙе һ.б. өйрәнә. Квадрантидтар. Квадрантидтар — метеорҙар ағымы, уның радианты - Волопас йондоҙлоғонда (Геркулес һәм Аждаһа йондоҙлоҡтары сигендә). Йыл һайын 28 декабрҙән алып 7 ғинуарға тиклем күҙәтелә, максимумы 3-се һәм 4-се ғинуарға тура килә (шул ваҡытта бер сәғәт эсендә 45-тән алып 200-ға тиклем метеор күҙәтеп була). Радианты ғәҙәттә альфа 229°, дельта +49° координаталы нөктәлә була (Волопас йондоҙлоғо), әммә ҡайһы бер ваҡытта уның урыны үҙгәреп тора – быға, бәлки, Юпитерҙың гравитацион йоғонтоһо сәбәпле. Метеорҙары күкһел төҫтә, уларҙың уртаса йондоҙ ҙурлығы - 2.8. Коллинеар векторҙар. Әгәр ҙә ике вектор параллель тура һыҙыҡтарҙа йә бер тура һыҙыҡта ятһа, улар коллинеар булып иҫәпләнә. Коллинеар векторҙарҙың йүнәлеше ыңғай йә кире була ала. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты Директоры Ғайсин Әлфир Сулпан улы. Гимназияла 800-гә яҡын уҡыусы уҡый. 2005-се йылда яңы бинаһы төҙөлдө. 1994 йылдан гимназия үҙенең күренекле уҡыусыһы Рәми Ғарипов исемен йөрөтә. Ошо уҡ йылда гимназия Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырҙы. Миндәк (йылға). Миндәк, Башҡортостандың Учалы районындағы йылға. Ағиҙелгә ҡоя. Ярында Миндәк ҡасабаһы урынлашҡан. Учалы районы. Башҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы. Учалы районаның ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны 4549 кв.км. тәшкил итә. Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны күлдәр иле тип атайҙар. Районда Әүәләк, Кесе Ирәндек тау арҡалары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау - Ирәмәл. Ирәмәл тауының итәгендә Ағиҙел йылғаһы башлана. Районда шулай уҡ Яйыҡ, Уй, Мейәс йылғалары башлана. Район үҙәге — Учалы ҡалаһы. Районда 77 меңдән ашыу кеше йәшәй, күпселеге — табын ырыуы башҡорттары. Учалы районында бик күп ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөштә ҡулланған тоҡомдар һ.б.), тау байыҡтырыу тармағы үҫешә. Миндәк (йылға) Яңы Байрамғол (ауыл). Яңы Байрамғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Яңы Байрамғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 499 кеше. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855001. Ауылда сәсет, урта мәктәп, клуб, медпункт, китапхана бар. Ҡыҙыҡлы факттар. Ауыл янында, Яйыҡ йылғаһы буйында арехологик ҡомартҡы - боронғо кеше ҡаласығы урынлашҡан. Библия. Библия, Мөҡәддәш китабы - йәһүд һәм христиан диненең ике бүлемдән торған төп китабы. Уртаҡ бүлеме - Тәүрат, һәм тик христианлыҡта ғына изге һаналғаны - Инжил. Ислам динендә Тәүрәт хөрмәт ителһә лә Алла Тәғәләнең нәҡ һүҙе тип һаналмай. Теләш (ауыл). Теләш, Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы Ростов ауыл советына ҡараған ауыл. Ростов ауыл советы үҙәге. Боронғо исеме Өпәй. Һоя йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Оло Устьикин ауылынан 30 км алыҫлыҡта. Ауылға нигеҙ һалыусылар өпәй ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. Ниндәй йылда нигеҙ һалыныуы билдәһеҙ. Тәүге тапҡыр хөкүмәт тарафынан 1795 йылда иҫәпкә алынған. Йылайыр районы. Йылайыр районы Башҡортостандың кѳнъяғында урынлашҡан. 1930-сы йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш. Район үҙәге – Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡана (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр (596 кеше). 2006 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 17539 кеше йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса район үҙәгендә 5861 (2746 ир-ат, 46,9 %; 3115 ҡатын-ҡыҙ, 53,1 %) кеше, ҡалған ауылдарҙа 13078 кеше (6362 ир-ат, 48,6 %; 6716 ҡатын-ҡыҙ, 51,4 %) йәшәй. 1 км2 майҙанға уртаса 3 кеше тура килә. Күпселекте башҡорттар (55,7%), урыҫтар (37,1%), сыуаштар (3,0 %), татарҙар (2,9 %) тәшкил итә. Район территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында – балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында – балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә – ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала – тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле. Климаты – континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ – тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта – ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙлар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән. Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр – 56,8, сабынлыҡтар – 38,6, кѳтѳүлектәр – 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә. Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Сельские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзите сыға. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Әхмәтзәки Вәлиди Туған (Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе. Ғалим, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе. Фәлсәфә докторы (1935). Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улысы (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы) Көҙән ауылында 1890 йылдың 10 декабрендә тыуған. 1970 йылдың 26 июлендә Төркиәлә Истанбул ҡалаһында үлгән. Өфө. a> йылғаһына һәм Дим биҫтәһенә күренеш Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ҡариҙел һәм Дим йылғаларының Ағиҙел йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан. Тарихы. 1574 йылдың иртә яҙында Ағиҙел йылғаһы менән Ҡариҙел йылғаһы ҡушылған бейек ярымутрауҙа Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалына. Ул тулыһынса хәҙерге Дуҫлыҡ монументы урынлашҡан Беренсе май майҙанына һыйған. Уның дөйөм майзаны 1,2 гектар, стенаһының оҙонлоғо 440 метр самаһы булған. Башҡорттар ҡаланы тәүҙә Торатау тип, ә имән стеналар менән уратып алынғас, Имәнҡала тип йөрөтәләр. 1586 йылдан башлап Өфө ҡәлғәһе ҡала тип атала башлай. Ошо уҡ йылда Өфөгә стрелецтар отряды башында ҡаланың беренсе воеводаһы Михаил Нагой килә. Михаил Нагой Иван Грозныйҙың ҡатыны, Ҡабарҙа кенәзе Темрюктың ҡыҙы Марияның ҡустыһы була. Беренсе воеводаның исем-шәрифтәрен Михаил Ноғай тип тә аңлаталар. Мария Темрюковнаның әсәһе нуғай ҡыҙы булған. Был фамилияның сығышы шунан. 1592 йылда ҡалала 180 ир-ат, шул иҫәптән 150 стрелец, 3 пушканан атыусы йәшәгән. Башҡортостандың күпселек өлөшө Өфө өйәҙенә индерелә, ҡалған ерҙәре Верхо-турье, Ҡазан, Тобольск һәм Төмән воеводаларына буйһондорола. 2007 йылда Өфө-2 ҡаласығы урынында (Воровский- Пушкин урамдары киҫешкән урында) үткәрелгән археологик ҡаҙыныу эштәре һөҙөмтәһендә V—XVI быуаттарҙа был урында ҡәлғә булыуы асыҡлана. Ҡаҙыныу урынында саман кирбесенән төҙөлгән стена, биҙәнеү әйберҙәре, һауыт-һаба табыла. Халҡы. a> банкыһының бинаһы. 1999 йылда төҙөлгән, бейеклеге 100 метрҙан ашыу Һүрәт теҙмәһе. Рәсем:OpenStreetMap Карта города Уфа.png|OpenStreetMap|thumb|600px|OpenStreetMap проектынан ҡала картаһы Тәбиғи фәндәр. Тәбиғи фәндәр – донъяны тәбиғи закондар һәм ҡағиҙәләр аша рациональ өйрәнеү. "Тәбиғи фәндәр" термины шулай уҡ тәбиғәтте өйрәнеүсе өлкәне кеше һәм йәмғиәтте өйрәнеүсе йәмғиәт фәндәренән айырыу өсөн ҡулланыла. * Дәүләт (Платон). Дәүләт (грек телендә — "Πολιτεία") — Платондың китабы. Платон йәмғиәттең һау-сәләмәт һәм бәхетле йәшәүе өсөн кәрәкле дәүләт моделен аңлата. Хәҙерге дәүләт фәлсәфәһе өсөн нигеҙ ташы булыуы менән мөһим. Шул уҡ ваҡытта бәхет фәлсәфәһе тураһында ла яҙылған. Ғатауллин Нурыйәхмәт Ғатаулла улы. Ғатауллин Нурыйәхмәт Ғатаулла улы, (1896, Ләмәҙ-Тамаҡ -- 1979, Ләмәҙ-Тамаҡ). Ҡартатайым тураһында хәтирәләр.. Ауылда уны хөрмәт менән Нурый бабай тип йөрөтәләр ине. Минең малай сағым булғас күп нәмәләргә ихтибар итмәгәнмен. Уны яҡшы белгән оло быуын кешеләренән берәү: Нурый бабай арҡаһында Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы һуғыш ваҡытында аслыҡтан ҡырылмай ҡалды -- тип әйткәс, аңланым уға ҡарата булған хөрмәттең ҙурлығын. Был аңлау үҙем ир уртаһы йәшенә еткәс килде. Беҙ малай саҡта бик күп нәмәләр һөйләй торғайны. Мәктәпкә барып уҡыусылар алдында ла, өйҙә -- үҙебеҙгә генә лә. Һөйләгән һайын: Яҙырға беләһегеҙ бит, яҙып алығыҙ. -- тип әйтә торғайны. Ҡайҙа инде бала саҡ аҡылы. Ҡайһы берҙәрен мәктәптә һөйләмәне. Ундайҙарын беҙгә һөйләгәнендә, бик кешегә таратмаҫҡа ҡушып, киҫәтеп ҡуя ине. Бөгөн килеп ул мәғлүмәттәр сер түгел. Шул уҡ ваҡытта минең хәтерҙә бик әҙ һаҡланған. Хәтерҙәгеләрен булһа ла теркәп ҡуйырға булдым. Ҡартатайым Нурыйәхмәт Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында хәлле генә ғәиләлә 1896 йылда тыуған. Атаһы Ғатаулла Хисмәтулла улының 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбе буйынса 10 аты бар. Был күрһәткес буйынса ауылда Ямалетдинов Шәриптән ҡала икенсе, уның 14 аты бар. Ғатаулла ҡарт өйләнгән малайҙарын айырым хужалыҡ итеп башҡа сығармаған. Йортона төкәтмә яһап, шунда ғына сығарған. Ҙур бер хужалыҡ булып бергә йәшәгәндәр. Йәй көнө иген үҫтереү, ҡыш көнө Сулеянән Красноуфимгә ылыу ҡыуыу, Яраҫтауҙа ятып урман ҡырҡыу менән шөғөлләнгәндәр. 1916 йылдың көҙөндә ҡартатайым һуғышҡа алына. Тәүҙә һуғыш уйындары уйнап (Сарапул ҡалаһында буғай) яталар. Яраҫтауҙың мәрйә ҡыҙҙары менән аралашып (нисек икәне ҡараңғы, ә егеттәре менән сәкәләшкәндәр) урыҫса һәйбәт кенә өйрәнгән Нурыйәхмәт фельдфебельдәргә бик үк шашып башҡорттан көлөргә ирек бирмәй. Тегеләре башҡорт егеттәренең бер яғына һалам, бер яғына бесән элеп «уңға» -- «һулға» боролорға өйрәтеп маташҡандар баштараҡ. 1917 йылдың Февраль революцияһын, һуғыш яланына китеп барған ерҙә, поезда ҡаршылайҙар. Эшелондағы ғәскәрҙе фронтҡа ебәрмәй, туры Петроградҡа Ҡышҡы Һарайҙа урынлашҡан Ваҡытлы Хөкүмәтте һаҡларға ебәргәндәр. Октябрь революцияһын һаҡта тороп ҡаршылаған. Керенскийҙең ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә автомобилгә ултырып киткәнен ҡарап ҡалдым -- тип һөйлгәненә ышанмай: -- Керенский икәнен ҡайҙан белдең -- тип һораныҡ. Ярты йылдан ашыу йәнәшәнән үтеп йөрөгән кешене нисек танымайһың инде -- тип яуапланы ҡартатайым. Октябрь революцияһынан һуң ҡартатайым хеҙмәт иткән хәрби ғәскәрҙе тарҡаталар һәм ул Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына ҡайтып төшә. Белем көнө. Белем көнө — 1 сентябрь, Советтар Союзында һәм Рәсәй Федерацияһында 1984 йылдан 3018–Х һанлы (01.10.80) «Байрам һәм хәтер көндәре» исемле һәм 9724–XI һанлы (01.11.88) «Байрам һәм хәтер көндәре тураһындағы СССР ҡанундарына үҙгәрештәр индереү» исемле СССР Юғары Советы Президиумы Указдарына ярашлы дәүләт байрамы булып билдәләнә. Бикбаев, Рауил Төхфәт улы. Рауил Төхфәт улы Бикбаев — күренекле башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе. 1938 йылдың 12 Аҡъюлай (Декабрь) көнөндә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Өфө ҡалаһында йәшәй. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1980 йылда тамамлаусылар. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1980 йылда тамамлаусылар һәм улар менән бергә уҡып, төрле сәбәптәр арҡаһында мәктәпте тамамламаусылар исемлеге. 1980 йылда мәптәпте 1970 йылда уҡырға төшкәндәр тамамланы. Улар башлыса 1963 йылда тыуғандар, 1962 йыл һуңында тыуғандар ҙа бар. 1970 йылда һуңғы тапҡыр ике 1-се синыф булды, унан һуң 1-се синыф һәр ваҡыт берәү генә була. 1974 - 1975 уҡыу йылына Һөләймән ауылынан йәштәштәр 5-се синыфҡа уҡырға килде. Әммә ләкин бер йыл уҡығандан һуң, Һөләймән ауылында һигеҙ йыллыҡ мөктөп асылыу сәбәпле, уҡыуҙарын тыуған ауылдарында дауам иттеләр. 1978 - 1979 уҡыу йылына Һөләймән, Һабанаҡ һәм Сальйоғот ауылдарынан йәштәштәр 9-сы синыфҡа уҡырға килде. Мәктәпте бөтәһе 58 кеше тамамлап сыҡты. Бөгөнгө көндә (2010 йыл) Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә синыфташтарҙан ике кеше уҡыта. 20 йылдан һуң осрашыу. Әй буйында, Һөләймән ауылы янында. июнь 2000 йыл 30 йылдан һуң осрашыу. Осрашыу кисәһе. 6 февраль 2010 йыл Осрашыу кисәһе. 6 февраль 2010 йыл Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1973 йылда тамамлаусылар. Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1973 йылда тамамлаусылар һәм улар менән бергә уҡып төрлө сәбәптәр арҡаһында мәктәпте тамамлаусылар исемлеге. Был йылда башлыса 1955 -се һәм 1956 -се йылда тыуғандар мәктәп тамамланы. Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы. Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (1928 йылдың 15 сентябрендә БАССР, Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы, Йылайыр районы), Иҫке Яҡуп ауылында донъяға килгән) — башҡорт актеры, ҡурайсы, йырсы, композитор. Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарынан береһе, үҙенә бер бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була. Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре керә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна» һ.б. Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, ФРГ-ла, Польшала, Венгрияла, Афганистанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә. Әҙәбиәт:. Шакур Р. Ишмулла Дильмухаметов //Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. Уфа, 1987. Статистика. Статистика - Йәмғиәт тормошонда булған күренештәрҙең һан күрһәткестәрен билдәләүсе фән һәм ғәмәли эшмәкәрлек тармағы. Бер үк ваҡытта шул һан күрһәткестәрҙе статистика тип атайҙар. Статистика (латынса Status) һүҙенең мәғәнәһе ниндәйҙер нәмәнең торошон аңлата. Йәмғиәт тураһында мәғлүмәтте теркәү кәрәклеген тәү-тормош кешеләренең дә аңы еткән. Быны мәмерйә һүрәттәре дәлилләй. Ул ваҡыттағы тормош күренештәрен (ҡырағай йәнлектәргә һунар) генә һүрәтләү түгел, ә уның һан күрһәткестәре булған таяҡсалар һыҙып ҡалдырғандар. Фәнни әйләнешкә статистика һүҙе XVIII быуатта Готфрид Ахенфель (1719-1772) тарафынан индерелгән тип иҫәпләнә. Рәсәй дәүләте кимәлендә рәсми рәүештә ғәмәли эшмәкәрлек булараҡ статистика 1802 йылдың 20 (яңыса) сентябрендә барлыҡҡа килгән тип фаразларға була. Был көндө император Александр I «...министерлыҡтар тарафынан мәғлүмәттәр бирергә...» тигән фарманға ҡул ҡуя. Һәр йылдың 20 сентябре, рәсми рәүештә иҫтәлекле көндәр исемлегенә индерелмәүгә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең статистика тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр тарафынан байрам итеп билдәләнә. Тарихи Башҡортостанда статистиканың губерна комитеты 1835 йылдың 9 (21) мартында асыла. 1917 йылға тиклем губерна статистика комитетының рәсми етәксеһе губернатор булған. Күл. Күл, һыу алмашыныуы аҡрын барған, донъя океаны менән бәйләнеше булмаған тәбиғи һыу ятҡылығы. Әгәр күлдән йылға баш алһа, бындай күл ағын тип атала, әгәр йылға башланмаһа — тоҡон (тымыҡ) күл була. Барлыҡҡа килеүе буйынса тектоник, янартау, боҙлоҡ, быуылған, карст, уйһыулыҡ һәм башҡа төрҙәргә бүленә. Үлсәү берәмектәре булып күл өҫтөнөң майҙаны, тәрәнлеге һәм дәүмәле тора. Башҡортостандағы күлдәр Асылыкүл. Асылыкүл, Башҡортостандағы иң ҙур күл, Дәүләкән ҡалаһының көнбайыш - төньяҡ-көнбайышында, ҡаланан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан Урал алдының урман-дала зонаһына керә. Күл өҫтөнөң майҙаны - 23,5 км2, тәрәнлеге иһә - 5,1 метр. Уның буйы — 8, киңлеге — 5 км. Күл урыны бурташ, гипс кеүек тау тоҡомдарының уйылыуынан Бәләбәй ҡалҡыулығының киң уйпатлығында хасил булған. Урыны. Күл соҡоро Олотау, Тоболғаҡ, Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас түбәләре һәм Ташлытау һырты араһында урынлашҡан. Яҙ миҙгелендә Асылыкүлгә Шарлама шишмәһе ағып төшә. Һыу кимәле күтәрелгәндә күлдән Асылы Өйҙөрәк инеше ағып сыға һәм Кесе Өйҙөрәк йылғаһына (Димдең уң ҡушылдығына) ҡоя. Асылыкүл атамаһының килеп сығышына бәйле фекерҙәр төрлөсә. В. И. Даль уны Ассулы рәүешендә яҙып ҡалдырған һәм шулай аңлатҡан: «Асыҡ, төпһөҙ, бәлки, дөрөҫөрәге асыулы, сөнки, ысынлап та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында күл үҙгәреп тора, йәйелә һәм кире тайта, арта һәм кәмей». Башҡортса Аслыкүл — «ике төплө күл», Аҫылкүл — «матур күл» була, тип тә фараз ҡылғандар. А. Г. Бессонов менән Ж. Ғ. Кейекбаев иһә атаманы «горько-соленое озеро» тип тәржемә иткән. Р. 3. Шәкүров та шундай ҡарашта. Күлдең борон Ҡаратабын күле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған. Үҫемлектәр донъяһы. Асылыкүлдең тирә-яғында шырт еҙүлән, аҡтамыр, быуын япраҡлы шалфей, сел үләне кеүек һирәк осрай торған үҫемлектәр һаҡланып ҡалған. Хайуандар донъяһы. Яр буйҙарындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа йырсы ҡоштар моң һуҙа, күл фаунаһында ондатра, үлән араларында тәлмәрйен, кеҫәртке кеүек ер-һыу хайуандары осрай. Һыу составы. Күлдең һыуы ҡаты, тоҙло, химик составы буйынса сульфат синыйының натрий төркөмөнә ҡарай. Сығанаҡтар. Сәмийән Бәҙретдинов. Башҡортостан календары 2008 йылға. А (кирил хәрефе). А, а (а) — кирил алфавитының беренсе хәрефе, башҡорт алфавитының беренсе хәрефе. Тарих. Иҫке славян телендә был хәрефтең исеме "Боронғо кирил имләһе/ⰰⰸⱏ" (алмашы). Был хәрефтең гематрияһы (һан ҡиммәте) — 1. Шулай уҡ был хәреф имзаларҙа «бер» -моно, «беренсе», proto- һүҙҙәре урынына ҡулланылған. Мәҫәлән, йәғни (икона яҙыусылар имзаһы,);, йәғни () тигәнде аңлатҡан. Ә (кирил хәрефе). Әә (ә) -- башҡорт әлифбаһының ҡырҡынсы хәрефе. Ә -- теркәүес. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған һөйләмдәрҙе йәки һөйләмдең киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла.Миҫал: "Сәғәт ун тулды, ә ул һаман юҡ." Ә -- киҫәксә. 1. Һүҙ йәки һөйләм алдында баҫым менән әйтелеп, иғтибарҙы йәлеп итеү, тәьҫирлекте көсәйтеү өсөн ҡулланыла.. Миҫал: "Ә бар ине бит шәп саҡтар!" 2. Ишетмәй ҡалған нәмәне ҡабатлап һорағанда ҡулланыла. миҫал: "Ә? Нимә тинең?" 3. Һөйләм аҙағында килеп, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы, һоҡланыуҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Миҫал: "Шәп бит, ә!" Ә (ә-ә-ә) -- ымлыҡ. 1. Нимәнелер иҫкә төшөргәндә, һиҙенгәндә, аптырағанда әйтелә. Миҫал: "Ә-ә, шулаймы ни?" 2. Асыу ҡатыш ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. Миҫал: "Ә-ә, һин әле шулай һөйләшәһеңме?" Тау. Тау — ер рельефынын тигеҙлек өҫтөнән ыңғай яҡҡа үҙгәргән формаһы, ер өҫтөнөң төрлө бейеклектә (бер нисә метрҙан бер нисә километрға тиклем) айырылып торған өлөшө. Эргәһендәге тигеҙлектән тау итәге айырылып тора. Башҡортостан ҡалалары. Башҡортостан ҡалалары — Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан, рәсми рәүештә ҡала тип танылған, халыҡ даими йәшәгән торама урындар. Ҡасаба — ҡалалар. Шишмә һәм Приют ҡасабалары ҡала төрөндәге торама пункт булып иҫәпләнә. 2005 һәм 2006 йылда ошондай уҡ 38 ҡасабаның дәрәжәһе ауыл итеп үҙгәртелде. Ауыл — ҡалалар. Башҡортостан йөмһүриәтенең тәүге йылдарында кантон үҙәктәре Йылайыр һәм Мәсәғүт ауылдары рәсми рәүештә ҡала дәрәжәһен ала, әммә артабан кире ауыл дәрәжәһенә ҡайтарыла. Урал тауҙары. Урал, таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡазағстан далаларына тиклем һуҙылған ер. Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-га етә. Урал. Урал — Европа менән Азия сиктәрендә яткан таулы физик-географик ил. Төньяҡ киңлектең 68° алып 51° тиклем меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына һуҙылған биләмә. Оҙонлоғо 2000 километр. Киңлеге 40-60 километр, урыны менән 100 километрға етә. Урал 5 географик зонаға бүленә — Поляр Урал, Поляр тирәһендәге Урал, Төньяҡ Урал, Урта Урал һәм Көньяҡ Урал. Һыу айырғыс булған төп һырттан һәм киң уйһыулыҡтар менән айырылған һырттарҙан тора. Уралдың иң бейек түбәһе — «Исследовательский» һыртындағы «Народная» тауы (1859 м). Төньяҡ-көнбайышта Урал Пай-Хой һырты һәм Вайгач утрауы аша Яңы Ер утрауҙары тауҙарына күсһә, көньяҡта иһә бейеклеге 657 метрға тиклем еткән Мугоджары тауҙары теҙмәләре дауам итә. Көньяҡ Уралда тау рельефының киңлеге 120 саҡрымға етә. "Уралып ятҡан Урал-тау" мөһим һыу айырғыс булып, Башҡортостан еренән 300 саҡрым самаһы һуҙыла. Иң бейек тауҙары — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м). Урал — йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Печора, Уса, Тубыл, Иҫәт, Тура һәм башҡалар — Төньяҡ Боҙло океан бассейнына, Кама менән Чусовая, Ағиҙел һәм Яйыҡ Каспий диңгеҙенә ҡарай. Күлдәре йәйрәп ята: Тауатуй, Арғужа, Уйылды, Иртәш, Ишкүл, Сыбаркүл, Торғаяҡ, Өргөн, Оҙонкүл, Яҡтыкүл... Төньяҡ Уралда — тау тундраһы, көньяҡтараҡ — тау-тайга урмандары. Ылыҫлыларҙан кедр, ҡарағас, ҡарағай, аҡ шыршы, шыршы үҫә. Көньяҡ Уралда имән, ҡайын, йүкә, уҫаҡ, саған да бар. Үҫемлектәр донъяһы ла, йәнлектәр донъяһы ла төрлө. Башҡортостан йәнлектәре генә лә бихисап: айыу, бүре, төлкө, мышы, ҡоралай, аҫ, бурһыҡ, һыуһар, әлгәнйәк, кеш, һеләүһен, тейен, шәшке, ҡуян, янут, кама, көҙән, йофар, йәтсә... Ҡоштары иһә өс йөҙләп төр: бөркөт, шоңҡар, кыйғыр, ҡарсыға, ҡарағош, ябалак, һупайҙы, тумыртҡа, кәкүк, ҡарлуғас, күгәрсен, торна, ҡауҙы, бүҙәнә, ҡор, һуйыр, сел, сөрәгәй, сәпсек... Үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлау өсөн Урал биләмәләрендә Печора-Илич, Висим, Илъмен (башҡортса Имен), Башҡорт ҡурсаулыҡтары булдырылған. Урыҫтар. Урыҫтар (). Рәсәй Федерацияһында иң күп һанлы халыҡ. Шәреҡ словян халыҡтарына керә. Урыҫ телендә һөйләшәләр. Диндәре башлыса православие. Дәүләкән районы. Дәүләкән районы Башҡортостан республикаһының көньяҡ-көнбайышында Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә ике яҡлап урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны -. Район үҙәге - Дәүләкән ҡалаһы. Дәүләкән районы Ауырғазы, Шишмә, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы райондары менән сиктәш. 2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны - 42,1 мең кеше. Күпселекте башҡорттар (45,77%), урыҫтар (21,2%) һәм татарҙар (20,35%) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы - 1 км2 22 кеше. Район биләмәләре Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы һәм ҡоро. Район биләмәләре аша Дим, Кесе Өйҙөрәк, Оло Өйҙөрәк, Ҡарамалы, Сәрмәсән, Өршәк, Төйлән йылғалары аға. Көнбайышында Асылыкүл урынлашҡан. Дәүләкән районы аша Силәбе — Өфө — Һамар тимер юлы, Шишмә — Дәүләкән — Ҡырғыҙ-Миәкә һәм Бүздәк — Дәүләкән — Ауырғазы автомобиль юлдары үтә. Башҡортостан ауылдары. Башҡортостан ауылдары, тарихи Башҡортостан биләмәләрендә урынлашҡан, ҡала йәки ҡасаба булмаған, кешеләр йәшәгән торамалар. Бөгөнгө көн ҡанундары буйынса Рәсәй хөкүмәте тарафынан билдәле бер тәртиптә теркәлгән торамалар ғына ауылдар (ҡала, ҡасаба) булып иҫәпләнә. Шунлыҡтан кешеләр йәшәгән ҡайһы бер урындар ауыл булып иҫәпләнмәй, ә ниндәйҙер бер тораманың өлөшө булып ҡала. Ә география фәне ҡанундары буйынса бер-береһенән алыҫ урынлашҡан торамалар бер бөтөн була алмай. Ниндәйҙер ваҡыт арауығында кешеләр йәшәмәгән тормалар ҙа була. Бындай хәл ауылдан кешеләр китеп бөтһә, ә хөкүмәт ауылды иҫәп исемлегенән алып ташлау тураһында ҡарар ҡабул иткәнсегә тиклем ваҡыт арауығында барлыҡҡа килә. Ауылдарҙың юҡҡа сығыуы башлыса кешеләрҙең икенсе урынға күсеүенә бәйле. Бер ауылдың икенсе торама менән ҡушылып китеү осраҡтары ла бик йыш, ул ваҡытта берәүһенең генә исеме һаҡланып ҡала. «Ауыл» һүҙенең аныҡламаһы һәм аңлатмаһы. «Ауыл» һүҙенең юридик аныҡламаһы юҡ. Тел белгестәре «Ауыл» һүҙенә -- Ер эше, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе кешеләр йәшәгән урын -- тип аңлатма бирә. Әммә был «Ауыл» һүҙенең нимәнән килеп сығыуын һәм нимәне аңлатҡанын билдәләмәй. Ауылдарҙың төрҙәре. Ауылдарҙы «Ҙур» йәки «Бәләкәй» тип билдәләүсе сиктәр ҙә аныҡ түгел. Һәр ғалим, тикшереүсе үҙ күҙлегенән сығып фаразлай. Урыҫтарҙағы һымаҡ ауылдарҙың төрҙәре юҡ. Башҡортса бөтә төрҙәр ҙә «Ауыл» тип атала. Ауылдарҙың барлыҡҡа килеүе. Әлбиттә һәр бер ауылдың үҙ тарихы, барлыҡҡа килеү ваҡыты бар. Шулай ҙа башҡорт ауылдары X -- XV быуаттарҙа ултыраҡ тормошҡа күсеү сәбәпле барлыҡҡа килгән тип аңлаталар. Күсеп килеүсе урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, марыйҙар һәм башҡа халыҡтар төҙөгән ауылдар XVII, XVIII, XIX быуаттарға ҡарай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарҙы МТС-тар, совхоздар төҙөүгә бәйләргә була. Тарих фәне ҡанундары буйынса ауылға нигеҙ һалыу йылын күрһәткән ниндәйҙер яҙма сығанаҡ булырға тейеш. Әгәр ундай сығанаҡ булмаһа, хөкүмәт тарафынан тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Күсеп килеүселәр төҙөгән ауылдарҙың тыуған йылын билдәләү ауырлыҡтар тыуҙырмай, сөнки күскенселәр башҡорттар менән ер буйынса килешеү төҙөгәндәр. Совет заманандығы ауылдар буйынса хөкүмәт ҡарарҙары бар. Ә башҡорт ауылдарына нигеҙ һалыу йылын билдәләү бик ауыр һәм теүәл йылы билдәле ауылдар бик аҙ. Шуның өсөн, башлыса ауылдарҙың тәүге теркәү йылын күрһәтәләр. Хөкүмәт тарафынан бындай тәүге теркәү 1795 йылғы 5-се ревизия иҫәп алыу ваҡытында булған. Ауылдарҙың топонимикаһы. Ауылдарҙың исемдәре башлыса ауылға нигеҙ һалыусының исеменән йәки ер-урындың, йылғаның атамаһынан алынған. Ауылдарҙың берәү генә түгел, бер нисә исемлеләре лә булған. Ауыл исеменә «Яңы», «Иҫке», «Оло», «Кесе», «Үрге», «Түбәнге», «Баш», «Тамаҡ» һымаҡ өҫтәмәләр бындай исемле ауыл булған осраҡта ҡулланыла. Әгәр бөгөн өҫтәмәле исемле ауыл булып, шундай уҡ исемле (әммә өҫтәмәһеҙ) ауыл булмаһа, бындай ауылдың элек булыуы бик ихтимал. Башҡорт ихтилалдарынан һуң, башҡорттарҙы ауылдары менән икенсе урынға ҡыуып, был урынға күскенселәрҙе ултыртыу осраҡтары бик күп булған. Күсеп килеүсе башҡа халыҡтар, башҡорттар йәшәгән урында ауыл төпләһәләр, башҡорт ауылының исемен үҙгәртмәгәндәр. Әлбиттә бындай осраҡ һәр ваҡыт булған тип иҫәпләргә ярамай. XX быуатта барлыҡҡа килгән ауылдарға шул ваҡыттағы тәртип буйынса колхоз, совхоз исемдәре бирелгән. Ҡолаҡҡа ятмаған ауыл исемдәре шунан килә. Ауыл топонимикаһына бәйле иң борсоулы мәсәлә булып, башҡорт ауылдарының исемдәрен урыҫ теленә тәржемә иткәндәге боҙоуҙар тора. Үткән быуаттарҙағы исемлектәрҙе төҙөгәндә теркәүселәр (башлыса урыҫтар) ауыл исемен нисек ишетһәләр, шулай яҙғандар. Өҫтәүенә урыҫсалаштырып «-ово»,«-ево»,«-ое», «-но» ялғауҙарын ҡушҡандар. Ауылдарҙың һан нисбәте. Башҡортостандағы ауылдарҙың һан нисбәте төрлө йылда төрлөсә. Был үҙгәреүсән күренеште аңлатыусы сәбәптәре бар. Әйтәйек, 41 ҡала тибындағы ҡасабаның 38-е 2004 йылда, 1-әүһе 2005 йылда ауыл статусна күсерелде. Йәки кеше йәшәмәгән ауылдар махсус ҡарар менән рәсми иҫәптән алына. Википедияла ауылдар исемлеген төҙөү. Башҡортостан ауылдарының тулы исемлеген төҙөү тәү ҡарауҙа ғына ябай эш. Ауылдарҙың күплеге исемлекте төҙөгәндә ниндәйҙер тәртипкә һалыуҙы талап итә. Район, ауыл советы сиктәре үҙгәреп тороусан булғанлыҡтан, бындай тәртип бик уңай түгел. Бөгөнгө Башҡортостан сиктәре тарихи Башҡортостан сиктәре менән тура килмәүен дә оноторға ярамай. Әлифба тәртибе буйынса төҙөһәң, ауыл исемдәрен үҙгәрткән осраҡтар ҙа йыш була. Төрлө райондарҙа ғына түгел, бер үк район эсендә лә исемдәре бер төрлө булған ауылдар бар. Башҡортостан ауылдары (әлифба тәртибендәге исемлек) Ауылдар тураһында яҙма сығанаҡтар. I. БАССР-ҙың һәм Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһындағы рәсми баҫмалар II. Рәсми статистик мәғлүмәт йыйынтыҡтары (был исемлек тулы түгел, тулыраҡ исемлекте Башҡортостан энциклопедияһы редакцияһында беләләр) Книга 1. Учалинский, Абзелиловский, Бурзянский, Аургазинский, Стерлитамакский, Мелеузовский, Куюргазинский районы. Книги 2 и 3. Баймакский, Белорецкий, Архангельский, Ишимбайский, Стерлибашевский, Федоровский, Кугарчинский, Гафурийский, Кармаскалинский, Уфимский, Балтачевский, Краснокамский, Ермакеевский районы. Книга 4. Шаранский, Туймазинский, Илишевский, Аскинский районы. Книга 5. Татышлинский, Янсульский, Бураевский районы. Книга 6. Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы. Книга 7. Альшеевский, Миякинский, Нуримановский, Иглинский, Бижбулякский, Давлекановский районы. Книга 8. Башкирские деревни Пермской и Свердловской областей. Книга 9. Караидельский, Дуванский, Салаватский, Кигинский, Мечетлинский, Белокатайский районы. Википедия. Википедия һәр кем ҡатнаша алған ирекле энциклопедия. Башҡорт телендәге Википедияның мәҡәлә һаны. Тарихи Башҡортостан. Тарихи Башҡортостан -- башҡорт ҡәбиләләре борон замандан төйәк иткән биләмәләр, ил. Боронғо яҙма сығанаҡтарҙа «Башкирь», «Башгирда», «Башкирская орда» исеме менән телгә алына. «Башкурдистан» тигән исем менән дә осрай. XVI быуатта Рәсәй дәүләтенә ирекле рәүештә ҡушылғас урыҫса «Башкирия» тип аталып йөрөтөлә башлай. Башҡорт ҡәбиләләре һәм улар йәшәгән төбәк тураһында тәүге мәғлүмәттәр, Сәлләм Тәржемән (IX быуат), Әхмәт ибн Фаҙландың (X быуат) әҫәрҙәрендә осрай. Әл - Бәлхи (X быуат) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар ике төркөмгә бүленгән халыҡ — береһе Көньяҡ Уралда, икенсеһе Дунайҙа, Византия сиктәренә яҡын йәшәгән. Шул уҡ дәүерҙә Ибн - Руста башҡорттар үҙ аллы халыҡ булып Урал һыртын ике яҡлап Иҙел, Кама, Тубыл, Яйыҡ йылғалары араһындағы биләмәләрҙә йәшәүе тураһында бәйән итә. Күп һанлы архиологик ҡомартҡылар, халыҡ ижадының сәсмә әҫәрҙәре булған риәүттәр, әкиәттәр, башҡорт ырыуҙарының шәжәрәләре башҡорттарҙың IX — XII быуаттарҙа үҙ алла ил булып йәшәүҙәрен, игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеүҙәрен, тимер һәм баҡыр эшкәртә белеүҙәрен иҫбатлай. Венгр монахы Юлиан юляҙмаларында башҡорттарҙың үҙ ханы булыуы тураҙында яҙылған. XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XIX быуат башына тиклем арауыҡта башҡорттар көньяҡ-көнсығышта Иҙел йылғаһының һул яҡ ярынан көнсығышта Тубыл йылғаһының үрге ағымына тиклем, төньяҡта Сылва йылғаһы, Иҙелдең бөтөн һул яҡ ярын индереп, көньяҡта Яйыҡтың урта ағымына тиклем булған биләмәләрҙә йәшәгәндәр. Шулай итеп, тарихи Башҡортостан иле Иҙел буйы, Урал алды, Урта һәм Көньяҡ Урал, Урал аръяғы биләмәләрендә урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта тарихи Башҡортостан биләмәләрендә Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре, Ҡорған өлкәһенең көнбайыш райондары, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш, Пермь крайының көньяҡ, Удмурт Республикаһының көньяҡ-көнсығыш, Һамар өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш, Һарытау өлкәһенең төньяҡ-көнсығыш райондары, Татарстан Республикаһының Камаарьяғы өлөшө урынлашҡан. Мостафа Кәмал Ататөрк. Мостафа Кәмал Ататөрк ("Mustafa Kemal Atatürk"; 1881 — 10 ноябрь 1938), Төркиәнең беренсе президенте. Ысын исеме Ғази Мостафа Кәмал - паша. Төркиәләге "İstiklal Harbi"нде Ататөрк. 1920 йылда ҡайһы бер Европа илдәре Төркиәгә ҡаршы һуғыш башлаған. Греция Төркиәне, Англия Истанбул ҡалаһын, Франция Мараш, Ғазиантеп, Урфа ҡалаларын баҫып алған. Мостафа Кәмал Паша 1920 йылда Хөкүмәте менән Төркиәне баҫып алған илдәргә һуғыш иғлан иткән. Һөҙөмтәлә баҫып алыусылар Төркиәнән ҡыуылған. Республикала Ататөрк. 1923 йылда Төркиә, республика булған. Мостафа Кәмал Ататөрк, республиканың беренсе президенте булған. 1938 йылда Истанбул ҡалаһында, "Dolmabahçe Sarayı"нда үлгән. Мең. Мең, Меңлеләр, башҡорттарҙын Дим төркөмөнә ҡараған ҡәбилә. Күпселек меңлеләр Дим һөйләшендә аралаша. Сыуаш теле. Сыуаш теле () - сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле. Сыуаш теле Төрки телдәрнең Иҫке Булғар бүлегендә. Табын. Табын, табындар, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына ҡараған ҡәбилә. Һиндостан. thumb Һиндостан (деванагари яҙмаһында: भारत Bhārat), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (Bhārata Gaṇarājya), Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш. Мумбаи ҡалаһындағы Бомбей фонд биржаһы бинаһы Тауис — Һиндостандың милли ҡошо Һиндостандың Керала штатында, яр буйында Башҡортостан ауылдары (әлифба тәртибендәге исемлек). Башҡортостан ауылдары - аңлатма. Ләмәҙ (ауыл), Дыуан районы. Әй йылғаһының һул ҡушылдығы булған Ләмәҙ йылғыһы башланған ерҙә урынлашҡан ауыл. Башҡортостан республикаһының Дыуан районына ҡарай. Ләмәҙ ауыл биләмәһе үҙәге урынлашҡан. Район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 41 километр алыҫлыҡта. Иң яҡын тимер юл станцияһы Сулеяға 113 километр. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Үрге Ләмәҙ, 2-се Ләмәҙ йәки Дыуановка (Дувановка) исеме менән дә осрай. Тарих. Ауылдың барлыҡҡа килеүе урыҫтарҙың күсеп ултырыуы менән бәйле 1788 йыл тип иҫәпләнә. Элек ауыл булған урыныға күсеп килеп ултырыусы халыҡтар яңы ауылға ла шундай уҡ исем биреүҙәрен иҫкә алып, был урында XVIII быуат урталарына тиклем башҡорт ауылы булған булырға тейеш тигән фекер урынлы. Түбәнге Ләмәҙ ауылын Үрге Ләмәҙ ауылы менән бергә ҡушып Ләмәҙ ауылы яһай. Әммә ләкин улар айырым ике ауыл. Түбәнге Ләмәҙ йәки 1-се Ләмәҙ ауылы Үрге Ләмәҙ ауылынан 7 километр самаһы алыҫлыҡта Ләмәҙ йылғаһы буйында урынлашҡан булған. XX быуат урталарында Түбәнге Ләмәҙ ауылы бөткән. Ләмәҙ ауылы Дыуан ырыуы ерҙәрендә барлыҡҡа килгән тип әйтелә. Халҡы. Халыҡ һаны тураһында теүәл мәғлүмәттәр 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар. Ләмәҙ (ауыл), Балаҡатай районы. Ләмәҙ (ауыл) Балаҡатай районында. Башҡортостан республикаһының Балаҡатай районында элек булған ауыл. Урыны Үрге Исҡуш ауылынан 2 километр самаһы төньяҡтараҡ. Район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылына 37 километр. Тарихы. Тарихын белеүселәр!! Һеҙҙеү ярҙам кәрәк ине. Халҡы. Халыҡ һаны тураһында теүәл мәғлүмәттәр асыҡланмаған. Йәнле Көндәлек. Йәнле Көндәлек () — Интернетта көндәлектәр урынлаштырыу майҙансығы. Һәр кеше унда үҙенең көндәлеген булдыра ала. Мортазин, Муса Лот улы. Мортазин, Муса Лот улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, Ырымбур губернаһы Верхнеурал (Үрге Яйыҡ) өйәҙе Күбәләк-Тиләү улысының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Көсөк ауылында 1891 йылдың 20 февралендә тыуған. 1937 йылдың 27 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында ерләнгән. Өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, алтын сәғәт, көмөш ҡылыс менән бүләкләнгән. Күсимов Таһир Таип улы. Күсимов Таһир Таип улы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы. 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы) донъяға килә. 1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән. Генерал Күсимов ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның тыуған ерендә — Әбйәлил районының Күсем ауылында музей эшләй. Ишбулатов Туҡтамыш. Туҡтамыш Ишбулатов — Уложенная комиссия (1767–1768 йй.) депутаты. Мәғдән сәнәғәтен етәкләүсе ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, иң алдынғы Ғәйнә өлкәһе старшинаһы була. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Башҡортостандың Рәсәйгә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы ул урыҫ телендә әҙерләгән. Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: «Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта, башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы», — тип белдерә. Күҙ алдына килтерегеҙ: XVIII быуат, Екатерина Икенсе заманы. Ниндәйҙер башҡорт, Петербургка килеп, шулай сығыш яһаһын әле! Өфө сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: «Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә урыҫ сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән үҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!» — тип шарт ҡуя. 1836 йылдың 11 февралендәге Указ менән башҡорт старшиналарын күҙәтергә мишәр писарҙарын ҡуялар. Ошо ваҡиғанан һуң 30 йыл үткәс, Туҡтамыш Петербургтағы Дума бинаһында былай тип сығыш яһай: «Беҙҙең, башкорттарҙың, үҙебеҙҙең уҡымышлы кешеләребеҙ етерлек, беҙгә башҡорт писарҙарын ҡуйығыҙ, башҡорт старшиналарын күҙәтеп, провинция канцелярияһына ошаҡлау етер». Ниғмәтуллин, Эльбрус Хәмит улы. Силәбе өлкәһе Арғаяш районына ҡараған Субар ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Силәбе төҙөлөш училищеһендә, индустрия техникумында уҡый. Аҙак Урал физик культура академияһын тамамлай. Силәбенең «Атлет» Спорт клубына йөрөй, пауэрлифтинг һәм армрестлинг менән шөғөлләнә башлай. 2000 йылда ул армрестлинг буйынса Рәсәй чемпионы исемен, ә 2001 йылда Силәбенең иң көслө кешеһе», “Урал титаны” - титулдарын яулай. Эльбрустың иң ҙур еңеүе Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй турнирында яулана. 18 баһадир араһында башҡорт батыры еңеп сыға. Шулай ук Мәскәүҙә уткән “Толстяк” турнирында еңеп сыҡҡас, тамаша ҡылырга килгән Мәскәү башкорттары һәм татарҙары үҙен уратып ала. Баһадир кәүҙәле, ниңәлер Эльбрус атлы, әммә фамилияһы мосолмандыҡы булған батырҙың башҡорт икәнен белгәс, улар ифрат һөйөнә. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһа ла Эльбрус батырҙың даны, милләте үҙенән алда йөрөй. Уны бөтө донъя баһадирҙары араһында “башҡорт” тип беләләр, Башкортостандан тип уйлайҙар. “Василий Алексеев, Юрий Власов, Давид Ригерд, Солтан Рахманов - заманында штанга спортында еңеүселәр - доньяның иң көслө кешеләре булып һаналды. Хәҙер ысын көстө күрһәтеүҙең юлы – “Стронгстмен”. Штанга күтәреу өсөн көстән бигерәк күнекмә, теуәл техника талап ителә. Ә мин шөғөллөнгән спорт төрө традицион булмаған әйберҙәрҙе кутәреп ташлауга, йүгереүгә, тейәүгә, этеп-тартып йөрөтөүгә бәйле. Беҙҙең спорт снарядтары – бүрәнә, автомобиль покрышкаһы, таш, йөк машиналары, арба һәм башҡа ауыр көнкүреш әйберҙәре. Был спорт төрө Шотландияла барлыҡҡа килгән, азаҡ бөтә донъяныҡына әуерелгән. Беҙ уҙебеҙҙең башҡорт көрәшен дә шундай кимәлгә күтәрә алабыҙ», - ти Эльбрус батыр. Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы. Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы, башҡорт яҙыусыһы. 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе Имел улусының (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуа. 1954 йылдың 5 декаберендә Бөрө ҡалаһында ерләнгән. Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғол һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора. Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: "Ырғыҙ" (1942-1952 йй.), "Айбикә" (1930), "Башаҡтар тулҡыны" (1932), "Ялҡынлы йылдар", "Һырға һабағы" (1935). Биксурин, Мирсалих Мирсәлим улы. Мирсалих Биксурин (1819-1903) — Башҡортостандың мәғариф тарихында, фән һәм мәҙәниәт үҫешендә үҙенсәлекле эҙ ҡалдырған эшмәкәрҙәребеҙҙең береһе. Мирсалих Мирсәлим улы Биксурин 1819 йылда Ырымбур ҡалаһында бөлгөнлөккә төшкән дворян ғаиләһендә тыуған. 1830 йылда Ырымбурҙағы Неплюев хәрби училищеһына уҡырға инеп, 1838 йылда, коллежский регистратор дәрәжәһенә лайыҡ булып, ҙур уңыш менән тамамлай. Башта Ырымбур сик буйы комиссияһында тәржемәсе вазифаһын башҡара. Тиҙҙән Неплюев кадетлыҡ корпусына ғәрәп, фарсы һәм башҡорт, татар, ҡаҙаҡ телдәре уҡытыусыһы булып урынлаша, ғүмеренең төп өлөшөн ошо эшкә арнай. 1850—1869 йылдарҙа бер үк ваҡытта ҡаҙаҡ балалары мәктәбендә рус, ҡаҙаҡ, татар телдәрен уҡыта. 1860 йылдар уртаһында, тәржемәсе булараҡ, рус армияһының Урта Азияға хәрби походтарында ҡатнаша, Төркөстан делегацияһы составында, баш тәржемәсе сифатында, Санкт-Петербургка бара. Юғары хәрби звание — генерал дәрәжәһен алыуға өлгәшә. Фән, ғилем өлкәһендәге хеҙмәттәре, педагогик эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй география йәмғиәтенең ағза-хеҙмәткәре һәм ошо йәмғиәттең Ырымбур бүлегенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы итеп һайлана, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уның шәкерттәре араһында башҡорттоң һәм ҡаҙаҡтың атаҡлы мәғрифәтселәре М. Өмөтбаев һәм И. Алтынһарин һымаҡ оло шәхестәр бар. 1879 йылда отстав-каға сығып, Ырымбур губерна канцелярияһында штаттан тыш махсус йомоштар чиновнигы бурысын үтәй башлай. Атаҡлы башҡорт мәғрифәтсе ғалимы һәм шағир Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев 1887 йылдың 12 ғинуарында Өфөнән Ҡырымға барышлай, Ырымбурға кереп, остазы генерал Биксурин менән күрешеп, аҙаҡ, уға арнап, «Остаз Мирсалих Биксуринға» тигән шиғырын яҙа. Ни булған инде, алһам чәнд бәһрә. Шул ғилем баксаһында һин сәрри әфраз, Ярҙамыңды курһәт беҙгә, серең ас, — тип, М. Өмөтбаев М. Биксуриндың ғилемлелеген, уҡымышлылығын юғары күтәреп маҡтай, уға дан йырлай (Өмөтбаев М. И. Йәдкәр / Төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе Ғ. С. Ҡунафин. Яуаплы мөхәррире Ғ. Б. Хөсәйенов. Өфө, 1984. 88—91 се биттәр). Мирсалих Биксуриндың ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә айырыуса ҡиммәтле бер хеҙмәт бар. Уның төп нөсхәһендә тулы исеме ошондай: «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов и жителей Туркестана с русско-персидско-татарскими словами, расположенными по предметам, разговорами и прописями». Китап ике мәртәбә нәшер ителә: 1-се баҫмаһы Ырымбурҙа, 1859 йылда; 2-се баҫмаһы Ҡазанда, 1869 йылда баҫылып сыға. (Тикшеренеүселәр уны, ғәҙәттә, ҡыҫҡаса «Начальное руководство...» йәки «Башланғыс ҡулланма...» тип йөрөтәләр.) «Башланғыс ҡулланма...» — күп йәһәттән бик үҙенсәлекле хеҙмәт. Автор башҡорт, ҡаҙаҡ, татар телдәренең фонетик һәм грамматик төҙөлөшөн йыш ҡына ғәрәп, фарсы һәм рус телдәре менән сағыштырыу планында тикшерә. Хеҙмәт был йәһәттән башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки тел белемендә ҡәрҙәш телдәрҙе сағыштырма өйрәнеүҙең тәүге тәжрибәһе иҫәпләнә. Күргәҙмә материалдар сифатында М. Биксурин һәр телдең үҙенә генә хас фольклор һәм яҙма әҙәбиәт өлгөләренә мөрәжәғәт итә, китапта бер юлы ике һүҙлексә урынлаштыра. Һүҙлексәлә, башҡа телдәрҙең лөғәт өлгөләре менән бергә, башҡортса 53 һүҙ килтерелә, улар ғәрәп, фарсы һүҙҙәре менән сағыштырыла. Ҡулланмала һорауҙар һәм яуаптар рәүешендә русса, фарсыса һәм төркисә текстар тәҡдим ителә. Китапта саф башҡорт телендә «Батыр батшаның әкиәте» тигән халыҡ хикәйәтенең баҫылыуы ҙур әһәмиәт ҡаҙана. Иҫке ғәрәп имләһе менән яҙылған был хикәйәткә, профессор Ж. Ғ. Кейекбаев билдәләгәнсә, тел ғилеме күҙлегенән ҡарағанда «ниндәйҙер дәрәжәлә бөтөн башҡорт һөйләштәренең элементтары индерелгән» (Кеиекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы: Уҡыу ҡулланмаһы. Өфө, 1996. 31-се бит). М. Биксурин «Ҡазан университетының ғилми яҙмалары»нда «Өс туған» тигән башҡорт әкиәтен баҫтырып сығара. (Ученые записки Казанскпго университпта. Вып. З-й. 1861). «Ике әҫәрҙең дә теле беҙҙең быуаттың 20-се йылдарында ғәрәпсә шрифт менән башҡортса яҙылған текстарҙан стиль яғынан да, лексик һәм грамматик йәһәттән дә әллә ни айырылмай. Был күренеш ниндәйҙер дәрәжәлә М. Биксуринды башҡорттоң яңы (милли) яҙмаһын башлап ебәреүселәрҙең береһе тип ҡарарға хоҡуҡ бирә» (Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, 1990. 46-сы бит). М. Биксуриндың «Башланғыс ҡулланма»һын академик А.Н.Кононов тәү башлап “башҡорт грамматикаһын билдәле дәрәжәлә системалы тасуирлаусы” хеҙмәт булараҡ баһаланы (Кононов А. Н. История изучения тюркских языков в России: Дооктябрьский период. Л.: Наука, 1982. 256-сы бит). 1870 йылда М. Биксурин мөхәррирлегендә башҡорт һәм татар йырҙары йыйынтығы донъя күрә (Записки Оренбургского отдела Русского географического об-щества. Вып. 1-й. 1870). Бында башҡорт йырҙары ғәрәп графикаһы менән төп нөсхәһендә һәм руссаға тәржемәлә баҫып сығарыла. Был хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ эшмәкәрлеге М. Биксуринды талантлы ғалим-педагог, лингвист, фольклорсы булараҡ күҙ алдына баҫтыра. Үҙ халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыу эше менән ул йәш сағынан, 1840 йылдарҙа уҡ, ҡыҙыҡһына һәм башҡорттар араһынан тәүгеләрҙән булып башлап ебәрә. Башҡорт иленең төрлө төбәктәренән ул йырҙар, әкиәттәр, хикәйәттәр, легендалар яҙып ала. Уның тарафынан яҙып алынған фольклор материалдарының бер өлөшө ҡулъяҙма хәлендә хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге китапханаһында һаҡлана. М. Биксуриндың фольклорсылыҡ эшмәкәрлеге махсус өйрәнеүҙе, ул йыйған материалдар һәм, ғөмүмән, уның күп яҡлы ғилми мираҫы айырым том итеп туплап, баҫып сығарыуҙы көтә. М. Биксуриндың ижадында Төркөстан төйәгенә арналған тарихи-этнографик һәм публицистик хеҙмәттәре үҙенсәлекле урында тора. Рәсәй армияһы составында Урта Азияға походтарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә яҙылған бындай мәҡәләләрҙен, бер өлөшөн ул, айырым йыйынтыҡ итеп туплап, баҫтырып сығара (Бекчурин М. М. Туркестанский край. Казань, 1872). М. Биксурин яҙмалары Урта Азияның географияһы, тәбиғәт үҙенсәлектәре, унда йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүреше, хужалыҡ системаһы, ижтимағи мөнәсәбәттәре, матди һәм рухи мәҙәниәте буйынса күркәм бер әҙәби-тарихи ҡомартҡы һанала. Был китапҡа ингән мәҡәләләр, академик Ғайса Хөсәйеновтың баһалауы буйынса, «мәғлүмәттәр байлығы, зирәк күҙәтеүсәнлеге, практик тәҡдимдәре, энциклопедик киң ҡараштары менән хәҙер ҙә хайран итә» (Ғайсин X. Биксурин генерал — башҡорт мәғрифәтсеһе // Ватандаш. 1996. № 2) Атаҡлы мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим Мирсалих Биксуриндың ишле ғаиләһендә дүрт ул, дүрт ҡыҙ тәрбиәләнеп үҫеүе тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Улдары Мирйософ, Мирәбүбәк, Мирмәхмүт, Миряҡуп, ҡыҙҙары Зөләйха, Хәҙисә, Фатима, Зөһрә исемле булып, өс улы Неплюев кадетлыҡ корпусын тамамлай һәм офицерҙар булып китә, бер улы — Мирйософ — ғилем юлын һайлап, Ырымбур Ғилми архив комиссияһының хәҡиҡи ағзаһы тигән дәрәжәле исем алыуға өлгәшә. М. М. Биксурин, 84 йәшкә етеп, 1903 йылда тыуған ҡалаһы Ырымбурҙа донъя ҡуя. Мирсалих Биксуриндың исеме башҡорт фәне һәм мәҙәниәте тарихында ғәйәт ҙур һәм маҡтаулы урында тора. Әҙәбиәт. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. Өфө, 2005. Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы. Ҡадиров Ғабдрахман Файзурахман улы. Спортсы, мотоциклда боҙҙа уҙышыу буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. 1941 йылдың 27 ғинуарында Мәскәү өлкәһенең Шатура ҡалаһында тыуған. Үлгән йылы 31.7.1993, ерләнгән урыны Өфө ҡалаһы. Донъя чемпионы исемдәрен ул 1966 йылда – Мәскәү, 1968 йылда - Өфө, 1969 һәм 1971 йылдарҙа - Инцель (Германия), 1970 һәм 1974 йылдарҙа Несше (Швеция) ҡалаларында яулай. Ғабдрахман Ҡадиров 1951 йылда Өфөгә күскәнгә тиклем Шатура ҡалаһында, Архангельск өлкәһе «Ҡыҙыл маяҡ» балыҡсылыҡ колхозында (1946 йылдан), артабан Туймазы районы Илсөмбөт ауылында (1947 йылдан), Белорет ҡалаһында (1948 йылдан) йәшәй. Ул Белореттың 8-се, Өфөнөң 7, 27, 23-сө мәктәптәрендә, аҙаҡ Өфө авиация техникумында, П. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтында белем ала. Уның атаһы Бөйөк Ватан һуғышында вафат була, әсәһе ғүмер буйы ташсы-төҙөүсе булып эшләй. Ғабдрахман Ҡадиров үҙен яҡшы тренер һөм ярыштар судьяһы итеп тә күрһәтә. Боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса ул сит илдерҙә халыҡ-ара ярыштарҙа Башҡортостандан берҙән-бер судья булған. Ә алты тапҡыр донъя чемпионы исемен ер йөҙөндә унан башҡа бер генә спортсы ла яулай алмаған әле. Өфөлә уның исемен йөрөткән спортклуб бар, 1993 йылдан алып Ғ. Ҡадиров иҫтәлегенә бағышланған мотоуҙыштар үткәрелеп тора. Әҙәбиәт. Башҡортостан календары 2006 йыл.Автор: Йәмил Буранғолов. Әхмәт ибн Фаҙлан. Әхмәт ибн Фаҙландың X быуаттағы тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы “Яҙмалары” мөһим сығанаҡ булып тора. Ибн Фаҙлан 921 – 922 йылдарҙа аббасид халиф аль-Моҡтадир илселеге менән бергә Иҙел-Болғар илендә сәйәхәттә булған. Ул илселектең унда башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе мәғлүм түгел, сөнки “Яҙмаларҙың” аҙағы табылмаған. Ибн Фаҙландың ошо “Яҙмаларын” 1920-се йылдарҙа Мешхедта (Иран) имам Али Ибн Реза кәшәнәһе янындағы китапханан күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған табып алған. Был “Яҙмыларҙа” ғуҙҙар, башҡорттар, болғарҙар һәм хазарҙар тураһында "уникаль" этнографик мәғлүмәттәр килтерелгән. Ибн Фаҙлан “Яҙмалары” үҙендә хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә генә түгел, ғөмүмән, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә иң боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы иң боронғо сығанаҡтарҙың береһе. Әҙәбиәт. Путешествие Ибн-Фадлана на Волгу. Изд. Академии наук СССР. М.-Л., 1939. Ғәйнә. Ғәйнә — төньяҡ башҡорттарына кергән ҡәбилә. Иң боронғо һәм күп һанлы ҡәбиләләр иҫәбендә булған. Ырыуҙың составы: тул-ғәйнә, тур-ғәйнә, бисер-ғәйнә, мул-ғәйнә. Әлеге ваҡытта ғәйнәләр Башҡортостандың Асҡын һәм Тәтешле, Пермь крайының Барҙым, Ҡуйыҙа һәм Пермь райондарында йәшәй. Барҙым районының Тулва йылғаһы буйында, мәҫәлән, халыҡтың иҫәбен 1979 йылда алғанда 49 мең башҡорт йәшәүе асыҡланды. Тарихы. Төньяҡ башҡорттарының тарихын яҡшы белгән титуляр советник Н. Попов ғәйнәләрҙең Болғар өлкәһендә йәшәгән тархандарҙан сығыуын раҫлай. Әйткәндәй, ырыуҙың тархандарҙан килеп сығыуы хаҡындағы атама бер башҡорт халҡы өсөн генә хас түгел, ул башҡа халыҡтарға ла ҡағыла. Ғәйнәләрҙең сығышы хаҡында профессор Р. Кузеевтың ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, тархан этнонимы Дунай болғарҙары — венгрҙар — Волга буйҙары — башҡорттар бәйләнешен аңлата. Был берләшмәләр араһында бәйләнеш күптән йәшәгән. Волга буйынан был этноним көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа таралған. Күсеп килгән болғарҙар араһында хәҙерге Башҡортостан ерендә тархан ғәйнәләр ҙә булған. Юрматы, йәнәй һәм башҡа ырыуҙар менән бергә тархан ғәйнәләр боронғо башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән. Ғәйнәләр үҙҙәренен боронғо иле — Болғар өлкәһен ташлап киткән. Сығанаҡтар буйынса, Кама буйында башҡорттар ХIII- XIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ләкин XII быуатта уҡ ғәйнәләрҙең Көньяҡ Уралға күсеүе күрһәтелгән. Башҡортостанға ғәйнәләр Танып йылғаһы буйлап төшкән. Артабан ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында ғәйнәләр төньяҡҡараҡ киткән. Ошо мәлдә ғәйнә ҡәбиләһенең ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашыуы булған. Тормош-көнкүреше. Ҡуян һәм Ҡолтай ауылында йәшәгән ғәйнәләрҙең игенселек менән шөғөлләнеүе хаҡында яҙма документ бар. Бынан 350 йыл элек яҙылған документ башҡорттарҙың шөғөлө хаҡында тулыһынса күҙалларға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр яғынан бик ҡиммәт. Ғәйнәләр ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә башҡаларҙан иртәрәк күскән. Көнгөр бургомистры Юхнев яҙған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй: «Аса юлы башҡорттары йорттарҙа йәшәй. Уларҙың сәсеүлеге һәм игене күп, йәйге мәлдә дала буйлап күсеп йөрөмәйҙәр, рустар кеүек өйҙәрҙә йәшәйҙәр. Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек, уларҙың да малы ишле, бесәнде күп сабалар». Башҡорттар игенселектән башҡа малсылыҡ, ағас әҙерләү, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Н. Попов ғәйнәләрҙең көнкүреше хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. Башҡорттар, ти ул, малдарын ҡыш мәлендә үҙ йортонда тота, шулай ҙа игенселек — уларҙың йәшәүенең төп сығанағы. Улар ер эшкәртеү өсөн һуҡа, тырма, ураҡ һәм салғы ҡулланған. Йәйге осорҙа ғәйнәләр төп йәшәгән урынынан алыҫ түгел йәйләүҙәргә күсә торған булған. Бында инде торлаҡты ваҡытлыса ғына иҙәнһеҙ, тәҙрәһеҙ, түбә таҡтаһыҙ төҙөгәндәр. Архив сығанаҡтары ер участкаларының күләме хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Байтаҡ ҡына ауылдарҙа (Ишмен, Барҙым, Краснояр, Шлыҡ, Иҫке Әшәп, Танып) ни бары берәр дисәтинә иген сәсһәләр, башҡа ауылдарҙа ике-өс дисәтинә, ә бына Ишем ауылында 12,7 дисәтинә сәскәндәр. Игенселектең алға китеүе арҡаһында уны эшкәртеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫеш алған. Бында тирмәндәр бик күп булған, һәр ауылдың үҙенең, ҡайһы берҙәренең икешәр-өсәр тирмәне булған. 189 йорттан торған Елпачиха ауылында Әмзе йылғаһында өс тирмән булған. Тирмән өсөн йылға һәм быуалар бик оҫта файҙаланылған. Ғәйнәләрҙең малсылығы хаҡында ла документтар байтаҡ мәғлүмәттәр килтерә. Аса өйәҙе хужалыҡтары буйынса фекер йөрөткәндә ҡайһы бер ауылдарҙа һәр ихатаға бер-ике һыйыр малы, ҡайһыларында 3—4, бер нисәһендә бишәр баш тура килеүе хаҡында әйтелә, һәр ихатала 1—2 ат, бынан тыш, һәр ғаиләнең һарыҡ-кәзәһе булған. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, һыйыр малдары төп урынды биләгән, артабан — йылҡы һәм һарыҡ-кәзә. Малсылыҡта ошондай структура — бөтә урында ла бер сама тиерлек. Ғәйнәләрҙең хужалығында ағас эше байтаҡ урынды биләгән. Улар төҙөлөш өсөн ағас киҫкән, һал ағыҙған, йүкә әҙерләгән, ыҫмала һәм дегет ҡайнатҡан. Пермь өйәҙендә документтар буйынса, бер йылда нисә күнәк дегет ҡайнатылыуы, купме тал ҡайырыһы, күпме һала-баш һалыныуы хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән. Улар металлургия заводтарында үҙләштерелгән. Ғәйнәләр умартасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнгән. Бигерәк тә тәүге осорҙа солоҡсолоҡ киң таралған булған. Ләкин артабан экономик яктан файҙалыраҡ ысулға күскәндәр — рамлы умарталарҙа күс тоторға өйрәнгәндәр. Бында йәшәгән халыҡтың көнкүреше һәм мәҙәниәте лә үҙгәреп ҡоролған. Игенселек уларҙың эшмәкәрлегенә төп йүнәлеш биргән. Малсылыҡтан игенселеккә күсеү уларҙың көнкүрешен үҙгәрткән. Хәҙер башҡорт ауылдары рус ауылдарынан бер ни менән дә айырылмай башлаған. Йорттар, элекке кеүек, ойҡашып түгел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла, рус мейесе менән йылытыла башлай. Фән. Фән (шулай уҡ ғилем) – төплө мәғлүмәттәр йыйыу, классификациялау, анализлауҙы, тәбиғәт күренештәрен йәки йәмғиәт процестарын аңлатырға һәм уларҙың үҫешен алдан күрергә мөмкинселек биреүсе теорияларҙы яҡшыртыу һәм яңыларын төҙөүҙе үҙ маҡсаты итеп алған эшмәкәрлек өлкәһе. Шулай уҡ фән үҙ үҫешенә үҙе булышлыҡ итеүсе аналитик белемдәр системаһын аңлата. Фән-кешеләрҙең өҫтәмә белем алыуға йүнәлтелгән эшләү өлкәһе, тип аңлатма бирә ҡайһы бер философия дәреслектәре. Йәмғиәт фәндәре. Йәмғиәт фәндәре (социаль фәндәр) – кеше һәм йәмғиәтте өйрәнеүсе фән өлкәһе. Сәнғәттән һәм гуманитар фәндәрҙән айырмалы рәүештә, йәмғиәт фәндәре иғтибарын кеше тәбиғәтен фәнни ысулдар аша өйрәнеүгә бүлә. Физика. Физика ("тәбиғәт") – матдәләр, энергия һәм ваҡыт менән идара итеүсе фундаменталь ҡанундарҙы асыу һәм уларҙы математика ярҙамында аңлатыу менән шөғөлләнеүсе фән. Физика бүтән фәндәрҙән эҙләнеү ысулдарының теоретик һәм эксперименталь ысулдарға бүленеүе менән айырылып тора. Шулай итеп, физика теоретик физикаға һәм эксперименталь физикаға бүленә. Биология. Биология (грек телендә "Βìο" – "йәшәү" һәм "Λoγος" - "өйрәнеү") – йәнле тәбиғәт тураһында фән. Биология тере организмдарҙы характеристикалау һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнеү менән шөғөләнә. Хәҙерге ваҡҡытта бөтә тере организымдарҙы дүрт батшалыҡҡа берләштергәндәр: хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр. Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр – боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер характеристикаларзы асҡас, уҫешә башлаған. Бөгөнгө көндә биология – алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ биология мәктәптәрҙә стандарт уҡыу предметы булып тора. Геология. Геология – (грек телендә "γη-" ("ge-") – "ер" һәм "λογος" ("logos") - "өйрәнеү") – Ерзең төҙөлөшөн, физик үҙенсәлектәрен, уның формалашыу тарихын өйрәнеүсе фән. Геология нефть, таш күмер, шулай уҡ тимер, баҡыр һымаҡ металдарҙы һәм башҡа тәбиғи ресурстарҙы табырға һәм ҡулланырға ярҙам итә. Грек теле. Грек теле ("юнан теле" (иҫке.)) – Һинд-Европа телдәре араһында иң оҙаҡ йәшәүсе тел – документтар буйынса, уның ғүмер оҙонлоғо – 3,500 йыл тирәһе. Шулай уҡ ул һинд-европа телдәре араһында иң боронғо тел булып һанала, Микен яҙмалары фрагменттары беҙҙең эраға тиклемге 15-се йәки 14-се быуаттарға ҡарай. Бөгөнгө көндә был телдә Грецияла, Кипрҙа, Албанияла, Австралияла, Болгарияла, Македонияла, Италияла, Төркиәлә, Арменияла, Грузияла, Украинала, Молдавияла, Румынияла, Мысырҙа һәм эмигранттар берекмәләрендә яҡынса 12-15 миллион кеше һөйләшә. Грек теле беҙҙең эраға тиклемге 9-сы быуаттан алып Грецияла һәм беҙҙең эраға тиклемге 4-се быуаттан алып Кипрҙа грек әлифбаһы ярҙамында яҙыла. Грек әҙәбиәте тарихы үҙ эсенә яҡынса өс мең йыллыҡ дәүерҙе һыйҙыра. Тарихы. Урта быуат аҙағынан грек теленең ике төп формаһы ҡулланыла: аралашыу теле һәм 19-сы быуат, 20-се быуат башында әҙәби, юридик, административ һәм ғилми өлкәләрҙә ҡулланылған классик грек теле. 1976 йылда аралашыу теле Грецияның рәсми теле итеп иғлан ителә. Грек әлифбаһы. * Эсперанто теле. Эсперанто теле – яһалма телдәр араһында иң киң кулланылған тел. Был телдең исеме 1887 йылда тәү башлап Unua Libro (Беренсе китап) мәҡәләһен баҫтырыусы Лазарь (Людвиг) Марк улы За́менһофтың псевдонимынан (Доктор Эсперанто) алынған. Эсперанто "өмөтләнеүсе" тигәнде аңлата. Заменгофтың маҡсаты – халыҡ-ара аңлашыу өсөн өйрәнеүгә еңел булған тел барлыҡҡа килтереү булған. Уның уйынса, был тел туған телдәрҙе алмаштырырға түгел, ә ярҙамсы тел булараҡ хеҙмәт итергә тейеш була. Рәсми рәүештә бер ил дә был телде ҡабул итмәһә лә, 100 000-дән алып 2 миллионға тиклем кеше эсперантоны ҡуллана, яҡынса 1 000 кеше өсөн был тел - туған тел. Бөгөнгө көндә эсперанто теле донъя сәйәхәттәрендә, киң мәғлүмәт сараларында, әҙәбиәттә, телевидениела һәм радиола ҡулланыла. Ҡайһы бер дәүләттәрҙең уҡыу системаһы һайланма рәүештә уҡытыу курстарын эсперанто телендә тәҡдим итә. Тарих. Эсперанто 1870-се йылдар аҙағында – 1880–се йылдар башында поляк офтальмологы Людвиг Заменгоф тарафынан барлыҡҡа килтерелә. Эсперанто телен уйлап сығарғандан һуң ун йыл дауамында Заменгоф әҙәби әҫәрҙәрҙе был телгә әйләндергән һәм шулай уҡ ошо телдә прозаик әҫәрҙәр һәм шиғырҙар ижад иткән, ә 1887 йылдың июлендә Варшава ҡалаһында эсперанто теленең грамматикаһы баҫылып сыҡҡан. Артабанғы 50 йыл эсендә был телдә һөйләшеүсе кешеләр һаны Рус империяһы һәм Көнсығыш Европала, һуңынан Америкала, Ҡытайҙа һәм Японияла бик тиҙ артҡан. Тәүге йылдарҙа эсперанто телендә һөйләшеүселәр почта һәм матбуғат аша аралашҡан, ә 1905 йылда Францияның Було́нь-сюр-Мер ҡалаһында беренсе донъя Эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресы үткәрелгән. Шунан алып, бындай донъя конгрестары биш континентта, ике Донъя һуғышын һанамағанда, йыл һайын уҙғарылып, 6000-гә тиклем кеше йыйған. 20-се быуат башында ҡыҫка ваҡыт йәшәүсе Нейтраль Мореснет иле беренсе эсперанто иле итеп булдырылған. Ҡытайҙа 1911 йылғы Синьхай революцияһынан һуң ҡайһы бер төркөмдәрҙә ил менән 20-се быуатҡа сағыу итеп аяҡ баҫыу өсөн рәсми тел рәүешендә ҡытай теле урынына эсперанто телен ҡабул итеү тураһында һүҙ йөрөгән, әммә был йүнәлеш яраҡһыҙ тип табылған. Эсперанто ҡайһы бер халыҡ-ара ойошмаларҙа ҡулланыла, тик был ойошмаларҙың күбенеһе – эсперантоның үҙенә арналған ойошмалар. Шуларҙың иң ҙуры – Эсперанто донъя ойошмаһы, был ойошма БМО һәм Юнеско менән рәсми бәйләнеш тота. Телдең географияһы. Эсперанто телендә һөйләшеүселәр Америка, Африка һәм Океанияға ҡарағанда Европа һәм Көнсығыш Азияла күберәк һәм ауылдарға ҡарағанда ҡалаларҙа күберәк. Бигерәк тә ул Европаның төньяҡ һәм көнсығыш илдәрендә, Азияның Ҡытай, Корея, Япония, Иран илдәрендә, Американың Бразилия, Аргентина һәм Мехико илдәрендә, Африканың Того һәм Мадагаскар илдәрендә киң таралған. Төрлө сығанаҡтар буйынса, эсперантола һөйләшеүселәр һаны – 2 миллион кеше. 200-2000 кеше өсөн эсперанто - туған тел, улар был телде эсперантола һөйләшеүсе ата-әсәһенән өйрәнгән (ҡайһы берҙә ҡатнаш ғаиләләрҙә һәм эсперанистар ғаиләһендә эсператно ғаилә теле булып тора). Мәҙәниәт. Эсперанто телендә ижад ителгән һәм тәржемә ителгән әҙәбиәт йыйынтығы байтаҡ - 25 меңдән ашыу китаптар менән бер рәттән 100-ҙән ашыу журналдар даими баҫыла. Эсперанто телендә һөйләшеүселәрҙең күбеһе был телде донъя сәйәхәттәрендә ҡуллана. Йыл һайын эсперантола һөйләшеүсе 1500 – 6000 кеше эсперанто телендә һөйләшеүселәр конгресында осраша. Эсперанто телендә яҙылған музыканың күбеһе төрлө халыҡ йолаларына нигеҙләнә, ә аҙаҡҡы йылдарҙа әҫәрҙәр рок һәм башҡа жанрҙарҙа ижад ителә. Эсперанто телендә ике нәфис фильм төшөрөлгән. Фән. Эсперанто теленең барлыҡҡа килеүенән алып тиерлек был тел ғилми мәҡәләләр баҫтырыу өсөн ҡулланыла. Эсперанто – "Эсперанто Университеты" булараҡ билдәле Сан-Марино халыҡ-ара фәнни академияһының тәуге уҡытыу һәм етәкселек итеү теле булып тора. Notes. * Нейтраль Мореснет. Мореснетттың рәсми булмаған байрағы (1883) Мореснет (Морне) йәғни Нейтраль Мореснет (Нейтраль Морне) – 3,5 кв. км. ҙурлығындағы 1816 йылдан 1919 йылға тиклем йәшәгән кес кенә Европа иле. Уның ике ҙур күршеһе – Нидерланд һәм Пруссия - был ерҙәр кемгә тейеш булыуында уртаҡ фекергә килә алмай, һөҙөмтәлә, уны ике ил дә тигеҙ етәкселек иткән нейтраль өлкә яһарға ҡарар итә. Һуңынан был өлкә үҙаллылыҡ ала. Төрлө илдәрҙән ҡасҡалаҡтар Мореснетҡа ағыла, бында полиция булмай, бында йәшәүселәр гражданлығы булмаған кешеләр булып һанала, әммә уның үҙ гербы һәм флагы була. Тик 1919 йылдан һуң ғына – Беренсе донъя һуғышынан һуң – Версаль Килешеүе буйынса Нейтраль Мореснет Бельгия ҡарамағына күсә. Барлыҡҡа килеүе. 1815 йылғы Вена конгресы барышында Европа картаһы сәйәси көстәрҙең яңыса бүленеүенә яраҡлаштырыу өсөн байтаҡҡа үҙгәртелә. Яңынан һыҙылырға тейеш сиктәрҙең береһе – яңы Нидерланд Ҡушма короллеге һәм Пруссия араһында була. Сиктең күпселек өлөшөндә һәр яҡ та элекке һыҙыҡтар менән ризалаша, тик Мореснет өлкәһендә генә ҡыйынлыҡтар тыуа. Мореснет һәм Яңы Мореснет ауылдары эргәһендә ҡиммәтле цинк табыу шахтаһы урынлашҡан була. Нидерланд та, Пруссия ла был ятҡылыҡты үҙ өлөшөнә керетергә теләй. 1816 йылдың 26 июнендә килешеү юлы табыла: Мореснет өлкәһе өс өлөшкә бүленә. Мореснет ауылы Нидерландтыҡы, Яңы Мореснет – Пруссияныҡы, ә шахта һәм күрше урынлашҡан Келмис ауылы ике яҡ та етәкселек иткән уртаҡ өлкә тип табыла. Сиктәр 1818 йылдың 23 сентябрендә рәсми билдәләнә. Нейтраль Мореснет формаһы менән нигеҙе Ахендан Льежға барған төп юлда булған өсмөйөшкә оҡшаш була. Ауыл һәм шахта ошо юлдың нәҡ төньяғында урынлашҡан. 1830 йылда, Бельгия Нидерландтан бойондороҡһоҙ дәүләткә әүерелгәс, Мореснет менән идара итеүҙә ҡатнашыу Нидерландтан Бельгияға күсә. Нейтраль Мореснетта йәшәүселәрҙең төп эшмәкәрлек урыны цинк шахтаһы була, һәм ул күрше илдәрҙән күп кенә эшселәрҙе үҙенә йәлеп итә, шулай ҙа был өлкәлә йәшәүселәр һаны бер ҡасан да 3000-дән артмай. Бында йәшәүҙең ҡайһы бер өҫтөнлөктәре була, мәҫәлән, түбән һалымдар, ике күрше ил өсөн дә тауар керетеү өсөн һалымдарҙың бөтөнләй булмауы, хаҡтарҙың түбәнлеге. Почта хеҙмәте һымаҡ күпселек хеҙмәттәр Бельгия һәм Пруссия араһында бүленгән була. Урындағы халыҡтың шулай уҡ ҡайһы илдең хәрби хезмәтен үтергә һем ҡайһы илдең юрисдикцияһына ҡарарға икәнен һайлау мөмкинселеге була. Бында йәшәүҙең кире яғы – Нейтраль Мореснетта йәшәүселәр бер илдең дә гражданы булып һаналмай, һәм Мореснеттың үҙ хәрби көстәре булмай. Юҡҡа сығыуы. 1885 йылда, шахта тотонолоп бөткәс, Нейтраль Мореснеттың артабанғы яҙмышы тураһында икеләнеүҙәр үҫә башлай. Был өлкәлә казино йә почта хеҙмәте һымаҡ үҙаллы ойошма булдырыу тураһында фекерҙәр тәҡдим ителә, ләкин был тәҡдимде урындағы үҙидара органы кире ҡаға. Иң шәп тәҡдимде доктор Вильгельм Молли яһай - ул 1908 йылда ул Нейтраль Мореснетты эсперанто теле төп теле булып һаналған илгә әүерелдерергә тәҡдим итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ҙур булмаған илдең үҙаллылығы аҙағына яҡынлаша. Бельгия ла, Германия ла уға булған дәғүәһенән бер ҡасан да баш тартмай. 1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, Германия Бельгияны баҫып ала һәм 1915 йылда был өлкәне үҙ биләмәләренә ҡуша. 1919 йылғы Версаль килешеүе Нейтраль Мореснетты Бельгия ҡарамағына биреп, йөҙ йыл элек иғлан ителгән нейтраль өлкә мәсьәләһен хәл итә. Германия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында был өлкәне ҡыҫҡа ваҡытҡа үҙ биләмәләренә ҡайтанан ҡуша, әммә ул 1944 йылда Бельгияға кире ҡайтарыла. Бөгөнгө көндә донъя эсперантистарында был өлкәнең тарихы Доктор Молли тәҡдим иткән Эсперанто иле булараҡ ҡыҙыкһыныу уята. Яңы Мореснеттағы ҙур булмаған музей Нейтраль Мореснетка арналған экспонаттарҙы ла үҙ эсенә ала. СССР гимны. Советтар Союзының дәүләт гимны (1977—1991). СССР Юғары Совет Президиумы ҡарары менән 1977 йылдың 27 майында ҡабул ителгән. А. В. Александров көйө, С. В. Михалков һәм Г. Г. Эль-Регистан һүҙҙәре. Советтар Союзы. Советтар Союзы (урыҫса: "Сою́з Сове́тских Социалисти́ческих Респу́блик", "СССР", "Советский Союз") — 1922—1991 йылдар араһында булған күп милләтле социалистик дәүләт. Ләйсән. Ләйсән (ғәрәп теленән) - ҡатын-ҡыҙ исеме. Шулай уҡ тәүге яҙғы ямғырҙы Ләйсән тип атайҙар. Техника. Те́хника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге үҫтереү техникаһы, һ.б. Технология. Техноло́гия (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт» һәм греч. логия — белем) — кәрәкле һөҙөмтәне ҡаҙаныр өсөн кәрәкле дөйөм метод һәм ҡоралдар; ҡулда булған нәмәне кәрәкле нәмәгә әйләндереү ысулы. Технология - дөйөм алғанда - экономик ресурстарҙан кәрәкле тауар һәм хеҙмәттәрҙе эшләр өсөн ҡулланыла торған дөйөм белемдәр. Технология - тар мәғәнәлә алғанда - матдә, энергия, йәки информацияны тауар әҙерләү, материал эшкәртеү, әҙер әйбер ҡороу, сифат тикшереү һәм идара итеү процесында үҙгәртеү. Интернет. Интернет ([интэрнэ́т] тип уҡыла,) — бөтә донъя буйынса үҙ теләге менән берләшкән, IP протоколы һәм пакет маршрутизацияһын ҡулланған компьютер селтәрҙәренән ойошҡан система. Интернет глобаль информация арауығын ойоштороп, Бөтә Донъя Селтәре менән төрлө протокол һәм мәғлүмәт үткәреү системалары өсөн нигеҙ булып тора. Хәҙерге рәүештә Интернет һүҙе ҡулланылғанда физик селтәр урынына Бөтә Донъя Селтәре һәм был селтәрҙә булған мәғлүмәттәр уйға килә. Компьютер. Заманса шәхси компьютер яҡынса ошондай күренешкә эйә. Компью́тер (инглизсә "computer" — «хисаплаусы», урыҫса "ЭВМ" ("электронная вычислительная машина")) — хисаплауҙар үткәреү, алдан бирелгән алгоритм (программа) буйынса мәғлүмәтте алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм биреү өсөн машина. Компьютер эраһы башланған саҡта компьютерҙың төп эше хисаплау тип һанала ине. Ләкин хәҙерге ваҡытта компьютерҙың төп эше идара итеү тип һанала. Төп принциптары: Компьютер үҙенә ҡушылған эштәрҙе төрлө механик бүлектәрен ҡуҙғатып, электрон, фотон, квант ағымдарын үҙгәртеп йәки икенсе төрлө яҡшы билдәле физика ҡанундары эффекттарын ҡулланып башҡара. Хәҙер ҡулланылған компьютерҙарҙан иң киң таралғаны — электрон шәхси компьютер (PC). Бөтә Донъя Селтәре. Бөтә Донъя Селтәре (инглизсә World Wide Web) — Интернет инфраструктураһын һәм HTTP мәғлүмәт үткәреү протоколын ҡулланған глобаль мәғлүмәт арауығы. Бөтә Донъя Селтәре мәғлүмәт технологияларында ысын революция яһаны һәм Интернеттың үҫешен тиҙләтте. Күп ваҡыт Интернет тураһында һөйләгәндә Бөтә Донъя Селтәре күҙ уңында тотола. Бөтә Донъя Селтәренең структураһы һәм нигеҙҙәре. Бөтә Донъя Селтәрен бөтә Донъянан Интернет селтәренә бәйле миллионлап веб-сервер ойоштора. Веб-сервер селтәр аша HTTP-талап ала, локаль ҡаты дискта кәрәкле файлды таба һәм уны талап иткән компьютерға ебәрә. Селтәрҙәге ресурстарҙы (файлдар) табыу өсөн Бер төрлө Ресурс Локатор (инглизсә Uniform Resource Locator) ҡулланыла. Был URL адрестар веб-сервер урынлашҡан компьютерҙы — домен исеме системаһы DNS (инглизсә Domain Name System) ҡулланып домен исемен (йәки туранан һандар менән язылған IP-адресын) һәм ул компьютерҙа урынлашҡан файлдын урыны менән исемен тота. Искәндәр Зөлҡәрнәй. Искәндәр Зөлҡәрнәй (, грек. Μέγας Aλέξανδρος, шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле, — беҙҙең эраға тиклемге 336 — 324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле — ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора. Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек мәҙәниәтенең йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр үҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй. Тәүге йылдары. Искәндәр Македонияның баш ҡалаһы Пеллала б.э.т. 356 йылдың 21 июлендә тыуа. Уның атаһы – Македонияның хакимы Филипп II, әсәһе – Филипптың дүртенсе ҡатыны, Эпир принцессаһы Олимпиада. Әсәһе яғынан ул Пиррҙың ике туғаны – был уға атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да хәрби һәләттәр күсеүенә асыҡ миҫал. Плутарх әйтеүенсә, уның атаһы Каран аша Геракл нәҫеленән, ә әсәһе Неоптолем һәм Ахиллес аша Эак нәҫеленән булып сыға. Бала сағында Искәндәрҙе әсәһе Олимпиаданың туғаны Леонидас уҡыта. Леонидас Искәндәрҙе үҙен үҙе яратҡан ахмаҡ тип уйлай, шуға ла уны бөтөнләй яратмай. Төрлө фараздар буйынса, Искәндәр күп күләмдә хуш еҫле матдәләрҙе утҡа ташлай, бының өсөн Леонидас уны ҡаты шелтәләй һәм хуш еҫле тауарҙарға бай илде баҫып алғас, йәне теләгәнсә сарыф итә аласағын әйтә. Йылдар үткәс, Искәндәр Газаны – Фарсы империяһының хуш еҫле тауарҙар үткән сауҙа юлын баҫып ала, бынан ул Леонидасҡа яуап итеп 15 тонна мирра ҡайтара. Аристотель иһә Искәндәрҙең уҡытыусыһы булараҡ уның үҫешеүендә иң мөһим ролде уйнай, ул Искәндәргә риторика һәм әҙәбиәт буйынса тулы белем бирә. Искәндәрҙә фәнгә, медицинаға һәм фәлсәфәгә ҡыҙыҡһыныу уята. Аристотель уға "Илиаданың" күсермәһен бирә, уны Искәндәр һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә һәм йыш ҡына уҡыр була. Искәндәрҙең ун йәшлек сағында, Филиппҡа ҡара ат килтерәләр. Был ҡырағай атты берәү ҙә менә алмай. Искәндәр аттың үҙ күләгәһенән ҡурҡыуын аңлап ҡала, атты ҡояшҡа ҡаршы әйләндерә һәм атҡа менә. Быны күргәс, атаһы һәм башҡалар таң ҡала, Искәндәр әйләнеп килеп аттан төшкәс, Филипп уны үбеп ала һәм: «Улым, үҙеңә тиң мәмләкәт тап, Македонияла һиңә урын юҡ», — ти. Был һүҙҙәр, бәлки ғорурлыҡ менән бер рәттән ҡурҡыуҙан да әйтелгәндер, сөнки Филипп II Македония хакимдары һәм уларҙың күпкә ынтылған улдары менән нимә булыуы тураһында бик яҡшы белә. Атын ул Буцефал тип атай. Буцефал егерме йыл дауамында уның юлдашы һәм иң яҡын дуҫы була. Аты, Плутарх әйтеүенсә, ҡартайып, бүтән фараздар буйынса, Һиндостанда барған һуғышта алған яраларҙан үлә. Искәндәр уның үлеменән һуң ике ҡаланы Буцефала тип атай. Македонияның күтәрелеүе. Б.э.т. 340 йылда, Филипп Византияға ҡаршы һөжүмде етәкләгәс, Искәндәр 16 йәшлек сағында Македонияның хакимы булып ҡала. Б.э.т. 339 йылда Филипп бишенсе мәртәбә Клеопатраға өйләнә. Искәндәрҙең әсәһе Олимпия Эпирҙан (Грек утрауының көнсығыш өлөшөндә, ул Македонияға кермәй), ә Клеопатра Македонияның үҙенән була, был Искәндәрҙең тәхеткә хоҡуғын бәхәсле итә. Төрлө фараздар буйынса, туй мәжлесе ваҡытында кәләштең ағаһы Аттал үҙенең Македония тәхетенә хоҡуҡ алыуы хөрмәтенә тост тәҡдим итә. Искәндәр уға үҙенең бокалын елләй һәм: «Мин кем улайһа, никахтан тыш тыуғанмы?» — тип ҡысҡыра. Искәндәрҙең байтаҡҡа иҫергән атаһы ҡылысын сығарып Искәндәргә табан бара башлай, әммә ҡолай. Искәндәр шунда: «Был кеше Грециянан алып Азияға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алырға ниәтләй, әммә бер өҫтәлдән икенсеһенә барып етә алмай», — ти. Искәндәр һәм уның әсәһе асыуынан Македониянан китә, ә уның һеңлеһе Клеопатра тороп ҡала. Филипп улы менән яраша һәм Искәндәр кире ҡайта, Олимпиада иһә Эпирҙа ҡала. Б.э.т 338 йылда Искәндәр атаһына Афина һәм Фива ҡала-дәүләттәренә ҡаршы хәл иткес Херонея яуында ярҙам итә. Грек ҡала-дәүләттәре биш айға Македония хакимлығы аҫтында ҡала, һуңынан Коринф лигаһы булдырыла. Б.э.т. 336 йылда Филипптың үлеменән һуң Искәндәр Македонияның яңы хакимы тип иғлан ителә. Яңы хаким тәхеткә ултырыу менән, Афина һәм Фива һымаҡ ҡала-дәүләттәр үҙаллылыҡ алыу мөмкинлегенә өмөт итә. Бигерәк тә Фива Искәндәргә ҡаршы әүҙем күтәрелә, әммә Искәндәр уның ҡапҡаһы төбөндә пәйҙа булғас, бер һүҙһеҙ буйһона. Коринф йыйылышында гректар Искәндәрҙе Фарсы империяһына ҡаршы яуҙа етәксе итеп һайлай. Б.э.т. 335 йылда Искәндәр Македонияның төньяҡ сиген нығытыр өсөн фракийҙарға һәм иллирийҙарға ҡаршы ҡуҙғала. Уның уңышлы хәрәкәте ваҡытында Афина, Фива һәм бүтән ҡалалалар тағы баш күтәрә. Искәндәр тиҙ арала килеп етә, башҡа ҡалалар икеләнгән арала, Фива ҡаршылашыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә Фива ҙур ҡан ҡойош менән буйһондорола, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа һатыла. Фарсы империяһының ҡолауы. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Фарсы хакимы Дарий III менән алышҡанын күрһәткән рәсем. Помпей, Неаполь, Милли археологик музей. Искәндәрҙең ғәскәре – Македония һәм төрлө грек ҡала-дәүләттәренән 42 000 яугир Геллеспонт аша сыға. Граник яуында Искәндәрҙең Фарсы империяһының ғәскәрен еңгәндән һуң, Кесе Азияның күп ҡалалары ҡаршылыҡһыҙ бирелә, Галикарнас ҡалаһы оҙаҡ һәм ныҡышмалы ҡаршылаша, әммә бер нисә ҡаты һөжүмдән һуң ул да еңелә. Артабан ул юлында осраған бөтә ҡалаларҙа хакимлығын ойоштороп, Ликия тауҙарына һәм Памфилия тигеҙлектәренә юллана. Б.э.т. 333 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Кикилия аша үтеп, Фарсы иленең Дарий III етәкселегендәге төп ғәскәре менән бәрелештә уны еңә. Дарий үҙе, ғаиләһе менән мөлкәтен ҡалдырып, яуҙы ташлай. Һуңынан ул Искәндәргә ғаиләһе өсөн байтаҡ ерҙәр тәкдим итә, ләкин Искәндәр, Фарсы империяһының яңы хакимы булараҡ, ул ерҙең хужаһы кем икәнен үҙе хәл итәсәген белдерә. Артабан ул Урта диңгеҙ буйындағы ҡалаларға һөжүм итә һәм Тир, Газа ҡалаларын ала. Б.э.т. 332-331 йылдарҙа Искәндәрҙе Мысырҙа азат итеүсе тип ҡабул итәләр һәм Мысыр руханиҙары уны Зевс улы тип иғлан итә. Искәндәр Мысырҙа Александрия ҡалаһына нигеҙ һала, был ҡала ул үлгәндән һуң Птолемей династияһының баш ҡалаһы булараҡ үҫеш ала. Мысырҙан һуң Искәндәр көнсығышҡа – Ассирияға табан юллана һәм Гавгамелла яуында Дарий етәкселегендәге фарсы ғәскәрен тармар итә. Дарий тағы ла ҡаса, Искәндәр уны Эрбилгә ҡәҙәр ҡыуалап бара. Артабан Искәндәр Вавилонға, унан Сузаға табан юллана. Б.э.т. 330 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Фарсы империяһының баш ҡалаһы Персеполде баҫып ала. Ҡала талана, ә һуңынан яндырыла. Артабан Искәндәр Дарийҙы тағы ла эҙәрлекләй башлай. Дарий Бесс тарафынан үлтерелә, Бесс үҙен Фарсы иленең яңы хакимы Артаксеркс тип иғлан итә һәм Искәндәргә ҡаршы көрәш башлай. Өс йыл дауамында Искәндәр Бесс һәм уның яҡлылары менән яу алып бара, шул арала ул Герат һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларын баҫып ала, Бер нисә Александрия ҡалаларына, шул иҫәптән хәҙерге Кандагар (Афғанстанда), Худжант (Тажикстанда) ҡалаларына нигеҙ һала. 329 йылда Бессты үҙ кешеләре һата. Һиндостанға һөжүм. Б.э.т. 326 йылда Искәндәр сапраттар менән бәйләнешен нығытыр өсөн Роксанаға өйләнә. Артабан ул иғтибарын Һиндостанға йүнәлтә. Искәндәр бөтә Гандхара сатраптарының башлыҡтарын уның хакимлығын ҡабул итергә саҡыра. Ҡайһы берҙәр ҡаршылыҡһыҙ ризалашһа ла, Камбоджа ҡәбиләләрелең башлыҡтары уның хакимлығын танырға баш тарта. Искәндәр был ҡәбиләләргә ҡаршы яу аса. Был ҡаты алыштарҙа Искәндәр үҙе лә яралана, ахырҙа урындағы ҡәбиләләр еңелә. Артабан Искәндәр Һинд йылғаһы аша үтә һәм б.э.т. 326 йылда Панджаб дәүләтенең хакимы Порға ҡаршы яуҙа еңеп сыға. Был яуҙан һуң ул Порҙың батырлығына һоҡланып, уның менән килешеү төҙөй һәм Порҙы үҙ ерҙәренә сатрап итеп билдәләй, бынан тыш, уның биләмәләлен киңәйтә. Бында уның яратҡан аты үлеп ҡала һәм Искәндәр нигеҙ һалған ике ҡалаһына Буцефала исемен бирә. Пор дәүләтенең көнсығыш яғында, Ганг йылғаһы буйында Нанда династияһы хакимлығы аҫтында ҡеүәтле Магадха дәүләте була. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ яуҙарҙан йонсоған Искәндәрҙең ғәскәре, был дәүләттең оло ҡеүәтен ишетеп, артабанғы яуға ҡаршы килә. Шулай итеп, Искәндәрҙең ғәскәре, көнсығышҡа табан бармай, көньяҡҡа юл ала. Юлында ул Малла ҡәбиләләрен осрата. Был ҡәбиләләр Көньяҡ Азияның шул осорҙағы иң һуғышсан ҡәбиләләре була. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларға ҡаршы яу аса. Был яу ваҡында Искәндәр үҙе уҡ менән күкрәгенә ҡаты яралана. Искәндәрҙең ғәскәре маллаларҙың ҡәлғәһен алып, был ҡәбиләне аяуһыҙ ҡыра. Һиндостанда ғәскәренең өлөшөн ҡалдырып, Искәндәр Гедрозия сүллеге аша кире Фарсы иленә табан юл ала. Үлеме. Б.э.т 324 йылдың 10—11 июнь төнөндә Искәндәр Вавилондың батшаһы Навуходоносор II-нең һарайында үлә. Уға 33 йәш тулыуға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалған була. Уның үлеме сәбәбенә ҡағылышлы төрлө фараздар бар, шул иҫәптән Антипатрҙың улдары тарафынан ағыуланыу, мәжлес ваҡытында хәле насарланыуы, б.э.т 336 йылдан алып ауырыған биҙгәк ауырыуының ҡабатланыуы һ.б. Билдәле булыуынса, марттың 29-нда Искәндәр мәжлес ваҡытында үҙен насар тоя башлай. Уның ауырыуы тураһында хәбәр ғәскәрендә таралып, уны көндән-көн нығыраҡ борсоуға һала. 9 июндә ғәскәр башлыҡтары яугирҙәргә Искәндәрҙе һуңғы тапҡыр тере килеш күрергә мөмкинлек бирә. Искәндәр, һөйшләшергә хәле булмағанлыҡтан, ҡулы менән ишаралар яһау менән генә сикләнә. Бер көндән ул үлә. Вариҫтары. Искәндәрҙең үлеме алдынан ғәскәр башлыҡтары унан вариҫы итеп кемде ҡалдырасағы тураһында һорайҙар. Тулы хоҡуҡлы вариҫтары булмағанлыҡтан (уның улы Искәндәр IV уның үлеменән һуң ғына тыуа, ә икенсе улының әсәһе уның законлы ҡатыны булмай), был һорауға яуап бик мөһим була. Ҡайһы бер фараздар буйынса, Искәндәр "Kratisto" («Иң көслөһө») тип яуап ҡайтара. Искәндәр "Krater'oi" (Кратер) тип әйткән булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар Искәндәр вариҫы итеп ғәскәр етәкселәренең береһен ҡалдырырға теләүе тураһында раҫлай. Уның Кратер булыуы ла мөмкин, сөнки ул ғәскәрҙең күпселек өлөшө менән етәкселек итә һәм үҙен бик яҡшы башлыҡ итеп күрһәтә. Әммә Кратер был ваҡытта яҡында булмай, ә бүтәндәр «Иң көслөһө» тип ишетеүҙе уңайлыраҡ күрә. Искәндәрҙең нимә тип яуаплауына ҡарамаҫтан, Кратер үлтерелә, ә империяны ғәскәр башлыҡтары бүлгеләй (диадохтар). Кармен (опера). «Кармен» () — Жорж Бизе тарафынан яҙылған иң танылған oпeраларҙың бeреһe. Опера 4 акттан ғибәрәт, Проспер Мерименың бер үк исемле новеллаһы мотивы буйынса А. Мельяк һәм Л. Галеви либреттоһы. Яҙылыу тариxы. Рoмантик йылдарҙан башлап күп һанлы яҙыусыларҙы, кoмпoзитoрҙарҙы һәм сәнғәт әһeлдәрeн Испания үҙeнә тартҡан. Шуларҙың бeреһe — француз яҙыусыһы Прoспeр Mеримe. Ғаиләһe Рoмантик осoр менән бәйләнмәгән булһа ла, Meримe шул стилдә лә әҫәрҙәр ижад итеүгә ирeшә. Иң танылған әҫәрҙәрe араһында Кoлoмба һәм Кармeн. Кармeн сюжeтын донъяға танытҡан даһи иһә - Бизe була. Ул Прoспeр Mерименың рoманын музыкаға күсeрә, һәм oпeра фoрмаһында сәxнәләштeрә. Бизe Кармeн әҫәрeн яҙыуҙы 1873 йылда башлай, һәм бeрeнсe рeпeтициялар шул уҡ йылдың oктябрeнә тәғәйeнләнгән була. 1873 йылдың йәйeндә автoр бeрeнсe актты тамамлай, oпeра ҡуйылышы Oпéра-Кoмикуe тeатрында кисектерелә, һәм Бизe икeнсe oпeра яҙыуға күсә. 1873 йылдың октябрeндә Oпéра яна һәм Бизeның әҫәрe көн тәртибeнән төшөп ҡала. Бeр нисә айҙан һуң Oпéра етәксeлeгe Кармeнды 1874 йылдың авгусында ҡуйырға тип тәҡдим итә. Шунан Бизe oпeраны тиҙ арала, икe ай эсeндә oркeстрлаштыра. Рeпeтициялар 1874 йылдың октябрeндә башланып китә һәм бeр нисә айға һуҙыла. Кармeндың бeрeнсe сәxнә ҡуйылышы Oпéра-Кoмикуe тeатрында, 1875 йылдың 3 мартында үтә. Tәнҡитсeләр oпeраны бик оҡшатмаһалар ҙә, xалыҡ араһында ул дан ҡаҙана. Бeр-бeр артлы ҡуйыла башлай: Венала, Брюсселдә, Санкт-Петербургта, Лoндoнда һәм Нью-Йоркта. Шулай итeп, Кармeн П. И. Чайковский һүҙҙәренә күрә, донъяның иң пoпуляр oпeраһына әүeрeлә. Б (кирил хәрефе). Бб [бэ] — башҡорт әлифбаһының икенсе хәрефе. В (кирил хәрефе). Вв [вэ] — башҡорт әлифбаһының өсөнсө хәрефе. Г (кирил хәрефе). Гг [гэ] — башҡорт әлифбаһының дүртенсе хәрефе. Ғ (кирил хәрефе). Ғ, ғ, башҡорт телендә исеме: "ғы" — кирил хәрефе, башҡорт әлифбаһының бишенсе хәрефе. Шулай уҡ был хәреф ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик әлифбаларында ҡулланыла. Уның әйтелеше:. Төрки телендәге иҫке (ғәрәп) әлифбаларҙа Ғ урынында ﻍ хәрефе ҡулланылған. Ҡулланыу. Шулай уҡ был хәреф әзәрбайжан һәм үзбәк кирил әлифбаларында ҡулланылған. Хәҙерге үзбәк латин әлифбаһында был хәреф урынында g‘ диграфы ҡулланыла. Әзәрбайжан әлифбаһында был хәреф эквиваленты — ğ хәрефе. Д (кирил хәрефе). Дд [дэ] — башҡорт әлифбаһының алтынсы хәрефе. Ҙ (кирил хәрефе). Ҙҙ [ҙэ] — башҡорт әлифбаһының етенсе хәрефе. Е (кирил хәрефе). Ее [йэ] — башҡорт әлифбаһының һигеҙенсе хәрефе. Ё (кирил хәрефе). Ёё [йо] — башҡорт әлифбаһының туғыҙынсы хәрефе. Ж (кирил хәрефе). Жж [жэ] — башҡорт әлифбаһының унынсы хәрефе. З (кирил хәрефе). Зз [зэ] — башҡорт әлифбаһының ун беренсе хәрефе. И (кирил хәрефе). Ии [и] — башҡорт әлифбаһының ун икенсе хәрефе. Й (кирил хәрефе). Йй [ҡыҫҡа и] — башҡорт әлифбаһының ун өсөнсө хәрефе. К (кирил хәрефе). Кк [ка] — башҡорт әлифбаһының ун дүртенсе хәрефе. Ҡ (кирил хәрефе). Ҡҡ [ҡа] — башҡорт әлифбаһының ун бишенсе хәрефе. Л (кирил хәрефе). Лл [эль] — башҡорт әлифбаһының ун алтынсы хәрефе. М (кирил хәрефе). Мм [эм] — башҡорт әлифбаһының ун етенсе хәрефе. Н (кирил хәрефе). Нн [эн] — башҡорт әлифбаһының ун һигеҙенсе хәрефе. Ң (кирил хәрефе). Ң, ң, башҡортса исеме: "эң" — кирил хәрефе, башҡорт әлифбаһының ун туғыҙынсы хәрефе. Шулай уҡ ул — ҡазаҡ әлифбаһының 19-сы хәрефе, ҡырғыҙ әлифбаһының 16-сы хәрефе, татар әлифбаһының 18-се хәрефе. Был хәреф дуңган, ҡалмыҡ һәм тыва телдәрендә ҡулланыла. Был хәрефтең әйтелеше —. Дуңган телендә был хәреф менән бер генә һүҙ яҙыла: "ңә" () О (кирил хәрефе). Оо [о] — башҡорт әлифбаһының егермесе хәрефе. Ө (кирил хәрефе). Өө [ө] — башҡорт әлифбаһының егерме беренсе хәрефе. П (кирил хәрефе). Пп [пэ] — башҡорт әлифбаһының егерме икенсе хәрефе. Р (кирил хәрефе). Рр [рэ] — башҡорт әлифбаһының егерме өсөнсө хәрефе. С (кирил хәрефе). Сс [эс] — башҡорт әлифбаһының егерме дүртенсе хәрефе. Ҫ (кирил хәрефе). "Был мәҡәлә латин Ç, ç хәрефе тураһында түгелдер. Бының өсөн Ç (латин хәрефе) мәҡәләне ҡарағыҙ әле." Ҫ, ҫ, башҡортса исеме: "ҫэ" — кирил хәрефе, башҡорт әлифбаһының егерме бишенсе хәрефе. Шулай уҡ был хәреф сыуаш телендә ҡулланыла, унда ул 22-се уранды тора. Был хәреф нигеҙе — С хәрефе. Тт. Тт [тэ] — башҡорт әлифбаһының егерме алтынсы хәрефе. Уу. Уу [у] — башҡорт әлифбаһының егерме етенсе хәрефе. Үү. Үү [ү] — башҡорт әлифбаһының егерме һигеҙенсе хәрефе. Фф. Фф [ф] — башҡорт әлифбаһының егерме туғыҙынсы хәрефе. Хх. Хх [ха] — башҡорт әлифбаһының утыҙынсы хәрефе. Һһ. Һһ [һы] — башҡорт әлифбаһының утыҙ беренсе хәрефе. Цц. Цц [цы] — башҡорт әлифбаһының утыҙ икенсе хәрефе. Чч. Чч [че] — башҡорт әлифбаһының утыҙ өсөнсө хәрефе. Шш. Шш [шы] — башҡорт әлифбаһының утыҙ дүртенсе хәрефе. Щщ. Щщ [ще] — башҡорт әлифбаһының утыҙ бишенсе хәрефе. Ъъ (кирил хәрефе). Ъъ — башҡорт әлифбаһының утыҙ алтынсы хәрефе. Ҡатылыҡ билдәһе. Ыы (кирил хәрефе). Ыы [ы] — башҡорт әлифбаһының утыҙ етенсе хәрефе. Кодтар таблицаһы. HTML-да баш хәреф коды Ы &#1067; йәки &#x42B;, ә бәләкәй хәреф ы — &#1099; йәки &#x44B;. Ьь (кирил хәрефе). Ьь — башҡорт әлифбаһының утыҙ һигеҙенсе хәрефе. Йомшаҡлыҡ билдәһе. Ээ (кирил хәрефе). Ээ [э] — башҡорт әлифбаһының утыҙ туғыҙынсе хәрефе. Юю (кирил хәрефе). Юю [йу] — башҡорт әлифбаһының ҡырыҡ беренсе хәрефе. Я (кирил хәрефе). Яя [йа] — башҡорт әлифбаһының ҡырыҡ икенсе хәрефе. Урал батыр. Урал батыр һүҙбәйләнешенең бер нисә төшөнсәһе бар. Урал батыр, ҡобайыр. Урал батыр, ҡобайыр — башҡорт халыҡ ҡобайыры, әҙәби әҫәр. Бөтә доньяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Беренсе кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тәсуирләп, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙендә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй. Урал батыр ҡобайыры өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Әҫәр инглиз, нимес, урыҫ, венгр, төрөк, фин, абхаз телдәрене тәржемә ителеп баҫтырылған. Ҡобайыр беренсе тапҡыр 1910 йылда Ырымбур виләйәте 2-се Бөрйән улысы Иҙрес ауылында Ғебит сәсән Арғынбаевтан (1856-1921) һәм Икенсе Этҡол ауылында Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан (1861-1921) Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) тарафынан яҙып алынған. Урал батыр ҡобайырының тағы бер төрө 1956 йылда Силебе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан күренекле тел, әҙәбиет белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында 2007 йылда Урал батыр ҡобайырын сәхнәләштергән тамаша ҡуйылған. Тамашаның исеме Урал батыр. Өфө эсперанто клубы. Өфө эсперанто клубы 1968 йылда Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Эсперанто түңәрәктәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Уның тәүге етәксеһе Б.Г. Колкер, артабан Өфө эсперанто клубының рәйесе - әлеге мәлдә Эсперанто хәрәкәтенең алдынғы эшмәкәре. Клубтың иң әүҙем йылдары 70-се, 80-се йылдарға тура килә. Клуб бер нисә мәртәбә күсә килгән Заменгоф кубогына эйә була — был кубок йыл һайын илдең эштәре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән клубына тапшырыла.Заменгоф кубогы Өфө эсперанто клубында Әлбиттә, түңәрәктә ҡатнашҡандар барыһы ла клубтың актив ҡатнашыусылары булып китмәй, һәм барыһы ла эсперанто хәрәкәтендә ҡатнашыуын дауам итмәй. Әммә бөтә Союз күләмендә үткәрелгән — Совет эсперанто йәштәре лагеры (эсперанто телендә — Sovetiaj Esperantistaj Junularaj Tendaroj, SEJT) слеттарында ҡатнашҡандар һис шикһеҙ был хәрәкәттәрҙә әүҙем ҡатнашыусыларға әйләнә, тиергә мөмкин. Был слеттар йыл һайын туристик шарттарҙа ("tendaro" — палата лагере исеме лә шунан килә) үткәрелә. Йыл һайын был слетты ойоштороу теләге һәм мөмкинлеге булған теге йәки был эсперанто клубына тапшырыла. Шулай итеп, эсперантистар яңы ижади, йылы мөнәсәбәтле, ғәҙәти булмаған атмосфераға эләгеп, тулыһынса эсперанто теле мөхитенә сумып ҡына ҡалмай, (был слеттарҙа аралашыу эперанто телендә генә бара), шулай уҡ күп сәйәхәт итеп, яңы урындар менән дә таныша. Салауат ҡалаһында Өфө эсперанто клубы ойошторған Урал эсперантистары осрашыуыМәҫәлән, 1986 йылда Алтайҙың Телецк күле буйында йыйылған лагерь Өфө эсперантистарының хәтерендә оҙаҡҡа ҡала. Киләһе йылда лагерҙы украин эсперантистары Карпат тауҙарында Славско ауылы янында ойоштора. Бында Өфөнән килгән төркөм иң күләмлеһе була. Ә 1970 йылда Өфө клубы үҙе Кушнаренко ауылы янында Бөтә Союз слетын ойоштора. Өфө клубы шулай уҡ Урал эсперантистары, Башҡортостан ҡалалары эсперантистары осрашыуҙарын даими рәүештә ойоштора. Өфө эсперанто клубы ҡатнашыусылары йыл һайын уҙғарылған ижади ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, эсперанто теленә иң яҡшы тәржемә, иң яҡшы башҡарыу һымаҡ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыға. Эсперанто телендә яҙыусы билдәле шағир Ғ. Ғәзизов (Ғәфүр Ғәзизи) эшмәкәрлеген Өфө эсперанто клубында башлай. Әлеге мәлдә Францияла йәшәүсе Өфө эсперантисты Н. Корженевская әлеге көндә Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһының ағзаһы булып тора. Шулай уҡ Өфө эсперанто клубының бүтән ҡатнашыусылары (мәҫәлән, Н. Шигаев, Н. Цвиленева) эсперанто телен ҡулланыусы фәнни эшмәкәрҙәр йәмғиәтендә тора. Бөгөнгө көндә эсперантистар аралашыу өсөн Интернет селтәрен ҡуллана, эсперанто телендәге төрлө интернет-форумдарҙа ҡатнаша, ә ижади ярыштар слеттарҙа ғына түгел, Интернет аша ла үткәрелә. Курув. Курув () — Польшалағы бер ауыл, Любель воеводалығындағы Курув Гмины үҙәге. Курув ауылы Курувка йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 2 800 кеше (2007). Курув территорияһындағы беренсе урынлашып йәшәүҙәр XII быуатта башланған тип иҫәпләйҙәр. 1442 йылдың 6 ғинуарынан алып 1870 йылға тиклем ауыл ҡала статусына эйә була. Курувта 1923-се йылда Войцех Ярузельский тыуған. Куритиба. Куритиба ("Curitiba") — Бразилияның көньяғындағы ҡала. Колкер, Борис Григорий улы. Борис Колкер - 1980 йылда үткән Лира конкурсының жюри ағзаһы Борис Григорий улы Колкер (1939 йылдың 15 июлендә тыуған) – совет эсперантологы, телдәр уҡытыусыһы һәм тәржемәсе. Бер нисә эсперанто теле дәреслектәренең авторы. 1993 йылдан Кливлендта (Огайо штаты, АҠШ) йәшәй. Тормош һәм хеҙмәт юлы. 1962 йылда Кишинев университетын, «Урыҫ теле, әҙәбиәт һәм француз теле» бүлеген тамамлай. 1985 СССР Фәндәр Академияһының Тел белеме Институтында эсперанто темаһына дөйөм тел белеме буйынса кандидат диссертацияһын яҡлай. 1965 йылдан 1993 йылға тиклем Борис Колкер Башҡортостанда йәшәй. Ул Бирск педагогика институты, Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сит ил белгестәре менән тәржемәсе булып эшләй. 20 йыл дауамында Бөтә Рәсәй нефть геофизикаһы ғилми тикшеренеү институтында тәржемә бюроһы етәксеһе вазифаһын биләй. Уның мәҡәләләре Совет Башҡортостаны һәм Ҡыҙыл таң гәзиттәре менән бер рәттән, бөтә Өфө гәзиттәрендә баҫыла. 1973 йылда Ленинец гәзитендә уның эсперанто дәрестәре баҫылып сыға, был дәрестәр рус телендәге иң киң билдәле эсперанто дәреслектәренең нигеҙе булып тора һәм күп мәртәбә яңыртыла. Вечерняя Уфа гәзитендә эсперанто тураһында даими рубрика алып бара. 1957 йылдан эсперанто хәрәкәтенә ҡушыла. Төрлө кимәлдәге өс эсперанто теле дәреслектәренең, халыҡ-ара тел ғилеменән мәҡәләләр һәм баһаламалар авторы. Эсперанто Aкадемияһының ағзаһы, "Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең" ("Universala Esperanto Asocio", UEA) ағзаһы, эсперанто телендәге "Monato" ("Ай") журналы мөхәррирҙәренең береһе. Ике тиҫтә йыл дауамында Рәсәйҙә эсперанто телен ситтән тороп уҡыу курстарын алып бара, был курстарҙы 900-гә яҡын кеше тамамлай. Әлеге мәлдә интернет аша көсәйтелгән курстар ("Internacia Perfektiga Koresponda Kurso", IPKK) алып бара. Төрлө ваҡыттарҙа Борис Колкер "Совет эсперанто йәштәре хәрәкәте" (Sovetia Esperantista Junulara Movado, SEJM), Өфө эсперанто клубы, "Совет эсперантистары берләшмәһе" (Asocio de Sovetiaj Esperantistoj, ASE), "Совет республикалары эсперантистары союзы" (Sovetrespublikara Esperantista Unio, SEU), "Рәсәй эсперантистары союзының" (Rusia Esperantista Unio, REU) нигеҙ һалыусыларының һәм етәкселәренең береһе була, СССРҙа һәм Рәсәйҙә эсперанто телен өйрәтеү буйынса вәкил, "Бөтә донъя эсперантист йәштәр ойошмаһы" (Tutmonda Esperantista Junulara Organizo, TEJO) комитетының ағзаһы, "Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең" ("Universala Esperanto Asocio", UEA) ағзаһы һәм СССРҙа төп вәкиле, "Эсперанто телендә яҙыусылар ойошмаһының" ("Esperantlingva Verkista Asocio", EVA) нигеҙ һалыусыһы һәм ағзаһы. Бөтә донъя эсперантистары конгрестарында 1963 йылда София ҡалаһында үткән 48-се конгрестан алып докладтар менән сығыш яһай, 2000 йылда Тель-Авивта үткән 85-се Конгрестың темаһын билдәләй. Кандидат диссертацияһы. " " Мәскәү: СССР Фәндәр Академияһы, Тел белеме институты, 1985. – 23 бит. Диссертацияға автореферат Ғәйетбаев, Наил Әсхәт улы. Наил Ғәйетбай (Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев) 1948 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Сибайҙа урта мәктәп тамамлай. Магнитогорск тау-металлургия институтында инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә, Сибайҙа эшләй, артабан Башҡортостан Яҙыусылар союзында. Әлеге көндә Милли әҙәбиәт музейының генераль директоры һәм «Тамаша» журналының баш мөхәррире. Наил Ғәйетбай мәҙәниәт министрының урынбаҫары булараҡ (1992—1998 й.) «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә. Драматург һәм прозаик Н. Ғәйетбай Башҡортостан Яҙыусылар союзының драма секцияһы рәйесе, Өфө сәнғәт институты доценты. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 17 китап, 25 пьеса, 2 роман, 10 балалар өсөн повесть авторы. Альмазан. Альмаза́н йәки Альмасан (Almazán) — Испанияла, Сория провинцияһында, Кастилия һәм Леон автономиялы берлегендә урынлашҡан ҡала. Мөхәмәтйәнов Шәкирйән Юныс улы. Шәкирйән Мөхәмәтйәнов - ("Шакирьян Мухамедьянов", "Матросов Александр Матвеевич") Ҡунаҡбай ауылында тыуған (хәҙерге Учалы районы). 1943 йылдың 23 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн һуғышта ул, уҡсылар полкының гвардия рядовойы, үҙ күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплай. Бәләкәйҙән үк әсәйһеҙ ҡала. Ульяновск өлкәһе Иваново балалар йортонда, 1940-42 йылдарҙа Өфө хеҙмәт колонияһында тәрбиәләнә. Балалар йортонда Александр Матросов тигән яңы исем менән фамилия ала. Краснохолмск хәрби-пехота училищеһын тамамлағандан һуң, 1943 йылда Калинин фронтына ебәрелә. А.Матросов хеҙмәт иткән икенсе уҡсылар батальоны Чернушки янындағы иң мөһим һуғыш нөктәһендә ҡатнаша. Үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме һәм Ленин ордены бирелә. А.Матросов исемен йөрөтөүсе 254-се гвардия уҡсылар полкы артабан да дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәшеүен дауам итә. Һылтанмалар. http://www.ufacity.info/bashkir/news/20060303_1.htm Исмәғилев, Заһир Ғарип улы. Исмәғилев, Заһир Ғарип улы — атаҡлы башҡорт композиторы, 1916 йылда 21 ғинуарында Ырымбур губернаһы, Верхне-Урал өйәҙе, Үрге Сәрмән ауылында тыуған. 2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында үлгән, Өфө мосолман зыяратында ерләнгән. БАССРҙың, СССРҙың халыҡ артисы (1982), РСФСРҙың атҡаҙанған артисы (1955), Глинко исемендәге дәүләт, Салауат Юлаев исемендәге республика премиялары лауреаты, Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Халыҡтар Дуҫлығы, Почёт билдәһе ордены кавалеры. __NOTOC__ Тормош юлы. Атаһы уның урмансы булыуын теләй. Заһир бала саҡтан урман эшендә үҫә. Буш ваҡытында ҡурайҙа уйнай. 20 йәш тулғанда Өфөнән артистар килгәнде ишетеп, 30 саҡрым алыҫлыҡҡа Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп ҡатнаштырыуын һорай. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! – тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү консеваторияһының башҡорт төркөмөнә уҡырға инә. Һағыҙ. Һағыҙ – сәйнәү (көйшәү) өсөн тәғәйенләнгән кәнфит. Һағыҙҙы йоторға ярамай. Сәйнәй торған нигеҙгә төрлө тәмләткес ҡушылмалар өҫтәп яһайҙар. Һағыҙҙың сәйнәй торған нигеҙе каучук, резина, төрлө ыҫмалалар булырға мөмкин. Һағыҙҙы стомотологтар ауыҙ эсен таҙартыу һәм сәйнәү мускулатураһын көсәйтеү өсөн тәҡдим итәләр. Һағыҙ сәйнәгәндә ауыҙ һуты (шайыҡсаһы) бүленеп сыға, шуға күрә һағыҙҙы ашағандан һуң сәйнәргә кәрәк. Ҡайын туҙынан һағыҙ әҙерләү тәртибе. Ҡәҙимге ҙур бер йомғаҡ һағыҙ ҡайнатыу өсөн ике-өс тоҡ ҡайын ҡайырыһы кәрәк. Уны урманға барып йәки берәй төҙөлөш барған урында бысылған ҡайын ағасынан йыйып алырға мөмкин. Ҡайын туҙын ҡағыҙҙай йоҡа ғына итеп һыҙырып алырға. Уны көнө буйы ла һыҙырырға тура килә. Туҙҙарҙы ҡаймаҡ һөртөп, суйынға тыңҡыслап һалырға. Ҡаймаҡ иҫке түгел, ә яңы ғына айыртылған булһын. Янғын хәүефен булдырмау өсөн һағыҙҙы йылға буйында ҡайнаталар. Суйынды таба менән ябып, өстағанға ултыртып, усаҡҡа ҡуяһың. Ул ҡыҙғас, эсендә сажлап эреүсе туҙҙы уҡлау кеүегерәк йоморо таях менән һаҡ ҡына болғатырға. Эрегән туҙ усаҡҡа сәсрәмәһен. Суйын ныҡ ҡыҙһа, йыш болғатып торорға тура киләсәк. Таяҡты бысратмау мөһим, сөнки ҡом-фәлән йәбешһә, һағыҙҙың сифаты юғала. Таяҡты таҙа сепрәккә һалып тороу фарыз. Суйын эсендәге иҙмәне мөмкин тиклем йышырах болғатып, туҙҙары һағыҙға эйләнеп эреп бөткәс, уға таҙа һалҡын һыу ҡойоп, күләгәгә ултыртырға. Һыуынғас, ҡулды ҡаймаҡлап, суйын эсендәге һағыҙҙы һыпырып йыйып йомғаҡлап, еүеш сепрәккә төрөп һалаһың. Һағыҙ әҙер. Усаҡты яҡшылап һүндергәс, эш тә тамам. Еүеш сепрәккә терөлгән хуш еҫле ҡайын туҙы һағыҙын өҙөп алып ҡына сәйнәргә. Бындай һағыҙ таҙа. Һаулыҡҡа зыяны юк. Ул урттағы насар еҫте бөтөрә, теште таҙарта, нығыта, аппетитты аса. Теләһә ниндәй химик ҡатнашмаларҙан әҙерләнгән ашҡаҙанға зыянлы сит ил һағыҙҙарын файҙаланғансы, әсәй-оләсәйҙәребеҙҙең бай ижади фантазияһы нигеҙендә ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатып сәйнәү, мең тапҡыр яҡшы буласаҡ. Сығанаҡ. Флора Бикембәтова. Ырымбур өлкәһе. Киске Өфө.№16, 2007. Ғәлимов, Сәләм Ғәлим улы. Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов - шағир һәм публицист, 1911 йылда 5(18) ғинуарында Силәбе өлкәһенең Көншәк, районының Тегәш ауылында тыуған, 1939 йылдың 19 июнендә Ленингдад ҡалаһында үлгән. 1967 йылда республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия булдырылды. __NOTOC__ Тормош юлы. Мәктәпте тамамлағас 1928-1930 йылдарҙа ауылда уҡытыусы, комсомол ойошмаһы секретаре булып эшләй, колхоз ойоштороуҙа ҡатнаша, ауыл хәбәрсеһе була. 1930 йылда «Башҡортостан» гәзите редакцияһына эшкә саҡырыла. 1937 йылда Башҡорт дәүләт пединститутын (хәзерге Башҡорт дәүләт университеты) тамамлай. Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт фәнни-тикшереү институтында ғилми хеҙмәткәр булып әшләй. Башҡорт шиғриәтендә беренсе булып лирик, эпик һәм новаторлыҡ алымдарын ҡуллана.1938 йылда СССР фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантурағы уҡырға ебәрелә, ул унда ҡаты сирләй һәм үлеп ҡала. Эйфель башняһы. Эйфель башняһы – Париждың иң билдәле һәм иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Башня үҙенең конструкторы Гюстав Эйфель исемен йөрөтә һәм донъяға Францияның символы булараҡ билдәле. Туризмдың иң популяр урыны – йыл һайын ул 5,5 миллионға яҡын кеше ҡабул итә. 1889 йылда Парижда XII халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылырға тейеш була. Француздар баш ҡалаға килеүсе сит ил кешеләрен таң ҡалдырырлыҡ ҡоролма теҙөргә уйлап, махсус конкурс иғлан итә. Унда 700 эш араһынан архитектор Гюстав Эйфелдең 300 метр бейеклегендәгө башня проекты иң үҙенсәлеклеһе тип табыла. Эйфель төҙөләсәк башняны донъяның ул замандарҙағы иң бейек хоролмаларынан өс тапҡыр бейек итергә уйлай. Ләкин өс йөҙгә яҡын.француз мәҙәниәте эшмәкәрҙәре, «Парижды йәмһеҙләп, заводтың гигант торбаһын хәтерләткән тимер ҡолға»ны ҡала уртаһында төҙөүгә ҡаршы протест яҙалар. Эйфелгә үҙенең проектын яҡлап, бик күп көрәшергә тура килә. Төҙөлөш 1886 йылда башлана. Терлө ҙурлыҡтағы 12 мең деталь әҙерләп, өс быуынлы башняны 8 ай эсендә ҡоралар. Был ул замандарҙа иң ҡыҫҡа срок була. Көслө елгә бирешмәһен есөн Эйфель ян-яҡ таяуҙарҙы салыш итеп эшләй, шуға күрә дауылда ла ул вертикаль кимәленән ни бары 15 сантиметрға ғына ауыша. Корос рәшәткәле был хоролманы төҙөү өсөн 8600 тонна металл тотонола. Төҙөлөш 1889 йылдың 31 мартында тамамлана. Уны күреп таң калған сит ил кешеләре алдағы күргәҙмәне лә фәҡәт Парижда үткәрергә харар итә. Манара. Мәрҙин ҡалаһындағы манара Ҡалян мәсете манараһы Манара (, "минарет", «маяк») — ислам архитектураһында мәсеттә мосолмандарҙы намаҙға саҡырыу өсөн аҙан ҡысҡыра торған бейек махсус ҡоролма.Аҙанды мөәзин ҡысҡыра. Манара мәсеткә терәлеп тә, айырым да эшләнергә мөмкин. Ул мәсеттең архитектура төҙөлөшөн йәмләп тора. Сәлимов, Ниязбай Булатбай улы. Сәлимов, Ниязбай Булатбай улы (Нияз Сәлимов) — филология фәндәре кандидаты, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты. Ул — РФ һәм БР Яҙыусылар союзы, РФ һәм БР Журналистар союзы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды ғәмәлгә ашырыу Комиссияһыңың Терминология хеҙмәте ағзаһы. __NOTOC__ Тормош юлы. 1958 йылдың 27 сентябрендә Ғафури районы Яугилде ауылында тыуып үҫә. Стәрлетамаҡ дәуләт педагогия институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була. 1984 йылда талантлы йәш белгес «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, биш йылдан республика йәштәренең «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштә-ренең үҙ аллы гәзите «Йәшлек»те булдырыуға ҙур көс һала, уның тәүге мөхәррир урынбаҫары була. 1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән.1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә, 1993 йылда Н. Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә. Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә. 1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә. Бер монография, ике брашюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйнтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән эше бар. Арҡайым. "Был археологик ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Авиакомпания тураһында Арҡайым (авиакомпания) битен ҡарағыҙ" Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс. 1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында иң боронғо цивилизацияларҙың береһенә ҡараған «ҡалалар иле» табылғайны. Арҡайым Англияның боронғо Стоунхендж обсерваторияһына оҡшаған. Был асыш XX быуаттың һуңғы ике тиҫтә йылындағы археологик сенсация булды. Янында урынлашҡан элекке башҡорт ауылы исемен алып, ғалимдар уны «Арҡайым» тип исемләне. Хәҙерге көндә әлеге урындар музей-ҡурсаулык дәрәжәһендә, унан донъяның төрлө тарафтарынан экскурсияға килгән кешеләр ағымы өҙөлмәй. Музей-ҡурсаулыҡтың даны — б. э. т. III—II мең йыллыҡҡа ҡараған Арҡайым нығытмаһы һәм некрополе. Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған. Әлеге көндә Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе өлкәһе көньяғының ҙур ғына майҙанында Арҡайым цивилизацияһына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың яҡынса йәше — 4000 йыл. Арҡайымдар күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр эшләү, ҡорал яһау, тукыу һ.б. төр эштәр менән шөғөлләнгән. Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала янып бөткән. Ҡалаларҙағы ҡоролмалар ағас менән үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана ала. Әллә нисә мең йыллыҡ үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең ҡаланы ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, уларҙың үҙҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алып китеүен асыҡлай ғалимдар. Улар фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан күрергә һәләтле булыуҙары хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тигән һүҙ. Ғалимдар фаразлауынса, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле. Учалы Стоунхенджы. Учалы Стоунхенджы (Баҡшай) — Башҡортостандың Учалы районында табылған Англияның бөтә доняға билдәле Стоунхенджына оҡшаған археологик ҡомартҡы. Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы янындағы Баҡшай тигән урын 1956 йылда осраҡлы рәүештә тиерлек (һауанан фотоға төшөргән ваҡытта) табылған. 1998 йылда яланда ниндәйҙер түңәрәк «йәшерелеүе» асыҡланған. Ниһәйәт, 2004 йылда Көнсығыш итстисади-гуманитар университеты, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы һәм Учалы районы хакимиәте тырышлығы менән был объектта археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә башлаған. Әлеге ваҡытта бында «халыҡ календары», йәғни түңәрәк рәүешендә эшләнгән астрономик обсерватория урынында ҡазыу эштәре алып барыла. Тауға менеп ҡараһаң, ул ап-асыҡ күренә, сөнки үләне икенсе төрлөрәк үҫә. Был серле урынды «Учалы Стоунхеджы» тип тә йөрөтәләр. Оҡшаш объекттар донъяның тағы бер нисә урынында — Австрия, Чехия, Рәсәйҙең Курған һәм Рязань өлкәләрендә бар, тик улар Баҡшайзан бәләкәйерәк. Археологтар һәм ғалимдар фекеренсә, учалыларҙың Баҡшайы — электән ҡалған табыныу урыны ла, ҡиммәтле археологик ҡомартҡы ла. Боронғолар был яланды юҡҡа һайламаган — бында Урал, Миндәк йылғалары һәм Баҡ-шай шишмәһе бергә ҡушыла. Икенсенән, ялан фәҡәт Европа менән Азия сигендә урынлашҡан. Өсөнсөнән, боронғо ауыл диаметры бер саҡрым самаһы булған «тәрилкә» рәүешендә йәйелгән, ситтән тау һырттары менән уратылған. Ҡаҙылган урындарҙа күпләп уҡ баштары, һауыт-һаба ярсыҡтары, баҡыр әйберҙәр һәм башҡа ҡомарткылар табыла. Археологтар был урында ҡасандыр булған боронғо ҡорамды ла ҡазып сығармаҡсы. Ҡорам торған урындағы түбәнге ҡатламында боронғо таш быуат, хатта палеолит дәүеренә ҡараған әйберҙәр табылған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ҡорамдар Һиндостан, Мысыр, Италия һәм Чехияла бар. Боронғо ауыл 12 мең йыллыҡ тарихҡа эйә булһа, ҡорамға иһә биш мең йыл самаһы, тип күҙаллана. Учалы Стоунхенджы бөгөнгө көндә Стоунхендж ҡасандыр ошондай булған Стоунхендж. Стоунхендж — () Бөйөк Британияла тиҫтәләгән йылдар буйына тикшереүселәрҙең иғтибарын йәлеп итеүсе боронғо таш ҡоролма. Ул Лондон ҡалаһынан 130 км көньяҡ-көнбайышта Солсбери тигеҙлегендә урынлашҡан. Күп тикшереүселәр Стоунхенджды боронғо британлыларҙың таш быуаттағы күк есемдәрен күҙәтеү өсөн төҙөлгән астрономик обсерватория тип иҫәпләй. Археологтар фекеренсә, ул өс этапта, б.э.т. 3500 йылдан алып 1100 йылға тиклем төҙөлгән. Стоунхендж — ул биш тонналы 82, егерме биш тонналы 30 һәм илле тонналы 5 ташты билдәле бер тәртиптә түңәрәк буйынса урынлаштырыуҙан барлыҡҡа килгән ҡоролма. Бер-береһенә “П” хәрефе рәүешле теҙелгән блоктарҙан арҡалар барлыҡҡа килә. Ҡасандыр улар донъя тарафтарын бик дөрөҫ күрһәтеүсе компас булараҡ файҙаланылған, тигән фекер бар. Башҡа тикшереүселәр фекеренсә, был монумент б.э.т. 3100 йылда Британия утрауҙарында йәшәгән ҡәбиләләр тарафынан Ҡояш һәм Айҙы күҙәтеү өсөн төҙөлгән. Әммә һуңғы йылдарҙағы фәнни тикшеренеүҙәр нәтижәләре быға ҡәҙәр йәшәп килгән фекерҙәрҙе шик аҫтына ҡуя. XX быуаттың егерменсе йылдарында уҡ билдәле геолог Х. Томас таштарҙың хәҙерге Стоунхендж урынлашҡан ергә өс йөҙ саҡрым йыраҡлыҡтан килтерелеүен асыҡлаған. Илле, егерме биш, хатта биш тонна ауырлыҡтағы йөктө бындай ҙур араға күсереү бөгөнгө көндә лә бик еңел эш түгел. Ул замандарҙа бының өсөн техника ла, технологиялар ҙа булмаған. 1994 йылда Уэльс университеты профессоры Дэвид Боуэн, яңы ысулға таянып, Стоунхендждың йәшен билдәләгән. Уның тикшеренеүе нәтижәләре буйынса, ул 140 мең йыл тәшкил итә. Һәр кемгә мәктәп йылдарынан уҡ билдәле булыуынса, аңлы кешелек доньяһы ни бары 40 мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Стоунхендж төҙөлгән осорҙа иһә ерҙә ябай эш ҡоралдары менән генә файҙалана белгән, әле формалашып килеүсе генә телдә һөйләшкән кешеләр йәшәгән. Уларға бындай ауыр структуралы ҡоролманы төҙөү ни өсөн кәрәккән? Йә иһә ул кешелеккә мөнәсәбәте булмаған башҡа берәр цивилизацияның ижад емешеме? Был һорауҙарға әлегә яуап юҡ. Тап ошо билдәһеҙлек киң йәмәғәтселектең Стоунхенджға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уята ла инде. Англияла ул күптән мифтар, риүәйәттәр менән уратып алынған изге урынға әүерелгән. Таштарҙан кешене барлыҡ ауырыуҙарҙан да һауыҡтыра алырлыҡ энергия бөркөлә, тигән ышаныс йәшәй. Шул сәбәпле, боронғо ҡоролмаға доньяның барлыҡ илдәренән дә сәфәр ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта. Стоунхендж менән ҡыҙыкһыныуҙы көсәйтеүсе яңылыҡтар ҙа ваҡыт үткән һайын күбәйә генә. Әйтәйек, билдәле астроном Фред Хойл, ҡоролманың барлыҡ геометрик үҙенсәлектәрен дә тикшергәндән һүң, уны төҙөүселәрҙең йыһан тураһында бик күп белеүҙәрен белдергән. Ни өсөн тигәндә, уның структураһында Ҡояштың галактика буйлап хәрәкәтенә ишара бар икән. 1998 йылда ғалим-астрономдар компьютер ярҙамында Стоунхендждың боронғо күренешен асыҡлаған һәм уны төрлө яҡтарҙан тикшергән. Нәтижәләр шаҡ ҡатырлыҡ. Боронғо монолит Ай һәм Ҡояш календары ғына түгел, Ҡояш системаһының теүәл моделе лә икән ул! Әммә бер генә айырма бар: был моделдә туғыҙ түгел, ә ун ике планета. Уларҙың икеһе бөгөнгө көндә билдәле булған Ҡояштан иң йырак планета —- Плутондан һуң урынлашкан. Тағы берәүһе— Юпитер менән Марс орбитаһы араһында. Астрономия китабынан һәр мәктәп уҡыусыһына мәғлүм булыуынса, ошо урында астероидтар сылбыры һуҙылған. Ҡасандыр бик элек ул планета булған, тик ул ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тарҡалған, тигән фараз да бар. Тимәк, Стоунхендж картаһы алдамай?! Ғалимдар әлегә боронғо таш ҡоролманың кем тарафынан төҙөлгәнен белмәй. Әммә тикшеренеүҙәрҙән шул мәғлүм: уны төҙөүселәр –беҙҙең эраға тиклем яҡынcа 3000-2000 йылдарҙа Англия территорияһында йәшәгән друид ҡәбиләләре түгел. Уларҙың астрономия, математика, геология, архитектура буйынса бындай дәрәжәләге белемдәре булмаған. Ысын архитекторҙары кем икәнлеген фаразларға ғына ҡала. Пуэрто-Риконың бойондороҡһоҙлоҡ фирҡәһе. Пуэрто-Риконың бойондороҡһоҙлоҡ фирҡәһе (испан телендә: Partido Independentista Puertorriqueño, PIP; инглиз телендә: Puerto Rican Independence Party) — Пуэрто-Риконы Америка Ҡушма Штаттарына бойһонмаған дәүләт итеп төҙөү өсөн көрәшкән сәйәси фирҡә булараҡ билдәле. Фирҡә — илдәге өс төп сәйәси фирҡәләрҙең береһе һәм теркәлгән бөтә фирҡәләр араһында йәше буйынса икенсе урында тора. Ғайсаның Хаҡ Сиркәүе. «Ғайсаның Хаҡ Сиркәүе» (ҡытайса - 真耶稣教会, урыҫса - Истинная церковь Иисуса) — Ҡытайҙа 1917 йылда асылған бойондороҡһоҙ сиркәү. Бөгөн сиркәүҙең алты континентта һәм ҡырыҡ биш илдә 1,5 миллионға яҡын ағзаһы бар. ХХ быуат башында барлыҡҡа килгән Сиркәү Христианлыҡтың Илленселәр бүлегенә ҡарай. 1995 йылда сиркәү Рәсәйҙә эшләй башлай. Ул Иисустың Икенсе мәртәбә Пәйҙә булыуы алдынын евангелиены бөтә халыҡтарға өйрәтергә тырыша. Азатлыҡ статуяһы. Азатлыҡ статуяһы (ингл. "Statue of Liberty", "Liberty Enlightening the World") — тулы исеме «донъға нур һибеүсе Азатлыҡ» — АҠШ-тың бөтә донъяға билдәле скульптураһы, Президент Кливленд ҡатнашлығында 1886 йылдың 28 октябрендә Америкала, Нью-Йорктан яҡынса 3 км алыҫлыҡта асыла.Азатлыҡ Статуяһы (пьедесталдан күренеш) Был статуя Нью-Йоркҡа океандан килеүсе пассажирҙарҙы уң ҡулындағы Азатлыҡ факелын тотҡан мөһабәт ҡатын-ҡыҙ статуяһы ҡаршылай. Һул ҡулындағы таҡтаға Американың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы ҡабул иткән көн «1776 йыл, 4 июль», тип яҙылған. Шул датаның йөҙ йыллығына арнап, статуяны француз демократтары уйлап сығара. Улар Азатлыҡ статуяһында Америкалағы демократияға һоҡланыуын сағылдырырға теләй. Скульптураны француз скульпторы Фредерик Бартольди, ә пьедесталын Америка архитекторы Ричард Хант эшләй. Статуяны эшләү өсөн аҡсаны Францияла төрлө мәрхәмәтлек саралары, күңел асыү, лотерея үткәреп йыялар. Американың үҙендә төрлө күргәҙмәләр, бокс уйындары үткәрәләр. Статуяны ҡойоуға ғына 31 тонна баҡыр тотонола. Ауырлығы 125 тоннаға еткән статуяны Америкаға 350 өлөшкә бүлеп, 214 йәшниктә 1885 йылда «Изэр» фрегаты менән килтереп, 27 мең тонна цементтан эшләнгән пьедесталға урынлаштыралар. Азатлыҡ статуяһының бейеклеге ерҙән алып ҡулындағы факелдың осона тиклем 93 метр. 1972 йылда Америкаға килеп төпләнеүсе халыҡтарға бағышланған музей асыла. Музейға килеүселәр 354 күтәрмәнән тажына тиклем менәләр.Таждың эсендә Башына ете нурлы таж — ете диңгеҙ һәм ете континенттың символы, ул тажда 25 тәҙрә — ерҙәге 25 ҡиммәтле таштың символы. Өҫтөнә оҙон күлдәк кейгән ҡатындың аяҡ аҫтында ҡоллоҡ бығауының өҙөлгән сынйырҙары һибелеп ята.Меңәрләгән эмигранттар есөн Тыуған илендә кисергән иҙелеүҙән ҡотолоу билдәһе булған Азатлыҡ Статуяһы Американың төп символына әйләнә. Ырымбур экспедицияһы. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy Ырымбур ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары И. К. Кирилов былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була». Экспедиция начальнигы итеп И. К. Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был дәрәжә хәрбиҙәрсә бригада-генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, суҡынмыш татар мырҙаһы А. И. Тевкелев билдәләнә. Башҡорттар был палачты Тәфтиләү тип атаған. 1734 йылдың 15 июнендә экспедиция Петербургтан юлға сыға, 10 ноябрҙә И. К. Кириловтың 3,5 меңлек отряды Өфөгә килеп етә, 1735 йылдың15 авгусында И. К. Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса —Орь) Яйыҡҡа ҡойған урынында Оренбург тәлғәһенә (башҡортса — Ырымбур) нигеҙ һала. Ырымбур 1740 йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә 1743 йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, Һаҡмар йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге Ырымбур Орск ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер — ҡала. XVIII быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен Яйыҡ йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар. Башҡорт ихтилалдары. 1735—1736 йылдарҙа ихтилалалға Килмәк абыҙ, 1737 — 1738 йылдарҙа Бәпәнәй батыр, 1739—1740 йылдарҙа Ҡараһакал етәкселек итә. Көстәр нисбәте тиң булмағас, еңеү хөкүмәт ғәскәре яғында була, әлбиттә. 1735—1740 йылдарҙа Башҡортостандың азатлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелгән оло яуҙа халҡыбызҙың өстән бер өлөшө һәләк була. Шулай итеп, Рәсәйгә килешеү менән ҡушылған Башҡортостан, ике быуат үткәс, империяның колонияһына әүерелә. Америка тарихсыһы Үолтер Коларз «Рәсәй һәм уның колониялары» (1955) исемле китабыyда былай тип яҙа: «Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу Рәсәй тарихындағы иң күренекле ваҡиғаларҙың береһе булған. Ул ваҡиға үҙенең әһәмиәте буйынса Ҡазан яулап алыуға тиң». 1744 йылда Ырымбур экспедицияһы (комиссияһы) урынына Ырымбур губернаһы төҙөлә. 1865 йылға тиклем Ырымбур ҡалаһы Башкортостандың хәрби административ үҙәге була. 1865 йылдан Башҡортостандың төньяҡ өлөшөӨфө губернаһына бирелә, ә көньяҡ өлөшө Ырымбур губернаһы составында ҡала. Музей. Музе́й — (грексә μουσεῖον —Музалар йорто) тарихи, матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡыларын йыйыу, өйрәнеү, һаҡлау һәм күрһәтеү эше менән шөғөлләнгән ойошма. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы – Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губерна музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала. Губерна музейын ойоштороуҙа Н.А.Гурвич. А.Б.Иваницкий, В.И.Власов, К.А.Бух, А.А.Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә. Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14). Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин. Жанна д’Арк. Жанна д’Арк (хәҙерге, 1412 йыл –1431 йылдың 30 майы) – Францияның 15-се быуат батыры. 17 йәшендә ул инглиз ҡамауы аҫтында ҡалған Орлеан ҡалаһын Франция дофины Карл биргән ғәскәр ярҙамында ҡамауҙан ҡотҡара. Бер нисә тиҙ еңеүҙән һуң, уның етәкселеге аҫтында Франция ғәскәре Реймс ҡалаһын ҡайтанан яулап ала һәм Карл VII-не тәхеткә ултыртыу тантанаһы үтә, шулай итеп, тәхет хужаһы менән бәйле бәхәсле һорау хәл ителә. 19 йәшендә ул дингә ҡаршы килеүҙә ғәйепләнә һәм язалап үлтерелә. 24 йылдан һуң Рим папаһы Каликст III хөкөмдөң дөрөҫ булмауын иҫбатлай, Жанна ғәйепһеҙ язаланған тип иғлан ителә. 1920 йылдан уның исеме изгеләр рәтенә керетелә. Франция – Жанна д’Арк дәүерендә. 1337 йылда Франция тәхете өсөн барған бәхәс нигеҙендә, Франция һәм Англия араһында Йөҙ йыллыҡ һуғыш башлана. Бөтә һуғыш Францияла бара, тип әйтергә була, был Франция иҡтисадының бәкәленә һуға. Үткән быуат Ҡара үлеменән һуң аяҡҡа баҫа алмаған Францияның сауҙагәрҙәре сит ил баҙарынан киҫелә. Һуғыштың тәүге осорҙарында Англия үҙенең баҫып алыу маҡсаттарына ирешә, тиергә була, Франция хәл иткес ҙур еңеүҙәргә өлгәшә алмай. Жанна тыуған саҡта тәхеттә ултырған француз короле Карл VI, аҡылға камил булмауы арҡаһында, йыш ҡына хакимлыҡ итә алмай. Королдең туғандары Орлеан герцогы Людовик һәм Бургундия герцогы Иоанн II араһында регентлыҡ өсөн бәхәс ҡуба. Был бәхәс королева Изабелла менән никахтан тыш мөнәсәбәттәрҙә ғәйепләүгә тиклем барып етә. Ахыр сиктә, 1407 йылда Бургундия герцогы Орлеан герцогы өсөн үлтереүселәр яллай. Инглиз колроле Генрих V ошо ыҙғыш менән файҙаланып, 1415 йылда Францияға бәреп инә һәм Азенкур яуында еңеп сығып, Францияның төньяҡ ҡалаларын баҫып ала. Буласаҡ француз короле Карл VII 14 йәшендә, уның дүрт ағаһы ла үлгәндән һуң, француз тәхетенең вариҫы — дофин титулын ала. Ул башҡарған рәсми ваҡиғаларҙың тәүгеләре — 1419 йылда Бургундия менән тыныслыҡ килешеүен төҙөү була. Был килешеү шул уҡ йылда Иоанн II-нең үлтерелеүенән һуң юҡҡа сыға. Бургундияның яңы герцогы Филипп III, атаһының үлемендә Карлды ғәйепләп, Англия менән берләшә һәм Францияның ҙур өлөшө баҫып алына. 1436 йылда Изабелла Труа килешеүендә Карл VI үлгәндән һуң Француз тәхете Генрих V-гә тейешлеге һәм уның вариҫтары Изабелланың улы Карлдан өҫтөн булыуы менән килешә. Был килешеү уның Орлеан герцогы менән никахтан тыш мөнәсәбәте тураһында фараздарҙы яңырта һәм Карлдың тәхеткә дәғүә итә алыуына ҡарата шик көсәйә. Генрих V һәм Карл VI бер-бер артлы ике ай айырма менән 1422 йылда үлеп китәләр. Ике короллектең дә монархы булып бала ғына килеш Англиянан Генрих VI ҡала. Генрих V-нең туғаны, Бедфорд Иоанн Ланкастрский уның регенты вазифаһын биләй. 1429 йылдың башына Францияның бөтә төньяҡ өлөшө тиерлек һәм ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш өлөштәре сит илдәр йоғонтоһо аҫтында ҡала. Париж менән Англия, Реймс менән Бургундия хакимлыҡ итә. Аҙакҡҡы ҡала Франция өсөн уғата мөһим була, сөнки бында ғәҙәттә тәхеткә ултыртыу тантаналары үтә. Англия Луаранан төньяҡтараҡ Францияның ҡарамағында ҡалған берҙән-бер ҡала Орлеанды ҡамап ала. Ҡаланың ҡамауға ҡаршы тора алырына бер кем дә ышанмай. Тормош юлы. Үлтерелгән ваҡытында Жаннаға 19 йәш була, тимәк ул 1412 йылдар тирәһендә тыуа. 1424 йылда, 12 йәшлек сағында, ул беренсе мәртәбә сит тауыштар ишетә. Һуңынан яҙыуынса, ул Изге Михаил, Изге Екатерина, Изге Маргаританың тауыштарын ишетә һәм улар Жаннаға дофинды Реймсҡа уны тәхеткә ултыртыу өсөн килтерергә бойора. 16 йәшендә Жанна Вокулёр ҡалаһы капитаны Робер де Бодрикурға үҙенең королде тәхеткә ултыртырға тейешлеге тураһында әйтә һәм король һарайына үтергә рөхсәт биреүен һорай. Капитандың мыҫҡыллы яуабынан һуң да ул туҡтап ҡалмай, киләһе ғинуарҙа ул кире килә һәм Орлеан янында барған яу тураһында күрәҙә итә. Жаннаның күрәҙәһе бойомға ашҡандан һуң, Робер де Бодрикур уға тамам ышанып, король һарайына үтергә рөхсәт бирә. Бургундия аша ул ирҙәр кейемендә үтә. Жанна дофинға хат яҙғанында, уны мотлаҡ таныясағын яҙған була, дофин быны тикшермәк булып, тәхеткә бүтән кешене ултырта һәм үҙе халыҡ араһына барып баҫа. Жанна был һынауҙы үтә — Карлды таный. Шунан ул үҙенең Хоҙай тарафынан илде инглиз баҫымынан ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгәнен әйтә һәм Орлеанды ҡамауҙан ҡотҡарыу өсөн ғәскәр һорай. Артабан ул Пуатье ҡалаһында теологик тикшереү үтә. Карл ҡыҙҙы ғәскәр башлығы итеп ҡуйырға ҡарар итә. Жаннаның Хоҙай исеме менән Карлдың тәхеткә тулы хоҡуғы булыуын раҫлауы был ҡарарға килеүҙә мөһим роль уйнай. Жанна — ғәскәр башлығы. Жаннаны ғәскәр башлығы итеп тәғәйенләгәндән һуң, Жаннаға хәрби кейем әҙерләйҙәр – Пуатьела ул ирҙәр кейеме кейеүгә махсус рөхсәт ала. Жанна өсөн ҡылысты Сент-Катрин-де-Фьербуа сиркәүенән килтерәләр. Был ҡылыс, халыҡ әйтеүе буйынса, Карл I-неке була. 1429 йылдың 29 апрелендә Жанна ҡамалған Орлеан янына килеп етә. 4 майҙа ул Сен-лу бастионын ала һәм артабан бер-бер артлы еңеүҙәргә өлгәшә. 7 майҙан 8 майға ҡарата төнгә инглиз ғәскәре ҡала эргәһенән китергә мәжбүр була. Шулай итеп, француз ғәскәр башлыҡтары мөмкин түгел тип раҫлаған эште Жанна д’Арк дүрт көн эсендә башҡара. 8 май көнө Орлеан ҡалаһының төп байрамына әүерелә, һәм ул әлеге көнгә тиклем байрам ителә. Ә Жаннаны "Орлеан ҡыҙы" тип атайҙар. Карлдың икеләнеүе сәбәпле, Жанна Луара ҡалаһына табан 9 июндә генә ҡуҙғала. Был юлы Жанна етәкселек иткән ғәскәр тиҙ, тәүәккәл һәм уғата уңышлы эш итә. 12 июндә ғәскәр Жаржоны, 15 июндә Мён-сюр-Луарҙы, 16 июндә Божансины ала, 18 июндә хәл иткес Пате яуы инглиз ғәскәрҙәренең тар-мар ителеүе менән тамамлана. 29 июндә Реймсҡа табан «ҡанһыҙ поход» башлана. Король ғәскәренә бер ҡала артынан икенсеһе үҙ ҡапҡаһын аса. 17 июлдә Реймс соборында Карлды тәхеткә ултыртыу тантанаһы үтә. Тантанаға Филипп III килмәй, һәм Жанна шул уҡ көндә уға ярашырға өндәп хат яҙа. Тантананан һуң Жанна Карлды, яҡшы мөмкинлек менән файҙаланып, Парижға һөжүм итергә саҡыра, әммә ул яңынан икеләнә башлай. Баш ҡалаға һөжүм сентябрҙә генә башлана, әммә тиҙ арала туҡтатыла. Король ғәскәрҙе Луараға табан борорға бойора, ә 21 сентябрҙә ғәскәр таратыла. 1430 йылдың яҙында һуғыш хәрәкәттәре яңыртыла, әммә һүлпән бара. Майҙа Жанна бургундецтар ҡамаған Компьень ҡалаһына ярҙамға килә. 23 майҙа хыянат арҡаһында Жанна бургундецтарға әсирлеккә эләгә. Король Карл Жаннаны ҡотҡарыу өсөн бер ни ҙә эшләмәй. Бургундецтар Жаннаны инглиздәргә һата. 1430 йылдың ноябрендә-декабрендә Жаннаны Руанға килтерәләр. Хөкөм ителеүе һәм язаланыуы. Жанна язаланыуға тиклем тотолған урын Жаннаның дингә ҡаршы килеүе өсөн хөкөм ителеүе сәйәсәткә нигеҙләнә. Королде тәхеткә ултыртыу Жанна арҡаһында үтә, шуға күрә, уға ғәйеп тағыу — ул ултыртҡан королдең тәхеткә хоҡуғын икеле итә. Хөкөм 1431 йылдың 9 ғинуарында Руан ҡалаһында башлана. Был хөкөм билдәләнгән тәртипкә бер нисә урында тап килмәй. 1456 йылда Рим папаһы Каликст III Жаннаны ғәйепһеҙ тип иғлан итә. Англия хөкүмәте был хөкөмгә ҙүр әһәмиәт бирә һәм бөтә сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Жаннаға ҡаршы хөкөмдө башлар өсөн нигеҙ булырлыҡ бер ниндәй ҙә дәлил табылмай. Шулай ҙа хөкөм башлана, Жаннаның, сиркәү ҡанундары ҡушыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡтар буйынса кәңәш биреүсеһе лә булмай. Жаннаны сиркәү ҡанундары буйынса сиркәү төрмәһендә ҡатын-ҡыҙҙан торған һаҡ аҫтында тоторға тейеш булалар, әммә уны һаҡ аҫтында әсир рәүешендә тоталар. Жанна хөкөмдәге һорауҙарға ҡыйыу һәм оҫта яуап бирә. Әммә хөкөм һөҙөмтәһе алдан билдәләнгән була. Алдау һәм баҫым ярҙамында унан дингә ҡаршы килеүен таныуы тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыралар һәм ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итәләр. Һуңынан, Жанна ғәйепте таныуҙан баш тартҡас, уның ирҙәр кейемен ҡабаттан кейеүен һылтау итеп (үҙ кейеме Жаннанан көс менән тартып алына), дингә ҡайтанан ҡаршы килеүендә ғәйепләп, Орлеан ҡыҙын улем язаһына хөкөм итәләр. 1431 йылдың 30 майында Жанна д’Арк Руан ҡалаһында тереләй яндырыла. Жаннаның үлеменән һуң. Йөҙ йыллыҡ һуғыш Жаннаның үлемененән һуң тағы 22 йыл дауам итә. Англия 1429 йылда юғалтҡан өҫтөнлөгөн ҡайтара алмай. 1435 йылда үткән Аррас килешеүендә Бургундия менән Франция ҡайтанан берләшә. Шул уҡ йылда Бедфорд Филипп III үлә һәм Генрих VI йәшләй регентһыҙ ҡала. Был Франция тәхетенә бәйле бәхәстең тамамланыуына төп сәбәп була. Һуғыш тамамланғандан һуң, Карл VII Жаннаның хөкөмөн ҡайтанан ҡарарға бойора. Был ҡарау ваҡытында хөкөмдөң тәртип буйынса үтеүе тикшерелә. Хөкөмдә бөтә Европанан руханиҙар ҡатнаша, 115 шаһиттан һорау алына. 1456 йылдың июнендә йомғаҡ яһала, 1456 йылдың 7 июлендә Жанна ғәйепһеҙ тип иғлан ителә. Аҙна. Аҙна — бер көндән күп, бер айҙан кәм булған ваҡыт берәмеге. Хәҙерге ваҡытта ҡулланылған тәртип буйынса, шул иҫәптән мосолман һәм григориан календарҙары буйынса, ете көндән тора. Дүшәмбе. Дүшәмбе — аҙнаның йәкшәмбе менән шишәмбе араһындағы беренсе көнө. Мәғәнәһе фарсы телендә "икенсе көн". Шишәмбе. Шишәмбе — аҙнаның дүшәмбе менән шаршамбы араһындағы көнө. Мәғәнәһе — "өсөнсө көн". Шаршамбы. Шаршамбы — аҙнаның шишәмбе менән кесаҙна араһындағы көнө. Мәғәнәһе — "дүртенсе көн". Кесаҙна. Кесаҙна (Кесе йома) — аҙнаның шаршамбы менән йома араһындағы дүртенсе көнө. Йома. Йома — аҙнаның кесаҙна менән шәмбе араһындағы көнө. Исеме ғәрәп теленән килә. Шәмбе. Шәмбе — аҙнаның йома менән йәкшәмбе араһындағы көнө. Йәһүд һәм христиан йолаһы буйынса иң һуңғы (етенсе) аҙна көнө булып тора. Йәкшәмбе. Йәкшәмбе — аҙна эсендә шәмбе менән дүшәмбе араһындағы көн исеме. Мәғәнәһе — "беренсе көн". Иман шарттары. Мосолмандың беренсе бурысы - Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм бер булыуына, Хәҙрәти Мөхәммәд салал-лаһу ғәләйһис-сәләмдең пәйғәмбәрлегенә ышаныу. Аҡылы камил булған һәм бәлиғ булыу осорона еткән һәр кеше беренсе сиратта иман нигеҙҙәрен белергә тейеш. Уны «Иман шарттары» тип тә әйтәләр. Ислам шарттары. Ислам шарттары — Исламдың нигеҙе булып торған, бөтә мосолмандар өсөн мотлаҡ булған, шәриғәттең төп ҡанундары. Шәһәҙәт: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәд Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“. Был изге һүҙҙәрҙе әйтеү - ислам динен ҡабул итеү, тигәнде аңлата. Кәлимәи Шәһәдәтте йыш ҡабатлап йөрөүҙең сауабы ҙур, уны тел һәм йөрәк менән ихлас, ысын күңелдән ышанып әйтер кәрәк. Тәҡдир. Тәҡдир - Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡ нәмәләрҙең ваҡытын, урынын билдәләгән. Донъяла бөтә нәмә лә Аллаһтың теләге, тәҡдире буйынса булған һәм буласаҡ. Кеше үҙенә яҙылған яҙмышты Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән ихтыяры буйынса һайлай. Нәмә эшләһәк тә, ул Аллаһ ризалығы менән, уның ҡеүәтләүе буйынса. Үҙебеҙҙең тыумышыбыҙ, енесебеҙ, ғүмер оҙонлоғон, ата-әсәйҙе беҙ һайлай алмайбыҙ. Шуға былар өсөн яуап бирмәйбеҙ, ә был тормошта үҙ ихтыярыбыҙ, теләгебеҙ менән эшләгән яҡшы һәм насар эштәребеҙ, ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ. Cookie. Cookie - Браузерҙа һаҡланыу өсөн веб-серверҙан ҡулланыусы компьютерына ебәрелгән ярҙамсы мәғлүмәт. Башҡортса «күкәй» тип тә әйтеүселәр бар. «Күкәйҙәр» - мәғлүмәттәрҙең ҙур булмаған киҫәктәре. Ҡайһы бер сайттарға ингәндә һеҙҙең компьютерҙа һаҡлана. Бындай сайтты ҡарағанда веб-сервер браузерға локаль дискта бер йәки бер нисә шундай киҫәк һаҡларға тәҡдим итә. Артабан, бындай сайтҡа ингәндә, сервер браузерҙан был сайтҡа ҡараған "cookies" һораясаҡ. "Cookies" веб-серверға, айырым биттәр һораған арала йәки эш сеанстары араһында һеҙгә ҡараған билдәле бер мәғлүмәтте һаҡларға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, "cookies" онлайн кибетенең веб-серверы тарафынан, кибет менән эш сеансы барышында һатып алынған әйберҙәр һалынған кәрзиндең эстәлеге тураһында мәғлүмәт һаҡларға мөмкинлек бирә. Ризаитдин Фәхретдинов. Ризаитдин Фәхретдинов (Ризаитдин ибн Фәхретдин әл-Болғари") — XIX быуат аҙағында — XX быуат башында йәшәгән күренекле татар ғалимы, яҙыусыһы, мәғрифәтсеһе һәм журналисы. Тормош юлы. 1859 йылдың 4 ғинуарында Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙе Кисеүсат (Юлдаш) ауылында (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районында) Фәхретдин мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы нигеҙәгән ауыл мәҙрәсәһендә белем ала, һуңынан күрше Шилселе ауылында уҡый. Мәҙрәсәне тамамлағас, Минзәлә өйәҙе Илбәк ауылында мулла була. Һуңынан Ризаитдин хәҙрәт Өфөгә күсә һәм Диниә назаратына ҡазый итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем үҙен, бер нисә китап авторы булараҡ, танытып өлгөргән Р. Фәхретдинов был дәүерҙә донъя күргән әҫәрҙәренә йыш ҡына «Риза ҡазый» тип имза ҡуя. 1906 йылда уны Ырымбурға ағалы-энеле миллионер Шакир һәм Закир Рәмиевтәр сығарған «Ваҡыт» гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Шулай итеп, уға журналистика менән шөғөлләнеүгә юл асыла. 1908 йылда Рәмиевтар «Шура» журналын сығара башлай. Уның мөхәррире итеп Р. Фәхретдинов тәғәйенләнә. Революция йылдарында журнал ябылғанға тиклем ун йыл буйына ул журналдың мөхәррире булып эшләй, уның байтаҡ мәҡәләләре донъя күрә. 1918 йылда Р. Фәхретдинов Өфөгә әйләнеп ҡайта. 1922 йылдан башлап вафатына тиклем мөфтөй вазифаһын башҡара. Ризаитдин Фәхретдиновтың ижади мираҫы ғәжәйеп киң һәм күп яҡлы. Ул төрлө тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәр тыуҙырған. Мәшһүр ғалим педагогика фәненә лә ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан «Ғаҡидә», «Ғаилә», «Ир балалар өсөн нәсихәт», «Ҡыҙҙар өсөн нәсихәт», «Ололар өсөн нәсихәт», «Тәрбиәле әсә», «Тәрбиәле ата», «Тәрбиәле бала», «Шәкертлек әҙәбе», «Әҙәбе тәғлим» исемле китаптар яҙыла. Улар революцияға тиклем ҡат-ҡат донъя күрә., мәҙрәсәләрҙә дәреслек итеп ҡулланыла. «Сәлимә, йәки ғиффәт», «Әсмә, йәки ғәмәл һәм яза» исемле әҙәби әҫәрҙәрендә Фәхретдинов халыҡтың ижтимағи фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, уның тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған бөйөк шәхес. Салауат (ҡала). Салауат ҡалаһы — Башҡортостандың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан, республика әһәмиәтендәге ҡала, ҙур нефтехимия үҙәге. Тарихы. 1948 йылдың 30 мартындағы СССР Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Ағиҙелдең һул яҡ ярынан 7—8 саҡрымда яткан Ҙур Аллағыуат ауылы тирәһендә мазут эшкәртеп, бензин алыу өсөн, Германиянан ҡайтарылган ҡоролмалар нигеҙендә 18-се комбинат төҙөлә башлай. Производствола эшләүселәргә йәшәү өсөн административ яҡтан Ишембайға ҡараған поселок төҙөү күҙ уңында тотола. Был төҙөлөш эштәрен атҡарыу «Ишембайгазстрой» тресына йөкмәтелә. И.В. Сталин приказы буйынса төҙөлөшкә иркенән мәхрүм ителгән 25 мең тотҡон ебәрелә. Ҡалала бөгөн дә дүрт холоҡ төҙәтеү колонияһы бар. Тиҙҙән 1948 йылдың июнь айында буласаҡ ҡаланың тәүге барагы ҡалҡып сыға, ә көҙөн поселоктың беренсе урамына нигеҙ һалына. И.В. Сталин ҡултамғаһы менән сығарылған Совет дәүләтенең юғары ҡарарын тормошҡа ашырыусылар хөрмәтенә уға Төҙөүселәр урамы тип исем ҡушалар. 18-се комбинат менән бергә тыуған поселок йылға яҡын исемһеҙ йөрөй. Тик 1949 йылдың 7 июнендә генә уға РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы нигеҙендә халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың исеме бирелә. Ә 1954 йылдың 12 июненән алып Ишембай ҡала яны зонаһына ҡараған Салауат поселогы республика әһәмиәтендәге ҡалаға әүерелә. Сәнәғәт. Салауат — ҙур нефтехимия үҙәге. «Салауатнефтеоргсинтез» акционерҙар йәмғиәте яғыулыҡ, полиэтилен, азот ашламалары һ.б. продукция етештерә. «Салауатстекло» акционерҙар йәмғиәте, оптика-механика заводы тормоштоң төрлө өлкәһендә ҡулланылған тауарҙар — тәҙрә быялалары, быяла сүс, быяла һауыт-һаба, гәлсәр, биноклдәр, медицина приборҙары эшләп сығара. Нефть эшкәртеү заводтары өсөн ҡорамалдарҙы «Салауатнефтемаш» фәнни-производство берекмәһе, ә сәнәғәт предприятиелары һәм төҙөлөш комплекстары өсөн — «Салауатгидромаш» акционерҙар йәмғиәте етештерә. Авторемонт, тәжрибә-эксперимент, тимер-бетон һәм минераль мамыҡ етештереү заводтары эшләй. Еңел сәнәғәт «Содис» тегеү фирмаһы, һунар ҡорамалдары һәм трикотаж әйберҙәр фабрикаларынан тора. 1000 px Белем биреү һәм мәҙәниәт. Калала «Салауатгипронефтехим», Нефть машиналары эшләү институттары бүлеге, Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы, индустриаль һәм педагогик колледждар, медицина һәм музыка училищелары, бер юғары һәм биш урта профессиональ училище, 25 дөйөм биреү мәктәбе бар. Салауат башҡорт драма театры эшләй. Урыҫ телендә «Выбор», башҡорт телендә «Салауат» гәзиттәре сыға. Мәләүез (ҡала). Мәләүез — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының үҙәге, республика әһәмиәтендәге ҡала, Мәләүез йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Тарихы. Ул XVIII быуаттың 70-се йылдарында Ырымбур трактында уңайлы сауҙа үҙәге булараҡ барлыҡҡа килгән, 1938 йылдан алып — эшселәр ҡасабаһы, 1958 йылдан — ҡала. Иҡтисад. Мәләүез — республиканың мөһим транспорт үҙәге, бында Өфө—Ырымбур автомобиль һәм тимер юлы, район-ара автомобиль юлдары үтә. Бында химия, аҙыҡ-түлек, еңел сәнәғәт һ.б. тармаҡтар үҫешкән. Мәғариф һәм мәҙәниәт. Мәләүездә тиҫтәнән ашыу дөйөм белем биреү мәктәптәре, музыка, художество һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, механика-технология техникумы, профессиональ училищелар бар. Бында тыуған яҡты өйрәнеү музейы, китапханалар, клубтар, дауаханалар эшләй. Ҡала халҡы тиҫтәләгән спорт комплекстарына ла ихлас йөрөй. Ат спорты буйынса «Толпар» һәм «Уҡсылар» спорт комплекстары йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Мәләүездең үҙәк урамында, Мәләүез йылғаһы ярында урынлашҡан район һәм ҡала мәҙәниәт һарайы социаль әһәмиәте, үҙенсәлекле архитектураһы, зауыҡ менән биҙәлеше йәһәтенән башҡаларҙан айырылып тора. Район һәм ҡаланың никах теркәү йорто ла ошонда урынлашҡан. Башҡала. Башҡала — Бер дәүләттең йәки административ берәмектең (өлкә, край, автоном республика, провинция, штат, департамент) төп ҡалаһы. Ғәҙәттә, идара итеү һәм власть (хакимиәт) юғары органдары урынлашҡан була: дәүләт (территория) башлығының (монархтың, президенттың, губернаторҙың) резиденцияһы, парламент, үҙәк министрлыҡтар һәм идарасылыҡтар, Юғары суд. Быларҙың ҡайһы берҙәре дәүләттең башҡа ҡалаларында ла урынлашыуы мөмкин. Ҡайһы ваҡытта башҡала статусы буйынса бойондороҡһоҙ административ йәки федератив берәмек була ала. Ҡала. Ҡала () — йәшәүселәре, ҡағиҙә булараҡ, ауыл хужалығы тышындағы эштәр менән булған тораҡ пункты. Бер тораҡ пунктының ҡала иҫәбенә керетелеүе ҡанундар буйынса үтәлә. Бының өсөн кәрәкле халыҡ һаны иҫәбе төрлөсә — 250 кешененән башлап (Дания) 30 мең кешегә тиклем (Япония). Ҡитға. Ҡитға (латинса "continens", урыҫса "материк, континент")— ерҙең бик ҙур ҡоро өлөшө. Америка Ҡушма Штаттары. Америка Ҡушма Штаттары, АҠШ () — Төньяҡ Америкалағы дәүләт. Майҙаны 9 518 900 км2. Германия. Германия (шулай уҡ "Әлмәниә" (иҫке әҙәби)); рәсми исеме "Германия Федератив Республикаһы",) - Европалағы ил, Европа Берлегенең ағзаһы. Майҙаны — 357 022 км². Башҡалаhы — Берлин, Европаның иң ҙур ҡалаларының икенсеhе. Франция. Франция (), рәсми атамаһы — Франция республикаһы () — Көнбайыш Европала урынашҡан дәүләт. Башҡалаһы — Париж ҡалаһы. Ил исеме боронғо алман (герман) ҡәбиләһе исеменән килә — франктар. Франция халҡының һаны — 65,4 млн кеше (2010 йылдың ғинуарына торошло), уларҙың араһында 90 проценты Франция граждандары. Ҡанун сығару органы — ике палаталы парламент. Административ бүленеше буйлап 26 регионға бүленә. Европа берлегенә һәм НАТО ағзаһы булып тора. Географик урынлашыуы. Францияның күпселек өлөшө Көнбайыш Европала урынлаша. Ҡоро ер буйынса ул төньяҡ-көнсығышта Бельгия, Люксембург һәм Германия менән, көнсығышта Германия һәм Швейцария менән, көньяҡ-көнсығышта Монако һәм Италия менән, көньяк-көнбайышта иһә Испания һәм Андорра менән сиктәш. Көнбайышта һәм төньяҡта ил территорияһы Атлантик океан (Бискай ҡултығы һәм Ла-Манш боғаҙы), көньякта Урта диңгеҙ тарафыннан йыуыла. Шулай ук дәүләт составына Урта диңгеҙҙә урынлашҡан Корсика утрауы һәм егерменән артыҡ департаметтар һәм буйһонған биләмәләр керә. Илдең дөйөм майҙаны 547 мең кв. км (буйһонған территорияләр менән 643,4 мең кв. км). Был Аурупа берлегенә ингән иң ҙур дәүләт. Климат. Францияның ҡитға өлөшөндә климат уртаса диңгеҙле, көньяҡта субтропик. Йәй көндәре ғәҙәттә эҫе һәм ҡоро, июль айында уртаса температура + 23-25 градус тәшкил итә, ғинуар айында иһә уртаса температура + 7-8. Ҡыш көндәре өсөн ямғырҙар тәбиғи хәл. Яуым-төшөм һаны яҡынса 600—1000 мм. Таулы райондарҙа был күрһәткес 2000 мм-ҙан да юғарыраҡ булырға мөмкин. Бразилия. Бразилия ("Brasil"), рәсми исеме Бразилия Федератив Республикаһы ("República Federativa do Brasil") — Көньяҡ Америкалағы иң ҙур ил. Канада. Кана́да (,) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ боҙ океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге —донъялағы иң оҙон ил сик. Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил. Бөгөнгө көндә Канада 10 провинция һәм 3 территорияны берләштергән федератив дәүләт. Индонезия. Индоне́зия (индон. "Indonesia"), рәсми исеме – Индоне́зия Республикаһы (индон. "Republik Indonesia") – Көньяҡ-көнсығыш Азияла иң ҙур дәүләт, майҙаны буйынса донъяла 16-сы урында. Зонд архипелагы утрауҙарында урынлашҡан һәм иң ҙур утрау дәүләте булып һанала. Халыҡ һаны буйынса (230,5 млн кеше) донъяла дүртенсе урында. Бай тарихлы дәүләт. Индонезия – мосолмандар һаны буйынса донъяла беренсе урында тора, әммә ҡайһы бер айырым утрауҙарҙа башҡа дин вәкилдәре лә бар. Үҙ берҙәмлеге өсөн Индонезия Нидерландтарҙың колониаль эшмәкәрлегенә бурыслы. Берлин. Берли́н (немец телендә "Berlin") — Федератив Германия Республикаһының башҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан ҡала Берлин — Европа Берлегендәге икенсе иң ҙур ҡала. Нью-Йорк. Нью-Йо́рк () — АҠШтағы ҡала, донъяның иң ҙур мегаполистарының береһе. Атлантик океан ярында Нью-Йорк штатының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Административ рәүештә 5 районға бүленгән: Манхэттен, Бронкс, Бруклин, Квинс, Статен-Айленд. Башҡорт ихтилалдары. Башҡорт ихтилалдары – XVI- XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ көрәше. Башҡорт ихтилалдары тарихи феномен булып һанала, сөнки азатлыҡ өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшеү миҫалдары тарихта һирәк осрай. Башҡорттар үҙ хоҡуктары өсөн көрәшеп кенә ҡалмай, батша хөкүмәтен етди ташламалар яһарға мәжбүр иткән. Ошо мәсьәләләрҙе өйрәнмәйенсә, башҡорттарҙың һәм тотош Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихын күҙ алдына тулы баҫтырыу мөмкин түгел. XVI быуаттың ҡатмарлы осоронда башҡорттар үҙ ирке менән Урыҫ дәүләтенә килешеү нигеҙендә ҡушылыу тураһында ул заман өсөн аҡыллы сәйәси ҡарар ҡабул итә. Урыҫ хөкүмәте уларға тыныс тормош, сит баҫҡынсыларҙан яҡлау гарантиялай, ер биләмәләренә хокуҡты ҡалдырыуға ризалаша, эске үҙидаралыҡты һәм дин тотоу иреклеге бирә. Башҡорттар үҙҙәрен Урыҫ дәүләтенең гражданы итеп таный, ер өсөн яһаҡ түләргә, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт итергә ризалаша. Башҡортостандың Тубылдан алып Волгаға, Яйыктан Камаға тиклемге ҙур территорияһы Рәсәй составында тороп ҡала. Килешеү башҡорттарҙың да, Урыҫ дәүләтенең дә мәнфәғәттәренә яуап бирә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуаттың башында урыҫ хөкүмәтенең сәйәсәте килешеү буйынса бара. Әммә XVII быуаттың тәүге яртыһынан батша власы Башҡортостанда ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә башлай: ҡушылыу шарттарын рәсми рәүештә таныһа ла, ғәмәлдә уны боҙоуға юл ҡуя. Ерҙәрҙе тартып алыуҙар башлана, яһаҡтар арта, христиан диненә дүндереү ынтылышы яһала. Өфө воеводалары баш-баштаҡлыҡ һәм йәбер-золом ҡыла. XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан урыҫ батшалығы иҙеү сәйәсәтен нығыраҡ көсәйтә, ул колониаль төҫ ала. Яуап итеп башҡорттар ҡоралға тотона. Ике йөҙ йыл дауам иткән башҡорт ихтилалдары ошолай башланып китә. XVI быуат аҙағында — XVII быуат башында батшалыҡ сәйәсәтенең ҡайһы бер яҡтарына ризаһыҙлыҡ белдергән башҡорттар башҡа күрше халыҡтарҙың Рәсәй батшалығына ҡаршы хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Волга буйы халыҡтарының 1572, 1581 һәм 1616 йылдарзағы ихтилалдарында уларзың әүҙем ҡатнашыуҙары ошо хаҡта һөйләй. Артабан башлап йөрөүселәре һәм төп әйҙәүсе көсө башҡорттар булған күтәрелештәр китә. Шундайҙарҙың береһе 1645 йылдағыһы була. Уға батша властарының, башҡорттар менән иҫәпләшмәйенсә, улар ерендә Минзәлә ҡәлғәһен төҙөү сәбәпсе була. Тубылдан Волгаға, Яйыҡтан Камаға тиклемге Башҡортостан еренә йәйелгән дөйөм башҡорт ихтилалдары XVII быуаттың уртаһында башлана. Башҡорт ихтилалдары Рәсәй батшалығының феодаль-колониаль сәйәсәтенә ҡаршы милли-азатлыҡ һыҙатлы көрәш булыуы менән тарихи әһәмиәткә эйә. Куп юғалтыуҙар кисерһә лә, башҡорттар заманында шәхси иреген һәм ер биләмәләренә хоҡуғын һаҡлай алды. XVIII быуаттың һуңғы сирегендә башҡорт көрәшенең яңы этабы башлана. Улар урыҫ һәм башҡа халыҡтар менән бергәләп күтәрелә. Уның асыҡ миҫалы - 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы һәм 1835 йылғы ихтилал. Лондон. Лондон (инг. "London") — Бөйөк Британия һәм Төньяҡ Ирландия Берләшек Короллектең башҡалаһы, Британия утрауҙарындағы иң ҙур ҡала. Париж. Париж () — Францияның башҡалаһы, илдең мөһим иҡтисади һәм культура үҙәге. Францияның урта өлөшөнөң төньяғында Иль-де-Франс регионында, Сена йылғаһы буйында урынлашҡан. Рим. Рим () — Италияның башҡалаһы, Рим провинцияһының һәм Лацио өлкәһенең административ үҙәге, Тибр йылғаһы буйында урынлашҡан. Римгә Фьюмичино ҡалаһы ҡушылып Рим-Фьюмичино агломерацияһы барлыҡҡа килгән. Агломерацияла 3 млн. кеше йәшәй. Рим — донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, Боронғо Рим империяһының башҡалаһы. Римды йыш ҡына «меңгелек ҡала» тип атайҙар, шулай уҡ «ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала» тип әйтәләр. Башта ҡала "Палатин" ҡалҡыулығында урынлашҡан, һуңынан күрше "Капитолий" һәм "Квиринал" ҡалҡыулығынга күсеп ултырғандар. Бер аҙҙан тағы кеше йәшәгән дурт ҡалҡыулыҡ ҡушылған ("Целий, Авентин, Эсквилин һәм Виминал"). Ағиҙел (ҡала). Ағиҙел (ҡала), Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң яҡ ярында — Кама йылғаһына ҡушылған ерендә урынлашҡан. 1980 йылда Башҡорт атом электр станцияһын төҙөүселәр өсөн ҡасаба итеп төҙөлә. 1991 йылдан республика әһәмиәтендәге ҡала итеп үҙгәртелә. Нефтекама ҡалаһына — 45 саҡрым, Яңауыл ҡалаһы һәм станцияһына — 100 саҡрым.right Транспорт бәйләнеше. Ҡазан-Екатеринбург тимер юлындағы Әмзе станцияһы менән тимер юл бәйләнеше бар. Белорет (ҡала). Белорет (ҡала) — Башҡортостандың Белорет районының административ үҙәге, Ағиҙел йылғаһы буйында, Өфөнән 245 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала. Тарихы. «Башҡорт АССРы быйынса материалдар» китабында (Т.4. 183-187-се бит), XVIII быуатта Иван Борисович Твердышев һәм Иван Семенович Мясников тигән ике Сембер сауҙагәре Ағизел буйында суйын ҡойоу заводы төҙөргә рөхсәт алыуҙары тураһында документ бирелгән. Улар унда йәшәгән башҡорттарҙан, ҡайҙа алдап, ҡайҙа ҡурҡытып 180 мең дисәтинә ер һатып алып, 1762 йылда Белорет суйын ҡойоу заводы һалдыра башлай. Заводты төҙөү, унда эшләү өсөн Ҡазан губернаһының Сембер, Арзамас өйәҙҙәренән, һуңынан хәҙерге Татарстандағы Арский тигән помещиктан һатып алынған крепостной крәҫтиәндәр килтерелә. Хәҙерге «Арский ташы» тигән исем тап ана шул осорҙан һаҡланып ҡалған да инде. Завод крәҫтиәндәре Пугачев яуында ҡатнаша. 1773 йылдың октябрендә завод баш күтәргән крәҫтиәндәр ҡулында була. Ноябрь айында хөкүмәттең Е.Козловский отряды заводты хужаларына ҡайтарып бирә. Декабрь һәм ғинуар айҙарында баш күтәргән башҡорт һәм завод крәҫтиәндәре заводты үҙ ҡулдарына ала. Апрель урталарынан 2 майға тиклем бында Емельян Пугачев була. Хәҙерге көндәрҙә. Хәҙер Белорет ҡалаһы ярайһы уҡ ҙур ғына — унда 70 000 самаһы кеше йәшәй. Белорет ҡалаһы һәм районының администрация башлығы — Николай Петрович Максимов. Яңауыл (ҡала). Яңауыл — Башҡортостанда, Өфө ҡалаһынан 218 км алыҫлыҡта, Яңауыл һәм Буй йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан, Ҡазан—Екатеринбург тимер юлындағы ҡала. Тарихы. Яңауыл — бай тарихлы ҡала. Уның тамырҙары алыҫ XVI—XVII быуаттарға барып тоташа. Бәләкәй генә ауыл булып барлыҡҡа килә ул. 1770 йылдарға тиклем ауылды урыҫтар «Новая» тип йөрөтәләр, халыҡ «Яңауыл» тип атағанға күрә, тарихҡа ул «Янаево» булараҡ ингән. Документта уның исеме тәүге тапҡыр 1750 йылда телгә алына. Телгә алыныу дөрөҫ нигеҙ һалынған йылды аңлатмай. Уның тарихы күпкә алдараҡ башланған тигән һүҙ. 1795 йылда бында 30 йорт булып, 173 кеше йәшәй. 1920 йылда 105 йортта 685 кеше көн иткән. 1909—1914 йылдарҙа Ҡазан-Екатерибург тимер юлы төҙөлә. Тимер юл бер-береһенән саҡрымда ғына ятҡан Иванай (Иманай, Йобанай) һәм Яңауыл ауылдары араһынан үтә. Бында станция төҙөлә. Уға Яңауыл исеме бирелә. 1916 йылда беренсе поезд үтә. Станцияны 1919 йылда В. М. Азин аҡтарҙан азат итә. 1938 йылда Яңауыл, Иванай, Ҡызыл Октябрь бергә ҡушыла һәм Яңауыл эшселәр поселогы тип атала башлай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Яңауыл үҫә, нығый. 1990 йылдан Яңауылға ҡала статусы бирелә. Ҡалала 27 меңдән ашыу кеше йәшәй.Яңауыл тимер юл вокзалы Изге Валентин көнө. Ғашиҡтар көнө (Изге Валентин көнө)—14 февралдә бөтә донъяла үткәрелгән ғашиҡтар көнө. Был көндә яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләргә йөрәк формаһындағы открыткалар — валентинкалар бүләк итеү ҡабул ителгән. Валентинкалар етештереүсе компаниялар үткәргән маркетинг сәйәсәте был байрамды Рәсәйгә бөтә доняъға таратты. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.Валентинкалар Беҙҙең эраның 269 йылында Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы Указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. «Законһыҙ өйләнешеүҙәр» тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша. Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Ауыр мәлдәр һәм үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың февралендә, егет ҡыҙға «Валентиндан» тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдәге Изге Плаксидиса сиркәүенә ерләйҙәр, ә ҡапҡаларын «Валентин — ҡапҡалары» тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә. Был көн бөгөн дә онотолмаған, киреһенсә, халык, бигерәк тә йәштәр араһында киң тарала. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләктәр бирешә, «валентинка»лар менән алмаша. Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы — ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт аллаһы Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй. Учалы (ҡала). Учалы́ —Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге, Урал тауының көнсығыш итәгендә, Өфөнән 350 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала. Учалы районының үҙәге. Учалы калаһының исеме ҡала эргәһендәге күл атамаһынан килә. XVIII быуаттын бөтә документтарында һәм 1786 йылғы картала был күл Ачулы — Асулы тип бирелгән. Уның башҡортса мәғәнәһен ҡайһы бер ғалимдар «асыулы» һүҙенә бәйләй, икенселәр иһә «асылы» — әсе, татырлы һуҙенән алынған тип аңлата; "юшалы" (йәшмәле) тигән аңлатыуы ла бар. РСФСР Юғары Шураһы Президиумының 1963 йылдын 1 февралендәге Указы менән Бәләкәй Учалы һәм Яңы Учалы ҡасабалары ҡушылып бер ҡалаға берләштерелде. Учалы төбәге төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бай булғанлыҡтан, бында XVIII быуатта уҡ рудниктар барлыҡҡа килә Был ерҙәрҙә борон-борондан төрлө төҫлө һәм ҡара металл рудалары, шул иҫәптән алтын һәм баҡыр, сығарыла. Төрлө биҙәкләү таштары ла, айырыуса йәшмә күп табыла. Тимерғазин, Ҡадир Рәхим улы. Ҡадыр Рәхим улы ТимерғазинҠадыр Рәхим улы Тимерғазин (5-се февраль 1913 йыл, Сабаҡтыкүл ауылы, Екатеринбур вилийәте, — 4-се апрель 1963 йыл, Мәскәү ҡалаһы) — совет нәфтә геологы. Башҡорт халҡы араһында беренсе геология-минералогия фәндаре докторы һәм профессоры. Тормош юлы. 1935—Ҡазан дәуләт университетының геология факультетын тамамлай. Бәләбәй (ҡала). Бәләбәй — Башҡортостан республикаһы әһәмиәтендәге ҡала. Бәләбәй районының административ үҙәге. Ҡала Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышында, Үҫән йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан. Халҡы 61,2 мең кеше (2005), 1926 йылда 11,3 мең, 1959 йылда 26,2 мең, 1979 йылда 43,2 мең, 1995 йылда 57,2 мең кеше йәшәгән. Тарихы. Халыҡ риүәйәттәре, архив мәғлүмәттәре буйынса, Бәләбәй ауылына припущенник сыуаштар нигеҙ һала. 1871 йылда Бәләбәй өйәҙ ҡалаһына әүерелгән. Башҡортостан ерендәге башҡа ҡалалар кеүек, батша хакимиәтенең терәк пункты булған. Боронғо Бәләбәйҙе бары православие сиркәүе, мосолман мәсете һәм төрмә биналары ғына «биҙәп» торған. Ҡаланың Өфөгә, Ырымбурға, Ҡазанға, Белоретҡа илтеүсе юлдар сатында — бик уңайлы ерҙә урынлашыуы уның уҫешенә ыңғай йоғонто яһаған. Шулай ҙа ҡала ифрат яй үҫкән. Иген үҫтереүҙән һәм мал аҫрауҙан тыш, ҡала халҡы урмансылыҡ кәсептәре менән дә шөғөлләнгән. Хәҙерге Бәләбәй — Башҡортостандың индустриаль һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Шкапов нефть ятҡылығы асылғандан һуң Бәләбәй нефтселәр ҡалаһы булып китһә, «Автонормаль» заводы төҙөлгәндән һуң уға машина эшләүселәр ҡалаһы тигән атама өҫтәлде.right Ҡурай. Ҡурай — башҡорт халыҡ тынлы музыка ҡоралы. Ҡурай төрҙәре: ҡыйыҡ-ҡурай (ғәйнә ҡурай), сор-ҡурай – һыҙғырта ҡурай, һыбыҙғы – бәләкәй арҡыры ҡурай. Ҡурай эшләү тәртибе. Иң боронғо ысул буйынса, ҡурайҙы үләндән яһайҙар. Сатыр сәскәле, эсе-тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлек Урал тауҙарында ғына үҫә. Һабаҡты 8-10 тотам оҙонлоғонда үлсәп киҫеп алалар. Нәҙек осононан башлап бармаҡ уйымдары тишәләр. Бөтәһе 5 уйым эшләнә: беренсеһе ос яҡтан 5 иле аралыҡта, артабан ҡалған өсәүһе алдағыларынан 3 иле аралыҡта уйыла. Бишенсе уйым дуртенсеһенән 4 иле аралыҡта һырт яҡта уйыла. Элекке заманда ҡурайҙы ҡиммәтле металлдарҙан ҡойоп яһау ысулы ла ҡулланғандар. Көмөш һәм еҙ ҡурайҙар менән уйнау бик дәрәжәле һаналған. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәре етәксеһе Ҡаһым түрә Парижға көмөш ҡурай уйнып барып кереүе тураһында хәтирәләр бар. XX быуат аҙағынан шпон ҡулланып ағас ҡурай эшләү киң үҫеш алды. Был төрлө ҡурайҙарҙы эшләү ысулын оҫта Вәкил Шөғәйепов уйлап тапҡан һәм ҡулланыуға индергән. Йоҡа шпонды эҫе һыуҙа еүешләйҙәр, унан һуң елем һөртөп, кәрәкле йыуанлыҡтағы ҡалыпҡа төрәләр. Заманса ҡурайҙар 570-810 мм оҙонлоҡта эшләнә һәм төрлө тауыш өндәренә көйләнә. Иң түбән тауышлы оҙон ҡурай кесе октаваның Соль (g) тауышына, иң юғары һәм ҡыҫҡа ҡурай ҡөпшәһе беренсе октаваның До (С) өнөнә көйләнә. Ҡалғандары ярымтауыш буйынса «Соль»дан алып «До»ға тиклем араны тултыра: Ля бимоль (Аs), Ля (A), Си бимоль (B), Си (H). Әммә ләкин 5 тишекле ҡурай тауыштары буйынса сикле, йәғни боронғо башҡорт халыҡ көйҙәренең ҡайһы берҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе тулыһынса башҡарырға мөмкинлектәре аҙ. Шуның өсөн дә 90-сы йылдарҙа курайсы Ишморат Илбәков заман талабына ярашлы ошо алдағы яҙылған бөтә ҡурайҙарҙы ла үҙе уйлап сығарған алымдар менән бер ҡурай эсенә һыйҙырырға өлгәшә, дөрөҫерәге ун ике ҡурайҙы бер ҡурай эсенә һыйҙыра. Был ижад музыка өлкәһендә ҙур алға этәргес була, сөнки бер ишҡурайҙа бөтә профессиональ музыка алымдарҙы ла һәм талаптарҙы ла ҡулланып башҡорт халыҡ көйҙәрен һәм заманса көйҙәрҙе лә үҙең теләгән музыкаль тональностә башҡарырға мөмкин. Ҡурай уйнау. Уйнағанда ҡурайҙың баш яғын өҫкө тештәр уртаһына, уң йәки һул яҡҡа терәп, ирендәр менән ҡымтыйҙар. Ауыҙзың ярылары һәм аңҡау тауыш бәүелткесе итеп ҡулланыла. Ҡурайҙа оҫта уйнаусылар күкрәктән сыҡҡан тын менән көпшәгә өрөп моң сығаралар. Ауыҙ эсендәге тын менән ҡурай уйнау, өйрәнә башлаған дәүәрҙә генә хата һаналмай. Ҡурай моңо нигеҙендә төп өндән кварта аралағында ике мажор пентоника бәйләнеше ята. Ҡурай тауышы киңлеге өс октаваға яҡын, яңғырашы нәфис һәм эпик яҡтан күтәренке, тембры йомшаҡ. Ҡурайҙа бейеү көйҙәре, марштар, тәбиғәт тауыштарын тасуирлаған көйҙәр, хатта донъя күләмендәге классик әҫәрҙәр ҙә уйнала. Шулай уҡ йыр оҙатыусы ҡорал булараҡ та ҡулланыла. Ҡурай моңон яҙмаларҙа тыңлау менән ысын уйнауҙа тынлау араһында бик ҙур айырма бар. Шул сәбәпле, ҡурайҙың иллаһи моңон мотлаҡ «тере» килеш тыңларға кәрәк. Ҡурай тарихы. Ҡурай моңон ишетеп, был моңды һәм ҡурайҙы халыҡҡа еткергән егет тураһында башҡорт халыҡ әкиәте бәйән итә. Әкиәт буйынса, яуыз хан башҡорт егетен кеше баҫмаған ҡарурман араһына алып барып ташларға ҡуша. Яңғыҙлыҡтан интеккән егет бер заман бик моңло көй ишетеп ҡала. Егет көйҙе эҙләп бейек тау башына менә һәм һабағы һынған ҡурай үләненән, ел өрөү ярҙамында, көй сыҡҡанын шәйләп ала. Егет ҡурай үләнен өҙөп ала һәм ауыҙына ҡуйып өрөп ҡарай. Көй тағы ла көслөрәк сыға. Шулай итеп, егет ҡурай өрөргә, үҙе яңы көйҙәр сығарырға өйрәнә. Ҡурай моңо егеткә ҡарурмандан тыуған яҡтарына ҡайтып керергә ярҙам итә. Шул замандан башлап, ҡурай моңо башҡорт халҡының ҡыуанысын йәки ҡайғыһын уртаҡлашыусы иллаһи көскә эйә. Ҡурайҙың бөгөнгө көнө. XX-се быуатта ҡурайға ҡараш бер ни тиклем һүнеп, унда уйнарға өйрәнеү бик ныҡ кәмегәйне. Һуңғы ваҡытта ҡурайға ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Бик күп ҡурайсылар төркөмө ойошторолған. Йыл һайын республика күләмендә ҙур ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә. Был бәйге күренекле башҡорт ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбайов исемен йөрөтә. Ҡурайсылар берләшмәһе төҙөлгән, уның беренсе президенты Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле ҡурайсы Азат Айытҡолов. Бөрө (ҡала). Бөрө ҡалаһы − Башҡортостандың иң боронғо ҡалаларының береһе, Бөрө йылғаһының Ағиҙелгә ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы − 42 262 мең кеше (2010). Тарихы. Ҡаланы 1663 йылда батша Алексей Михайлович әмере буйынса Өфө воеводаһы Ф. И. Сомов һалдыра башлай. Ҡала, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуынан һуң, хозур тәбиғәтле был төбәктәргә күпләп килеп ултыра башлаған урыҫтарҙың яңынан-яңы ерҙәргә хужа булып, унда ауылдар, сиркәүҙәр һалдырыуына ризаһыҙ башҡорттар яндырған Архангельский ауылы урынында ҡалҡып сыға. Өфөнән 98 км төньяҡта урынлашҡан ҡәлғә-ҡала төбәктәге һыу юлдарын да, ҡоро ер юлдарын да контролдә тота. XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклем ул батша дәүләтенең көнсығыштағы форпосы була. 1774 йылда Салауат Юлаев етәкселегендәге башҡорттар Бөрөнө штурм менән ала һәм, янғын сығып, ҡала бөтөнләй янып бөтә яҙа. Ике йылдан ул ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыла. 1774 йылда ҡалала 437 йорт, 1 897 ир заты, 1 949 ҡатын-ҡыҙ, өс сиркәү, өс училище, ҡыҙҙар гимназияһы, шәхси китапхана, бер дауахана, хатта төрмәһе лә була. 1781 йылда өйәҙ ҡалаһы статусын ала. 1897 йылғы отчетта Бөрөлә таҡта ярыу, тире иләү күн, шарап ҡыуыу заводтары, пар тирмәндәре һ. б. эшкәртеү предприятиелары булыуы әйтелә. 1882 йылда урыҫ булмаған халыҡтар өсөн йәнә бер сиркәү төҙөлә, ул батша хөкүмәтенең урыҫлаштырыу сәйәсәтен үткәреүгә әүҙем булышлыҡ итә. Хәҙер был бинала тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Иҡтисад. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡалала еңел, урман эшкәртеү, аҙыҡ етештереү сәнәғәте тармаҡтары үҫеш алды. XX быуаттың икенсе яртыһынан башлап, ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында нефть-газ эҙләү базаһына әйләнде. Татар теле. Татар теле – татар халҡының милли теле, Татарстан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-булғар төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә. Өршәк (йылға). Өршәк - Башҡортостандағы йылға, Стәрлебаш районында башлана. Башҡортостандың Стәрлебаш, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Дәүләкән, Шишмә, Өфө райондары аша аға. Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙелгә һул яҡтан ҡушыла. Оҙонлоғы 193 км, бассейнының майҙаны 4 230 км². Ҡырмыҫҡалы районы. Ҡырмыҫҡалы районы Башҡортостан республикаһының урта өлөшөндә, Ағиҙел йылғаһының һул яғында урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны - 1751 км2. Район үҙәге - Ҡырмыҫҡалы ауылы. Ҡырмыҫҡалы районы Дәүләкән, Шишмә, Өфө, Иглин, Архангель, Ғафури, Ауырғазы райондары менән сиктәш. 2002 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса халыҡ һаны - 46,2 мең кеше. Күпселеген башҡорттар (42,68%), татарҙар (28,97%) һәм урыҫтар (16,06%) тәшкил итә. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы - 26,4 кеше/км2. Ҡатыҡ. Ҡатыҡ - әсетелгән һөттән эшләнгән эсемлек. Әҙерләнеше. Айыртылмаған һөттө ҡайнатып, +40 °C тиклем һыуыталар, шунан өҫтөнә ойотҡо (һалҡын ҡатыҡ) ҡоялар. Йылы урында 6-8 сәғәттә әҙер була. Ҡорот. Ҡорот— байтаҡ төрки халыҡтарға хас һөт ашамлығы. Ҡорот ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе шифалы хәләл ризыҡ. Ул С витаминына һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һыры май ҡушып, ҡайнар һыуға һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Борон заманда сәс ебәк кеүек ялтырап торһон өсөн эркет һыуында йыуғандар. Ҡоротто башҡорт халҡы борон-борондан эшләп килгән Бының үҙ сәбәптәре лә бар. Берҙән ҡаймағы айыртылган һөттө әрәм-шәрәм итмәйһең, икенсенән, киптерелгән ҡоротто оҙаҡ, хатта йылдар буйына һаҡларға мөмкин. Ҡорот яһау мәшәҡәтле эш. Хәҙер ауыл ерҙәрендә оло йәштәге апайҙар һәм инәйҙәр генә яһай белә. Ҡорот яһау ысулы. Ҡорот эшләүе ярайһы ғына мәшәҡәтле. Башта айыртылған һөттө ойотоп, ҡатыҡ яһарға кәрәк. Ошо ҡатыҡ ағас батманға йыйыла бара. Шунан һуң уны ҡаҙанға йәки башҡа һауытҡа һалып өҫтөнә күбеге сыҡҡансы ҡайнаталар. Ҡайнатылған эркеттең күбеген һөҙөп алғас, уны таҙа тоҡҡа ҡойоп элеп ҡуялар. Бер нисә көн үтеүгә уның һыуы ағып бөтә һәм барлыҡҡа килгән ҡоротто тоҙлап баҫып йомғатстар яһарға мөмкин. Дөрөҫ, был әле йәш ҡорот ҡына була. Бында иң мөһиме — уны киптерә белеү. Н. Сафиндың «Башҡорт аштары» тигән китабында йәш ҡоротто йомғаҡлап таҡтаға һалырға ла өҫтөнә сепрәк ябып бер нисә көн ҡояшта киптерергә мөмкин. Ләкин ҡорот таш кеүек ҡатмаһын һәм артыҡ әсе булмаһын тиһәң, уны төтөнгә ҡуйып ыҫлау яҡшы. Элегерәк ҡоротто тик шулай итеп эшләгәндәр ҙә. Бының өсөн ихаталағы асыҡ усаҡ өҫтөнә 2 метр самаһы бейеклектә тар ғына ағас таҡталарҙан ылаш яһап ҡуйыла һәм баш-баш итеп йомарланған ҡорот шунда теҙеп һалына. Яңы яһалған ҡорот кәмендә аҙна-ун көн төтөндә ыҫланьп торорға тейеш. Тик шунан һуң ғына уны ашарға ла, ҡатыҡ итеп ашҡа һалырға ла, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға ла була. Инглиз теле. Ингли́з теле́, — Бөйөк Британияла, Америка Ҡушма Штаттарында, Австралия Берлегендә һәм бик күп башҡа илдәрҙә рәсми тел, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 6 рәсми телденең береһе. Немец теле. Немец теле ("Әлмән теле" (иҫке әҙәби.),) Ай тотолған төндә (фильм). Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән нәфис фильм, тарихи драма. Бишауыл-Уңғар. Бишауыл-Уңғар ауылы Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Һәүәләй ауыл советына ҡарай. Урыҫса — Бишаул-Унгарово. Район үҙәге Ҡырмыҫҡалы ауылынан 15 саҡрым, Һәүәләй ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта. Ҡарламан тимер юл станцияһы 2 саҡрым алыҫлыҡта. Почта индексы — 450315, ОКАТО коды — 80235855002. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 672 кеше йәшәй, 319-ы ҡатын-ҡыҙ, 353-ө ир-ат. Башлыса башҡорттар. Ауылға нигеҙ һалыусылар — Табын ҡәбиләһенә ҡараған башҡорттар. Ауыл тураһында билдәле тәүге яҙма мәғлүмәттәр 1648 йыл менән билдәләнә. XIX быуат һуңында ауылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә булған. Татарҙар. Татарҙар — Иҙел-Урал буйында йәшәгән төрки халыҡ. Күпселек өлөшө Татарстанда һәм Башҡортостанда, шаҡтай өлөшө Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә (күберәк Мәскәүҙә һәм Себерҙә) йәшәй. Халыҡ төркөмө. Татар халҡы 3 төп төркөмгә бүленә. Польша-Литва татарҙары төркөмө лә бар. Иҙел-Урал төбәге төркөиә иң ҙурыһы, унда 4 млн. артыҡ татар иҫәпләнә. Дин. Татарҙарҙың күпселеге мосолман-сөнниҙәр. Татар милләтен көсләп суҡындырылған өлөшөлә бар: керәшен татарҙары, нағайбаҡтар. Бал халыҡтар көсләп суҡындырылмаған, электән христиан динен ҡабул иткән тигән ҡарашта бар. Татарҙарҙың хәҙерге дин үҙәктәре: Ҡазан, Мәскәү, Өфө, Ырымбур, Төмән һэм башҡа ҡалаларҙы мөфтиәттәр бар, шул иҫәптән Польша-Литва таратҙарыныңда дини ойошмалары бар. Милләт сығышы. Татар халҡының килеп сығышы тураһында фәндә 3 төп концепция йәшәй. Иҙел-Урал концепцияһы. Уның буйынса татарҙың килеп сығышының төп нигеҙе — Булғарҙар һәм төркиләшкән ерле Фин-Уғыр халҡы. Ә. Вәлиди, Х. Ғәбәши, М. Зәки, Ф. Урмансы х.б. ғәлимдәр Болғарҙарҙың килеп сығышында иң боронғо осарҙан билдәле күсмә Скиф, Сармат, Алан һәм башҡаларҙың ҡатнашы бар тип иҫәпләйҙәр. Татар-Монгол концепцияһы. Был концепция Көнсығыш Европаға Татар-Монгол ҡәбиләләре менән бергә күсеп килеп, ерле ҡыпсаҡтар менән ҡушылып һэм Алтын Урҙа дәүләтендә Ислам динен ҡабул итеп татар мәҙәниәтен һәм дәүләтселеген барлыҡҡа килтергәндәр тигән ҡарашҡа нигеҙләнә. Был ҡараш ҡайһы бер урыс, башҡорт, сыуаш ғәлимдәре Н.А.Мәзитов, В.Ф. Кахавский, В.Д. Дмитриев, Н.И. Егоров, М.Р. Федотов һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә сығылыш таба. Төрки-Татар концепцияһы. Был концепция татар халҡының килеп сығышында Булғарҙар менән бергә Ҡыпсаҡ дәүләте берләшмәләренә кергән халыҡтар ҡатнашыуына ҙур урын бирә. Татар халҡының Милли тарихының төп үҫеш дәүере Алтын Урҙа осорона тура килә. Шул осорҙа ерле Болғар һәм Ҡыпсаҡтар менән Төрки ҡэбиләләргә ҡушыла. Төрки нигеҙҙә уртаҡ әҙәби тел барлыҡҡа килә. Тормош һәм көнкүреш. Татарҙарҙың тормош һәм көнкүрештә иң мөһим урын тотҡан тотҡан шөғөлдәре: игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ һәм һунарсылыҡ. Диаспора. Хәҙерге көндә татарҙар бөтә донъяла йәшәй тип була. Алманияла, Финляндияла, Польшала, Литвала, Эстонала, Мәскәүҙә татарҙар бик күп. Был биттең сығанағы Tatarça - Татарса |http://tt.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%B0%D1%82%D0%B0%D1%80_%D1%85%D0%B0%D0%BB%D0%BA%D1%8B" Оло Ыйыҡ (йылға). Оло Ыйыҡ — Башҡортостандағы йылға, Йылайыр районында башлана. Башҡортостандың Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары, Ырымбур өлкәһе аша аға. Һаҡмарға уң яҡтан ҡушыла. Оҙонлоғы 341 км, бассейнының майҙаны 7 670 км². Карауанһарай (төркөм). "Был музыкаль төркөм тураһында мәҡәлә. Ырымбурҙағы ҡомартҡы тураһында мәҡәлә бында: Ҡаруанһарай." Каруанһарай — башҡорт музыкаль эстрада—фольклор төркөмө, 1989 йылда ойошторола; тәүге сығышын 1990 йылдың 6 мартында Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҙур залында яһай. Был төркөмдө төҙөү фекерен әле ике йыл элек үк институттың фольклор бүлегендә уҡыған Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағоловтар күтәреп сыға. Һуңынан уларға Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғилман Ҡашҡаровтар ҡушыла. «Каруанһарай»ҙың тәүге ҙур концерты 1991 йылда «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында үтә. Шул уҡ йылда ул Грозный ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәштәр эстрада төркөмдәре конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була. 1992 йыл Алматыла «Азия тауышы» фестивалендә төркөм дипломант була. 1994 йылда төркөм Төркиәлә үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша. Гастролдәрҙә Силәбе, Пермь, Төмән, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстан һәм Чечен республикаларында була. 1995 йылдан башлап ансабль Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ҡаҙаҡ теле. Ҡаҙаҡ теле – ҡаҙаҡ халҡының милли теле, Ҡаҙағстан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡ-нуғай төркөмсәһенә ҡарай. Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә. Ҡырмыҫҡалы (ауыл). Ҡырмыҫҡалы — Ҡырмыҫҡалы районының үҙәге (1930). Өфөнән көньяҡка 50 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 2002 йылдағы Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Ҡырмыҫҡалыла 7843 кеше йәшәй. Башлыса татарҙар (53,6%), башҡорттар (30,6%), урыҫтар (8,5%) һәм сыуаштар (4,2%) йәшәй. Билдәле яҙма мәғлүмәттәр буйынса ауылды мишәрҙәр 1758 йылда ойошторған. XIX быуат һуңында ауылда 3 мәсет, 3 мәҙрәсә булған. Ubuntu. Ubuntu (әйтелеше: «убу́нту») – иң таралған Linux дистрибутивтарының береһе. Зулу теленән тәржемә иткәндә "убунту" һүҙе "кешелеклелек" тигәнде аңлата. Ubuntu Debian GNU/Linux проектынан килеп сыҡҡан. (Беренсе Ubuntu сығарылышы – 2004 йылдың 20 октябре) Аҙаҡҡы Ubuntu сығарылышы - 2010 йылдың 10 октябрендәге 10.10 (Maverick Meerkat) өлгөһө. Ғәҙәттә 6 ай һайын яңы өлгөһө сыға. Ubuntu-ның төп ойошторыусоһы һәм спонсоры — Марк Шаттлворҫтың Canonical Ltd ойошмаһы. Эшләүе өсөн 256 мегабайт RAM һәм дискта 3 Гигабайт буш урын кәрәк. Live-CD (Компьютерға ҡуймайынса эшләргә була) технологияһы менән ойошторолған. Варианттары. Был Linux дистрибутивтың үҙ варианттары ла сыға башланы - Xubuntu, Runtu, һ.б. Туймазы (ҡала). Туймазы — Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Үсән йылғаһы буйында урынлашҡан. Тарихы. Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уның үҫешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Хәҙер Туймазы Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәгенә әүерелде. Сәнәғәт. Туймазы нефтен разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар. Мәғариф. Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, Көнсығыш гуманитар университетыңың филиалы эшләй. Шулай уҡ авиация, педагогика, аграр университет филиалдары эшләй. Мәҙәниәт. Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, Татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар. Итерзен. Итерзен () — Германиялағы ҡала. Координаталары - 53° 41′ т. к. 09° 40′ кс. о. Диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге - 1-18 м Халҡы - 17 865 кеше (2006) Ваҡыт бүлкәте - UTC+1, йәй UTC+2 Сыңғыҙхан. Сыңғыҙхан (монгол телендә - "Чингиз хаан", үҙ исеме – "Темуджин"; 1162 йылдар тирәһе – 1227 йылдың 18 авгусы) – донъя тарихында иң ҙур империя – Монгол империяһын нигеҙләүсе. Темуджин төньяҡ-көнсығыш Азияның күсмә ҡәбиләләрен берләштереп, Сыңғыҙхан исемен алғандан һуң, сит илдәрҙе баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Үҙ ғүмере эсендә ул Азияның күпселек өлөшөн баҫып алыуға өлгәшә. Тыуыуы. Онон йылғаһы, Темуджин тыуып үҫкән урын. Темуджин 1162 йылдар тирәһендә Монгол ҡәбиләһендә Бурхан Халдун тауы, Онон һәм Керулен йылғалалары эргәһендә, Монголияның хәҙерге башҡалаһы Улан-Баторҙан йыраҡ түгел урында тыуа. Монгол тарих китабы буйынса, ул ҡулында ҡан төйөрө менән тыуа, был уның киләсәктә ҙур юлбашсы булыуына ишара була. Уның атаһы Есугей – тайчиут ҡәбиләһе нойондарының береһе - һәм әсәһе Оэлундың тәүге улдары була. Ғаиләһе. Темуджиндың атаһы яғынан туғандары – Хабул хан, Амбахай, Хотол хан – монгол ҡәбиләһенең хандары була. 1161 йылда, Цзинь династияһы – ул ваҡытта Азияла иң ҡеүәтле империя Ҡытайҙа хаким иткән династия – үҙ ҡурсауын монголдарҙан татарҙарға күсергәс, татарҙар Хабул ханды үлтерә. Сыңғыҙҙың атаһы Есугей (Боржигиндарҙың нойоны, Амбахай һәм Хотол хандың ҡустыһы) Монгол ҡабиләләренең юлбашсыһы булып ҡалҡып сыға, әммә уның хакимлығына Амбахайҙың тура вариҫы тайчиуттар ҡаршы сыға. Бала сағы. 9 йәшлек сағында Темуджин атаһы менән хунгират ҡәбиләһенә, буласаҡ ҡатыны Бортеның ғаиләһенә бара. Хунгират ерҙәренән кире ҡайтҡан ваҡытта, уның атаһы оҙаҡ ваҡыт дауамында дошманлашҡан күрше татарҙар тарафынан ағыулана. Есугейҙың ырыуы йәш ырыу башлығының хакимлығын таныуҙан баш тарта, уларҙың малын ҡыуып, ғаиләһен ташлап китә. Оэлун балалары менән далала бөтөнләй яҡлауһыҙ ҡала. Темуджин һәм уның ғаиләһе бер нисә йыл бик ярлы, төрлө емештәр менән, Темуджин һәм уның ағалары, ҡустылары ара-тирә һунарҙар ваҡытында алып ҡайтҡан ваҡ йәнлектәр менән туҡланып йәшәй. 1182 йылда Темуджин ғаиләһенең йыраҡ туғаны Тартуғай, Есугей үлгәндән һуң, уның ерҙәренә хужа булып ала. Ә Темуджинды, үс алыуынан ҡурҡып, әсирлеккә ала һәм үҙенең ҡоло итә. Темуджиндың муйынына баш өсөн урын ҡалдырып, ике таҡтаны ҡуша бәйләп кейҙерәләр. Әммә Темуджин һаҡсыһы, Чилаундың (һуңынан ул Сыңғыҙхандың ғәскәр башлыҡтарының береһе булып китә) атаһы ярҙамы менән, байрам ваҡытында ҡоллоҡтан ҡаса, үҙен ҡыуып килгән һыбайлыларҙан йылғала ҡаялар аҫтында йәшенеп ҡала. Шул йылдарҙа Сыңғыҙхандың буласаҡ тоғро дуҫтары Джелме һәм Боорчу уға ҡушыла. Берләштереү сәйәсәте. Урта Азия халҡы Темуджин йәшәгән осорҙа бер нисә ҡәбиләгә бүлгеләнгән була. Йыш ҡына был ҡәбиләләр бер береһенә ҡаршы барымталар, ҡарымталар менән барып, бер-береһен талар була. Темуджиндың әсәһе Оэлун уны ҡырыҫ шарттарҙа тере ҡалырға өйрәтә, Монголияның сәйәси хәле менән таныштыра, башҡа ҡәбиләләр менән берлек кәрәклеген дә аңлатыусы була, әсәһенең һабаҡтары уның ҡәбиләләрҙе берләштереү сәйәсәтен башлауына булышлыҡ итә. 16 йәштәр тирәһендә, Темучин үҙенә йәрәшелгән Бортеға өйләнә. Уларҙың өйләнешеүенән һуң күп тә үтмәй, Бортены меркиттар урлай һәм ул меркит һуғышсыларының береһенә ҡатынлыҡҡа бирелә. Темуджин ҡатынын ҡайтарыу өсөн ярҙам һорап, кереит ханы, атаһының туғандаш дуҫы – андаһы Тогорилға бара. Тогорил үҙенең ҡәбиләһенән 20 000 һуғышсы йыя һәм шулай уҡ Темуджиндың баласаҡ дуҫы - андаһы, был ваҡытҡа джарджират ҡәбиләһенең ханына әйләнгән Джамуханы саҡыра. Был йыйылма ғәскәр меркиттарҙы ҡыйрата һәм Темуджин ҡатынын әсирлектән ҡотҡара. Бортеның улы Джучи тыуғандан һуң, уның атаһы Темуджин булыуында күптәр, шул иҫәптән Темуджин үҙе лә шикләнә. Шулай ҙа, Темужин артабан, йола буйынса, бер нисә ҡатын алғас та, Борте уның төп ҡатыны булып ҡала. Темуджин Тогорил хан менән берләшкәндән һуң, ҡеүәт йыя башлай. Уның нукерҙары ла, малдары ла ишәйә. Меркиттарға ҡаршы яуҙан һуң Джамуха менән Темуджин берҙәм урҙала йәшәй башлай, әммә оҙаҡ та тормай, Темуджин үҙенең нукерҙары менән айырылып китә. Был ваҡытта Джамуханың ҡайһы бер нукерҙары ла Темуджинға ҡушыла. Был андаларҙың аралары боҙолоуына сәбәпсе була. Джамуха менән Темуджиндың тәүге бәрелешенә Джамуханың ҡустыһы Тайчарҙың ултерелеүе һылтау була. Тайчар дуҫтары менән Темуджин көтөүенән аттарҙы ҡыуып алып китергә маташа, был ваҡытта көтөүселәрҙен береһе Тайчарҙы уҡ менән атып үлтерә. Джамуха Темуджиндан ҡустыһының үлтереүсеһен уға биреүен талап итә, һәм кире яуап алып, яу менән килә. Был яу ваҡытында Темуджин еңелә һәм уның ғәскәре ярайһы ғына хәлһеҙләнә. Унан һуңғы яуҙа – 1196 йылда Тогорил хан менән берлектә, Ҡытайҙан Цзинь ғәскәренә ҡушылып, татарҙарға ҡаршы барғанда, улар татарҙарҙы ҡыйратып, мул табыш алып ҡайтыуға өлгәшә. Цзинь хакимдары татарҙарҙы еңеү хөрмәтенә Темуджинға ҡытай титулы – Джаутхури, Тогорилға Ван титулын бирә. Темуджин үҙенең Ҡытай хакимдарынан алған титулын бер тапҡыр ҙа ҡулланмай, Тогорил иһә был яуҙан һуң Ван-Хан исемен йөрөтә. 1197-1198 йылдарҙа Тогорил менән Темуджиндың аралары боҙола башлай. Шул йылдарҙа көнсығыш Монголияның ҡеүәтле найман ҡәбиләһе ханы Инанча хан үлеп китә, хандың ике улы Буйрук хан һәм Таян хан араһыда вариҫлыҡ өсөн ыҙғыш ҡуба. Ошо ыҙғыштан файҙаланып, Ван-Хан, Джамуха, Темуджин Буйрук ханға ябырыла һәм уның ғәскәрен ҡыйрата, тик кире ҡайтҡан саҡта, найман ғәскәре юлдарын ҡамай. Иртән яу асырға һөйләшәләр, әммә, Джамуха менән Ван-Хан, Темуджиндың найман ғәскәрҙәренән ҡырылыуын теләп, төндә Темуджиндың ғәскәрен ҡалдырып ҡаса. Темуджин был хәйләне аңлап ҡала, яу асмайынса, сигенә һәм эҙен яҙҙыра. Найман ғәскәрҙәре, Темуджинды эҙәрлекләү урынына, Ван-Ханға ябырыла. Ван-Хан, ауыр яуҙы күтәрә алмай, ярҙам һорап Темуджинға мөрәжәғәт итә. Темуджин Тогорилға ярҙам итә. 1200 йылда Ван-хан менән Темуджин тайчиуттарға ҡаршы поход ойоштора. Тайчиуттарға ярҙамға меркиттар килә, әммә еңеү Темуджин менән Ван-Хан ғәскәре яғында була, ә тайчиут ҡәбиләһе башлыҡтары, күп кешеләрен ҡалдырып, ҡаса. Был яу ваҡытында Темуджин уҡ менән яралана. Яуҙан һуң Темуджин ғәскәренә ҡушылырға теләгән яугирҙарҙың береһе нәҡ ул ханды яралауын таный, бының өсөн ул Темуджиндан Джебе – Уҡ исемен ала. Артабан ул хандың иң тоғро нукерҙарының береһенә әйләнә. 1201 йылда татар, тайчиут, меркит, ойрат һәм башҡа ҡәбиләләрҙән йыйылған ҡоролтай Темуджинға ҡаршы берләшеп көрәшергә ниәтләп, ҡоролтай йыя, был ҡоролтай Джамуханы хандарҙың ханы – гурхан итеп һайлай. Тик Темуджинға ҡаршы яуҙа был берләшкән ғәскәр ҡыйратыла, ә еңелгән ғәскәр башлыҡтары Джамуханы гурхан итеп таныуҙан баш тарта. 1202 йылда Темуджин күптәнге дошмандары – татарҙарға ябырыла. Ҡаты яуҙан һуң татарҙар ҡыйратыла, атаһын, олатаһын үлтереүсе ҡәбиләнән Темуджин аяуһыҙ үс ала – ул ҡәбиләне бөтөнләй юҡҡа сығарырға бойора. Һөҙөмтәлә, татарҙар ҡәбиләһенең йәше-ҡарты, ҡатын-ҡыҙҙар – барыһы ла үлтерелә. Тогорилдың улы Нилх Темуджиндың ҡеүәте үҫә барыуынан һәм уның атаһы менән йылы мөнәсәбәттә булынынан көнләшә. Ул кереит ханлығы үҙенә түгел, Темуджинға бирелеүенән ҡурҡып, атаһын Темуджинға ҡаршы көйләй. Ван-Хан ҡыҙын Темуджиндың оло улы Джучиға бирергә риза булмауы ике хан араһы тулыһынса өҙөлөүгә һәм хатта араларында һуғыш тоҡаныуға килтерә. Тогорил Темуджиндың сәйәсәтен күптән ҡабул итмәй килгән Джамуха менән берләшә. Башта еңелеп, ҙур юғалтыуҙарға тарыһа ла, Темуджин тиҙ арала көс йыйып, Джамуха менән Тогорил ғәскәренә көтөлмәгәндә ябырыла. Шулай итеп, Тогорил еңелә, ә Джамуха ҡасып өлгөрә. Был һуғыштан һуң кереит ҡәбиләһе тулыһынса тар-мар ителеп, юҡҡа сыға. Артабан Темуджинға найман ҡәбиләһенән ҡурҡыныс янай – Джамуха һәм уның яҡлылары уларҙан яҡлау таба. Найман башлығы Таян хан Темуджинды юҡ итеп, монгол далаларында берҙән-бер ҡеүәтле көс булырға ниәтләй, Темуджин, быны күҙаллап, наймандарға ябырыла. Ҡаты яуҙан һуң наймандар еңелә, ә Джамуха яу барышында уҡ наймандарҙың еңелеүен һиҙемләп, ғәскәре менән ҡаса.Шул уҡ йылда Темуджин ғәскәре меркиттарҙы ҡыйрата. Бер нисә яуҙан һуң, 1206 йылда Джамуханы үҙ кешеләре Темуджинға тотоп бирә. Темуджин Джамухаға ҡайтанан дуҫлыҡ тәҡдим итә һәм үҙенең яғына сығырға әйҙәй. Джамуханы һатҡан кешене ул үлтерергә бойора - үҙенең ғәскәренә ул һатлыҡтарҙы ҡабул итмәй. Джамуха, күк йөҙөндә бер генә Ҡояш балҡый ала, тигән һүҙҙәр менән, Темуджиндың берләшеү тәҡдименән баш тарта һәм үҙен Темуджин үҙ ҡулдары менән ҡанһыҙ үлтереүен һорай. Монгол ҡанундары буйынса, Темуджин уны ҡан ҡойоуһыҙ, умыртҡа һөйәген һындырып үлтерә. Шулай итеп, Темуджин монгол далаларында берҙән-бер хан булып ҡала, даланың меркит, найман, уйғур, кереит, татар һәм башҡа ҡәбиләләре уға буйһондорола. Был оҙаҡ йылдар бер-береһе менән дошманлашып, Ҡытай династиялары тарафынан ҡыҫылып, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ кисергән монголдар өсөн оло уңыш була. Артабан монгол хандары Ҡоролтайында Темуджин Сыңғыҙхан тип иғлан ителә. Көнбайыш Си Ся династияһы. 1206 йылда Сыңғыҙхан Монгол империяһын нигеҙләгән ваҡытҡа, уның көнбайыш күршеһе – Көнбайыш танғут Си Ся династияһы, көнсығыш һәм көньяҡтан төньяҡ Ҡытайҙа хакимлыҡ иткән һәм быуаттар дауамында монгол ҡәбләләрен үҙ хакимлығы аҫтында тотҡан Цзинь династияһы була. Темуджин иң беренсе нәүбәттә ғәскәрен монгол ерҙәренә яҡыныраҡ торған Көнбайыш Си Ся империяһына ҡаршы алып бара. Ҡеүәтлерәк Цзинь династияһы Си Ся императорына ярҙамға килмәйәсәген ул алдан күремләй. Ысынлап та, танғуттар цзиндарҙан ярҙам һорай, ләкин уларҙың үтенестәре кире ҡағыла. Сыңғыҙхан 1209 йылда Көнбайыш Си Сяны баҫып ала. Цзинь династияһы. 1211 йылда Сыңғыҙхан Цзинь династияһын буйһондорорға ниәтләй. Цзинь династияһы ғәскәре башлығы тәүге мөмкинлек сыҡҡас та монголдарға ҡаршы яу асмай, хаталана. Уның урынына Цзинь ғәскәренең башлығы монгол яғына илсе ебәрә, уныһы иһә артылыштың икенсе яғында Цзинь ғәскәре тороуы тураһында әйтә. Был һуғыш ваҡытында монголдар Цзинь ғәскәренән меңләгән һуғышсыны ҡырып һала. 1215 йылда Сыңғыҙ Цзинь династияһының баш ҡалаһы Чжундуны (хәҙерге Пекин) ҡамап, баҫып ала һәм талай. Ҡытай императоры иленең төньяғын монголдарға ҡалдырып, баш ҡалаһын көньяҡҡа, Кайфын ҡалаһына күсерергә мәжбүр була. Ҡара Ҡытай ҡағанаты. Был арала Кучулук – Темуджин баҫып алып, монголдарға буйһондорған найман ханы Таян хандың улы - көнбайышҡа ҡаса һәм һәм шунда яңы көс йыя. Сыңғыҙхан Ҡара Ҡытайҙы баҫып алып, Кучулукты еңеп сығырға ниәтләй. Был ваҡытҡа монгол ғәскәре унлап йылдар дауамында барған Көнбайыш Си Ся һәм Цзинь династияһына ҡаршы һуғыштан йонсоған була. Шуға Сыңғыҙ Кучулукҡа ҡаршы йәш ғәскәр башлығы Джебе етәкселеге аҫтында ике генә төмәнен ебәрә (20 000 һуғышсы). Һуғышсыларҙың аҙлығы арҡаһында, монголдар һуғыш алымдарын үҙгәртергә мәжбүр була – улар Кучулук яҡлылар араһында ризаһыҙлыҡ ойоштора, был Ҡара Ҡытайҙы көсһөҙләндерә. Кучулук ғәскәре Ҡашҡарҙың көнбайышында монголдарҙан еңелә. Кучулук тағы ҡаса, әммә Джебенең ғәсҡәре уны ҡыуып етә һәм үлтерә. 1218 йылда, Ҡара Ҡытай ҡолағас, Монгол империяһы көнбайышта Балхаш күленә тиклем киңәйеп, Хорезм империяһы менән сикләнә. Башҡорт иле. Башҡорт иленең монгол ханлығына инеү үҙенсәлектәре төплө өйрәнелмәгән. Был хәрәкәтте тасуирлаған бер нисә фекер йәшәп килә. Шуларҙың береһе буйынса башҡорт иле монголдар тарафынан 1136-1242 йылдар араһында баҫып алынған. Л.Н. Гумилев фекеренсә "монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл дауам итә... Башҡорттар байтаҡ һуғыштарҙы еңеп сыға, һәм ниһәйәт дуҫлыҡ һәм берҙәмлек килешеүе төҙөп, артабан монголдар яуына ҡушылып китә". Венгр монахы Юлиандың юл яҙмаларына таянып, был ваҡиға 1220-1223 йылдар тирәһендә булыған тип иҫәпләнә. Шулай уҡ Алтын Урҙа тарихы буйынса күренекле белгес Г.А. Федоров-Давыдов башҡорттар монгол дәүләтенә иҙ ирке менән ҡушылыуы, һәм шул арҡала тархандары һәм бейҙәре юҡ ителеүҙән ҡотолоуҙыры тураһында фараз итә. Үҫәргән башҡорттары шәжәрәһендә Мөйтән бейҙең Сыңғыҙған менән Иртыш буйында осрашыуы тасуирлана. Был ваҡиғаның аныҡ ваҡыты билдәле түгел, шулай ҙа 1219 йылдың йәйендә булған тигән фекер бар. Әхмәтзәки Вәлиди Туған фекере буйынса башҡорттар монгол дәүлетенә 1207-1208 йылдарҙа ҡушылған булырға тейеш. Башҡортостан дәүлетеселеге буйынса билдәле ғалим Зөфәр Еникиев фаразлауынса, был фекерҙәр барыһы ла урынлы. Сөнки Иртыш—Урал—Иҙел буйында төплөнгән, күп һанлы башҡорт ырыуҙарынан торған Башҡорт иле Алтын Урҙаға үҙ ирке менән дә һәм көс ҡулланып, баҫып алынып та ҡушылған. Көнсығыштағы башҡорт ырыуҙары берләшмәһе үҙ ирке менән ҡушылған булһа, Көнбайыштағы башҡорттар оҙаҡ ваҡыт ҡаршылыҡ күрһәтеп, Иҙел Болғары ханлығы ҡолатылғас ҡына, монгол дәүләтенә инергә мәжбүр булғандар. Сынғыҙхандың баҫып алыу сәйәсәте менән башҡорттарҙың сәйәсәте араһындағы мөнәсәбәттең төп үҙенсәлеге булып, башҡорттарҙың халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалауҙары, баҫып алыусылар менән килеп төпләгән милләттәрҙе артабан башҡортлаштыра алыуы ихтибарға лайыҡ. Хорезм империяһы. Был ваҡытта Хорезм династияһы башында шах Ала әд-дин Мөхәммәт тора. Сыңғыҙхан Хорезм менән иҡтисади бәйләнеш тотоуҙы хуп күреп, империяға 500 кешелек ҡарауан ебәрә. Әммә Хорезмдың Отрар ҡалаһы башлығы Иналха хан ҡарауанды Хорезмға ҡаршы мәғлүмәт йыйырға иҫәп тотҡан монгол кешеләре тип, уға һөжүм итә. Сыңғыҙхан икенсе мәртәбә шахтың үҙеңә илселәр ебәрә. Шах уларҙың береһен генә иҫән ҡалдыра, ҡалғандарының башын киҫтерә. Асыуланған Сыңғыҙхан иң ҙур баҫып алыу яуҙарының береһен башлай, был яуға ул 20 төмән – 200 000 кешене, иң оҫта ғәскәр етәкселәрен, үҙенең ҡайһы бер улдарын йыя. Сыңғыҙхандың үҙенең, ғәскәр башлыҡтарының һәм улдарының етәкселеге аҫтында монгол ғәскәре Тянь-Шань тауҙары аша үтеп, Хорезм ерҙәренә керә. Сыңғыҙхан ғәскәрен өс өлөшкә бүлә. Тәүге өлөшөн улы Джучи Хорезмдың төньяҡ-көнсығышына алып китә. Икенсе өлөшө Джебе етәкселеге аҫтында Хорезмдың көньяҡ-көнсығышына табан, Сәмәрҡәнд ҡалаһына табан юллана. Өсөнсө өлөшөн Сыңғыҙхан һәм Тулуй Хорезмдың төньяҡ-көнбайышына табан алып китә. Шах үҙенең ғәскәрен бер нисә кесе өлөшкә бүлеп, төрлө ҡалаларға ебәрә. Төп ғәскәрҙең бүлгеләнеүе Хорезмдың еңелеүенә төп сәбәпсе була. Оҙон юлдан йонсоған монголдар оло ғәскәргә ҡаршы тороу урынына, Хорезмдың кесе өлөштәргә бүлгеләнгән ғәсҡәрен берәмләп тар-мар итә. Монгол ғәскәре Ортарҙы тиҙ арала баҫып ала, ҡала кешеләре ҡырыла, башлығы Иналханы Сыңғыҙ ҡолағына һәм күҙҙәренә иретелгән көмөш ҡойоп язаларға бойора. Шах үҙе ҡалаһынан ҡаса һәм билдәһеҙ сәбәптәр менән, империяһындағы кескәй генә утрауҙа үлә. Монголдарҙың был яуы уғата ҡырағай алып барыла. Хорезмдың баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд ҡолағас, ҡала башлыҡтары, ябай кешеләрҙе ҡалдырып, Бохараға ҡаса. Сыңғыҙхан шах биләмәләрен генә түгел, ҡалаларҙы, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙы тулыһынса юҡ итергә бойора. Шахтың улы Джәләл әд-Дин атаһының ғәскәрен етәкләп, күпмелер ваҡыт монголдарға ҡаршы тора. Әммә үҙ-ара килешә алмау сәбәпле, ғәскәр тағы бүленә һәм улар, тар-мар ителеп, Бохараға тағы ҡасырға мәжбүр була. Шулай итеп, Хорезм империяһы юҡҡа сыға. Грузия һәм Киев Русияһы. 1220 йылда, Хорезм ғәскәрен тулыһынса юҡҡа сығарғандан һуң, монгол ғәскәренең бер өлөшө Джебе һәм Субудай етәкселегендә көнбайыш ерҙәргә юллана. Монголдар Грузияға баҫып инә, Генуялағы Каффа (хәҙерге Феодосия) һәм Ҡырым ҡәлғәләрен ала. Артабан улар Ҡара диңгеҙ буйында ҡыш сыға һәм кире юлға борола. Мстислав Галичский һәм Мстислав III Киевский ғәсҡәренән торған, әммә насар ойошторолған 80 000 кешелек Киев Русияһы ғәскәре уның юлын ҡамай. Субудай славяндарға солох тәҡдим итеп, илселәр ебәрә, әммә илселәр үлтерелә. 1223 йылда, Калка йылғаһы буйындағы яуҙа Субудай ғәсҡәре күпкә ҙурыраҡ Киев ғәскәрен еңә, шул уҡ ваҡытта, Һамар ҡултығында күрше Волга Болғарҙары ғәскәренән еңелә. Хәҙер рус кенәздәре солох тәҡдим итә. Субудай кенәздәрҙе ғәфү итергә йыйынмай. Монгол ҡанундары буйынса, рус кенәздәренең алтыһы ла, шул иҫәптән Мстислав III Киевский, ҡанһыҙ үлемгә дусар ителә. Субудай һәм Джебе был киң билдәле сәйәхәт ваҡытында бөтә Каспий диңгеҙе буйын урап үтә һәм юлында осраған бөтә ғәскәрҙе лә тиерлек ҡырып һала. Сыңғыҙхандың ейәне Батый етәкселеге аҫтында монголдар был ерҙәргә тағы килә һәм 1237 йылда Волга Болғарҙарын һәм Киев Русияһын баҫып алып, 1240 йылда кире борола. Көнбайыш Си Ся һәм Цзинь династияһы менән һуғыш. Монгол ғәскәренең төп көсө Сыңғыҙхан һәм уның ғәскәр башлыҡтары менән Хорезм империяһына ҡаршы яу башлағас, Көнбайыш Си Ся Цзинь менән монголдарға ҡаршы берләшә. Улар Хорезмға иғтибарын йүнәлткән монголдар берләшкән ғәскәргә ҡаршы тора алмаҫына иҫәп тота. 1226 йылда Сыңғыҙхан танғуттарға ҡаршы яу аса. Уның ғәскәре тиҙ арала танғут ҡалаларын ала. Ноябрҙә Сыңғыҙ Һары йылғаһы аша үтеп, төп танғут ғәскәрен тар-мар итә. 1227 йылда Сыңғыҙхан ғәскәре танғут баш ҡалаһын юҡҡа сығара. Яңы танғут императоры тиҙ үк үҙе монголдарға буйһона, тоҡанған ҡаршылыҡҡа асыуланған Сыңғыҙхан император ғаиләһен тулыһынса язалап үлтерергә бойора. Сыңғыҙҙың үлеме. Монгол империяһы 1227 йылда Сыңғыҙхандың үлеменән һуң 1227 йылдың 18 авгусында, Цзинь династияһы һәм Көнбайыш Си Ся династияһына ҡаршы яу ваҡытында, Сыңғыҙхан үлә. Үлеменең сәбәбе аныҡ билдәле түгел. Ҡайһы бер фараздар буйынса, атынан ҡолай, икенсе фараздар буйынса, ул үпкә ауырыуынан үлә. Ҡайһы бер йылъяҙмалар әйтеүенсә, ул танғуттарға ҡаршы яу ваҡытында үлтерелә. Сыңғыҙхан үҙен үҙ ҡәбиләһе ҡанундары буйынса, йәшерен ерләүҙәрен һорай. Үлеменән һуң уның кәүҙәһен Монголияға, фараздар буйынса, тыуған урынына ҡайтаралар. Сыңғыҙхан һәм Монгол империяһы. Иҫке монгол имләһендә яҙылған Сыңғыҙхан исеме Сыңғыҙхан дәүерендә һәм унан һуң Монгол ерҙәрендә ул сығарған закондар йыйынтығы – Яса хөкөм итә. Монгол империяһы үҙенең ҙурлығы арҡаһында милләттәрҙең, мәҙәниәт, диндәрҙен күп төрлөләрен үҙ эсенә һыйҙыра, шаманизмдан башҡа диндәр ҡыҫырыҡланмай ғына түгел, Сыңғыҙхан хатта буддизм, даосизм кеүек диндәр менән үҙе лә ҡыҙыҡһына. Баҫып алыу яуҙары ваҡытында дини йорттарҙы таларға рөхсәт ителмәй, дин әһелдәре, уҡытыусылар яһаҡ түләүҙәрҙән азат ителә. Наймандарҙы баҫып алғандан һуң ул уҡыу – яҙыу менән ҡыҙыҡһына, үҙенең улдарына һәм ейәндәренә уҡытыусылар итеп найман кешеләрен тәғәйенләй. Быуаттар буйына Сыңғыҙхан исеме монгол, төрөк халҡы араһында бөйөк еңеүсе, монгол дәүләтен ойоштороусы булараҡ ололап телгә алына, ә монгол ғәскәре үткән рус ерҙәрендә һәм Ираҡ, Иран кеүек илдәрҙә ул ҡан ҡойоусы, ҡыйратыусы булараҡ хәтерҙә ҡалған. Ҡояш. Ҡояш — Ҡояш системаһындағы берҙән-бер йондоҙ. Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866% тәшкил итә. Ҡояш — Ергә иң яҡын йондоҙ. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙан кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ҡибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтар бер өлөшө генә Ергә килеп етә. Ҡояш Ерҙәге тереклектt тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла. Ерҙәге ҡаҙылма байлаҡтар (таш күмер, нефть, торф һ.б.) миллоин йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеү, болоттар барлыҡҡа килеү Ҡояш энергияһы менән башҡарыла. Ҡара диңгеҙ. Ҡара диңгеҙ (,,,,)-- Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ. Босфор боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе, артабан Дарданелла боғаҙы аша Эгей һәм Урта диңгеҙ менән тоташа, Керчь боғаҙы аша - Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгә Ҡырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ аша Европа менән Кесе Азия сиге үтә. Ҡара диңгеҙ Рәсәй, Украина, Румыния, Болгария, Төркия һәм Грузия илдәренең ярҙарын йыуа. Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбатышҡа 580 км-ға һуҙылған. Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң зуры - Украиналағы Джарылгач утрауы, майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел. Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар: Дунай, Днепр, Днестр, һәм бәләкәйерәктәре - Мзымта, Псоу, Бзыбь, Риони, Кодори, Эшли-Ирмак, Сакарья, Көньяк Буг йылғалары. Балыҡтар. Балыҡ (;) — хайуандаръъ донъяһының айырым класы; айғолаҡ аша һулыш алыусы умыртҡа һөйәклеләрҙең ҙур төркөмө; йөҙгөс ҡойроҡло, һалҡын ҡанлы, умыртҡалы һыу тереклеге. Балыҡтар тоҙло һәм сөсө һыуҙарҙа, тау шишмәләренән алып океан тәрәнлектәренә тиклем тереклек итә. Балыҡтар һыу экосистемаһында аҙыҡ сылбыры булараҡ ҙур роль уйнай, шулай уҡ кеше өсөн аҙыҡ булып тора. Балыҡтарҙың ҙурлығы 7,9 мм-ҙан алып ("Paedocypris progenetica") 13,7 м-ға тиклем (кит акулаһы). Донъяла 25 000 — 31 000 балыҡ төрө барлығы билдәле. Рәсәйҙә 3000 төрө тереклек итә, шул иҫәптән 280 сөсө һыу балығы. Зоологияның балыҡтарҙы өйрәнә торған фәне ихтиология тип атала. Аҡҡош. Аҡҡош () Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Йәш саҡта-һорғолт көрән, ҙурайғас-бөтә ҡауырһындары ла ап-аҡ. Йөҙгәндә муйынын туры тота. Күҙҙәре һәм аяҡтары ҡыҙыл, суҡышы ҡыҙғылт һары. Тауышы яңғырауыҡлы:"Ҡаңҡ" йәки "ҡаң-ға". Ярҙары ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән,төрлө орлоҡ,иген менән туҡлана. Күсмә ҡош.Бик һирәк осрай. Ояһы ҡуйы ҡамышлыҡтарҙа.4-6 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Урыҫ теле. Уры́ҫ теле́ () — урыҫ халҡының милли теле, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 6 рәсми телдән береһе, элекке Советтар Союзында һәм Варшава блогында йәшәгән халыҡтарҙың милләт-ара аралашыу сараһы, Башҡортостанда ике рәсми телдән (башҡорт теле менән бер рәттән) береһе. Һиндевропа тел ғаиләһенә керә. Славян телдәренең көнсығыш төркөмөнә ҡарай. Урыҫ теленең нигеҙе итеп Урта Урыҫ диалекттары алынған. Имләһе – кирил алфавиты. Мәскәү. Мәскәү () - Рәсәй Федерацияһының башҡалаһы, федераль әһәмиәтендәге ҡала, Мәскәү өлкәһенең һәм Үҙәк федераль округының үҙәге,әммә составына кермәй. Герой ҡала (1965), ике Ленин ордены (1974, 1965) һәм Октябрь революцияһы (1967) менән бүләкләнгән. Рәсәйҙә һәм Европала халыҡ һаны буйынса иң эре ҡалалар иҫәбендә. 2009 йылдың 1 июленә торошло халыҡ һаны — 10,527 млн кеше. Бөркөт. Бөркөт () — ҙур йыртҡыс ҡош. Ҡаҙҙан ҙурыраҡ.Осҡанда ҡанат осондағы оҙон ҡауырһындары йәйелгән бармаҡ һымаҡ, һорғолт ҡойроғо төбөндә арҡыры аҡ һыҙат күренә.Дөйөм төҫө ҡара-көрән. Оло ҡоштарҙың елкә һәм яурын ҡауырһындары һарғая төшә. Уларын сал бөркөт тиҙәр.Үҙенсәлекле саңҡылдай:"ҡйың-ҡйың-ҡйың" Ҡая ташлы тауҙарҙа, урмандарҙа йәшәй. Асыҡ ерҙә һунар итә.Ҡуян һәм бәләкәйерәк йәнлектәр, ҡоштар аулай. Ултыраҡ ҡош. Һирәк осрай. Ояһы ағас башында йәки ҡая таш һикәлтәләрендә була. Көрән таптар менән ҡапланған 1-3(күберәк 2) йомортҡа һала. Ауға йөрөү өсөн ҡулға эйәләштергәндәр. Алабуға. Алабуға () — бәләкәй йылға балығы Ташбаш. Ташбаш (), () — бәләкәй йылға балығы. Оҙонлоғо 22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең өҫтө ҡара-йәшел төҫтә, эргәләре зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған көмөш төҫтә. Ауыҙ мөйөштәрендә мыйығы бар. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора. 1 (һан). 1 (бер) - 0 менән 2 араһындағы натураль һан. Технология. Бинар системаһында ҡулланыла Фән. Водородтын атом һаны - бер Болан. Болан () — айры тояҡлы, тармаҡ мөгөҙлө, көйөшлө эре хайуан. Арыҫлан. Арыҫлан () — ҙур йыртҡыс дала хайуаны. Арыҫландар башлыса Африкала йәшәй. Шулай боронғо арыҫландар Азияла көн итә. Алмағас. Алмағас () – роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҙур булмаған ағастар йәки ҡыуаҡтар ырыуы. Был ағастың емештәренең формаһы йоморо, шәрбәт йәки асы тәмле. Тикшереүҙәр алмағас ырыуында 55 тирәһе төр бар тигән мәғлүмәт бирә. Алма ағасының киң таралған төрҙәре: өй алмаһы (йәки культур - Malus domestica), ҡытай (Malus prunifolia), һәм тәпәш алмағас (Malus pumila). Алмағастың ҡайһы бер төрҙәрен парктарҙа һәм баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерәләр. Алмағастың бөтә төрҙәре лә һәйбәт бал биреүсе үҫемлектәр. Алама ағасы ныҡлы, сыҙамлы, еңел юныла һәм шымартыла; столяр һәм токарь эштәрендә ҡулланыла ала. Алмағастың бейеклеге 4 -12 метр тирәһе, ағасы үҙе ныҡлы. Емеш биргән ботаҡтары оҙон түгел; үҫә торған ботаҡтары оҙон була. Ҡырағай алмағастың ботаҡтарында энәләр бар. Япраҡтары 3 – 10 см тирәһе, япраҡтар ботаҡта бер-бер артлы (сиратлап) урынлашалар, япраҡтың сите ваҡ өсмөйөштәрҙән тора. Сәскәләре махсус "ярым сатырҙарҙа" йыйылған. Сәсһенең таж япраҡтары бишәү, төҫө аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл, сәскә һеркәләре, күбеһенсә ҡыҙыл төҫтә була. Алмағас яҙын үҫә башлағандан һуң («ҡышҡы йоҡонан уянып») 50 – 80 көн үткәс сәскә ата башлай (сортына һәм төрөнә ҡарай). Алмағас аталаныр өсөн, уны бөжәктәр аталандырырға тейеш, сөнки алмағас уҙе аталана алмай; тик махсус рәүештә сығарылған алмағас ҡына үҙе аталана ала. Алмағасты күбеһенсә тик бал ҡорттары аталандыра. Бал ҡорттары алма сәскәһендә сәскә һуты һәм сәскә һеркәһе йыйғанда, алма сәскәһен аталандыра. Алмағасты ҡайһы бер "тәңкәле ҡанатлыларҙың" (күбәләк кеүектәр) личинкаларын үрсетеү өсөн ҡулланалар. Алма. Алма - алмағастың емеше. Ҡырағай алмағаста диаметры 1 – 4 см, ә баҡсала үҫтерелгән культураларҙа диаметры 6 сантиметрҙан башлап һәм унан да ҙурыраҡ була ала. Алманың уртаһында орлоҡтар урынлаша; ошо орлоҡтар махсус "емеш эргәлегендә" икешәрләп урынлаша (ҡайһы берҙә өсөшәрләп), әгәр алманы арҡыры киҫеп ҡараһаң, "емеш эргәлеге" һәм ундағы орлоҡтар йондоҙ формаһында урынлашҡан була. Алмала органик кислоталар (шул иҫәптән алма кислотаһы, лимон кислотаһы, уксус кислотаһы һ.б.), шәкәрҙәр (глюкоза, сахароза), витаминдар (C, A, B1, каротин), микроэлементтар (тимер, калий, кальций, магний һ.б.), эфир майҙары һәм башҡа матдәләр бар. Эт. Эт(- йорт хайуаны. } Зоологик рәттә эт һымаҡтар ғаиләһе йыртҡыстар отрядындағы һөтимәр плацентар хайуан. Хәҙерге ваҡытта тышҡы ҡиәфәте һәм характеры менән айырылған бик күп эт тоҡомдары бар. Мәсәлән, мунда (холка) бейеклеге бер нисә сантимерҙан (чихуахуа) бер метрға (ирлан бүре эте, дог) булыуы мөмкин, төҫө һары, һоро, аҡтан ҡараға тиклем. Эттәр кешеләргә ҡарата социаль мөнәсәбәте, уйын яратыуы, өйрәнеүгә һәләте булыуы менән билдәле. Махсус рәүештә түбәндәге төрҙәре сығарылған. Эттәр фәнни маҡсатта файҙаланыла, улар ҡатнашлығында биологик һәм биотехник экспериметтар ҡуйыла (мәҫәлән, Белка менән Стрелка). Суртан. Суртан () — йыртҡыс йылға балығы Юлбарыҫ. Юлбарыҫ () — бик ҙур йыртҡыс урман хайуаны. Ул Көнсығыш һәм Көньяҡ Азияла йәшәй. Һайыҫҡан. Һайыҫҡан, һауыҫҡан, һайыҫҡаҡ (,)— ҡарғалар төрөнән булған, оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшкелт-ҡара; ҡорһағы, яуырындары аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Бөтә кешегә билдәле. Яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлай йәки "ҡыйййҡ-ҡыйййыҡ" тип ҡысҡыра. Һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ, ултыртылған урман һыҙаттарында, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәрҙе, ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын һәм балаларын, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтарын ашай. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас баштарында йәки ҡыуаҡтарҙа була. Көрән таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк зәнгәрһыу йәшкелт йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып бер, аҙ зыян итә. Төлкө. Төлкө (;) — эттәр ғаиләһенә ҡараған ослораҡ моронло, оҙон ялбыр ҡойроҡло йыртҡыс йәнлек. Төлкө һөт имәр хайуан. Оҙонлоғо 60-90 см, ҡойроғо 40-60 см, ауырлығы 6-10 см.Төлкө ҡыҙыл төҫтә була. Таралыуы. Төлкө киң таралған: бөтә Европа, Төньяҡ Африка (Мысыр, Алжир, Марокко, төньяҡ Тунис), Азияның ҙур өлөшө (төньяҡ Һиндостан, көньяҡ Ҡытай). Төньяҡ Америкала арктик зонанан алып Мексика ҡултығы ярҙарына тиклем. Өс. Өс (3, III) — 2 (ике) һәм 4 (дүрт) араһындағы һан. Ҡыҙыл төҫ. Ҡыҙыл - төҫ. Ҡыҙыл төҫлө спектр тулҡыны спектрҙа иң ҙурыһы. Урта диңгеҙ. Урта диңгеҙ - Атлантик океан бассейнына ҡараған һәм уға Гибралтар боғаҙы аша тоташҡан диңгеҙ. Альборан, Балеар, Лигурий, Тиррен, Адриатик, Ионик һәм Эгей диңгеҙҙәрен үҙ эсенә ала. Уның бассейнына шулай уҡ Мәрмәр, Азак һәм Ҡара диңгеҙ инә. Тарих. Бөгөнгө көндәге Урта диңгеҙ боронғо Тетис океанының ҡалдығы булып һанала. Тетис океаны Урта диңгеҙҙән күпкә киңерәк һәм көнсығышҡа табан йәйелгән булған. Арал,Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Мәрмәр диңгеҙҙәре шулай ук Тетистың ҡалдыҡтары булып тора. Борон Тетис океанын бөтә яҡтан да ҡоро ер уратып, Пиреней ярымутрауы Африка менән ҡоро ер аша тоташып тороуы ихтимал. Физик-географик белешмә. Һыу күләме 3 839 мең км³. Уртаса тәрәнлек 1 541 м; иң тәрән урыны — 5 121 м. Иң эре утрауҙар: Балеар утрауҙары, Корсика, Сардиния, Сицилия, Крит һәм Кипр. Каспий диңгеҙе. Каспий диңгеҙе - Европа менән менән Азияның тоташҡан урынында урынлашҡан, Ерҙәге иң ҙур тымыҡ күл, диңгеҙ тип үҙенең ҙурлығы өсөн аталған. Айыу. Айыу () — Ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хауан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй. Айыу һоро төҫтә була. Төньяҡта йәшәүсе айыуҙар — aҡ төҫтә. Бүре. Бүре () — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160 сантиметрға, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40 - 45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙәләр. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре һоро төҫтә була. Урыҫтарҙа "серый волк" тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. Башҡорттар уларҙы күк бүре тип йөрөтәләр. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан һоролары осрай. Йәшәгән урыны. Бүреләр элек Көньяҡ, Көнсығыш һәм Төньяҡ Американан башҡа бөтә төбәктәрҙә лә киң таралған булған, ләкин кешеләрҙең аяуһыҙ ҡырыуы арҡаһында улар Көнбайыш Европала бөтөнләй бөтөрөлгән. Ҡушма Штаттарҙың күпселек төбәктәрендә һәм Японияның байтаҡ утрауҙарында юҡ ителгән. Бүре биологик яҡтан бөтә тәбиғәт шарттарында, Ер шарының күпселек өлөшөндә йәшәй. Шуныһы: ул кешеләр булған ергә тартыла. Әммә йылғаларҙан, күлдәрҙән алыҫ төйәк итмәй, сөнки һыуға мохтажлыҡ кисерә. Һәр өйөрҙөң һәм парҙың айырым биләмәләре була. Үҙҙәренсә уның сиген дә билдәләйҙәр. Башлыса биләмәләрен һейҙек менән уратып алалар. Сит еҫ аңҡыған ергә башҡаһы инергә тейеш түгел. Биләмә сиктәренең диаметры ҡышын хатта 30 — 60 километрға барып етә. Яҙын, парлашҡан осорҙа, бүреләр биләмәһенең диаметры 40 — 50 километр була. Йәшәү өсөн был йәнлектәр теләһә ҡайҙа оя ҡора. Таулы урындарҙа мәмерйәләрҙе, ҙурыраҡ тишекле ҡаяларҙы үҙ итһәләр, урмандарҙа ҡыуышлыраҡ урынды һайлайҙар, хатта бурһыҡ, төлкө өңдәренән дә тартынмайҙар. Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең уҙ урынын белеуе быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән бүре иһә бөтә нәмәгә лә, эткә ҡарағанда, тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра. Һунарҙа улар шул тиклем дәррәү эш итә, быға хатта белгестәр ҙә аптырай. Табыш артынан барғанда бер-береһе артынан, эҙҙәренә баҫып тигәндәй, сылбыр рәүешендә китһәләр, уға килеп етеү менән тиҙ генә һәр ҡайһыһы уҙ урынына "һибелә". Һунарҙа еҫ тойоу һәм ишетеү һиҙемләүенә ышаналар. Байтаҡ аранан да һунарсы менән мылтыҡһыҙ кешене айыра алалар. Бүре — хәрәкәтсән йыртҡыс. Сапҡанда сәғәтенә һигеҙ-туғыҙ километр араны үтһә, табышын эҙәрлекләгәндә йәки һунарсынан ҡасҡанда сәғәтенә 60 километрға тиклем 20 минут буйы саба һәм көнөнә 30 — 50 километр юл үтә ала. Оҙонлоҡҡа иһә биш метрға тиклем һикерә. Бүреләр уҙ биләмәләренең бер генә мөйөшөндә тормай. Һәр урында 1 — 6 тәүлек кенә булалар. Һунарға йөрөгәндә лә бүренең айырым "маршруты" була. Быны ул йылдар буйы үҙгәртмәҫкә мөмкин. Һунар. Бүре бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. Һарыҡ-кәзәне елкәһенә һалып та ул хатта эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлылыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була. Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә Gray wolves molt some of their coats in late spring or early summer туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. Сысҡандар күбәйеп китһә, уларҙы тота, ҡуяндар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, "йыртҡыс" тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай. Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр иһә һунар иткәндә "ҡыуып индереү" ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәрҙә табыш артынан ҡыуыу 200 — 300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр. Өйөргә ярты тонналы мышыны йәки боланды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалар өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙгелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала. Ғаилә. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, һуңынан ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрә. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыу менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Был бүреләр тоғролоҡтарын ғумерҙәре буйы, әгәр ҙә береһе үлмәһә, һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә яңы тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты — ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә. Бүре өйөрөндә, ғәҙәттә, ике параллель — ата һәм инә бүреләр өсөн айырым иерархия урынлаштырыла. Һәр береһенең башында башлыҡ була. Уны белгестәр "альфа" тип атай. Ата "альфа" бөтә өйөргә лә хужа. Инә башлыҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтә өйөрҙөң иғтибар үҙәгендә була. Мәҫәлән, ҡышын нәҡ ул дөйөм олоуҙы (башҡа өйөр менән аралашыуҙы, ҡурҡыныс янауын, табыш тураһында иҫкәртеүҙе һәм башҡаларҙы аңлата) башлап ебәрә. Өйөрҙә һәр ваҡыт социаль статус билдәләнеп тора: иерархияның түбәндәрәк баҫҡысында торғандар гелән өҫкәрәк үрләргә тырыша. Шуға башлыҡ һәр саҡ үҙ урынын иҫбатлай, әммә был өйөр эсендә талашҡа килтерә тигән һүҙ түгел. Бөтә мөнәсәбәттәр айырым ымдар, ырылдауҙар һәм йәнлектәрҙең кәүҙәләренең тотошо аша алып барыла. Өйөрҙәр бер-береһе менән бик һирәк осраша. Күрешкәндә лә һуғышып бармайҙар. Аралашыуҙары ым һәм ырылдау менән сикләнә. Хатта һирәк кенә осраҡта өйөрҙәрҙең берләшеүе ихтимал. Ымдар аша аралашыу. Ымдар һәм кәүҙәнең тотошо аша аралаша, тинек. Әллә ҡайҙа китмәй, эттәргә иғтибар менән ҡараһаҡ та, бүреләрҙең үҙ-ара нисек аңлашыуын төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, шатлыҡтарын, сәләмләүҙәрен белдерһәләр, ҡойроҡтарын һелкәләр (ә былай бүреләрҙең ҡойроғо күпселек ваҡытта хәрәкәтһеҙ йөрөй), артҡы аяҡ араһына ҡыҫһалар — ҡурҡыуҙы һәм буйһоноуҙы, арҡаһы менән тигеҙ итеп һуҙылһа, көс һәм бойондороҡһоҙлоҡто аңлата. Бүре ирендәрен һелкеткеләһә, ҡолаҡтарын шымартһа (ҡыҫһа) — асыу билдәһе һ.б. Олоуҙың да үҙенсәлектәре була. Ата бүре менән инә бүре, бер йәшлектәр һәм унан ҙурыраҡтар, кесерәктәр — һәр береһе төрлөсә олой. Был тауыштарының төрлөлөгөнән генә килмәй, өйөрҙә тотҡан социаль урындарына ла ҡарай. Бүре көсөктәре инә һөтөн өс-дүрт ай имә. Көсөктәр ике-өс айлыҡ булғас, уларға әсәһе ярым эшкәртелгән итте ашата һәм сей иткә өйрәтә башлай. Көсөктәр өс-дүрт айлыҡ саҡтарынан уҡ өлкәндәрҙең хәрәкәтен ҡабатлай. Ә дурт-биш айлыҡтары сысҡан һымаҡ ваҡ йәнлектәргә һөжүм итеп ҡарай. Йәштәре тулғансы улар "икенсе ролдә" йөрөй. Бүренең ғүмеренә килгәндә, тәбиғәт шарттарында һирәк кенә һигеҙ-ун йыл йәшәйҙәр, ә зоопарктарҙа егерме йәшкә еткәндәре лә осрай. Башҡорт халҡында бүрегә табыныу. Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыларында бүре боронғо ырыу башлығы булып һүрәтләнә. «Баш», «ҡорт» тамырҙарын башҡорт этнонимының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр. Бөрйән, тәңгәүер, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында ата-бабаларының Көньяҡ Уралға килеп төпләнеүҙәре, йәшәү өсөн яңы урынды күрһәткән бүре тураһында легендалар бар. Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Башбүре ауылы, Башҡортостандың Хәйбулла районы Һаҡмар Бүреһе (рәсми исеме Һаҡмар — Наҙарғол) ауылы халҡы үҙҙәрен бүре тоҡомо тип иҫәпләй. 17-18 быуаттарҙа тотем бүре башы һүрәте көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында улус старшиналарының тамғаһы булған. Бүренең аҙау тештәре, тырнаҡтары, йөнө сихри көскә эйә, тип иҫәпләнә. Уларҙы күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан һаҡлаусы булараҡ сәңгелдәккә, балаларҙың кейеменә тағып ҡуйғандар. Бүре башын йорт нигеҙе аҫтына күмеү йолаһы ла бар. Бүре үтен күкрәк ауырыуы, йүткергәндә, ҡотороу менән ауырығанда дарыу итеп ҡулланғандар. Бүре төрлө халыҡ мифологияһында. Бүре төрлө халыҡ мифологияһында төрлөсә һүрәтләнә: ҡайһы бер милләт вәкилдәре уны изге тип һанай, ҡайһыһы, киреһенсә, ҡара көскә тиңләй. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Украиндар мифологияһына күҙ һалһаҡ, бүреләр йылына бер тапҡыр балалай. Ә биш тапҡыр инә булғандарҙың көсөктәре һеләүһенгә әйләнә. Күп халыҡта һеләүһен һәм айыу ҙа ҡара көс әһелдәре тип йөрөтөлә. Насраниҙарҙың (христиандар) пасхаль Всемощная тип аталған көнөндә олоған бүре ит ашаған Раштыуанан алып Бөйөк постҡа тиклемге көндәр һаны тиклем бала таба икән. Йәғни ул бүре "сит", "ят" тигән мәғәнәлә лә йөрөй, әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең балсыҡтан әүәләнеүе уны йыландар менән "туғанлаштыра", сөнки йыландарҙы шайтан бүрене яһағандан ҡалған балсыҡтан, ағас йышҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш. Мифологияла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡынсыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара бәшмәкте һәм ағастың ҡара үҙәген "бүре" тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы "бүре өйөрө" тип йөрөтәләр.right Мифологияла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәтләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. Ат ҡолонлаһа ла, һыйыр быҙаулаһа ла: "Был быҙау түгел, был — бүре", — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙарҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б. Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек.. Халык әйтһә, хаҡ әйтә.... Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, Бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ. Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар. Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай. Эт өрә торор, бүре йөрөп торор. Барыс. Барыс () — йыртҡыс хайуан, ҙур бесәй төры. Ул Урта Азия таулары йәшәй. Барыс болан ашау. Европа. Европа (ингл. "Europe", урыҫ. "Европа") — Евразия ҡитғаһында урынлашҡан донъя киҫәге. Азия менән бергә Евразия ҡитғаһын барлыҡҡа килтерә. Европа ҡитғаһының майҙаны — 10 млн км², һәм халыҡ һаны — яҡынса 733 млн кеше. __NOTOC__ Сиктәре. Европаға шулай уҡ яҡынында ятҡан утрауҙар керә. Европа илдәре. Европа территорияһындағы иң ҙур дәүләт — Рәсәй һәм иң бәләкәсе — Ватикан. Ҡайын. Ҡайын - беше аҡ туҙ ҡабыҡлы, эре япраҡлы ағас. Әзербайжан. Әзербайжан (әзерб. Azərbaycan Respublikası) – көнсығыш Кавказда һәм Каспий диңгеҙенең көньяҡ-көнбайышындағы ил. Төньяҡтан Рәсәй (Дағстан) һәм Грузия (Квемо-Картли һәм Кахети), көнбайыштан Әрмәнстан, һәм көньяҡтан Иран менән сиктәш. Әзербайжан территорияһының бер өлөшө танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы күҙәтеуе аҫтында, бер өлөшө Әрмәнстан (Кярки, Бархударлы, Үрге Аскипара эксклавы) күҙәтеүе аҫтында. Әзебайжан, үҙ сиратында, Әрмәнстандың Арцвашен эксклавын үҙ күҙәтеүе аҫтында тота. Илдең башҡалаһы — Баҡы ҡалаһы. 1918 йылда Гянджа ҡалаһы бер нисә ай башҡала була. Әзербайжан территорияһында бер нисә тарихи илдең башҡалалары урынлашҡан: Шеки, Шуша, Габала, Барда, Шемаха һәм Нахичевань. Newsweek журналы фаразлауы буйынса Әзербажан «Донъяның иң яҡшы илдере» исемлегендә 69 урында тора (ингл. The world's best countries). Имән. Имән - төньяҡ ағасы.Имән (русса: дуб черешчатый, латинса: Quercus robur.) — бейеклеге 40 м-ға етә алған ағас. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше октябрь баштарында өлгөрә. Имән, нигеҙҙә, республикабыҙҙың көнбайыш өлөшөндә үҫә. Сеймал әҙерләү. Дауалау өсөн йәш имәндең ҡайырыһы ҡулланыла. Уның составында ҡамаштырыу матдәләре, кверцетин, пентозон һ. б. биологик актив матдә¬ләр бар. Имән ҡайырын яҙғыһын (ағас япраҡ ярғанға тиклем) әҙерләйҙәр. Алынған ҡайырҙың оҙонлоғо 20-30 см-ҙан артыҡ булмаһын, һыҙырылған ҡайыр көпшә рәүешендә бөгәрләнә һәм яҡшы елләтелеп торған урында киптерелә. Күгәрмәһен өсөн ҡайыры даими рәүештә әйләндерел торолһон. Ҡайыры¬ның тиҙ һынып барыуы уның яҡшы кипкәнен аңлата. Халыҡ дауаһы. Имән ҡайырыһынан әҙерләнгән ҡайнатманы эс киткәндә, ашҡаҙан-эсәктәрҙең эшсәнлеге боҙолғанда, һейҙек ҡыуығы шешкәндә ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡайнатманы әҙерләү: 5-6 аш ҡалағы киптереп ваҡланған имән ҡайырыһын 1 литр һыуға һалып, 30 минут талғын утта ҡайнатырға кәрәк. Ҡай¬натманы көнөнә 2-3 тапҡыр, ас ҡарынға, 1 /2 стакан эсергә. Ауыҙ эсе боҙолғанда, теш ите ҡанап шешкәндә был ҡай¬натма менән ауыҙҙы сайҡау файҙалы. Геморрой шешектәре ҡанағанда ла имән ҡайыры ҡайнатмаһын ванна, примочка рәүешендә ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Аяҡтар ныҡ тирләүсән булғанда ванна яһап була. Баш тиреһе тиҙ майланып барһа ла имән ҡайыры ҡайнатмаһы ярҙам итә ала. Ҡулланыу тәртибе: үрҙә күрһәтелгәнсә әҙерләнгән ҡайнатма шыйығайтыла — 2 аш ҡалағы ҡайнатма киптереп ваҡланған тамыр һәм тамырһабаҡ 1 стакан ҡайнар һыуға һалына. Яһалған дауаны төнгә ҡаршы 1/2 стакан эсергә. Халыҡ хужалығында имәнде ҡулланыу. Имән ғаты ағас. Ул төҙөлөш иатериалы булараҡ бик ҡиммәтле. Борон- борондан нығытма өсөн ҡулланылған. Өфөнөң тәүге исеме, ғалимдар иҫбатлауынса№ Имәнҡала булған. Ун. Ун — 9 (туғыҙ) һәм 11 (ун бер) араһындағы һан. Яҡын Көнсығыш. Яҡын Көнсығыш (ғәр. شرق أدنى‎‎, фарс. خاور نزدیک, йәһ. הַמזרח הַקָרוֹב‎, төр. Yakın Doğu) — Көнбайыш Азиялағы һәм Төньяҡ Африкалағы регион исеме. Был исем европалылар тарафынан иң яҡын күрше көнсығыш регионына бирелгән. Төп халыҡ: ғәрәптәр, фарсылар, төрөктәр, курдтар, йәһүдиләр. Халыҡтың ҙур өлөшө — мосолман, ләкин Яҡын Көнсығыш христианлыҡтың сығыш урыны. Яҡын Көнсығыш Европанан һәм Американан Азияға юл булып тора. Климат ғәҙәттә ҡоро, бер нисә эре йылға бар һәм һуғарыу өсөн ҡулланыла. Төп нефть табыусы регион. Һарыҡ. Һарыҡ () -- ҡыуыш мөгөҙлөләр ғаиләһе, ҡуш тояҡлылар төрөндәге һөт имеҙеүсе хайуан. Был хайуан, ҡуйы йөнө һәм ашарға яраҡлы ите булған өсөн, бик боронғо замандан уҡ йортҡа эйәлештерелгән. Хәҙерге заманда йөнө алынған һарыҡ тиреһе "(руно)" башҡа йәнлек тиреһенә ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла. Һарыҡ ите күп илдәрҙә төп аҙыҡ. Ит һәм йөн алыуҙан башҡа һарыҡты һөт "(брынза)", кулинар май, тире етештереү өсөн үрсетәләр. Һәм ниһәйәт, һарыҡты фәнни эксперименттарҙа файҙаланалар. Шуларҙың иң билдәлеһе — "Долли" исемле һарыҡ; ул Бөйөк Британияла 1996 йылда клонлаштырылған тәүге һөт имеҙеүсе хайуан. Һарыҡсылыҡ — күп илдәрҙең иҡтисадында ҙур өлөш алған малсылыҡ тармағы. Хәҙерге көндә Ҡытай, Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия илдәрендә ныҡ үҫешкән. Башҡортса атамалары. Башҡорт телендә һарыҡты төрөнә һәм йәшенә ҡарап төрлөсә атайҙар. Рәхимов, Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Мортаза Рәхимов (1934 йылдың 7-се февралендә тыуған) - Башҡортостандың тәүге президенты. Вазифаһын 1993-сө йылдан 2010-сы йылғаса башҡарған. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуып үҫкән. Үзбәкстан. Үзбәкстан - Урта Азиялағы ил. Тирәк. Тирәк (Pópulus) - талдар ғаиләһенә ҡараған ағастар ырыуы. Был ырыуҙағы ағастар генетик яҡтан ҡарғанда, күп төрлө булалар. Теләһә ниндәй ерҙә үҫә ала, оҙолоғо 15 м-ҙан алып 50 метрға тиклем, ағас олоно диаметры 2.5 мертға тиклем етә. Ботаник тасуриламаһы. Тирәк ағасының оҙонлоғо 40 – 45 метр (ҡайһы берҙә 60 метрға тиклем үҫә), ә олоно диаметры 1 метрҙан ашыу. Йәш ағастарҙың ҡабығы шыма, аҡһыл йәшел йәки ҡара һоро төҫтә; ҡарт ағастарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә ҡабыҡтары шыма булып ҡала, ә икенселәрҙә ҡытырша һәм тәрән ярыҡтар менән. Ботаҡтары йыуан (талдан айырмалы рәүештә). Япраҡтары ботаҡта спираль рәүешендә урынлаша, һәм формаһы менән айрылып тора, ҡайһылары өсмөйөштән түңәрәккә йәки көрәк формаһында (һирәк). Һәм оҙон һап менән. Япраҡтарҙын ҙурлығы бер үк түгел: сит ботаҡтарҙа улар бәләкәй, ә үҙәк ботаҡтарҙа улар бик ҙур. Тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ уҫешкән була, әммә ләкин, тамырҙарҙың өҫкө ҡатламы ғына иң ныҡ үҫешә. Сәскәләре ике өйлө (бер өйлөләр һирәк була) һәм яҙ башында япраҡтарҙан иртәрәк барлыҡа киләләр. Сәскәләре башаҡҡа оҡшаш сәскәлеккә (һырғаларға) йыйылған. Тирәктең орлоғо ваҡ, оҙонлоғо 1 – 3 мм, һәм мамыҡ кеүеҡ, нәҙек сәстәр беркетелгән. Тирәк ағасы 40 – 60 йыл бик тиҙ уҫә, артабан үҫеүе һүлпәнәйә. Тирәктең ғүмер оҙонлоғо 60 – 150 йыл тирәһе. Ареал. Тәбиғәттә тирәк ағасының күп төрҙәре йылға буйында һәм дымлы ҡыялыҡтарҙа үҫә. Ә культур рәүештә ултыртылған ағас теләһә ниндәй ерҙә үҫә. Ябай тирәк ағасы һаҙлы урында үҫә алмай, сөнки ошондай ерҙә тамыры менән һулай алмай. Культивация. Тирәктәрҙең күбеһен декоратив ағас итеп үҫтерәләр. Улар башҡа ағастарға ҡарағанда бейегерәк һәм бик шәп үҫә. Бик тиҙ тамыр биреүсе ағас, хатта һынып төшкән ботаҡтары тамыр ебәреп уҫә алалар. Тал ағасы кеүек, тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ үҫешкән, ағастан 40 метрҙан ашыуға тарала, шуға ла ошондай ағастарҙы өй эргәһендә һәм керамик торбалар үткән ерҙә ултыртыуы – яҡшы уй түгел. Ҡулланыу. Тирәк ағасының уҙағасы бик эре көпшәләрҙән тора, шуға ла ныҡ сыҙамлы булмай. Етештереү. Тирәктән ҡиммәт булмаған ағас материалдары эшләйҙәр, мәҫәлән, осһоҙ фанера, поддон, һ. б. Тамырында дубиль матдәләр күп булғанлыҡтан, европа идәрендә тире эшкәрткәндә ҡулланылған дубиль матдәләр алалар. Ауыл хужалығы. Аүыл хужалығында ел эрозияһынан һаҡлау өсөн трәкте яландарҙа ҡыршау итеп ҡулланалар. Тирәк ағасы түмәрҙәрендә бәшмәк үҫтерәләр. Секцялар һәм төрҙәре. Был ырыуға 6 секцияға бүленгән 25 – 35 төр ағастар ҡарай. [17] Мексика тирәктәре секцияһы (Abaso). Үҫеү ареалы – Мексика. Ҡалған тирәктәр секцияһы менән сағыштырғанда Мексика тирәктәренең бөтә органдары ла бәләкәй. Дельта һымаҡлылыр секцияһы (Aigeiros). Ҡалғандарҙан үҙенсәлекле дельталы япраҡтары менән айрыла, япраҡ һабаҡтары уҫаҡтаҡы кеүек оҙон. Ошо секцияла сатырҙары пирамида формаһындағы ағастар бар, улар Рәсәйҙең көньяҡ райондарында үҫә. Левколид тирәктәр секцияһы (Leucoides). Тирәктәр төркөмө араһанда иң оло төркөм тип күҙаллайҙар. Был тирәк ағастарының бөрөләре, һырғалары һәм япраҡтары бик ҙур. Populus секцияһы. Иң киң таралган төркөм. Ҡалған тирәктәр төркөмөнән япрпҡтары һәм бөрөләре сайыр һымаҡ матдә бүлеп сығармауы менән айрыла. Бальзамлы тирәктәр секцияһы (Tacamahaca). Япраҡтары һәм бөрөләре хуш еҫле ыҫмалаға бай. Туранга секцияһы (Turanga). Бал секциялағы тирәктәр уҫаҡҡа оҡшаған, үҙағасы йомшағыраҡ. Ҡалған тирәктәрҙән олоно менән айрылып тора, бындай тирәктәрҙең олоно талдыҡы кеүеҡ күп төплө. Шыршы. Шыршы Picea ырыуына ҡараған ылыҫлы ағас. Был ырыуға 35 тирәһе ылыҫлы, мәңге йәшел ҡарағай ғаиләһенә ингән, ағастар бар. Ул ағастар Ерҙең төньяҡ урта климат зонала һәм тайгала үҫә. Шыршы 20 - 60 метр оҙонлоҡтағы ҙур ағас. Ҙурайып үҫкән ағастарҙа ботаҡтар спираль формаһында урынлаша ала, шыршының сатыры конус формаһына оҡшаш. Япраҡтары, йәғни энәләре, шыршы ботаҡтарында спираль рәүешендә махсус төптәрҙә урынлашалар. Әйтеп кителгән энә 4 - 10 йылдан һуң ҡойола, ҡайолғандан һуң төптәре тороп ҡала. Шыршының төп тармыры насар үҫешкән. Уның ян тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай. Шыршыны ҡайһы бер тәнкәле ҡанатлылар (күбәләк кеүектәр) личинкаларын ашатыу өсөн ҡулланалар. Ғалимдар көнбайыш Швейцария тауҙарында 9 550 йыллыҡ шыршыны тапҡандар, был шыршы иң ҡарт тере ағастарҙың береһе тигән фараз бар. Ареал. Шыршы яланғас орлоҡто үҫемлектәр вәкиллегенә ҡарай. Шаршы урмандары Рәсәйҙә бик ҙур майҙанды алып тора. Шыршы – күләгәгә сыҙамлы тоҡом. Ул тик туҡлыҡлы матдәләргә бай булған дымлы тупраҡта яҡшы үҫә. Шыршының иң күп таралған төрө "европа шыршыһы", йәки "ябай шыршы" (Picea abies), ошо төр урта Европала, Финляндияла, бөтә Себерҙе солғап алған, Урал яғынан Рәсәйҙең Европа өлөшөндә таралған. Көнсығыш Себерҙә, Уралда һәм уларға яҡын территорияларҙа "себер шыршыһы" (Picea obovata) үҫә. Кавказда "көнсығыш шыршы" (Picea orientalis) таралған. Рәсәйҙең далалы өлөшөндә "аҡ шыршы" (Picea glauca) үҫә. Шыршының ҡалған төрҙәре Ҡытайҙа, себерҙә һәм Төньяҡ Америкала осрай. Ағас материлдары. Шыршы ҡағыҙ етештергәндә мөһим материал булып тора, унан эшләнгән кағыҙ бик сыҙамлы була, сөнки уның уҙағасындағы көпшәләре оҙон. Шыршы тағы ла төҙөлөштә ҡүлланылған ағас булып хисаплана, унан төҙөлөштә ҡулланған материалдар эшләйҙәр (таҡта һ.б.), һәм ағас самолёттарҙа, музыкаль инструменттарҙа ҡулланалар. Шыршынан эшләнгән төҙөлөш материалдары сереп бармай, һәм ағастың үҙендә бөжәктәр булмағанлыҡтан, уны төҙөлөштә ҡулланырға тәҡдим итәләр. Әммә ләкин ул ныҡ сыҙамлы материал түгел, еңел һына. Аҙыҡ-түлек һәм медицина. Орлоҡтары урман ҡоштарына һәм тейенгә, сысҡанға ем булып тора. Шыршынан медицинала ҡулланылған эфир майҙары һәм шыршы скепидарын етештерәләр. Элек башҡорттар шыршының сайырын һағыҙ итеп сәйнәгәндәр. Шыршының энәләрендә күп күләмдә С витамины бар. Башҡа төр ҡулланыу. Шаршының сайырынан канифоль, ағасынан метил спирты, уксус, дегет эшләйҙәр. Төньяҡ Америкалағы индецтар шыршының нәҙек тамырҙарынан кәрзинә ишкәндәр. Был ағас ҡышын да йәйен дә йәшел булғас, баҡсасылыҡта (парктарҙа) ултырталар. Юл ситендә ел ҡамау, иген яландарында ҡар тотоу өсөн ултырталар. Яңы йыл байрамында (раштыуа) шыршыны христандар өйгә индереп биҙәйҙәр. Миләш. Миләш ("шулай уҡ" мышар,)— ағас, йәки ҡыуаҡ. Төрө миләштәр төркөмөнән, розалар ғаиләһенән. Таралыуы һәм мөхит. Таралыу арауығы — бөтә Европа тиерлек, Алғы Азия, Кавказ, хатта Алыҫ Төньяҡҡа тиклем барып еткән, ә тауҙарҙа өҫкө үҫемлектәр донъяһының сигенәсә үҫә. Иң бейек ерҙәрҙә ҡыуаҡлыҡтарға әүерелә. Рәсәй сиктәрендә Европа өлөшөндә һәм Төньяҡ Кавказда урмандарҙа, урманлы далаларҙа таралған. Айырым һәм шулай уҡ тотош шырлыҡтар булып үҫә. Урман алдарында, ылыҫлы, ҡатнаш һәм бик һирәк япраҡлы урмандарҙа осрай. Урман ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡтар араһын да үҙ итә. Ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙам, ҡараңғы, күләгәле урындарҙа ла үҫә. Биологик белешмә. 12 метрғаса етә (ғәҙәттә 5—10 м). Олоно түңәрәк. Йәш һабаҡтары һоро –ҡыҙыл төҫтә, һалынып тора.Өлкән ағастарҙың ҡайырыһы шыма, ялтыр, төҫө һоро—көрән йәки һары—һорғолт. Япраҡтары 20 см-ғаса прһыҙ ҡауырһын һымаҡ, 7-15 япраҡсанан ғибәрәт. Улар сиратлашып тора. ланцетлы һәм һуҙынҡы, осланған, ситтәре тешле, аҫҡы өлөштә бысҡы һымаҡ. Төҫө өҫтә тоноҡ йәшел, аҫ яғында төҫһөҙөрәк. Көҙ көнө алтынһыу һәм ҡып - ҡыҙыл төҫкә керә. Халыҡ медицинаһы. Дауаланыу өсөн миләштең емеше ҡулланыла. Уның составында төрлө биологик актив матдәләр: каротин,С, Р,В, РР витаминдары, алма, сорбин кислоьалары, шәкәр, гликозид, флавонноидтар һ.б. бар. 1. Кеше ябыҡҡанда, ҡаны аҙайғанда, ашҡаҙандың әселеге тңбәнәйгәндә, бөйөр, үт ҡыуығы шешкәндә, берәй ағзанан(ашҡаҙандан, аналыҡтан һ.б.) ҡан килгәндә, бөйөрҙәрҙә таш барлыҡҡа килгәндә миләш емешенең һутын эсәләр. Сеймал йыйыу һәм әҙерләү. Миләш емеше ҡырау төшкәс йыйыла һәм мейестә киптерелә. Унда температура 50-60 градустан артырға тейеш түгел Ғәҙәттәгесә һаҡлана. Ҡулланыу. 1. Төнәтмә: 2 аш ҡалағы ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға. Көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынҡа ярты стакан эсергә. 2. Сәй һымаҡ бешереп тә эсергә мөмкин. Миләш башҡорт көнкүрешендә. Башҡорттарҙа миләш ағасы бер илаһи көскә эйә тип иҫәпләгәндәр. Унан мунсаҡтар эшләгәндәр. Балаға күҙ тимһен өсөн, башлығына миләштән “Һаҡлағыс” (оберег) эшләп ҡуйғандар. Өйҙә яман көстәр булмаһын өсөн, миләш ботағын емештәре менән ишек башына элгәндәр. Миләште өй эргәһенә ултыртыу ҙа йорт тирә яғын яман көстәрҙән һаҡлаған. Халыҡ ижадында. Миләш уңған йылы көҙ ямғырлы булыр. Муйыл. Муйыл (,) - Розалар ғаиләһенән, сливалар төрөнән булған, бейек булмаған ағас, бик һирәк осраҡта ҡыуаҡлыҡ. Бөтә Рәсәй буйынса таралған. Шулай уҡ көнбайыш Европала һәм Азияла үҫә. Хуш еҫле сәскәләре өсөн декоратив үҫемлек булараҡ та үрсетелә. Ботаник яҙма. Ярым ағас, ағас йәки эре ҡыуаҡ бейеклеге 0,6—10 м, олоно оҙонса, ҡуйы. Ҡайырыһы һоро, ҡара- һоро, аҡһыл оҙонса таптары бар. Йәш ботаҡтар зәйтүн йәки сейә ҡыҙыл төҫтә. Япраҡтары ябай, сиратлашҡан, оҙонса түңәрәк йәки һуҙылған - эллиптик, оҙонлоғо 3—10 (һирәк осраҡта 15) см, яланғас, нәҙек, ҡыҫҡаҡ һабаҡлы, ослайып бөтә, ситтәре бысҡы һымаҡ осло; япраҡ яны беҙ һымаҡ, тиҙ ҡойола; һабаҡтарының оҙонлоғо 1—1,5 см, япраҡ төбөнән өҫтәрәк ике ҡаты пластинкаһы бар. Сәскәләре аҡ (һирәгерәк ал), ҡуйы оҙонса тәлгәшкә йыйылған, оҙонлоғо 8—12 см, ныҡ еҫле, сәскә төптәрендә. Таждары һәм таж япраҡсалары 5-әр, һеркә япраҡтары 20, һеркәлектәре һары, емешлеге берәү. Емеш — шар формаһында ҡара төшөнөң диаметры 8—10 мм, татлы, ныҡ һуҙылыусан. Төшө оҙонса түңәрәк. Апрелдән июнгәсә сәскә ата. Емештәре июлдә - августа өлгөрә. Вегетатив рәүештә үрсей, (сыбыҡсалар, тамырын бүлеү юлы), бик һирәк осраҡта орлоҡтар менән. Йыл һайын бик көслө сәскә атһа лә, емештәре йыл да булмай, сөнки сәскәләре иртә яҙҙа ҡырауға бирешә. Ә ағастар үҙҙәре төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙән яфалана. Төрҙәре. 1. Азиат муйыл (Черемуха азиатская - Padus asiatica Komar). 2. Антипка йәки магаленка муйылы (Черемуха антипка, или магаленка — Padus mahaleb Borkh). 3. Виргин муйылы (Черемуха виргинская — Padus virginiana (L.) Mill). 4. Грей муйылы (Черемуха Грея - Padus grayana C.K. Schneid). 5. Макка муйылы (Черемуха Маака — Padus maackii (Rupr.). 6. Максимович муйылы (Черемуха Максимовича — Padus maximowiczii (Rupr.) Sок.) 7. Вак тешле муйыл (Черемуха мелкопильчатая — Padus serrulata (Lindl.) comb. Nova) 8. Ябай, йәки тәлгәшле(һөйәкле) муйыл (Черемуха обыкновенная, или кистевая — Рadus avium Mill.) 9. Пенсильван муйылы (Черемуха пенсильванская — Padus pennsylvanica (L.) Sok.) 10. Сьори муйылы (Черемуха сьори — Padus ssiori (Fr.Schmidt) C.K.Schneid.) Халыҡ медицинаһы. Дауалау өсөн муйылдың емеше һәм ҡайыры ҡулланыла. Уларҙың составында С витамины, каротин, алма һәм лимон кислоталары, амигдалин һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Муйыл япрағы гигиеник яҡтан файҙалы. Ул бүлеп сығарған фитонцид матдәһе себен-серекәйҙәрҙе өркөтә. Муйыл емеше эс китеүҙән шифалы. Төнәтмәне былай әҙерләргә: 1 аш ҡалағы кипкән муйылдыбер стакан ҡайнар һыуға һалып,20 минут талғын утта ҡайнатырға. Көнөнә өс тапҡыр яртышар йәки стакандың өстән бер өлөшөн эсергә. Сеймал әҙерләү һәм һаҡлау. Муйылдың ҡайыры иртә яҙ айҙарында һыҙырыла. Емеше ҡояш төшкән урында, мейестә, ҡайыры күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Һаҡлау ғәҙәттәгесә. Әҙәбиәт. Варис Ғүмәров. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре.78-79 биттәр. Мөхит. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтебеҙҙең күркәме муйыл бигерәк тә күп зарар күрә. Сәскәһе өсөн аяуһыҙ һындыралар, емештәрен алам тип ҡайһы бер әҙәмдәр муйыл ағастарын балта ҡулланып та йығалар. Бындай ҡаты бәғерлелеккә, вандализмға юл ҡуйылмаһын ине. Һыу. Һыу (водород оксиды) — төҫө һәм еҫе булмаған үтә күренмәле шыйыҡса. Дөйә. Дөйә — сүлдә һәм далала йәшәүсе һөт имеҙеүсе хайуан. Үҙенсәлектәре. Оло дөйәнең ауырлығы 500—800 кг-ға етә; репродуктив дәүере 2-3 йәштән башлана. Ул 40 йәшкәсә йәшәй ала. Инә дөйә бутаһын имеҙеп тора Дөйә ҡоролоҡло һәм ҡаты шартлы төбәктәрҙә тереклек итегә яраҡлы. Ҡуйы тиреһе көн эҫеһе менән төнгө һыуыҡтан яҡшы ышыҡлай. Киң ике бармаҡлы тояғы ярмалы ҡом һәм ваҡ таштар буйлап йөрөү өсөн яйлы. Дөйә тирләмәй, ташландыҡ-ҡалдығы менән бик аҙ шыйыҡса сығара. Тын алғанда морононан бүленгән дым тирә-яҡ һауаға юғалмай, махсус йыйырсыҡта йыйылып, кире ауыҙына ағып төшә. Дөйә оҙаҡ ваҡыт һыу эсмәй тереклек итә ала - бындай осраҡтарҙа уның ауырлығы 40%-ҡаса кәмей ала. Һыу буйына еткәс, бер юлы 57 литрғаса һыу эсә ала. Дөйәләрҙең күпселеге һыу ятҡылығын күргәне булмаһа ла, улар бик яҡшы йөҙөүсе. Дөйәнең сүллектә йәшәүгә үҙенсәлекле яраҡлашыуҙарының береһе — ул май ҡатламдары булған үркәстәр. Дөйә үркәстәрендә булған майҙарҙың әселәнеүе аша һыу ала ала, тигән ярайһы киң таралған фекер йәшәй. Әммә эш шунда — тын алғанда организм май әселәнеүендә барлыҡҡа килгәндәгегә ҡарағанда күберәк дым юғалта. Ысынбарлыҡта иһә дөйәләр бары тик һыуһыҙлыҡты бик яҡшы кисерә. Дөйәләр ике аҙнаға тиклем һыуһыҙ, айға тиклем аҙыҡһыҙ йәшәргә һәләтле. Үркәстәрҙең ысын тәғәйенләнеше башҡа — улар дөйәнең арҡаһын ҡояш эҫеһенән һаҡлаусы үҙенә бер төрлө "ҡыйыҡ" булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, организмдың бөтә май һаҡламының арҡала тупланыуы йылылыҡтың яҡшы алмашыныуына булышлыҡ итә. Таралыуы. Йортҡа эйәлештерелгән дөйәләр Азия һәм Африканың бик күп өлкәләрендә таралған, дөйәләр егеү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыла. Дромедарҙар төньяҡ Африканың 1° көньяҡ киңлегендә, Аравия ярамутрауында, Үҙәк Азияла осрай. XIX быуатта Австралия континентына килтерелә, бында урындағы климат шарттарына яраҡлашалар һәм 50 мең башҡа етәләр. Бактриандар Кесе Азияла һәм Маньчжурияла таралған. Донъяла барлығы 19 млн дөйә иҫәпләнә, шуларҙың 14,5 млн Африкала тереклек итә. Баҡа. Баҡа (тәлмәрйен) — һыу хайуаны Бесәй. Бесәй () — эт менән бер рәттән кешенең иң яратҡан йорт хайуаны. Зоологик күҙлектән бесәй йыртҡыстар отряды бесәй һымаҡтар ғаиләһендәге һөт имеҙеүсе хайуан. Элегерәк бесәйҙе айырым биологик төр булараҡ ҡарағандар. Хәҙерге заман биология системаһында йорт бесәйе (Felis silvestris catus) урман бесәйенән бәләкәй төрө булып тора (Felis silvestris). Кимереүселәргә һәм башҡа ваҡ хайуандарға яңғыҙ һунарсы булһа ла, бесәй социаль хайуан. Ул тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен белдереү өсөн төрлө тауыштар, феромондар, хәрәкәттәр ҡуллана. Хәҙерге заманда донъяла 600 млн. йорт бесәйе иҫәпләнә. 200-гә яҡын тоҡомо сығарылған, улар араһында оҙон йөнлө (персид бесәйе) һәм бөтөнләй йөнһөҙ (сфинкс) төрҙәре бар. Кимереүселәргә һүнар итеү һәләте булған өсөн бесәйҙе кешелек донъяһы 10 000 йыл буйы хөрмәт итә. Дәүләт. Дәүләт — бер географик өлкәлә йәшәүсе халыҡтың сәйәси берләшмәһе. Беренсе боронғо дәүләттәр Яҡын Көнсығышта барлыҡҡа килә. Дәүләттең үҙ хөкүмәте, халҡы һәм баш ҡалаһы була. Тажикстан. Тажикстан — Урта Азиялағы ил. Ҡытай. Ҡытай Халыҡ Республикаһы ("Ҡытай"; ҡытайса "中國, 中华人民共和国") — Көнсығыш Азиялағы ил. Халыҡ һаны буйынса Ҡытай — иң ҙур иле. Рәсми тел — ҡытай (путунхуа; Тайвандә һәм Макаола — кантон) теле. Көнсығыш. Көнсығыш — Донъяның Ҡояш ҡалҡҡан тарафы. Көнбайыш. Көнбайыш — Донъяның Ҡояш байыған тарафы. Мысыр. Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر‎‎ "Миср/Miṣr" [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر "Маср/Maṣr" [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә "Египет"), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Газа секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Башҡалаһы — Ҡәһир. Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй. Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын "асыҡ һауалағы иң оло музей" тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан. Боронғо Мысыр. Беҙҙең эраға тиклемге 3150 йылда Минес батша бер-береһенә ҡаршы тороусы ике батшалыҡты — Түбәнге һәм Үрге Мысырҙы — берләштереп, Мысыр батшалығына нигеҙ һала һәм Мысыр менән өс меңйыллыҡ дауамында хакимлыҡ итеүсе династияға башланғыс бирә. Түбәнге Мысырҙағы Мемфис ҡалаһы батшалыҡтың баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 3000—2700 йылдарҙағы беренсе ике династия хакимлығы осоро Тәүге батшалыҡ исемен йөрөтә. Ошо оҙайлы ваҡытта Мысыр мәҙәниәте үҫешеп, дине, сәнғәте, теле һәм ғөрөф-ғәҙәте формалаша. Ҙур Сфинкс һәм Хеопс пирамидаһы Боронғо батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклемге 2700—2200 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Был осор үҙенең Гиза пирамидалары һымаҡ бөйөк пирамидалары менән билдәле. Беренсе үҙгәреш дәүере 150 йыл дауамында бара, был ваҡытта Боронғо Мысыр сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәлендә була. Әммә беҙҙең эраға тиклемге 2040 йылдан башланған Урта батшалыҡ осоронда идаралыҡ нығынып, Боронғо Мысыр ҡайтанан үҫеш юлына баҫа. Илгә беренсе сит ил династияһы — гискос исемле семит ҡәбиләһе килеүе Икенсе үҙгәреш дәүеренә башланғыс булып тора. Гискос баҫҡынсылары беҙҙең эраға тиклемге 1650 йылдар тирәһендә Түбәнге Мысырҙың күпселек өлөшөн хакимлыҡ аҫтында тота һәм Аварис исемле яңы башҡалаға нигеҙ һала. Яхмос I етәкселек иткән Үрге Мысыр ғәскәре уларҙы илдән ҡыҫырыҡлап сығара. Яхмос I ун һигеҙенсе династияға башланғыс бирә һәм баш ҡаланы Мемфистан Үрге Мысырҙағы Фива ҡалаһына күсерә. Беҙҙең эраға тиклемге 1550—1070 йылдарҙа Яңы батшалыҡ дәүере дауам итә. Был дәүерҙә Мысырҙың ҡеүәте үҫә, биләмәләре баҫып алыу сәйәсәте арҡаһында киңәйә. Яңы батшалыҡ ваҡытында хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме тарихҡа айырыуса билдәле. Ошо осорҙа иң уңышлы фирғәүен-ҡатын — Хатшепсут Мысыр тәхетендә ултыра. Аменхотеп IV үҙенең хакимлығы осоронда Мысырҙа берҙәм дин урынлаштыуға аҙым яһай — Атон динен Мысырҙың төп дине тип иғлан итә. Әммә был реформа ҡапша-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырып, Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмеүенә килтерә. Рамсес II-нең 66 йылға һуҙылған хакимлығы ваҡыты — Мысырҙың сәйәси һәм иҡтисади үҫеше ваҡыты булараҡ билдәле. Әммә был дәүерҙең аҙаҡҡы йылдарында Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара. Илгә ливийлылар, ассирийлылар баҫып инә башлай. Фарсы, грек һәм римлыларҙың баҫып алыуы. Фирғәүендәр дәүерендә утыҙынсы династия — Мысырҙың иң һуңғы хаким иткән үҙ династияһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 343 йылда, һуңғы урындағы фирғәүен Нектанеб II яуҙа еңелгәндән һуң, илде фарсылар баҫып ала. Әммә б.э.т. 332 йылда Мысырҙы Искәндәр Зөлҡәрнәй яулай һәм Македонияның биләмәләренә ҡуша, Александрия ҡалаһын нигеҙләп, Мысырҙың баш ҡалаһын шунда күсерә. Искәндәрҙең ғәскәр башлығы Птолемей I Сотер яңы Птолемей династияһын нигеҙләй, Мысырҙа эллинистик дәүер башлана. Птолемей династияһынан һуңғы фирғәүен Клеопатра VII, Римдың хакимы Юлий Цезарҙы, уның үлеменән һуң Марк Антонийҙы арбап, үҙенең тәхеттәге урынын нығытыуға ирешә. Әммә, Марк Антоний менән берлектә Октавиан Авгусҡа ҡаршы яуҙа еңелгәс, үҙен үҙе йыландан саҡтырып үлтерә. Бынан һуң Мысыр дүрт быуат дауамына Рим ҡулына күсә. Беҙҙең эраның беренсе быуатында апостол Марк тарафынан Мысырҙа христиан дине тарала. Диоклетиан һәм Галерий хакимлығы ваҡытында христиандарҙы эҙәрлекләү көсәйә, был монахтар хәрәкәте үҫешенә килтерә. Артабан Мысырҙа рәсми христиан диненән айырылып, урындағы дини йүнәлеш — копт христиан дине барлыҡҡа килә, 451 йылда Мысыр копт сиркәүе ойошторола. Рим империяһы тарҡалғандан һуң, Мысыр Византия составына керә, Мысырҙа Византия дәүере башлана. Ғәрәп һәм төрөктәрҙең баҫып алыуы. 616 йылда Мысырға фарсылар баҫып ингәндән һуң, Византия ғәскәре илде кире үҙенә ҡайтарыуға ирешә. Әммә был ваҡытта ҡеүәтле мосолман иле — Ғәрәп хәлифәте баҫып алыу сәйәсәтен алып бара. 639 йылда улар Мысырҙы баҫып алып, үҙ биләмәләренә ҡуша. Илдә исламдың сөнни йүнәлеше тарала башлай, Византия тарафынан ҡыҫырыҡланған мысырлылар быға артыҡ ҡаршылашмай. Киләһе алты быуат дауамында Мысыр Ғәрәп хәлифәтенә буйһона. 972 йылда Ҡәһир ҡалаһы төҙөлөп, был ваҡытта Мысырҙы үҙ хакимлығы аҫтында тотҡан Фатимиҙар хәлифәтенең баш ҡалаһына әйләнә. 1171 йылда Сәләхетдин Фатимиҙарҙы ҡолатып, хакимлыҡты үҙ ҡулына ала, Әйүбиҙәр династияһын нигеҙләй. Был династия Мысыр менән 1520 йылға тиклем етәкселек итә, әммә 1520 йылда төрөк, черкес ҡолдарынан торған хәрби каста - мәмлүктәр - хәлифте тәхеттән ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала, Мәмлүк солтанаты барлыҡҡа килә. 1260 йылда Байбарс етәкселеге аҫтында мәмлүктәр монгол ғәскәренә ҡаршы тороп, ғәскәрҙең илде баҫып алыуына юл ҡуймауға ирешә. 1517 йылда ғосман төрөктәре мәмлүк ғәскәрен ҡыйратҡандан һуң, Мысырҙы Ғосман империяһы ғәскәре баҫып ала. Мысыр Ғосман империяһының өлөшөнә әйләнә, ил менән ғосман солтаны тарафынан тәғәйенләнгән паша идаралыҡ итә. Әммә 17-се быуат аҙағына мәмлүк бейҙәре, рәсми рәүештә Ғосман империяһына буйһонһа ла, ғәмәлдә ил менән етәкселекте үҙ ҡулына алыуға ирешә. Хәҙерге тарих. "Пирамидалар янында яу", Франсуа Луи-Жозеф Ватто һүрәте 1798 йылда Наполеон Бонапарт етәкселегендә француз ғәскәре Мысырҙы баҫып ала. Был кампанияның маҡсаты — Һиндостан өсөн Бөйөк Британия менән көрәш ваҡытында уңайлы плацдарм булдырыу була. Әммә төрөк, мәмлүк, британ көстәре 1801 йылда француздарҙы илдән ҡыуа. Бынан һуң илдә дүрт йыл дауамына анархия урынлаша, төрөктәр, мәмлүктәр һәм албандар хакимлыҡ өсөн көрәшә. Был тәртипһеҙлек ваҡытында ғосман солтаны тарафынан француздарға ҡаршы ебәрелгән албан полкы коммандиры Мөхәммәт Али төп фигура булараҡ ҡалҡып сыға, 1805 йылда Стамбул солтаны уны үҙенең Мысырҙағы пашаһы итеп тәғәйенләй. Ысынбарлыҡта иһә Мөхәммәт Али — амбициялы һәм булдыҡлы юлбашсы — етәкселекте тулыһынса үҙ ҡулына ала, Мысыр менән етәкселек иткән яңы династияға башланғыс бирә. Был династия башта үҙаллы, һуңынан Британияның баҫымы аҫтында 1952 йылғы революцияға тиклем Мысыр менән хакимлыҡ итә. Мөхәммәт Али мәмлүктәрҙең ерен миллиләштереп, Мысырҙа етештерелгән тауарҙарҙың күпселегенә дәүләт монополияһын урынлаштыра. Ошо ваҡытта ул мамыҡ үҫтереү күләмен ҡырҡа арттыра, — АҠШ-та барған Граждандар һуғышы арҡаһында мамыҡтың хаҡы бик юғары була, — был Мысыр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә. Бынан тыш, Мөхәммәт Али баҫып алыу сәйәсәтен башлай. 1820 йылда ул Суданға баҫып инә, 1833 йылда Сүриәне яулай, шулай уҡ Ғәрәп ярымутрауын һәм Анатолияны үҙ биләмәләренә ҡуша. Әммә 1841 йылда Европа илдәре һәм Ғосман империяһы, уның үҫә барған ҡеүәтенән ҡурҡып, ғәскәрен баҫтырыр өсөн берләшә, һөҙөмтәлә Мөхәммәт Али яулап алынған илдәрҙең күпселек өлөшөнән ғәскәрен сығарырға мәжбүр була, әммә Суданды үҙ хакимлығы аҫтында ҡалдыра. 1848 йылдың сентябрендә Мөхәммәт Али үҙенең вариҫы итеп улы Ибраһимды ҡалдыра, Ибраһим 1848 йылдың ноябрендә үлгәс, вариҫы булып ейәне Аббас I ҡала, унан һуң — 1854 йылда Мөхәммәт Алиҙың дүртенсе улы Саид, унан һуң — 1863 йылда Ибраһимдың улы Исмаил тәхеткә ултыра. Саид һәм Исмаил Мысырҙа әүҙем төҙөлөштәр алып бара. 1858 - 1869 йылдарҙа Франция менән берлектә Суэц каналы төҙөлә. Был һәм башка төҙөлөштәр арҡаһында Мысыр Европа банктары алдында оло бурыстарға бата. Был бурыстар Исмаилды 1875 йылда каналдың Мысыр эйә булған өлөшөн Бөйөк Британия хөкүмәтенә һатырға мәжбүр итә. Бынан тыш, Бөйөк Британия һәм Франция хөкүмәте Мысырҙың финанс һорауҙарын тулыһынса үҙ контроле аҫтына ала. Европаның ил хакимиәтен баҫып алыуы менән ризаһыҙлыҡ арҡаһында, 1879 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәте башлана. Был хәрәкәт 1881 йылда ихтилалға әүерелә, һөҙөмтәлә хөкүмәт таратылып, яңы милли хөкүмәт йыйыла, был хөкүмәттә ихтилалдың етәксеһе Араби-паша хәрби министр урынын биләй. Артабан Араби-паша идаралыҡты тулыһынса үҙ ҡулына ала. Үҙәренең Мысырҙа йоғонтоһон юғалтҡан Бөйөк Британия һәм Франция 1882 йылдың июлендә Александрияны ут аҫтында тота. Бынан һуң Араби-паша ғәскәр йыя, әммә Тель Әл-Кәбир ҡалаһы янында британ ғәскәрҙәре уны ҡыйрата. Һөҙөмтәлә, Исмаилдың улы Тәүфиҡ хөкүмәт башына ултыра, тик ғәмәлдә идаралыҡ тулыһынса британдар ҡулында була. 1914 йылда иһә Мысыр рәсми рәүештә Бөйөк Британияның протекторатына әүерелә. 1882 йылдан 1902 йылға тиклем үҙаллылыҡ яулау өсөн милли хәрәкәттәр ойошторола. Ошо осорҙа беренсе сәйәси фирҡәләр барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышынан һуң Саад Заглюль һәм уның Вафд фирҡәһе, закондар сығарыу ассамблеяһында күпселекте яулап, милли хәрәкәтте етәкләй. 1919 йылдың 8 мартында британдар Саадты һәм уның иптәштәрен Мальтаға һөргәс, илдә беренсе революция башлана. Мысырлылар тарафынан даими күтәрелештәр арҡаһында 1922 йылдың 22 февралендә Бөйөк Британия Мысырҙың үҙаллылығын иғлан итергә мәжбүр була. 1923 йылда Мысырҙың яңы хакимиәте парламентар системаға нигеҙләнгән яңы конституция төҙөп, ғәмәлгә керетә. 1924 йылда Саад Заглюль Мысырҙың премьер-министры итеп һайлана. 1936 йылда Британия һәм Мысыр араһында килешеү төҙөлә. Әммә хакимиәт Британияның туҡтауһыҙ ҡыҫылышы арҡаһында тотороҡһоҙ хәлдә була. Был 1952 йылда революция башланып, монархияның ҡолауына һәм парламент тарҡалыуына килтерә. Хәрби офицерҙарҙан торған "Азат офицерҙар" төркөмө Мысыр короле Фарукты улы Фуад ыңғайына тәхеттән бар тартырға мәжбүр итә. 1953 йылдың 18 июнендә Мысыр республикаһы иғлан ителә, генерал Мөхәммәт Нәғиб республиканың беренсе президенты вазифаһын биләй. 1954 йылда Ғәмәл Әбдел Насер — 1952 йылғы хәрәкәтте башлаусы офицер — уны вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр итә һәм һуңынан уны өй арестына ала. 1956 йылдың июнендә Насер президент вазифаһына һайлана. 1956 йылда Әбдел Насер Суэц каналын миллиләштерә, каналдан килгән килемде ул Асуан ҡалаһы янында Нилды быуыу өсөн тотонорға була. Был Бөйөк Британия, Франция һәм Израиль ғәскәренең Мысырға баҫып инеп, Суэц көрсөгө башланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә, Суэц каналын күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн, бында БМО көстәре керетелә. 1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш ваҡытында Израиль Синай ярымутрауын баҫып ала. Бынан һуң өс йыл үткәс, Насыр үлеп китә һәм президент вазифаһы Әнүәр Сәдатҡа ҡала. Сәдат Әбдел Насер сәйәсәтен ҡырҡа үҙгәртә һәм Һалҡын һуғыш ваҡытында Советтар Союзы ярҙамынан баш тартып, Ҡушма Штаттар менән яҡынлаша башлай. 1972 йылда ул Совет хәрби кәңәшселәрен илдән ҡыуа. 1974 йылда Сәдат сит ил һәм Мысыр шәхси инвесторҙарын йәлеп итер өсөн Инфитах ("асыҡ ишек") исемле иҡтисади реформалар башлай. 1973 йылда Мысыр Сүриә менән берлектә Израилдең Синай ярымутрауын һәм Голан бейеклеген баҫып алған көстәренә көтөлмәгәндә һөжүм итеп, Октябрь һуғышын башлай. Сәдат Синай ярымутрауының ҡайһы бер өлөшөн хәрби көс менән, ҡалған өлөшөн дипломатик килешеү ярҙамында кире ҡайтарырға өмөтләнә. Был конфликтҡа бер-береһенә ҡаршы торған ике донъя титаны — АҠШ менән Советтар Союзы ҡыҫыла. БМО-ның утты туҡтатыу тураһында икенсе резолюцияһынан һуң хәрби хәрәкәттәр тамамлана. 1977 йылда Сәдат Израилгә тарихи визит яһай. Һөҙөмтәлә, 1979 йылда тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, был килешеү буйынса Израиль Синай ярымутрауындағы ғәскәрен тулыһынса сығарырға ризалыҡ белдерә. Сәдаттың Иерусалимға визиты Мысырҙың бүтән ғәрәп илдәре менән мөнәсәбәтен боҙа, Мысыр Ғәрәп берлегенән сығарыла. 1981 йылда Сәдат Ҡәһир ҡалаһында үлтерелә. Президент урыны Хөсни Мөбәрәккә ҡала. a> йылдың 29 ғинуарында Тахрир майҙанында танк өҫтөндә 2011 йылдың 25 ғинуарынан 30 йыл дауамында президент вазифаһын биләгән Хөсни Мөбәрәк һәм уның режимына ҡаршы Мысыр ҡалаларының урамдарында демонстрациялар башлана. Урамға сығыусылар, президенттың отставкаһынан тыш, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙе, минималь эш хаҡы күләмен күтәреүҙе талап итә һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелеүгә, түбән тормош кимәленә ҡаршы сығыш яһай. Һөҙөмтәлә, 2011 йылдың 11 февралендә Хөсни Мөбәрәк, ил менән идара итеүҙе Юғары хәрби көстәр советына ҡалдырып, президент вазифаһынан китә. Дәүләт ҡоролошо. 1953 йылдың 18 июненән Мысыр — республика. Дәүләт башлығы — президент. Президент алты йылға һайлана. 1980 йылда ҡабул ителгән закон буйынса, президент сикһеҙ мәртәбә үҙенең урынына ҡабаттан һайлана ала. Мысырҙың хөкүмәт башлығы — премьер-министр. Юғары закондар сығарыу органы — 454 урындан торған бер палаталы Милли йыйын. Йыйындың күпселеген Милли-демократик фирҡә тәшкил итә. Сит илдәр менән мөнәсәбәте. Мысырҙа йәшәүсе кешеләр һаны, бындағы тарихи ваҡиғалар, илдең хәрби ҡеүәте, килешеү оҫталығы, географик урыны буйынса өҫтөнлөгө арҡаһында Мысырҙың Африкала һәм Яҡын Көнсығышта сәйәси йоғонто бик киң. Ҡәһир ҡалаһының дини һәм рухи институттары урындағы ижтимағи һәм мәҙәни үҫештең үҙәге булып тора. Ғәрәп берлегенең үҙәге Ҡәһирҙә урынлашҡан, берлектең генераль секретары вазифаһын шулай уҡ ғәҙәттә мысырлылар биләй. 1978 йылда Ғәрәп берлеге ҡыҫҡа ваҡытҡа, Мысырҙың Израиль менән тыныслыҡ килешеүе төҙөүенән һуң, Тунисҡа күсә, әммә 1989 йылда кире ҡайта. Мысырҙың башҡа ғәрәп илдәренә йоғонтоһо бик ҙур, һәм ул ғәрәп илдәре араһында тыуған бәхәстәрҙә, шулай уҡ Израиль менән Фәләстан араһындағы конфликт ваҡытында килештереүсе ролен башҡарыусы булараҡ тарихҡа билдәле. Мысыр БМО-ның 1945 йылда нигеҙләнгән көнөнән алып уның ағзаһы булып тора, һәм хәҙерге көндәрҙә лә был ойошмала төп ролдәрҙең береһен уйнай. 1991 йылдан 1996 йылға тиклем Мысырҙың элекке премьер-министры урынбаҫары Бутрос Бутрос Ғәли БМО-ның генераль секретары вазифаһын биләй. Мысыр үҙенең Африкалағы күршеләре — Ливия һәм Судан менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә, тик Мысыр һәм Судан сигендәге Ҡыҙыл диңгеҙ буйында "Халаиб өсмөйөшө" тип исемләнгән ҙур булмаған район ике ил араһында бәхәсле район булып тора. Мысыр — Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәр башлаған беренсе ғәрәп иле. Израиль менән Мысыр араһында төҙөлгән 1979 йылғы килешеү хәҙерге көндәрҙә лә көскә эйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мысыр хакимиәте, бигерәк тә Израиль менән Фәләстан араһындағы конфликттан һуң, был ил менән мөнәсәбәттәргә шик менән ҡарай. Географияһы. Мысырҙың спутник аша күренеше Мысырҙың майҙаны 1 001 450 квадрат километр тәшкил итә. Әммә илдәге климаттың ҡоролоғо арҡаһында, кеше башлыса Нил буйында тупланған, икенсе һүҙ менән, бында йәшәүсе халыҡтың 99 процент тирәһе бөтә территорияның яҡынса 5,5 процентын ҡуллана. Мысыр көнбайыштан Ливия, көньяҡтан Судан, төньяҡ-көнсығыштан Газа секторы һәм Израиль менән сикләнгән. Төньяҡтан ул Урта диңгеҙ, көнсығыштан — Ҡыҙыл диңгеҙ менән уратып алынған. Мысыр биләгән урыны арҡаһында ҙур сәйәси роль уйнай: континент-ара ил булараҡ, ул Синай ярымутрауы ярҙамында Африка һәм Азия араһында күпер булып тора, ә Суэц каналы иһә, Урта диңгеҙ менән Һинд океанын Ҡыҙыл диңгеҙ аша тоташтырып, караптар йөрөү юлын барлыҡҡа килтерә. Мысырҙың күпселек өлөшө — сүллек. Сүллектә иҫкән елдәр бейеклеге 30 метрҙан ашҡан ҡомло убалар — дюналар барлыҡҡа килтерә. Мысыр Сахара сүллегенең һәм Ливия сүллегенең өлөштәрен үҙ эсенә ала. Мысырҙың бөтә территорияһы буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан донъялағы иң оҙон йылға — Нил аға. Мысырҙың Асуандан алып Ҡәһиргә тиклем Нил ярҙары буйлап һуҙылған районы — Үрге Мысыр исеме аҫтында билдәле. Ҡәһирҙән аҫтараҡ, Нил киңәйгән урында, Түбәнге Мысыр башлана. Климаты. Мысырҙың климаты эҫе һәм ҡоро. Уның үҙенсәлеге — тәүлек эсендә һауа температураһы ҡырҡа үҙгәрә. Сүллектә көндөҙ температура +50-60° -ҡа тиклем күтәрелеп, төндә 0-гә тиклем төшөүе мөмкин. Мысырҙа иң эҫе ай — июнь, был ваҡытта уртаса температура төньяҡта +25-26°, көньяҡта +30-34° тәшкил итә. Иң юғары температура +35-40° -ҡа тиклем барып етеүе мөмкин. Иң һалҡын айҙар — декабрь - март айҙары, айырыуса ғинуар айы. Төньяҡта температура +11-12° -ҡа, көньяҡта +15-16° -ҡа тиклем төшә. Ҡыш ағастарҙың япраҡтары йәшел килеш ҡала. Ямғырҙар бик һирәк, башлыса ҡыш айҙарында ғына яуа. Сүллектә бер нисә йыл дауамында ямғыр яумауы мөмкин. Әммә әгәр ямғыр яуһа, ул ғәҙәттә оло ҡойон була. Мысырҙа был турала "Сахарала кеше эҫенән үлгәндән күберәк батып үлгән", — тигән әйтем бар. Апрель-май айҙарында көньяҡ-көнсығыштан эҫе ҡоро ел иҫә. Был ел "хәмсин" исеме аҫтында билдәле. Ул 50 көн дауамында иҫә, исеме лә уның оҙайлылығынан алынған. Был ваҡытта температура 40° -ҡа тиклем күтәрелә, ел ҡом, туҙан килтереп, бөтә ергә тарата. Халҡы. Мысырҙа 80 миллиондан артыҡ кеше, уларҙың күпселеге Нил буйында, һәм бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй. Рәсми теле — ғәрәп теленең Мысыр диалекты. Илдә йәшәүселәрҙең 91 проценты — мысырлылар. Бынан тыш, илдә абазиндар, төрөктәр, гректар, нубийлылар, көнсығыш сүллектәрҙә һәм Синай ярымутрауында бәҙүәндәр, Сива оазисында берберҙар йәшәй. Илдә йәшәүселәрҙең 90 проценты сөнни йүнәлештәге ислам динен тота. Исламдан һуң иң таралған дин — копт йүнәлешендәге христиан дине. Иҡтисады. Мысыр — Төньяҡ Африкала иң иҡтисади үҫешкән ил. Мысырҙың төп экспорт тауары — нефть. Нефть ятҡылыҡтары башлыса Синай ярымутрауы һәм Суэц каналы райондарында урынлашҡан. Нефттән тыш, Мысыр тәбиғи газға бай. Мысырҙың иҡтисады өсөн Суэц каналы ҙур роль уйнай. Канал аша үткән караптарҙан йыйылған һалым дәүләт ҡаҙнаһына ярайһы өлөш индерә. Мысырҙа йәшәүселәрҙең күп өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бында башлыса рис, мамыҡ, бойҙай һәм йәшелсә-емештәр үҫтерәләр. Илдең климаты йыл әйләнәһенә уңыш йыйырға мөмкинлек бирә. Мысырҙың төп энергия сығанағы — илдә сығарылған нефть. Бынан тыш, СССР ярҙамы менән төҙөлгән Асуан быуаһы янында урынлашҡан ике ГЭС мөһим энергия сығанағы булып тора. Төньяҡ. Төньяҡ — Көнсығыштан һул яҡтағы донъя тарафы. Көньяҡ. Көньяҡ — Көнсығыштан уң яҡтағы донъя тарафы. Һамар. Һамар () — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Сок йылгалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге. Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәреВ. В. Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип исемләнде. Халҡы 1,135 млн кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына). Рәсәй Федерацияһында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород ҡалаларынан ҡалышын, 6-сы урында. Эльвира Хисаева. Эльвира Хисаева (1991) — башҡортостан топ-модель. Өфөлә тыуған башҡорт ҡыҙы 2005 йылда «Һылыуҡай» ижади студияһына килә, бер йыл уның төп составында эшләй. 2006 йылда Мәскәүҙең «Президент» модель агентлығы менән контракт төҙөп, Токиоға эшкә китә. Әле ул Парижда йәшәй һәм эшләй, тиҙҙән контракт буйынса Нью-Йоркка юлланасаҡ. Фотосессиялары йыш ҡына «Cosmo», «Glamоur», «Elle» журналдарында баҫыла. Земфира. Земфи́ра Тәлғә́т ҡыҙы Рамаҙа́нова — рок-йырсы. 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы – тарих уҡытыусыһы, әсәһе – табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған – баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай. Уғыҙ. Уғыҙ (;) — боронғо көньяҡ төрки халҡы, IX-XIII быуаттары. Яҡын Көнсығышта дәүләт булған. Готтар. Готтар — хәҙерге йәштәр мәҙәниәте вәкилдәре. Улар күңелһеҙ рок тыңлай һәм ҡара кейем кейә. Готтар 1990 йылдарҙа күренә башланы. Готтарҙың байрағы. Готтарҙың байрағы - ҡара фонда рауза һүрәте. Был байраҡ Францияла уйлап сығарылған. Мышы. Мышы () — ҡуштояҡтар төркөмө боландар ғәиләһенә ҡараған иң ҙур хайуан. Мышы һоро төҫтә, ә тояҡтары аҡ була.Мөгөҙөнөң саттары яҡ-яҡҡа тырпайған, тәне йылҡылдап торған, оҙон аяҡлы хайуанды күргән кеше уға һоҡланмай булдыра алмай. Башҡортостанда төбәктә мышынан да ҙурыраҡ ҡырағай хайуан юҡ. Ул боландар нәҫеленә инә. Ата мышының кәүҙә оҙонлоғо өс метр, бейеклеге ике метрҙан ашыу була. Муйыны ҡыҫҡа, йыуан. Башы ҙур. Ҡолаҡтары оҙон булһа, ҡойроғо бик ҡыҫҡа. Мөгөҙөнөң ауырлығы 20 килограмға, ҡоласы ике метрға етә. Ноябрь—ғинуар айҙарында мөгөҙө төшә һәм март айында яңынан үҫә башлай. Мышылар йәшәү урыны итеп урмандағы йылға, күл буйҙарын хуп күрәләр. Ҡышын уҫаҡ, тал, миләш, ҡарағай һәм башҡа ағастарҙың ҡайырыһы, ботаҡтары, бөрөләре менән туҡланалар. Инә мышы май, июнь айҙарында ике быҙау, һирәк осраҡта бер быҙау килтерә. Ай тулыуға улар әсәләренә эйәреп, йүгереп йөрөйҙәр. Өс ай ярым тик һөт менән генә туҡланалар. Башҡортостанда мышыларҙың һаны кәмей бара. Рөхсәт менән уларға һунар итеү ҡаралған. Ҡондоҙ. Ҡондоҙ () — Кимереүселәр төркөмөнә ҡараған көрән йөнлө, яҫы ҡойроҡло, тиреһе затлы һыу буйы йәнлеге. Ҡондоҙ һөт имеүсе кимереүсе йәнлек. Кмлеп сығышы. Беренсе ҡондоҙҙарҙың ташҡа әләнгән ҡалдыҡтары Азияла табыла. Иң билдәле юҡҡа сыҡҡан ҡондоҙҙар − плейстоцен дәүеренән ҡалған себер Trogontherium cuvieri һәм Төньяҡ Америка Castoroides ohioensis гигант ҡондоҙҙары. Баш һөйәгенең ҙурлығына ҡарап буйы 2,75 м, массаһы 350 кг булған. Ваҡыт. Ваҡыт — быуат, йыл, сәғәт, минут һ.б. менән иҫәпләнгән дауамлы арауыҡ һәм уларҙың бер-бер артлы алмашыныуы. Санкт-Петербург. Санкт-Петербург — Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайыш ҡалаһы. Иҙел. Иҙел () — ҙур йылға. Ул Каспий диңгеҙенә ҡушыла. Ҡырғыҙстан. Ҡырғыҙстан (), рәсми исеме Ҡырғыҙ Республикаһы (,) — Урта Азиялағы таулы ил. Дәүләт Урта Азияның төньяҡ-көнсығышында, Тянь-Шань тауҙарының көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Ҡаҙағстан менән, көнбайышта Үзбәкстан менән, төньяҡ-көнбайышта Тажикстан менән, көньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ҡытай менән сиктәш. Һарытау. Һарытау () — Рәсәйҙең Иҙелдағы ҡалаһы Халыҡ. Халыҡ — Бер илдә йәшәүсе, бер телдә һөйләшеүсе кешеләр төркөмө. Халыҡ, унан тыш, мәҙәниәте, тотҡан дине, тарихи үткәненең уртаҡлығы менән айырылып тора Әстрәхән. Әстрәхән () — Рәсәйҙә Иҙел буйында ҡала. Әстрәхән өлкәһенең үҙәге. Төмән. Төмән () — Рәсәйҙең Көнбайыш Себерендә ҡала. Ҙур иҡтисади үҙәк, Төмән өлкәһенең үҙәге. Бәлеш. Бәлеш — эслек һалып ҡамырҙан бешерелгән аҙыҡ. Ҡамыры буйынса «Әсе» йәки «Сөсө» була. Эселеге буйынса бәлештең бик күп төрҙөре бар: ит, бәшмәк, картуф, йәшелсә йәки емеш-еләк һалына. Башҡорттар башлыса ит бәлештәренә әҫтөнлөк бирә, сөнки ит аҙыҡтары уларҙа борон-борондан яратып ҡуланыла. Башҡорт бәлештәренең үҙенсәлектәре булып «Ваҡ» һәм «Ҙур» төрҙәренә бүленеүе һәм башлыса «Ябыҡ» итеп бешерелеүе тора. Һурпа. Һурпа — ит бешергән һыу, шыйыҡ аҙыҡ. Нуғай. Нуғай — төньяҡ кавказда йәшәүсе нуғай телендә һөйләшеүсе ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараған төрки халыҡ. Диндәре башлыса ислам. Этник һәм лингвинистик яҡтан уларға иң яҡын халыү ҡаҙаҡтар. Барлығы 95 мең кеше, шуларҙың 90,7 меңе Рәсәйҙә йәшәй (2002). Ғәскәр. Ғәскәр — ҡораллы төркөм. Дәүләт ҡораллы көстәренең бер өлөшө. Романтизм. Романтизм — XIX быуаттағы Европала мәҙәни ағым. Ҡыш. Ҡыш (төр. Kış) — һыуыҡ йыл миҙгеле. Көҙ менән яҙ араһындағы дүрт миҙгелдең береһе. Өс айҙан тора: төньяҡ ярымшарҙа - декабрь, ғинуар һәм февраль, көньяҡ ярымшарҙа – июнь, июль һәм август. Ҡышҡыһын ғәҙәттә ҡар яуа һәм һауа температураһы түбән була. Астрономик ҡыш төньяҡ ярымшарҙа 22 декабрҙән 21 мартҡа тиклем дауам итә. Йәй. Йәй — иң йылы йыл миҙгеле. Яҙ менән көҙ араһындағы дүрт миҙгелдең береһе. Өс айҙан тора: төньяҡ ярымшарҙа – июнь, июль һәм август, көньяҡ ярымшарҙа - декабрь, ғинуар һәм февраль. Нуғай Урҙа. Нуғай Урҙаһы — боронғо төрки дәүләт (XV-XVII б.). Көнсығыш Алтын Урҙаhы ярсығы. Ул көнбайыш Ҡазағстанда урынлашҡан. Ҡалмыҡтар Нуғай Урҙаһын XVII быуатта ҡыра. Боронғо нуғайҙарҙан бер нисә халыҡ сыҡҡан: ҡарағалпаҡтар (Алтыул Урҙанан), нуғайлы (Кесе Нуғай Урҙанан; хәҙерге нуғай Төньяҡ Кавказда йешеле торған). Оло Нуғай Урҙа нуғайҙарына башҡорт, ҡазаҡ, ҡырым татар, татар халыҡтары ингән. Георг Вильһельм Фридрих Гегель. Гео́рг Вильһе́льм Фри́дрих Ге́гель (, 1770-1831) — бөйөк немец фәйләсуфы. Ул бөтә булған материя нигеҙендә Даими Рух (нем. "Absolutes Geist") ята, тип өйрәтә. Даими Рухтың дәүмәлдәге аңлатмаһы — тәбиғәт, ваҡыттағы аңлатмаһы — тарих, тип белдерә. Халыҡтар араһындағы Даими Рух көсөргәнешлеген — һуғыш тип, белдерә. Гегель объектив идеализм фәлсәфәһе нигеҙендә диалектика теорияһын булдыра. Ишембай (ҡала). Ишембай ҡалаһы — Башҡортостандың көньяғында, Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан ҡала. Гәзит. Ишембай районы һәм ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ишембай һәм Башҡортостан яңылыҡтары. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығы. 1932 йылдан нәшер ителә. 392471 д. Коньсковоля. (, әйтелеше:) — Польшалағы бер ауыл, Любель воеводалығындағы Гминаның үҙәге. ауылы Курувка йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны — яҡынса 2,200 кеше (2004). Ете (һан). Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ − башҡорт мәҡәле. Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре. «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре — ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн кешеләрҙе юғары дәртләндереү билдәһе. Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай — тарафынан раҫлана. Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре менән бүләкләү һәм маҡтаулы исемдәр биреү хоҡуғы Башҡортостан Республикаһы Президентына бирелгән. .ru. .ru — Рәсәй өсөн юғары кимәлдәге милли домен. Юғары кимәлдәге милли домен. Юғары кимәлдәге милли домен ("Country code top-level domain", "ccTLD") — интернет адрестарында бер илде белдергән ике хәрефлек һуңғы өҫтәмә; айырым ил өсөн билдәләнгән юғары кимәлдәге домен. * .ac. .ac — Ascension Island өсөн юғары кимәлдәге милли домен. Төрлө академия һәм мәғариф сайттары өсөн дә ҡулланыла. .ad. .ad — Андорра өсөн юғары кимәлдәге милли домен. Салауат Юлаев (һәйкәл). Салауат Юлаев һәйкәле 1967 йылда Өфө ҡалаһының көньяғында Ағиҙел йылғаһы буйындағы текә ярға ҡуйыла.. Ҙурлығы буйынса Европала уға тиңләшеүсе һыбайлы һәйкәле юҡ. Ә торған урыны нисек уңышлы һайланған. Өс йылдан һуң уның авторы Солтанбәк Тависаев СССР Дәүләт премияһына, аҙ ғына һуңыраҡ Художество академияһының Алтын миҙалына лайыҡ була. Был скульптура Рәсәйҙә иң ҙур ат статуяһы. Һәйкәлдең бейеклеге 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна Салауат Юлаев һәйкәле – башҡорт халҡының һәм Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлек символы булып тора. Шуға күрә был һәйкәл Башҡортостандың визит карточкаһы ғына түгел, шулай уҡ Юлаев һәйкәле һүрәте Башҡортостан Республикаһы гербында үҙәк элемент булып тора. Олимпиада. Олимп. Олимп—Төньяҡ Грецияла портлы ҡала Солоникиҙан көньяҡ-көнбайышта мөһәбәт тау. Бейеклеге 2917 м. Грек риүәйәттәренә ҡарағанда Олимп — юғары Илаһ Зеве менән бик күп илаһтар йәшәгән урын. Борон ошо тау итәгендә йыл һайын уларга ҡорбан килтерелгән һәм байрам үткәрелгән. Боронғо Олимпия уйындары. Олимптан сама менән 400 километр төньяҡ-көнсыгышта ятҡан Пелопоннес ярымутрауында, йөҙөм һәм зәйтүн туғайзары, емеш-еләк баҡсалары менән дан тотҡан үҙәндә Олимп ҡалаһы ла булған. Яҡынса бынан утыҙ быуат элек беҙҙен эранан 788 йыл алда, ошо ҡалала тәүҙә йыл һайын унан дүрт йылға бер тапҡыр егеттәрзең спорт ярыштары үткәрелгән (уға ҡатын-ҡызҙарҙы хатта тамашасы сифатында ла индермәгәндәр). Шул бәйге халыҡта Олимпия уйындары тигән исем алған. Бәйге биш көн барган, ул осорза илдә һуғыштар туҡтатылған. Уйындар грек патриоттарын физик һәм рухи тәрбиәләү мәктәбе булып хеҙмәт иткән. Олимпиада— йыл берәмлеге. Боронғо Грецияла был уйындарҙың ни тиклем юғары баһаланыуын шул факт та раҫлай: ул замандарза йыл хисабы тәүге Олимпиаданан, йәғни беҙҙең эраға тиклемге 776 йылдан башлап алып кителгән. Уйындарҙың йышлығына килгәндә инде алмаш-тилмәш сиратлап 49 һәм 50 айҙан һуң, ғәҙәттә август айында үткәрелгэн. Олимпиада уйындарын тыйып тороу. Беҙҙең эрага тиклем 431—404 йылдарҙа Афина менән Спарта араһында булган Пелопоннес һуғышынан һәм 338—164 йылдарҙағы Македония һуғышынан һуң Филипп II, ә унан уның улы Искәндәр Зөлҡәрнәй(Алекеандр Македонский) еңеүгә өлгәшкәс һәм, аҙаҡ килеп. безҙең эраға тиклем 146-сы йылда римдар гректарҙы тамам буйһондорғас, Греция тулыһынса иктисади һэм сәйәси бөлгөнлөккә дусар ителә. Римдар Олимпия уйындарына мәғәнәһеҙ күңел асыу тип ҡарай. Һәм беҙҙең эраға тиклем 393 йылда ул замандың һуңгы Олимпия уйындары үткәрелә. Рим императоры Федосийзың әмере менән «гректарҙың йыйылышып бушҡа ваҡыт үткәреүҙәре» тыйыла. Уны мәжүсиҙәр уйыны тип иғлан итәләр. Олимпта илаһтарға ҡуйылган статуялар алып ташлана, гибәҙәтханалар емертелә. Ҡыҫҡаһы, ҡала бөтөнләйгә ҡыйратыла. Олимпия уйындары менән бергә бөтә яҡлап һәләтле, физик сыныҡҡан үҫмерҙәр тәрбиәләү бер нисә быуатҡа туҡтатыла. Тәүге Олимпия уйындарынан башлап иҫәпләнә килгән йыл хисабы ла ғәмалдән сыгарыла. Хәҙерге заман Олимпиада уйындары. Ошо тыйыуҙарҙан һуң 1500 йыл үткәс 1894 йылда француз педагогы һәм гуманисы Пьер Кубертон инициативаһы менэн Сорбоннала (Париж) Халыҡ-ара Олимпиада комитеты (МОК) ойошторола һәм 1896 йылда Афинала тәү тапҡыр хәҙерге заман Олимпия уйындары үткәрелә. Кантон идараһы Башҡортостанда. Кантон идараһын булдырыу. 1798 йылда батша Павел I-нең 10 апрелендәге указы нигеҙендә кантон (округ) идаралығы булдырыла. Башҡорт, типтәр, мишәр халҡы, хәрби ҡатламға күсерелә һәм хәрби-ҡазаҡ сословиеһынан Башҡорт-мишәр ғәскәре формалаша. Ғәскәргә Рәсәйҙең көнсығыш сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Ил сиген һаҡлау хеҙмәтен Башҡорт, типтәр, мишәрҙәр үҙ иҫәбенә үтәгән. Ғәcкәри хеҙмәткә 25 йәш менән 50 йәш арыһындағы сәләмәт ир-егеттәр саҡырылған. Хеҙмәткә ебәреү сиратын йорт старшиналары билдәләгән. Йыл һайын 4-5 ғаиләнән бер кеше ебәрелгән. Ғәcкәр Рәсәй ҡатнашҡан төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә файҙаланыла (1912 йылғы Ватан һуғышы, 1853-1859 йылғы Ҡырым һығышы һ.б.). Батша хөкүмәте кантон идаралығын керетеп башҡорттарҙың үҙидаралығын юҡҡа сығара, башҡорт феодалдарына төрлө ташламалар биреп үҙ яғына ҡарата. Ерле халыҡтың йәшәү рәүеше хәрби закондарға бойһона, хәрби суд булдырыла. Беренсе кантондар. Башҡор ерҙәре админстратив яҡтан 13 кантонға, ә кантондар 18 өйәҙгә һәм 252 йорҡа (улусҡа) бүленә. Кантондарға исем бирелмәй, улар номер менә йөрөтөлә. I кантон — 9 йорттан (улустан) тора. Хәҙер был ерҙәр Пермь өлкәһендә. II кантон — 9 йорт. Элекке Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең бер өлөшө — Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарында. III кантон — II йорт. Силәбе өлкәһендә. IV кантон — 9 йорт. Бик аҙ ғына өлөшө Учалы районының төньяғында. V кантон — 6 йорт. Бик аҙ ғына елөшө Әбйәлил районының көньяғында. VI кантон — 19 йорт. Силәбе өлкәһендә. VII кантон — 30 йорт. Учалы районының көньяғы, Әбйәлил районының төньяғында. VIII кантон — 25 йорт. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ тирәһендәге үҙәк райондары. IX кантон — 14 йорт.Өфө тирәһендәге райондар. X кантон — 41 йорт. Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Күгәрсен райондары. Көйөргәҙе районының бер өлөшө. Башҡортостандың көньяҡ сигенән Урал йылғаһына тиклем булған ерҙәре һәм Быҙаулыҡ өйәҙе — тулыһынса Ырымбур өлкәһендә. XI кантон — 27 йорт. Тулыһынса Башҡортостандя (Асҡын, Бөрө, Борай, Балтач, Илеш, Дүртөйлө, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Яңауыл, Нуриман райондары). XII кантон — 25 йорт. Алабуға, Минзәлә өйәҙҙәре — Татарстанда. Сарапул өйәҙе — Удмуртстанда. XIII кантон — 29 йорт. Көнбайыш өлөшө — Башҡортостанда (Бәләбәй, Әлшәй, Бишбүләк, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Миәкә, Саҡмағош, Туймазы райондары). Кантон идараһын бөтөрөү. Рәсәй сиктәре көнсығышҡа һәм көньяҡҡа киңәйгәс, кантон идараһы 1865 йылда «Положение о башкирах» манифесы нигеҙендә юҡҡа сығарыла. Сығанак. Был турала Башҡорт хылыҡ йыры бар Положение о башкирах. «Положение о башкирах»— 1863 йылдың 14майында Александр II раҫлаған башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте составында хоҡуҡи урынын билдәләгән мөһим документ. Документтың проектын Ырымбур генерал-губернаторы Безак әҙерләй. XIX быуат уртаһында Ҡаҙағстан Рәсәйгә ҡушылғас. Башҡортостан дәүләттең көнсығыш сиге булыуҙан туҡтаған. Башҡорт, типтәр, мишәр ҡазаҡтарын сик һаҡлауға йәлеп итеүҙең кәрәге ҡалмаған. 1865 йылдың 2 июлендә батша хөкүмәте «Башҡорттар менән идара итеүҙе хәрби веломствонан граждандар ведомствоһына биреү тураһында» ҡарар ҡабул иткән. Улар яһаҡ түләүсе дәүләт крәҫтиәндәре сословиеһына күсерелгэн. Ғәскәри хеҙмәткә алынғандар рус армияһының төрлө частарына бүлеп бирелгән. Бер үк ваҡытта кантон системаһын бөтөрөү батша хөкүмәтенә башҡорт ерҙәрен баҫып алыуҙы күпкә еңелләштергән. Ҡарауанһарай. "Был Ырымбурҙағы ҡомартҡы тураһында мәҡәлә. Музыкаль төркөм тураһында мәҡәлә бында: Карауанһарай (төркөм)" Ҡаруанһарай — Ырымбур ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Уны XIX быуатта Ырымбурҙа булған һәр кем ҡалаға үҙенсәлекле йәм биреп торған архитектура ҡомартҡыһы тип иҫкә ала. «Мин Һаҡмар аша сыҡҡан ваҡытта ҡояш яңы ғына байыған ине, алыҫта иң беренсе булып иҫ киткес манараһы менән ал төҫтәге мәсет күренде. Был Брюллов рәсемдәре буйынса төҙөлгән Ҡаруанһарай», — тип яҙа 1847 йылда Ырымбурҙа һөргөндә булған Т. Г. Шевченко. Философия докторы Фёдор Базенер 1842 йылда Хиванан Ырымбурға үтеп барышлай Ҡарауанһарай тураһында «күҙҙең яуын алырлыҡ ҡарап туймаҫлыҡ гүзәл бина», тип яҙып ҡалдыра. Урта Азиянан ҡайтып барышлай 1929 йылда Ырымбурҙа булған А. В. Луначарский «Бик матур Ҡаруанһарай, эсендә архитектур ҡомартҡыһы булғанға…», тип яҙа. Ҡаруанһарайҙы төҙөү тарихы. Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,— тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә — Мин бында даими туҡталыу урыны йәғни Ҡаруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине. Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Ҡаруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән. Ҡаруанһарайға башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. Ҡаруанһарайҙың мәсете иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә. Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор А П. Брюллов эшләгән проект 1877 йылдың 19 ғинуарында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, поташ заводтарынан килгән килем керә. Ҡаруанһарайҙың төп бинаһы 1842 йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм манараны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала. Ҡаруанһарайҙың архитектураһы. Ҡаруанһарай иркен урында, ҡаланан ситтә төҙөлгән. Тирә-яғына Стәрлетамаҡ, Бөрө өйәҙҙәренән килтерелгән ағастар ултыртылған. Ихатаһы киҫелгән таштан яһалған кирбес менән уратып алынған. Ҡала киңәйгәс, комплекс ҡала эсендә тороп ҡала, ихатаның ярым-асыҡ яғы хәҙерге Парк проспектына ҡарап тора. Ҡауанһарай төп корпустан, мәсеттән һәм манаранан торған бер бөтөн архитектур берәмек. Төп корпус "П" хәрефе формаһында, булмәләрҙең тәғәйенләнеше төрлө булғанға айырым ишектәр ҡуйылған. Ҡунаҡтарға икенсе ҡатта казарма формаһында бүлмәләр планлаштырылған. Аттарҙы ҡуйыу өсөн тышҡы яҡта ихата ҡаралған. Мәсет стеналары һигеҙ ҡырлы призма итеп төҙөлгән, өҫтө ярым сфера менән ҡапланған. Киңлеге — 12,8 м. Манараның аҫҡы өлөшөндә киң пьедестал, урта өлөшөндә һигеҙ ҡырлы призма, өҫкө өлөшөндә цилиндр формаһындағы колонна. Манара йәшел тимер менән ябылған конус менән тамамлана. Конус башында ярым ай. Бейеклеге 38,8 м. Ҡаруанһарайҙы асыу тантанаһы. Ниһәйәт, 1846 йылдың 30 авгусында Ҡаруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. Байрамға Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры, Өфөнән мөфти, кантон начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡунаҡтарҙың береһе лә саҡырыуҙы инҡар итмәй килеп етәләр. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, сукнонан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре сиркәүгә литургияға китәләр, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Мәҙин манаранан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, мөфти артынан халыҡ мәсеткә инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан халыҡтың яратҡан тамашаһы — ат ярышы үткәрелә. Ярыш тамамланған урында байрамға килгән ҡунаҡтарға ҙур табын әҙерләнә, һый-хөрмәт күрһәтелә. Шунда уҡ халыҡтың тағы бер яратҡан тамашаһы — көрәш үткәрелә. Ярышта еңеүселәргә махсус бүләк әҙерләнә. Ҡаруанһарайҙы ҡайтарып алыу өсөн көрәш. Ҡаруанһарай төҙөлөп бөтөүгә Ырымбурҙың генерал-губернаторы итеп В. Обручев тәғәйенләнә. Ул үҙен башҡорт мәҙәниәтендәге барлыҡ сараларҙың дошманы итеп күрһәтә. Ҡаруанһарай тартып алына һәм эска эштэр ҡарамалығына тапшырыла. Бинала Ырымбур губерна канцелярияһы, канцелярия начальнигының фатиры, башҡорт ерҙәрен бүлеү буйынса комиссия, «Оренбургская газета»ның редакцияһы һәм типографияһы урынлаша. Башҡортар өсөн ике генә фатир ҡалдырыла — унда мәсет хеҙмәткәрҙәре урынлаша. Был хәл башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. 1865 йылда Ҡаруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап 10 меңгә яҡын ҡултамға йыйыла. Үҙ хәле менән төҙөгән ҡорамды халыҡ тарихи изге ҡомартҡы итеп күрә. Губерна ойошмалары янында мосолман храмы булыуы мөмкин түгел тигән һылтау менән Кржижановский 1867 йылдың 26 ғинуарында эске эштәр министрлығына мәсетте һәм манараны күсерергә тип, үтенес яҙа. Ул үҙенең үтенесен урыҫ хөкүмәте янында мосолман мәсете булыуы килешмәй тип нигеҙләй. Эске эштәр министрлығы башҡорттар араһындағы хәлде яҡшы белә, яңы ихталалдар күтәрелеүҙән хәүефләнеп 1876 йылдың 10 июнендә Крыжановскийға «күптән эшләп килuән, зауыҡ менән төҙөлгән ҡоролманы күсереү магометан фанатизмына яңы ҡеүәт бирәсәк, тимәк был көс көсһөҙләнмәйәсәк, ә яңынан күтәреләсәк» тип яуап бирә. Крыжановский бер нисә мәртәбә үтенес яҙа, министрлыҡ барыбер мәсетте күсерергә баҙнат итмәй. 1917 йылдың 20 июнендә Ырымбурҙа үткән башҡорт өлкә советы съездында «Ҡаруанһарай башҡорттар тарафынан төҙөлгән башҡорттарҙың милли ҡаҙанышы» тигән ҡарар ҡабул ителә. Уны башҡорт халҡына ҡайтарып биреү тураһында декретҡа В. И. Ленин 1918 йылда ҡул ҡуя. Ауыр 1921 йылда Ҡаруанһарайҙа башҡорт педагогия техникумы асыла. 1960 йылда Ҡаруанһарай архитектура ҡомартҡыһы булараҡ дәүләт һаҡлауына алына. Башҡорт атлы дивизияһы. Шайморатовҡа һәйкәл. Тыуған ауылында ҡуйылған Башҡорт атлы дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер, полковник Миңлеғәле Шайморатов билдәләнә. Дивизия 17 апрелдә Дим станцияһынан фронтҡа оҙатыла. Ул Брянск фронтында 8-се кавалерия корпусы составында һуғышҡа инә. һуғышты Берлинда тамамлай. Дивизия яугирҙары Советтар Союзы алдында данлы хәрби традицияларына тоғро булырға ант итте. Был антты улар намыҫ менән үтәне. 1943 йылдың февралендә командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 8-се кавалерия корпусына. шул иҫәптән 112-се Башҡорт атлы дивизияһына «гвардия» исеме бирелә. Ул 16-сы гвардия атлы дивизияһы тип йөрөтөлә башлай. Чернигов ҡалаһын азат иткән өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә. һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 16-сы Башҡорт атлы дивизияһы Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов ордендарына лайыҡ булды. Дивизиянан 76 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Кәкүк сәйе. Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә. «Кәкүк сәйе» байрамын әҙерләү һәм үткәреү. Кәкүк сәйеИртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, ашамлыҡтар йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығарырға тейеш. Шул ризыҡтан байрам табыны әҙерләнә, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә. Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар. Клеопатра VII. Клеопатра VII Филопатор (грек телендә "Κλεοπάτρα Φιλοπάτωρ"; б.э.т. 69 йылдың ғинуары – б.э.т. 30 йыл, 12-се август) — Боронғо Мысырҙың эллинистик дәүер батшаһы, ҡустылары Птолемей XIII һәм Птолемей XIV менән (ул ваҡыттағы ҡанундар буйынса, ул ҡустылары менән рәсми никахта була), аҙаҡ килеп, үҙе хакимлыҡ итә. Фирғәүен булған дәүерендә ул Юлий Цезарь, һуныңан Марк Антонийҙы арбап, улар ярҙамында үҙенең тәхеттә хакимлығын нығытыуға ирешә. Клеопатраның үлеме менән, көнсығыш Урта диңгеҙ өлкәһендә эллинистик дәүер тамамланып, Рим дәүере башлана. Клеопатра — Боронғо Мысырҙың һуңғы фирғәүене (уның улы Цезарион рәсми рәүештә генә Октавиан Август тарафынан үлтерелгәнгә тиклем фирғәүен була). Тәхеткә ултырыуы. Клеопатраның атаһы – Птолемей XII Авлет Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәр башлығы, Птолемей династияһына нигеҙ һалыусы македон Птолемей I Сотерҙың тура вариҫы була. Б.э.т. 58-55 йылдарҙа Птолемей XII тәхеттән ҡолатыла һәм Мысырҙан ҡыуыла, уның урынына тәхеткә Клеопатраның апаһы Береника IV ултыра. Рим тарафынан Сүриәгә ҡуйылған башлыҡ Габиний Птолемейға тәхетен кире ҡайтарырға ярҙам иткәндән һуң, Птолеймей ҡыҙы Берениканы үлтертә. Птолемей XII хакимлығын Рим ярҙамы менән генә һаҡлай ала, был Мысыр иҡдисадын ярайһы ҡаҡшата. Птолемей XII б.э.т. 51 йылдың мартында 17 йәшлек Клеопатраны һәм Клеопатраның ҡустыһы Птолемей XIII -нө тәхеттә ҡалдырып, үлеп китә. Клеопатра "Θεα Φιλοπατωρ" (Теа Филопатор) — "атаһын яратыусы алиһә" — исеме аҫтында тәхеткә ултыра. Тәүге йылдар иҡтисади ҡыйынлыҡтар, аслыҡ, сәйәси ыҙғыштар арҡаһында ауыр була. Ҡустыһына кейәүгә сыҡһа ла, ул бик тиҙ уның менән тәхет бүлешергә йыйынмауын күрһәтә. Б.э.т. 51 йылдың авгусында монархтар араһы бөтөнләй боҙола. Клеопатра рәсми ҡағыҙҙарҙан Птолемейҙың исемен алып ташлай, тәңкәләрҙә уның үҙенең генә йөҙө һүрәтләнә башлай. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ монарх тәхеттә бергә ултырған ир монархтан өҫтөнлөк ала башлай, был ҡанундарға ҡаршы килә. Б.э.т. 48 йыл тирәләрендә Птолемей хакимиәт башлығында торған евнух Потиндың ярҙамы менән Клеопатраны тәхеттән ҡолатып, берҙән-бер фирғәүенгә әйләнә. Клеопатра Пелусий ҡәлғәһе янында ғәскәр йыйып, тәхетте ҡайтарырға маташа, әммә һуңынан Мысырҙан ҡасырға мәжбүр була. Клеопатра һәм Юлий Цезарь. Был ваҡытта Римда Помпей менән Цезарь араһында Римда хакимлыҡ өсөн һуғыш бара. Б.э.т. 48 йылда Попмей Юлий Цезарь ғәскәренән Александрияға ҡаса. Б.э.т. 48 йылдың 28 сентябрендә Птолемейҙың ярҙамсылары Помпейҙың башын ҡатыны һәм балалары алдында киҫә. Птолемей, дошманын үлтергәне өсөн Юлий Цезарҙан мәрхәмәткә өмөт итә, етмәһә, был ваҡытта Мысырҙың Римға бурысы ла була. Был Птолемейҙың хәл иткес яңылышлығы була. Цезарь ике көн үткәс Мысырға килеп етә, Птолемей уға Помпейҙың киҫелгән башын күрһәтә. Цезарҙың быға фараздар буйынса, Помпей, сәйәси дошманы булһа ла, Римдың сит илдәрҙә вәкиле һәм Цезарҙың мәрхүмә ҡыҙы Юлияның ире булғанға, асыуы ҡуба. Цезарь Птолемей менән Клеопатра араһында тыуған ыҙғышты хәл итеүгә керешә. Цезарҙың Птолемейға булған асыуынан файҙаланырға теләп, Клеопатра Александрияға кире ҡайта. Уны Цезарға фарсы келәменә урап, ҡайһы бер фараздар буйынса, тоҡ эсендә килтерәр. Цезарҙы йәш фирғәүендең матурлығы арбай. Ул Клеопатраны тәхетенә ҡустыһы менән кире ултырта. Птолемей XIII был ҡарар менән ризалашмай, яу ҡуптара, әммә тиҙ арала еңелә, Цезарҙың ғәскәренән ҡасҡан ваҡытында ул Нил йылғаһында батып үлә. Цезарь Клеопатраны тәхеткә икенсе ҡустыһы Птолемей XIV менән ултырта. Б.э.т 47 йылда 22 йәшлек Клеопатра менән 51 йәшлек Цезарҙың улы Птолемей XV Цезарь (Цезарион) тыуа. Клеопатра Цезарь улын үҙенең вариҫы итеп ҡалдырыуын теләй. Әммә цезарь вариҫы итеп ҡустыһы Октавианды ҡалдыра. Б.э.т. 46 йылдар тирәһендә Клеопатра Цезарь саҡырыуы буйынса Римға килә. Бында ул б.э.т 44 йылдың 15 мартында Цезарҙың республикасылар тарафынан үлтерелеүенә тиклем була. Бынан һуң күп тә үтмәй, Птолемей XIV һаулығы ҡаҡшауы арҡаһында үлеп китә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ҡустыһын Клеопатра ағыулап үлтерә. Клеопатра улы Цезарион менән тәхеткә ултыра, ысынында иһә, хакимлыҡ тулыһынса уның ҡулында була. Антоний һәм Клеопатра. Антоний һәм Клеопатраның тәңкәләрҙәге рәсеме Цезарҙың үлеменән һуң Римда республикасылар һәм Цезарҙың вариҫтары Антоний һәм Октавиан араһында хакимлыҡ өсөн ыҙғыш ҡуба. Клеопатра хәрби көс менән һәм аҡсалата республикасыларға ла, цезариандарға ла ярҙам итә. Республикасылар еңелгәндән һуң, б.э.т. 42 йылда Рим ғәскәре башлығы Марк Антоний Клеопатраны Тарсҡа һорау алыу өсөн саҡырта. Клеопатра карабын бик бай биҙәп, үҙе Афродита ҡиәфәтендә Антоний менән осрашыуға килә. Артабан ул Антоний өсөн мул мәжлес ойоштора. Үҙенә булған ғәйептәрҙе ул кире ҡаға, республикасыларға ойошторолған ярҙамды Кипрҙа ҡуйылған башлығы Серапионға япһара. Клеопатра Антонийҙы тулыһынса үҙе менән арбай, һөҙөмтәлә Антоний б.э.т. 41-40 йылдар ҡышын Александрияла Клеопатра менән үткәрә. Б.э.т. 40 йылдың 25 декабрендә Клеопатра ике балаһына – Александр Гелиос һәм Клеопатра Селенаға ғүмер бирә. Шул уҡ йылда Антоний Октвиандың апаһы Октавияға өйләнә. Б.э.т. 37 йылда Антоний менән Клеопатра ҡайтанан күрешә. Ул Мысыр йолалары буйынса Клеопатраға өйләнә. Клеопатра менән Антонийҙың өсөнсө балалары – Птолемей Филадельф тыуа. Б.э.т. 34 йылда Антоний Клеопатра һәм Цезарионды Мысыр һәм Кипрҙың хакимдары, Александр Гелиосты Армения, Мидия һәм Парфияның хакимы, Клеопатра Селена II-не Киренаика һәм Ливияның хакимы, ә Птолемей Филадельфты Финикия, Сүриә һәм Киликияның хакимы тип иғлан итә. Антонийҙың был ҡылығы Римда оло ғауға ҡуптара, Октавиан Сенатты Мысырға ҡаршы һуғыш башларға күндерә. Б.э.т. 31 йылда Антоний менән Клеопатраның ғәскәре һәм Рим ғәскәре Акциум буйында алыша. Был яуҙа Антоний менән Клеопатраның насар ойошторолған ғәскәре еңелә, әммә ҡамауҙан ҡотолоп Мысырға сигенеүгә өлгәшә, был ваҡытта ғәскәрҙең күп өлөшө Октавиан яғына сыға. Б.э.т. 30 йылдың яҙында Октавиан Мысырға юллана. Октавиандың ғәскәре Александрияға килеп еткәс, Антоний ғәскәренең ҡалған өлөшө берәм-берәм Октавианға ҡушыла. Уға ҡаршы тороу файҙаһыҙ була. Антоний үҙен үҙе ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. Клеопатра һаман Октавиан менән килешә алырына өмөтләнә. Әммә Римға триумф өсөн ебәреләсәген белеп, Рим сығанаҡтары раҫлауынса, Клеопатра үҙен үҙе йыландан саҡтырып үлтерә. Клеопатраның улы Цезарион Мысыр фирғәүене тип иғлан ителә, әммә был ваҡытҡа Октавиан Мысырҙы баҫып алған була. Цезарионды тотоп үлтерәләр. Был Мысыр фирғәүендәренең эллинистик тамырын ҡоротоу ғына түгел, Мысыр фирғәүендәренең хакимлығына нөктә ҡуя. Антоний менән Клеопатраның өс балаһы Римға килтерелә, Октавиандың триумф парадында улар сипкә бәйләнгән килеш килә, әммә артабан Антонийҙың ҡатыны Октавия Минор уларҙы үҙенә ҡарауға ала. Клеопатра шәхесе. Мысыр тәңкәләрендә һүрәтләнеүенсә, Клеопатра тулҡынлы сәсле, ҙур күҙле, алға сығып торған эйәкле, Плолемейҙарға хас көмрө танаулы була. Ул бик һөйкөмлө була һәм бының менән оҫта ҡуллана, бынан тыш, уның арбағыс матур тауышлы, үткер аҡыллы булыуы билдәле. Мысыр титулы – фирғәүен исемен йөрөтһә лә, уның төп теле – грек теле була. Уның тәхеткә ултырыуына тиклем бер нисә быуат дауамында Мысыр менән македондар (эллинистар) хаким итә. 300 йылдар элек Мысырға Искәндәр Зөлҡәрнәй килеүенән һуң, бында грек теле аҡһөйәктәр теленә әйләнә. Клеопатра 300 йыл дауамында Мысыр тәхетенә эйә булған ғаиләһендә беренсе булып мысыр телен өйрәнеүсе булараҡ билдәле. Клеопатра шәхес булараҡ әлеге көндәргә тиклем донъя мәҙәниәтендә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Уға арнап һанап бөткөһөҙ сәнғәт эштәре яҙыла, уның тарихы әҙәби әҫәрҙәрҙә, фильмдарҙа бәйән ителә (мәҫәлән, Шекспирҙың "Антоний һәм Клеопатра"һы", Бернард Шоуҙың "Цезарь һәм Клеопатра"һы"). Әҫәрҙәрҙең күбеһендә уның донъялағы иң ҡеүәтле кешеләрҙгә йоғонто яһаусы матурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Философ Блез Паскаль раҫлауынса, уның гүзәллеге донъя тарихын үҙгәртә. Рәсәй әрмеһе сафында башҡорттар. Рәсәй әрмеһе сафында башҡорттар урыҫ хөкүмәте алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнашҡан. Шулай уҡ 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Башҡорт атлы дивизияһы ҡатнаша. Аллаһ. Аллаһ (,) — исламда юғары илаһи зат. Ҡөръәндә Алла бер һәм берҙән-бер илаһи көс, донъяны яратыусы һәм ахыры заманда хөкөм итеүсе тип әйтелә. Мөхәммәт иһә ер йөҙөндә уның һуңғы пәйғәмбәре (нәби) һәм илсеһе (рәсүл). Аллаһ донъяны, мәхлиҡәтте (йән эйәләрен), тәбиғәтте, бәндәләрҙе яратыусы. Алла ер йөҙөндәге бәндәләрҙе бергә йыйып, үлеләрҙе терелтеп хөкөм итер, йә тамуҡта-йәһәннәмдә, йә иһә ожмах-йәннәткә юллар. Кешеләргә Аллаһ үҙенең барлығын ғүмәлдәре менән күрһәтә һәм белдерә. Донъялағы һәр бер әйбер — Аллаһ мөғжизәһе. Ҡөръән дә — Аллаһ мөғжизәләренең береһе. Аллаһ тураһындағы тәғлимәт — Ислам диненең аҫылы. Аллаһтың берҙән-берлеге тураһындағы өйрәтмә (тәүхит) Исламдың төп ҡануны. Оло Башҡортостан. Оло Башҡортостан — ВЦИК-тың 1922 йылдың 14 июнендәге декреты нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы сиктәрҙәге Башҡорт АССР-ы. «I. Өфө губернаһын бөтөрөргә, Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәрен БАССР составына индерергә...» Махсус төҙөлгән комиссияньң докладында республика X быуаттан алып йәшәгән халыҡтар, Башҡортостанды колонияға әүерелдереү, башҡорт ерҙәрен талау, баш күтәреүҙәр тураһында теплө тарихи белешмәләр бирелә. Унда төп халыҡ — аҫаба башҡорттарҙың Дим, Ағиҙел, Ыҡ йылғаларының түбәнге өлешөндә, Өфө губернаһынын Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә өйәҙҙәрендә йәшәүен раҫлаусы тарихи документтар булыуы әйтелә. Башҡортостанды яулап алыу өсөн йөҙҙәрсә мең урыҫтар күсереп ултыртылған Өфө, Стәрлетамаҡ, Көнбайыш Башҡортостан —башҡорттарҙың борондан килгән ере, тик уның Башҡорт республикаһына индерелмәгән булыуы билдәләнә. Ошо декрет нигеҙендә Көнсығыш Башҡортостан менән Көнбайыш Башҡортостан бергә ҡушыла, СССР-ҙа йәшәгән башҡортарҙың 87%-ы Башҡорт АССР-ына берләшә. Ҡымыҙ. Ҡымыҙ— бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уңы эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар. Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башка ойошмалар бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙа ҡымыҙ етештереү эшенә ҡушала. Ҡымыҙ тарихынан. Ҡымыҙ тураһында иң беренсе яҙманы Геродот (б.э.т. 484—424 й.) ҡалдырған. Ул скифтарҙың ағас батманда ҡымыҙ бешеүҙәре тураһында яҙған. Ҡымызҙы әсетеү һәм уның кеше организмына тәьҫире хаҡында 1253 йылда француз сәйәхәтсеһе Вильгельм Рубрикиус яҙып ҡалдырған. Һуңынан итальян сәйәхәтсеһе Марко Поло (1254— 1323) уны «аҡ шарап» менән сағыштырған. Рәсәйҙә «Ипатьевский список» тигән боронғо урыҫ йылъяҙмаһында ҡымыҙ тәүге тапҡыр телгә алына. Игорь Северской ҡыпсаҡтарҙа 1182 йылда әсирлектә булғанда, һаҡсылар ҡымыҙ эсеп иҫереп йоҡлап киткәс, ҡасҡан. Башҡа йылъяҙмала Тверь кенәзе Михаилды әсир булараҡ ҡымыҙ эсергә мәжбүр итеүҙәре, 1245 йылда Батый хан кенәз Даниил Галицкийҙы ҡымыҙ менән һыйлауы ла телгә алына. Урыҫ сәйәхәтсеһе Паллас 1770 йылда: «Башҡорт далаһына ҡымыҙ эсергә Московиянан һәм Дондан төрлө халыҡ йыйыла, сөнки һаулыкҡа уның файҙаһы бик ҙур», — тип яҙа. Был файҙалы эсемлек тураһында заманында мәшһүр урыҫ яҙыусылары В. Даль, С. Аксаков, Л. Толстой һ.б. үҙ һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған. Ҡымыҙҙы пропагандалаусы инглиз Дж. Каррик хатта башҡорт аттарын Англияға ла алып ҡайта. Өй шарттарында ҡымыҙ эшләү ысулы. Әгәр ҙә өй шарттарында ҡымыҙ яһап эсергә теләһәгеҙ, уны ҙур быяла банкала ла бешергә мөмкин. Әсегән бейә һөтөн (ул ҡатыҡ һымаҡ ҡуйы була) банкаға һалып, уға яңы ғына һауылған һөт ҡушып болғаталар ҙа, банканың ҡапҡасын ябып, бер-ике сәғәт буйы туҡтауһыҙ тиерлек бешәләр (болғаталар). Банка йылы урында торорға тейеш. Бер аҙҙан, әгәр ҡымыҙҙың өҫтөнә һыуы һарҡып сыға башлаһа, 1-2 аш ҡалағы самаһы шәкәр ҡомо ҡушып, йәнә берәр сәғәт бешәләр. Әсеүе һәм бешеүе еткән ҡымыҙ болғатҡан саҡта күперелеп торор. Ҡымыҙ бешеү өсөн ағас күнәгегеҙ, бешкәгегеҙ булһа, эсемлек бигерәк тә уңыр. Йәй, көндәр эҫе торғанлыҡтан, ҡымыҙ тиҙ әсеп, иҫкереп бара, шуға күрә ҡымыҙ бешер алдынан ҡоро ағас таптарына йәки ҡайын туҙына ут төртөп ағас күнәкте шуның өҫтөнә ҡаплап, ыҫлап алырға кәрәк. Шулай иткәндә ҡымыҙ тәмлелә була, оҙағыраҡта һаҡлана. Думбыра. Думбыра — боронғо башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы. Ул байтаҡ төрки халыҡтарында таралған, мәҫәлән, ҡаҙаҡтарҙа (думбыра), үзбәктәрҙә, алтайҙарҙа (топшур), тываларҙа (топшулуур) һ.б, шулай уҡ тажиктарҙа (дутар). Ҡаҙаҡ думбыраһы менән сағыштырғанда башкорттоҡо грифының ҡыҫҡараҡ булыуы менән айырыла. Думбыра боронғо сәсәндәрҙең музыка ҡоралы булған. Боронғо ҡобайырҙар, эпостар (шулай уҡ мәшһүр "Урал батыр" эпосы ла) барыһы ла көйгә һалынып башҡарылған, шуға ла думбыра, аккомпанемент булараҡ, мотлаҡ булған. Боронғо думбыраның төҙөлөшө тураһындағы бәхәстәр тынмай. Үкенескә ҡаршы, боронғо думбыра халыҡ араһында ла һаҡланмаған. Бөгөнгө көндә беҙ уның тураһында тик халыҡ ижадынан һәм рус этнографтары, яҙыусылары яҙмаларынан ғына сығып беләбеҙ. Думбыраның нисә ҡыллы булыуы ла аныҡ ҡына билдәле түгел. Кемдер, ҡаҙаҡтарҙыҡы кеүек, ике ҡыллы булған, тиһә, икенселәре рус халыҡ инструменты домра кеүек (ә ул, билдәле факт, боронғо төрки милли инструмнтынан килеп сыҡҡан), өс ҡыллы булған, тип иҫәпләй. Ахреолог һәм этнограф Р. Г. Игнатьев үҙенең "Салауат Юлаев - Пугачев бригадиры, йырсы һәм импровизатор" тигән әҫәрендә биш ҡыллы "бандура"ны атап үтә. Ни өсөн халҡыбыҙ, йөҙәр йыл буйы йырҙарын, эпостарын һаҡлап килһә лә, думбыраһын шулай тиҙ онотҡан һуң? Был ХVII—XVIII быуаттарҙағы батша колониаль сәйәсәте менән бәйле. Сәсәндәр,белеүебеҙсә, башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшендә әүҙем ҡатнашҡан, уның илһамландрыусыһы булған. Шуға ла улар, ихтилалдар баҫтырылған ваҡытта, ҡаты эҙәрлекләүгә дусар булған. Думбыралар, сәсән музыкаль ҡоралы булараҡ, юҡ ителгән, уны халыҡ күңеленән юйырға тырышҡандар. Үкенескә ҡаршы, улар маҡсатына ирешә - думбыра онотола. Әммә бөтөнләйгә түгел. 1980-се йылдарҙа, яҙма документтарға таянып, халыҡ оҫтаһы В.Ш.Шөғәйепов башҡорт думбыраһын тергеҙә башлай. Шул уҡ ваҡыттарҙа думбыраны тергеҙеү өҫтөндә Ғ.Ҡобағошов, Ю.Зирин, А.Овчинников, В.Зубченко, А.Параев эшләй. 1992 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендә башҡорт думбыраһы һәм ҡыл-ҡумыҙ яһау буйынса эксперименталь оҫтахана асыла. Был оҫтаханала Р.М.Ғәлимов, А.Я Янғужин, А.Һ.Байрамғолов, С.У.Баймөхәмәтов эшләй. Заманса инструмент өс ҡыллы, кварта-квинта төҙөлөшлө, 19 ладлы, корпусы ағастан йәбештерелеп эшләнелә. Әлбиттә, был инструмент боронғонан бик ныҡ айырыла - ул оркестр талаптарына ҡулайлаштырылған. Сопрано, альт, бас думбыралар эшләнә. Өзләү. Өзләү — башҡорт вокаль сәнғәтенең бер төрө, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарында ла (тыва, хакас, шор, алтай, монгол һ.б.) таралған. Мосолман дине тоткан халыҡтар араһында ти башҡорттарҙа ғына һаҡланған. Өзләүҙең башҡа локаль атамалары: һоҙҙау (Белорет районы), ҡайҙау (Арғаяш яҡтары), тамаҡ-ҡурай. Репертуар. Өзләү сәнғәте ярҙамында байтаҡ йырҙар һәм муызкаль әҫәрҙәр башҡарыла: оҙон көй, халыҡ марштары һәм бейеү көйҙәре, ҡош һйрауы һәм йәнлектәр тауышы. Шулай уҡ өҙләүҙе төрлө йырҙарға ҡушып ебәрәләр, ҡобайыр, эпостар башҡарғанда ҡулланалар. Өзләргә өйрәнеү еңел түгел, ул тәжрибәле остаз менән байтаҡ шөғөлләнеүҙе талап итә. Тарих. Борон өҙләу башҡорт халҡында киң таралған булған һәм йола башҡарыуҙарҙа ҡулланылған, ул - исламға тиклемге дини ышаныуҙарҙың шаңдауы. Өзләүҙе боронғо баҡсылар (шамандар) ҡулланған. Халыҡ араһында ислам таралып, баҡсылар роле кәмегәс, өзләү ҙә юғала башлай. XIX быуат уртаһында уҡ ул башҡорттар араһыда онотолоп барған сәнғәткә әйләнгән. Әммә, ҡыуанысҡа ҡаршы, өзләуҙе быуындан-быуынға һаҡлап килеүселәр булған. XX быуатта Башҡортостанда С. Юлмөхәмәтов, Р. Заһретдинов, М. Сәләмәтов өзләүҙәре менән билдәле булһа, Белорет районынан Бибизада Сөләймәнова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙры араһында берҙән-бер өзләүсе генә түгел, ә башҡа донъяла һис ишетелмәгән өҙләү төрө һаҡлаусыһы ла була. Өзләү тураһында беренсе тапҡыр С. Г. Рыбаков XIX быуатта яҙып сыға, ә Л. Н. Лебединский һәм Х. С. Ихтисамов уны нотаға һала һәм өйрәнә. Бөгөнгө көндә башҡорт сәхнәһендә өзләүҙе билдәле ҡурайсы Рәйес Низаметдинов башҡара, бығаса ҡулланылмаған боронғо төҙерен тергеҙә. Һабантуй. Һабантуй — күп халыҡтарҙың, татарҙарҙың һәм башҡорттарҙың да, боронғо байрамы. XVII быуат урталарында И.Г.Георги, И.И.Лепехин башҡорттарҙың һабантуйын тасүирлап яҙған.Уларҙың хеҙмәттенән күренеүенсә һабантуй «Ҡарға бутҡаһы»нан һуң яҙғы сәсеу эштәре менән малға бесән әҙерләу араһында үткәрелә. Ғәҙәттә бер-нисә ауыл бергә үткәрә. Һабантуй алдынан малайҙар һебә йыялар. Һебә йыйыу—ауылда өй беренсә йөрөп һабантуйға бүләк йыйыу. Һебә йыйыусыларға хужалар таҫтамал, яулыҡ, аҙыҡ-түлек биреп сығара. Борон һабантуйҙа егеттәр милли көрәштә көс һынашҡан, һырғауылға үрмәләү, тоҡ менән һуғышыу, атта сабышыу һ.б. халыҡ уйындары үткәрелгән. Сәсәндәр, ҡурайсылар, йыраусылар, бейеүселәр үҙ-ара ярышҡан. Йылдың уңышлы килеүен теләп доға уҡығандар. Еңеүселәргэ төрлө бүләктәр бирелгән. Милли көрәш Байрамда уйын-көлкө, аш-һыу араһында донъя хәлдәре, ил эштәре хакында фекер алышыу ойошторолған, алдынғы тәжрибә маҡтап телгә алынган. Тарихсы Салауат Ғәлләмов һабантуй ҡурд-иран һүҙе, һаб орлоҡ тигәнде аңлата тип иҫәпләй. Һәйбәт йолалар кеуек, һабантуй ҙа беҙҙең көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Совет осоронда был йоланы һаҡлап ҡалыу өсөн Совет һәм партия органдары күп көс һалды, дини үҙенсәлектәрен алып ташлап. Хәҙер һабантуйҙар тәүҙә ауылдарҙа, шунан район уҙәктәрендэ үткәрелә. Унда ауыл алдынгыларын буләкләү, яҙғы сәсеу эштәренә йомғаҡ яһала. Матур йола булараҡ һабантуй Өфө, Мәскәү, Санкт- Петербург, Нижневартовск, Анкара һ.б. ҡалаларҙа үткәрелә. Был һабантуйҙарҙа милли уйындар, сәнғәт коллективтары концерты, сауҙа ойошторола. Мәһәр. Мәһәр— (ғәрәпсә::مهر) исламда кейәү тарафынан ҡыҙ яғына бирелә торған мал аҡса. Был төшөнсә төрки халыҡтарҙағы бирнә-ҡалымға тура килә. Мәһәрҙең күләме теүәл билдәләнмәгән, ләкин ҡайһы бер мосолман илдәренедә уның иң ҙур күләме билдәләнгән. Мәһәр ғәҙәттә ике өлөшкә бүленә: хәҙер ҡулға бирелә торған мәһер — нәҡид һәм кисектерелгән мәһер— насиә. Беренсеһе— кейәү тарафынан кәләшкә никахлашҡанда бирелә торған билдәле бер сумма йәки мөлкәт, икенсеһе —ире үлгән осраҡта йәки уның теләге менән никах тарҡалғанда хатынға бирелә торған аҡса йәки мөлкәт. Ҡалым. Ҡалым — кейәү тарафынан кәләштең ата-әсәһенә йәки туғандарына бирелә торған түләү (мал, аҡса). Төрки халыҡтары араһында, шул иҫәптән башҡорттарҙа, ҡулланылған туғанлашыу йолаһы. Фирғәүен. Фирғәүен – Боронғо Мысыр монархының титулы. Боронғо Мысыр халҡы фирғәүендең Мысыр хакимлығы аллаһы Хор булыуына ышанған. «Фирғәүен» термины «"бөйөк йорт"», «"һарай"» тигән мәғәнәгә эйә, һәм тәүбашлап Мысыр хакимы йәшәгән һарай шулай тип аталған, тип фаразлайҙар. Мысырҙың тәүге фирғәүене - Түбәнге Мысыр менән Үрге Мысырҙы берләштереүсе, Беренсе династияны нигеҙләүсе Мысыр батшаһы Минес. Һуңғыһы иһә – Клеопатра VII. Тәхеткә ултырыу тантанһында фирғәүенгә ике таж кейҙерәләр: ҡыҙыл – Түбәнге Мысыр тажы һәм аҡ – Үрге Мысыр тажы. Шулай уҡ фирғәүендәр киң билдәле буйлы баш кейеме – "менес" йөрөтә, ҡайһы берҙә был баш кейемен ике таж менән кейгәндәр. Ҙур тантаналар ваҡытында улар бынан тыш эйәктәренә яһалма һаҡал беркеткән. Үтәғол. Үтәғол — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл, Үтәғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны —560 кеше Почта индексы — 453394, ОКАТО коды — 80226840001. Тарихы. Исеме Үтәғол антропонимынан. Икенсе исеме — Ҡыуат.Үтәғол ауылы тураһында тәүге яҙмалар 1795 йылға тура килә, ул Ырымбур өйәҙенең Үҫәргән улусына ҡарай. 1816 йылда ауылда йәшәүселәр исемлегенә Утәғол Ҡансурин — 73 йәш һәм мулла Рәсүл Үтәғолов — 49 йәш теркәлгән. Ырымбур губернаһының 1866 йылғы торлаҡ пункттары исемлегендә (2-се өлөшө) Үтәғол Орск өйәҙенә, 1-се стан, Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында, 1-се Үҫәргән улусына, Буранғол ойошмаһына (общество) керә. Башҡорт ауылы, Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан, өйәҙ ҡалаһына тиклем — 145 саҡрым, стан фатирына тиклем — 45 саҡрым, өйҙәр һаны — 130, кешеләр һаны: ир-ат — 130, ҡатын-ҡыҙ — 135. 1920 йылғы халыҡ иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса, Үтәғол айылы Йылайыр кантонынң Үтәғол улусына керә. Түбәндәге мәғлүмәт һаҡланған: "башҡорт ауылы, 1920 йылғы иҫәп алыу буйынса: өйҙәр һаны — 58, кешеләр һаны: ир-ат — 130, ҡатын-ҡыҙ — 143. " Мәмерйә. Мәмерйә — ер ҡабығы эсендәге тәбиғи бушлыҡ. Мәмейәнән ер өҫтөнә бер йәки бер-нисә сығыу юлы бар. Мәмерйәләрҙе спелеология исемендәге фән тармағы өйрәнә. Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар. Күптәре тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Улар барыһы ла — карст мәмерйәре. Шүлгәнташ мәмерйәһе. Шүлгәнташ мәмерйәһе—Башҡортостандың Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралда бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәләрҙең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәутормош сәнғәте ҡомартҡыһы. Мәмерйә янында Шүлгәнташ музейы һәм спелиология лабораторияһы асылған. 1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо. Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 м. Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 2 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар, ҙур залдар, ер аҫты йылғаһы, кулдәр бар. Мәмерйә әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Беренсе ҡатын һыу баҫҡан, унда Шүлгәнташ йылғаһы аға. Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 290 м самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 м үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 м күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа. Ер аҫтындағы йылға һәм күл. Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрым арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан 150—170 м гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышын ҡаты һыуҡтарҙа ла туңмай. «Рәсемдәр» бүлмәһе. Мәмерйәлә һәр ҡатта үҙенә хас температура, дымлылыҡ режимы, һауа әйләнеше меңәр йыл миҙгелдәрендә һәм тәүлек әйләнәһенә температура тирбәлеше үҙгәрмәй. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде.Мамонт һүрәте Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың зур залында урынлашҡан. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған. Барак Обама. Барак Хусейн Обама (инглиз телендә "Barack Hussein Obama") — Америка Ҡушма Штаттарының 44-се президенты. Джордж Вашингтон. Джордж Вашингтон (инглиз телендә - "George Washington"; 1732 йылдың 22 феврале – 1799 йылдың 14 декабре) – Бөйөк Британияға ҡаршы барған Америка үҙаллылығы өсөн һуғышта (1775 – 1783 йылдар) Континенталь ғәскәр етәксеһе, Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты (1789 – 1797 йылдар). 1775 йылда Континенталь конгресс Вашингтонды Америка революцион ғәскәре башлығы итеп билдәләй. Бостонды ҡамауҙан алып 1781 йылда британ ғәскәре Йорктаунда еңелеүенә тиклем ул Континенталь ғәскәр башында тора. 1783 йылда, һуғыш тамамланып, Париж килешеүе Ҡушма Штаттарҙың үҙаллылығын танығас, Вашингтон шәхси тормошона әйләнеп ҡайта һәм үҙенең Маунт-Вернондағы өйәҙендә йәшәй башлай. 1787 йылда Филадельфияла үткәрелгән Конституцион йыйылышта Ҡушма Штаттар Конституцияһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1789 йылдан ул Ҡушма Штаттарҙың президенты вазифаһын биләй. Ул Британия һәм Франция араһында барған һуғыш арҡаһында икегә бүленгән донъяла ауырлыҡтарға ҡаршы тора алырлыҡ көслә дәүләт булдыдырға тырыша. 1793 йылда нейтраллек иғлан итеүе сит ил бәрелештәренә йәлеп ителмәҫкә мөмкинлек бирә. 1795 йылда Британия менән Джей килешеүе тип исемләнгән килешеү төҙөлөүе ике ил араһында сауҙа үҫешеүенә булышлыҡ итә. Рәсми рәүештә бер фирҡәгә лә кермәһә лә, Вашингтон федералистар фирҡәһе тәҡдим иткән программаларҙы яҡлап сыға. Шулай, был фирҡә тәҡдиме менән милли банк булдырыла, һалып системаһы яйға һалына һәм башҡа финанс мәсьәләләр хәл ителә. Вашгингтондың хушлашыу мөрәжәғәте Американың артабанғы сәйәсәтенә ҙур йоғонто яһай. Вашингтон 1799 йылда үлеп китә. Уны ерләгән ваҡытта генерал Генри Ли телмәрендә әйтеп үтелеүенсә, Вашингтон «һуғыш ваҡынында - тәүгеләрҙән, солох ваҡытында - тәүгеләрҙән һәм яҡташтарының йөрәгендә - тәүгеләрҙән». Тормош юлының башланыуы. Джордж Вашингтон 1732 йылдың 22 февралендә (иҫке стиль буйынса, 1732 йылдың 11 февралендә) Хантинг-Крик плантацияһында (хәҙерге Вирджиния штаты) Августин Вашингтон һәм уның икенсе ҡатыны Мэрия Бол Вашингтондың тәүге улдары булып тыуа. Алты йәшлек сағында ғаиләһе менән Ферри Фарм фермаһына күсенә, бында уға атаһы һәм ағаһы белем бирә. 11 йәшлек сағында Вашингтондың атаһы үлеп китә. Йәш сағында Вашингтон ер үлсәүсе булып эшләй. 1748 йылда лорд Фэйрфакстың Шенандоа тигеҙлегендә ер үлсәү экспедицияһында ҡатнаша. 1749 йылда Калпеппер графлығының ер үлсәүсеһе вазифаһына тәғәйенләнә. Шул йылдарҙа ағаһы Лоуренс аша Вашингтон Огайо компанияһы – Огайо йылғаһы ярҙарында төҙөлөш алып барыусы компания менән ҡыҙыҡһына башлай – ағаһы был компанияның акционеры булып тора. 1752 йылдың июнендә Лоуренс туберкулез менән ауырып, үлеп китә. Джорджҡа уның милегенең өлөшө, шул иҫәптән Александрия ҡалаһы янындағы Маунт-Вернон өйәҙе, Лоуренстың колония адъютанты булараҡ үтәгән бурыстарының ҡайһы берҙәре күсә. 1753 йылда Вирджиния губернаторы Роберт Динуидди Вашингтонға Форт-ле-Бефҡа (хәҙерге Уотерфорд, Пенсильвания штаты) британдарҙың француздарға ультиматумын илтергә бойора. Был хат француздарҙың Огайо йылғаһы янындағы британ ерҙәрендә төҙөлөштө туҡтатырға тейешлеге тураһында киҫәтә. Вашингтондың был хәүефле сәйәхәте ун бер аҙна дауам итә. Артабан был ультиматум ике колониаль көс араһында ыҙғыш башланыуға сәбәпсе була. Француздар һәм индеецтар менән һуғыш. Джордж Вашингтондың хәрби кейемдәге иң беренсе билдәле рәсеме 1754 йылда, Динуидди Вашингтонды подполковник итеп билдәләй һәм француздарҙың Огайо йылғаһы буйында Дюкен фортын төҙөүенә ҡаршы тиҙ арала йыйылған экспедидияның етәксеһе итеп ҡуя. Вашингтон үҙенең төркөмө менән француз фортына табан юл ала, юлында француз командиры Жозеф Кулон де Жюмонвиль етәкселек иткән 30 кешелек төркөмгә тап була һәм уға һөжүм итә. Француздар тиҙ арала бирелә, әммә Вашингтондың кешеләрен ярҙамға килгән күпкә ҙурыраҡ француз төркөмө ҡамап ала. Әсирлеккә эләккән Вашингтонды Жюмонвилде үлтереүен таныуы тураһында ҡағыҙға ҡул ҡуйырға күндереп, ебәрәләр. 1755 йылда Вашингтон уңышһыҙ тамамланған Мононгахила экспедицияһында британ генералы Эдуард Брэддоктың ярҙамсыһы рәүешендә ҡатнаша. Был экспедиция Огайоны яулап алыуға британдарҙың төп ынтылышы була. Брэддок еңеүенә шул тиклем ышана, һалдаттарына ул парадҡа барған һымаҡ марш һәм йырҙар менән барырға бойора. Вирждиния һәм инглиз йыйылма ғәскәре күпләп ҡырыла, Брэддок бәрелеш ваҡытында алған ауыр яраһынан сигенеү ваҡытында һәләк була. Вашингтон иһә Мононгахила геройы булараҡ танылыу ала – ул һанаулы ғына ҡалған офицерҙар менән бер рәттән, сигенергә мәжбүр булған ғәскәрҙең ҡалдығын туплай. Был ваҡиғанан һуң Вашингтонға полковник дәрәжәһе бирелә. 1758 йылда Вашингтон генерал Форбс экспедицияһында ҡатнаша. Был экспедиция француздарҙың Дюкен фортын ҡалдырыуға килтерә, һәм британдар уның урынында Питтсбург ҡалаһын нигеҙләй. Ошо уҡ йылда Вашингтон үҙенең хәрби карьераһын ҡалдыра, киләһе ун алты йылын ул Вирджинияла плантатор һәм сәйәсмән булып үткәрә. Һуғыштар араһында. Вашингтонды Аҡ йорт имениеһында йәшәүсе тол ҡатын Марта Дендридж Кастис менән, Джордж француздар һәм индеецтар менән һуғыштан ҡайтҡас, Мартаның дуҫтары таныштыра. Тәүге күрешеүҙәренән һуң өс аҙна үткәс, Джордж уға өйләнешергә тәҡдим итә. 1759 йылдың 6 ғинуарында Джордж менән Марта, икеһе лә 27 йәшлек сағында, Мартаның өйөндә - Аҡ йортта өйләнешә, был йорт артабан президент йортона исем бирә. Яңы тыуған ғаилә Маунт-Вернонға күсенә, Джордж плантатор эшенә тотона, сәйәсәткә ылыға. Джордж һәм Мартаның уртаҡ балалары булмай, әммә ул Мартаның тәүге никахынан ике балаһын яратып тәрбиәләй. Вашингтондың бай ҡатынға өйләнеүе уның йәмғиәттә бейегерәк урын биләүенә булышлыҡ итә, Джордж Вашингтон Вирджинияның иң бай кешеһенә әйләнә. Ул ауыл хужалығы эшенә әүҙем тотона, йыш ҡына ерҙәр һатып алып, үҙенең плантацияларын киңәйтә. 1758 йылдың башында ул француздар һәм индеецтар менән һуғыш ветераны һәм бай плантатор булараҡ, Вирджиния Закондар сығарыу палатаһына һайлана. 1760 – 1774 йылдарҙа ул Фэйрфакс графлығы судьяһы вазифаһын биләй. Вашингтон колония режимына ҡаршы күтәрелгән хәрәкәткә 1769 йылда алдынғылар рәтендә ҡушыла – ул дуҫы Джордж Мейсон башлаған инглиз тауарҙарына бойкот ойоштороуҙа ҡатнаша. Был бойкот колонияға килтерелгән күп тауарҙарға яңы һалымдар ҡаралған Тауншенд закондарына ҡаршы башлана. Һөҙөмтәлә, 1770 йылда инглиз парламенты был закондарҙы юҡ итә. 1774 йылдың июлендә ул Фэйрфакс графлығы йыйылышына рәйес итеп һайлана, Фэйрфакс графлығы закондар йыйынтығы төҙөүҙә ҡатнаша. Был ултырыш һөҙөмтәһендә артабан Континенталь конгресс ойошторола. Беренсе Континенталь конгресҡа Вашингтон делегат итеп һайлана. Америка революцияһы. 1775 йылдың апрелендә Икенсе Континенталь конгресс йыйылыу мәленә Америка колонистары һәм британ көстәре араһында бәрелештәр йышая. Вашингтон был йыйылышҡа, һуғышҡа әҙерлеген аңлатып, хәрби кейемдә килә. Конгресс 1775 йылдың 14 июнендә Континенталь ғәскәр булдыра. Вашингтондан башҡа ғәскәр башлығы роленә дәғүә итерлек башҡа бер кем дә булмай, хәрби тәжрибәһе, һүҙенең өҫтөнлөгө, патриот булараҡ яулаған даны һөҙөмтәһендә, ул Конгресс тарафынан бер тауыштан Контитенталь ғәскәр етәксеһе итеп һайлана, Вашингтонға генерал-майор дәрәжәһе бирелә. 1775 йылдың июлендә революцион ғәскәр британ көстәре урынлашҡан Бостонды ҡамауҙа тота. Вашингтон ғәcкәре янына килеп еткәс, көкөрт етмәгәнлеген аңлап ҡала. Вашингтон инглиз форттарына һөжүм итеп, инглиз ҡоралдары менән ғәскәрен тәьмин итә. 1776 йылдың мартына британ ғәскәре Бостонды ҡалдырырға мәжбүр була. Вашингтон ғәскәрен Нью-Йоркҡа табан алып китә. 1776 йылдың авгусында британ генералы Уильям Хоу Нью-Йоркҡа көслө һөжүм башлай. Вашингтондың ғәскәре, британ көстәре менән бер нисә уңышһыҙ бәрелештән һуң, Нью-Йорктан Нью-Джерси аша сигенергә мәжбүр була. Континенталь ғәскәрҙең киләсәге шик аҫтында ҡала. 1776 йылдың 25 декабре төнөндә Вашингтон контратакаға күтәрелеп, Америка ғәскәрен Делавэр йылғаһы аша алып сыға, Трентонда меңгә яҡын гессен һалдаттарын (ялланып һуғышыусы немец һалдаттары) әсир итә. Был уңышын ул Принстон яуындағы еңеүе менән нығыта. Был ҡыш яуланған еңеүҙәр ғәскәрҙең ышанысын арттыра, Вашингтондың ғәскәр башлығы булараҡ даны арта, был революцион ғәскәр сафына йәштәр ылығыуына килтерә. 1777 йылдың 11 сентябрендә Брэндивайн яуында британ ғәскәрҙәре Вашингтондың ғәскәрен ҡыйратып, 36 сентябрҙә ҡаршылыҡһыҙ Филадельфияны ала. Октябрҙең башында Вашингтон ғәскәре Джермантаундағы британ гарнизонына уңышһыҙ хөжүм итә. Был ваҡытта генерал Бургойн етәкселеге аҫтындағы британ ғәскәре Саратога ҡалаһы янында тулыһынса Г.Гейтс етәкәгән америка ғәскәренең әсирлегенә эләгә. Бургойндың еңелеүе американдарҙың француздар менән хәрби килешеү төҙөүенә булышлыҡ итә. Шулай итеп, революцион күтәрелеү донъя кимәлендәге һуғышҡа әйләнә. 1777 йылдың декабрендә Вашингтон ғәскәре Вэлли-Форджта урынлаша һәм киләһе алты айҙы бында үткәрә. Ҡыш эсендә ғәскәрҙең байтаҡ өлөшө һалҡындан, аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан үлә. Шулай ҙа яҙ ғәскәр яңы көс менән ҡышҡы лагеренән ҡуҙғала. 1778 йылда генерал Г. Клинтон етәкләгән инглиз ғәскәре Филадельфияны ҡалдырып, төп көсөн Нью-Йоркта туплай. Американдарҙың һәм француздарҙың берләшкән ғәскәре британ ғәскәрен Вирджинияға ҡыҫырыҡлағас, 1781 йылдың 19 октябрендә Йорктаунда тәүгеләрҙең еңеүе һуғышҡа нөктә ҡуя. Шулай итеп, һуғыштағы уңыштары менән билдәле Вашингтон, еңеүе алдынан күп еңелеүҙәргә дусар була. 1783 йылдың мартында оҙаҡ ваҡыт түләүһеҙ һуғышҡан Континенталь ғәскәр офицерҙары Конгрессҡа ҡаршы берләшә, - улар Вашингтондың Конгресты тарҡатып, хакимлыҡты үҙ ҡулына алыуын теләй. Әммә Вашингтон, үҙенең йоғонтоһо ярҙамында ғәскәрҙә тәртип урынлаштыра. Ошо йылдың сентябрендә төҙөлгән Париж килешеүе Ҡушма Штаттарҙың үҙаллылығын таный. 25 ноябрҙә британ ғәскәре Нью-Йоркты ҡалдыра, яңы хөкүмәт етәкселекте үҙ ҡулына ала. 4 декабрҙә Фраунсис тавернаһында Вашингтон яуҙаш дуҫтары менән хушлашып, 1783 йылдың 23 декабрендә ғәскәр башлығы вазифаһын ҡалдыра. Артабан 13 штаттан торған яңы дәүләт Конфедерация статьялалаhы тип аталған тәүге дөйөм закондар йыйынтығын ҡабул итә. Вашингтон Маунт-Вернонға ҡайта, әммә уның тыныс тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай. 1787 йылдың йәйендә Филадельфияла үткәрелгән Конституцион йыйылышҡа саҡырыла һәм йыйылыштың рәйесе итеп һайлана. Был йыйылышта Америка Ҡушма Штаттарының Конституцияһы төҙөлә. Конституцияны бөтә 13 штат та ҡабул итә. Президент вазифаһында. 1789 йылда һайлаусылар коллегияһы Вашингтонды бер тауыштан президент вазифаһына һайлай. 1789 йылдың 30 апрелендә Нью-Йорктың Федерал-холлында ул президент антын бирә, шулай итеп, Вашингтон Америка Ҡушма Штаттарының беренсе президенты вазифаһына аяҡ баҫа. Джон Адамс вице-президент вазифаһына һайлана. Конгресс президенттың эш хаҡын 25000 доллар күләмендә билдәләй – был ул ваҡыт өсөн байтаҡ ҙур сумма була. Был ваҡытта унһыҙ ҙа бай булған Вашингтон был сумманан баш тарта, әммә Конгресс өгөтө менән ризалаша. 1792 йылда һайлаусылар коллегияһы Вашингтонды ҡайтанан бер тауыштан президент вазифаһына һайлай. Өсөнсө тапҡырға Вашингтон был вазифанан баш тарта һәм Конституцияға президент вазифаһына ике тапҡырҙан артыҡ һайланыуҙы сикләүсе төҙәтмә керетә. Эске үҙгәрештәр. Вашингтон тәүге президент булараҡ, президент вазифаһының йөкләмәләрен, яуаплылығын билдәләүсе булып тора. Ул Конституцияға ярашлы демократик ил булдырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуя. Вашингтон үҙе бер фирҡәгә лә кермәй һәм төрлө фирҡәләр барлыҡҡа килеүе үҙ-ара бәхәстәр тыуҙырып, илдең ныҡлығын ҡаҡшата, тигән фекерҙә була. Әммә ваҡыт үтеү менән, президенттың яҡын кәңәшселәре араһында, фекерҙәр айырмалығы һөҙөмтәһендә, ике фракция барлыҡҡа килә. Финанстар министрлығы секретары Александр Гамильтон федералистар фирҡәһен, дәүләт секретары Томас Джефферсон республиканецтар фирҡәһен булдыра. Гамильтон илдең финанс үҫешен яйға һалыу өсөн милли банк булдырыуҙы, дәүләт бурыстарын хеҙмәтләндереүҙе, дөйөм милли аҡса системаһын булдырыуҙы һәм башҡа финанс үҙгәртеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡан программа тәкдим итә. Вашингтон иһә был программаны хуплап, уны тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итә. Ғөмүмән, Вашингтон федералистар фирҡәһен күп һорауҙарҙа яҡлап сыға. 1791 йылда Конгресс иҫерткес эсемлектәр яһап һатыусыларға өҫтәмә һалым керетә, был фермер хужалыҡтарында, бигерәк тә Пенсильванияла, ҡаршылыҡтарға килтерә. Артабан был ҡаршылыҡ олоғайып, "Виски ихтилалы" тип исемләнгән ихтилалға әүерелә. Федераль ғәскәр ҡаршылыҡты туҡтатыр өсөн бигерәк бәләкәй була, һәм Вашингтон 1792 йылда Пенсильвания, Вирджиния һәм бүтән штаттарҙан йыйылма халыҡ ғәскәре булдырып, үҙ етәкселеге аҫтында ҡаршылыҡ тоҡанған райондарға алып бара. Эш баш күтәреүселәр менән асыҡ бәрелешкә тиклем барып етмәй, әммә яңы хөкүмәт ошо ваҡиғала үҙенең көслөлөгөн, дәүләт ныҡлығын һаҡлып ҡалыр өсөн ҡоралға тотона алыуын иҫбат итә. Тышҡы сәйәсәте. Был ваҡытта Франция һәм Англия һуғыш хәлендә була. Вашингтон Европала барған үҙ-ара бәхәстәргә ҡыҫылмауҙы хуп күрә. Гамильтон һәм Вашингтон Британия менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, ҡайтанан һуғыш тоҡаныу хәүефен булдырмау өсөн Джей килешеүе тип исемләнгән килешеү әҙерләй. Франция яҡлы Джефферсон фирҡәһе ағзалары килешеүгә ҡырҡа ҡаршы тора. Шулай ҙа Вашингтон менән Гамильтон, Вашингтондың хуплауы йоғонтоһо менән, Сенаттың килешеүҙе ҡабул итеүенә өлгәшә. 1794 йылдың 19 ноябрендә юғары судъя Джон Джей килешеүгә ҡул ҡуя. Һөҙөмтәлә, революцияға тиклемге бәхәсле һорауҙарҙың күбеһе хәл ителә, Канада – Ҡушма Штаттар сиге билдәләнә, иң мөһиме – килешеү Британия менән яңы һуғыш башланыу мөмкинлеген юҡ итә һәм ике ил араһында сауҙа итеү үҫешә. Әммә был Францияның ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерә һәм ил эсендәге сәйәси бәхәстәрҙең төп сәбәбе булып тора. Хушлашыу хаты. 1796 йылда Вашгингтондың Америка халҡына хушлашыу мөрәжәғәте баҫылып сыға. Был Американың артабанғы сәйәсәтенә иң ҙур йоғонто яһаусы баҫма була. Вашингтон был мөрәжәғәтте йыл башынан Гамильтон ярҙамы менән әҙерләй. Унда Вашингтон милли берҙәмлектең, Конституцияның, закондар үтәлеүенең мөһимлеген әйтеп үтә, сәйәси фирҡәләрҙең дәүләт ныҡлығын ҡаҡшатыуын һыҙыҡ аҫтына ала. Вашингтон үҙенең мөрәжәғәтендә Американың эске сәйәсәтенә сит илдәр ҡыҫылыуына, Американың Европала барған ыҙғыштарға йәлеп ителеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәклеге хаҡында киҫәтә. Ул бөтә илдәр менән татыулыҡта йәшәп, улар менән сауҙа үҫтереүҙе хуплай, әммә Европа һуғыштарынан, ҡайһылыр илдең яғын алыуҙан ситтә тороу кәрәклеген әйтеп үтә. Хаҡлы ялға сығыуы һәм үлеме. 1797 йылдың мартында, президент вазифаһынан киткәндән һуң, Вашингтон ҡатыны Марта менән Маунт-Вернонға ҡайта һәм күп ваҡытын фермер хужалығына бағышлай. 1798 йылдың 13 июлендә, Франция менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшкәс, Джон Адамс Вашингтонға генерал-лейтенант дәрәжәһе биреп, уны ғәскәр башлығы итеп билдәләй. Был вазифала ул көтөлмәгән осраҡтарҙа ҡулланырлыҡ Ваҡытлы ғәскәр булдырыуҙа ҡатнаша, әммә үҙе бер яу ҙа үткәрмәй. 1799 йылдың 12 декабрендә ҡарлы, борсаҡлы һалҡын ямғыр аҫтында Вашингтон һыбай фермаһын тикшереп бер нисә сәғәт үткәрә. Киске аш ваҡытында һыуланған кейемен алыштырмайса өҫтәл артына ултыра. Икенсе көн иртән тәне янып уяна, артабан ауырыуы пневмонияға әйләнә. 1799 йылдың 14 декабрендә, 67 йәшендә ул үлеп китә. Ҡатыны Марта Вашингтон уның үлеменән һуң бер-береһе араһындағы хаттарҙы яндыра, хаттарҙын өсөһө генә һаҡланып ҡала. Вашингтон Маунт-Вернонда ерләнә. Уның үлеменән һуң Америка ғәскәре һалдаттары алты ай дауамында ҡулдарына ҡара лента бәйләп йөрөтә, Наполеон Бонапарт Францияла ун көнлөк траур иғлан итә. 1976 йылдың 19 ғинуарында, Ҡушма Штаттарҙың ике йөҙ йыллығында Джорж Вашингтонға Конресс палаталары тарафынан Ҡушма Штаттар Армияһы генералы дәрәжәһе бирелә. Әлеге көндә Вашингтондың һүрәте йыш ҡына Ҡушма Штаттарҙың символы булараҡ ҡулланыла. Уның хөрмәтенә Американың башҡалаһында ҙур һәйкәл ҡуйыла, штат, уҡыу йорттары, ер-һыу, Америка ҡалаларының төп урамдары, башҡаланың үҙе лә тәүге президент исемен йөрөтә. Букварь для башкиръ. Урыҫ хәрефтәренә нигеҙләнеп төҙөлгән беренсе әлифба 1892 йылды Ырымбур ҡалаһында баҫтырып сығарыла. Ошо әлифбаға нигеҙләнеп төҙөлгән икенсе әлифба 1907 йылда Ҡазанда баҫтырыла. Шул әлифбаға нигеҙ һалыусыларзың береһе— урыҫ педагогы һәм мәғрифәтсеһе Василий Владимирович Катаринский булған. В. В. Катаринский 1846 йылдың 1 мартында тыуған. Урта һәм юғары белемде Ҡазанда, тәүҙә рухани семинарияла, аҙаҡ рухани академияла ала. 1872—1875 йылдарҙа В. В. Катаринский Чебоксар рухани училищеһының күҙәтеүсеһе вазифаһын башҡара. башҡорт, ҡаҙаҡ телдәрен өйрәнә башлай. 1874 йылда Ырымбур уҡыу округы ойошторола. Уға Ырымбур, Пермь, Өфө губерналары, Уральск һәм Турғай өлкәләре берләштерелә. Округҡа 24 өйәҙ мәктәбе ҡараған. 1875 йылда В. В. Катаринский округтың башҡорт, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ мәктәптәренең инспекторы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 27 йыл башҡара. Ул ҡәрҙәш телдәрҙе ныҡлап өйрәнә, был халыҡтарҙың оло абруйын ҡаҙана. В. В. Катаринский талантлы йәштәрҙе үҙ тирәһенә туплай, А. Бессонов, И. Алтынсарин, М. Ҡыуатов, Л. Әбделғәзизов кеүек йәштәрҙең ижади үҫеүенә булышлыҡ итә. XIX быуаттың икенсе яртыһында күп урында рус-башҡорт, рус-татар, рус-ҡаҙаҡ мәктәптәре асыла. Был мәктәптәр өсөн В. В. Катаринский әлифбалар төҙөргә хыяллана. 1892 һәм 1898 йылдарҙа уның «Букварь для башкиръ», 1893 йылда «Краткий русско-башкирский словарь» тигән китаптары баҫылыа сыға. Ҡарағыҙ. Башҡорт әлифбаһы Бәрәңге. Картуф (шулай уҡ бәрәңге,) — күп йыллыҡ, тамырындағы бүлбеләренән (бәрәңгеләренән) үҫә тоған культуралы үҫемлек. Сәскә атҡан бәрәңге Үҫемлектең тарихы. a>) ағыулыБыл үҫемлекте Көньяҡ Америка индеецтары бынан ун дурт мең йыл элек уҡ белгәндәр. 1565 йылда ул Испанияға килтерәләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары уны Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә «икенсе икмәгебеҙ» Германияла, Италияля, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Шулай за яңы, ят культура үҙенә юлды тиҙ генә таба алмай әле. Ҡатын-ҡыҙҙар уның сәскәһен биҙәнеү өсөн сәстәренә ҡаҙаған. Күп кенә илдәрҙә уны «шайтан алмаһы» тип тә йөрөткәндәр. Уны үҫтереү гонаһ тип һаналған. Францияла аптекарь Пармантье «ер алмаһы»н үҫтереүгә күп көс һала. 1785 йылдың авгусында ул Людовик ХVI-ға картуфтың сәскә аткан һабағынан яһалған гөлләмәне һәм бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итә. Картуфты шул ук көндө бешереп, королдең өҫтәленә ҡуялар. Шул мәлдән инде был ризыҡҡа ҡараш үҙгәрә. Ул табындарҙа ныҡлы урын ала. Рәсәйҙә картуф үҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ картуф ебәрә. Әммә Петр I заманында картуф киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән картуф һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Рәсәйҙә картуф тиҙ генә таралмай, халыҡ картуфтың алмаһын ашап күпләп ағыулана. Картуфты үҫтереү. Картуфты үҫтереү өсөн шытып сыҡҡан бүлбеләрен ер 18-20 градусҡаса йылынғас ултырталар. Шытҡыларҙан оҙон аҡ тамыр үҫеп сыға, аҡ тамырҙың осонда яңы бүлбеләр барлыҡҡа килә. Селекционерҙар картуфты үҫтереү өсөн картуф алмаһының емешен файҙалана. Картуфтан әҙерләнгән ризыҡтар. Хәҙер халыҡ уны «икенсе икмәк» тип йөрөтә. Картуфтан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин. Картуфтың ҡоротҡостары. Картуфтың иң ҡурҡыныс ҡоротҡостары булып колорадо ҡуңғыҙы һанала. Ул картуфтың йәшел япрағын һәм бәрәңгеһен ашай. Шулай уҡ киң таралған вирус ауырыуы — фитофтороз. Был ваҡытта картуфтың һабағы ҡарайып кибә. Эремсек. Эремсек — әсегән һөттән әҙерләнгән һөт ризығы. Эремсекте әҙерләү өсөн һөт ҡайнап етер алдынан бер аҙ ҡатыҡ өҫтәйҙәр. Ҡайнаған ваҡытта һөт эреп эремсеккә әйләнә. Эрегән һөт һыуынғас, һөҙгөс аша һыуҙан айыралар. Бер литр һөттән 250 грамм самаһы эремсек сыға. 280px Эрекмсекте яңы һөттән генә түгел, әсегән һөттән дә, иҫкергән ҡатыҡтан да яһарға була. Был саҡта эретәһе аҙыҡҡты ҡайнатырға ҡуйып эрегәнен көтәләр. Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы. Басир Дәүләтбай улы Мәһәҙиев — билдәле геолог. Ул 1933 йылдың 15 февралендә БАССР-ҙың Ейәнсура районы Абҙан ауылында тыуған. 1956 йылда Мәскәүҙә М.И. Калинин исемендәге төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлай. 1956 — 1978 йылдарҙа Силәбе һәмСвердловск өлкәkәрендә, Әбйәлил районында геология-разведка партияларында, Өфөлә тематик партия геологы, өлкән геологы, партия начальнигы, 1978 — 1992 йылдарҙа "Башкиргеология" берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, баш геологы булып эшләй. 1992 — 1997 йылдарҙа Башҡортостандың Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе була. Басир Мәһәҙиев Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу елкәһендәге закондар системаһын әҙерләү, дәүләт сәйәсәтен булдырыу һәм камиллаштырыу эшенә тос өлөш индерә. 100-гә якын ғилми хеҙмәт авторы. Тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға "Башҡортостандың аткаҙанған геологы" тигән маҡтаулы исем бирелә. 1980 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты була, 1986 йылда Халыҡтар Дуҫлығы ордены менән наградлана. Йәшен ташы. «Йәшен ташы» — Башҡортостандың Белорет районы Ассы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң як ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәре. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң — йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәй. Кешеләр һәм көтөүҙә йөрөгән малдар яңылыш теймәһен өсөн, таштар кәртәләп алынған. XX быуаттың 70-се йылдарында профессор Г. Фахрушев был таштарҙы өйрәнергә була. Тау тоҡомдары балсыҡлы эзбизтан торған мергель булып сыға. Таштарҙың тәбиғи булмаған көсө тураһындағы «уйҙырма»ны шунда уҡ алып ташлай һәм был феноменға үҙенең аңлатмаһын бирә: «Был урын йәшен болоттарын үҙенә тартып тора. Юрмаш йылғаһы буйында ҙур тау массивтары урынлашҡан. Ул тауҙарҙың башында — таштары ҡойолоп ятҡан яланғас түбәләр. Шулай уҡ был тирәлә Ер ҡабығы сатнаған урындар аша радиоактив газдар сыға. Радиоактив газдар һауаны ионлаштыра һәм йәшен болоттарын хасил итеүҙә булышлыҡ итә». Бындай асыштан һуң 20 йыл эсендә тәбиғәттең «асыуы»н килтерергә теләүсе туристар һаны ҡырҡа артты. Шуныһы ҡыҙыҡ, «Батый яуы»нан һуң был тирәлә йәшен атыу осрағы ла бермә-бер күбәйҙе. Ләкин метеорологтар был күренеште сираттағы ҡояш әүҙемлегенә бәйләй. Ҡарағыҙ. Йәй ташы Ырымбур. Ырымбур () — Рәсәйҙә Көньяк Уралдағы ҡала. Ырымбур өлкәһенең административ үҙәге. Тарихы. 1735 йылда Ырымбур экспедицияһы нигеҙендә Ур йылғаһының тамағында Ырымбур тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға. 1742 йылда тәүге урынынан 300 км алыҫ төбәктә, Яйыҡ йылғаһы буйында, хәҙерге Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалына. Ур тамағындағы Ырымбур ҡәлғәһенең исеме бында күсеп килә. Бороңғо урындағы ҡалған ҡәлғәне Орск тип атайҙар. Шулай итеп, Ырымбур атамаһы Ур йылғаһының исеменән һәм немецсә «бург» (ҡала) һүҙенән алынған. Яйыҡ йылғаһы аша күпер (Ырымбур) Йәһүд теле. Йәһүд теле, — йәһүд халҡының милли теле; Израилдә рәсми тел. Алфавит. Йәһүд алфавиты — ул йәһүд теленең һәм йәһүд диаспора телдәренең яҙылышы. Некудот. Некудот () тамғалары һуҙынҡы өндәрҙе билдәләр өсөн ҡулланыла. Хатафтар. Хатафтар, боронғо телдә бик ҡыҫҡа һуҙынҡы өндәрҙе яҙыу өсөн ҡулланылған. Миңлеғәле Шайморатов. Миңлеғәле Минһаж (Минһажетдин) улы Шайморатов (1899-1943) - генерал-майор, Башҡортостандың халыҡ геройы, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, атаҡлы 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. М. М. Шайморатов 1899 йылдың 15 (27) авгусында элекке Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы) Биштәкә ауылында батрак ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. (Был ауыл хәҙер Шайморатов ауылы тип атала.) 1918 йылда Белореттан сығып Архангелгә килеп еткән В. К. Блюхерҙың Көньяҡ Урал партизандар армияһына барып ҡушыла. Аҙаҡтан, Төркөстан фронтының 1-се армияһы составындағы 1-се Айырым башҡорт-татар кавалерия бригадаһы сафында һуғыша, 1920 йылдың июнь баштарында Көньяҡ-Көнбайыш фронттың 12-се армияһында Польшаға ҡаршы, Ростов өлкәһен Врангель армияһынан азат итеүҙә С. М. Буденныйҙың 1-се атлы армияла ҡатнаша, Ҡырым һәм Кавказ фронттарҙа. 1924—1931 йылдарҙа Мәскәүҙә ВЦИК эргәһендәге Юғары дөйөм ғәскәри училищены, һәм 1934 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия алтын миҙал менән тамамлай. 1934—1935 йылдарҙа Төркиәлә, 1936—1940 йылдарҙа Ҡытайҙа хәрби атташе, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтта. 1941 йылдың авгусында ул үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла 1941 йылда республика хеҙмәтсәндәре иҫәбенә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы ойошторола. Декабрь урталарында фронттан полковник М. М. Шайморатов ҡайтып төшә һәм ойошторолоп ятҡан дивизияны ҡабул итеп ала. 1943 йылдың 23 февралендә, дошман тылындағы оҙайлы рейдтан һуң фронт һыҙығы аша сыҡҡан ваҡыттағы тиңһеҙ һуғыштарҙа Башҡортостан баһадир улы гвардия генерал-майоры М. М. Шайморатов Ворошиловград өлкәһе Ивановка районының Штеревка утары янында батырҙарса һәләк була. Матвиенко, Валентина Иван ҡыҙы. Валентина Иван ҡыҙы Матвиенко () — Санкт-Петербург ҡала хакимиәте башлығы. Тыуған көнө — 7 Апрель (Алағарай), 1949 йыл. Йәһүд алфавиты. Йәһүд әлифбаһы ул йәһүд теленең һәм йәһүд диаспора телдәренең яҙылышы. Некудот. Некудот () тамғалары һуҙынҡы өндәрҙе билдәләр өсөн ҡулланыла. Хатафтар. Хатафтар, () ҡыҫҡа һуҙынҡы өндәрҙе билдәләү өсөн ҡулланыла. Татарстан Республикаһы. Татарстан - Рәсәй Федерацияһы төбәге, үҙаллы демократик дәүләт. Иҙел буйы федераль округына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Киров,Ырымбур өлкәләре, Һамар өлкәһе, Сембер өлкәһе, Сыуаш, Башҡортостан һәм Удмуртия республикалары менән сиктәш. Татарстан (Татария) Рәсәй Федерацияһының үҙәгендә Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә, ике ҙур йылға – Волга һәм Кама ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Республиканыњ дөйөм майҙаны - 67836,2 квадрат километр. 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Татарстанда 3 миллион 776 мең 265 кеше йәшәй, шуларҙын 14 мең 901-е башҡорт милләтенән. Сәнәғәт. Татарстан – Рәсәйҙеге иҡтисади ятан яҡшы үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Татарстан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Башҡортостан Республикаһы, Ленинград, Свердловск һәм Ярославль өлкәлєре менән бер рәттән иң алдынғылар төркомөндә килә. Татарстан сәнәғәте башлыса яғыулыҡ һәм нефть химияһы тармаҡтары, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе (ауыр йөк ташыусы машиналар, вертолеттар, самолеттар ћєм авиадвигателдєр, компрессорҙар, йылға һәм диңгеҙ суднолары, автомобилдәр) машина эшләү предприятиеларынан тора. Республикала йылына 32 миллион тоннаға яҡын нефть сығарыла. Электр һәм радио приборҙары эшләү сәнәғәте лә яҡшы үҫешкєн. Ресәйҙә етештерелгән тракторҙарҙың - 24, ә ауыр йөк машиналарының 17,5 % Татарстанда сығарыла. Рәсәйҙә етештерелгєн полиэтилен, синтетик каучук һәм автошиналар күләменең өстән бер өлөшөн тап ошо төбәк сәнәғәте етештерә. Өҫтөнлөклө тармаҡтарҙың береһе булған агросәнәғәт комплексы ныҡ үҫешкән. Рәсәйҙәге ауыл хужалығы ерҙәренең 2,1 % биләгән республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменең 4,7 % етештерә. Республиканың иҡтисади нигеҙен сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Медведев Дмитрий Анатолий улы. Дмитрий Анатолий улы Медведев () — Рәсәйҙең өсөнсө президенты. 1965 йылдың 14 Сентябрь (Һарысай) көнөндә тыуған. Путин, Владимир Владимир улы. Владимир Владимир улы Путин () — Рәсәй Хөкүмәт председателе. Тыуған көнө — 7 Октябрь (Ҡарасай), 1952 йыл. Михаил Горбачёв. Михаил Сергеевич Горбачёв () — Советтар Союзы Һуңғы етәксе. Тыуған көнө — 2 Март (Буранай) 1931 йыл. Стругацкий, Аркадий Натан улы. Аркадий Натан улы Стругацкий () — рус совет яҙыусыһы, сценарист, тәржемәсе. Хәҙерге заман фәнни һәм социаль фантастика классикаһы тип һаналған бер нисә тиҫтә әҫәр авторы. Ағаһы Борис Стругальский менән бергә ижад иткән. Тыуған көнө — 28 Август (Урағай) 1925 йыл, Вафат — 12 Октябрь (Ҡарасай) 1991 йыл. Йәһүҙилек. Йәһүҙилек ("шулай уҡ" иудаи́зм, иудейлыҡ; (— йәһүд халҡының дөйөм исеме,) — донъялағы өс монотеистик (бер аллаға ышаныусы) диндең иң боронғоһо; йәһүд халҡының дини, милли һәм әхлаҡи яҡтан донъяға ҡарашы. Шаббат. Шаббат, (йәһүд שׁ.ב.ת һүҙ тамырынан килә) - йәһүд ғороф-ғәҙәтендә аҙнаның иң бөйөк - етенсе көнө. Тора был көндә бар эштән тыйылып торорға күрһәтмә бирә. Бишкитап буйынса Алла был көндә кешене булдырған. Урыҫ телендә. "И совершил Бог к седьмому дню дела Свои, которые Он делал, и почил (ШаВаТ) в день седьмый от всех дел Своих, которые делал. И благословил Бог седьмой день, и освятил его, ибо в оный почил от всех дел Своих, которые Бог творил и созидал." Гиппократ. Гиппократ — (грекса Ἱπποκράτης, Hippokrates) боронғо грек табибы, фәлсәфәнән айырылып сыҡҡан медицинаға нигеҙ һалыусы. Биографияһы. Гиппократ беҙҙең эраға тиклем 460 — 370 йылдарҙа Кос утрауында тыуған. Уны медицинаға нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр. Гиппократтың 18 быуын нәҫеле ауырыуҙы дауалаусы булған. Медициналағы өлөшө. Гиппократ ғүмер буйы сәйәхәт итә. Меңләгән хеҙмәт яҙа, меңләгән кешене терелтә, шул ваҡыттарҙа уҡ ғәйәт ҡатмарлы операциялар эшләй. Ул ауырыуҙы түгел, кешене дауаларға кәрәклегенә баҫым яһай, кеше рухының иң хәл иткес көс икәнлеген аңлата, кешеләрҙе холоҡ-фиғелдәре буйынса дүрт төргә бүлеп, һәр бер төргә билдәләмә бирә (холерик, флегматик, сангвиник, меланхолик темпераментындағы кешеләр). Уның был билдәләмәһе хәҙер ҙә үҙ көсөндә. a>. Гиппократ ауырыуҙарҙы дауалауҙың дүрт нигеҙен билдәләй: беренсеһе — зыян килтермәҫкә, икенсеһе — ҡапма-ҡаршылыҡ ысулы менән дауаларға, өсөнсөһө — кешегә ауырыу менән көрәшергә ярҙам итергә, дүртенсеһе — ауырыу кешенең хәленә керергә, ҡыҙғанырға. a>дың Византия баҫмаһы өсөн һүрәте. Табиптың хеҙмәттәренең иң мөһиме — «Гиппократ анты»лыр, моғайын. Унда табиптарҙың ауырыуҙарға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында ярҙам итергә, сер һаҡларға, белемен һәм тәжрибәләрен башҡаларға ла өйрәтергә тейешлеге әйтелә. Хәҙер әлеге антты табиптарҙың һәр ҡайһыһы бирә. Улар биргән анттарына ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалырға тейеш. TV Asahi. TV Asahi (японса 株式会社 テレビ朝日 "[Kabushiki-gaisha Terebi Asahi]", "[Кабусики гайся тэрэби асахи]"), башҡа исемдәре: "EX", "Tele Asa" (японса テレ朝 "[Tere Asa]", "[Тэрэ аса]") — япон телекомпанияһы. Телекомпанияның үҙәге Японияның Токио ҡалаһында урынлашҡан. 10 шарт. 10 шарт, — йәһүдилектең һәм христианлыҡтың төп шарттары Умартасылыҡ. Умартасылыҡ — бал, балауыҙ һәм башҡа умартасылыҡ продукттарын алыу өсөн үҫтерелгән ауыл хужалығы тармағы. Күс тотоу өсөн умартасылар дүмәр умарта күтәрәләр Тарихы. Бал ҡорто хаҡындағы тәүге мәғлүмәттәр бик боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Палеонтология белгестәре, бал ҡорто бынан 50 миллион йыл элек барлыҡка килгән, тип раҫлай. Боронғо Египетта күсмә умартасылыҡ ныҡ үҫешкән булған. Боронғо заманда Греция менән Римдә балды тәңре тарафынан күктән төшөрөлгән илаһи ризыҡ тип иҫәпләгәндәр, уны кешенең аҡылын, зиһенен камиллаштырыусы, дәрт һәм илһам уятыусы сихри ниғмәт булараҡ ҡабул иткәндәр. Бал ҡортон изге йән эйәһе тип иҫәпләп, уның рәсемен мәмерйә таштарына, ҡаяларға, һауыт-һабаларға, ҡәбер таштарына сүкеп төшөрөр булғандар. Бынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән ҡорт һүрәттәре бөгөнгө көнгә тиклем һакланып ҡалған. Әүәлге заманда Египетта бал ҡорттары тоғролоҡ, ҡаһарманлыҡ символы булып һаналған, сөнки улар, ояларын дошмандан һаҡлағанда, үҙҙәрен һәр ваҡыт үлемесле алышҡа дусар иткән. Балдың шифаһы күптәнге замандарҙан уҡ билдәле. Мәҫәлән, Гиппократ ауырыуҙарҙы бал менән дауалаған. Сәләмәтлекте һаҡлау, ғумерҙе оҙайтыу өсөн уларға көн дә әҙләп бал ашарға тәҡдим иткән. Был кәңәште тотоусыларзың байтағы ғүмер буйы яфаланған ауырыуҙарынан ҡотолған һәм йәшәү өсөн өҫтәмә көс-ҡеүәт алыр булған. Балтик диңгеҙе. Балтик диңгеҙе — материк эсендә урынлашҡан диңгеҙ. Балтик диңгеҙе Европаның төньяғында урынлашҡан, Атлантик океан бассейнына керә. Утрауҙарҙы иҫәпләмәйсә диңгеҙ өҫтө майҙаны 415 мең км². Һыу күләме 21,5 мең км³. Балтик диңгеҙе Рәсәй, Эстония, Латвия, Литва, Польша, Алмания, Дания, Швеция һәм Финляндияның ярҙарын йыуа. Балтик диңгеҙенең эре ҡултыҡтары: Фин ҡултығы, Ботник ҡултығы, Рига ҡултығы, Курш ҡултығы. Эре утрауҙар: Готланд, Эланд, Борнхольм, Волин, Рюген, Аландия һәм Сааремаа. Балтик диңгеҙенә ҡойоусы эре йылғалар: Нева, Нарва, Көнбайыш Двина (Даугава), Неман, Преголя, Висла, Одер һәм Вента. Эре порттар: Вентспилс, Санкт-Петербург, Калининград, Балтийск, Клайпеда, Киль, Любек, Копенгаген, Гданьск, Щецин. Тора. То́ра (— "тора́", Ашкеназ телендә — То́йро) — Моисей закондары, христиан библияhының һәм йәһүд ҡануни китаптарының беренсе биш китабы. Бишкитап (), — "хамиша хумшей Тора" йәки "хумаш"),—йәһүд дини ҡанундары Танахтың беренсе өлөшөн тәшкил итә. a> уҡыу өсөн ҡуйылған Тора төргәге Ҡаҙылыҡ. Ҡаҙылыҡ (шулай уҡ ҡаҙы)— эсәк эсенә ваҡлап туралған ит тултырып эшләнгән колбаса, башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли ризығы. Ҡаҙылыҡ әҙерләү тәртибе. Ҡаҙылыҡ өсөн яңы һуйылған һимеҙ йылҡы йәки һыйыр ите яҡшы була. Сөнки яңы һуйылган иткә тоҙ һәм борос яҡшы һеңә һәм ул яҡшы тоҙлана. Ҡаҙылыҡ өсөн әҙерләнгән итте ваҡлап турайҙар. Тоҙ, борос һибеп эсәккә тултыралар. Йылҡы итенән. Һимеҙ йылҡы итен (түш тирәһендәге майлы ҡаҙылыҡ бигерәк тә һәйбәт була) һәм һум итен ваҡлап турайҙар. Туралған ит урман сәтләүеге ҙурлығында булырға тейеш. Уға тоҙ, борос һибеп, яҡшылап болғаталар ҙа биш-алты сәғәткә кәстрүлгә һалып, ябып торалар. Ошолай әҙерләнгән итте эсәктәргә тултырып, ҡояшлы йәки елле урынға элеп ҡуялар. Бындай ҡаҙылыҡ дүрт-биш айға тиклем яҡшы һаҡлана. Әҙер булғас, уны бешереп тә, шул көйө лә ашарға мөмкин. Ҡаҙылыҡҡа тигән иттең өстән бер өлөшө май булырға тейеш. Әгәр ит бынан да артыҡ майлы булһа, ҡаҙылыҡты тултырғас, артыҡ майы ағып сыҡһын өсөн бер нисә урындан сәнсеп тишергә кәрәк. Климат. Климат ((klimatos) — "бөгөлөү") — билдәле бер географик урын өсөн күп йыллыҡ һауа торошо тәртибе. Оҙаҡ йылдар күҙәтеп, уртаса төҙөлгән һауа торошо (йылылыҡ, дымлылыҡ, һауа баҫымы) климат тип атала. Һауа торошоноң утраса климаттан айырылыуы климаттың үҙгәреүен күрһәтмәй. Мәҫәлән, ҡыштың һылҡын килеүе климаттың һалҡынайыуын аңлатмай. Климаттың үҙгәреүен күҙәтер өсөн бер нисә тиҫтә йылға һуҙылған тикшеренеүҙәр кәрәк. Элекке СССР биләмәһендә 1956 йылда климаты өйрәнеүсе Б.П. Алисов биргән классификация йөрөй. Ер шары дүрт климат бүлкәттән тора: экваториаль, тропик, уртаса һәм поляр бүлкәт. Улар араһында субэкваториаль, субтропик һәм субполяр бүлкәттәр урынлаша. Башҡортостан уртаса континенталь климат бүлкәттә урынлашҡан, йәғни был ерҙәр өсөн һалҡын ҡыш (-40 градусҡа тиклем) һәм йылы, хатта еҫе йәй (+30 градусҡа тиклем) хас. Рамаҙан. Рамаҙан () йәки рамаза́н () — ислам календаре буйынса айҙың 9-сы айы. Шулай уҡ Рамаҙан — ураҙа айы. Рамаҙан айында ураҙа тотоу һижри йыл хисабы башланғандан һуң 17—18 ай үткәс, йәғни миләди 624 йылда индерелә. Рамаҙан айында мосолмандарҙың бурыстары. Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз. Ураҙа таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙан ғибәрәт. Белә-күрә әҙ генә булһа ла ризыҡ йотоу ураҙаны боҙа. Ундай осраҡта ураҙаны боҙған кешегә ҡаза һәм ҡәффәрәт тейеш. Ҡаза ул — көнөнә көн, ә ҡәффәрәт — бер көн ҡалған ураҙа өсөн 60 көн ураҙа тотоу. Әгәр уның ҡәффәрәткә көсө етмәһә, ул алтмыш фәҡирҙе бер көн, йәки бер фәҡирҙе алтмыш көн туйғансы ашатырға тейеш. Ауыҙ асҡанда яңылыш һыу йотолоп, ураҙа боҙолһа, ҡояш байығандыр тип уйлап ауыҙ асһаң, йәки ураҙа көслөк менән боҙолһа, ҡәффәрәт тейеш түгел. Изге Рамазан айының 26-сы көнөнән 27-һенә ҡарай төндә үтә торған байрам — Ҡәҙер кисе тип атала. Шәһәҙәт. Шәһәҙәт (ғәр. شهادة, — таныҡлыҡ) — исламдың биш шартының беренсеһе. Аллаһы Тәғәләнән башҡа тәңре юҡ икәненә һәм Мөхәммәт пәйғәмбәр уның илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ итеүҙе белдерә. Әйтелеше: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәд Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“. أشهد أن لا إله إلاَّ الله و أشهد أن محمد رسول الله Ирәндек айыуы. «Ирәндек айыуы» — Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында табылған 5 кг-лыҡ алтын киҫәге. right 1992 йылдың сентябрендә механизатор Радик Ишбулды улы Үтәғолов баҫыуҙа биш килограмм самаһы тартҡан алтын киҫәге табып ала. Алтын киҫәген трактор һабаны тупраҡ аҫтынан килтереп сығара. Тракторсы Радик был «таш киҫәге»н бер нисә көн трактор кабинаһында, майлы сепрәккә төрөп йөрөтә. Олораҡ кешеләргә күрһәтеп, алтын икәнен белгәc, дәүләткә тапшырырға була. Хәҙер ул алтын Өфөлә Милли музейҙа һаҡлана һәм Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй федерацияһының милли ҡаҙанышы булып һанала. Һәр алтын киҫәге ғәжәйеп тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала һәм үҙ хаҡына ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк баһалана, ҙурыраҡ булған һайын, уның хаҡы ла прогрессия буйынса арта бара. Ул фән өсөн дә бик ҡыҙыҡлы. Эре алтын киҫәктәренә ғәҙәттә исем бирелә. Был алтын киҫәгенә кемдер «Ирәндек айыуы» тигән исем биреп өлгөргән дә инде. Алтын киҫәгенең ауырлығы — 4 880,06 грамм. Ләкин уның 4,58 һәм 1,31 грамлыҡ ике өлөшөн кемдер «өҙөп» алған. Ярай әле улары ла иҫән һаҡланған. Формаһы менән ул табала бешкән ҙур ҡоймаҡты хәтерләтә. Оҙонлоғо — 31 см, киңлеге — 18,5 см, ҡалынлығы төрлөсә — ярты см-ҙан 1,5 см-ға етә. Спорт. Спорт — физик һәм интеллектуаль һәләтте үҫтереү һәм ярышта билдәләү өсөн йүнәлтелгән, билдәле ҡағиҙәләр буйынса үткәрелгән эшмәкәрлек. Физик сәләмәтлекте нығытыу, интеллектуаль кимәлде калиллаштырыу, мораль һәм матди килем алыу, матурлыҡҡа ынтылыу, рекорттар ҡуйыу, дан алыу, физик мөмкинлектәреңде үҫтереү өсөн кешеләр спорт менән шөғөлләнәләр. Ҡыҙылғанат. Ҡыҙылғанат — () () һаҙандар төркөмөнә ҡараған, йылыраҡ һыуҙы яратыусы йылға балығы. Европа һәм Урта Азияла киң таралған. Төньяҡ, Балтик, Ҡара, Каспий, Арал диңгеҙҙәренә ҡойған йылға-күлдәрҙә йәшәй. Башҡортостандың көньяҡ райондарында йышыраҡ осрай. Себерҙә осрамай. Яңы Зеландияла һәм Канадала урындағы балыҡтарҙы бөтөрөүсе зарарлы балыҡ тип иҫәпләйҙәр. Ҡыҙылғанат - матур балыҡ, ҡанаттары ҡып-ҡыҙыл, арҡаһы ҡара йәшел, эреләренең тәңкәләре һарғылтыраҡ төҫтә була. Был балыҡ бөжәктәр менән туйына. Оҙонлоғо 51 см-ға, ауырлығы 2 кг-дан артып китеүе мөмкин. Төйәләҫ (ауыл). Төйәләҫ - Башҡортостанда Төйәләҫ йылғаһы эргәһендәге ауыл. Сибай ҡалаһынан 14 км алыҫлыҡта ята. Ҡарабалыҡ. Ҡарабалыҡ — () () ҡылсыҡлы йылға балығы. Европаның йылға-күлдәрендә йыш осрай, Уралдын көнсығышҡа һирәгерәк осрай. Йәшәү ареалы Енисей, Байкалға тиклем барып етә. Ҡарабалыҡтың ҡалын кәүҙәһе тығыҙ ваҡ тәңкәләр менән ҡапланған. Арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы һәм ике яҡ ҡабырғаһы алтынһыу сағылышлы ҡарағусҡыл төҫтә. left Ҡарабалыҡ йылғаларҙа, ағым күлдәрҙә һәм төбөнә ләм ултырған мәтеле, ҡуйы үлән ҡатыш ҡамыш үҫкән быуаларҙа тереклек итә. Ҡарабалыҡ аҙыҡты ләмдән соҡсоноп таба — ул ҡыҙыл ҡорт, ямғыр һәм тиреҫ селәүсендәрен, төрлө бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтарын ашай. Май айында, быуаларҙа һыу ҡайтҡас, ҡарабалыҡҡа ҡармаҡ һалыу башлана. Йәй урталарында ул әллә ни ҡапмай, әммә август айында сиртеүе яҡшыра төшә. Ул ҡыҫала итенә, себен ҡортона арыу ҡаба. Әммә балыҡты алдатыу өсөн иң яҡшыһы — селәүсен. Ҡарабалыҡты, емде үлән араһындағы һыуға һалып, ярҙан тоталар. Был төр балыҡ һыуға ауған ботаҡ-сатаҡлы ағастар аҫтында ял итергә ярата. Ҡамыш, үлән баҫҡан күлдәрҙә һәм быуаларҙа кәмәнән ҡармаҡларга була. Бының өсөн һыу үҫемлектәре баҫмаған иркен урынды һайлайҙар. Бурыш. Бурыш — (,) һаҙандар төркөмөнә кергән йылға балығы. Бурышты «һалбыр ауыҙ» тип тә йөрөтәләр. Һырты һоро, йә иһә ҡарағусҡыл, туше менән ян-яҡтары аҡ төҫтә. Ҡойроҡ йөҙгөстәре буҙ, ҡарағусҡыл төҫтә. Ҡалған өлөштәре — һарғылт йә иһә ҡыҙғылтыраҡ төҫтә була. Бурыштың ауырлығы кәм тигәндә бер килограмға етә, оҙонлоғо 50 см. Тереклек итеүе. Фәҡәт тәрән һыу төбөндә йәшәй. Йылғалар тамағында, таҙа, ҡомло һәм таллы урындарҙа осрай. Яр ситенә бик яҡын килмәй. Ярҙан, шаршыларҙан файҙаланып та ҡармаҡларга була. Уның ыуылдырыҡ сәскән мәле май айына тура килә. Таҙа һыуҙа йөҙөргә ярата. Ҡояшлы көн оҙоно яҡшы сиртә. Уға селәүсен, себен һәм ҡыҙыл ҡортто ем итеп файҙаланалар. Бурышты шулай уҡ үҫемлек емдәргә лә ҡармаҡларға мөмкин. Галилео Галилей. Галилео Галилей (итал. "Galileo Galilei"; тулы исеме: Галилео ди Винченцо Бонайути де Галилей (итал. "Galileo di Vincenzo Bonaiuti de' Galilei"). 1564 йылдың 15 февралендә Пизала тыуған - 1642 йылдың 8 ғинуарында Арчетрила вафат булған) — Италия физигы, механигы, астрономы, фәйләсуфы һәм математигы. Үҙ ваҡытының фәнни үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Беренсе булып күк йөҙө есемдәрен күҙәтеү өсөн телескоп ҡулланған һәм бик мөһим астрономия асыштарын эшләгән. Үҙ хеҙмәттәрендә Аристотелдең метафизикаһынан баш тарта һәм экспериментлы физикаға нигеҙ һала. right Ул доньяның гелиоцентризм теорияһын яҡлай һәм шул сәбәпле католик сиркәү менән етди конфликта була. Бала сағы. Галилей 1564 йылда Италияла урынлашҡан Пиза ҡалаһында билдәле, әммә фәҡирләшкән композитор Винченцо Галилей (1520—1591) ғаиләһендә тыуа. Галилейҙың нәҫеле XIV быуаттан уҡ мәғлүм. Уның бер нисә тура ата-бабаһы Флорентий дәүләтенең етәкселәре булған; бер бабаһы — шулай уҡ "Галилео" исемле мәшһүр табиб, 1445 йылда хатта дәүләт башлығы булып һайлана. Винченцо Галилей һәм Джулия Амманнати ғаиләһендә алты бала була, бары тик дүрте генә өлкән йәшкә етә: Галилео (баш бала), Вирджиния һәм Ливия исемле ҡыҙҙар һәм кинйә малай Микеланджело. Микеланджело үҫкәс атаһы кеүек лютна өсөн яҙыусы мәшһүр композитор булып китә. Галилейҙың йәш сағы тураһында мәғлүмәт аҙ. Йәш саҡтан малай сәнғәткә тартыла. Ғүмер буйы ул музыканы һәм рәсемдәр төшөрөүҙе ярата. Башланғыс белемде Галилей яҡындағы Валломброза исемле монастырҙа ала. Ул бик ныҡ уҡырға ярата, синыфта иң яҡшы уҡыусылар араһында тора. Галилей христиан дине әһеле булырға теләгән, ләкин атаһы уға рөхсәт итмәй. 1581 йылда Галилей атаһының кәңәшен тыңлап, табиблыҡҡа өйрәнеү өсөн Пиза университетына килә. Студент булып өс йылдан кәмерәк уҡый, шул осорҙа уҡ боронғо фәлсәфәселәр һәм математиктар китаптары менән таныша, уҡытыусылар араһында еңелмәҫлек бәхәссе булып таныла. Шул ваҡытта рәсми тыйылған Коперник теорияһы менән таныша. Тиҙҙән атаһының финанс хәле насарая, улының уҡыуы өсөн түләй алмай. Галилейға бушлай уҡырға рөхсәт һорап ҡарай (һәләтле уҡыусыларға ундай ташламалар булған); үтенесе кире ҡағылып, Галилей ғилми дәрәжә алмайынса Флоренцияға ҡайтырға мәжбүр була. Бәхетенә, ул уйлап сығарыусыларҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Пиза профессорҙары араһында маркиз Гвидобальдо дель Монте уның һәләтен айырмалы рәүештә баһалай. Ул Архимед заманынан донъяла бындай даһи гений юҡ, тип иҫәпләй. Йәш кешенең ғәжәп һәләтенә һоҡлана, уның бағымсыһы була һәм герцог Фердинандтан түләүле ғилми вазифа урынына үтенес һорай. Тиҙҙән 1589 йылда Галилео Пиза университетына математика профессоры булып килә. 1591 йылда уның атаһы вафат була, һәм ғаиләне аҫрау бурысы Галилейға күсә. Беренсе сиратта ул кесе һеңлеһенең тәрбиәһен ҡайғыртырға тейеш була. 1592 йылда Галилей бай һәм абруйлы Падуя университетында дәрәжәле урын алып, астрономия, механика, математика фәндәрен уҡыта башлай. Падуя, 1592—1610. Падуяла торған осоро — Галилейҙың фәнни эшмәкәрлегендә иң юғары нөктәһе. Ул урындағы университетта билдәле профессор булып китә. Студенттар өйөрө менән уның лекцияларына йөрөйҙәр. Ғалим туҡтауһыҙ Венеция хөкүмәтенең төрлө техник ҡоролмалар эшләүгә йомошон үтәй. Ошо йылдарҙа «Механика» трактатын яҙа, был китап ҡыҙыҡһыныу уята һәм француз телендә баҫылып сыға. Есемдәрҙең ергә ирекле төшөүен һәм маятник хәрәкәте теорияһын яҙа. Голландияла күҙәтеү торбаһын уйлап сығарғандарын белгәс, үҙ ҡулдары менән телескоп эшләй һәм күккә төбәп ҡарай. Ул Айҙа тауҙар барлығын аса, Һөт юлы айырым йондоҙҙарҙан торғанын күрә. Юпитерҙың 4 юлдашы барлығын аса. Галилей телескопы (хәҙерге заман копияһы) Үҙенең тәүге асыштарын, 1610 йылда Флоренцияла сыҡҡан «Йондоҙҙар хәбәрсеһе» () китабында яҙа. Китап шаҡ ҡатырғыс уңышҡа эйә була, хатта тәхеттә ултырған заттар ҙа үҙҙәренә телескоп эшләтеп алалар. Бер нисә телескопты Галилей Флоренцияның сенатына бүләк итә, ихтирам йөҙөнән сенат Галилейҙы ғүмерлеккә профессор итеп тәғәйенләй. 1610 йылда Галилейҙың асыштарын Рим астрономы Клавиус раҫлай. Галилей билдәле ғалим булараҡ бөтә Европала абруй ҡаҙана. Асыштар менән ҡәнәғәтһеҙҙәр ҙә була. Ҡайһы бер астрологтар һәм врачтар яңы күк есемдәре «астрология өсөн хәүефле» һәм ғәҙәттәге астрологик алымдар нигеҙенән емереләсәк, тип иҫәпләй. Флоренция, 1610—1632. Герцог Козимо II һарайында Галилеоның бурыстары ауыр булмай — ул герцогтың улдарын уҡытырға һәм герцог үткәргән сараларҙа кәңәшсе һәм вәкил булып ҡатнашырға тейеш була. Галилео фәнни тикшеренеүен дауам итә һәм Венера фазаларын, Ҡояш таптарын, Ҡояштың үҙ күсәре тирәләй әйләнеүен аса. Үҙенең уңыштарын (айырым осраҡта өҫтөнлөгөн) бәйләнсек стилдә яҙып сыға, һәм үзенә дошмандар булдыра. Коперникты яҡлау. Ҡайһы бер профессор һәм дини әһелдәргә Галилеоның тәҫьире үҫеүе, уның фекер йөрөтөүе Аристотель тәғлимәттәренә ҡаршы булыуы оҡшамай һәм улар агрессив ойошмаға берләшәләр. Уларға бигерәк тә изге яҙмаларға ҡаршы булған донъяның гелиоцентрик системаһы оҡшамай. 1611 йылда Галилей Римға юллана, унда Рим Папаһына коперниканлыҡ католицизмға ҡаршы килмәй, тип иҫбатларға тырыша. Папа Павел V уны бик йылы ҡабул итә. Һаҡлыҡ менән генә аңлатмалар биреп, үҙенең телескопын күрһәтә. Кардиналдар күккә ҡарау гонаһ түгелме икәнлеген асыҡлау өсөн комиссия төҙөй һәм «ҡарарға мөмкин» тигән фекергә киләләр. Был ваҡытта Рим астрономдары Венераның Ер тирәләй әйләнәме, әллә Ҡояш тирәләйме икәнен асыҡлау өсөн фекер алыша (Венера фазалары алышыныу иһә икенсе фекерҙе айырым-асыҡ иҫбатлай). 1613 йылда Галилей «Ҡояштағы таптар тураһында яҙмалар» китабын сығара. Был китапта ул асыҡтан-асыҡ Коперник системаһын яҡлай. 1615 йылдың 25 февралендә Рим инквизицияһы Галилейҙы ерестә ғәйепләп үзенең эшен башлай. Үҙенең рухи монополияһын һаҡлау өсөн, католик сиркәү ҙә копениканлыҡты тыя. 1616 йылдың 5 мартында Рим рәсми рәүештә гелиоцентризмды хәүефле ересь тип эдикт сығара. Галилей сиркәү тыйыуы менән килешә алмай, һәм был тыйыуҙы боҙмай ғына дөрөҫлөктө яҡлау юлын эҙләй. Флоренцияға ҡайтып, төрлө ҡараштағы фекерҙәрҙе йыйып, китап сығара. Китап өҫтөндә ул 16 йыл эшләй. Яңы механиканы булдырыу. 1616 йылғы хәл иткес декреттан һуң Галилей ғаләмдең дөйөм төҙөлөшөн һүрәтләгән Аристотель тәғлимәттәрен тәнҡитләй. 1623 йылда «Һанап ҡарау оҫтаһы» (,) китабы сыға. 1624 йылда Урбан VIII исемле Рим Папаһы булып Галилеоның дуҫы Маттео Барберини һайлана. Галилео уның янына килеп 1616 йылғы эдиктты ғәмәлдән сығарыуын һорай. Урбан VIII уны бик йылы ҡабул итә, бүләктәр, маҡтау һүҙҙәре әйтә. Тик төп мәсьәләне хәл итмәй ҡалдыра. Был эдикт ике быуаттан һуң — 1818 йылда юҡҡа сығарыла. «Инголиға хат»ында ул «Ниндәйҙер нөктә йыһандың үҙәге тип табылһа, был нөктә, Ер түгел, Ҡояш буласаҡ» тип белдерә. Бынан тыш Ай, Ер һәм башҡа планеталарҙың тартыу көсө бар тип белдерә. Механикала инерцион системала сағыштырыу принципын асыҡлап бирә. «Әгәр кораблде хәрәкәткә килтерһәк, уның тиҙлеге үҙгәрешһеҙ булһа, уның тиҙлеген берәү ҙә һиҙмәйәсәк», тип яҙа. Католик сиркәүе менән ҡаршылыҡ. 1632 йылда, 30 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе булып, Галилеоның «Птолемей һәм Коперник — ике ғәләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле китабы донъя күрә. Китап өс һәүәҫкәр фәнде яратыусының (коперниксы Сальвиати, нейтраль ҡатнашыусы Сагредо һәм Аристотель һәм Птолемей яҡлы Симпличио) һөйләшеүе формаһында яҙылған. Биографтар бер ҡатлы Симпличиола Рим Папаһы үҙен таныған һәм ярһыған, тип билдәләй. Бер нисә айҙан китап тыйыла, Галилеоны ерестә ғәйепләп Римға Инквизиция хөкөмөнә саҡыралар. Беренсе һорау алыуҙан һуң Галилео ҡулға алына һәм 18 көнгә төрмәгә ябыла. Бындай йомшаҡлыҡ Галилеоның үҙ ғәйебен танып үтенес һорарға ризалығы менән аңлатыла. Инквизицияның өс эксперты китап тыйыуҙы боҙа тигән һығымтаға киләләр. Һөҙөмтәлә ғалим һайлау алдына ҡуйыла: ул үҙенең «яңылышыуҙарынан» баш тарта һәм үтенес һорай, йә иһә уны Джордано Бруно кеүек инквизиция ҡорбандары яҙмышы көтә. Хөкөм уны еретик түгел, ә ересь булмауы шикле кеше тип ҡарар сығара. Бындай ҡарар уны утта яндырыуҙан ҡотҡара. Хөкөм ҡарары иғлан ителгәс, Галилео тубыҡланып ҡағыҙҙан ваз кисеү яҙыуын уҡып ишеттерә. Рим Папаһы әмере менән был ҡарар католик Европаның бөтә университеттарына ебәрелә. Һуңғы йылдары. Папа уны төрмәлә оҙаҡ тотмай. Биш айҙан һуң тыуған иленә ҡайтырға рөхсәт ителә. Ул ҡыҙҙары йәшәгән Арчетрила урынлаша. Ҡалған көндәрен өйҙә һаҡ аҫтында, инквизиция күҙәтеүе аҫтында үткәрә. Галилео Галилей 1642 йылдың 8 ғинуарында, 78 йәшендә вафат була. 1979 йылдан башлап 1981 йылға тиклем Рим Папаһы Ионн Павел II башланғысы менән Галилеоны аҡлау буйынса комиссия эшләй. 1992 йылдың 31 октябрендә Папа Ионн Павел II, ғалимды Коперник тәғлимәтенән көсләп баш тартырға мәжбүр иткәндәр, 1633 йылғы инквизиция хаталанған тип, рәсми белдереү яһай. "Ул барыбер әйләнә!". Бөтәһенә мәғлүм булған риүәйәт: Галилей сиркәү алдында хөкөм ҡарары буйынса ваз кисеүенән һуң, "Ул барыбер әйләнә!" тип әйткән, ләкин быны дәллиләгән факттар юҡ. Был мифты журналист Джузеппе Баретти 1757 йылда яҙып сығарған. Галилей һәм Пиза башняһы. Риүәйәттәрҙә Галилей Пиза башняһының ауыу тиҙлеген үлсәгән тип һөйләнә. Галилей ысынлап та бындай эксперименттәр эшләгән, ләкин уларҙың Пиза башняһына ҡағылышы юҡ. A (латин хәрефе). A, a - латин алфавитының беренсе хәрефе. Бик күп телдәрҙә /a/ өнө өсөн ҡулланыла. Тарих. А хәрефенең яҙылышы Египет иероглифындағы үгеҙ башын хәтерләткән символға барып тоташа, тип самаларға була. Беҙҙең эраға тиклем 1600 йылда финикия алфавитында һыҙыҡла А хәрефе барлыҡҡа килә. Уның исеме Алеф (йәһүд хәрефе) менән туғандаш. Боронғо гректәр финикей алфавитын ҡабул итә, уларҙың телендә финикия һәм башҡа симит телдәрендәге өн булмағас, А хәрефен /а/ өнө өсөн ҡуллана башлай. Хәрефтең исеме «Альфа»ға әйләнә. Тәү осор (беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттағы) грек яҙмаларында А хәрефе ҡабырғыһында ята, һуңғараҡ хәҙерге А хәрефенә оҡшатып яҙылар. Табан. Табан — (,) сазандар ғаиләһенә ҡараған йылға балығы. Кәүҙәһе ҡабырғалар яғынан ҡыҫылған, арҡаһы ҡалын, арҡаһындағы йөҙгөстәре оҙон була. Тәңкәләре эре һәм шыма була. Табан балыҡ — бик әрһеҙ. Ул башҡа бер генә балыҡ та сыҙай алмаған һыуҙа йәшәргә һәләтле. Һауа етешмәгән, үлән, ләм баҫҡан күлдәрҙә, хатта бәләкәс кенә күләүектәрҙэ лә осрап ҡуя. Табан — әкрен генә йөтөй торған килбәтһеҙ һәм ялҡауыраҡ балыҡ. Аусылыҡ балыҡтарының береһе булараҡ йылға-күлдәрҙә үрсетелә. Башҡорттар табанды төрлөсә атап йөрөтәләр. Көньяҡта аҡтабан тип йөрөтәләр. Силәбе яғында аҡтаван тиҙәр. Инйәр буйында — бәрҙе, лопашка, Йүрүҙәндә, Эйектә, Һаҡмарҙа, Димдә, Әйҙә һәм башҡа күп урындарҙа табан балығы тип йөрөтәләр. Ересь. Ересь (— «һайлау, йүнәлеш, фекер») — аңлы рәүештә хөкөм һөрөүсе дин ҡағиҙәләренә ҡаршы килә торған дини тәғлимәт. Библия текстарында «икенсе төрлө уйлау» мәғәнәһендә бирелә.Ерестә ғәйепләнеүсе инквизиция судында хөкөм ителә. Исламда ересь бидғәт тип билдәләнә. Инквизиция. Инквизиция — дини дошмандарға ҡаршы көрәшеү өсөн католиктар дине тарафынан ойошторолған һәм йыртҡыслығы менән танылған хөкөм итеү, язалау ойошмаһы. Инквизицияның төп бурысы— ғәйепләнеүсенең ерестә ғәйебен билдәләү. Христианлыҡ барлыҡҡа килгәндән алып дин эске һәм тышҡы дошмандарҙан ыҙалана. Католик сиркәүҙең «Инквизиция» исемле махсус суды Рим папаһы Иннокентий III тарафынан 1215 йылда ойошторола. Гелиоцентризм. Ғаләмдең гелиоцентрик системаһы (гелиоцентризм) — Ҡояш ғаләмдең уртаһында, Ер һәм башҡа планеталар Ҡояш тирәләй әйләнеп йөрөй, тип күҙаллау. Был тәғлимәткә боронғо заманда уҡ нигеҙ һалынған, Ренессанс (Яңырыу дәүере) дәүерендә киң билдәлелек ала. Был системала Ер Ҡояш тирәләй бер йыл эсендә әйләнеп сыға, үҙ күсәре тирәләй бер тәүлек эсендә әйләнеп сыға, тип фараз ителә. Андреас Целлариустың Harmonia Macrocosmica (1708) китабында ҡояш системаһы рәсеме Ҡояш системаһының рәсеме (Коперник китабынан) Гелиоцентризма тураһында фәнни бәхәстәр. Классик механика әҫәр ителгәс, был дәлилдәр көсөн юғалта. Үҙәктән ҡасыу көсө, сағыштырмалыҡ, инерция кеүек төшөнсәләр геоцентристарҙың дәлилдәрен юҡҡа сығарыу өсөн барлыҡҡа килә. Ғаләмдең гелиоцентрик системаһы («Селенография», Гевелий, Ян, 1647 й.) Геоцентризм. Ғаләмдең геоцентрик системаһы (геоцентризм) — ғаләмдең уртаһында хәрәкәтһеҙ Ер тора, уның тирәләй Ай, Ҡояш, планеталар һәм йондоҙҙар әйләнеп йөрөй, тип күҙаллау. Геоцентризмға ҡапма-ҡаршы гелиоцентризм. Театр. Александр Александрович Блоктың «Театр» китабына Константин Сомов эшләгән иллюстрация Театр (— тамаша ҡылыу урыны, — ҡарайым, күрәм) — авторҙың (ижад итеүсенең) уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын тамашасыларға еткерә торған сәнғәт төрө. Актёр авторҙың хис-тойғоларын тамашасыларға еткереүе — тамаша тип атала. Ҡағиҙә булараҡ, актёр пьессала яҙылған кисерештәрҙе күрһәтә. Тамаша ваҡытында актёр үҙенең кәүҙәһе, хәрәкәттәре, тауышы, төрлө предметтар ярҙамында эш итә. Башҡорт дәүләт академия драма театры. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. Театр 1919йылдың 4 декабрендә Башҡортостан Халыҡ Мәғарифы Комиссариаты коллегияһы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Театр эшмәкәрлеген бәләкәй күсмә театр төркөмө менән башлай. Театр башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, башҡорт мәҙәниәте менән бер рәттән, донъя мәҙәниәте ҡаҙаныштарын үҙләштерә. Театрҙың беренсе ҙур гостролдәре. Бынан тыш, театр элекке союздаш республикаларға һәм сит илдәргә гостролдәргә сыға. Театр тарихында иҫтәлекле даталар. Театр Башҡортоcтан, Рәсәй, һәм халыҡ-ара театр фестивалдәрендә ҡатнаша, лауреат һәм дипломант исемдәрен яулай. «Китап» нәшриәте. Башҡортостан «Китап» нәшриәте — Башҡортостан республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа Башҡортостан халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар өсөн, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын сығарыусы берләштерелгән дәүләт ойошмаһы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы. М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы — 1919 йылдың 5 ғинуарында, Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, ҡаланың революцион комитеты ҡарары нигеҙендә ойошторола һәм бер йылдан һүң 1920 йылдың 5 ғинуарынан эшләй башлай. Ул саҡта Пролетар художество музейы тип атала. Музейға ҡаланың иң матур йорто бүленә, уға учреждениеларҙағы, ҡасҡан байҙар өйҙәрендәге, губерна— музейындағы һынлы сәнғәт эйберҙәре кусерелә. Музейҙы ойоштороу өсөн Мәскәүҙән рәссам һәм архитектор И. Е. Бондаренко саҡырыла. Ул килгәс тә эшкә урындағы рәссамдарҙы йәлеп итә. М. В. Нестеров исемендәге Башкорт дәүләт художество музейы Тиҙҙән Мәскәүҙән күренекле рус рәссамы Д. В. Нестеровтың якташтарна — Өфө халҡына бүләк иткән, 102 картинанан торған коллекцияһы ҡайтарыла. Революцияға тиклемге рус һынлы сәнғәте мираҫтарынан торған был коллекцияла И. Репин, И. Левитан кеүек бөйөк рәссамдарҙың картиналары ла була. Музейҙың XIX—XX быуаттағы рус сәнғәте булеге Нестеров бүләге менән генә сикләнмәй. Уны тулыландырыуға Мәскәү һәм Ленинград галереялары һәм музейҙары ҙур ярҙам курһәтә. Улар аша Өфөгә Көнбайыш Европа, шулай ук Япония һәм Ҡытай сәнғәта өлгөләре лә килэ. Музей өҙлөкһөҙ тулылана. Башкорт һынлы сәнғәтенең барлыҡҡа килеүе, халыктың һырлап, биҙәп, сигеп зауыҡ менән эшләгэн әйберҙәрен йыйыу буйынса үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһендә музейҙа бик бай, шул иҫәптән Башҡортостандың үткәнен һәм бөгөнгөһөн сағылдырыусы, яңы бүлектәр асыла. Михаил Васильсвич Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы Башҡортостан республикаһының мөһим мәҙәни үҙәктәренең береһе. Туғаҙаҡ. Туғаҙаҡ (,) — оҙон, көслө аяҡлы, оҙон муйынлы, ҡыҫҡа суҡышлы бәләкәй генә страусҡа оҡшаған ҡош. Күп илдәрҙә далала йәшәй, ауыр оса, шәп йүгерә, үҫемлек һәм ваҡ хайуандар менән аҙыҡлана, ауырлығы 16 кг-ға етә торған эре ҡоштар. Был ҡошто башҡорттар туғаҡ, туҙаҡ, дөйәғош тип тә йөрөтәләр. Тасуирлама. Оҙонлоғо 1 метр, ҡанаттарының иңе 2— 2,4 метр, ауырлығы 7—12 килограмм. Башы, муйыны, ҡанаттарының өҫкө яғы һоро; һырты йыш ҡара һыҙыҡлы — ерән һары; кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡһыл һары. Эйәгендә йомшаҡ һоро ҡауырһындарҙан һаҡалы бар. Күҙҙәре көрән, суҡышы ҡара, аяҡтары һоро. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин тугел. Шым ҡош, ҡайһы ваҡыт тоноҡ ҡына тырылдай йәки тамаҡ төбөнән «ҡоңҡ» тигән тауыш сығара. Ҡарағуралы дала йәки ваҡ ҡыуаҡлы яландарҙа йәшәй. Тереклек итеүе. Туғаҙаҡ дала ҡошо. Евразияның урманлы далаларында ла осрай. Үлән уҫентеләре һәм орлоҡтары, еләк, бәжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Ояһын ерҙә соҡоп яһай. Ҡара-көрән таплы 2—3 бөртөк йәшкелт һоро йомортҡаһы була. Туғаҙаҡ һәм кеше. XX быуат башында туғаҙаҡ иң күп һанлы ҡоштар иҫәбендә булған. Әммә улар йәшәгән сиҙәм ерҙәрҙе эшкәртеү башланғас был ҡоштарҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ҡош ите деликатес тип һанала, шуға ла браконьерҙар ҡулынан күпләп ҡырыла. Көҙ көнө ҡанаттары сыланып, ҡырауҙа туңып боҙланһа ҡош оса алмай. Шул ваҡытта вәхшиҙәрсә таяҡ менән һүғып үлтереүселәр ҙә бар. Башҡортостанда ла хәҙер бик һирәк, айырым йылдарҙа ғына осрай. Әбүғәлисина. Әбүғәлисина (,) -- Күренекле фарсы философы һәм табибы, Аристотелизм вәкиле. 980 йылда Урта Азиялағы Бохара ҡалаһы янындағы Афшан ҡалаһында тыуа. Солтан һарайының врачы һәм вәзире була. 29 фән өлкәһендә 450 хеҙмәт яҙып ҡалдыра., Беҙҙең көндәргә тиклем 274 һаҡланған. Күп төрлө фән өлкәһендә: медицина, философия, ботаника, геология һ.б. ҙур әһәмиәтле хеҙмәттәр яҙа. Уның ғүмере медицинаға арнала. Медицина фәнен үҫтереүгә көп көс һала: бик күп аурыуҙырҙы өйрәнә, хирургик операциялар тәҡдим итә, ауырыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн файҙалы кәңәштәр биреп ҡалдыра. Латин телендә «Медицина ҡануны» китабы Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеһе — 5 томдан торған «Медицина ҡануны» («Канон врачебной науки»,«ал-Канун фи-т-тибб»). Был хеҙмәттә ғалим тарихта беренсе булып меницина фәнен системаға килтерә. Уҡбалыҡ. Уҡбалыҡ (,)— мәрсен һымаҡ балыҡтар ғаиләһендәге (семейство осетровых) йылға балығы. Ҡара, Азов, Каспий диңгеҙҙәре йылға бассейнында йәшәй. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары Ҡариҙел Дим йылғаларында йәшәй. Башҡорттар был балыҡты сөгә, осломорон тип тә йөрөтәләр. Был балыҡтарҙың тәңкәһеҙ, оҙонса кәүҙәләре буйлап ҡалҡан һөйәктәр теҙелеп киткән, ауыҙҙары томшоғоның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Башҡа балыҡтарҙан осло мороно менән айырылып тора. Уҡбалыҡтың оҙонлоғо 125 см-ға, ауырлығы 16 кг-ға етергә мөмкин. Ғәҙәттә Башҡортостанда иң ҙуры 35-45 см, аурлығы 1 кг самаһы осрай. Уҡбалыҡ бөжәк,ҡарышлауыҡ, ҡорттар, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Ҡылсыҡһыҙ ите тәмле булғанға был балыҡ балыҡсылар тарафынан күпләп ҡырылған, шуға ла был балыҡта аулау ҡәтғи рәүештә тыйыла. Башҡортостан ҡурсаулығы. Башҡортостан ҡурсаулығы (йәки Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы) — Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан, ғәйәт бай үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, йәнһеҙ тәбиғәт мөғжизәләрен, мәҙәниәт ҡомартҡыларын, Көньяҡ Уралдың аралаш һәм киң япраҡлы урман комплексын берләштергән ҡурсаулыҡ. Тарихы. Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә заповедник ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм ул 1930 йылдын 11 июнендә эшләй башлай. Һуңынан Министрҙар Советы ҡарары менән ҡурсаулыҡ бөтөрөлә һәм урман хужалығы ойошторола. Урманды көсөргәнешле киҫеү башлана. Тик 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ яңынан аяҡҡа баҫтырыла. 1986 йылдан Шүлгәнташ ҡурсаулығы итеп үҙгәртелә. Маҡсаты һәм бурысы. Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур тәбиғәт ҡосағында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелде, һунарсылыҡ тыйылды. Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР хөкүмәте ҡарары менән ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары иҫәбенә индерелде. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табылды. Ҡурсаулыҡ территорияһы ике ҙур — Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләренән тора. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек (күптәре СССР-ҙың «Ҡыҙыл китабына» индерелгән) төрҙәрен осратырға мөмкин. Урмандары икһеҙ-сикһеҙ, саф һыулы йылғалары балыҡтарға бай, хатта хәҙер һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе, ҡыҙылбалыҡ һаҡланған. Бал һуты бүлеп сығарыусы 100-ҙән ашыу сәскә атҡан туғайҙарында умартасылыҡ, урмандарында солоҡсолоҡ өсөн шарттар уңайлы. Ҡурсаулыҡтың бурысы — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап алап ҡалыу. Һабан турғайы. Һабан турғайы (,) — турғайҙар төрөнә ҡараған ҡош. Түше ваҡ буй аҡ һыҙыҡтар менән сыбарланған, ҡойроғоноң ике яҡ ситендә аҡ һыҙыҡҡтар үтә. Бүрекле һабан турғайының бүрке бик бәләкәй була. Яландарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй, тауышы бик тоноҡ була. Яҙғыһын һәм йәйгеһен бөжәктәр, көҙгә табан иген орлоҡтары һәм иген бөртөктәре менән туҡлана. Киң таралған күсмә ҡош. Ояны ғәҙәттә ерҙә соҡор урындарҙа яһай (7-8 см). Ҡара таптар менән сыбарланған 4-5 һорғолт йәки ҡаҙыл-аҡ төҫтә йомортҡа һала. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә башҡорттар буҙ турғайы, ялпылдаҡ, сырлауыҡ, ашлыҡ турғайы, баҫыу турғайы, иген турғайы тип йөрөтәләр. Йорт турғайы. Йорт турғайы(өй турғайы,өй сыпсығы,сыпсыҡ,хәрәм турғай,буҙ турғай,ауыл турғайы) (,) — киң таралған турғайҙар ғаиләһенә ингән ҡош. Уның башы һоро, ҡанаттары ҡара таплы. Тамағы һәм түшенең өҫ яғы ҡара, ҡойроғо буҙ төҫтә була. Кеше йәшәгән йорт-ҡура тирәһендә йәшәй. Бөжәктәр, төрлө орлоҡтар, емеш-еләк менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Аҙбар, йорт, солан ҡыйыҡтарына оялай. Сыйырсыҡ һәм ҡарлуғас ояларын баҫып алған осраҡтар була. Безелдәк. Безелдәк (,) — алаҡас турғайҙар ғаиләһендәге йырсы ҡоштарҙың бер төрө. Евразияның ылыҫлы урмандарында киң таралған. Йырсы ҡош булараҡ был ҡошто өйҙә ситлектә тоталар. Ҡаурыйҙары ҡара таптар менән ҡапланған, һары-һорғолт төҫтә. Аҫты һары таптар менән ҡапланған. Ҡанаттары киң, ҡыҫҡа ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп тора. Тереклек итеүе. Европаның урман зонаһында киң таралған. Күберәк таулы һәм ылыҫла урмандарҙа йәшәй. Безелдәк Башҡортостанда ла киң таралған. Ҡайһы бер райондарҙа сиңерткә турғайы тип тә йөрөтәләр. Парлашып йәшәйҙәр. Сентябрь аҙаҡтарына өйөргә тупланып осоп китәләр. Туңмай торған шишмә-йылғалар булғанда, ҡышҡылыҡҡа ҡалған осраҡтар ҙа бар. Төрлө ваҡ бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ҡыш ҡайын, ерек ағасы емештәре менән туҡлана. Ҡарағай, йәки шыршы ағастарында оя ҡора. Ояһын ағас ботағы, үлән, мүктән үреп ағас башына ҡора. Көрәнһыу таптар менән ҡапланған 4-6 йомортҡа һала. Салауат урындары. Салауат урындары - Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың үҙе һәм уның исеме менән бәйле иҫтәлекле, тарихи урындар. Улар хаҡында мәғлүмәт быуындан-быуынға күсә килә. Сығанаҡ. Рәшит Шәкүр һәм Гөлдәр Нуриева йыйған материал буйынса Салауат (төшөнсә). Башҡа мәғәнәләр. "Шулай уҡ Салауат Юлаев (төшөнсә) битен ҡарағыҙ". Термодинамика. Термодинамика (грек. Therme — йылылыҡ + Dynamis — көс) —йылылыҡтың башҡа формалағы энергияға күсеүен һәм күсеү нисбәтен өйрәнә торған физика бүлеге. Физик-химик әүрелеүҙәрҙе өйрәнеүсе химик термодинамика, йылылыҡ йотоу һәм бүлеп сығарыу менән бәйле йылылыҡ техникаһы айырым фән булып бүленәләр. Термодинамика тарихы. Термодинамика тарихы — физика тарихы, химия тарихы, һәм бөтә фәндәрҙең нигеҙе менән бәйле. 1698 йылда Савери эшләгән пар машинаһы Боронғолар йылылыҡ миҡдарын (количество теплоты, heat) ут менәй бәйле тип уйлағандар. Б.э.т. 3000 йылдарҙа боронғо Египетлеләр йылылыҡты мифология менән бәйләгән. Сократ философияһына тиклемге заманда Көнбайыш философияһында ҡыҙыу бәхәстәр бара. Боронғо грек философы Эмпедокл Акрагантский бөтә мәтдәләрҙә дүрт элементтан (ябай берәмектән): ер,һыу, һауа, уттан тора тигән тәғлимәт индерә. Һуңынан барлыҡҡа килгән флагистон һәм калорик төшөнсәләре Эмпедокл тәкдим иткән ут элементы менән бәйле. Боронғо грек философы Гераклит «Был донъла бөтә нәмә лә үҙгәрә» тигән әйтем менән билдәле була. Ул тәбиғәт өс элементан (ут, ер, һыу) тора тигән бәхәстәр йөрөтә. Атомизм — термодинамика һәм статик механиканы бәйләй торған тәғлимәт. Левкипп, Демокрит кеүек боронғо аҡыл эйәләре атом теорияһына нигеҙ һала. Эксперименталь рәүештә атом теорияһы XX быуатта ғына иҫбат ителә, шуға күрә боронғо аҡыл эйәләре философик фекерҙәр менән генә был теорияға нигеҙ һала. Боронғо аҡыл эйәре Парменид һәм Аристотель тәбиғәттә бушлыҡ (хәҙер вакуум тип йөрөтәләр) булыуы мөмкин түгел, тигән фекер йөрөтәләр. XI быуатта Әбүғәлисина, XVI быуатта Европа ғалимдәре Галилео Галелей һәм башҡалар һауа сағыштырмаса «йылыраҡ» йәки «һалҡыныраҡ» икәнен билдәләү өсөң ябый ғына прибор — термоскоп (термометр) файҙалана башлайҙар. 1600 йылда инглиз философы һәм ғалимы Френсис Бакон «юғары температура бары тик хәрәкәт эшмәкәрлеге» тигән фараз йөрөтә. 1643 йылда Галилео Галилей Аристотельдең «тәбиғәттә бушлыҡ булыуы мөмкин түгел, вакуум мәтдәне үҙенә һура» тигән фекере дөрөҫ булмауын иҫбат итә. Ул вакуум насосы ярҙамында шахталағы һыуҙы 30 футҡа тиклем генә күтәрергә мөмкин икәнен күҙәтә. Был ҡыҙыҡлы факты тикшерергә үҙенең уҡыусыһы Торричеллиға ҡуша. Торричелли насос ярҙамында һыуҙы күтәргәндә вакуум һурып ала тип түгел, һыуҙы һауа баҫымы күтәрә иҫәпләй. Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн, ул бер башы эретеп йәбештерелгән быяла торба эсенә терекөмөш тултыра. Был торбаны баштүбән әйләндереп эсенә терекөмөш һалынған табаҡҡа ҡуя. Торба эсендә терекөмөш бер аҙ аҫҡа төшә һәм торбаның өҫкө өлөшөндә вакуум барлыҡҡа килә. Был яһалма юл менән алынған беренсе вакуум була. Аристотельдең тәбиғәттә бушлыҡ юҡ, вакуум мәтдәне уҙенә һурып ала тигән теорияһы юҡҡа сыға. 1643 йылда терекөмөш менән Торричелли ҡуйған тәжрибә Химиянан термохимияға күсеү. XVII быуатта флогистон (теплород) теорияһы өҫтөнлөк итә. Флогистон бер есемдән икенсе есемгә күсә — шуға бер есем йылыһа икенсеһе һыуына, һәм флогистонды яһалма юл менән алып булмай тип иҫәпләйҙәр. 1798 йылда Б. Румфорд ҡуйған тәжрибә флогистон теорияһын юҡҡа сығара .Механик эш башҡарғанда йылылыҡ бүленеп сыға һәм ике сәғәттә мейескәләге һыу ҡайнап сыға. Ул ваҡытта пушкаларҙы, эсендә көбәген ҡалдырмайса, металдан ҡойоп эшләгәндәр. Пушканың көбәген һуңынан, аттар көсө менән эшләй торған станокта, быраулап тишкәндәр. Быраулап тишкән ваҡытта Румфорд көбәктең йылыныуына иғтибар итә. Ул механик эш башҡарғанда йылылыҡ бүленеп сыға тип иҫәпләй. Үҙенең фаразын тикшереп ҡарау өсөн пушка көбәген бер мискә һыу әсенә ҡуя. Ике сәғәт ярымдан, барыһын да таң ҡалдырып, мискәләге һыу ҡайнап сыға! Был тәжрибә тәбиғәттә флогистон бөтөнләй юҡ, ә йылылыҡты механик эш башҡарғанда яһалма юл менән алып була икәнен күрһәтә. Калориметр йылылыҡ миҡдарын үлсәй торған прибор Ярты быуаттан һуң термодинамикаға майҙанына үҙенең калориметры (йылылыҡ миҡдарын үлсәй торған прибор) менән Д. Джоуль сыға. Уның ҡоролмаһында калориметр эсендәге болғауысты аҫҡа тартып тороусы гер хәрәкәткә килтерә. Ышҡылыу көсө ярҙамында калориметр эсендәге һыу йылына. Герҙең ниндәй арауыҡҡа төшкәнен үлсәп, ниндәй механик эш башҡарылғанын һәм күпме йылылыҡ бүленеп сыҡҡанын иҫәпләп сығарырға була. Термодинамиканың фән булараҡ барлыҡҡа килеүе. Термодинамиканың башлап ебәреүсеһе булып немец ғалимы Отто Герике була. Ул беренсе булып вакуум насосы эшләй һәм уның ярҙамында беренсе иң түбән вакуум булдыра. Уның тәжрибәләре Магдебург ярымшарҙары исеме менән билдәле. Был тәжрибәлә Аристотельдең тәбиғәттә бушлыҡ юҡ, вакуум мәтдәне уҙенә һурып ала тигән теорияһы дөрөҫ түгел икәнлеге иҫбат ителә. Эсенән һауа һурып алынған ярымшарҙарҙы һауа баҫымы ҡыҫып тота, тип аңлата ул. «Магдебург ярымшарҙары». Гаспар Шотт рәсеме. left Тиҙҙән ирлан физигы һәм химигы Роберт Бойл, инглиз ғалимы Роберт Хук менән берлектә һауа насосын ижад итәләр. Был насосты файҙаланған ваҡытта күләм V һәм баҫым P кире пропорцтональ бәйләнештә булыуын асыҡлайҙар. Ул ваҡытта һауа молекулалары хаотик рәүештә күсеп йөрөй икәнен белмәйҙәр, шуға күрә һауа — пружина, тигән фекер йөрөтәләр. Һуңынан, термометр уйлап сығарылғас, Гей-Люссак газдың температураһын улсәп, идеаль газ законын аса. 1690 йылдп француз уйлап сығарыусыһы Дени Папин, пар киңәйеүе һәм кондесация, иҫәбенә эшләй торған пар двигателен ижад итә. 1698 йылда инглиз механигы һәм уйлап сығарыусыһы Томас Савери беренсе мәртәбә пар энргияһын техникала ҡуллана. Ул шахталағы һыуҙы пар двигателенән эшләй торған насос ярҙамында һурып алыу ҡоролмаһына патент ала. 1824 йылда француз физигы һәм математигы Сади Карно «Хәрәкәткә килтереүсе ут көсө тураһында уйланыуҙар» (Réflexions sur la puissance motrice du feu, Reflections on the Motive Power of Fire) тигән хеҙмәт яҙа. Был фәнни хеҙмәт хәҙерге заман термодинамикаһына нигеҙ һала. Ә Сади Карно тарихҡа «термодинамиканың атаһы» булараҡ инеп ҡала. Ą (латин хәрефе). Ą,ą (поляк телендәге исеме: "o nosowe") - поляк литуан һәм навахо телендәге хәреф. Поляк телендә ҡулланыу. Поляк телендә "ą" - әлифбаның икенсе хәрефе, "b" һәм "p" хәрефтәре менән [om] өн комбинацияһы өсөн, "z, ż, ź, s, ś, sz, rz, ch, h" менән танау [o] (IPA: [ɔ̃]) өнө өсөн һәм башҡа хәрефтәр менән [on] өн комбинацияһы өсөн ҡулланыла. Литуан телендә ҡулланыу. Литуан телендә "ą" хәрефе - әлифбаһының икенсе хәрефе. Боронғо литуан телендә был хәреф назаль өнө өсөн ҡулланылған әммә хәҙерге әҙәби телендә (был өн баҫымлы, шулай уҡ баҫымһыҙ булыуы мөмкин) өнө өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, "šąla" šąlù "žąsìs". Бер нисә тартынҡы өн менән өнө () өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән, "vėją", "kẽlią", "prãdžią", "žìnią", "láukiąs" Магдебург ярымшарҙары. «Магдебург ярымшарҙары». Гаспар Шотт рәсеме Магдебург ярымшарҙары, 1870 й. Магдебург ярымшарҙары — һауа баҫымы көсөн һәм үҙе уйлап тапҡан һауа насосы менән таныштырыу өсөн немец физигы Отто фон Герикеның эксперименты. Был экспериментта диаметры 14 дюйм (35,5 см), эсе буш, бер-береһенә тығыҙ итеп япмалы ике баҡыр ярымшарҙар файҙаланыла. 1654 йылда Герике император Фердинанд III ҡатнашлығында рейхстагта күрһәтә. Сфера эсенән һауаны һурып алғас, 16 ат (8-әр ат тике яҡтан) ярымшарҙарҙы айырып ала алмай. 1656 йылда Герике экспериментын Магдебургта, 1663 йылда Берлинда 24 ат менән күрһәтә. Был ярымшарҙар Мюнхенда Немец музейында () һаҡлана. Флогистон. 17 быуаттағы флогистон теорияһы — яныу процесын аңлатыу өсөн барлыҡҡа килә. Флогистон (теплород) (грексә "phlogistos" — яныусан) — VIII – XIX быуаттарҙа йәшәп килгән фекер буйынса, кеше аңынан тыш һәм уға бәйһеҙ рәүештә йәшәгән ауырлығы булмаған, йылылыҡтың бер есемдән икенсе есемгә күсеүен тәмин иткән матдә. Был термин XVIII быуатта Иоганн Бехер һәм Герг Штал тарафынан яныу процесын аңлатыу өсөн индерелә. Яныу процеесында флогистон ауырлығы булмаған сыйыҡшы рәүешендә буленеп сыға, тип фекерләйҙәр улар. Ул ваҡытта металл — «ер» менән флогистон берләшмәһе тип уйлайҙар. Металл янған ваҡытта «ер» менән флогистонға тарҡала. Янған ваҡытта металдың массаһы артыуын флогистондың тиҫкәре массаһы булыуы менән аңлаталар. Был тәғлимәт XIX быуат урталарында тәбиғәтте өйрәнеүселәр тарафынан кире ҡағыла. Был турала термодинамика тарихын ҡарағыҙ. Ут. Ут яныу процессының төп фазаһы һәм башҡа яныусы материалдар менән яҡын булһа үҙенән үҙе тарала. Ғәмәлдә ут температураһы яныуҙа ҡатнашҡан материалдар менән бәйле. Башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, крайҙы өйрәнеүсе Луиза Фархшатова, башҡорт ғалимдары Салауат Ғәлләмов булышлығында һирәк осрай торған карта таба. 1896 йылғы географик сығанаҡта башҡорт тигән өлкә билдәләнгән. Ул боронғо Иран дәүләтенең көньяғында, Фарсы ҡултығы ярында урынлашҡан Башкерди өлкәһе. Бында һинд-иран төркөмөнә ҡараған ике миллионлы, көнсығыш-иран телендә һөйләшкән «башҡорт халҡы» йәшәй. «Өфө ғалимдарының был асышы башҡорт халҡының этногенезына асыҡлыҡ индерә, — ти Ғәли Вәлиуллин. — Ваҡытында тарихсы-филолог Салауат Ғәлләмов «Урал батыр» эпосы менән шумерҙарҙың «Гөлгәмеш» эпосы араһындағы оҡшашлыҡты иҫбат итеп, башҡорт ҡомартҡыһына 4 мең йәш икәнен дәлилләне. Ғалимдар оҙаҡ ваҡыт был феноменды аңлата алманы. Һуңыраҡ Салауат Абдрахман улы СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы Николай Дмитриевтың тикшеренеүҙәренә таянып, башҡорттарҙың сығышы һинд-иран телдәр төркөмөнә барып тоташыуы тураһында гипотеза менән сығыш яһаны. Һинд-иран халҡында «башҡорт халҡы» тураһындағы асыш башҡорт тарихына яңыса ҡарарға мөмкинлек бирә. Фарсы ҡултығы ярындағы Башҡорт халҡының тел фонетикаһы Көньяҡ Уралда йәшәүсе башҡорттарҙың тел фонетикаһына тап килә, тип иҫәпләй Салауат Ғәлләмов. Әммә ҡайһы бер ғалимдар был фекер менән риза түгел (ҡарағыҙ Башҡорттар. Этногенез). Ғәлләмов, Салауат Абдрахман улы. Салауат Абдрахман улы Ғәлләмов — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһында гипотеза‎ның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо, һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы. Өфө ҡалаһында 1959 йылдың 24 декабрендә, билдәле педагог, башҡорт әлифбаһының авторы Ғәлләмов Абдрахман Абдрахман улының ғаиләһендә донъяға килә. 1976 йылда 20-се мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға килә. 1979 йылда Дәүләт именлеген һаҡлау комитеты (КГБ) органдары Салауат Ғәлләмовты Огородников А., Якунин Г., Порши В. менән бергә, Мәскәү һәм Ленинград ҡалаларының дини түңәрәктәре менән мөнәсәбәттә ғәйепләп, ҡулға ала. Огородников А., Якунин Г., Порши В. 10 йылға хөкөм ителә. С. Ғәлләмовтың енәйәттә дәлидәре булмау сәбәпле Өфөлә дауаханаға урынлаштырыла. Был факт Хельсинки хоҡуҡ яҡлау төркөмө арҡаһында Көнбайышта билдәле була һәм «ВВС», «Америка тауышы» радиостанциялары аша фаш ителә. Ул ваҡыттағы СССР именлек советы председателе Ю. Андропов был мәғлүмәт сит илгә үтеп сығыуы менән ҡәнәғәт булмай. Ул Өфөгә шылтыратып урындағы КГБ бүлексәһен шелтәләгәс, КГБ подполковнигы Лешин үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр була. Ғәлләмов дауаханала 4 ай ултырғас иреккә сығарала. Икенсе тапҡыр 1980 йылда Мәскәүҙәге Олимпиада алдынан ҡулға алына. Властар сит ил журналистары менән осрашыуҙан хәүефләнәләр. Ғәлләмовты университеттан сығарырға тырышалар, 1984 йылда һуңғы экзаменға рөхсәт ала алмай. Университета уҡыған ваҡытта С. Ғәлләмов дини филосифия һәм мифологияны өйрәнә. Һуңғы өс курс эштәре Лосев А.Ф. хеҙмәте буйынса философия фәнендә боронғо грек мифологияһын өйрәнеүгә бағышлана. Диплом алып үҙ һөнәре буйынса эшләй алмағас, ҡытай табибы Ким кәңәше буйынса энә ҡаҙап дауалау ысулын өйрәнә. 1984 йылда Мәскәүгә күсеп китә. 1984 —1990 йылдарҙа Ғәлләмов Мәскәүҙә йәшәй. Был йылдарҙы башҡорт эпосы «Урал Батыр»ҙы философик яҡтан өйрәнә. 1990 йылда Англияға барып курттар менән таныша. Англиянан ҡайтҡас БДУ-ла «Лосев А.Ф. — антик культураның тарихсыһы» тигән диплом эшен яҡлай. 1992 —1994 йылдарҙа Парижда Курд институтында була. Румын кирил алфавиты. Румын кирил алфавиты — 1860 йылдар башында рәсми рәүештә латин алфавитына күскәнгә тиклем, румын телендә яҙыу өсөн ҡулланылған алфавит (әммә, 1920 йылдарҙа ла кирил алфавитында ҡайһы бер текстар баҫыла). Неоплатонизм. Неоплатони́зм—III-VI быуаттағы Платон, Аристотель һәм көнсығыш тәғлимәттәпен берләштергән антик философия йүнәлеше. Непатонизмдың сығыу вәкилдәре Рлотин, Парадигма һәм Джорда́но Бру́но. Неплатонизм — донъяның иерархия төзөлөшө, сикһеҙ донъяның башланғысы, йәндең үҙенең сығанағына күтәрелеүе тураһында тәғлимәт. Джордано Бруно. Джорда́но Бру́но (; исеме: "Филиппо", ҡушаматы — "Бруно Ноланец"; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февральендә Римда вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле. right Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтағы ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы. Бала сағы. Филиппо Бруно 1548 йылда Неаполдән йыраҡ түгел Нола тигән төбәктә тыуа. 11 йәшендә уны әҙәбиәт, логика һәм диалектиканы өйрәнергә Неаполгә алып киләләр. 1563 йылда 15 йәшендә ул Изге Доминака монастырына уҡырға килә. Бына 1565 йылда монах дәрәжәһен һәм Джоржано ҡушаматын ала. Тиҙҙән йәндең кәүҙәлә булыуына, Дева Марияның яралғыланыуына шикләнгәне өсөн етәкселәр уның эшмәкәрлеген тикшерә башлай. Тикшереү һөҙөмтәләрен көтөп тормайса, ул Римға ҡаса, хәүефһеҙерәк тип Италияның төньяғына күсенә. Бында ул дәрес биреп эшләй башлай, бер урында ярты йылдан артыҡ булмай. Европа буйлап гиҙеү. Башта 35 йәшлек фәлсәфәсе Лондонда, һуңынан Оксфордта, ундағы профессорҙар менән бәхәсләшкәндән һуң киренән Лондонға күсә. Бер нисә хеҙмәтен яҙа, улар араһында иң мөһиме — «Ғаләмдең һәм донъяның сикһеҙ булыуы тураһында» (1584 йыл). Уны Англия хөкүмәте ҡурсалауға ҡарамаҫтан, ул ике йылдан Францияға ҡасырға мәжбүр була. Һуңынан Германияла уға лекциялар уҡыу тыйыла. Бруно үҙенә дошмандар таба торған иҫ киткес һәләткә эйә була. Ул аҡылы ҡабул итмәгән барлыҡ ғөрөф-ғәҙәттән баш тарта, бәхәсләшеүсегә туранан-тура уның ахмаҡ, йүләр булыуын әйтә. Үҙен донъя гражданины, Ҡояш һәм Ер улы, академияһыҙ академик тип иҫәпләй. Хөкөмө һәм үлеме. 1591 йылда йәш аристократ Джованни Мочениго саҡырыуы буйынса Венецияға мнемоника (хәтерҙе үҫтереү сәнғәте) буйынса дәрес бирергә килә. Тиҙҙән Джованни Мочениго менән мөнәсәбәттәре боҙола. 1592 йылдың 25 майында Мочениго Венеция инквизицияһына ялыу ебәрә. Бынан һуң фәйләсуф ҡулға алына. Урындағы инквизиторҙар уны, фекеренән баш тартырға күндерә алмай, Римдағы коллегаларына тапшыра. 7 йыл буйы төрмәлә ултырып сыҡҡас, 1600 йылдың 17 февралендә Джордано Бруно хөр фекерлелек өсөн католик сиркәү тарафынан еретик булараҡ инквизиция усағында яндырыла. a>һы хөкөмөндә. Эдот Феррари эшләгән бронза барельеф. Өс йөҙ йыл үткәс, 1889 йылда Джодано Бруно яндырылған урында уға һәйкәл ҡуйыла. Әммә дүрт йөҙ йыл үткәс тә Рим католик сиркәүенең башлығы уңы аҡлау мәсьәләһе менән килешмәй. Рим майҙанында Бруно яндырылған урынға ҡуйылған һәйкәл. Католицизм. Католицизм (, — "бөтә донъға таралған") — Көнбайыш Рим империяһында Б.Э. I меңйыллығында барлыҡҡа килгән христианлыҡ тармағы. 2008 йылдың аҙағында 1,13 млрд мәхәллә итеүсе католик булыуы билдәле. 1054 йылдағы Тарҡалыуҙан (Раскол) һуң Көнсығыш христиан сиркәүе православие исеме менән айырылып сыға. Католик сиркәүе. Католик сиркәүҙең етәксеһе булып Рим Папаһы тора. Ул — шулай уҡ Ватикан дәүләтенең башлығы. Николай Коперник. Никола́й Копе́рник (,; 1473 йылдың 19 феврале, Торунь — 1543 йылдың 24 майы, Фромборк) — Польша астрономы, математигы, экономисы, канонигы. Ғаләмдең гелиоцентрик системаһының авторы һәм фәнни-техник революцияға нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле. Бала сағы. Польшаның төнъяғындағы Торун ҡалаһында тыуа, бала саҡта ата-әсәһеҙ ҡала. Коперниктың милләтен билдәләү тураһында бәхәстәрөмөтһөҙ булып ҡала.. Уның әсәһе - немка (Barbara Watzenrode), атаһының милләте билдәле түгел. Коперник немец, йәки яртылаш немец булғанмы, ул үҙен (терреториаль һәм политик сығышы буйынса) поляк тип иҫәпләй. Атаһы бик иртә үлгәс, ул әсәһенең немец ғаиләһендә тәрбиәләнә, шуға латинса һәм немецсә яҙа, полякса уҙ ҡулдары менән яҙған бер генә документа табылмай. Коперник ғаиләһендә Николайҙан башҡа тағы өс бала була: Андрей, Барбара һәм Катерина. Коперник 1491 йылда Краков университетына уҡырға килә. Математика, медицина, дини фәндәрҙән башҡа астрономия үҙенә йәлеп итә. 1494 йылда университеты бөтөп ғимли дәрәжә ала алмай. Ғаиләлә дини вазифала үҫәсәк тигән һығымтаға киләләр. Уның ағаһы епископ дәрәжәһендә булыуы быға төплө дәлил була. Уҡыуын дауам итеү өсөн Коперник Италиялаға Болон университетына (1497) уҡырға килә. Бында дини фәндәр, хоҡуҡ, боронғо телдәрҙән башҡа астрономия менән шөғөлләнергә мөмкинлек асыла. 1500 йылда Коперник диплом һәм ғилми дәрәжә алмайынса университеты ташлап Римгә күсеп килә. Һуңынан Падуа университетында медицина буйынса уҡыуын дауам итә. Һәм ниһәйәт, 1503 йылда уҡыуын тамамлай, Феррарала имтихан тапшырып ҡулына диплом һәм дини хоҡуҡ докторы исемен ала. Артабанғы өс йылда Падуала медицина менән шөғөлләнә. 1506 йылда ағаһының сирләүе тураһында хәбәр ала һәм Италиянан тыуған иленә ҡайта. Артабанғы 6 йылда Гейльсберг һарайында епископ булып хеҙмәт итә, астромомик күҙәтеүҙәр алып бара һәм Краковта үкыта. Үҫеше. 1512 йыдда уның епископ ағаһы вафат була. Коперник Висла ҡултығындағы Фромборг ҡалаһына күсеп килә һәм дини вазифала эшмәкәрлеген башлай. Фәнни эшмәкәрлеген ташламай, ҡаланың төньяҡ-көнбайышындағы башня уның обсерватирияһына әйләнә. 1500 йылда уҡ ул донъяның астрономик күренешен күҙ алдына асыҡ килтерә. Ул ғаләмдең төҙөлөшө тураһында китап яҙа башлай. Үҙенең уй-фекерҙәре менән иптәштәре менән уртаҡлаша, улар араһында фекерҙәштәр ҙә табыла. Ошо йылдарҙа (1503 — 1512) Коперник иптәштәре араһында «Күк есемдәренең хәрәкәтенә арналған гипотезаға ҡыҫҡаса аңлатма»һын тарата. Ә уның уҡыусыһы Ретик 1539 йылда гелиоцентризм тураһында тәғлимәтте баҫтырып сғара. Яңы тәғлимәт тураһында 1520 йылда уҡ киң билдәле була. Был хеҙмәт өҫтөндә Коперник 40 йылға яҡын эшләй, һэр ваҡыт төҙәтмәләр индерә, яңы таблицалар әҙерләй. " Коперник ҡулъяҙмаһында күк көмбәҙе" "Ҡыҫҡа аңлатманың («De revolutionibus orbium coelestium») тәүге бите" Атаҡлы астроном тураһында хәбәр Европала тиҙ тарала. Папа Лев X Коперникты календарь реформаһын әҙерләүҙә ҡатнашырға саҡыра, ләкин ул баш тарта. Ул ваҡытта католик сиркәү Реформация менән көрәштә мәшғул була, баштараҡ яңы астрономияға бик ихтибар бирмәй. Әммә протестант башлыҡтары (Мартин Лютер, Меланхон) яңы астрономияға ҡаршы сыға. Папа Климент VII киң күңеллелек менән гелиоцентризм тураһында лекция тыңлай. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер епископтар гелиоцентризм аллаға ҡаршы хәүефле ересь тигән ғәйрәтле тәнҡит менән сығыш яһый. Копериканлыҡты дөйөм тыйыу XVII быуатта башлана. Ул ваҡытта Коперник көсөн ғәмәли эшкә бағышлай: уның проекты буйынса Польшала яңы аҡса системаһы булдырыла, Фромборгта һыу менән тәьмин итеүсе башня эшләнә. Табиб булараҡ чума эпидемияһы менән көрәштә мәшғул була. Үлеме. 1531 йылда 60 йәшлек Коперник бөтә эштәрен ташлай. Бөтә көсөн китапты тамамлауға йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта медицина менән шөғөлләнә. Тоғро уҡыусыһы Ретик китапты тиҙ арала нәшер итеүҙе хәстәрләй, әммә эштәр бик әкрен бара. 1542 йылда һаулығы ныҡ ҡаҡшай, уң яҡ кәүҙәһен паралич ала. Коперник 1542 йылдың 24 майында 70 йәшендә инсульттан вафат була. Ҡайһы бер биографияһын өйрәнеүселәр үҙенең әҫәре менән танышҡан тип әйтә, ҡайһы берәүҙәр ул ваҡытта иҫһеҙ кома хәлендә ятҡан тип әйтә. Ҡәбере. Коперниктың ҡәбере оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ була. 2008 йылда үткәрелгән ДНК анализы табылған мәйет Коперниктыҡы булыуын раҫлай. Фәнни эшмәкәрлеге. Ғаләмдең Птоломей системаһы тураһында уйланып, уның ҡатмарлы һәм яһамла булыуана таң ҡала. Йыһандың уртаһында Ер түгел хәрәкәтһеҙ Ҡояш тора тигән йомғаҡ яһай. Ошо ҡағиҙә нигеҙендә, Ерҙән күҙәтеүсегә, планеталарҙың буталсыҡ хәрәкәт итеүен аңлатып бирә. Астронимияла башҡа асыштары. Коперник беренсе булып бөтә донъя тартылыу көсө булыуы тураһында фекерен әйтә. Ныҡлы ышаныс менән, Айҙыҡы кеүек, Венераның, Марстың фазалары булыуын әйтә. Галилео Галилей телескоп уйлап тапҡас, был фараз дөрөҫләнә. Иҡдисат. Тотороҡло аҡсаларҙы (мәҫәлән, алтынды) кешеләр һаҡлыҡҡа йыя бара, шуға әйләнештән сыға баралар. Уларҙы тотороҡһоҙ аҡсалар (мәҫәлән, баҡырҙан) алыштыралар. Был күренеш Коперник — Грешем законы исеме менән билдәле. Әҙәбиәт. Торунда һәйкәлгә «Ҡояшты туҡтатып — Ерҙе әйләндереүсегә» тигән һүҙҙәр яҙылған. Микеланджело. thumb Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (); 1475—1564) — италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең оҫтаһы. Биография. Микеланджело 1475 йылдың 6 мартында Капрезе ҡалаһының советнигы Лодовико Буонарроти ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Флоренцияла үтә, һуңынан Сеттиньно ҡалаһына күсәләр. 1488 йылда иң яҡын дуҫы Франческо Граначчи кәңәше буйынса, атаһының ихтиярынан тыш художник Доменико Гирландайоның оҫтаханаһына өйрәнсек булып килә һәм унда бер йыл шөғөлләнә. Бер йылдан һуң, Флоренцияның хужаһы Лоренцо де Медичи ҡурсауында булған, скульптор Бертольдо ди Джованни мәктәбенә күсә. Медичи Микеланжелоның һәләтле булыуын таный һәм уны яҡлай. Микеланжело бер ни тиклем ваҡыт Медичи һарайында йәшәй. 1492 йылда Мидичи үлгәс Микеланжело өйөнә ҡайта. 1496 йылда кардинал Рафаэлле Риарио Микеланжело мәрмәрҙән эшләгән «Купидон»ды һатып ала һәм художникты Римгә эшкә саҡыра. Микеланжело 1496 йылда Римдә вафат була. Үлер алдынан үҙенә хас баҫылҡылыҡ менән «Йәнемде аллаға, кәүҙәмде ергә, мөлкәтемде туғандарыма бирәм» тигән васыят ҡалдыра. Даһи Микеланжело Ренессанс сәнғәтенә генә түгел, артабанғы бөтә донъя мәҙәниәтендә эҙен ҡалдырҙы. Уның эшмәкәрлеге ике ҡала — Флоренция һәм Рим менән бәйләнгән. Был оҫтаның ғәҙәти булмаған нәфислек, күп яҡлы һын, аңлайышлы һәм көслө итеп әүәләп эшләгән һынлы сәнғәтендә һиҙелә. Флоренцияла Микеланжело Яңырыу дәүеренең үлемһеҙ өлгөһө, күп быуаттар буйы кеше һынының эталоны булған —«Давид» статуяһын (1501—1504), Римдә тәүгеләрҙән булып үлгән кешенең кәүҙәләнешен башҡарған (1498—1499) композицияһын әҫәр итә. Әммә үҙенең ғәйәт ҙур ниәттәрен һынлы һүрәттә тормошҡа ашыра. Рим папаһы Юлий II заказы буйынса Сикстин капеллаһының (Ватикандағы сиркәү) түшәмен биҙәй (1508—1512). Донъя яралыу көнөнән алып туфан ҡалҡыу көнөнә тиклем Библия тарихын сағылдырған рәсемдә зоо кеше һыны һүрәтләгән. 1534—1541 йылдарҙа шул уҡ Сикстин капеллаһы стенаһында папа Павел III өсөн драматизм менән тулы фрескаһын (балсыҡ стенаға төшөрөлгән һүрәт) эшләй. Римдә Изге Петр соборы һәм Капитолия майҙанындағы Микеланжело архитектуралары үҙенең матурлығы һәм бөйөклеге менән таң ҡалдара. Алеф (йәһүд хәрефе). А́леф, - семит (йәһүд, ғәрәп һ.б.) әлифбаһының беренсе хәрефе. Иҫке йәһүд телендә "алеф" - [ʔ] өнө өсөн ҡулланылған. Боронғо йәһүд әлифбаһында алеф хәрефе тамаҡ төбө менән әйтелгән өн булған. Хәҙерге заман Израиль ивритендә Алеф хәрефе әйтелмәй. Хәрефтең исеме үгеҙҙе аңлатҡан һүҙҙән килеп сыҡҡан. F1. Ивриттә бөтә хәрефтәрҙең дә һан мәғәнәһе бар. Элек йәһүдтәр, башҡа ҡайһы бер халыҡтар кеүек, иҫәп өсөн махсус символдар — цифрҙарҙы белмәгән, һан урынына хәрефтәр ҡулланған. Дини текстарҙа, календарҙа, иврит һөйләшендә әле лә һан хәреф менән алмаштырыла. Алеф хәрефенең һан ҡиммәте — 1. Мистик символикала алеф бөтә йәшәйештең берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Каббалала (йәһүдтәрҙең мистик ғөрөф-ғәҙәте) был хәреф Эйн-софты (, алланың исеме) — сикһеҙлек, ғәжәр матур илаһилыҡты белдерә; шулай уҡ күккә һәм ергә күрһәтеп торған кеше ҡиәфәтендә тип әйтелә; күплек теорияһында алеф хәрефе сикһеҙлектең ҡеүәтен сағылдыра. Эсперанто алфавиты. Эсперанто алфавиты, — эсперанто телендәге яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. Әлифба. A, B, C, Ĉ, D, E, F, G, H, Ĥ, I, J, Ĵ, K, L, M, N, O, P, R, S, Ŝ, T, U, Ŭ, V, Z Шахмат. Шахмат — сәнғәт, фән һәм спортты берләштергән логикаға бәйле өҫтәлдә уйнай торған уйын. Оҙаҡ ваҡыт корольдәр һәм аҡһөйәктәр уйыны тип иҫәпләнгән донъялағы иң боронғо уйындарҙың береһе. Ике уйынсы менән билдәле аныҡ ҡағиҙәләр буйынса уйнала. Йыл һайын донъяла меңләгән шахмат ярыштары уҙғарыла. Шахмат уйыны уйлау һәләтен камиллаштыра, хәтерҙе яҡшырта. 430px Шахмат фигуралары Ғабдулла Туҡай. Ғабдулла Мөхәмәтғариф улы Туҡай (1886—1913) — татар халҡының бөйөк шағиры, татар әҙәбиәте классигы, әҙәби тәнҡитсе, публицист, яңы заман татар әҙәбиәтенә һәм әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. Биография. Ғабдулла Туҡай 1886 йылдың 26 апрелендә Ҡазан губернаһы Арса яғында Ҡушлауыс ауылында мулла Мөхәмәтғариф ғаиләһендә тыуа. Улы дүрт ай ярымлыҡ булғас Мәхәмәтғариф хәҙрәт үлеп китә. Тол ҡалған Мәмдүдәне Сасна ауылына кейәүгә бирәләр. Бәләкәй Ғабдулланы ваҡытлыса аҫрамаға ауылда Шәрифә исемле фәкир бер ҡарсыҡҡа ҡалдыралар. Шағирҙың ғазаплы ауыр тормошо бына шулай башлана. Һуңыраҡ үҙ әсәһе яңы ғаиләһенә алып ҡайта. Шағирҙың «Иҫемдә ҡалғандар» автобиографик әҫәрендә ошо урында, сабый рәхәткә тарыны, тип иркен һулап ҡуяһың. Ләкин был рәхәт оҙаҡҡа бармай: әсәһе донъя ҡуя — Ғабдулла дөм йәтим ҡала. Сасна муллаһы йәтимде Өсөйлөгә, Ғабдулланың әсәһенең атаһына ҡайтарып бирә. Бында иһә үгәй өләсәй. Күп балалы ғаилә. «Үгәй өләсәйҙең алты күгәрсене араһында мин бер сәүкә булғанға, илаһам — мине йыуытыусы, иркәләнем тиһәм — мине һөйөүсе, ашағым-эскем килһә — ҡыҙғаныусы берҙә булмаған, мине эткәндәр ҙә төрткәндәр…» Был дүртенсе ғаилә булды. Бәләкәй Ғабдулла бында аслыҡты һәм йәтимлекте татый. Олатаһы күрше ауылдарҙан икмәк һыныҡтары теләнеп алып ҡайтып, бабаларые аслыҡтан һаҡлай. Ә бер ваҡыт, Ҡазанға барыусы бер йәмшиккә ултыртып, баланы йыраҡ билдәһеҙ сәфәргә оҙаталар. Теге йәмшик Бесән баҙарына еткәс: «Аҫрарға бала бирәм, кем ала?» тип ҡысҡырып йөрөгән. Халыҡ араһынан бер кеше сығып малайҙы үҙҙәренә алып ҡайта. Яңы биҫтә һөнәрсеһе Мәхәмәтвәли абзый менән Ғәззә абстай ана шулай малайлы булалар. Туҡай өсөн был — бишенсе оя. Бәләй Ғабдулла был ғаиләлә ике йыл ярым йәшәгәс яңы ата-әҫәһе сирләп китә һәм: «Беҙ үлгәс, был бала кем ҡулына ҡала, исмаһам, ауылына ҡайтарайыҡ…» — тип Өсөйлөгә оҙаталар. «Был ғаиләлә мине нисек ҡаршы алғандарынан, минән мәңгелеккә ҡотолдоҡ, тип уйлаған булғандар икәнен берергә була» — тип яҙа шағир. Тырыша торғас, малайҙы Ҡырлай ауылындағы ир балаһыҙ Сәғҙи абзыйға уллыҡҡа оҙаталар. Шулай алтынсы оя… Сабыйға Ҡырлай мәрхәмәтлерәк булып сыға. Бында Ғабдулла оҙағыраҡ йәшәй, хатта уҡырға йөрөй. Ҡырлай ауылында үҙенең киләсәк ижады өсөн бик күп рухи байлыҡ туплай. Туҡайҙың бала сағында Ҡырлайҙың тирә-яғында ҡара урман булған. Ул урманға Ҡарлай малайҙары менән ат көтөргә барыуҙар. Ундаға усаҡ янында әкиәтле, ябалаҡ тауыштары ишетелгән сихри төндәре. Таң атҡанда иҙелеп йоҡоға китеүҙәр, күккә ашҡан шыршылар, ҡайҙандыр малайҙарҙы күҙәтеп торған Шүрәле — былар барыһыла һиҙгер күңелле,ҡәһәр менән имгәтелгән баланың рухын байыталар. Артабан Ғабдулланың бала сағы Уральск ҡалаһында дауам итә. Атаһы яғынан туған әбеһенең ғаиләһенә, сауҙагәр Ғәлиәскәр Усманов алына. Бында ул «Мотыйғая» мәҙрәсәһенә уҡырға йөрөй. Бындағы тормош йәш Ғабдулланың рухына ҙур тәҫьир яһай. Туҡай, параллель рәүештә, өс йыллыҡ рус мәктәбендә белем ала. Мәҙрәсәлә ғәрәп, төрөк, фарсы телдәрен яҡшы үҙләштергән малай кинәт кенә рус һәм Европа әҙәбиәте донъяһына сума. 1905 йылда Уральскиҙа «Фикер», «Аль-гаср аль-джадид», «Уклар» беренсе татар гәзит-журналдары сыға башлай, Туҡай хеҙмәттәшлек итә, бик күп шиғыр-мәҡәләләре менән сығыш яһай. Ғ. Туҡайҙың «Шүрәле» поэмаһы ғәрәп телендә, 1979 йыл. 1905 йыл революция тулҡыны Уральскиға килеп еткәндә Туҡайға 19 йәш була. Революция биргән мөмкинлектән файҙаланып, Камил Мотыйғый (тат.Камил Мотыйгый0 “Уралец” газетаһы нәшриәтен һатып ала. Туҡайҙың тормошонда яңы этап башлана. Ул наборщик булып эшкә керә. Большевиктәр был типографияны листовкалар баҫтырыу өсөн файҙалана. Шуның йоғонтоһонда Туҡай ҡыйыу публицистик мәҡәләләр менән сығыш яһай. «Әлгасрелҗәдид» журналында шиғырҙары баҫыла. Туҡайҙың хыялында сатирик журнал сығарыу. 1906 йылда “Уҡлар” журналы сыға башлай, редакторы — Туҡай. Ҡыҫкаһы ул үҙ диңгеҙенә сума, типографияла көнө-төнө эшләй, шиғыр-мәҡәләләр яҙа, тәржемә итә. Уральск шағиры Туҡайҙы Ҡазанда, Ырымбурҙа, Петербургта яҡшы беләләр. 1907 йылда Туҡай Ҡазанға юллана. Бында “Әл-ислах” гәзитендә, “Яшен” журналында актив ҡатнаша. 1910 йылда “Ялт-йолт” сатирик журналы сыға башлай. Туҡай бөтөн көсөн ошо журналға бирә. “Шәрык клубында” халыҡ ижады буйынса лекциялар уҡый, концерттарҙа ҡатнаша. 1913 йыл башында шағирҙың сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшай, ләкин ул ижад эшен ташламай. 15 (2) апрельдә Туҡайҙың ғөмөрө өҙөлә. Ҡаҙан быға ҡәҙәр бындай күп халыҡлы йыназаны күргәне булмай. Ауыл-ҡала мәҙрәсәләрендә уҡытыу туҡтатыла. Туҡайҙы Ҡазандың Яңы биҫтә зыяратында ерләйҙәр. a> Яңы биҫтә зыяратында Ғабдулла Туҡай ҡәбере. Архимед. Архиме́д (; беҙҙең эраға тиклем 287 йылда тыуған — беҙҙең эраға тиклем 212 йылда вафат булған) — Сиракуздан боронғо грек математигы, физигы, механигы и инженеры. Геометрияла бик күп асыштар эшләгән. Механика, гидростатикаға нигеҙ һалған, бер нисә асыштың авторы. Биографияһы. Архимед тормошо тураһында мәғлүмәтте Полибий, Тит Ливий, Цицерон, Плутарх, Витрувий һәм башҡалар яҙып ҡалдырған. Улар үҙҙәре яҙған ваҡиғаларҙан күпкә һуңыраҡ йәшәгән, һәм шуға күрә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн билдәләү мөмкин түгел. Архимед грек колонияһы булған Сицилия утрауында Сиракузда тыуған. Плутарх билдәләүенсә, Архимедтың атаһы, математик һәм астроном Фидий — Сиракуз залимы Гиерон батшаның яҡын туғаны булған. Атаһы улына бала саҡтан уҡ механика, математика һәм астрономияға һөйөү тәрбиәләгән. Архимед ул заманда Мысырҙың фәнни һәм мәҙәни үҙәге булған Александрияға уҡырға китә. Александрия. Александрияла Архимед билдәле ғалимдар астроном Конон, төрлө яҡлы ғалим Эратостафан менән таныша, улар менән ғүмеренең аҙағына тиклем хат алыша. Ул ваҡытта Александрия үҙенең 700 меңдән ашыу ҡулъяҙма йыйылған китапханаһы менән дан тота. Архимед ошонда үҙенең әҫәрҙәрендә телгә алған Демокрит, Евдокс һәм башҡа грек геометрия белгестәре хеҙмәте менән танышҡандыр, моғайын. Уҡып бөткәс, Архимед Сицилияға ҡайта. Бында уны иғтибар менән солғап алалар һәм ул мохтажлыҡ кисермәй. Күп йылдар үткәнгә күрә, уның тормошо легендалар менән буталып бөтә. Легендалар. Замандаштарын шаҡ ҡатырғыс асыштары менән таң ҡалдырғаны өсөн үҙе йәшәгән ваҡытта уҡ уның тураһында легендалар сығаралар. Архимед батша Гиерондың тажы таҙа алтындан эшләнгәнме, әллә ювилер уға көмөш ҡушҡанмы икәнен билдәләй алғаны тураһында хикәйәт бар. Алтындың сағыштырмаса ауырлығы билдәле була. Әммә таждың күләмен, формаһы дөрөҫ булмағанға күрә, билдәләү мөмкин булмай! left Архимед был мәсьәлә тураһында оҙаҡ уйлана. Ваннала йыуынған ваҡытта уның башына иҫ киткес уй килә. Тажды һыуға сумырһаҡ, ҡыҫып сығарылған һыуҙың күләме таждың күләменә тигеҙ икәнен аңлай. Легенда буйынса, Архимед шәрә килеш «Эврика!» ("εύρηκα" — таптым) тип урамға йүгереп сыға. Ошо ваҡытта гидростатиканың төп законы — Архимед законы асыла. Архимед алтын таждың һыуҙағы ауырлығын, бәлки, ошолай билдәләгәндер. Көҙгөләр ярҙамында ҡояш нурҙарын йыйыу. Икенсе легенда буйынса, Мысыр батшаһы Птоломейға Гиерон бүләк итеп төҙөткән «Сиракузия» кораблен эшләп бөткәс, бер нисек тә һыуға төшөрөп булмай икән. Архимед тиҙ генә блоктар системаһын ҡора һәм был эште бер ҡулы генә менән башҡара. Легенда буйынса, Архимед шул ваҡытта «Миңә таяныу урыны бирегеҙ, һәм мин Ерҙе күсерәм» («Give me a place to stand on, and I will move the Earth», «Дайте мне точку опоры, и я сдвину Землю»), тип әйтә. Сиракуз ҡамауҙа. Архимедтың инженер даһилығы беҙҙең эраға тиклем 212 йылда Рим менән Карфоген араһындағы һуғышта римлеләр Сиракузды ҡамап алғанда асыла.. Ә был ваҡытта ул 75 йәшлек ҡарт була! Архимед эшләгән көслө таш атыу машиналары Рим ғәскәренә таш яуҙыра. Римлеләр ҡала ситендә хәүефһеҙ булыр тип уйлап, стенаға яҡыныраҡ киләләр. Бәләкәйерәк таш атыусы машиналар яҡын араға таш яуҙыра. Көслө крандар кораблдәрҙе эләктереп алып, өҫкә күтәреп һыуға ырғыта, кораблдәр түңкәреләләр һәм баталар.. Римлеләр ҡаланы ҡаты һөжүм менән алып булмас, ҡамауҙа тоторға булалар. «Римлеләр ҡаланы алыр ине, әгәр бер ҡартты юҡ итһәләр. Бына шундай бер эшкә йүнәлтелгән бер кешенең ғәжәйеп көсө һәм һәләте», тип яҙа боронғо тарихсы Полибий. Ҡояш нурҙары менән кораблдәрҙе яндырыу. Ҡамау ваҡытында ла Архимед римлеләргә тынғы бирмәй. Легенда буйынса, ҡаланы һаҡлаусылар ялтыратылған ҡалҡан һәм көҙгөләр ярҙамында ҡояш нурҙарын Рим флотына йүнәлтеп кораблдәрҙе яндыралар. Үлеүе. Эдуард Вимонт (1846—1930). Архимед үлеүе Марцелл Архимедҡа теймәҫкә бойроҡ биргән һәм үлтергәнгә бик асыуланған. Легендалар шулай һөйләй. Әммә, күп тарихсылар, Архимедтың аҡылы бер армияға тигеҙ, шуға уның үлеме осраҡлы түгел, тип иҫәпләй. Был ваҡиғаларҙан һуң 137 йыл үткәс, беҙҙең эраға тиклем 75 йылда, Архимедтың ярым емерелгән ҡәбере табыла, унда үҙе васыят иткәнсә цилиндр эсендә ҡамалған шар төшөрөлгән. Математика. Плутарх һүҙҙәренсә, Архимед математикаға артыҡ бирелгән була. Ул ашауын онота, үҙен хәстәрләмәй. Уның хеҙмәттәре математиканың ул осорҙағы бөтә өлкәләренә — геометрия, арифметика, алгебраға ҡағыла. Математика үҫешенә Архимед тарафынан түңәрәк оҙонлоғо һәм диаметры сағыштырмаһын иҫәпләп сығарыу ҙур өлөш индерә. Был һан formula_1: formula_2 «"архимед һаны"» исеме аҫтында билдәле. Механика. Әйберҙәрҙе Архимед винты ярҙамында күтәреү Архимед төрлө механика ҡоролмалары менән дан ала. Рычаг Архимедҡа тиклем уҡ билдәле була, тик ул рычагтың Тулы теорияһын иҫәпләп сығара һәм ғәмәлдә ҡуллана. Ауыр йөктәрҙе күтәреү һәм күсереү өсөн Сиракузда блок-рычаглы механизмдар төҙөй. Астронмия. Архимед күк йөҙө есемдәренең хәрәкәтен, Ҡояш сығыуын, Ай фазаларын күрһәтә торған планетарий йәки күк көмбәҙен эшлән күрһәтә. Босфор. Босфор боғаҙы. Спутниктан төшөрөлгән фотолар. Босфо́р (, «Һыйыр кисеүе»), Ҡара диңгеҙ һәм Урта диңгеҙҙе тоташтырып тороусы, Европа менән Кесе Азияны айырып тороусы боғаҙ. Босфор боғаҙы Европа сиктәренә инә. Боғаҙҙың ике яғында ла тарихи ҡала Константинополь, хәҙерге Стамбул урынлашҡан. Боғаҙҙың оҙонлоғо — 30 км, максималь киңлеге — төнъяҡта 3 700 м, минималь киңлеге — 700 м, фарватер тәрәнлеге — 36 м-ҙан 124 м-ға тиклем. Легенда буйынса, боғаҙ исеме боронғо грек батшаһы Аргостың ҡыҙы, Зевстың һөйәркәһе Ио исеменән алынған. Зевс ҡатыны Гераның нәфрәтенән ҡотолоу өсөн Ионы аҡ һыйырға әйләндерә. Меҫкен Ио ҡотолоу өсөн һыу юлын һайлай һәм зәңгәрһыу боғаҙға сума. Шунан башлап боғаҙ «Һыйыр боғаҙы» йәки Босфор тип атала. Диңгеҙ ярҙарын ике күпер тоташтыра: 1 074 м оҙонлоғондағы Босфор күпере (1973 йылда төзөлгән) һәм 1 090 м-лы беренсе күперҙән 5 км төньяҡтараҡ Солтан Мәхмүт Фатих күпере (1988 йылда төҙөлгән). Өсөнсө автомобиль күпере төҙөү ҙә планлаштырылған, әммә Төркиә хөкүмәте, ергә хаҡ артыуынан ҡурҡып, быны сер итеп тота. Хәҙерге ваҡытта, Стамбулдың Европа һәм Азия өлөштәрен тоташтырыусы «Marmaray» тимер юл тоннеле төҙөлә (тамамланыу осоро — 2012 йыл).Солтан Мәхмүт Фатих күпере.Босфор боғаҙы бары тик 7500-5000 йыл элек барлыҡҡа килгән тип күҙаллана. Ул ваҡытта Ҡара һәм Урта диңгеҙ кимәле түбәнерәк булған һәм улар тоташмаған булған. Һуңғы боҙлоҡ осоронда боҙ һәм ҡар эреү сәбәпле ике һыу ятҡылығының да кимәле күтәрелә. Көслө һыу ағымы бер нисә көн эсендә үҙенә юл ярып, ике диңгеҙҙе тоташтыра. Босфор Рәсәй, Украина, Кавказ аръяғы республикалары, көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә Урта диңгеҙгә һәм донъя океанына сығырға мөмкинлек биргән мөһим боғаҙ булыр тора. Рәсәйҙең һәм Каспий регионының нефте боғаҙ аша экспортлауҙа мөһим урын алып тора. Шалом (гәзит). Шалом (Şalom) ("тыныслыҡ") — Төркиәлә сыҡҡан йәһүд аҙналыҡ гәзите. Уның төрөксә Şalom тип аталышы йәһүд телендәге "шалом" () һүҙенән алынған. Гәзит төрөк-йәһүд журналисы Аврам Лейон тарафынан 1947 йылдың 29 октябрендә ойошторолған. Стамбулда нәшер ителә. Гәзит төрөк телендә һәм бер бите ҡушымта булып ладино телендә сыға. Гәзиттең баш мөхәррире — Яҡуп Барокас. Тиражы 5 000 дана. Майкл Фарадей. Майкл Фрарадэй. Художник Томас Филипс. 1842 йыл. Майкл Фа́радей (22 сентябрь 1791 — 25 август 1867) — инглиз физигы, химигы и физик-химигы, электромагнит майҙаны тәғлимәтенә нигеҙ һалыусы, Лондон короллеге йәмғиәтенең ағзаһы (1824). Бала сағы. Майкл 1791 йылдың 22 сентябрендә Ньюнгтон-Баттсе (хәҙерге Ҙур Лондонда) тыуған. Уның атаһы Лондон эргәһендәге биҫтәлә бай булмаған тимерсе булған. Өлкән ағаһы Роберт та тимерсе булып китә, Майклдың фәнгә ынтылышын хуплай һәм тәү осорҙа матди ярҙам итә. Фарадейҙың әсәһе, белем алмаған булһала, эшһөйәр аҡыллы ҡатын була, улы уңыштарға өлгәшеп танылыу алған көнгә тиклем йәшәй һәм уның хаҡды рәүештә менән ғорурлана. Ғаиләнең ҙур булмаған килеме Майклға урта мәктәпте тамамларға мөмкинлек бирмәй, 13 йәштән гәзит-китап таратыусы булып эшләй. 14 йәшендә китап кибетенә китап төпләүсе булып эшкә керә. Оҫтаханала ете йыл эшләү дәүере үҫмергә ҡосөргәнешле уҙаллы белем алыу йылдарына әйләнә. Был ваҡытта Фарадей үҙе төпләгән физика, химия буйынса фәнни хеҙмәттәрҙе, «Британ энциклопедияһы» быйынса мәҡәләләрҙе уҡып сығы, унда яҙылған эксперименттарҙы өйөндәге лабораторияла үзе эшләгән электростатик приборҙарҙа эшләп ҡарай. Ҡала филисофия йәмғиәтендә физика һәм астрономия буйынса лекциялар тыңлауһэм бәхәстәрҙә ҡатнашыһ Фарадей тормошонда мөһим этапҡа әйләнә. Аҡсаны (бер лекция өсөн бер шиллинг) ағаһынан ала. Лекцияларҙа Фарадейң таныштары, барлыҡҡа килә, улар менән хат алыша. Һөйләмдә ҡыҫҡалыҡ һәм аҙ һүҙлелек булдырыу өсөн ораторлыҡ һөнәрен өйрәнә. Короллек институтында эшләй башлау. Йәш егеттең фәнгә ынтылышына иғтибар итеп, 1812 йылда китап төпләү өҫтаханаһына йомош менән килеүсе Лондон короллеге йәмғиәтенең ағзаһы Дено, күп химик элеменнтарҙы асыусы химик һәм физик Г. Дэви лекцияларына билет бүләк итә. Майкл ҡыҙыҡһынып тыңлай, һәм дүрт лекцияны ентекләп яҙып, китап итеп төпләп, Короллек институтына эшкә алыуҙарына үтенес яҙыуы менән профессор Дэвиға ебәрә. Ошо «бәләкәй һәм ҡыйыу аҙым», Майкл һүҙҙәре буйынса уның яҙмышын хәл итә. Профессор йәш кешенең киң белеменә һайран ҡала. Инситутта буш урын булмай һәм уның үтенесе бер нисә айҙан ҡәнәғәтләндерелә. 1813 йылда Дэви Фарадейҙы химик лабораторияға эшкә ала. Ошо ваҡытта профессор һәм уның ҡатыны менән Европаның фәнни үҙәктәре буйлап сәйәхәт итә. Был сәйәхәттең мөһимлеге шунда: ул Дэви менән күп лаборатирияларҙа була һәм А. Ампер, М. Шеврель, Ж. Л. Гей-Люссак кеүек ғалимдар менән таныша. Ғалимдар йәш инглизлының һәләтенә ихтибар итәләр. Тәүге үҙаллы тикшереүзҙәр. 1815 йылда Короллек институтына әйләпеп ҡайтҡас Фарадей үҙаллы тикшереүзәр өҫтөндә эшләй. 1816 йылда физика һәм химия буйынса лекциядар уҡый, ошо уҡ йылда тәүге хеҙмәте нәшер ителә. 1820 йылда ҡорос менән никель иретмәһе буйынса бер нисә һынау үткәрә. Был эш тутыҡмай торған ҡорос уйлап табылды, тип билдәләнә һәм ул ваҡыттағы металлургтарҙы ҡыҙыҡһындыра. 1821 йылда токтың магнит тирәләй һәм магниттың ток тирәләй хәрәкәте тураһында хеҙмәттәрен нәшер итә һэм ғөмүмән 40-ҡа яҡын хеҙмәт яҙа. 1824 йылда шыйыҡ хәлдә хлор алыуға ирешә, ә 1825 йылда, ХХ быуатта төрлө инсектицидтарҙа файҙаланылған, гексохлоран синтезлай. Әкренләп электромагнетизм менән мауыға башлай. 1820 йылда Х. Эрстед электр тогының магнит көсө барлығын асҡас, Фарадей электр һәм магнит менән мауыға. 1822 йылда көндәлегендә «магнитизмды электрға әйләндерергә» тигән яҙма барлыҡҡа килә. 1831 йылда электр үткәргес сым магнит майҙанында хәрәкәт иткәндә электр тогы барлыҡҡа килә, йәғни электромагнит индкцияһы тигән күренеште аса. 1832 йылда яңы фән бүеге электорхимия нигеҙендәге электрохимик закондарҙы аса. Короллек йәмғиәтенә һайланыу. 1824 йылда Дэви менән мөнәсәбәте боҙола, уның ҡаршылығына ҡарамаҫтан Фарадейҙы Короллек йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, Дэви иң әһәмиәтле асыш «Фаралей асышы» тип билдәләй, ә Фарадей Дэвины «бөйөк кеше» тип иҫәпләй. Бер йылдан һуң Короллек институтының лаборатория директоры итеп билдәләнә, 1827 йылда кафедра профессоры итеп тәғәйенләнә. Ҡаҙан (ҡала). Ҡазан (шулай уҡ Ҡаҙан,) – Татарстан Республикаһының башҡалаһы. Рәсәйҙең Иҙел буйында ҙур иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси үҙәк. Халыҡ һаны. Ҡазанда торған халыҡ һаны – 1,130 млн кеше, майҙаны – 425,3 км². Ҡала халҡының үҫеше түбәндәге теҙемдә күрһәтелгән. Милли состав. Ҡазан – күпмилләтле ҡала. Унда татарҙар, урыҫтар, сыуаштар һәм башҡа милләттәр йәшәй. Дин. Казанда төрлө дин вәкилдәре йәшәй. Мосолмандар һәм православ христиандар күпселеген тәшкил итә. Шулай уҡ католиклар, йәһүҙиләр һ. б. дин вәкилдәре бар. Мэр. Ҡала менән мэр идара итә. 2005 йылдың 17 ноябренән был вазифаны Илсур Метшин башҡара. Тимер юлы вокзалы. Вокзал комплексы ҡала үҙәгендә урынлашҡан.Йылына вокзал аша 8 миллион кеше үтеп тора. Юғары уҡыу йорттары. Ҡазанда 55 юғары уҡыу йорто эшләй. Ҡазан дәүләт университеты. 1804 йылдың 17 ноябрендә нигеҙләнгән. Тамамлаған студенттары араһында — С. Т. Аксаков, М. А. Балакирев, П. И. Мельников-Печерский, Лев Толстой, В. И. Ульянов-Ленин, В. Хлебников. Хәҙерге ваҡытта университетҡа 14 факультет, А. М. Бутлеров исемендәге Химик институты, көнсығыш телдәр институты, тел институты, Яр Саллы һәм Зеленодольск ҡалаларындағы ике филиалын инә. Ҡазан Авиация Университеты. 9 факультет, 58 кафедра, 57 лаборатория, 10 фәнни-техник үҙәк, 3 НИИ инә. Университетта 15 мең студент уҡый. Ғәлиәсғәр Камал исемендәге Татар дәүләт академик театры. Театр 1906-сы йылдың 22 декабрендә асылган.Хәҙерге бинаһында 1987 йылдан урынлашҡан. Ҡырымтатар теле. Ҡырымтатар теле () - ҡырымтатар халҡының милли теле. Хәҙер ул урыҫ һәм украин теле менән бер рәттән Украиналағы Ҡырым Автономиялы Республикаһының рәсми теле. Шулай ул Үзбәкстанда, Болгарияла, Төркиәлә, Румынияла һ.б. илдәрҙә ҡырымтатар диаспораһында ҡулланылған тел. Ташыусылар һаны. Хәҙерге ваҡытта яҡынса 260 000 ҡырымтатар Ҡырымда йәшәй, ә 140 000-150 000 тирәһе Урта Азияла (Үзбәкстанда һ.б.илдәрҙә) йәшәй. Сама менән Төркиәлә 5 миллион ҡырымтатар ғаиләһе бар (ҡырымтатарҙар Төркиәгә XIX-XX б. эмиграция ителгән). Ҡырымтатар диаспоралары Румынияла (24 000 кеше), Болгарияла (3 000 кеше), Польшала, Финляндияла, АҠШта бар. Диалекттар. Ҡырымтатар халҡының теле өс диалектҡа бүленә. Ноғай йәки Дала яғы этнолекты - ҡыпсаҡ төркөмдә, Ялыбойлу () йәки Көньяҡ яр буйы этнолекты - оғуз төркөмөнә һәм хәҙерге әҙәби тел нигеҙе Урта Ҡырым диалекты —оғуз төркөмөнә инә. Имлә. Хәҙер Ҡырымда ҡырымтатар теленең рәсми әлифбаһы - латин әлифбаһы. Ләкин совет ваҡытында кирил әлифбаһы ҡулланылған. Исем. Исемдең грамматик категориялары: һан, килеш, эйәлек заты, хәбәрлек (предикативлыҡ). Латин әлифбаһында. Bir zamanda bar eken, bir zamanda yoq eken. Bir padişalıqta Asan degen adam bar eken. Bu Asannıñ da Üsein degen bir oğlu bar eken. Üseinniñ zenaatı dağdan kiyik ayvanlarnı avlap özüne keçiniş çıqara eken. Künlerden bir kün, er vaqıtki kibi, Üsein öz oqunı alıp avlanmağa ketken. Çoq vaqıt dağ içinde dolaşsa da urmağa bir quş bile tapamağan. Üsein artıq ümütini kesip başlağan, bir vaqıtta bir terekniñ üstünde daa dünyada misli körülmegen acayip bir quş körgen. Üsein oqnıñ cayını çekip, quşnı közlep atqan. Qanatından urıp yaralağan. Quşnı urdım bellep almağa çapıp barğanda, acayip quş insan kibi söylenmege başlağan. — Ey, merametli avcı, saña yalvaram, meni öldürme. Menim canımı bağışla, belki seniñ bir keregine yararım. Кирил әлифбаһында. Бир заманда бар экен, бир заманда ёкъ экен. Бир падишалыкъта Асан деген адам бар экен. Бу Асаннынъ да Усеин деген бир огълу бар экен. Усеиннинъ зенааты дагъдан кийик айванларны авлап озюне кечиниш чыкъара экен. Куньлерден бир кунь, эр вакъытки киби, Усеин озь окъуны алып авланмагъа кеткен. Чокъ вакъыт дагъ ичинде долашса да урмагъа бир къуш биле тапамагъан. Усеин артыкъ умютини кесип башлагъан, бир вакъытта бир терекнинъ устюнде даа дюньяда мисли корюльмеген аджайип бир къуш корьген. Усеин окънынъ джайыны чекип, къушны козьлеп аткъан. Къанатындан урып яралагъан. Къушны урдым беллеп алмагъа чапып баргъанда, аджайип къуш инсан киби сёйленмеге башлагъан. — Эй, мераметли авджы, санъа ялварам, мени ольдюрме. Меним джанымы багъышла, бельки сенинъ бир керегине ярарым. Кирил фонетик транскрипцияһы. бір заманда́ ба́рэкен | бір заманда́ йо́ғэкен | бір падішалықта́ аса́ндеген ада́м-барэкен || бу асаны́ңда үсеи́ндеген біроғлу́ ба́рэкен || үсеинни́ң зенааты́ дарға́н кийи́гайванларны авла́п өзүне́ кечини́ш чықара́экен || күнл'ерденбиркүн | э́рвақыт-киби́ үсеи́н өз'оқуны́ алы́п авланмаға́кетке́н || чо́қвақы́т да́ғичинде долашса́да урмаға́ бірқу́шбил'е́ тапа́маған || үсеи́н а́ртық үмүтини́ кеси́ббалшаған | бірвақытта́ бір терекні́ңүстүнде́ даа дүн'йада́ мисл'и́ көрү́л'меген ажайи́ббірқу́ш көрге́н || үсеи́н оқны́ңҗайыны́ чеки́п қушны́ көзл'е́патқа́н || қанатында́н уры́пйаралаға́н || қушны́ урды́мбел'л'е́п алмаға́ чапы́ббарғанда́ | аҗайипқу́ш инса́нгиби́ сөйл'енмеге́ башланға́н || эймераметл'і́ авҗы́ | саңа́йалвара́м | мені өл'дү́рме || мені́мҗанымы́ бағышла́ | бе́л'ки сени́ң бір керегине́йара́рым || Урыҫ тәржемәһе. Было ли то или не было, а в одном царстве жил человек по имени Асан. А у того Асана был сын по имени Усеин. Усеин занимался тем, что охотился в горах (в лесах) (букв. на дичь) и этим жил. Однажды, как и обычно, Усеин, взяв лук, пошел на охоту. Хоть и долго бродил он в горах (в лесу), но но смог найти даже птицы, которую можно было бы убить. Усеин начал было уже терять надежду, как вдруг увидел на дереве еще не виданную на свете чудесную птицу. Усеин натянул тетиву лука, прицелился и выстрелил, ранив ее в крыло. Когда он побежал за птицей, думая, что убил ее, чудесная птица заговорила по-человечески: «О милосердный охотник! Умоляю, не убивай меня. Оставь мне жизнь, может быть я тебе (еще) пригожусь». Ҡырымтатар теле һәм төрөк теле. Ҡырымтатар теле һәм төрөк теле бик яҡын. Халыҡ-ара фонетик алфавит. Халыҡ-ара фонетик алфавит ("ХАФӘ"), фр. "Alphabet Phonétique International, API", — бөтә донъя телдәрендә фонетик транскрипция өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. Был транскрипция системаһында латин алфавиты ҡулланыла. Төрөкмән имләһе. Төрөкмән имләһе — төрөкмән телендә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. 1929. a aa b c ç d e ә f g ƣ h i ii j k ʟ m n ŋ o oo ө өө p q r s ş t u uu v x y yy z ƶ ь ьь 1930—1934. a b c ç d e ә f g ƣ h i j k ʟ m n ŋ o ө p q r s ş t u v x y z ƶ ь 1934—1936. a b c ç d e ә f g h i j k ʟ m n ŋ o ө p r s ş t u v x y z ƶ ь 1936—1939. a b c ç d e ә f g h i j k ʟ m n ŋ o ө p r s ş t u v y z ƶ ь Кирил. Аа Бб Вв Гг Дд Ее Ёё Әә Жж Җҗ Зз Ии Йй Кк Лл Мм Нн Ңң Оо Өө Пп Рр Сс Тт Уу Үү Фф Хх Цц Шш Щщ Ьь Ыы Ъъ Ээ Юю Яя 1992—1993. Aa Bb Cc Dd Ee Ea ea Ff Gg Hh Ii Jj Jh jh Kk Ll Mm Nn Ng ng Oo Qq Pp Rr Ss Sh sh Tt Uu Vv Ww Xx Yy Zz 1993. Aa Bb Çç Dd Ee Ää Ff Gg Hh Ii Jj £ ɾ Kk Ll Mm Nn Ññ Oo Pp Rr Ss $¢ Tt Uu Üü Ww Yy Ұÿ Zz Хәзерге. Aa Bb Çç Dd Ee Ää Ff Gg Hh Ii Jj Žž Kk Ll Mm Nn Ňň Oo Öö Pp Rr Ss Şş Tt Uu Üü Ww Yy Ýý Zz Идиш. Идиш (үҙатамаһы, йәһүдтәр тарафынан шулай уҡ, йәғни "әсәй/ҡатын-ҡыҙ теле") — герман төркөмөндәге йәһүд теле. Был телдә 1.5 миллион йәһүд һөйләшә һәм уны бөтә донъяла 3 142 560 кеше белә. Был телдә ашкеназ йәһүдтәре һөйләшә (йәһүд, инглиз һ.б. телдәр менән бер рәттән). Поляк теле. Поляк теле — Һиндевропа тел ғаиләһендәге көнбайыш славяндарҙың Лех төркөмөнә ингән поляктарҙың теле. Поляк теле чех, словак, помор, лужи, полаб телдәренә яҡын. Поляк теле Польшала 38 миллион кешенең, донъяла 40 миллион кешенең тыуған теле. Әлифба. "Ҡарағыҙ": Поляк имләһе Хәҙерге поляк әлифбаһы 32 хәрефтән тора. A, Ą, B, C, Ć, D, E, Ę, F, G, H, I, J, K, L, Ł, M, N, Ń, O, Ó, P, R, S, Ś, T, U, W, Y, Z, Ź, Ż. Роберт Шуман. Роберт Шуман, (1810 й. 8 һатай/июнь, Цвиккау ҡалаһы — 1856 й. 29 майай/июль, Эндених ҡалаһы) — немец (саксон) композиторы, пианисы, дирижёры. Вольфганг Амадей Моцарт. Вольфганг Амадей Моцарт (, тулы исеме — Йога́нн Хризосто́м Вольфганг Теофи́л Мо́царт, 1856 йылдың 27 Һыуығай/Ғинуар көнө, Зальцбург ҡалаһы, Зальцбург архиепископлығы, Изге Рим Империяһы — 1791 йылдың 5 Декабрь (Аҡъюлай) көнө, Вена ҡалаһы, Изге Рим Империяһы) — Австрияның иң күренекле композиторҙарҙың береһе, дирижёр. Шулай уҡ ул виртуоз ҡумыҙсы, клавесинсы, органсы ине. Пушкин, Александр Сергей улы. Александр Сергей улы Пушкин () — бөйөк урыҫ шағиры, яҙыусы, драматург, урыҫ әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Фәндәр Академияһының ағзаһы. Псевдонимдар. Пушкиндың бер нисә псевдонимы булған: Александр НКШП, Иван Петрович Белкин, Феофилакт Косичкин (журналдарҙа), P., Ст. Арз. (Старый Арзамасец), А. Б. Сефард теле. Сефард теле (башҡа исемдәр: "ладино теле, йәһүд-испан теле, спаньоль, джудезмо, хебронео") — ибер-роман төркөмөнә ингән сефард йәһүддәрҙәң теле. Был телдең баш нигеҙе — боронғо йәһүд-кастиль диалекты. Был телдең үҙ имлә системаһын ҡулланыла. Исаак Ньютон. Сэр Исаа́к Нью́тон (, 1752 йылға тиклем ғәмәлдә булған Юлиан календары буйынса 1642 йылдың 25 декабрендә тыуған, 1727 йылдың 20 мартында вафат булған, йәки Григориан календары буйынса 1643 йылдың 4 мартында тыуған, 1727 йылдың 31 мартында вафат булған) — инглиз физигы, математигы һәм астрономы, классик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Тәбиғи фәлсәфәнең математик нигеҙе» тигән хеҙмәттә бөтә донъя тартылышы законын һәм механиканың өс законын асып, классик механикаға нигеҙ һала. Бала сағы. Исаак Ньютон граждандар һуғышы башланыр алдынан, Галилео Галилей үлгән йылда Вульстроп ауылында (, Линкольншир графлығында) хәлле ваҡ фермер ғаиләһендә донъяға килә. Ньютондың атаһы улы тыуғансы выфат була. Малай сирле, ваҡытынан алда тыуа. Бер аҙна ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала, уны суҡындырырға ла баҙнат итмәйҙәр. Әммә малай иҫән ҡала, һәм уға атаһының хөрмәтенә Исаак тип исем ҡушалар. Һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан, ул 84 йыл йәшәй. Ньютон үҙенең сығышын Шотландия дворяндарынан тип иҫәпләй, әммә тарихсылар уның ата-бабалары 1524 йылда ярлы крәҫтиән булыуҙарын асыҡлай. 1646 йылда уның әсәһе Анна Эйсской () 63 йәшлек тол иргә кейәүгә сыға, уларҙың өс балаһы була, һәм унда Исаак ҡайғыһы булмай. Әсәһе яғынан бабаһы Уильям Эйской уның ҡурсалаусыһы була. Бала сағында Ньютон аралашмаусан, йомоҡ һәм һөйләшмәҫ була, китап уҡырға һәм төрлө техник уйынсыҡтар эшләргә ярата: ҡояш сәғәте, һыу сәғәте, тирмән һ.б. Ул үҙен яңғыҙ тип хис итә. 1653 йылда үгәй атаһы үлгәс, уның ҡалған мираҫын әсәһе Исаакҡа яҙҙыра. 1655 йылда Исаакты йыраҡ булмаған мәктәпкә бирәләр, бында ул аптекарь Кларк өйөндә йәшәй. Бында ул үҙенең ғәҙәттән тыш һәләтле булыуын күрһәтә, әммә 1659 йылда әсәһе алып ҡайтып 16 йәшлек үҫмергә йорт эштәрен йөкмәтергә маташа. Тырышыу уңышһыҙ булып сыға — Исаак китап уҡыу һәм төрлө механизмдар төҙөүҙе хуп күрә. Уның һәләтен күреп, уҡытыусылар һәм туғандары Исаактың Кембридж университетында уҡыуын дауам итеүенә ирешәләр. Ó (латин хәрефе). Ó, ó — латин хәрефе. Был хәреф фарер, венгер, исланд, кашуб, поляк, чех, словак һәм лужи әлифбаларында ҡулланыла. Был хәреф шулай уҡ каталан, ирлан, окситан, португаль, испан һәм вьетнам телдәрендә о хәрефенең варианты итеп һәм инглиз телендә ҡулланыла. Тел белеме. Лингвистика (— тел), — донъя телдәре өйрәнеүсе фән комплексы. Лужков, Юрий Михаил улы. Ю́рий Михаи́л улы Лужко́в () — 1992 йылдан 2010 сентябренәсә Мәскәү ҡала хәкимиәте башлығы. 1936 йылдың 21 Сентябрь (Һарысай) көнөндә тыуған. Израиль. Изра́иль, рәсми исеме — Израиль Дәүләте, ғәр. — Азиялағы дәүләт. Бөйөк депрессия. Бөйөк депрессия () - Икенсе донъя һуғышына тиклемге ун йыллыҡта һуҙылған донъя кимәлендәге иҡтисади рецессия. Бөйөк депрессия төрлө илдә төрлө ваҡытҡа тура килеп, күп илдәрҙә башлыса 1929 йылдар тирәһендә башлана, 1930 йылдарҙың аҙағында, 1940 йылдарҙың башында тамамлана. Ул 20-се быуаттағы иң оҙон, донъя буйлап иң ныҡ таралған, иң тәрән депрессия була. Рецессия Америка Ҡушма Штаттарында 1929 йылдың 29 октябрендә фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүенән башлана (был көн Ҡара шишәмбе исеме аҫтында билдәле), һәм тиҙ арала донъяның һәр иленә тиерлек тарала. Ул башлыса Көнбайыш Европаның үҫешкән илдәренә ҡағыла, сәнәғәт, ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа төшә, эшһеҙлек кимәле күпкә арта. Ҡайһы бер илдәр 1930 йылдың урталарына аяҡҡа баҫа башлай, әммә күпселек илдәрҙә рецессия Икенсе донъя һуғышына тиклем дауам итә. Бөйөк депрессияның башланыуы. 1929 йылдың 29 октябрендә Америка Ҡушма Штаттарының Уолл-Стрит фонд биржаһында акциялар хаҡы ҡырҡа төшә, артабан был көндө Ҡара шишәмбе тип атайҙар. Тарихсылар йыш ҡына Бөйөк депрессияның башланыуын ошо ваҡиға менән бәйләй. Әммә күптәр быны кире ҡағып, фонд биржаһындағы хәлде Бөйөк депрессияның сәбәбе итеп түгел, ә һөҙөмтәһе итеп билдәләй. Хатта 1929 йылдағы Уолл-Стрит ваҡиғаһынан һуң да күпмелер ваҡыт иҡтисади хәлдең яйланыуына ышаныс һаҡлана. Фонд биржаларының эшмәкәрлеге 1930 йылдарҙың башында тергеҙелә һәм 1929 йылдың апреле кимәленә әйләнеп ҡайта, был 1929 йылдың сентябре кимәленән 30 процентҡа тиерлек ҡайтыш була. Килемдәрен акцияларҙа тотҡан кешеләр байтаҡ аҡса юғалта. Улар артынса банктар юҡҡа сыға башлай - уларҙан аҡса алып тороп акция һатып алыусылар бурыстарын ҡайтара алмай. Бынан тыш, банктарҙың ябылыуынан ҡурҡҡан халыҡ депозиттарҙа һаҡлаған аҡсаларын кире ала башлай, был банктарҙың артабан юҡҡа сығыуына килтерә. Банктарҙың ярҙамынан яҙған ойошмалар ябыла, кешеләр күпләп эшһеҙ ҡала башлай. Халыҡтың һатып алыу мөмкилеге ҡырҡа кәмей, ауыл хужалығы, сәнәғәт тауарҙары һәм башҡа төр тауарҙарға хаҡтар төшә. 1930 йылдың аҙағынан иҡтисади хәл туҡтауһыҙ насарая, был 1933 йылдың мартына тиклем дауам итә. Сәбәбтәре. Рецессия баҙарға сығарылған тауарҙар һәм уларҙы һалып алыу күләме араһында булған тигеҙһеҙлек арҡаһында ғәҙәттә була торған хәл. Башлыса тыныс һәм ҡыҫҡа үтеүсән рецессияның ни сәбәптән тәрән һәм оҙайлы депрессияға әйләнеүе ҡыҙыҡһыныу һәм бәхәстәр нигеҙе булып тора. Был депрессияның башланыу сәбәптәрен эҙләү буласаҡ депрессияларҙы нисек булдырмаҫҡа тигән һорау менән тығыҙ бәйле. Төп һорауҙарҙың береһе – депрессия башланыныуына нығыраҡ ирекле баҙар сәйәсәтеме, әллә банктар һәм аҡса әйләнешен дәүләт ҡарамағына алыу өсөн үткәрелгән саралар йоғонто яһағанмы? Дәүләттең иҡтисад үҫешендә роле ҙур булыуына ышаныусылар ирекле баҙарҙы, ә ирекле баҙарға ышаныусылар хакимиәтте ғәйепле итеп күрә. Йәшәп килгән теориялар өс төп төргә бүленә ала. Беренсеһе - монетаристар, улар улар Бөйөк депрессия ғәҙәти рецессия булараҡ башлана, әммә яңылыш монетар сәйәсәт арҡаһында ҡулланыуҙа булған аҡса күләме кәмей һәм был рецессияның тәрәнәйенеүенә килтерә, тип иҫәпләй. Был ҡараш буйынса, әгәр Американың Федераль резерв системаһы ваҡытында банктарға ярҙам күрһәтһә, улар күпләп банкротҡа әйләнеүҙән туҡтар ине. Икенсе төркөмдә Кейнсиан теорияһы айырыуса мөһим. Был теория буйынса, сәнәғәт үҫешкән һайын, баҙарҙа яңы тауарҙар арта бара, әммә халыҡтың һатып алыу мөмкиллеке үҙгәрмәй, был дефляцияға - хаҡтарҙың төшөүенә килтерә. Һөҙөмтәлә, банктар һәм сәнәғәт ойошмалары юҡҡа сыға, иҡтисад үҫеше туҡтай. Был төркөмгә шулай уҡ донъя баҙары тарҡалыуын, инвестицияларҙың кәрәк кимәлдән артыуын, банкирҙарҙың спекулятив сәйәсәт алып барыуын, хакимиәт башлыҡтарының белдекһеҙлеген төп сәбәп итеп күреүселәр керә. Ахырҙа, был ике теорияның аңлатмаһын тулыһынса ҡабул итмәгән йә иһә бөтөнләй кире ҡаҡҡан төрлө теориялар йәшәп килә. Мәҫәлән, яңы классик макроэкономистар дәүләттең иҡтисадты үҙ ҡарамағы аҫтына алыуы баҙарҙың ирекле үҫешенә ҡамасаулай, был депрессияның оҙаҡҡа һуҙылыуына килтерә, ә профсоюздар барлыҡҡа килеүе эшһеҙлек үҫешенә булышлыҡ итә, тип иҫәпләй. Марксистар көрсөк башланыуында капиталистик ҡоролоштоң үҙен ғәйепләй. Алтын стандарт. Ул ваҡытта әйләнештәге аҡса күләме алтын запастарына бәйле була, был монетар система Алтын стандарт тип атала. Аҡса күләмен арттырыу өсөн, депрессияға ҡаршы сара итеп Алтын стандарттан баш тарталар. Төрлө ил төрлө ваҡытта был монетар системаны ҡулланыуҙан туҡтай, һәм төрлө илгә был төрлөсә йоғонто яһай. 1931 йылда Бөйөк Британия иң тәүге булып Алтын стандарттан баш тарта. Шул уҡ йылда Япония, Скандинавия, башҡа илдәр - улар араһында Италия, АҠШ - 1932, 1933 йылдарҙа баш тарта. Ә Франция башлығында Польша, Бельгия һәм Швейцария 1935-1936 йылдарға тиклем стандартты һаҡлап килә, был илдәрҙе "алтын блок" тип атайҙар. Артабанғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ни тиклем теге йәки был ил иртәрәк Алтын стандартты ҡулланыуҙан туҡтаған, шул тиклем ул депрессиянан иртәрәк сыҡҡан. Мәҫәлән, Бөйөк Британия һәм Скандинавия, 1931 йылда стандарттан баш тартып, Бельгия һәм Франциянан күпкә иртәрәк депрессиянан сыға башлаған. Ҡытай һымаҡ көмөш стандарт тотҡан илдәрҙе депрессия бөтөнләй ҡағылмай тиерлек. АҠШ. 1910–1960 йылдарҙа АҠШ-та эшһеҙлек кимәле. АҠШ-та рецессия 1929 йылдың авгусында уҡ башлана. Сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар 1930 йылдан 80 процентҡа, ауыл хужалығы тауарҙарына - 53 процентҡа төшә. Президент Герберт Гувер депрессияға ҡаршы төрлө программаларҙы ғәмәлгә керетә башлай, әммә уларҙың барыһы ла тиерлек уңышһыҙлыҡа килтерә. 1930 йылдың июнендә Конгресс Смут-Хоули тариф актын раҫлай, был акт буйынса ситтән индерелгән тауарҙарға тариф күтәрелә. Был акттың төп маҡсаты - сит ил тауарҙарҙың хаҡын күтәреп, Америкала етештерелгән тауарҙар һатыу күләмен арттырыу була. Быға яуап итеп, бүтән илдәр Америка тауарҙарына тарифты күтәрә, был донъя баҙарын ҡаҡшатып, депрессияның көсәйеүенә килтерә. 1933 йылдың башына эшһеҙлек 25 процентҡа барып етә, өс йыл эсендә 13 миллиондан артыҡ кеше эшһеҙ ҡала. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар ҡырҡа кәмей, 5000-дән артыҡ банк тарҡала, ә депозитта аҡса һаҡлаусылар 2 миллиард доллар аҡса юғалта. Был кешеләрҙең банктарға ышанысын юғалта, улар тиҙ арала аҡсаларын кире ала башлай. Тере ҡалған банктар иһә бурысҡа биреүҙе туҡтатып, аҡсаларын һаҡлап ҡалырға тырыша. Шулай итеп, банк системаһы бөтөнләй эшләүҙән туҡтай. Президент Гувер һәм Конгресс тимер юлдары, финанс институттарға, артабан ауыл хужалыҡтарына, йәмәғәт эштәренә ярҙам күрһәтеү өсөн Финанс тергеҙеү корпорацияһы булдыра, яңы өйҙәр төҙөүгә булышлыҡ итеү өсөн Федераль торлаҡ банкы актын ҡабул итә. Әммә иҡтисад күрһәткестәре кәмегәндән-кәмей бара, хаҡтар төшөүен дауам итә, эш менән тәьмин итеү насарая, был сәйәси үҙгәрешкә килтерә, - 1932 йылда президентлыҡ Франклин Рузвельт ҡулына күсә. Рузвельт Яңы курс тип аталған реформалар теҙмәһен башлай. 1933 йылда ҡабул ителгән Ҡиммәтле ҡағыҙҙар акты ҡиммәтле ҡағыҙҙар әйләнешен төрлө яҡлап контроль аҫтына ала. Гласс-Стигалл законы һәм Федераль депозиттар страховкалау корпорацияһы банк депозиттарын страховкалауҙы үҙ өҫтөнә ала. Шул ваҡытта барлыҡҡа килгән Милли тергеҙеү админстрацияһының законлы булыуы әлегәсә бәхәсле булып килә. Ул Америка иҡтисадына күп ҡәтғи үҙгәрештәр индерә, дәүләт ролен күп өлкәлә ҙурайта. Милли тергеҙеү администрацияһы аша "ғәҙел конкуренция" программаһы үткәрелә. Был программа буйынса бер категориялағы эшселәргә бер үк эш хаҡы, шулай уҡ минималь эш хаҡының күләме билдәләнә. Әммә 1935 йылда АҠШ-тың Юғары суды ҡарары менән, Конституцияға ярашһыҙ тип иҫәпләнеп, Милли тергеҙеү администрацияһы тарҡатыла. 1933 йылда Ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтарҙы яйға һалыу акты ҡабул ителә. Был акт буйынса хаҡтарҙы күтәреү өсөн сәсеү майҙандары, мал иҫәбе кәметелә. Был реформалар, ярҙам һәм тергеҙеү саралары менән бергә Беренсе яңы йүнәлеште тәшкил итә. 1935 йылда Икенсе яңы йүнәлеш эш менән тәьмин итеү, Милли эшлекле мөнәсәбәттәр буйынса идаралыҡ аша профсоюздар үҫешенә булышлыҡ итеү программаларын да үҙ эсенә ала. Үткәрелгән программалар бюджеттан күп аҡса сарыфлауҙы талап итә. 1936 йылға төп иҡтисади күрһәткестәр, эшһеҙлекте иҫәпкә алмағанда, 1920 йыл аҙаҡтары кимәленә ҡайта. Эшһеҙлек иһә 11% тәшкил итә, әммә был һан да 1933 йылғы 25% кимәле менән сағыштырғанда яҡшыраҡ һөҙөмтә була. 1937 йылдың июнендә Рузвельт хакимиәте федераль бюджетты ҡайтанан тулыландырыу өсөн сарыф итеүҙе кәметә һәм һалымдарҙы арттыра. Һөҙөмтәлә, 1938 йылдың аҙағынаса тиерлек Америка иҡтисады кире түбән төшә башлай. Сәнәғәт тауарҙары етештереү һаны биш ай эсендә 30 процентҡа тиерлек, киң ҡулланыу тауарҙары етештереү һаны унан да нығыраҡ кәмей. Эшһеҙлек кимәле 1938 йылға 19% тәшкил итеп, 5 миллиондан 12 миллионға тиклем күтәрелә. 1938 йылдың майына хаҡтар күтәрелә, эш менән тәьмин итеү яҡшыра, 1938 йылдың июненән сәнәғәт тауарҙары етештереү үҫә башлай. Бөйөк Британия. 1930 йылдың аҙағына Бөйөк Британияла эшһеҙлек 1 миллиондан 2,5 миллионға тиклем арта, экспорт 50 процентҡа кәмей. Ҡайһы бер төньяҡ ҡалаларҙа эшһеҙлек 70 процентҡа тиклем барып етә. Эшһеҙ ҡалған халыҡ 1920-1930 йылдар дауамында аслыҡ марштары ойоштора, был марштарҙың иң ҙуры 1932 йылдың сентябре-октябрендә Милли аслыҡ маршы исеме аҫтында үтә. Тәү осорҙа хакимиәттә көрсөктән сығыу юлдарына ҡағылышлы берҙәм йүнәлеш булмай. Һайлау ваҡытындағы вәғәҙәләрҙе тотоу өсөн, эшһеҙҙәр һәм аҙ мөлкәтле халыҡ мөлкәтлеләргә һалым арттырыу ярҙамында тәьмин ителә. Был аҙаҡҡыларҙың ҡаршылығына килтерә. Һөҙөмтәлә төрлө һалымдар арттырылып, социаль өлкәлә эшләүселәргә, дәүләт эшмәкәрҙәренә эш хаҡы түләү, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләүҙәр ҡырҡа кәметелә. Депрессиянан сығыу өсөн иң мөһим аҙым 1931 йылда яһала - Британия Алтын стандарттан баш тарта. Был фунттың девальвацияһына килтерә. Бөйөк Британия артынса Скандинавия, Голландия, Португалия, Аргентина, Бразилия һәм башҡа илдәр, Британияның колониялары Алтын стандарттан баш тартырға мәжбүр була. Шулай итеп, Англия тауарҙары донъя баҙарында хаҡы түбәнәйеүе арҡаһында үтемлерәк була башлай. Ошо һәм бүтән көрсөккә ҡаршы саралар ярҙамында 1933 йылдың аҙағына Англия депрессиянан сыға. 1934 йылда уҡ бюджет сәйәсәте яйлана, эш хаҡтары арта, эшһеҙлек буйынса пособиелар түләнә башлай, һалымдар кәметелә. Франция. Францияға иҡтисади көрсөк һуңыраҡ ҡағыла, әммә оҙайлыраҡ һәм тәрәнерәк бара. Төрлө сәйәси көстәр араһында барған ныҡлы көрәш депрессияға ҡаршы көрәш үҙенсәлектәренә һәм көрсөктөң оҙаҡ дауам итеүенә йоғонто яһай. 1934 йылдың февралдендә фашистар хәрәкәте социалистар һәм коммунистар тарафынан баҫыла. Был Милли фронтҡа берләшкән социалистар һәм коммунистарҙың йоғонтоһо көсәйеүенә, хакимиәттең абруйы төшөүенә килтерә. 1936 йылдың 4 июлендә Милли фронттың беренсе хакимиәте булдырыла, 7 июлдә эшҡыуарҙар менән эш хаҡын күтәреү, профсоюздарҙы законлы тип таныу тураһында килешеү төҙөлә. Был килешеү буйынса шулай уҡ аҙнаһына 40 эш сәғәте булдырылырға, түләүле ял бирелергә тейеш була. Был Милли фронтты яҡлап эшсе хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә. Әммә социалдарҙың был сәйәсәте арҡаһында капитал илдән ситкә сыға башлай, һөҙөмтәлә етештереү кимәле артабан нығыраҡ кәмей. Социалистар Милли фронт программаһының талаптарын йомшартырға мәжбүр була. Көрсөккә ҡаршы сараларҙың эҙмә-эҙлекһеҙ булыуы Милли фронт эсендә тарҡалыуға килтерә, программа үҙе лә үҙгәреш кисерә. 1938 йылдың апрелендә ойошторолған Эдуард Даадье хакимиәте Милли фронт программаһынан тулыһынса баш тарта. Көрсөктән сығыу буйынса дөйөм программа юҡлығы арҡаһында Францияның иҡтисади хәле 30-сы йылдарҙың аҙағынаса тотороҡһоҙ ҡала. Шул арҡала Франция донъя баҙарында тотҡан урыны ҡайтыш була. Икенсе донъя һуғышы алдынан ғына, хәрби төҙөлөш башланғас, Франция иҡтисады яйға һалына башлай. Германия. Германияның Беренсе донъя һуғышында еңелеүе, уның һуғыштан һуң иҡтисади йәһәттән көсһөҙ булыуы, депрессияның был илдә тәрәнерәк һәм оҙайлыраҡ барыуына килтерә. Иҡтисади көрсөк бында 1929 йылдың башында уҡ башлана. Һуғыш ваҡытындағы сығымдарҙы ҡаплау өсөн Германия Версаль килешеүе буйынса ҙур күләмдә аҡса түләргә тейеш була. Был мәсьәләне хәл итер өсөн хөкүмәт ҙур күләмдә аҡса баҫып сығара башлай, был гиперинфляцияға килтерә. Германияны һуғыштан һуң тергеҙеү өсөн бирелгән бурыстарҙы сит илдәр 1929 йылдың ноябрендә кире ҡайтарырға мәжбүр итә. Донъя баҙарының ҡаҡшауы был ауыр хәлдән сығыу юлын бөтөнләй киҫә. Ойошмалар күпләп юҡҡа сыға, кешеләр эшһеҙ ҡала башлай. 1932 йылда көрсөк иң түбән нөктәгә етә, 68 мең ойошма тарҡала, банк сфераһы ҡыйрала, эшһеҙлек 8 миллион кешегә тиклем барып етә. Вермар республикаһының көрсөккә ҡаршы тора алмауы, социаль ҡаршылыҡтарҙың киҫкенләшеүе, бүтән ил башлыҡтарының Германияның эске хәленә ғәмһеҙлеге 1933 йылда власҡа национал-социалистар килеүенә булышлыҡ итә. Артабан был режим фашизм исеме ала. Национал-социалистарҙың илде көрсөктән сығарыу саралары киҫкен алып барыла, иҡтисадты үҫеш юлына баҫтырыуҙан тыш, юғалтылған ерҙәрҙе, донъя баҙарында үҙ урынын ҡайтарыуҙы, илдең сиктәрен артабан киңәйтеү, бөтә донъяны буйһондороуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был йүнәлеш илде көрсөктән сығарыу ысулдарын билдәләй, улар араһында иң мөһиме - милли хужалыҡты милитарлаштырыу булып тора. Ҡабул ителгән закондар теҙмәһе сәнәғәт хужалыҡтарының күбеһен дәүләт идараһы аҫтында тоторға мөмкинлек бирә. Етештерелә торған тауарҙарҙың төрө, күләме, хаҡы һымаҡ төп иҡтисади һорауҙар хәҙер дәүләт тарафынан билдәләнә. 1936 йылда бөтә Германия иҡтисадын хәрби юлға баҫтырыу планын бойомға ашырыу буйынса идаралыҡ булдырыла. Гитлерҙың власҡа килеүенә эшһеҙлек 30 процент тәшкил итә. Эшһеҙлекте кәметеү өсөн халыҡ хәрби етештереү өлкәһенә ылыҡтырыла, эшһеҙҙәрҙең күп өлөшө хәрби сафҡа саҡырыла. Милли хеҙмәтте ойоштороу тураһында закон мәжбүри хеҙмәт булдырыуға булышлыҡ итә. Профсоюздар юҡҡа сыға, эшселәрҙең хоҡуғы тулыһынса юҡ ителә, эшселәр күпме сәғәт эшләргә ҡушалар, шунса эшләргә тейеш булалар. Был йүнәлеш Германия өсөн файҙалы булып сыға һәм ул 1934 йыл эсендә көрсөктән сығып, тиҙ арала үҫеш юлына баҫа. 1935 йылдан иҡтисадты хәрби йүнәлешкә баҫтырыу бигерәк тә ҙур көс менән алып барыла. Химия, авиация, металлургия өлкәләренә тулыһынса һуғышҡа әҙерлек мәсьәләләре йөкмәтелә. Сит илдәр менән һатыу итеү өсөн Гитлер һуғыш менән янау ысулын ҡуллана. Көньяҡ һәм Көньяҡ-көнсығыш Европа илдәренә янап, ул үҙенә кәрәк тауарҙарҙы немец тауарҙарына алмашыуға ирешә. Гитлер биш йыл тыныслыҡ һаҡлай ала, артабан ул туҡтауһыҙ һуғыш юлына баҫа. Италия. Италияла көрсөк фашизм режимы булдырылыуына килтерә. Көрсөккә ҡаршы көрәшеү һылтауы менән, фашист хакимиәте төп иҡтисади тармаҡтарҙы үҙ ҡарамағына ала. Илдең иҡтисадында монополия көсәйә, был урта һәм ваҡ эшҡыуарҙға кире йоғонто яһай, күп ойошмалар эре конкуренттар ҡыҫымы аҫтында юҡҡа сыға, килемһеҙ ҡалған эшҡыуарҙар эре ойошмаларға йәки дәүләткә эшкә барырға мәжбүр була. Иҡтисадты централләштереү бюрократияның һәм коррупцияның үҫешенә килтерә. Монополия һәм сәнәғәт үҫеше арҡаһында Италияның премьер-министры Муссолини тышҡы сәйәсәтте үҙгәрә, ул баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Бүтән Көнбайыш илдәре был сәйәсәткә ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәрен аңлап, Муссолини үҙенә союздаштар эҙләй башлай. 1935 йылда ул беренсегә Германия менән берҙәмләшеү теләген белдерә. Шул уҡ ваҡытта ул Төньяҡ Африкала һуғыш башлауға әҙерләнә. 1939 йылдың майында Италия һәм Германия араһында рәсми килешеү төҙөлә. Советтар Союзы. Капилистик илдәр менән бәйләнеш тотмағанға күрә, Бөйөк депрессия Советтар Союзына аҙ ҡағыла. Уңышлы үҫешкән илгә хатта эшсе ҡулдар етешмәй. Советтарҙын Нью-Йорктағы сауҙа ойошмаһы 6 000 эш урыны тураһында иғлан бирә һәм яуап итеп 100 000 -дән ашыу ғариза ала. Шулай итеп, Бөйөк депрессияның Советтарға ҡағылмауы Марксизм теорияһын хуплаусы бер миҫалға әйләнә, көрсөктән зарар күргән илдәрҙә социализм һәм коммунизм агитацияһының көсәйеүенә килтерә. Көнбайыш интеллигенция Советтар Союзына ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Америка президенты Рузвельт Советтар менән иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға аҙым яһай. Шулай итеп, көрсөк һөҙөмтәһендә СССР донъя сәйәсәтендә ныҡлы урын яулай. Сәйәси һөҙөмтәһе. Депрессия күп сәйәси үҙгәрештәр килтерә. Рузвельт АҠШ-та Кейнсиан ҡағиҙәләрен ғәмәлгә керетә, был милли иҡтисадта дәүләттең ролен көстәйтә. Бөйөк депрессия Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Европа илдәрендә социал- демократия һәм планлы иҡтисад урынлашыуының төп сәбәбе булып тора. Ахырҙа, депрессия Германия башлығында төрлө илдәрҙә фашизм режимы урынлашып, Икенсе донъя һуғышы башланыуына килтерә. Бөйөк депрессия әҙәбиәттә. Финанс һәм эмоциональ йәрәхәт алған кешеләрҙең көрсөктән һуң үҙҙәре йәшәгән донъяға ҡарашы үҙгәрә, был Бөйөк депрессияға ҡағылышлы әҙәби әҫәрҙәрҙә сағыла. Иң билдәле һәм баһалауға лайыҡ әҫәрҙәрҙең береһе - Джон Стейбектың "Асыу тәлгәштәре" романы - Нобель премияһы һәм Пулитцер премияһына лайыҡ була. Стейбектың "Сысҡандар һәм кешеләр" романында ла Бөйөк депрессия осоро һүрәтләнә. Режиссер Рон Ховардтың "Нокдаун" исемле фильмы - Бөйөк депрессия ваҡытында йәшәгән боксер тураһында. 1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте. 1929 йылғы Уолл-Стрит һәләкәте - Америка Ҡушма Штаттарының фонд биржаһында акция хаҡтарының ҡырҡа түбән төшөүе. Һәләкәткә тиклемге ун йыл эсендә акцияларға хаҡтар бер туҡтауһыҙ үҫә. Миллионлаған кеше аҡсаларын акцияларға әйләндерә. Акция алырға теләүселәрҙең һаны артыуы уларҙың хаҡын ҡабарта, был тағы акцияларҙа байырға теләгән келәр һанын күбәйтә. Күптәр биржала уйнау өсөн аҡсаны банктарҙан бурысҡа ала. 1929 йылдың "Ҡара кесаҙна" тип аталған 24 октябренән алда уҡ биржала хаҡтар тотороҡһоҙ була. Хаҡтар төшөүе һәм ҙур күләмдә һатыуҙар ҡыҫка арауыҡтағы хаҡтар күтәрелеү менән алмашынып килә. Был ваҡытҡа Доу-Джонс сәнәғәт индексы 381,17 кимәлендә була. Хаҡтарҙың түбән төшөүе 24 октябрҙә тиҙләнә. Был көндә барыһы 12,9 миллион акция һатыла. Ял көндәрендә был ваҡиға тураһында хәбәр гәзит-журналдар аша бөтә Ҡушма Штаттар буйлап тарала. "Ҡара дүшәмбе" тип аталған көндә, 28 октябрҙә тағы ла күберәк кеше акцияларҙан ҡотолорға тырыша, Доу-Джонс индексы 13 процентын юғалта. 29 октябрҙә - "Ҡара шишәмбе" көнөндә - 16 миллион акция һатыла, Доу-Джонс индексы тағы 12 процентҡа төшә. Фонд биржаһы был көндә йәмғеһе 14 миллиард доллар аҡсаһын юғалта. Аҙна эсендә иһә 30 миллиард доллар юғала - был АҠШ-тың Беренсе донъя һуғышы ваҡытында сарыф иткән аҡсанан да күберәк тәшкил итә. Акцияға һалынған аҡсаларын ҡайтара алмай, күп банктар юҡҡа сыға, ойошмалар ябыла, эшһеҙҙәр һаны ҡырҡа арта. 1929 йылғы һәләкәт иҡтисади хәлде ҡаҡшата һәм Бөйөк депрессияға башланғыс бирә. 13 ноябрь көнө Доу-Джонс индексы 198,60 кимәлендә була. Ошо көндән биржа бер нисә ай дауамында яйлана һәм 1930 йылдың 17 апреленә тиклем 294,07 кимәленә менә. Әммә биржалағы хаҡтар кәмеүе 1930 йылдың апрелендә дауам итә һәм 1932 йылға тиклем, Доу-Джонс индексы 41,22 һанына төшкәнсе дауам итә, был һан иң юғары нөктәнән 89 процентҡа ҡайтыш була. Смут-Хоули тариф акты. Смут-Хоули тариф акты (, 1930) - 1930 йылдың 17 июнендә Америка Ҡушма Штаттарында ғәмәлгә керетелгән акт. Был акт буйынса 20 000 - дән ашыу импорт тауарҙарына һалымдар ҡырҡа күтәрелә. Актты ғәмәлгә керетеү сәбәптәре. Беренсе донъя һуғышынан һуңғы йылдарҙа Ҡушма Штаттарҙа етештереү кимәле үҫә, әммә килем һәм һатып алыу кимәле үҙгәрешһеҙ ҡала. Юта штаты сенаторы Рид Смут һәм и Орегон штатынан Вәкилдәр палатаһы Америкала етештерелгән тауарҙарҙың үтемлеген арттырыу өсөн сит ил тауарҙарына һалымды күтәреүсе акт тәҡдим итә. 1928 йылғы президентлыҡ кампанияһында Герберт Гувер ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, фермерҙарға ярҙам итергә вәғәҙә иткән була. Гувер еңә һәм Конгрессҡа ауыл хужалығы тауарҙарына һалымды күтәреп, сәнәғәт тауарҙарына һалымдә кәметергә тәҡдим итә, әммә Конгрестағы күпселектең баҫымы аҫтында актҡа ҡул ҡуя. Актҡа ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр. 1930 йылдың майында Пол Дуглас, Ирвинг Фишер, Фрэнк Тауссинг һәм Клэр Уилкокс етәкселеге аҫтында 1028 экономист президенттың был акттҡа вето һалыуын үтенеп яҙған хатҡа ҡул ҡуя. Автомобиль етештереүсе компания хужаһы Генри Форд Аҡ йортта был актты ахмаҡлыҡ тип атап, Гуверҙы актҡа вето һалырға күндерергә тырыша. 1932 йылғы президентлыҡ кампанияһында Франклин Рузвельт был актты АҠШ иҡтисадын ҡаҡшатыуында ғәйепләй. Актты ғәмәлгә керетеү эҙемтәләре. Смут-Хоули акты 3200-ҙән артыҡ тауарға һалымды 60 процентҡа күтәрә. Ҡушма Штаттарҙың импорты 66 процентҡа, 1929 йылдағы 4, 4 миллиард долларҙан 1933 йылда 1,5 миллиард долларға кәмей, экспорты иһә 61 процентҡа, 5,4 миллиард долларҙан 2,1 миллиард долларға кәмей. Ҡайһы бер белгестәр иҫбатлауынса, Смут-Хоули актын ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Бөйөк депрессия артабан тәрәнәйә. 1930 йылда был актҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем үк башҡа илдәр уға яуап итеп Америка менән сауҙа мөнәсәбәттәренә үҙгәрештәр индерә. 1929 йылдың сентябренә тиклем Гуверт хакимиәте 23 сит ил партнерынан протест хаты ала, әммә был хаттарға күҙ йомола. 1929 йылда, Вәкилдәр палатаһы актты ҡабул иткәс, Америка тауарҙарына бойкот башлана, төрлө илдәрҙә Американан индерелгән тауарҙарға шулай уҡ һалымдар күтәрелә. Канада - Американың иң төп партнеры - 1930 йылда уҡ 16 тауарға яңы һалымдар керетә. Франция һәм Бөйөк Британия бүтән илдәр менән һатыу итеүҙе үҫештерә башлай. Германия башҡа Көнбайыш илдәр менән бәйләнеште бөтөнләй өҙә. Шулай итеп, Смут-Хоули акты донъя баҙарының ҡаҡшауына килтерә. Һалымдарҙы кәметеү. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында илдәр араһында сауҙа мөнәсәбәттәрен үҙгәртеү, күп яҡлы сауҙа килешеүҙәре төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Һөҙөмтәлә, 1944 йылғы Бреттон-Вуд конференцияһында 1945 йылдың декабренә сит ил тауарҙарына һалымдарҙы төшөрөү тураһында килешеүҙәр төҙөлә, артабан - Генераль сауҙа һәм тарифтар тураһында килешеү булдырыла. Ханука. Ханука (("Ханука́" йәки "Ха́нука", "яңы итеү, яңынан итеү/яңынан изге итеү") — йәһүд байрамы. Байрам көндәре: 25-се кислев — 2-се йәки 3-сө тевет (барыһы 8 көн). 2009 йылда Ханука байрам ваҡыты: 11 аҡъюлай — 19 аҡъюлай. Байрам б.э.т II быуатында барлыҡҡа килгән байрам. Б.э.т 165 йылда грек-сирия һәм йәһүд ғәскәрен тар-мар итеп — Иерусали́м Храмы таҙарыныу, ҡорбан хайуандарын яндырыу урынын изге итеү, ғибәҙәтханаға мәхәллә ҡылыу хөрмәтенә үткәрелгән байрам. 25-се Кислов көнөнә тиклем, 3 йыл алда, Антоих Епифон Израильдең иң изге урынын мәсхәрә иткән. Байрам исеме. Хануки һүҙе «хануккат ха-мизбеах» (изге итеү) әйтеменән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Икенсе фараз буйынса חנוכה=חנו כ"ה, йәғни Кислов айының 25-се көнөндә дошмандарҙан арындыҡ тигәнде аңлата. Байрамдың икенсе исеме — Хаг Урим, йәғни Ут байрамы тигәнде аңлата. Маккавейҙәр ихтилалы. Б.э.т. 170 йылда Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһынан Антиох Эпифан яулап ала һәм храм йыһаздарын һәм шул иҫәптән алтын Менораны (ете олонло шәм) Сирияға оҙата. Б.э.т 167 йылда халыҡ (Маккавейҙәр) ихтилалы күтәрелә һәм Иерусалим Ҡорамын Селевкид династияһы хакимлегенән азат итә. Маккавейҙәр храм йыһаздарын яңырта һәм ете олонло Менора шәмен тоҡандырыу йолаһын яңырта. Ханука мөғжизәһе. Риүәйәт буйынса Маккавейҙәр Храмды азат иткәс, ете олонло Менора шәмен тоҡандырырға таҙа май таба алмағандар, икән. Эҙләй торғас бәләкәй генә май көршәге тапҡандар. Көршәк бик бәләкәй булған, ундағы май шәмдә бер генә көн яндырырға еткән. Шулайҙа Маккавейҙәр шәмде тоҡандырырға була. Шул ваҡытта мөғжизә тыуа — яңы май әҙерләргә һигеҙ көн кәрәк була, әҙ генә май теүәл һигеҙ көн буйы яна. Бынан һуң Ханука байрамы һигеҙ көн байрам ителә. Ханукия шәмен ҡабыҙыу. Ханукия байрамында шәм ҡабыҙыу йолаһы бар. Шәмдәрҙе тоҡандырыу тәртибе былай: беренсе көн бер шәм тоҡандырыла, икенсе көн — ике … шулай итеп һигеҙгә тиклем. Туғыҙынсы көндә бөтә шәмдәрҙә яндырыла. Дөйөм шәмдәр иҫәбе — 44. Кнессет. Кнессет (≈) — Израиль Дәүләтенең Парламенты. Депутаттар һаны - 120. Кнессеттың беренсе созывы. Беренсе Кнессет ултырышы 5709-сы йылдың 24 теветында (1949-сы йылдың 25 ғинуарында) уҙғарылған. Ломжа (ҡала). Ло́мжа, — Польшалағы бер ҡала. Ҡала статусы 1548 й. 15 Һетайҙан. Белосток (ҡала). Белосто́к (, идиш телендә, литуанса "Balstogė",) — Польшалағы ҡала. Ул эсперанто теленең нигеҙ һалыусыһы Людовик Заменһофтың тыуған ҡалаһы. Силез теле. Силез теле () — Лех төркөмөнә ингән көнбайыш славяндар теле. Был тел Польшалағы Верхняя Силезияла (,) шулай Чехия һәм Германияла ҡулланыла. 2002 йылғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса 56000 кеше силез телен туған теле итеп күрһәткән, ләкин сама менән был телдә һөйләшеүселәр һаны 1 250 000 яҡын. Силез теле поляк теленә бик яҡын, шуға күрә лингвистарҙың күберәге был телде поляк теленең диалекты итеп ҡарай. Әлифба. Бөтөнөһөнә лә бер төрлө силез алфавиты юҡ. Силез телендә һөйләшеүселәр яҙыу өсөн поляк телендәге билдәләрҙе ҡулланған. Силез алфавиты бөтә яҙмаларҙы иҫәпкә алып, (улар 10-ға яҡын) 2006-сы йылда ҡабул ителгән. Хәҙер был алфавит интернетта киң ҡулланыла һәм шулай уҡ силез википедияһында ҡулланыла. Польша. Польша (), рәсми исеме Польша Республикаһы — Үҙәк Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312 000 км2, илдә 38 000 000 кеше йәшәй. Иң ҙур ҡала — Варшава (), 1.5 миллион кеше йәшәй. Польша төньяҡтан Балтик диңгеҙе менән йыуыла, көнбайыштан Германия менән, көньяҡ-көнбайыштан Чехия, көньяҡтан Словакия менән, көньяҡ-көнсығыштан Украина, көнбайыштан Белоруссия, төньяҡ-көнсығыштан Литва һәм Рәсәй (Калининград өлкәһе) менән сиктәш. Ил 16 воевоадлыҡҡа бүленгән, воеводалыҡтар повят (округ) һәм гминадарға бүленгән. Исеме. Теүәл рәсми исеменең тәржемәһе — Поляк Республикаһы, сөнки Polska — поляк тигәнде аңлата (—"Polonia" (Польша) түгел). Рәсми исемендә хәҙерге поляк һүҙе «republika» (республика) ҡулланылмай, ә иҫкергән «Rzeczpospolita» (Жечпоспо́лита) һүҙе ҡулланыла. Польша һуҙе боронғо славян һүҙе "полъ" (асыҡ, ирекле, буш) һүҙенән килеп сыҡҡан, илдең рельефында тигеҙлек өҫтөнлөк иткәнен күрһәтә. Варшава (ҡала). Варшава, () — Европалағы ҡала, Польшаның башҡалаһы. Эчер. Э́чер ("Escer", "Ečer") — Венгриялағы бер ауыл. Урынлаштырыу. Венгер "Escer" исеменән тыш, ауылның словен исеме лә бар ("Ečer"). Будапешттан көньяҡта ("Будапешт Ферихедь" халыҡ-ара аэропортынан йыраҡ түгел) урынлашҡан. Иҫтәлекле урындар. Ауылда бер генә иҫтәлекле урын бар, ул — 1740 йылда булдырылған Рим Католик сиркәүе. Был ауыл, бөтә доньяға "Эчерҙәге туй" тигән фольклёр бейеүе менән билдәле. Мәжит Ғафури. Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) — Башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923), 1880 йылдың 2 авгусында (20 июль) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Елемҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. __NOTOC__ Тормош юлы. Уның исеме Башҡортостандың бер районына, Башҡорт дәүләт академик драма театрына бирелгән. Өфөлә М.Ғафури йорт-музейы (1948) бар. Шор имләһе. Шор имләһе — шор телендә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системдары. Миссионер алфавиты. Шор телендә беренсе китап 1885 йылда баҫтырыла. Был китапта урыҫ алфавиты хәрефтәре (Ё ё, Ф ф, Щ щ, Ѣ ѣ хәрефтәренән башҡа) һәм өҫтәмә Ј ј, Ҥ ҥ, Ӧ ӧ, Ӱ ӱ хәрефтәре ҡулланыла. 1927-се йылда яңы алфавит ҡабул ителә. Был алфавиттә бөтә урыҫ хәрефтәре (Ё ё, ъхәрефтәренән башҡа) һәм өҫтәмә Ө ө, Ҥ ҥ, Ӱ ӱ хәрефтәре ҡулланыла. Латин алфавиты. 1928—1938 йылдарҙа шор телендә латин алфавиты ҡулланыла. Хәҙерге алфавит. Хәҙер шор телендә кирил алфавиты ҡулланыла. Был алфавиттә бөтә урыҫ хәрефтәре һәм өҫтәмә Ӧ ӧ, Ӱ ӱ Нъ нъ бар. Агишев, Сәғит Ишмөхәмәт улы. Агишев, Сәғит Ишмөхәмәт улы, Сәғит Агиш (1905 йылдың 19 ғинуары — 1973 йылдың 21 майы) — күренекле башҡорт яҙыусыһы. 1905 йылдың 19 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Тормош юлы. Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың ҡәбере Мосолман зыяратында. Ҡырымтатар халҡының Милли Гимны. "Был Ҡырым Автономиялы Республикаһының Дәүләт Гимны түгел! Бының өсөн был мәҡәләне ҡарағыҙ әле." Ant etkenmen — Ҡырымтатар халҡының Милли Гимны. Номан Челебиджихандың һүҙҙәре һәм көйө Латин әлифбаһында. Nasıl olsun bu zavallı qardaşlarım çürüsin? Ant etkenmen, şu qaranğı yurtqa şavle sepmege, Nasıl olsun eki qardaş bir-birini körmesin? Közlerimden aqqan yaşlar derya-deñiz qan olsun. Ant etkenmen, söz bergenmen millet içün ölmege, Bilip, körip milletimniñ köz yaşını silmege. Bilmey, körmey biñ yaşasam, Qurultaylı han olsam, Kene bir kün mezarcılar kelir meni kömmege. Кирил әлифбаһында. Насыл олсун бу заваллы къардашларым чюрюсин? Ант эткенмен, шу къарангъы юрткъа шавле сепмеге, Насыл олсун эки къардаш бир-бирини корьмесин? Козьлеримден акъкъан яшлар дерья-денъиз къан олсун. Ант эткенмен, сёз бергенмен миллет ичюн ольмеге, Билип, корип миллетимнинъ козь яшыны сильмеге. Бильмей, корьмей бинъ яшасам, Къурултайлы хан олсам, Кене бир кунь мезарджылар келир мени коммеге. Латин әлифбаһында. Nasıl bolsun bu zavallı qardaşlarım çürüsin? Ant etkenmen, şu qaranğı yurtqa şavle serpmege, Nasıl bolsun iki qardaş bir-birini körmesin? Közlerimden aqqan yaşlar derya-deñiz qan bolsun! Ant etkenmen, söz bergenmen millet içün ölmege, Bilmiy, körmiy biñ yaşasam, Qurultaylı han bolsam, Yine bir kün mezarcılar kelir meni kömmege. Кирил әлифбаһында. Насыл болсун бу заваллы къардашларым чюрюсин? Ант эткенмен, шу къарангъы юрткъа шавле серпмеге, Насыл болсун ики къардаш бир-бирини корьмесин? Козьлеримден акъкъан яшлар дерья-денъиз къан болсун! Ант эткенмен, сёз бергенмен миллет ичюн ольмеге, Бильмий, корьмий бинъ яшасам, Къурултайлы хан болсам, Йине бир кунь мезарджылар келир мени коммеге. Ҡырым Автономиялы Республикаһы. Ҡырым Автономиялы Республикаһы (укр. "Автономна Республіка Крим",) — Украина составындағы автономиялы республикаһы. Нәжиб Асанбаев. Нәжиб Асанбаев (Николай Василий улы Асанбаев) — башҡорт яҙыусыһы, шағиры, драматургы, 1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Әҫәрҙәре. Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәре күтәрелгән проблематикаларҙың актуаллеге, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлеге менен характерлана. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйылды. Исемдәре һәм наградалары. Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Сәғүд Ғәрәбстаны. Сәғүд Ғәрәбстаны (ғәрәпсә المملكة العربية السعودية‎‎, әл-Мәмлә́кә әл-Әрәби́йә әс-Сәүди́йә) — Ғәрәп ярымутрауындағы иң ҙур дәүләт. Төньяҡтан Иордания, көнсығыштан Ғирак, Ҡатар, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, көньяҡтан Оман һәм Йемен илдәре менән сиктәш. Төньяҡ-көнсығыш яғы Фарсы ҡултығы һәм көнбайыш яғы Ҡыҙыл диңгеҙ менән йыуыла. Ислам диненең ике изге ҡалаһы —Мәккә һәм Мәҙинә булғанға, Сәғүд Ғәрәбстанын «Ике мәсет иле» тип атайҙар. Дәүләттең ҡыҫка исеме — ас-Саудия (ғәрәпсә السعودية‎‎). Сәғүд Ғәрәбстаны хәкимлек иткән династия (Сәғүттәр) исемен йөрөтә. Бөгөнгө көндә Иордания Хашимит Короллеге һәм Лихтенштейн кенәзлеге династия исеме менән атала. Сәғүд Ғәрәбстаны үҙенең ғәйәт ҙур нефть запасы менән Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһының төп вәкиле. Нефть экспорттың 95% һәм килемдең 75% тәшкил итә һәм халыҡтың мул тормошта йәшәүен тәьмин итә. Ғабдулла ибн Ғәбдел Ғәзиз әс-Сәғүд. 2005 йылдың 1августынан (Урағай) Сәғүд Ғәрәбстаны Короле. Король Абдалла һәм Джордж Буш Уильям Шекспир. Уильям Шекспир () — бөйөк инглиз драматургы һәм шағиры. 17 комедия, 10 хроника, 11 трагедия, 5 поэма һәм 154 сонет авторы. Стәрлетамаҡ (ҡала). Стәрлетамаҡ ҡалаһы — Башҡортостандың көньяғында, Ашҡаҙар йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан республика әһәмиәтендәге ҡала, ҙур нефтехимия үҙәге. Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһының ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис гәзите. Ойоштороусылары: Стәрлетамаҡ ҡала Советы һәм яҙыусылар ойошмаһы. 1990 йылдың ғинуар айынан башлап аҙнаға 1 тапҡыр сыға. 237 000 д. Ян Сибелиус. Ян Сибе́лиус (; 8 Аҡъюлай 1865, Хэмээнлинна ҡ., Бөйөк Финляндия Кенәзлеге — 20 Һарысай 1957, Йэрвэнпээ ҡ., Финляндия) — Финляндияның бөйөк композиторы. Шулай ул скрипач һәм дирижёр. Атаһы — доктор Кристиан Густав Сибелиус, әсәһе — Мария Шарлотта Борг. Милләте — швед (әммә ул финн урта мәктәбендә уҡыған). 1885 йылда Хельсинки ҡалаһында Император Университетын тамамлаған. Людвиг ван Бетховен. Людвиг ван Бетховен, (16 Аҡъюлай 1770, Бонн ҡ., Вестфалия — 26 Буранай 1827, Вена ҡ., Австрия Империяһы) — бөйөк немец композиторы, пианисы, дирижёры, "Вена классигы". Тәүлек. Тәүлек — ваҡыт арауығын билдәлөү өсөн ҡулланылған үлсәү берәмеге. Бер үк ваҡытта тәүлек төшөнсәһендә көн һүҙен ҡулланалар. Яҡынса ер шарының үҙ үҙәгендә бер тапҡыр әйләнеп сығыу ваҡытына тигеҙ. Был әйләнеш кеше күҙенә ҡояштың ер тирәләләй әйләнеүе булып күренә. Тәүлек оҙонлоғо 24 сәғәткә (1440 минутҡа, 86400 секундҡа) тиң һәм үҙ сиратында таң, көн, еңер (кис), төн өлөштәренән тора. Ислам ҡанундары буйынса яңы тәүлек ҡояш байып еңер төшкәс башлана. Бөтә донья илдәрендә ҡабул ителгән тәртип буйынса яңы тәүлек 0 сәғәт 0 минут 0 секундтан башлана. Календар тәүлектәрҙән аҙна, ай, йыл хасил була. Сәғәт. Сәғәт — ваҡыт арауығын үлсәү берәмеге. Тәүлектең 24-тән бер өлөшөн тәшкил итә, 60 минуттан йәки 360 секундтан тора. Шулай уҡ Сәғәт һүҙе менән ваҡыт арауығын үлсәү өсөн ҡулланған махсус яһалманы атайҙар. Гурвич, Николай Александр улы. Гурвич, Николай Александр улы — (1828, Гродно — 20.05.1914, Өфө), табип, иҡтисадсы, тарихсы, этнограф, географ. Башҡортостандың беренсе профессиональ статистика хеҙмәткәре. Ҡараҡалпаҡ теле. a> территорияһында ҡараҡалпаҡ теленең ҡулланыу урындары Ҡараҡалпаҡ теле () — төрки, ҡыпсаҡ төркөмөнә ингән ҡараҡалпаҡтарҙың теле. Ул үзбәк теле менән бер рәттән Үзбәкстан составындағы Ҡараҡалпаҡстан Республикаһының рәсми теле. Һуҙынҡы өндәр. Ҡараҡалпаҡ телендәге һуҙынҡы өн системаһы Яҙма. 1928 йылға тиклем ҡараҡалпаҡ телендә яҙыу өсөн ғәрәп алфавиты ҡулланылған. 1928 һәм 1940 йылдар араһында латин алфавиты (Яңалиф) ҡулланылған, 1940 йылда кирил алфавиты ҡабул ителгән. 1991 йылда, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләт булғандан һуң, яңынан латин алфавиты ҡулланыла башлай. Имлә сағыштырыу таблицаһы. Нуҡус ҡалаһында фотосалондын вывескаһы. Хәҙерге латин әлифбаһы ҡулланылған. 2006 й. PT Sans. PT Sans шрифт ярҙамында яҙылған текст PT Sans — ПараТайп компанияһы эшләп сығарған һәм ирекле таратыла торған тамғаһыҙ компьютер шрифты. Шрифттар ПараТайп компанияһының асыҡ ҡулланыусы шрифты лицензияһы буйынса таратыла. Маҡсаты. PT Sans гарнитураһындағы һум билдәһе ПТ Санс гарнитураһы, күп милләтле илдең шрифтҡа булған ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты менән һәр кем ирешә алған асыҡ ҡулланыуcы лицензияһына эйә рәсәй шрифттары комплектын эшләү проектының бер өлөшө булып тора. Был шрифт, рәсми һәм эш яҙышыуҙарына ярҙамсы ғына булып ҡалмай, милли яҙыуҙарҙың һәм мәҙәни аралашыу үҫешенә мөмкинселек бирәсәк. Шрифттар, Көнбайыш һәм Көнсығыш Европа телдәре менән эшләү өсөн кәрәкле билдәләрҙең стандарт йыйылмаһынан һәм шулай уҡ стандарт кирил алфавиты комплектынан башҡа, Рәсәй Федерацияһының титуллы телдәре алфавиттарының барлыҡ билдәренә эйә булыу һөҙөмтәһендә уникаль һәм хәҙерге заман компьютер аша аралашыу мөхитенең бик мөһим сараһы булып тора. 20B9—20CF диапазонында рәсми булмаған һум (рубль) билдәһе бар. Израиль Дәүләтенең гимны. Һатиква́ йәки Ати́ква () — Израиль дәүләтенең гимны. Тулы текст. Нафтали Һерц Имбер тарафынан яҙылған "Өмөтөбөҙ" () шиғыры тексы. Түбәнге лужи теле. Түбәнге лужи теле () — ҡонбатыш славян теле. Ул поляк теленә яҡын (әммә, үрге лужи теле чех теленә яҡын). Телдең таралыуы һәм бөгөнгө торошо. Түбәнге лужи телендә Түбәнге Лужицала һәм Германияның көнсығыш өлөшөндәге Котбус ҡалаһы тирәһендә һөйләшәләр. Был телде белеүселәр һаны 5 меңдән 15 меңгә яҡын, әммә телде актив ҡулланыусылар һаны бынанда аҙыраҡ. Демографик тикшереү мәғлүмәттәре буйынса түбәнге лужи телендә өлкән йәштәгеләр һөйләшә. Йәш быуын, профессиональ карьераға булышлыҡ итә тип, немец теленә өҫтөнлөк бирә. Телде юғалыуҙан һаҡлап ҡалыу саралары күрелә. Шуларҙың иң мөһиме, телде балалар баҡсаһынан уҡ өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған «Витай-программа»һы. Әммә нәтижәһе ҡәнәғәтләнерлек түгел, шуға ла киләсәккә оптимизм менән ҡарап булмай. Әгәр лужи халҡы үҙ телен һаҡлау буйынса ҡыйыу саралар ҡабул итмәһә, киләсәктә бер-ике быуындан тел юғаласаҡ тигән хәүеф бар. Ҡарағыҙ. Үрге лужи теле Мекленбург — Алғы Померания. Мекленбург — Алғы Померания () — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Шверин () ҡалаһы (әммә иң ҙур ҡала — Росток,). Майҙаны — 23 174 км2. Был штатта 1 697 800 кеше йәшәй. География. Штат Германияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан һәм Балтик диңгеҙенә сығыу юлы бар. Штат биләмәһендә бер нисә күл бар, иң ҙуры Мюриц күле – 117 км2. Германиялағы үҙенен аҡбур ҡаялары менән билдәле иң ҙур утрау – Рюген утрауы Мекленбург-Алғы Померания штатына инә. Барлығы Мекленбург-- Алғы Померанияла 270 тәбиғәт һәм ландшафт ҡурсауығы, 3 милли парк бар. Дүртөйлө (ҡала). Дүртөйлө — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының һул яғында, Өфө ҡалаһынан 123 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҡала. Тарихы. 1964 йылдан ҡала төрөндәге ҡасаба, 1989 йылдын ҡала булып иҫәпләнә. 2009 йылда 31,4 мең кеше йәшәгән. Иҡтисады. Нефть сығарыу башланғанға тиклем, Дүртөйлө ауылында пристань, бер нисә ауыл хужалығы сималын эшкәртеүсе (май заводы, элеватор һ.б.) предприятие булған. Дүртөйлөлә Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары территорияһындағы нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыусы «Саҡмағош нефть һәм газ табыу идаралығы» («Чекмагушевское НГДУ») урынлашҡан. Тимер-бетон заводы, кирбес, нефть промыслыһы объекттарын хеҙмәтләндереүсе, һөт комбинаты, ит комбинаты эшләй. Дүртөйлөнөң иҡтисади һәм социаль үҫешенә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән күпер ҙур йоғонто яһай. Дүртөйлө пристаны — тауар әйләнеше буйынса, Өфө һәм Бөрө пристандәренән ҡалышып, 3-сө урында. Дүртөйлө — мөһим автомобиль юлдары төйөнө (Өфө — Ҡазан—Нефтекама—Дүртөйлө—Бүздәк). Ҡалала 6 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 2 гимназия, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 3 китапхана, 4 дарыухана, нефтселәрҙең ял базаһы бар. Благовещен (ҡала). Благовещен — Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан төньяҡтараҡ 42 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Благовещен районының административ үҙәге. Тарихы. Ҡала тарихы 1756 йылда төҙөлгән баҡыр эретеү фабрикаһы менән бәйле. Ошо уҡ йылда христиан байрамы Благовещения көнөндә сиркәүгә нигеҙ һалына һәм ҡасабаны Благовещен исеме менән йөрөтә башлайҙар. Рәсәйҙә был ҡала 2004 йылдың 10 декабренән 14 декабренә тиклем милиция хеҙмәткәрҙәре ҡала кешеләрен туҡмағандан һуң билдәле булды. Күмертау. Күмертау — Башҡортостанда Өфө ҡалаһынан 250 км көньяҡта, Стерлетамаҡ ҡалаһынан 102 км көньяҡтараҡ урынлашҡан ҡала. Хәҙерге ваҡытта ҡала мэры — Беляев Борис Владимирович. Халҡы. 2008 йылдың 1 ғинуарына ҡала округында 67 158 кеше иҫәпләнә, шул иҫәптән 62 418 кеше ҡалала, 4 740 кеше ауылда йәшәй. Тарихы. 1947 йылда, Көньяҡ Урал күмер бассейнының Үрге-Бабай ятҡылығында күмер үҙләштереү сәнәғәте башланғас, Бабай ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. 1949 йылдан — эшселәр ҡасабаһы. 1953 йылда ҡала статусын ала. 1965 — 1990 йылдарҙа — Күмертау районы административ үҙәге. Сәнәғәт. Шулай уҡ ҡала янында нефть һәм эйәрсән газ табыла. Мәғариф. Күмертауҙа белем алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Ҡалала 26 мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн ойошма, 19 дөйөм урта белем биреү мәктәбе, 2 гимназия, йәтим балалар өсөн мәктәп-интернат, ата-әсәһеҙ балалар өсөн балалар йорто, республика политехник лицей-интернаты һәм киске мәктәп эшләй. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең өҫтәмә белем биреү ойошмаларына йөрөргә мөмкинлеге бар: Балалар ижады үҙәге, йәш техниктар, йәш туристар, йәш натуралистар станциялары, үҫмерҙәр спорт мәктәбе, уҡыу комбинаты, ике музыка мәктәбе, художество һәм хореография мәктәбе, «Самоцветы» йәштәр һәм үҫмерҙәр үҙәге. Кадрҙар әҙерләү буйынса 16 һөнәри белем биреү үчереждениеһы, Тау колледжы, Авиация техникумы, Педагогия колледжы, Башҡортостан иҡтисад колледжы, юғары белем биреү өсөн Өфө Дәүләт Авиация Техник университеты, Ырымбур Дәүләт университеты, Башҡорт Дәүләт педагогия университеты филиалдары эшләй. Имлә. Имлә, шулай уҡ яҙма — ниндәйҙер телдә яҙыу өсөн ҡулланылған график тамғалар системаһы. Нидерландтар. Нидерла́ндтар Короллеге ("Нидерла́ндтар", шулай уҡ "Голландия"; нидерл. "Koninkrijk der Nederlanden") – Көнбайыш Европала урынлашҡан дәүләт. Нидерландтар Төньяк диңгеҙ менән йыуыла (451 км). Германия (577 км) һәм Бельгия (450 км) менән сиктәш. Беатрикс королеваһы рәсми рәуештә дәүләт башлығы булып тора Ҡараҡалпаҡстан Республикаһы. Ҡараҡалпаҡстан Республикаһы — Үзбәкстан составындағы республика. Үрге лужи теле. Үрге лужи теле, — лужи халҡының (түбәнге лужи теле менән) теле. Ҡөнбатыш славян телдәре төркөменә инә. Үрге лужи теле ҡулланыу урыны Дөйөм ташыусылар һаны — 40 000 кеше. Улар Саксонияла йәшәй Лужи теле ҡулланыу урындарында ҡала һәм урам исемдәре ике телдә яҙыла. Үрге Лужицала дөйөм лужи һаны — 40 000, әммә телдең актив ҡулланыусылары — 14 000. Түбәнге Лужи ҡалаһында 20 мең лужи халҡы йәшәй, шуларҙың 7 меңе көндәлек тормошта үрге лужи телен ҡуллана. Үрге лужи теле түбәнге лужи теленән айырмалы булараҡ юғалыу сигендә түгел. Барлығы Лужицала лужи һәм башҡа (немец) халыҡтарҙы иҫәпкә 600 мең кеше йәшәй. Германияла лужи мәҙәниәте үҙеге — Баутцен ҡалаһы. Имлә. Үрге лужи телендә латин әлифбаһы ҡулланыла. Текст. dź -- д (дь) өнөнә тура килә. ć -- т (ть) өнөнә тура килә. h-- h өнөнә тура килә, ғ өнөнә яҡын. Баҫым һәр ваҡыт беренсе ижеккә төшә. To je naša wjeska. Blisko wjeski je lěs. Tam widźiš našu chěžu. Wokoło chěže je zahroda. W zahrodźe je naša wowca. Naša kruwa tam njeje. Tu je dróha do města. Widźiš tam šulu? Tam je naš wučer. Wučer ma psyka. Blisko zahrody je naš susod. Susod ma awto a jědźe do města. Maš doma tež awto? Blisko dwora je štom. Wokoło štoma je trawa. Što hišće widźiš? Ҡарағыҙ. Түбәнге лужи теле Данте Алигьери. Данте Алигьери (), тулы исеме — Дуранте дельи Алигьери, () — бөйөк итальян шағиры һәм яҙыусыһы, итальян әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, "Илаһи Комедия" авторы. Баймаҡ (ҡала). Баймаҡ — Башҡортостанда республика әһәмиәтендәге ҡала, Баймаҡ районының административ үҙәге. Ҡала Ирәндек армытында, Көньяҡ Урал тауы битендә, Европа һәм Азия сигендә урынлашҡан. Тарихы. Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Каниниколь һәм Преображен баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле. Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз компанияһы прииск хужалары булалар. Таналыҡ—Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән—Таналыҡ волосының үҙәге була. 1917 йылдың 7 ноябрендә эшсе депутаттар советы һәм ревком һайлана, уның председателе итеп Леонид Азанов тәғәйенләнә. 1928 йылда Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртелә, ә 1938 йылда район әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. 1992 йылда ҡалаға республика әһәмиәтендәге ҡала статусы бирелә. Башҡортостан Президентының 1994 йылдың мартындағы указы нигеҙендә ҡала һәм район дөйөм территориаль-административ берәмек булып иҫәпләнә. Халҡы. Ҡала һәм райондың ҙур өлөшө — башҡорттар. Демографик торғонлоҡ — ҡала һәм райондың мәсьәләһе булып тора. Был халыҡтың күрше район һәм ҡалаларға күсеп китеүе менән бәйле. Аҡыда. Аҡыда (ғәр. عقيدة) — ислам буйынса донъяға ҡараш; дини ҡараш. Диндең төп элементтарының, йәғни иман нигеҙҙәренең бөтөнө. Кеше, тормош һәм ғаләм тураһында, уларҙан алда булғанды һәм уларҙан һуң буласаҡтар тураһында, улар менән алдағылар араһындағы һәм улар менән аҙаҡ буласаҡтар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһындағы киң фекер. Был, төп фекер. Сөнки бөтөн фекерҙәр, уға эйә булған кешеләрҙең тормошона, йәшәү рәүешенә юл күрһәтә һәм кешенең донъяға ҡарашын билдәләй. Кеше бөтөн ваҡиғаларға шул күҙлектән ҡарай. Күп кенә диндәрҙең билдәле нигеҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән аҡыдаһы булһа ла, ҡайһы берҙәренде тулы аҡыда төшөнсәһе юҡ. Сөнниләрҙең аҡыдаһы имандың алты шартына нигеҙләнгән. Нефтекама (ҡала). Нефтекама () — Башҡортостан республикаһы ҡарамағындағы ҡала. Испания Короллегенең гимны. Marcha Real, — Испанияның милли гимны. Арифметика. Арифметика (грек. "ἀριθμός" — «һан») — һандарҙың ябай төрҙәрен (натураль, тулы, рациональ) тикшергән һәм улар менән ябай ғәмәлдәр (ҡушыу, алыу, бүлеү, ҡабатлау) башҡарған математика бүлеге. Медицина. Медицина (лат. ars medicina - «дауалау сәнғәте») — төрлө ауырыуҙар, уларҙы булдырмау һәм дауалау юлдары тураһындағы ғилемдәр йыйылмаһы, ауырыуҙарҙың килеп сығышын өйрәнеугә йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек системаһы; Картография. Картография (грек. χάρτης - «карта» һәм γράφειν – «һыҙыу») — тәбиғәт һәм йәмғиәт объекттарының һәм күренештеренең үҙ-ара бәйләнешен, ойошмаһын һәм арауыҡтағы урынлашыуын тикшереү, моделләштереү һәм сағылдырыу тураһындағы фән. Киңерәк мәғәнәлә, картография үҙ эсенә технологияны һәм етештереү эшмәкәрлеген дә ала. Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра Гимны. Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра Гимны () — Ханты-Манси Автономиялы Округы — Югра (әләм һәм герб менән бер рәттән) символы. Текст авторы һәм композитор — Александр Радченко, инструментовка авторы — Виктор Худолей. Ҡабул итеү датаһы — 24 ноябрь/Ҡырпағай 2004 Гимн тексы. Опора России — Урал и Сибирь! И крылья надежды мы здесь обрели, Югра — ты прекрасный наш дом, И нашим упорством, и нашим трудом Словак Республикаһының Милли Гимны. Nad Tatrou sa blýska () — Словак Республикаһының Дәүләт Гимны. Йыр,1844 йылда Людовит Штурҙы ҡулға алғанға ризаһыҙлыҡ билдәһе булып, Евангелист Лютеран Лицее студенттарының Братиславанан Левочаға хәрәкәте ваҡытында барлыҡҡа килә. 1920 йылда, Чехословакия ваҡытында, уның беренсе строфаһы Чехословакия милли гимнында ҡулланыла, һәм шулай уҡ хәҙерге Чехия гимнында ҡулланыла. 1993 йылда был текст мөстәҡил Словакияның гимны була. Текст авторы — словак шағиры Янко Матушка. Dobrovoľňícka. Nad Tatrou sa blíska, hromy divo bijú Zastavme jich braťja, veď sa ony straťja To Slovensko naše dosjal tvrdo spalo Ale blesky hromu zbudzujú ho k tomu, Eště jedle rastú na kriváňskej straňe Kdo slovensky cítí, ňech sa šable chiťí Už Slovensko vstáva, puta si striháva Беларусь Республикаһының милли гимны. Беларусь Республикаһының Дәүләт Гимны () — Беларусь Республикаһының (әләм һәм герб менән бер рәттән) дәүләт символы. Гимн тексы. У бітвах за волю, бітвах за долю Дружба народаў — сіла народаў — Горда ж узьвіся ў ясныя высі, Łacinka яҙылышындағы версия. Ŭ bitvach za volu, bitvach za dolu Družba narodaŭ — siła narodaŭ - Horda ž uzvijsia ŭ jasnyja vysi, Көньяҡ Африка Республикаһының Милли Гимны. Көньяҡ Африка Республикаһының Милли Гимны — әләм һәм герб менән бер рәттән Көньяҡ Африка Республикаһының дәүләт символы. 1957—1994 йылдарҙа КАР гимны, 1918 йылда К. Я. Лангенховен яҙған һәм рухани М. Л. де Вилье көйөнә һалынған, — "Die Stem van Suid-Afrika" (африк. «Көньяҡ Африка тауышы») йыры була. Был гимнды ҡара халыҡ (негрҙар) апартеид режимын хәтерләтә тип иҫәпләй, һәм Африка милли конгрессы власҡа килгәс, гимнды ҡулланыуға ҡаршы сығыш яһай. 1994 йылда "Die Stem van Suid-Afrika" (африк. «Көньяҡ Африка тауышы») йыры менән бер рәттән рәсми булмаған йыр, Африка Рәсми Конгрессының гимны — "Nkosi Sikelel' iAfrika" ҡулланыла. Был йыр шулай уҡ Замбия һәм Танзания гимны итеп ҡулланыла. Хәҙерге, 1997 йылда ҡабул ителгән "гибрид" версияһында — беренсе ике куплет "Nkosi Sikelel' iAfrika" йырынан алынған, ә өсөнсө һәм дүртенсе куплет "Die Stem van Suid-Afrika йырынан алынған. Хәҙерге гимн тексы. Хәҙерге гимн тексы бер нисә телдә яҙылған: 1-се куплеты — ҡоса һәм зулу телендә, 2-се куплеты — сесото телендә, 3-сө куплеты — африкаанс телендә, 4-се куплеты — инглиз телендә. Әләдинов, Шамил Сәйет улы. Шәмил Әләди́н (тулы исеме — Шәмил Сәйет (Сеит) улы Әләдинов,) — бөйөк ҡырымтатар шағиры һәм яҙыусыһы. Ауар теле. Ауар теле — Авар-анд-цез төркөмөнә ингән ауарҙарҙың теле. Телде белеүселәр һаны һәм уларҙың йәшәү урындары. Ауар телендә дөйөм һөйләшеүселәр һаны — 800 000 кеше. Улар Рәсәйҙәге Дағстан Республикаһында, шулай уҡ Азербайжан төньяғында, Грузия төньяҡ-көнсығышта һәм Төркиәлә йәшәй. Ауар имләһе. Ауар имләһе — ауар телендә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. Тарих. Беренсе билдәле ауар телендәге яҙмаларҙа грузин имләһе ҡулланылған. XV быуат башында ғәрәп яҙмаһы үтеп инә башлай, ләкин ул XIX б. аҙағында — XX башында ғына киң ҡулланыла. 1920 йылда ғәрәп яҙмаһы Дағстан телдәренә яраҡлаштырып уҙгәртелгән. Ауар телендә кирил имләһенең беренсе вариантын 1861 йылда Тифлис (хәҙерге Тбилиси) ҡалаһында йәшәгән П. Услар эшләгән. Был имлә, бер ни тиклем үҙгәртелеп, 1861—1913 йылдарҙа ҡулланылған. 1930 йылда ауарҙар Дағстан телдәренә яраҡлаштырылған латин алфавитындағы Яңы Дағстан Әлифбаһына (ЯДӘ;) күсерелә. Был әлифба 1928 йылда КПСС Дағстан Өлкә Комитеты тарафынан ҡабул ителә. 1932 йылда был әлифба реформалана. 1938 йылда (гәзит һәм китаптар 1 июлдән, ә мәктәптәр 1 сентябрҙән) ауарҙар рәсми рәүештә кирил имләһенә күсерелә. Йоһаннес Брамс. Йоһа́ннес Брамс, — бөйөк немец пианисы һәм композиторы. Шматько, Николай Гаврило улы. Николай Гаврило улы Шматько () (1943-сө йылда Донецк өлкәһендә, Украина ССР-ында, Советтар Союзында тыуған) — украин рәссамы һәм скульпторы. Әлеге ваҡытта ул 2 улы менән Украинала йәшәй һәм ижад итә. 750 һәйкәл (барельеф, горельеф, скульптура) һәм 500 тирәһе рәсем эшләгән. "Шматько һәм улдары" галереяһында күрһәтелгән автор коллекцияһында 70 скульптура һәм 300 тирәһе рәсем (живопись, графика) күргәҙмәгә ҡуйылған. 2000 йылдан башлап ул Мәскәү Донья Цивилизация Институтының рәссам ижады кафедраһы профессоры. a>ндағы "Святогорская Богородица" скульптураһы 2004 йылда Шматько үтенес буйынса Донецк өлкәһе Изге-Тау Лавраһы өсөн "Святогорская Богородица" скульптураһын ижад итә. Богородица скульптураһы ҡуйылғас, реставрация эштәренән һуң Лавра яңынан асыла. 2005 йылда Полтава өлкәһе Келеберда ауылында Успение сиркәүе яңынан төҙөлгән, унда Шматьконың "Христосты тәрегә ҡаҙаҡлау" () скульптураһы ҡуйылған. Премиялар. Православ Сиркәүендә ижады һәм "Святогорская Богородица" скульптураһы өсөн Николай Шматько Нестор-летописец орденын яулай. Иван Гашпарович. Иван Гашпарович, словакса "Ivan Gašparovič" (27 Буранай 1941, Полтар, Беренсе Словак Республикаһы) — Словакия сәйәсмәне, Словак Республикаһының өсөнсө президенты. Уның йүнәлеше — юрист. Республика башкорт лицей-интернаты. Республика башкорт лицей-интернаты, 1992 йылда барлыkkа киле, hэзерге исемен 2003 йылда ала. Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһе. Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһе, — иң ҙур халыҡ-ара эсперантистар берләшмәһе. Уның ағзалары 120 тирәһе илдән. Дәүләкән (ҡала). Дәүләкән — Башҡортостан республикаһының Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышта, 96 км алыҫлыҡта, Дим йылғаһы буйында урынлашҡан ҡала. Дәүләкән районының административ үҙәге. Транссебер магистраленең тимер юл станцияһы. ХХ быуат башында Дәүләкән ҡасабаһы һәм Этҡол ауылы, һуңыраҡ Дәүләкән ауылы ҡушылып барлыҡҡа килгән. Тағы ла һуңыраҡ ҡалаға И.С. Вязьмин хуторы һәм Яңы Ҡорманай ауылдары ҡушыла. 1928 йылда ҡала төрөндәге поселок, 1942 йылда ҡала статусы ала. Мокша теле. Мокша теле (үҙатамаһы "мокшень кяль") – мордва телдәренең бере; мордва халҡы һөйләшкән тел. Мокша теле фин-уғыр телдәре ғаиләһенә керә. Урыҫ һәм эрзя телдәре менән бер рәттән Мордовия республикаһында дәүләт теле булып һанала. Эрзя теле. Эрзя теле (үҙатамаһы: "э́рзянь кель") — мордва телдәренең бере; мордва халҡы һөйләшкән тел. Фин-уғыр тел ғаиләһенә керә. Һөйләшеүселәр һаны — 517 000 самаһы. Эрзя теле урыҫ һәм мокша телдәре менән Рәсәй составындағы Мордовия республикаһының рәсми теле булып һанала. Осетин теле. Осетин теле (осетинса "Ирон æвзаг") — Һиндевропа тел ғаиләһендәге Иран төркөмөнә ингән тел. Ул Рәсәйҙәге Төньяҡ Осетия рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ ул Көньяҡ Осетияның рәсми теле. Имлә. Хәҙерге осетин телендә кирил әлифбаһы ҡулланыла. Унда 43 хәреф бар. Һуҙынҡы өндәре әйтелеше. Осетин телендә 5 көслө һуҙынҡы өндәре ("а, е и, о, у") һәм 2 көсһөҙ һуҙынҡы өндәре ("æ, ы") ла бар. Бразилия Милли Гимны. Hino Nacional do Brasil () — әләм һәм герб менән бер рәттән Бразилияның дәүләт символы. Уның беренсе варианты 1832 йылда 7 Алағарайында булдырылған, әммә рәсми рәүештә 1889 йылда (мөстәкил республика яулау ваҡытында) ҡабул ителгән. Хәҙерге текст 1922 йылда 6 сентябрендә ҡабул ителгән. Португаль телендә гимн тексы. Ouviram do Ipiranga as margens plácidas De um povo heróico o brado retumbante, E o sol da Liberdade, em raios fúlgidos, Brilhou no céu da Pátria nesse instante. Desafia o nosso peito a própria morte! Brasil, um sonho intenso, um raio vívido, De amor e de esperança à terra desce, Se em teu formoso céu, risonho e límpido, És belo, és forte, impávido colosso, E o teu futuro espelha essa grandeza. Ao som do mar e à luz do céu profundo, Fulguras, ó Brasil, florão da América, Iluminado ao sol do Novo Mundo! Do que a terra mais garrida Teus risonhos, lindos campos têm mais flores, "Nossa vida" no teu seio "mais amores". Brasil, de amor eterno seja símbolo E diga o verde-louro dessa flâmula - Paz no futuro e glória no passado. Mas se ergues da justiça a clava forte, Verás que um filho teu não foge à luta, Nem teme, quem te adora, a própria morte. Монголия. Монголия (монголса "Монгол Улс" = башҡ."Монгол Иле") — Көнбайыш һәм Үҙәк Азиялағы дәүләт. Төньяҡтан Рәсәй менән, көньяҡтан көнсығыштан һәм көнбайыштан Ҡытай менән сиктәш. Диңгеҙгә сығыу юлы юҡ. Майҙаны 1 564 116 км². Дәүләт теле -- кирил алфавитындағы монгол теле. Был телдә халыҡтың 95% һөйләшә. Урта мәктәптә шулай уҡ ғәҙәти монгол яҙмаһын өйрәнәләр. Ҡырымтатар имләһе. Ҡырымтатар имләһе -- ҡырымтатар теленең имләһе. Хәҙерге имләләре. Хәҙер Ҡырымда ҡырымтатар теленең рәсми әлифбаһы - латин әлифбаһы. Совет ваҡытында кирил әлифбаһы ҡулланылған. Ғәрәп (1928 ҡадәр). 1 — зачастую буква ﻙ (кеф) использовалась также вместо ﮒ и ﯓ. Богданович, Максим Әҙәм улы. Ракутёвщина (Rakucioŭščyna) ауылындағы Богдановичтар йорто Максим Әҙәм улы Богдано́вич () — белорус шағиры, публицисты, әҙәбиәтсеһе, тәржемәсеһе. Белорус әҙәбиәте классигы; белорус әҙәби теленә нигеҙ һалған. Бала сағы. Яҙыусы 1981 йылдың 27 ноябрендә (хәҙерге стиль менән 9 декабрендә) Минск ҡалаһында тыуған. Богданович ғаиләһе Александровская урамындағы 25-се йортта йәшәгән. Уның атаһы — Әҙәм Егор улы Богданович, Минскиҙағы Беренсе Ҡала Училище уҡытыусыһы, әсәһе — Мария Афанасий ҡыҙы Богданович (Мякота). Адон Олам. Adon Olam (, ≈) — йәһүд доғаһы. Һәр көн иртәнге доға ваҡытында, Изге Шаббат көнөндә көндөҙгө доға ваҡытында әйтелә. Сиддур. Сидду́р йәки сиду́р () — йәһүҙилек доға китабы. Сидурҙарҙың бер нисә "нусах" (доға традицияһы) бар (сефард, ашкеназ һ.б.). Һәр көндә ҡулланыу өсөн һәм байрам көндәрендә ҡулланыу өсөн сидурҙар бар. Хәҙерге диаспорала сығарылған сидурҙарҙа ике йәки өс текст сыға: йәһүд/арамей телендә доға тексы, был региондағы йәһүҙиҙәр араһында иң йыш ҡулланылған телгә тәржемәһе һәм (ғәҙәттә) был тел хәрефтәре менән яҙылған транслитерация. Олонхо. Олонхо, яҡут Олоҥхо — яҡут (саха) халҡының героик эпосы. 10 000 — 20 000 (һәм унан да күберәк) шиғыр юлынан торған олонхо риүәйәтсе һәм сәсәндәр тарафынан һөйләнә. 2005 йылда ЮНЕСКО олонхоны «кешелектең материаль булмаған мираҫы һәм телдән һөйләнгән матур әҫәре» тип иғлан итте. Иң оҙон олонхо ете төн буйы һөйләнә. Киң билдәле олонхо яҡут «Дьурулуйар Ньургун Боотур» (инглиз "Nyurgun Bootur the Swift") 36 000 шиғыр юлынан тора. Олонхо – төрки халыҡтарҙың иң боронғо эпостарының береһе, саха халҡының эпик традицияларын берләштергән эпостарҙың төп эпосы. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Алыҫ Көнсығыштағы Саха Республикаһында был сәнғәт тергеҙелә. Йырсы һәм хикәйәсе тарафынан һөйләнгән поэтик хикәйә ике өлөштән тора: эпостың йырланған өлөшө, цитаталарҙан торған проза менен алышына. Һөйләүсе йомарт телле һәм импровизация оҫтаһы булырға тейеш. Эпопея боронғо һуғышсылар, аллалар, рух һәм хайуандар тураһында легендалар һөйләй, әммә хәҙерге заманға күсмә тормош тарҡалыуы тураһында мөрәжәғәт итә. Һәр замандың бай репертуарлы сәсәндәре булғанға күрә, Олонхоның күп төрлө варианттары осрай. Йола ғаиләлә күңел асыу һәм белем биреү сараһы буларак таралған. Сәйәси тотораҡһоҙлоҡ ваҡытында, ауыр климатик һәм географик шарттарҙа йәшәү өсөн көрәшкән бәләкәй халыҡтың йәшәү рәүешенең танытмаһы булып яҡут (саха) халҡынын дини ҡарашын сағылдыра. XX быуаттағы үҙгәртеп ҡороуҙар Саха Республикаһындағы эпик йолаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы. Шулай ҙа, өйрәнеүселәр аҙ булыуға ҡарамастан, үҙгәртеп ҡороу йылдарында Олонхоға ҡыҙыҡһыныу артты. Рәсем сәнғәтендә Олонхо. Рәссамдар ижадында олонхо халыҡ фольлоры һәм әкиәт образдары менен берлешә. Рим Хәсәнов. Рим Хәсәнов — композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 1973 йылдан СССР композиторҙары союзы ағзаһы, 1974 йылдың 9 мартында Башҡортостандың Благовар райыны Языково ауылында тыуған. Рим Хәсәнов Рим 6 йәштән уҡ атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә, һүңынан гитара, баян, торба, балалайкала уйнай. Бала саҡтан үҙенең йырҙарын йырлай. 1973 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, ошо йылда уҡ Өфө сәнғәт институтына Заһир Исмәғилев класына уҡырға инә. 1973 -1978 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында музыка бүлеген етәкләй. Рим Хәсәнов ижадында джаз, эстрада, классик музыкала милли көй-моңдар сағылыш таба. Уҙған быуаттың 70—80 йылдарында башҡорт музыка сәнғәтен Рим Хәсәновһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. 1994 — 1996 йылдарҙа Австралияла йәшәй, шиғир Рон Роджерс шиғырҙарына 30 артыҡ йыр яҙа. 2006 йылдарҙа инглиз теленән тәржемә менән шөғөлләнә. 2006 йылда Финляндияла була, уның концерттары ҙур уңыш менән үтә. Һуңғы ваҡытта Рим Хәсәнов Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы. Рифҡәт Исрафилов, Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — 1941 йылдың 8-се сентябрендә Башҡортостандың Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. Актер, режиссер, театр педагогы, профессор. 1981 — 1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры. 1997 йылдан башлап М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе. Өфө сәнғәт училищеһының режиссерҙар бүлеген (1965), А.В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты (1973) тамамлаған. Педагогик эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт институтында башлай. Бер нисә быуын артистарҙы уҡыта. Хәҙер уның уҡыусылары башҡорт театр сәнғәтенең төп нигеҙе булып торалар. Күптәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары. 1987 йылда доцент исеме, 1993 йылда профессор исеме бирелә. 1995 йылдан Санкт-Петербургтағы Петров Фән һәм сәнғәт академияһының ағзаһы булып тора, «Академик» тигән маҡтаулы исеме бар. Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән ваҡытта Рәсәйҙәге иң күренекле ҡуйыусы-режиссер булып таныла. Иң билдәле спектаклдәре: «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (М. Кәрим, Өфө), «Оҙон-оҙон бала саҡ» (М. Кәрим, Өфө), «Тапшырылмаған хаттар» (Ғ. Ҡотой, Өфө), «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, Өфө). Ф. Бүләков пьессаһы буйынса ҡуйылған «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле театр тормошонда ҙур ваҡиға булып тора. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» театр фестивалендә (Өфө, 1996) «Гран-при» призын ала һәм Мәскәүҙә Милләттәр Театрында иң яҡшы спектаклдәр фестивалендә күрһәтелә. 1996 йылда был спектакль Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була. 2008 йылда Рифҡәт Исрафилов етәкләгән М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрына «театр сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн» Фёдор Волков исемендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы бирелә. Антарктида. Антаркти́да (— Арктиканың ҡапма-ҡаршыһы) — Ер шарының иң көньяғында урынлашҡан ҡитға (континент). Антарктиданың үҙәге Көньяҡ географик полюс менән яҡынса тура килә. Антарктида Һинд океаны, Тымыҡ океан һәм Атлантик океан һыуҙары менән йыуыла (ҡайһы бер илдәрҙә был океандарҙың көньяҡ өлөшөн Көньяҡ океан тип иҫәпләйҙәр). Майҙаны — 4,4 млн. кв.км, шуның 1,6 млн кв.км өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә. Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар. Антарктида рәсми рәүештә 1820 йылдың 28 ғинуарында Беллинсгаузен, Фаддей Фаддеевич һәм Михаил Лазарев етәкселегендәге рус экспедицияһы тарафынан асыла. Улар «Восток» һәм «Мирный» елкәнле хәрби кораблдәрҙә нөктәһенә, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғона яҡынлаша. Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған. Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай. Антарктида – ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уны йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йыллына бер генә тапкыр күҙәтеп була. Антарктидала Ерҙәге сөсө һыуҙың 80%-ы тупланған. Материктың рельефы, ҡыҙыл төҫ менән бейегерәк урындар күрһәтелгән Боҙ ҡатламы аҫтында материк рельефы Рельефы һәм боҙ ҡатламы. Антарктида — Ерҙә иң бейек континент, диңгеҙ өҫтө бейеклегенән уртаса 2000 м бейеклектә, үҙәк өлөшө 4000 м бейеклектә. Материктың ҙур өлөшө боҙ менән ҡапланған, тик 0,3 % (40 мең кВ. км.) өлөшө генә боҙҙан асыҡ. Трансатлантик тауҙары Антарктиданы, геологик төҙөлөшө төрлө булған, Көнсығыш Антарктидаға һәм Көнбайыш Антарктидаға бүлә. Яҡынса боҙ ҡалынлығы 2500—2800 м, Көнсығыш Антарктидала максималь боҙ ҡалынлығы —4800 м. Ҡитғаның яры буйында барлыҡҡа килгән боҙлоҡ ярылып төшөп айсбергтар барлыҡҡа килтерә. Көнсығыш Антарктиданың геологик төҙөлөшө. Көнсығыш Антарктиданың геологик платформаһы боронғо кембрийға тиклемге геологик осорҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө Һиндостан, Бразилия, Африка һәм Австралия платформаһы менән оҡшаш. Был платформалар Гондвана суперконтиненты тарҡалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау тоҡомдарының йәшен 2,5 — 2,8 млрд. йыл, тип билдәләйҙәр. Ҡаҙылма ҡатламдар 350—190 млн. йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән ихтиозавр ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә. Сейсмик әүҙемлеге. Материк ситендә Росс диңгеҙе утрауҙарында хәрәкәт итеүсе Эребус вулканы бар. Климаты. Антарктида климаты бик ҡырыҫ – температура йәйен –30 °C-тан юғары күтәрелмәй, ә ҡышын –70 °C-тан да түбәнерәк була. Ерҙәге иң түбән температура (-89,2 °C) Антарктидалағы "Восток" станцияһында теркәлә. Йәй ваҡытында Антарктида Ҡояш йылыһын экваториаль зонаға ҡарағанда ла күберәк ала, ләкин был йылылыҡтың 90% ҡар һәм боҙ өҫтөнән кире сағылдырыла. Октябрьский (ҡала). Октя́брьский— Башҡортостан ҡарамағындағы ҡала, ҙурлығы буйынса республикала 5-се урында. Өфө ҡалаһынан 188 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 38,83 кв.км. Географик урыны. Октябрьский ҡалаһы Урал буйы зоныһында, Ыҡ йылғаһының уң яҡ ярында, Татарстан республикаһының сигендә урынлашҡан. Ҡала янынан (Мәскәү-Силәбе) федераль трассаһы үтә. Мәсетле районы ғалимдары. Мәсетле районы ғалимдары — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районынында тыуған йәки районда эшләп, уның үҫешенә билдәле кимәлдә өлөш индергән, ғилми дәрәжәле фән белгестәре. Был исемлеккә шулай уҡ сығыштары менән Мәсетле районына бәйле ғалимдар ҙа индерелә. Африка. Африка — Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙән көньяҡта, Атлантик океандан көнсығышта һәм Һинд океанынан көнсығышта урынлашҡан ҡитға. Шулай уҡ Африка тип материк һәм тирә-яғындағы утрауҙарҙы атайҙар. Майҙаны 30 065 000 кв.км йәки ҡоро ерҙең 20,3 %, утрауҙары менән бергә 30,2 миллион кв. км, дөйөм Ер шарының 6% һәм ҡоро ерҙең 20,4% биләй. Африка территорияһында 53 дәүләт, 4 танылмаған дәүләт һәм 5 бойондороҡһоҙлоҡ алмаған территория (утрау) урынлашҡан. Африка халҡы 1 миллиард кешегә яҡын. Бында иң боронғо кеше — гоминид ҡалдыҡтары табылған, шуға күрә Африка кешелектең боронғо тыуған иле тип иҫәпләнә. "Sahelanthropus tchadensis", "Australopithecus africanus", "A. afarensis", "Homo erectus", "H. habilis" һәм "H. ergaster" һымаҡ ата-бабаларын иҫәпкә алғанда, гоминидтар ете миллион йыл элек йәшәгән. Эфиопияла табылған "Homo sapiens" ғаиләһе ике йөҙ мең йыл элек йәшәгән, тип билдәләнә. Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зоныһында урынлашҡан, был төньяҡ субтропик климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәтенә һуҙылған берҙән-бер материк. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәгәнлектән, климаттың тәбиғи көйләнеүе, яр буйҙарынан башҡа күҙәтелмәй. Африканың мәҙәни, иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрен африканистика фәне өйрәнә. Австралия (ҡитға). Австралия. Космостан күренеш.Австралия топографияһы Австралия (— «көньяҡ» һүҙенән килә) — Көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан ҡитға. Бөтә материк Австралия Союзы дәүләтенең төп өлөшө булып тора. Материк Австралия һәм Океания тигән донъя киҫәгенә ҡарай. Географик урыны. Австралия — 7 659 861 кв. км майҙанлы Көньяҡ ярымшарҙағы материк. Ҡитғаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 4000 км, яр буйы оҙонлоғо (утрауҙарһыҙ) — 35 877 км. Төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарын Тымыҡ океан диңгеҙҙәре: Афур диңгеҙе, Коралл диңгеҙе, Тасман диңгеҙе, көнбайыш һәм көньяғын Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания эре диңгеҙ утрауҙары урынлашҡан. Австралияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап 2000 км-ҙан артыҡ оҙонлоҡта донъялағы иң ҙур мәрйен рифтары — Бөйөк Кәртә рифы урынлашҡан. Австралияның көнсығыш нөктәһе — Байрон мороно (), Австралияның көнбайыш нөктәһе — Стип-Пойнт мороно (), Австралияның төньяҡ нөктәһе — Йорк (Австралия) мороно (), Австралияның көньяҡ нөктәһе — Саут-Пойнт мороно () (Тасмания утрауын континент өлөшө тип ҡараған саҡта — Саут-Ист-Кейп мороно). Рельефы. Күпселеген тигеҙлек тәшкил итә. 95% ер өҫтө диңгеҙ өҫтө бейеклегенән 600 м-ҙан артмай. Көнбайыш Австралия яҫытаулығының уртаса бейеклеге 400 — 500 м, ситтәре ҡалҡыуыраҡ. Көнсығышта Масгрев тауы (иң бейек нөктәһе — Вудровв тауы, 1440 м) һәм Мак-Доннелл һырты (иң бейек нөктәһе — Зил тауы, 1511 м). Геологик төҙөлөшө. Ҡитғаның геологик төҙөлөшө нигеҙендә көньяҡ ярымшарҙағы Годвана материгы өлөшө булған боронғо Австралия платформаһы ята. Климат. Австралия континенты Көньяҡ ярымшарҙағы өс төп йылы климат бүлкәтендә урынлашҡан: субэкваториаль (төньяғы), тропик (үҙәк өлөшө), субтропик (көньяғы). Тик Тасмания утрауының ҙур булмаған өлөшө уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан. Ғағауз теле. Ғағауҙ теле () — Алтай тел ғаиләһендәге оғуҙ төркөмөнә ингән ғағауҙҙарҙың теле. Ул урыҫ һәм румын ("молдаван") теле менән бер рәттән Молдовалағы Ғағаузия Автономиялы Территориаль Яһалышы — Гагауз Еринең рәсми теле. Диалекттар. Ғағауҙ теленең ике төп диалект — чадырлунг-комрат йәки үҙәк диалекты һәм вулканешт йәки көньяҡ диалекты бар. Имлә. Башта ғағауҙ телендә грек алфавитыы ҡулланылған. 1957 йылда ғағауҙ теленең әлифбаһы (кирил имләһе нигеҙендә) ҡабул ителгән. 1996 йылнан башлаған латин (төрөк әлифбаһы нигеҙендә булдырылған) әлифбаһы ҡулланыла. Шулай уҡ был әлифбала ("ц") өнө өсөн ҡулланылған Ţ хәрефе һәм ("ә") өнө өсөн ҡулланылған Ä хәрефе лә бар. Төньяҡ Америка. Төньяҡ Америка — Ер планетаһының Көнсығыш һәм Көнбайыш ярымшарҙары тоташҡан урындағы ҡитға. Төньяҡ Америка халҡы 500 млн. кеше. Халыҡ тығыҙлығы Кариб диңгеҙе һәм ҡитғаның "Үҙәк" өлөшөндә тығыҙ. Бында 1 кв.км-ға 200-ҙән артыҡ кеше тура килә. Тирә яҡтағы территориялар менән Төньяҡ Америка картаһы География. Төньяҡ Америка көнбайыштан Тымыҡ океандың Беренг диңгеҙе, Аляска һәм Калифорния ҡултығы менән, көнсығыштан Атлантик океандың "Лабрадор, Кариб, Изге Лаврентий" һәм" Мексика ҡултығы" менән, төньяҡтан Төньяҡ боҙ океанының "Бофорт, Гренландия Гудзонов ҡултығы" менән йыуыла. Көнбайыштағы Евразиянан Беренг боғаҙы айырып тора. Көньяҡ Американан Панама боғаҙы айырып тора. Төньяҡ Америка составына шулай уҡ "Гренландия, Канада арктика архипелагы, Алеут утрауҙары, Ванкувер утрауы, Александр архипелагы" һәм башҡа утрауҙар инә. Утрауҙар менән Төньяҡ Америка майҙаны — 24,2 млн. кв. км., утрауҙарһыҙ — 20,4 млн.кв. км. Рельеф. Рельефтың айырмалығы — боҙлоҡ дәүеренең оҙайлы эшкәртеүе һөҙөмтәһе. Һөҙәкле-тулҡынлы ҡалҡыулыҡтарҙың бейеклеге — 150-600 м. Үҙәк тигеҙлек — Төньяҡ Америка платформаһы өлөшө. Бейеклеге — 200—500 м. Рельефы эрозиялы һәм аҙ тулҡынлы, төньяҡта боҙло һәм боҙлоҡ менән шыуып төшкән тау тоҡомдарынан тора. Көньяҡ өлөшө урман менән ҡапланған. "Озарк ҡалҡыулығы" (бейеклеге 760 м тирәһе), Уошито ҡалҡыулығы (884 м тиклем) "эпигерцин" плтаформаһының йыйырсығы булып тора. Бөйөк тигеҙлектәр "Кордильер платоһының" тау итәге булып тора. Бейеклеге — 500 — 1500 м. Былар "Кордильер платоһының" ватылып, йыйырсыҡланып өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Мексика. Мексика (), рәсми исеме — Мексика Ҡушма Штаттары () — Төньяҡ Америкалағы дәүләт. Ул төньяҡта АҠШ менән һәм төнъяк-көнсығышта — Белиз һәм Гватемала менән сиктәш. Көнбайыш яғы Калифорния ҡултығы һәм Тыныс океаны һәм көнбайыш яғы Мексика ҡултығы менән йыуыла. Үҫәргәндәр. Үҫәргәндәр — төрки сығышлы боронғо башҡорт ҡәбиләһе. Урыу тамғаһы. Ырыу бүленеше: сураш, бүре, айыу, бишәй, шишәй. Төп йәшәгән урындары Һаҡмар, Эйек, Һүрәм, Ҡаҫмарт, Йылайыр, Таналыҡ йылғалары буйҙары. Бәләкәй төркөмдәре Ырғыҙ, Кәрәлек, Кәмәлек, Оло һәм Кесе Үҙән йылғалары буйында йәшәйҙәр. Шәжәрә. Шәжәрә — башҡорт ырыуҙарының йыляҙмаһы. Шәжәрәгә ырыу башлыҡтары исемдәре, тарихи ваҡиғалар тараһында мәғлүмәттәр, ырыу торомошондағы мөһим үҙгәрештәр индерелгән. Һәр башҡортҡа ырыу шәжәрһен белеү мотлаҡ бурыс тора. Бельгия. Бе́льгия,, рәсми исеме Бельгия Короллеге, — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе, Берләшкән Милләттәр ойошмаһы һәм НАТО ағзаһы. Төньяҡта Нидерландтар менән, көнсығышта Германия менән, көньяҡ-көнсығышта Люксембург менән һәм көньяҡ-көнбайышта Франция менән сиктәш. Төньяҡтан Төньяҡ диңгеҙе менән йыуыла. Дәүләттең исеме боронғо белгтәр ҡәбилә атамаhынан килә. Идара итеү формаһы буйынса Бельгия — конституцион монархия, административ-территориаль бүленеү формаһы буйынса — федератив дәүләт. Европа Берләшмәһе. Европа союзы, Евросоюз, (ЕС) — Европа союзы тураһында килешеү (Маастрихт килешеүе) төҙөгән, 27 Европа дәүләтен берләштергән иҡтисади һәм сәйәси берләшмә. ЕС — халыҡ-ара ойошма һәм дәүләт үҙенсәлектәрен берләштергән халыҡ-ара берәмек, тик формаль рәүештә уларҙың береһе лә түгел. Союз халыҡ-ара хоҡуҡҡа эйә, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә вәкәләтлеге бар һәм унда ҙур роль уйнай. Сәйәси берләшмә булдырыу өсөн Союз ағзалары үҙҙәренең милли мөстәҡиллегенән баш тартыуы Евросоюздың башҡа халыҡ-ара берәмектәрҙән айырмаһы булып тора. Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы. Өмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы —ғалим, мәғрифәтсе һәм шағир. 1841 йылдың 21 авгуcында (хәҙерге стилдә 3 сентябрь) элекке Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Йомран-Табын волосы (хәҙерге Башҡортостандыҡ Ҡырмыҫҡалы районы Йомран-Ибраһим (Ибраһим) ауылында тыуған. Уның атаһы уҡымышлы, юғары культуралы башҡорт контоны начальнигы булған. Мәҙрәсәне тамамлағас, 1852 йылда Ырымбур Неплюев кадет корпусында уҡый. Бында ул география, тарих, архитектура, каллиграфия һәм хәрби фәндәрҙе өйрәнә. Төркиҙән тыш урыҫ, фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә. Француз теле менән мауыға. 1879— 1880 йылдарҙа Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә урыҫ телен уҡыта. 1880 йылда Өфөгә килеп Ырымбур Диниә назаратында тәржемәсе булып эшләй. 1883 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев Рус география йәмғиәте Ырымбур бүлексәһең ағзаһы итеп һайлана. Фарсы теленең грамматикаһына арналған ғилми хеҙмәт яҙа. А. С. Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтанын», шулай уҡ К.Д. Ушинский, Л. Н. Толстой хеҙмәттәрен төрки теленә тәржемә итә. Ирәндек. Ирәнде́к () — Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, известняк кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек Урал тауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан. Ирәндектең Учалы районында урынлашҡан төньяҡ өлөшө "Бәләкәй (Кесе) Ирәндек" тип атала. Иң бейек түбәләре - Тораташ (921 м) һәм Кәзәташ, Ҡарт-Муйнаҡ ауылы янында урынлашкан. Иң төньяҡ нөктәhендә, Комсомольск ҡасабаhы янындағы Бөркөт-тау түбәhе аша Ирәндек Күмәс тау арҡаһына тоташа. Топоним. — Хәҙер беҙ өйрәндек!, - тип ҡысҡырып ебәргән. Күлдәре һәм йылғалары. Тау арҡаһы буйында матур йылға һәм күлдәр урынлашҡан. Көнбайыш битендә — Граф күле һәм Талҡаҫ куле. Тау түбәһенән Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары ағып төшә. Учалы районында Ирәндек буйынан Уй йылғаһы ағып төшә, Ҡарағайкүл () уранлашҡан. Флорид Бүләков. Бүләков, Флорид Миңнулла улы — башҡорт драматургы, 1948 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуған. Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Лех Валэнса. Лех Валэ́нса (,; 1943 йылдың 27 сентябрендә/Һарысайында Польшаның Тлухово гминаһы Попово ҡасабаһында тыуған) — поляк дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, кеше хоҡуҡтарын әүҙем яҡлаусы активист, "Теләктәшлек" профсоюз ойошмаһының етәксеһе, 1990—1995 йылдарҙа Польша Президенты, Тыныслыҡ өсөн Нобель Премияһы Лауреаты, һөнәре буйынса электрик. Таулы арҡа. Тау арҡаһы (йәки тау һырты) тип урындағы эре йыйырсыҡтар (тауҙар) тарафынан хасил булып, байтаҡҡа һуҙылған һәм айырылып торған берҙәм күсәр һыҙығы атала. Тау арҡаһының формаһы, оҙонлоғо һәм бейеклеге уның барлыҡҡа килеү ваҡытынан һәм үҫешеү тарихынан, шулай уҡ уны тәшкил иткән тоҡомдарҙан тора. Тау арҡаһы, ҡағиҙә булараҡ, һыу айырғыс һыҙыҡ булып тора. Тау арҡалары йыйылмаһы тау системаһын тәшкил итә. Молдова. Молдова Республикаһы ("Republica Moldova") — Европалағы ил. Ул көнбайышта Румыния менән, көньяҡта, төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән сиктәш. Башҡалаһы — Кишинэу ҡалаһы. Майҙаны 33 846 км2 Румыния. Румы́ния ("România",) — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы. Майҙаны 237 500 км2. Конституция буйынса Румыния демократик республикаһы булып һанала. Румыния төньяҡта һәм көнсығышта Украина менән, төньяҡ-көнсығышта Молдова менән, көньяҡта Болгария менән, көнбайышта Сербия һәм Венгрия менән сиктәш. Коньяҡ-көнсығыштан Румыния Ҡара диңгеҙ менән йыуыла. Төркиә. Төркиә, рәсми исеме Төркиә Республикаһы — Көнсығыш Азиялағы һәм Көньяҡ-Көнбайыш Европалағы дәүләт, Европа Берләшмәһе ағза статусына кандидат. Төньяҡ-көнбайышта Болгария, көнбайышта Греция, төньяҡ-көнбайышта Грузия, көнсығышта Әрмәнстан, Иран, Әзербайжанlағы Нахчыван Автономиялы Республикаһы, төньяҡ-көнсығышта Ираҡ һәм Сирия менән сиктәш. Райнланд-Пфальц. Райнланд-Пфальц () — Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Майнц ҡалаһы. Урынлашыу. Райнланд-Пфальц штаты көнбайыш Германияла урынлашҡан. Ул Төньяҡ Рейны-Вестфалия, Һессен һәм Саар федераль штаттары, шулай уҡ Бельгия, Франция һәм Люксембург менән сиктәш. Түбәнге Саксония. Түбәнге Саксония (— Германия федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ дингеҙ менән йыуыла. Тарихы. Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә. География. Түбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы () тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан. Ауыл хужалығы. Балсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай. Иҡдисат. Түбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында. Фән. Түбәнге Саксонияның иң әһәмиәтле фән учереждениелары Гёттинген ҡалаһында Георг-Август университеты, Брауншвейг техник университеты (), (), Һанновер ветеринария институты () һ.б. Болгария. Болга́рия (), рәсми исеме Болга́рия Респу́бликаһы (,)) — Европалағы дәүләт, Европа Берләшмәһе ағзаһы. Болгария Балҡан ярымутрауының көнсығышында урынлашҡан. Көньяҡта Греция һәм Төркиә, көнбайышта Сербия һәм Македония, төньяҡта Румыния менән сиктәш. Көнсығыштан Ҡара диңгеҙ менән йыуыла. Төйәләҫ (йылға). Төйәләҫ () — Көньяҡ-көнсығыш Уралдағы йылға. Бавария. Бавария () — майҙаны буйынса Германия составындағы, Германия Федератив Республикаһының көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, иң ҙур феделаль штат. Башҡалаһы — Мюнхен. Административ яҡтан ете административ округка буленгән: Үрге Франкония, Урта Франкония, Түбәнге Франкония, Үрге Пфальц, Түбәнге Бавария, Үрге Бавария, Швабия. Башласа өс халыҡ йәшәй — баварҙар, франкондар и швабтар. Ирәмәл. Ирәмәл — Көньяҡ Уралда, Башҡортостандың Белорет районының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан иң бейеҡ һәм күркәм тауҙарҙың береһе. Ике тау бер-береһе менән киңлеге 1 км, бейеклеге 1 200—1 250 м, эйәргә оҡшаш тармаҡ менән тоташҡан. Тау аҫтында Ағиҙел, Яйыҡ йылғалары башланған инеш аға. Жалал-Абад өлкәһе. Жалал-Абад өлкәһе (ҡырғыҙса "Жалал-Абад областы", урыҫса "Жалалабатская область") — Ҡырғыҙстан Республикаһында административ-территориаль берәмек. Этномәҙәни һәм иҡтисади планда Ош һәм Баткен өлкәләре менән ул Көньяҡ Ҡырғыҙстаныдың аграр, таулыраҡ, артта ҡалған, урыҫ халҡы әҙерәк булған өлөшө. Өлкәһенең административ үҙәге — Жалал-Абад ҡалаһы. Халҡы — 1 млн. самаһы кеше. Копт теле. a> копт һәм ғәрәп телдәрдәрендә яҙма Копт теле — коптарҙың теле. Ул Афразия макро-ғаиләһенең Мысыр ғаиләһендәге һуңғы тел. Копт алфавиты грек алфавиты нигеҙендә төҙөлгән. Бранденбург (штат). Бра́нденбург (,) — земля ФРГ. Башҡалаһы — Потсдам. География. Бранденбург көнбайыштан Саксония-Анһальт, төньяҡтан Мекленбург — Алғы Померания штаты, көнсығыштан Польша, көньяҡтан Саксония штаты менән сиктәш. Ерҙәрҙең 30% урман биләй. Ауыл хужалығы. Бранденбург ере ҡарағай урманы, күлдәр, һаҙлыҡлы урындарға бай. Ярлы, ҡомло тупраҡлы Бранденбург ерендә картуф һәм арыш уҫтерелә. Уңдырышлы тупраҡлы Уккермарк һәм Одербрухс ерендә бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө һәм тәмәке үҫтерелә. Берлин тирәләй һәм Шпреевальд урманында еләк-емеш үҫтереү һәм малсылыҡ үҫеш алған. Иҡдисат. Түбәнге Лужала һоро күмер руднигы (Зенфтенберг янында) һәм текстиль фабрикаһы (Губен, Форст, Котбус) урынлашҡан. Аграр сектор иҡдисаттың төп өлөшөн алып тора. Урман күп булғанлыҡтан урман хужалығы иҡдисатта ҙур өлөш алып тора. Машиналар төҙөү, электороника, оптика, аҙыҡ һә химия сәнәғәте үҫешкән. Нәүрүз. Нәүрү́з (фарс. яңы көн) — Урта Азияла, Иранда, Әфғәнстанда һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә бик борондан килгән Яңы йылды ҡаршылау байрамы. Нәүрүз көн менән төн тиеҙләшкән көн - 21-22 мартҡа тура килә. Башҡортостанда ла Нәүрүҙ билделәнә. Яңы йылды март айында башлап ебәреүҙең башҡорттар йәшәғән Урта Иҙел буйында булғанлығы мәғлүм. Ул һорда Нәүрүҙ көндәрендә (ул берәр аҙнаға – 10 көнгә һуҙылған) йорттан-йортҡа керәп “нәүрүҙ әйтеп” йөрөү ғәзәте булған. быны укыусы балалар – шәкерттәр башҡарған. Нәүрүз таҡмағын укып, йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыштар теләп йөрөгәндәр. Ҡәһир (ҡала). a> йыл. Ҡәһир телеүҙәге башынан һүрәт Ҡәһир () — Мысырҙың башҡалаһы, Африкалағы иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454, агломерацияhында 17 856 000 кеше тора (2009 йыл). Межгорье (ҡала). Межго́рье («Ҡуҙйылға», «Өфө-105», «Солнечный», «Белорецк-16», «Таулы») — Башҡортостандың федераль үҙәк ҡарамағындығы ябыҡ ҡала. Ҡала Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта 140 км алыҫлыҡта, Белорет юлының 40 км-да, Көньяҡ-Урал ҡурсауығы биләмәһендә Ямантау тауы итәгендә урынлашҡан. Ҡала ике өлөштән тора: Татлы/Белорецк-15 ҡасабыһынан (Көнньяҡ-көнбайыш микрорайон) һәм Солнечный (Ҡояшлы, элекке Ҡузйылға)/Белорецк-16 ҡасабаһы (Үҙәк микрорайон), ике микрорайон — бер-береһенән 23 км алыҫлыҡта. Новы Двур Крулевски. Но́вы Двур Круле́вски () — Польшалағы бер ауыл. Ул көньяҡ-үҙәк Польшала, Куяв-Померания воеводалығының Хэлмно повятындағы Папово-Бискупье гминаһында урынлашҡан. Гаевица. Га́евица (сербса һәм хорватса "gajica", Сербияла шулай уҡ "abeceda" тип атала) — хорват һәм серб латин алфавиты. Ул (башта хорват теле өсөн генә) XIX-сы быуатта Людовит Гай тарафынан булдырылған. Хәҙер гаевица рәсми рәүештә Хорватияла һәм бер нисә башҡа дәүләттә (Босния һәм Герцеговина, Сербия, Черногорияла) ҡулланыла. Был алфавиттың кирил имләһе нигеҙендәге аналогы вуко́вица тип атала, ул серб телендә яҙыу өсөн ҡулланыла. Унда, йыраҡ. Унда, йыраҡ (сербсә "Tamo, daleko/Тамо, далеко") — Беренсе бөтә донъя һүғышы ваҡытындағы серб патриотик йыры. Йыр һүҙҙәре. Йыр һүҙҙәре күп версия ла бар, сөнки йыр авторы белмәгән. Квадрат километр. Квадрат километр (km2, км2) — Халыҡ-ара системалағы майҙан үлсәү берәмеге. Бер квадрат километр — 1 километр яҡлы квадраттың майҙаны. Иҫке Сибай. Иҫке Сибай () — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Мордовия Республикаһы. Мордо́вия, Мордо́вия Республикаһы (моҡш., әрҙ. "Мордовия Республикась") — Рәсәй федерацияһы составындағы республика, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан, Рәсәйҙең Волга буйы федераль округына ҡараған республика. Төҙөлөүе — 1930 йылдың 10 ғинуары. География. Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Уның көнбайыш өлөшө Окс-Дон тигеҙлегендә, үҙәк һәм көнсығыш өлөшө Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашҡан. Республиканың иң бейек нөктәһе — 324 м. Мордовияла 114 йылға бар. Иң ҙурҙары: Исса ҡушылдығы менән Моҡша йылғаһы, Сивинб,Сатис, Вад һәм Алатырь, Инсар, Руднф ҡушылдыҡтары менән Сура йылғаһы. Мордовияла 500-ләп күл бар. Иң ҙурҙары Инерка, Татарка. Климат. Климаты урта-континенталь, ғинуарҙа уртаса һауа температураһы −11 °C, июльдә +19 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм ≈450-500 мм. Тарих. 1928 йылдың 16 июлендә - Мордва өлкәһе; 1930 йылдың 10 ғинуарында - Мордва автоном өлкәһе; 1934 йылдың 20 декабрендә - Мордва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы; 1991 йылдан — Мордва Совет Социалистик Республикаһы; 1993 йылдан — Мордовия Республикаһы. Удмурт Республикаһы. Удмурт Республикаһы (Удмуртия,) — Рәсәй составындағы республика, Волга буйы Федераль округына ҡарай. Көнбайыштан һәм төньяҡтан Киров өлкәһе, көнсығыштан Пермь өлкәһе, көньяҡтан Башҡортостан һәм Татарстан менән сиктәш. Дәүләт ҡоролошо. Удмурт Республикаһының дәүләт-хоҡуҡи ҡоролошо Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Удмурт Республикаһы Конституцияһы менән билдәләнә. Юғара закон сығарыу һәм контроль органы — биш йылға бер һайлана торған Удмурт Республикаһының дәүләт Советы. Хәҙерге составы 2007 йылдың декабрендә һайланған, председателе — Соловьёв Александр Васильевич. Башҡарма власть — Президент һәм Республика хөкүмәте. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаhы (Башҡорт АССР-ы, БАССР) — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы. 1919-сы йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) нигеҙендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән. 1925-се йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса БАССР Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшергә һәм яҙырға хоҡуғын алған. Аҙсылыҡ милләттәргә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған. 1990-сы йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992-се йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙатамаһын Башҡортостан Республикаһы тигәнгә үҙгәртә. 1992-се йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла. Рәсәйҙең Юғары Советы ҡыуылып, Рәсәйҙең яңы Конституцияһы ҡабул ителгәс, 1993-сө йылдың 24 декабрендә республиканың яңы конституцияһы ҡабул ителә. Бәләкәй Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе. 1917-се йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар торған төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороу өсөн милли хәрәкәт башлана. 1917-се йылдың июль-август айҙарында Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа башҡорт халҡының вәкилдәре федератив Рәсәй составында "милли-территориаль рәүештә демократик республика" төҙөргә зарур, тип ҡарар ҡабул итә. I Бөтә Башҡорт ҡоролтайы Башҡорт Үҙәк Шураһын һайлай (II Ҡоролтай уны ҡабат һайлай). Үҙәк Шура Ырымбурҙа йыйыла һәм 1918-се йылдың ғинуарында үтәсәк Рәсәйҙең Ойоштороу Йыйынына (Учредительное собрание) әҙерләнә башлай. 1917-се йылдың 16 ноябрендә Башҡорт Үҙәк Шураһы Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө губернаһының өлөштәрен Рәсәй республикаһының автономлы өлөшө — Башҡортостан территориаль-милли автономияһы тип иғлан итә. Был ҡарар 1917-се йылдың 8-20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайында раҫлана. "Бәләкәй Башҡортостан" төшөнсәһе 1918-се йылдың ғинуарында индерелә — был ваҡытта «Бәләкәй Башҡортостан автономияһы тураһында ҡанундар» тигән проект әҙерләнә. Пермь губернаһынан: Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Осинск өйәҙенең көньяҡ өлөшө; Екатеринбург өйәҙенең көньяҡ-көнсығыш өлөшө; Шадринск өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Ырымбур губернаһынан: Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Троицк өйәҙенең көнбайыш өлөшө; Үрге Урал (Верхнеуральск) өйәҙе, Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө; Оренбург өйәҙенең төньяҡ өлөшө; Өфө губернаһынан: Бөрө өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө; Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө; Һамар губернаһынан: Боғорослан өйәҙенең көнсығыш өлөшө. Бәләкәй Башҡортостанға ингән дөйөм ер майҙаны — 78 439 км² самаһы, халҡы — 1 219 900 кеше. Шул уҡ ваҡытта татар милли хәрәкәтенең лидерҙары Урал-Иҙел Штаты төҙөү буйынса эш алып бара. 1937-се йылдан Башҡорт АССР-ы флагы 1919-сы йылдың 20 мартында "Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү" төҙөлә. Был килешеү матбуғатта 1919-сы йылдың 23 мартында баҫылып сыға, был көн республиканың барлыҡҡа килгән көнө тип рәсми рәүештә таныла. Килешеү буйынса Автономлы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә. "Бәләкәй Башҡортостан" тигән төшөнсә бынан һуң да АБСР-ға ҡарата ҡулланыла. Республиканың составына Ырымбур губернаһынан Ырымбур өйәҙенең 17 улусы, Орск өйәҙенең 28 улусы, Үрге Урал өйәҙенең 12 улусы, Троицк өйәҙенең 6 улусы, Силәбе өйәҙенең 9 улусы, Быҙаулыҡ өйәҙенең 1 улусы; Пермь губернаһынан Шадринск өйәҙенең 8 улусы, Екатеринбург өйәҙенең 4 улусы, Красноуфимск өйәҙенең 6 улусы һәм 5 айырым ауылы; Өфө губернаһынан Златоуст өйәҙенең 14 улусы, Өфө өйәҙенең 4 улусы һәм тағы 2 улусынан айырым башҡорт ауылдары, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 29 улусы индерелә. Бынан алда Бәләкәй Башҡортостанға индерелгән Затоуст өйәҙенең 7 волосы һәм Златоуст ҡалаһы, Өфө өйәҙенең 6 улусы, Троицк өйәҙенең 4 улусы, Стәрлетамаҡ өйәҙенең 10 улусы АБСР составына халыҡтан һорашып сыҡҡас ҡына индерелә ала. 13 кантондаң торған яңы административ-территориаль бүленеш ҡабул ителә; был кантондар исемләп: Етәр, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Бөрйән-Түңгәүер, Тамъян-Ҡатай, Арғаяш, Ялан, Кущин, Дыуан, Көҙәй, Табын, Юрматы, Тоҡ-Суран. Үрҙәге "Килешеү" буйынса, Автономлы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән улусының Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге Баймаҡ районында урынлашҡан). Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе В.И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башкарыусы М.Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.С. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М.А. Ҡулаев, Башҡорт шураһы (советы) ағзаһы М. Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя. Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Граждандар һуғышы киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Был документ — ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе. Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә Рәсәй составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә. Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү һәм тик шарттар нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы «юғарынан» йәғни Совет власы декреты менән бирелә. Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-терреториаль республика булып ойошторола. Колчак ғәскәре һөжүм итеп килгәс, республиканың идаралығы (Башревком) Саранск ҡалаһына күсерелә; унда ул 1919-сы йылдың апреленән авгусына тиклем булып, августың 20-һендә Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Стәрлетамаҡ Өфө губернаһында ҡалһа ла, Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһына әүерелә. 1920-сы йылдың 20 авгусында Стәрлетамаҡ ҡалаһы, ноябрь айында Стәрлетамаҡ өйәҙенең 16 улусы шулай уҡ республикаға тапшырыла. Оло Башҡортостандың барлыҡҡа килеүе. 1922-се йылдың 14 июнендә "Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында" тип аталған ВЦИК декреты менән Өфө губернаһы бөтөрөлә. Уның Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһына ҡушыла. Республика составына шулай уҡ Силәбе губернаһының Мейәс өйәҙенең Торғаяҡ, Сыростан, Мейәс улустары һәм Мейәс ҡалаһы индерелә. Бәләкәй Башҡортостандан Силәбе губернаһына Ялан кантоны тапшырыла. Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе 1920-сы йылда барлыҡҡа килгән яңы Автономлы Татар Социалистик Совет Республикаһына тапшырыла. Автономлы Башҡорт Социалистик Совет Республикаһының рәсми баш ҡалаһы булып Өфө таныла. Юридик яҡтан Өфө губернаһы административ берәмек булараҡ бөтөрөлә, уның ерҙәре Башҡорт Республикаһына күсә. Өфө губернаһының етәкселәре күпселектә Оло Башҡортостандың идаралығына күсә. Ижтимағи-иҡтисади үҫеше. Совет власы осоронда Башҡортостан ҙур үҫеш кисерә, уның сәнәғәт секторына нигеҙ һалына. республиканың күпселек ҡалалары тап ошо осорҙа төҙөлә. 1920-се йылдарҙың аҙағында уҡ Башҡортостанда, Татарстанда һәм күрше төбәктәрҙә нефть ятҡылыҡтары табыла ("Иҙел-Урал нефть һәм газ төбәге мәҡәләһен ҡара"). 1932-се йылдың майында Ишембай янында беренсе скважиналарҙан нефть булдырыла башлай. 1930-сы йылдарҙа Совет хөкүмәте ошо төбәктә ҙур нефть сығарыу һәм эшкәртеү базаһын ойоштороу маҡсатын ҡуя. Киләсәктә был нефть эшкәртеү һәм нефтехимия тармаҡтарын төҙөүҙә булышлыҡ итә. Иҙел-Урал төбәге "Икенсе Баҡы" тип атала башлай. Башҡортостандың Урал аръяғында (Белоретта, Учалыла, Сибайҙа) тау сәнәғәте районы булдырыла. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары мөһим сәнәғәт үҙәктәренә әүерелә. Бөйөк Ватан һуғышы осоро. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанға Рәсәйҙең үҙәгенән һәм көньяғынан йөҙҙән ашыу предприятиелар, тиҫтәләрсә госпиталдәр, ҡайһы бер үҙәк хөкүмәт органдары, эвакуациялана; 278 мең ҡасаҡтар күсеп килә, шуларҙың 104 меңе - Өфөгә.. Һуғыш ваҡытында бик күп хәрби частар, шул иҫәптән Башҡорт атлы дивизияһы әҙерләнә. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салават Юлаев» и «Уфимец» бронепоезддары эшләнеп фронтҡа ебәрелә. Башҡортостанда табылған нефть ятылыҡтары һуғышта еңеү өсөн ифрат ныҡ булышлыҡ итә. Административ-территориаль бүленеше. 1930-сы йылғаса Башҡортостанда улус-кантон бүленеше була. Мәҫәлән, 1926-сы йылда Башҡорт АССР-ында 8 кантон була, атап үткәндә Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантоны. Былар 117 улусҡа һәм 1 852 ауыл советына бүленә. 1930-сы йылдың 20 авгусында райондарға бүленеш индерелә. 1952-се йылдың майында Башҡорт АССР-ы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәһенә бүленә. Киләһе йылдың апрелендә был ҡарар юҡҡа сығарыла, Башҡорт АССР-ы берҙәм төбәк булараҡ 54 районға бүленә. Иҫке славян теле. Иҫке́ славя́н теле́ — көньяҡ һәм көнсығыш славяндарҙың, шулай уҡ румындарҙың дини теле. Түбәнге саксон көнсығыш-фриз теле. Көнсығыш-фриз түбәнге әлмән теленең ҡулланыу урыны Түбәнге саксон (әлмән) көнсығыш-фриз теле (, үҙ исеме — "Oostfreesk") — Көнсығыш Фризияла (Ауэрк ("Auerk"), Оамдэ ("Oamde"), Лир ("Lier") ҡалаларында) йәшәгән көнсығыш фриз халҡының теле. Сатэрфриз телендә Көнсығыш Фризия "Fräislound" тип атала (,). Тыва Республикаһы. Тыва Республикаһы ("Тыва́", "Тува́", тыв. Тыва Республика) — Себер федераль округы ҡараған Рәсәй Федерацияһы составындағы республика. 1944 йылдың 11 октябрендә ойошторола. Башкалаһы - Ҡыҙыл ҡалаһы. География. Көньяҡтан һәм көнсығыштан Монголия, төньяҡтан Красноярск крайы, төньяҡ-көнбайыштан Хакасия, төньяҡ-көнсығыштан Бурятия һәм Иркутск өлкәһе һәм көнбайыштан Алтай Республикаһы менән сиктәш. Халҡы. Халыҡ һаны — 313 940 кеше (2009), халыҡ тығызлығы — 1,86 кеше/ км² (2009). Ҡала халҡы 51,22 % (2009) тәшкил итә. Саха Республикаһы. Саха́ (Яку́тия) Республиуаһы () — Рәсәй Федераияһының Алыҫ Көнсығыш Федераль округындағы республика, Рәсәйҙә ткрриторияһы буйынса һәм тәбиғи-иҡтисади ресурстары буйынса иң ҙур төбәк. География. Яҡутияның дөйөм майҙаны 3103,2 мең. км². Шулай итеп Яҡутия Рәсәйҙә һәм донъяла иң ҙур арминистратив-территориаль берәмек. Яҡутия Себерҙең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Көнсығыштан Чукотка автомомия округы, Магадан өлкәһе, көньяҡ-көнсығыштан Хабаровск өлкәһе, көньяҡтан Амур өлкәһе, Байкал арты крайы менән сиктәш. Төньяҡтан Лаптевтар диңгеҙе һәм Көнсығыш Себер диңгеҙе менән сиктәш. Диңгеҙ буйы сиге 4,5 мең км-ға һуҙылған. Территорияның 2/5 өлөшө төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан. Эстония. Эстония, рәсми исеме Эстон Республикаһы (эстонса "Eesti, Eesti Vabariik") — Европалағы ил, Европа Берләшмәһе ағзаһы. Төньяҡта Рәсәй, көньяҡта Латвия менән сиктәш. Төньяҡтан Финн заливы менән йыуыла, шулай уҡ Финляндия менән һыу сиге бар. Көнбайыштан Балтик диңгеҙе менән йыуыла, шулай уҡ Швеция менән һыу сиге бар. География. Европаның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡтан Финн ҡултығы, көнбайыштан Балтик диңгеҙе һәм Рига ҡултығы менән йыуыла. Диңгеҙ буйы сиге 3 794 км. Эстония составына Балтик диңгеҙе акваторияһындағы, дөйөм майҙаны 4,2 мең км² булған, 1 521 утрау инә. Шуларҙың иң ҙурҙары: Сааремаа, Хийумаа,Муху, Вормси, Кихну һәм башҡалар. Утрауҙарҙың майҙаны зур булыуға ҡарамаҫтан, унда халыҡтың барлығы 5% йәшәй. Эстония йылғалары ҙур түгел, әммә тулы һыулы.. Рок. Рок () — заманса музыка стиле. Рок-музыка электр музыка ҡоралдарында (электр гитараларҙа, синтезаторҙа) уйнала. Рок XX быуаттың уртаhында барлыҡҡа килде. Серб Республикаһы гимны. "Был Сербия дәүләт гимны түгел! Бының өсөн был мәҡәләне ҡарағыҙ." "Минең Республикам" (сербсә, хорватса һәм босанса "Moja Republika", сербсә (вуковица әлифбаһында) "Моја Република") — Босния һәм Һерцеговина составындағы Серб Республикаһының милли гимны. 2006 йылдын 16 Майай/июленән, 2006 йылда Босния һәм Һерцеговина Конституцион суды тарафынан ғәмәлдән сыҡҡан тип иғлан ителгән, Боже Правде гимнының инструменталь версияһын алыштыра. «Халыҡ батырлығы» берләштерелгән мәғлүмәт базаһы. «Халыҡ батырлығы» берләштерелгән мәғлүмәт базаһы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы документтарҙың электрон йыйылмаһы. Ойоштороусыһы булып Рәсәй Оборона министрлығының телекоммуникацион һәм информацион технологияларһы үҫтереү Департаменты тора, «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте телекоммуникацион ярҙам күрһәтә. Электрон базаны булдырыу менән «Опыт» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте мәшғүл, проект буйынса эш ҡиммәте — 22 миллион һум. Оборона Министрлығында был сайт донъяла быға тиклем булмаған тип белдерелә. Сайтта хәрби операциялар, 30 миллион наградланған яугир, карталар тураһында 100 миллион бит буласаҡ. 2010 йылдың апреленен сайт тест (тикшереү) режимында эшләй. Электрон мәғлүмәттәрҙе тулыландырыү 2012 йылдың декабренә планлаштырылған. Сайты ҡарау өсөн Adobe Flash программаһын ҡуйыу талап ителә. Төрөкмән ССР-ы гимны. Төрөкмән Совет Социалистик Республикаһы гимны — Төрөкмән Совет Социалистик Республикаһының дәүләт символы. Тарих. Гимн 1947 йылда ҡабул ителгән, 1997 йылда ғәмәлдән сығарылған. Көйөнөң авторы Вәлимөхәммәт Мухадов (төрөкмәнсә "Welimuhammet Muhadow, Weli Muhadow"; ул шулай уҡ бойондороҡһоҙ Төрөкмәнстан Гимны тексы авторы), текст авторы Аман Кекилов. Һәндерә. Һәндерә — ер өҫтөнән бейек итеп яһалған йоҡлау, ултырыу һәм нәмәләр һалыу өсөн эшләнгән махсус урын, башлыса бер йәки бер нисә ағас олононда эшләнә. Ял итеү, эш урыны һәм ваҡытласа йәшәү урыны итеп файҙаланыла. Ағас башында эшләнгән һәндерә өсөн урман киҫеү талап ителмәй, шуға күрә улар экологик төҙөлөш өлгөһө булып тора. Ҡайһы бер тропик райондарҙа, ерҙәге хәүефлектән һаҡланыу өсөн, һәндерәне ағас ботаҡтарында йәки ергә ҡағылған свайҙарҙа эшләйҙәр. Ҡулланыу. Ағас башында эшләнгән йорттар Көньяҡ Америкала, Африкала, Азияла киң ҡулланыла. Ингушетия гимны. Ингушетия Республикаһының милли гимны — Ингушетияның (Рәсәй Федерацияһы төбәге) әләме һәм гербы менән бер рәттән дәүләт символы. Тарих. Беренсе Ингушетия Гимны 1993 йылда Ингушетия Парламенты тарафынан ҡабул ителде. Беренсе Ингушетия гимнының рәсми тексы ингуш телендә. ДІа а лаьца улл хьо, ГІалгІайче, Курра йолаш никъ хьо хьай дІахо Дуне мел латт яха хьо, ГІалгІайче. Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна, Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна, Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна, Дог, тов мо, леталу хьа чІоагІа Аллах — Даьла, низ ба ГІалгІайченна, Хәҙерге гимн. 2005 йылда Рамаҙан Цуров гимны һүҙҙәре Парламент тарафынан ғәмәлдән сығарылды. Яңы һүҙҙәрҙен Саид Чехкиев яҙа. Был Гимн рәсми рәүештә ҡабул ителгән, әммә хәҙер беренсе Гимны (Р. Цуров һүҙҙәре) киңерәк ҡулланыла. Яңы гимн һүҙҙәре урыҫ телендә. Честь Ингушетии — древнего края, - С каждой весною всё краше и краше. Но на путях, на дорогах суровых С каждой весною всё краше и краше. Родина наша, другой нам не надо. С каждой весною всё краше и краше.» Әзербайжан ССР-ы гимны. Әзербажан ССР-ы гимны — 1994—1991 йылдарҙағы Әзербажан дәүләт символы. Беҙ, беренсе бригада (йыр). Беҙ, беренсе бригада () — Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән Поляк Легиондары йыры. 2007 йылдың 15 Һарысай (октябренән) башлап Поляк Ғәскәре Гимны () Поляк Ғәскәре Гимнының рәсми тексы. 2007 йылдың 15 Һарысай (октябрендә) ҡабул ителгән "muzyka: na motywach marsza "Przemarsz przez Morze Czerwone" Тулы йыр тексы. Тексынын беренсе яҙылған варианты, 1917 й. Nie wierząc nam, że chcieć — to móc! A z nami był nasz drogi Wódz! Nie chcemy dziś od was uznania, Ni waszych mów ni waszych łez, Do waszych serc, do waszych kies! I swoją krew i marzeń sny. Miazgą swych ciał żarem swej krwi. I trafić chcą do naszych dusz I mówią, że nas już szanują Żeby w tej pracy nie bezsilni Емеш. Емеш ()— сәскәнән барлыҡҡа килгән, эсендәге орлоҡто формалаштырыу, һаҡлау, таратыу өсөн тәғәйенләнгән, ябыҡ орлоҡло үҫемлектәрҙең үрсеү органы. Күп емештәр ҡиммәтле аҙыҡ сығанағы, дарыу һәм буяу матдәләре өсөн сеймал итеп файҙаланыла. Емештәрҙе һәм өйрәнеүсе фән карпология тип атала. Карпологияның емештәрҙе һәм орлоҡтарҙы өйрәнә торған бүлеге карпоэкология тип атала. Йәй һәм көҙ үҫемлектәрҙә емештәр барлыҡҡа килә. Емештәр емшәндән барлыҡҡа килә. Үҫеү һөҙөмтәһендә емшәндең ҡабығы, бер аҙ үҙгәреп, емешкә ә-ерелгәс, ул емешлек эргәлеге тип йөрөтөлә. Емеш эсендә орлоҡтар була. Орлоҡтарҙың һанына ҡарап. емештәрҙе бер орлоҡлоға һәм күп орлоҡлоларға бүләләр. Емештәрҙе һутлы һәм ҡоро емештәргә айырып йөрөтәләр.Өлгөрөп еткән һутлы емештең емешлек эргәһендә һутлы итсә була. Һектор Берлиоз. Һекто́р Луи́ Берлио́з ("Hector Berlioz") (11 Аҡъюлай 1803 — 8 Буранай 1869) — француз композиторы, дирижёры, музыка тураһында яҙыусы. 1856 йылнан башлаған Франция Институты ағзаһы. Биография. Франция көньяҡ-көнсығышында, Изер департаментындағы Кот-Сент-Андре ҡалаһында тыуған. 1821 йылнан башлаған Берлиоз медицинаны уҡый, әммә бер нисә йыл һуң ул уны тамамлай. Һекторҙың Тантаналы Мессаһының беренсе (уңышһыҙ) уйнауы 1825 йылда, Парижда булған. Фүзули. Фүзули́ (ғәрәпсә فضولی‎‎), ысын исеме Мөхәммә́т Сөләймә́н улы Фүзули́ (әзербайжанса "Məhəmməd Füzuli") — бөйөк әзербайжан шағиры һәм ғалимы. Айырым сығанаҡтарҙа ғосман, төрөк йә әзербайжан шағиры һәм ғалимы тип атала. Әзербайжан шиғриәте классигы, әҫәрҙәрен әзербайжан, фарсы һәм ғәрәп телдәрендә яҙған. Тормош юлы. Шағир Ғираҡтың ғәрәп телле көньяғындағы Кербела ҡалаһында тыуған. Ысын тыуыу датаһы билдәле түгел. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса ул 1498 йылда тыуған, башҡалары иһә уны 1480-се йылдарҙа тыуған тип күрһәтә. Башта Бағдад ҡалаһында уҡыған, медицинаны, логиканы, астрономияны, математиканы, шулай уҡ боронғо грек һәм көнсығыш фәлсәфәһен өйрәнгән. 1556 йылда ваба аурыуынан үлгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың телдәрен артабан үҫтереүгә, социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыуға, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге. Тарихы. Башҡорттар ҡоролтайға үҙҙәренең иң мөһим мәсьәлеләрен хәл итергә йыйылыр булған. I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә III Бөтә башҡорт ҡоролтайында татар-башҡорт автономияһын төҙөү идеяһы кире ҡағыла һәм артабан Башҡорт АССР-ы тип аталған Башҡорт хөкүмәте төҙөлә. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үтә. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында үтә. Йоһанн Вольфганг фон Гёте. Йо́һанн Во́льфганг фон Гёте, (28 август (Урағай) 1749, Майндағы Франкфурт, Германия — 22 Март (Буранай) 1832, Ваймар, Германия) — немец шағиры, дәүләт эшмәкәре, тәбиғәт фәндәре белгесе һәм аҡыл эйәһе. Атаһы — Йоһанн Каспар Гёте, бюргер, әсәһе — Катарина Элизабет Гёте, олатаһы — ҡала старшинаһы. Бала сағы, уҡыу осоро һәм тәүге шиғырҙары. Германиялағы Майндағы Франкфурт ҡалаһында тыуған. 1765 йылдан башлап Лейпциг университетында уҡый, юғары белем алыуын 1770 Страсбург ҡалаһында, хоҡуҡ докторы фәндәре дәрәжәһен алып, тамамлай. Тәүге "Höllenfahrt Christi" исемле шиғырын 1765 йылда яҙа. Чарльз Диккенс. leftЧарльз Ди́ккенс, тулы исеме Чарльз Джон Һа́ффам Диккенс (, 1812—1870) — инглиз яҙыусыһы, бөйөк инглиз телендә яҙған прозаик, гуманист, донъя әҙәбиәте классигы. Эстон теле. Эстон теле — эстон халҡының теле. Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Эстонияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙма латин алфавиты нигеҙендә. Тел коды — et йәки est (ISO 639). Эстон теле, балтик буйы фин телендәге ике-өс диалекттың яҡынайыуы иҫәбенә, 12-13 быуатта формалаша. Берҙәм эстон теленең формалашыуына герман һәм балтик буйы телдәре йоғонто яһай. Баҫым. Эстон телендә баҫым беренсе ижеккә төшә. Иҫкәртмәләр: "aitäh", "aitüma", "sõbranna", шулай уҡ бер нисә ымлыҡ (мәҫ. "ahah, ohoh") — унда баҫым икенсе ижеккә төшә. Яңы сит һүҙҙәрҙә оригиналь баҫымы ҡала (әммә сит телдәрҙән алынған иҫке һүҙҙәрҙә баҫым беренсе ижеккә төшә, мәҫ. "vabrik") Лацинка. Минск ҡалаһында лацинка алфавитында "Раков биҫтәһе" тип яҙылған юлкүрһәткес Лаци́нка (шулай уҡ лати́нка исеме осрай) — белорус телендә яҙыу өсөн ҡулланылған латин әлифбаһының варианты. Хәҙерге ваҡытта "Наша ніва" гәзитендә, шулай уҡ "Arche" журналында, белорус диаспора прессаһында һәм Интернетта киң ҡулланыла. Әлифба. Хәҙерге белорус латиницаһы традицион латин алфавитынан һәм өҫтәлмә "č, š, ž, ć, ś, ź, ń, ŭ, ł" хәрефтәренән тора. Тарих һәм ҡулланыу. 16-сы быуаттан башлап латин яҙыуы менән яҙылған белорус телендә тексттар осрай башлай. Улар кодификациялаштырылмаған (дөйөм яҙыу ҡағиҙәләре әле индерелмәгән), яҙыу өсөн поляк хәрефтәре һәм яҙыу ҡағиҙәләре ҡулланыла. Лацинка ҡулланыу сәбәбе: белорус телендәге тексттарынан алынған өҙөктәрҙе поляк һәм латин тексттарына ҡуйыу кәрәклеге. Эстон алфавиты. Эстон алфавиты — эстон телендә яҙыу өсөн ҡулланылған тамғалар системаһы. Эстон алфавитында бөтә стандарт латин хәрефтәре һәм бер нисә диакритик тамғалы хәреф ҡулланыла. "c", "q", "w", "x", "y" хәрефтәре башҡа телдәрҙән алынған исемдәрендә генә ҡулланыла (мәҫәлән, "New York, Casablanca, Quebéc, Marx") "f, š, z, ž" хәрефтәре башҡа телдәрҙән алынған һүҙҙәрендә генә ҡулланыла (мәҫәлән, "foto, šokolaad, želee, zooloogia"). Әммә элекке алынған һүҙҙәрендә бындай хәрефтәре һәм өндәре юҡ: "vabrik, kalossid, kohv". Көньяҡ Урал. Көньяҡ Урал — Урал тауҙарының көньяҡ өлөшө. Башҡортостандың көнсығышына һәм Силәбе өлкәһенең көнбайышына тура килә. Көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған бер нисә тау һеңеренән тора. Иң бейек нөктәләре - Ямантау (1640 м) һәм Ирәмәл (1582 м) тауҙары. Көнсығышта иң ситендәге тау арҡаһы — Ирәндек. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны — Башкортостандың дәүләт символы. 2008 йылдың 18 сентябрендә ҡулланыуға индерелгән. Гөлли Мөбәрәкова. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова — СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы, режиссер. 1936 йылдың 19 сентябрендә донъяға килгән. Башҡорт дәүләт академия драма театрында ижад юлын 1959 йылда Мәскәүҙә А.В. Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлап ҡайтҡас башлай. Ролдәре. Вольтерҙың «Мөхәбәт» пьессаһында — Альмира, Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьессаһында — Любовь, Сынғыҙ Айтматовтың «Әсә баҫыуы»һенде — Алиман, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендә — Зөмрәт, Ғәҙел Ҡотойҙоң «Тапшыралмаған хаттар»ында — Ғәлиә. Әсхәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклендәге Хафиса роле Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән баһаланды. Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәрендә Шәфәҡ («Ай тотолған төндә»), Гөлнәзирә («Салауат»), Агазия («Ташлама утты, Прометей!»), Мәҙинә («Йәйәүле Мәхмүт») ролдәрен уйнау ҙур тәжрибә мәктәбе булды. 1978 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмында Тәңкәбикә ролен уйнай. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы – Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Достоевский, Фёдор Михаил улы. Фёдор Михаи́л улы Достое́вский, (30 октябрь (хәҙерге стиль: 11 Ҡырпағай) 1821 — 28 ғинуар (9 февраль) 1881) — күренекле урыҫ яҙыусыhы һәм аҡыл эйәһе. Гораций. Гора́ций, тулы исеме Квинт Гораций Флакк () (б.э.т. 65, Венузия ҡ. (хәҙерге Италиялағы Базиликата регионында урынлашҡан) — б.э.т. 8, Рим) — Рим әҙәбиәтенең "алтын быуаттарындағы" шағир. Шиғриәте ваҡытындағы ваҡиғалар: Рим Республикаһы бөтөрөлөүе, Римдағы граждандар һуғышы. Азатлыҡ радиоһы. Азатлыҡ радиоhы "(тулы исеме: "Азат Европа/Азатлыҡ радиоhы")" – элекке Советтар Союзы, Көнсығыш Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәренең телдәрендә хәбәр иткән радио. Ошо илдәрҙең халыҡтарына ирекле мәғлүмәт еткереү өсөн ойошторолған тип һанала. Америка Ҡушма Штаттарының Конгресы тарафынан финанслана. Тапшырыуҙарын Чехияның башҡалаһы Праганан алып бара. Тарихы. 1953-cө йылда Америка Ҡушма Штаттары тарафынан "Азат итеү радиоhы" ойошторола; ул Советтар Союзының бар 15 милли республикаhының телдәрендә, шул иҫәптән татарса һәм башҡортса һөйләй башлай. Уның төп маҡсаты "Ватанды коммунистар диктатураhынан азат итеү" һәм "большевиктарға ҡаршы көрәш алып барыу" тип ҡуйыла. Радионы АҠШ-ның Үҙәк Разведка Идараhы (ЦРУ) етәкләй hәм финанслай. Азатлыҡ радиоhы Көнбайыш Германияның Мюнхен ҡалаһындағы студиянан һөйләй; тапшырғысы Лампертхайм ҡалаhында урынлаша. 1955-се йылда Советтар Союзында был радионың тапшырыуҙарын һүндереү өсөн махсус тапшырғыстар селтәре ойошторола һәм киңәйтелә бара. 1959-cе йылда уға "Азатлыҡ радиоhы" тигән яңы исем бирелә. 1976-cы йылда "Азат Европа радиоhы" менән берләшә. "Азат Европа радиоhы" оҡшаш идеологик маҡсаттар менән ойошторолған була hәм бығаса Көнсығыш Европаның социалистик илдәренә тапшырыуҙар алып бара. 1991-се йылда Рәсәйҙең беренсе Президенты Борис Ельцин Азатлыҡ радиоhына тапшырыуҙарын Рәсәйҙә алып барырға рәсми рәүештә рөхсәт итә. 1995-се йылда Азатлыҡ радиоhы Чехияның башҡалаhы Прагаға күсә. Радионың татар-башҡорт хеҙмәте. Азатлыҡ радиоhының татар һәм башҡорт телдәрендә һөйләгән хеҙмәте бар — уның тапшырыуҙары 1953-сө йылдан эфирға сығып килә. Бөгөн радионың был хеҙмәте көнөнә бер сәғәтлек программа әҙерләй, ул эфирға тәүлегенә бер нисә тапҡыр ҡат-ҡат тапшырыла. Радионы ҡыҫҡа тулҡындарҙа һәм Интернет аша тыңлап була. Азатлыҡ радиоhының Башҡортостанда үҙ хәбәр үҙәге юҡ; ультра-ҡыҫҡа тулҡындарҙа тапшырғыстары ла юҡ. Өфөләге ике-өс штаттан тыш корреспонденты хәбәрҙәрен телефон аша ебәреп тора. Тәнҡит. Азатлыҡ радиоһының "татар-башҡорт" хеҙмәте ошолай аталһа ла, дөйөм эфир ваҡытының төп өлөшөн татар телендә һөйләй. Аҙнаһына башҡорт телендә һөйләгән ваҡыты ни бары биш-ун минут ҡына тәшкил итә. Үҙен-үҙе "объектив рәүештә" хәбәр итә тип әйтә килһә лә, Башҡортостан, башҡорт халҡы һәм теленә ҡағылған күпселек хәбәрҙәрен бер яҡлы һәм тар күҙлектән бирә. Мәҫәлән, бер айырым алынған тапшырыуында ғына: "Башкорттарҙың милләт булып ойошоуҙары Башҡортостан республикаһы төҙөлгәс генә башланған", "Салауат Юлаевтың яҙмалары татарса яҙылған", "башҡорт теле – ул татар теле", "татарҙан килеп сыҡҡан башҡорт" тигән фекер-фараз ишетеп була. Радионың татар-башҡорт хеҙмәтенең Интернеттағы сайтының форумында ла милләтсел һүҙҙәр йыш ҡына яңғырай; фекерләшкән ҡатнашыусылары араhында башҡортса яҙғандары бик һирәк күренә. Мостай Кәрим. Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов (1919 йылдың 20 октябре — 2005 йылдың 21 сентябре) — күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Тормош юлы. 1919-сы йылдың 20-сы октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә. 1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән. 2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән. Хәтер. Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән. Уй (йылға). Уй (,) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡорған өлкәләрендә йылға, Тубыл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 462 км, бассейнының майҙаны — 34,4 км2. Учалы районында Алабейә hыртының итәгендә башлана; көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе аша, түбән ағышында Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенең сиге буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Усть-Уй ҡасабаhы янында Тубылға ҡоя. Ландшафт. Үрге ағышында таулы, үҙәне тар, һыу ағымы тиҙ. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, үтә киң. Силәбе өлкәһендәге Троицк ҡалаһында Уйҙа өлкән быуа ҡоролған. Йылғалағы ҡалалар һәм ауылдар. Учалы районында Уйҙа Балбуҡ, Комсомольск, Туңғатар ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Уйск ауылы һәм Троицк ҡалаһы. Исеме. Йылғаның исеме - башҡорт теленән, "уйhыулыҡ, үҙән" мәғәнәһендә. Быуат. Быуат — ваҡыт үлсәме берәмеге, йөҙ йылдан тора. Хәҙерге ваҡыт иҫәбендә һәр быуат беренсе йылдан башлана, йөҙгә тигеҙ бүленгән йыл менән бөтә. Мәҫәлән, 20-се быуат 1901-се йылдың 1-се ғинуарында башланып, 2000-се йылдың 31-се декабрендә бөткән. Григориан календары буйынса. Григориан календары буйынса I быуат 1 йылдың 1 ғинуарынан башлана һәм 100 йылдың 31 декабрендә бөтә. II быуат 101 йылда башлана, III быуат — 201 йылда башлана. Быуаттың һуңғы һаны быуат һанынын башлана (мәҫәлән, 1900 йыл —XIX быуаттың һуңғы йылы). XX быуат 1999 йылдың 31 декабрендә бөттө тип иҫәпләү дөрөҫ түгел, XX быуат 2000 йылдың 31 декабрендә бөтә. Бынан тыш, был системала «нуленсе быуат»ҡа урын юҡ. Б.э.т. I быуаттан, б.э. I быуаты башлана. Беренсе быуат 1-се йылда башланып 100-cө йылда бөткән. Ноль һанлы быуат булмаған. Беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, ул 2001-се йылда башланған. Астрономик ваҡыт. Астрономик быуат Б.э. 1 йылынан түгел, ә нуленсе йылынан башлана. Шулай итеп астронимик быуат 0-дән 99 йылдарҙан тора. Яҙыу. Яҙғанда быуаттар рим йәки ғәрәп һандары менән билдәләнә. Тубыл (йылға). Тубыл (,) — Ҡаҙағстанда һәм Рәсәйҙә аҡҡан йылға, Иртыштың һул ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 1591 км, бассейнының майҙаны — 426 мең км2. Көньяҡ Урал менән Турғай платоһының сигендә башлана. Урта һәм түбән ағышы — Көнбайыш Себер тигеҙлегендә, киң үҙәнле, бормалы. Тубылдың бассейнында 20 меңләгән күлдәр бар. Өлкән ҡушылдыҡтары. Һул ҡушылдыҡтары: Уй, Иҫәт, Тура, Тавда; уң ҡушылдығы: Убаган. Тинес. Тинес () — Силәбе һәм Ҡорған өлкәләрендә аҡҡан йылға. Силәбе өлкәһендәде Иртәш күленән башлана, Ҡорған өлкәһендә Иҫәт йылғаһына ҡоя. Өлкән ҡушылдыҡтары: Мишеләк, Өйөҙйылға, Баҫҡаҙыҡ. Йылғаның исеме. "Тинес" -- йылғаның ысын башҡорт исеме. Урыҫса ул "Теча" тип атала. Фажиғә. 1949 -1956-сы йылдарҙа радиоактив матдлр байыҡтырған Маяҡ ойошмаһынан йылғаға радиоактив матдәләр бушатылды. 1957-се йылда Маяҡта шартлау булып, радиоактив матдәләр шаҡтай күберәк күләмдә йылғаға эләкте. Был фажиғәгә килтерҙе: йылғаның буйындағы күп ауылдарҙа (шул иҫәптән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы һәм Ҡоншаҡ райондарының күп башҡорт ауылдарында) кешеләр яман шеш сирҙәре менән аурый башланы. Катовице. Катови́це (,) — Польшалағы ҡала, Силезия воеводалығының административ үҙәге. Ҡунаҡ күрһәтеү. Ҡунаҡ күрһәтеү — килгән ҡунаҡҡа ихтирам йөҙөнән үткәрелгән, башҡорттарҙа киң таралған йола. Ҡайһы бер райондарҙа был йола ҡунаҡ күреү тип атала. Бер ғаиләгә алыҫтаныраҡ ҡүнаҡ килһә, хужа кеше әҙерленеп, туған-тыумасаны, күрше-күленен, яҡын күргән дуҫ-иптәштәрен мәжлескә саҡыра. Шулай итеп алыҫтан килгән ҡунаҡ туғандары, ҡоҙалары, хужаның күрше-күләндәре менән таныша. Мәжлестә хәл-әхүәл һорашып, уйын-көлкө менән ваҡыт үткәрәләр. Ҡунаҡ күрергә килгән барлыҡ ғаиләләр ҡунаҡты хужалар менән бергә үҙенә саҡыра, ҡунаҡ итеүҙе үҙ бурысы итеп һанай. Шулай итеп ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтелә, ҡунаҡ ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә. Аманат. Аманат — Башҡортостан Республикаһының мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журналы. Журналдың исемендәге "аманат" һүҙе — "васыят" тигән мәғәнәлә. Журнал Башҡортостан халҡы, балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, буш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар. Тарихы. Р. Ниғмәти, З. Биишева, М. Кәрим, А. Игебаев, Ф. Р. Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙәрен «Пионер» журналында баҫтырған. Журналды Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡорған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан һәм Ҡаҙағстанда алдырып уҡыйҙар. Ҡушый (ауыл). Ҡушый — Башҡортостандағы Әбйәлил районында урынлашҡан ауыл. Тарих. Ҡушый ауылы (Ҡуянсыҡ) 1816-1820 йылдар араһында барлыҡҡа килгән. 1834 йылда бында 21 йортта 121, 1859 йылда 140, 1920 йылда 323 кеше йәшәгән. Ауылға беренсе булып старшина Ҡушый Ғәбиҙуллин (1761-1820) нигеҙ һалған. Уның Ғәлиәкбәр исемле улы булған. Ҡушыйҙың ҡустылары Аҡйетәр менән Ҡустығол да ошо ауылға килеп төпләнгән. Ауылдың икенсе исеме Ҡуянсыҡ уның Исхаҡ менән Буранғол ауылдары менән Бәйләнеш Булыуына ишаралай. Көһәмешевтарҙың һәм Иҫәрғоловтарҙың өс-дүрт ғаиләһенең Исхаҡ ауылына күсеүе ошо хаҡта һөйләй. Ауылда 1812 йыл геройы, ике көмөш миҙал кавалеры Ҡунаҡҡужа Аҫылғужин йәшәгән. Уның ағаһы Яҡуп 1805-1807 йылдарҙа Франция менән Рәсәй һәм Польша ерендәге алыштарҙа ҡатнаша. Халыҡ нигеҙҙә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Ауыл халҡы Ҡағы, Мәйгәште, Ҡырҡтытау яғында йәйләгән. 40-сы йылдарҙа халыҡтың 100 аты, 50 һыйыры, 100 һарығы, 70 кәзәһе, 30 дисятина һөрөнтө ере була. Сығанаҡтар. Ә. Әсфәндийәровтың «Башҡортостан ауылдары тарихы» исемле китабынан алынды Яҙ йондоҙо. Яҙ йондоҙо (,) – тиле кишер () ғаиләһендәге үлән төрө, төньяҡ ярымшарҙың урта региондарында киң таралған. Төрҙәрҙең дөйөм һаны 300-гә яҡын. Ботаник тасуирлама. Был үҫемлектең күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡтары осрай. Япраҡтары абаға япрағына оҡшаған, икегә-өскә бөкләнгән. Өҫкө сәскә тажында нектар йыйыла. Яҙ йондоҙоноң нектарын һүрырға оҙон көпшәтомшоҡло бөжәктәрҙең генә мөмкинлеге бар (мәҫәлән инкештәргә (шмель)) Емеше ҡоро ҡуҙаҡ эсендә урынлашҡан. Тамырында туҡлыҡлы мәтдәлергә бай бүлбелере булғанға иртә яҙҙын шытып сыға. Орлоҡтарын таратыуҙа ҡырмыҫҡалар ҙур роль уйнай. Әһәмиәте һәм файҙаһы. Бүлбелерендәге алкалоидтар яҙ йондоҙон ҡиммәтле дарыу үләне ите. Шулай уҡ бал биреүсе һәм декоратив үҫемлек. булараҡ файҙалы. Әҙәбиәт. Жизнь растений. В 6-ти т. / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1980. — Т. 5. Ч. 1. Цветковые растения. / Под ред. А. Л. Тахтаджяна. — С. 82, 98, 109, 217—219, 221, 222. — 430 с. — 300000 экз. Сэмюэл Беккет. thumb Сэмюэл Беккет () (13 апрель, 1906 – 22 декабрь, 1989) — күренекле ирланд яҙыусыһы, шағиры һәм драматургы. Инглиз һәм француз телендә яҙған. Әҙәби тәржемәсе булараҡ та танылған. Эжен Ионеско менән бергә "Абсурд театры"на нигеҙ һалған. 1969-сы йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияhын яулаған. Сэмюэл Беккет Ирландияның башҡалаһы Дублинда1906-сы йылда тыуған. 1937-се йылда ул Парижға күсә; Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Францияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтенә ҡатыша. Ҡатыны Сюзанна менән һуңғы көндәренә хәтлем Парижда тора. Иң билдәле пьесаhы "Годоны көткәндә" () тип атала; ул күп тапҡыр сәхнәлә ҡуйылған һәм телевидениела күрһәтелгән. Сэмюэл Беккеттың әҫәрәренә яңы заманса әҙәби алымдар, фәлсәфәүи ҡараш, минимализм һәм пессимизм хас. 1958--cе йылда "Крепптың һуңғы яҙған таҫмаһы" () тигән пьесаһы донъя күрә. Был пьесала Бэккетт яңғыҙлыҡ, ҡартайыу һәм үлем темаларын тасуирлай. Сэмюэл Беккет 1989-сы йылда үлә. Бөгөн ул донъяның киң танылған драматургтарының береhе булып hанала. Пьемонт теле. Пьемонт теле (пьемонт һөйләше;) — галло-итальян телдәренең береһе, Италияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге Пьемонт провинцияһында таралған. Итальян диалекты тип һанала. Был телдә 2 миллион кеше һөйләшә. Таралыу өлкәһе. Пьемонт теле Пьемонт провинцияһының үҙәк өлөшөндә таралған. Пьемонт өлкәһенең көнбайыш өлөшөндә окситан һәм арпитан телендә һөйләшәләр. Окситан, арпитан телдәре араһында айырма ҙур түгел. Уларҙың һөйләше, ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап, пьемонт теле менән алмашына. Тарихы. Пьемонт телендә беренсе документтар 12 быуатта уҡ яҙылған. 17—18 быуатта уҫешкән әҙәби тел француз һәм итальян телдәре менән ярышып ихтирам яулай алмай. Шулай ҙа пьемонт телендә поэзия, драматургия, роман ижад итеү, фәнни эштәр яҙыу бер ваҡыттала туҡтамай. Сәскә. Сәскә ("күплек һанда". сәскәләр, цветы, -oris, -ου) — ябыҡ орлоҡло сәскәле үҫемлектәрҙең үрсеү органы. Сәскә үҙенең эсендә аталаныу, спора һәм гамет, һуңынан емеш һәм орлоҡ барлыҡҡа килтерерге яраҡлашҡан үҫенде булып тора. Cәскәнең, үҙенә гене хас, морфологик роле — енси һәм енси булмаған үсеү процестарын башҡарыу менән бәйле. Ас орлоҡлоларҙан () айырмалы булараҡ сәскә һеркәләнгән ваҡытта һеркә () емешлек ауыҙына (,)) эләгә. Ас орлоҡло тубырсыҡтарҙа һеркә тура орлоҡ бөрөһөнә () эләгә. Сәскәләр тәбиғи төҙөлөшө, эшмәкәрлеге, төҫө, үлсәме буйынса үҙҙәренә генә хас иҫ китмәле яһалма булып тора. Иң бәләкәй, диаметры 1 мм самаһы, сәскәләр һыу тәңҡәләрендә (). Диамеры 91 см, ауырлығы 11 кг-ға еткән иң ҙур сәскә Индонезияның Суматра утрауындағы риффлезия сәскәһе Ҡол Ғәли. Ҡол Ғәли (,; 1183—1236 йылдар) — Волга — Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың бөйөк шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтарҙың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп үлемһеҙ ижад иткән боронғо ҡомартҡы — «Ҡисса-и-Йософ» («Йософ китабы»ның) авторы. Сығышы буйынса Әйле ырыуынан.булған, Бүләр (Биләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул «Ҡисса-и-Йософ» поэиаһын 1233 йылда яҙған. Ҡол Ғәли 1236 йылда монгол яуында Бүләр (Биләр) ҡалаһында вафат була. Мираҫ. Үның поэмаларын башҡорттар ҙа, татарҙар за, сыуаштар ҙа үҙҙәренеке итеп ҡабул итәләр һәм ярапып уҡыйҙар. Автобан. Автобан ("машина юлы") — Германияла, Австрияла һәм Швейцарияла тиҙ автомагистраль. Ҙур тиҙлек менән йөрөгән транспорт өсөн һалынған юл, hәр йүнәлештә икенән дә кәм булмаған йөрөү рәте булырға тейеш. Австрия менән Швейцариялағы автобандарҙа тиҙлек сәғәтенә 130 км һәм 120 км-ға сикләнгән. Германиялағы автобандарҙа тиҙлек даими рәүештә сикләнмәй, айырым урындарҙа тиҙлекте сикләгән билдәләр осрауы ихтимал. Агломерация. Ҡала агломерацияһы (лат. "agglomeratio" < "agglomero" — "бергә, ҡушам") — бергә ҡушылған йәки бер беренә яҡын урынлашҡан ҡалалар (шулай уҡ ауылдар йәки башҡа торлаҡ пункттар) төркөмө. Агломерацияға ингән ҡалалар берҙәм система булараҡ ҡарала. Агломерациялар ғәҙәттә бер өлкән үҙәк ҡала тирәһендә барлыҡҡа килә; һирәгерәк осраҡтарҙа, агломерация ике-өс үҙәк тирәһендә туплана; бындай агломерация шулай уҡ "конурбация" тип атала. Агломерацияға ингән ҡалалар бер береһе менән сәнәғәт, хеҙмәт, транспорт, мәҙәни-көнкүреш бәйләнештәрҙә тора. Типик осраҡта, агломерацияның ҡалаларында торған халыҡ ҙурыраҡ үҙәк ҡалаға көн һайын йөрөп эшләй; үҙәк ҡаланың янында бөтә агломерацияны хеҙмәтләндергән инфраструктура (мәҫәлән аэропорт) була. Йәнәш урынлашҡан бер нисә агломерация үҫә барһа, улар берҙәм бер "мегалополис" барлыҡҡа килтерә. Башҡортостан агломерациялары. Үрҙә күреүебеҙсә, Өфө агломерацияһы Рәсәйҙең иң ҙур агломерацияларының береһе булып тора. Стәрлетамаҡ агломерацияһына Салауат һәм Ишембай ҡалалары инә, бында 700 000 кеше тора. Сибай менән Баймаҡты, Нефтекама менән Ағиҙел ҡалаларын да берҙәм агломерация тип иҫәпләп була. Ҡырғыҙ теле. Ҡырғыҙ теле – ҡырғыҙ халҡының милли теле, Ҡырғыҙстан Республикаһының дәүләт теле. Төрки телдәренең Үрге Алтай (үҙәк-көнсығыш) төркөмөнөң Ҡырғыҙ-ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Ҡырғыҙ телендә 5,1 млн самаһы кеше һөйләшә, күпселеге Ҡырғыҙстанда йәшәй. 1928 йылғаса ҡырғыҙ теле ғәрәп әлифбәһендә яҙылған; Ҡытайҙа йәшәгән ҡырғыҙҙар әле лә ғәрәп яҙмаһын ҡуллана. Заманса ҡырғыҙ яҙмаһы кириллица яҙмаһында нигеҙләнгән, 3 өҫтәлмә хәреф (Өө, Үү, Ңң) индерелгән. Башҡа төрки телдәр араһында ҡырғыҙ теленең урыны. Ҡырғыҙ теле Үрге Алтай телдәре менән оҡшаш, сығышы менән көнсығыш төрки телдәрҙең бере булып тора, хакас, тува, алтай телдәренә яҡынлығы бар. Әммә Урта Азияла таралған телдәрҙең бере булараҡ, хәҙерге ҡырғыҙ теле лексик яҡтан ҡыпсаҡ телдәренә яҡын. Тәүге яҙма сығанаҡтар. Һуң урта быуат дәүерендә ҡырғыҙ телендә күп фольклор текстар яҙылып ҡалған. XVII-XVIII быуаттарҙа ҡырғыҙҙар Джунгар ханлығына ҡушыла һәм үҙ үҙен тамам берҙәм милләт тип күрә башлай. Ошо осорҙа Манас эпосы һалынып бөтә — ул ҡырғыҙ халҡының берҙәм үҙаңы барлыҡҡа килә. XVIII-XIX быуаттарҙа ҡырғыҙҙар Коканд ханлылығына инә, сағатай телендә яҙа. XIX быуатының икенсе яртыһында ҡырғыҙҙар Рәсәй империяһының составына инә; Ҡырғыҙ теленә урыҫ теле йоғонто яһай башлай. Бөгөнгө көндә ҡырғыҙ теленең нормаһы актив рәүештә төҙөлә һәм урыҫ теленең артыҡ йоғонтоһонан таҙалана. Һылтанмалар. Сығанаҡ: Урыҫ Википедияһы, Ҡырғыҙ Википедияһы Ай (күк есеме). Ай — Ерҙең берҙән-бер тәбиғи эйәрсене. Ерҙә Ҡояштан һуң яҡтылығы буйынса икенсе урында, Ҡояш системаһында тәбиғи эйәрсендәр араһында ҙурлығы буйынса бишенсе урында. Һәм шулай уҡ кеше аяғы баҫҡан ерҙән ситтәге беренсе һәм берҙән-бер объект. Ерҙең үҙәгенән Ай үҙәгенә тиклем яҡынса 384 467 км. Күк йөҙөндә тулы айҙың йондоҙ дәүмәле − 12m,71. Болотһоҙ төндә тулы Айҙың Ер өҫтөнә яҡтыртыуы − 0,25 лк. Ай өҫтөнә төшкән яҡтылыҡтың 7% ғына кире ҡайтара. Ай хәрәкәте. Яңы Ай Ай Ер тирәләй хәрәкәт итә һәм Ер яғына һәр ваҡыт бер яҡ йөҙө менән ҡарай. Эллиптик орбитаның ҙур ярым күсәре − 384 399 км, эксцентриситеты 0,0549-ға тигеҙ. Атамаһы. Барлыҡ төрки телдәрҙә (сыуаш теленән башҡа) Ерҙең юлдашын «ай» тип йөрөтәләр. Боронғо славян һәм һинд-европа телдәрендәге lūna «луна» һүҙе латин теленән ингән. Гректар Селена (), боронғо мысырлылар Ях (Иях) тип атаған. Ай өҫтөндәге шарттар. Ай өҫтөндә атмосфера бөтөнләй юҡ тиерлек. Айҙағы тәүлек Ерҙәге 27,32 тәүлеккә тиң. Ерҙәге ике аҙнаға һуҙылған Ай көнөндә уның йөҙө +120 °C-ҡа тиклем йылына, шулай уҡ оҙайлы Ай төнөндә һәм күләгәлә −160 °C-ҡа тиклем һыуына. Ай өҫтөндә күк йөҙө һәр саҡ аяҙ сөм-ҡара, йондоҙ һәм планеталар көндөҙ ҙә күренә. Айҙың Ергә ҡараған яғынан, Айҙан 3,67 тапҡыр ҙурыраҡ Ер шары күренә. Айҙа һауа юҡ, шуға курә күк йөҙө гел аяҙ, болоттар йөҙмәй, таң нурҙары уйнамай. Ай өҫтө метеориттар бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән ҡая һыныҡтары һәм туҙан менән ҡапланған. Ерҙән ебәрелгән яҡтылыҡ 1,28 секунд ваҡыт эсендә Айға барып етә. Рәсем масштабта эшләнгән. Кирил алфавиты. Кири́л алфавиты — 6 славян телендә (урыҫ, украин, белорус, болгар, серб, македон) һәм бер нисә башҡа телдә яҙыу өсөн ҡулланылған алфавит. 1940 йылдан башлап кирил алфавиты — башҡорт теленең рәсми алфавиты. Татар алфавиты. Рәсәйҙәге рәсми татар алфавиты. Бөтә Донъя Селтәрендә латин алфавиты киң ҡулланыла. Урош Лайович. У́рош Ла́йович (словенсә "Uroš Lajovic"; 1944 йылдың 4 июлдә Любляна ҡалаһында тыуған) — словен дирижёры. 1969 йылда Любляна музыка академияһын тамамланған. Композиция уҡытыусыһы — Люциан Шкерьянц, дирижёрлыҡ уҡытыусыһы — Данило Швара. Шунан һуң оҫталығын Вена Консерваторияһында һәм Моцартеумда уҡытыусылары Һанс Сваровски һәм Бруно Мадерна менән ҡамаллаштыра. Словен Филармонияһының 1972—1978 йылдарҙа икенсе дирижёры, 1978—1991 йылда баш дирижёры була. Шулай уҡ 1978—1981 йылдарҙа Загреб Симфония Оркестрын етәкләй. 1989 йылдан башлап Вена музыка университетында уҡыта, 1991 йылдан — профессор. 2001—2006 йылдарҙа Лайович Белград филармония оркестрын етәкләй. Любляна музыка академияһы. Любля́на му́зыка акаде́мияһы (словенсә "Akademija za glasbo v Ljubljani") — Словениялағы музыка академияһы. Көнбағыш. Көнбағыш () — астра ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. Был төрҙә иң билдәлеһе — май бирә торған көнбағыш (,). Был төргә шулай уҡ аҙыҡҡа бәрәңгеләрен ҡуллана торған, күп йыллыҡ үҫемлек топинамбур йәки ер алмаһы () инә. Декоратив үҫтерелә торған көнбағыш та бар, мәҫәлән, осло япраҡлы көнбағыш (,). Май бирә торған көнбағыш — оҙонлоғо 4—5 м, йыуан һабаҡлы, бер эшләпәле йәки ботаҡланған бер нисә эшләпәле булып үҫкән бер йыллыҡ үҫемлек; эшләпә киңлеге ғәҙәттә 15—20 см, ярты метрға еткәне лә бар; сәскәһенeң сите һары, сите ҡыҙғылт һары төҫтә. Көнбағыш емеше — дүрт ҡырлы оҙонса орлоҡса (семянка). Емеш ҡабығы эсендә орлоҡ тиресәһе менән ҡапланған орлоҡ. 100 г ҡыҙҙырылған көнбағышта 20,7 7 аҡһым, 3,4 г углевод, 52,9 г май бар. Көнбағыш тарихы. Көнбағыштың тыуған иле — Төньяҡ Америка. Беренсе көнбағышты индеецтар ҡәбиләләре культуралаштырғандыр, күрәһең. Яҡынса б.э. тиклем 3000 йылдарҙа хәҙерге Аризона һәм Нью-Мексико штаттары территорияһында көнбағыш үҫтереүҙе археология раҫлай. Ҡайһы бер археологтар көнбағыш бойҙайға ҡарағанда ла иртәрәк культуралаштырылған тип иҫәпләй. Мексикала ацтектарҙа һәм отомиҙарҙа, Перула Инка мәҙәниәтендә көнбағыш Ҡояш аллаһы символы булып хеҙмәт иткән. Индеецтар көнбағыш орлоғон төйөп он итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Шулай уҡ көнбағыштан май алғандар, майҙы икмәк бешереүҙә һәм косметологияла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланғандар. Европаға көнбағышты 1500 йылда испан бойһондороусылары алып килә. Тәүҙә медицинала файҙаланыла, шулай уҡ декоратив үҫемлек итеп файҙаланалар. Көнбағыштан май етештереүҙе инглиздәр уйлап сығара, был турала 1716 йылғы патент бар. Шулай ҙа көнбағыш майын етештереү Рәсәйҙә киң ҡолас ала. Рәсәйгә көнбағыш орлоғон Голландиянан Пётр I алып ҡайта. Үҫемлек башта декоратив үҫемлек итеп файҙаланыла. Көнбағыш майын етештереү сәнәғәтен 1828 йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. Бокарев етен һәм киндер майы етештереү менән таныш була. 1833 йылда граф Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Бөйөк Пост (Великий Пост) көндәрендә ашау тыйылмағанға күрә, көнбағыш майы киң таралыу ала. XIX быуат уртаһында Воронеж һәм Һарытау өлкәләрендә көнбағыш ултыртыу сәсеү майҙанының 30—40 % биләй. Совет селеционерҙары В. С. Пустовойт һәм Л. А. Жданов көнбағыштың майлылығын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолоғон арттырыуға ирешәләр. Көнбағыш үҫтереү буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә. XIX быуатта Рәсәй эмигранттары көнбағыш культураһын киренән АҠШ һәм Канадаға алып баралар. Тиҙҙән АҠШ (Рәсәйҙән һуң) көнбағыш майы етештереүсе алдынғы илдәр рәтендә була. Бөгөнгө көндә көнбағыш һәм көнбағыш майы етештереү бөтә донъға таралған. Көнбағышты файҙаланыу. Көнбағыш баҫыуы Көнбағыш майы Көнбағыштың төп ҡулланышы — көнбағыш майы алыу, һуңынан аҙыҡ әҙерләүҙә һәм техник ихтыяжда файҙаланыу. Көнбағыш майынан гидрогенизация ысулы менән маргарин алалар. Май шулай уҡ лак-буяу һәм һабын етештереү сәнәғәтендә файҙаланыла. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡүлланылған майҙы мотор яғыулығына өҫтәмә итеп файҙаланалар. Май етештереү ҡалдыҡтары (көнбағыш төпрәһе (жмых)) юғары аҡһымлы мал аҙығы итеп файҙаланыла. Ҡыҙырылған көнбағыш — халыҡтын яратҡан ризығы. Көнбағыш орлоғо PP һәм Е витаминдары, шулай уҡ туйындарылмаған май кислоталарына бай. Көнбағыш — бал биреүсе үҫемлек. Сәскә атҡан көнбағыш балы алтын-һары төҫтә, хуш еҫле, ауыҙҙы бөрөштөрә торған тәмле була. Көнбағыштың каучук биреүе әлегә киң билдәле түгел. Селекционерҙар һабағы киҫелгән урындан латекс бүлеп сығара торған сорт сығарған. Көнбағыш ҡабығы биояғыулыҡ — яғыулыҡ брикеттары етештереүҙә ҡулланыла. Көнбағыш һәм математика. Ғалим Вогель 1979 йылда көнбағыш эшләпәһендә сәскәләрҙең һәм орлоҡтарҙың урынлашыу моделен тәҡдим итә. Был модель түбәндәгесе яҙыла, бында: θ — мөйөш, "r" — радиус йеки үҙәккә тиклем ара, а "n" — сәскә һаны һәм "c" — константа. Был — Ферма спирале формаһы. Иҫкәрмә. 1. Ватолин Д. О мёде и не только о нём // Наука и жизнь. — 2008. — № 11. — С. 124. Австрия. А́встрия (), рәсми исеме Австрия Республикаһы () — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора. 1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берләшмәһе ағзаһы. Дәүләт төньяҡтан Германия һәм Чехия менән, көньяҡтан Словения һәм Италия менән, көнбайыштан Швейцария һәм Лихтенштейн менән, көнсығыштан Словакия һәм Венгрия менән сиктәш. Дәүләт төҙөлөшө. 1920 йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса Австрия — федератив һәм парламентар демократик дәүләт. Шул Конституция буйынса Австрия 9 федераль штаттан () тора. Дәүләт башлығы — Федераль Президент, хөкүмәт башығы — Федераль Канцлер. Мейәс (йылға). Мейәс () — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡорған өлкәләрендә йылға, Иҫәт йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 658 км, бассейнының майҙаны — 21,8 мең км2. Учалы районында Нәрәле hыртының итәгендә башлана; көньяҡ-көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәләре буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Каргополье ҡалаһынан 20 км төньяҡҡараҡ Иҫәткә ҡоя. Ҡушылдыҡтары: Әтлән, Оло Кейәлем, Бишкүл, Йылға. Ландшафт. Иң үрге ағышында таулы, ҡороусан; һаҙҙар һәм күлдәр янында үтә. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә бара, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, киң. Силәбе ҡалаһында быуа аша үтә. Йылғалағы ҡалалар һәм ауылдар. Учалы районында Уйҙа Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Мейәс һәм Силәбе ҡалалары. Исеме. Йылғаның исеме башҡорт теленән килә. Чарльз Бронсон. Чарльз Бро́нсон (), ысын исемдәре Каро́лис Бучи́нскис (литуанса "Karolis Bučinskis"), Чарльз Де́ннис Бучи́нски (; 1921 йылдың 3 ноябре, Эренфелд, Пенсильвания — 2003 йылның 30 авгусы, Лос-Анджелес, Калифорния), — ир-ат ролендә уйнаусы америка киноактёры. Милләте — Литва татары. Үҙәк Африка. Үҙәк Африка илдәре Африка картаһында Үҙә́к А́фрика — Африка ҡитғаһында урынлашҡан географик регион. Ер көнө. Ер көнө (ингл. "Earth Day") — кешеләрҙе Ерҙең экологик проблемаларына йәлеп итеү өсөн үткәрелгән сараларҙың уртаҡ исеме. Муса Йәлил исемендәге Татар Дәүләт Опера һәм Балет театры. Муса́ Йәли́л исемендәге́ Тата́р Дәүлә́т О́пера һәм Бале́т теа́тры (,) — Ҡазандың иң ҙур театрҙарының береһе. Иреклек майҙаны ҡаршында урынлашҡан. Ингуштар. Ингуштар (үҙаталышы "ГӀалгӀай") – Төньяк Кавказдағы вайнах халҡы. Нах телдәренә ингән ингуш телендә һөйләшәләр. Яҙыуҙары кирил әлифбаһына нигеҙләнгән. Халыҡ һаны — 700 мең кеше самаhы, шул иҫәптән 525 меңе Рәсәйҙә (2009), күпселеге (413 мең кеше) Ингушетияла йәшәй. Төньяҡ Осетияла – 38 мең. Рәсәйҙән тыш: Ҡаҙағстанда – 35 мең, Төркиәлә – 30 мең, Сүриәлә, Ливанда һәм Иорданияла 20 мең тирәһе. Нигеҙҙә Ислам динендә. Ислам яҡынса 200 йыл элек ҡабул ителгән. Саранск. Сара́нск (,) – Рәсәйҙәге ҡала, Мордовия Республикаһының башҡалаһы. Ҡала Инсар йылғаның һул яғында урынлашҡан. 12 Июнь ҡала көнө тип һанала. Ҡала халҡы. Саранск — күп милләтле ҡала. Ҡалала йәшәгән халыҡтар араһында урыҫтар – 70,98%, мордва – 21,20% һәм татарҙар – 5,41% тәшкил итә. Аппенин ярымутрауы. Апенни́н ярымутрауы́ (итал. "Penisola italiana" — Италия ярымутрауы; шулай уҡ "Penisola appenninica") — Европаның иң ҙур ярымутрауҙарҙың береһе. Европаның көньяғында урынлашҡан, Урта диңгеҙ һыуҙары менән йыуыла. Ярымутрауҙа Италияның төп өлөшө, Сан-Марино һәм Ватикан урынлашҡан. Ярымутрауҙың майҙаны — 149 мең км². Оҙонлоғо 1100 км, киңлеге 130 — 300 км. Франческо Муссони. Франче́ско Муссо́ни () — 1 Ҡарасай 2009 көнөнән башлап Стефано Пальмиери менән бергә Сан-Марино дәүләт башы — Капитан-регенты. Политик фирҡәһе — Сан-Марино Христиан-демократик фирҡәһе. Боронғо Греция. Боронғо Греция (Эллада; грек телендә "Αρχαία Ελλάδα") – историографияла ҡабул ителгән Балкан ярымутрауы, Эгей диңгеҙе утрауҙарында, Фракия ярында урынлашҡан тәүге осор синфи йәмғиәттәренең уртаҡ исеме. Боронғо Грецияның башланғыс дәүерендә был биләмәләрҙең этник төҙөлөшө төрлө була: пеласгалар, лелегалар һәм башҡалар, һуныраҡ уларҙы протогрек ҡәбиләләре – ахеецтар (ахеялылар) һәм иониецтар (ионикалылар) – ассимиляциялаштырылған. Беренсе ахеялыларҙың тәүге осор синфи дәүләттәре (Кносс, Фест, Микена, Тиринф, Пилос, Афина һ. б.) б. э. т. II мең йыл башында уҡ барлыҡҡа килгән. Һенрик Йоһан Ибсен. Һе́нрик Йо́һан И́бсен (норв. "Henrik Johan Ibsen"; (20 Март 1828 Скиен, Норвегия — 23 Май 1906, Кристиания (Ослоның элеккеге исеме))- бөйөк Норвегия драматургы, Европалағы "яңы драма"-ның нигеҙ һалыусыһы. Шулай уҡ Ибсен — шағир һәм публицист. Тормош юлы. Һенрик Ибсен 1828 йылда Скиен ҡалаһында, коммерсант ғаиләһендә тыуған. 1844 йылнан башлаған Ибсен дарыуханала эшләй. Ошо ваҡытта ул беренсе шиғырҙарҙы һәм беренсе драманы ("Катилина") яҙа. Мерида (ҡала, Венесуэла). Мерида (), рәсми исеме Сантьяго де лос Кабальерос де Мерида, — Венесуэлалағы ҡала, Мерида штатының һәм Либертадор муниципалитетының башҡалаһы. Венесуэлалағы Андтарҙағы иң мөһим ҡалаларҙан береһе. Ҡала (Яңы Гранада Вицекороллеге составында) 9 Ҡарасай 1558 көнөндә нигеҙ һалынған, ул Бойондороҡһоҙлоҡ һуғышы ваҡытында бик мөһим булған. Хәҙер Меридала яҡынса 200 мең кеше, агломерацияла яҡынса 350 000 кеше йәшәй. Ҡалаһы — көнбайыш Венесуэлалағы мөһим иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡалала Андтар Университеты урынлашҡан. Ферия дель Соль. Фе́рия дель Соль йәки Ҡояш байрамы () — Венесуэлала урынлашҡан Мерида ҡалаһындағы халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале. Программала үгеҙ алыштары, күргәҙмәләр, концерттар, параддар, "Ҡояш Королеваһы"н һайлау конкурсы, спорт ярыштары уҙғарыла. Фестиваль ваҡыты: 9, 10 декабрь (шаҡай). Тарихы. Үгеҙҙәр алыша өсөн майҙан әҙерләгәндә бер төркөм һәүәҫкәрҙәргә фестиваль уҙғарырға тигән идея килә. Венесуэланың башҡа ҡалаларында бындай алыштар танылғанлыҡ алған була. Башта фестивальде Дева Марияның ғиффәтле яраланыу көнөнә арнап, 9-10 декабрь уҙғарырға булалар. 1968 йылда Ферия дель Соль фестивале уҙғарылмай, әммә шул уҡ йылдың 13 апрелендә үгеҙҙәр алышы уҙғарыла. Мөхәммәдов, Шәкир Мөхәммәтша улы. Шәкир Мөхәммәтша улы Мөхәммәдов () — XX быуат башында әҙәбиәт майҙанына аяҡ баҫҡан татар яҙыусыһы. Шакир Мөхәммәдов 1865 йылдың 20 майында Буа ҡалаһында тыуған. 14 йәшенә ҡадәр Буада Нурғали Хәсәнов мәҙрәсәһендә уҡый. Тормош ауырлығы уны бик йәшли эшләп тамаҡ туйдырырға мәжбүр итә. Ул, уҡыуын ташлап, Ырымбур ҡалаһында хеҙмәтсе малай булып көн күрә. Шул уҡ ваҡытта үҙлегенән белемен күтәреү өҫтендә эшләй, урыҫса уҡырға-яҙырга өйрәнә. Ш. Мөхәммәдов 1900 йылда Маньчжурияға барып сыға. Унда бай кибеттәрендә приказчик булып эшләй, буш ваҡыттарында үҙенең ҡәләм куәтен сынап ҡарый. Уның беренсе әҫәре “Җәһаләт, яки яхуд Галиәкбәр агай” 1901 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. Әҫәрҙә төп герой Ғәлиәҡбәр агайҙың вөҗданһыҙлығы, наданлыңы, хәйләкәрлеге тәнҡит ителә. Шул йылдарҙан Шакир Мөхәммәдовтың сатираһы, публицистик мәҡәләләре нәшер ителә башлай. Улар араһында иң атаҡлыһы “Япон һуғышы, йәки Доброволе Батырғәли ағай” исемле сатирик повесть тора. Әлеге әсәрҙе XX гасыр башы татар реалистик әҙәбиәтенең классик үрнәге тип һанарға мөмкин. Атмосфера. Атмосфера (— "«пар»" һәм σφαῖρα — "«сфера»") — Ерҙең иң өҫкө ҡатламы. Уның ҡалынлығы — 3 мең км тирәһе. Атмосфераның аҫҡы сиге булып Ер өҫтө тора, ләкин һауа тау тоҡомдарындағы ярыҡтарҙа ла, һыуҙа ла бар. Атмосфераның өҫкө сиге юҡ: һауа ҡатламы космоста аҡрынлап юҡҡа сыға. Ерҙең тартыу көсө атмосфераны планета янында тотоп тора. Яр Саллы. Яр Саллы (,) – Татарстан Республикаһының төньяҡ-көнсығышында, Сулман йылғаһының һул ярында урынлашҡан, Татарстан ҡалалары араһында ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында торған ҡала. Ҡазан менән араһы 225 км, Түбән Кама менән - 35 км, Алабуға менән - 20 км, Өфө менән - 250 км. Туҡай районының (1930 — 1976 йылдарҙа Саллы районының) үҙәге. Ҙур автомобиль юлдары үҙәге, йылға порты бар. Халыҡ һаны. Халыҡ һаны 508 700 кеше (2009 йыл уртаһына) Татарстандың 13,5 % халҡын тәшкил итә, Рәсәй ҡалалары араһында 31-се урында тора. Мәҙәниәт. Саллы татар дәүләт драма театры Яр Саллы Орган залы бинаһы Спорт менән шөгөлләнеү урындары. "Яр буйы" паркында "Лыжня России - 2008" ярыштары уҙа Дәүләт идара итеү формаһы. Дәүләт идара итеү формаһы — дәүләт форма характеристикаларының береһе. Ул берәй дәүләттең власть органдарының системаһын һәм дәүләт власының характеристикаһы. Эйяфьядлайёкюдль. 2010 йылдың 27 мартына тиклем Эйяфьядлайё́кюдль (Эйяфьядлайёкудль;,) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан. Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған)). Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау () йылғаһы бушлана. Тарихы. 1821-1823 йылдарҙа вулкан атылғандан һуң вулкан йоҡлаған тип иҫәпләнгән. Вулкандың һуңғы атылыуы 2010 йылдың 10 мартында 22:30 һәм 23:30 сәғәттә GMT башлана. Боҙлоҡтоң көнсығыш өлөшөндә 0,5 км самаһы ярыҡ барлыҡҡа килә, был ваҡытта көл сығарып ташлау күҙәтелмәй. 2010 йылдың 14 апрелендә вулкан атылыуы көсәйә, вулкан көлөн һауаға сығарып ташлау күбәйә. Был, 16 — 20 апрельдә һәм өлөшләтә майҙа, Европа өҫтөндә һауа киңлеген ябыуға сәбәпсе була. VEI шкалаһы буйынса вулкан көсөргәнешлеге билдәһеҙ. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан. Исеме. Исеме ислан телендә () — утрау тауҙары боҙлоғо тигәнде аңлата. Башҡортостандың географик үҙәге. Башҡортостандың географик үҙәге — республиканың бөтә сиктәренән тигеҙ алыҫлыҡта урынлашкан нөктә, республиканың уратаһы. Был урын Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылының көнсығышындараҡ, Архангель һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигенән йыраҡ түгел, Өфөнән тураға 67,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был нөктәне Башҡорт дәүләт университетының физик география һәм геология кафедраһы география фәндәре докторы, профессор Әүфәр Гәрәев һәм кафедра ассистенты Азамат Ниғмәтуллин 2002 йылда иҫәпләп сығаралар. Был урында 2009 йылдың 4 июлендә, шәжәрә байрамы үткәргәндә ауыл халҡы иҫтәлекле стела ҡуйҙы. Стеланан йыраҡ түгел мәжүсилек заманынан ҡалған табыныу урыны «Йәй ташы» ята. Йәй ташы. Йәй ташы — Башҡортостандың Ғафури районы Ерек ауылынан йыраҡ түгел баҫыу уртаһында ятҡан, ямғыр культы менен бәйле мәжүси аллаларға табыныу ваҡытынан ҡалған, береһе ҡыҙғылт, икенсеһе йәшкелт төҫтәге эре таштар. XI быуатта уҡ төрөк ғалимы Мәхмүд Ҡашғари «Диван лөғәт ат-төрөк» («Төрөк һүҙҙәренә аңлатма») тигән хеҙмәтендә йәй ташы (ядаташ) тураһында яҙа: ҡоролоҡ ваҡытында кешеләр таштарҙы һыу менән йыуалар, туҡтамай ямғыр яуһа, таштарҙы һары май менән майлайҙар. Был йола үҙенең сығышы менән шаманизмға барып тоташа. Йәй ташын тәрбиәләү йолаһын мең йылға яҡын ерле халыҡ, быуындан-быуынға күсереп, һаҡлап ҡалған. Улар бында мәжүсилеккә ҡаршы көрәш заманында ла, дингә ҡаршы атеизм ваҡытында ла таштарҙы һыу менән йыуырға, майларға килгән. Риүәйәт буйынса, әгәр ҡоро йыл булһа — ямғыр яуған, ямғырлы йыл булһа — ҡояшлы көндәр башланған. Был таштар менән бик күп риүәйәттәр бәйле. Бер әбей бәләкәй генә таш киҫәген өйөнә алып ҡайтып сынаяҡ аҫтына һалған. Был таш төнө буйы сылтырап «илап» сыҡҡан. Таң атыу менән әбей «Илама, атайың-инәйең ошонда» тип ташты урынына алып барып һалған. Икенсе легенда буйынса, таштарға һабан йәки башҡа ер эшкәртеү йыһазы менән тейһәләр, тиҙ генә болоттар килеп сығып, ямғып яуып үтә икән. Әгәр ямғыр яуҙырам тип юрый тейһәң, күпме тырышһаң да, ямғыр яумай икән. «Йәй ташы»н тәрбиәләү йолаһын Шәжәрә байрамында макетта күрһәтәләр Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү заманында был таштар ер эшкәртергә ҡамасаулай тип ситкә күсерергә уйлайҙар. Ләкин эштәре бер ҙә килеп сыҡмай, йә трос өҙөлә, йә тракторҙың көсө етмәй, йә ҡапыл ғына башҡа ашығыс эш килеп сыға. Уларҙы баҫыу ситенә күсергән осраҡта ла, таштар киренән үҙ урындарына күсә икән. Таштар үҙҙәре күсәме, әллә күсергән кеше күсерәме икәне асыҡланмай ҡала. Хәҙерге ваҡытта таштар ятҡан урын кәртәләп алынған. Культ урынынан йыраҡ түгел Башҡортостандың географик үҙәген билдәләгән стела ҡуйылған. Ҡарағыҙ. Йәшен ташы Ҡағыҙ. Ҡағыҙ (,)– яҙыу, һүрәт төшөрөү, төрөү һ.б. өсөн табаҡ бит формаһында материал. Ҡағыҙ үҫемлектәрҙән, икенсел сеймалдан, иҫке сепрәктәрҙән, макулатуранан алынған целлюлозанан эшләнә. 1803 йылдан башлап ҡағыҙ эшләүсе машина ҡулланыла. Тарихы. Цай Лун буйынса ҡағыҙ эшләү Ҡытай йылъйыляҙмалары, ҡағыҙҙы беҙҙең эраның 105 йылында Цай Лун уйлап тапҡан, тип хәбәр итә. Ә шулай ҙа, Ҡытайҙың төньяҡ провинцияһы Шаньсиҙа табылған ҡәберлектә 1957 йылда ҡағыҙ киҫәктәре табыла. Тикшереүселәр был ҡағыҙ беҙҙең эраға тиклем II быуатта эшләнгән тип билдәләй. Цай Лунға тиклем ҡағыҙҙы киндер сүсенән (пенька), ебәк ағасынан (шелковица), ағас көлөнән, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙ ебәк ҡорто йомғағынан (кокон шелкопряда) эшләгәндәр. Цай Лун ебәк ағасы сүстәрен, ағас көлөн, сепрәк һәм киндер сүсен бергә төйөп-ваҡлаған. Килеп сыҡҡан иҙмәгә һыу ҡушып ағастан эшләнгән формаға һалған. Килеп сыҡҡан массана ҡояшта киптереп, таш менән тигеҙләгән. Һөҙөмтәлә ныҡлы ҡағыҙ табаҡ биттәре килеп сыҡҡан. Был уйлап табыуҙан һуң ҡағыҙ эшләү ысулы бик тиҙ камиллаштыралған. Ҡағыҙға крахмал, келәй, тәбиғи буяуҙар ҡуша башлағандар. VII быуат башында ҡағыҙ эшләү ысула Корея, Японияла билдәле була. Тағы 150 йылдан әсиргә алынған хәрбиҙәр аша ҡағыҙ эшләү ғәрәптәргә билдәле була. VI—VIII быуаттарҙа ҡағыҙ Урта Азия, Япония һәм Азияның башҡа илдәренде етештерелә. XI—XII быуатта ҡағыҙ Европаға килеп етә һәм яҙыу өсөн ҡулланылған күнде (пергамент) алыштыра. XV—XVI быуатта китап баҫыу эше алға киткәс ҡағыҙ етештереү эше үҫешә. Ул ваҡытта ҡағыҙҙы ябай ысул менән эшләйҙәр — килелә ағасты сүкеш менән ваталар. XVII быуаттың икенсе яртыһында уйлап табылған онтау машинаһы — рол ҡағыҙ етештереү эшендә ҙур әһәмиткә эйә була. XVIII быуатта ролдар ҙур кимәлдә ҡағыҙ етештерергә һәләтле була. Әммә ҡағыҙ массаһын ҡулдан ҡойоу был эште тотҡарлай. 1799 йылда Н. Л. Робер (Франция) хәрәкәт итеүсе селтәр ярҙамында ҡойоу эшен механизациялаштыра. Англияла бер туған Г. һәм С. Фурдринье, Роббер патентын һатып алып, механизациялаштырыу эшен дауам итәлер һәм 1806 йылда ҡағыҙ эшләү иашинаһына патент алалар. XIX быуат уртаһында ҡағыҙ эшләү машинаһы бер туҡтауһыҙ эшләүсе ҡатмарлы агрегатҡа әйләнә. XX быуатта ҡағыҙ етештереү, үҙенәң йылылыҡ станциялары, химик цехтары булған эре сәнәғәт тармағына әйләнә. Анатомия. thumbАнато́мия (от — яңынан һәм — «киҫәм», «сабам») — организм һәм уның өлөштәре төҙөлөшөн күҙәнәктән юғары кимәлдә өйрәнә торған биологияның бүлеге. "Филогенетик" яҡтан яҡын организмдарҙың анатомик төҙөлөшөндә оҡшашлыҡ күҙәтелә. Эль Греко. "Ҡарт портреты" Эль Греконың автопортреты булып һанала Эль Гре́ко, ысын исеме Доми́никос Теотоко́пулос (, — "грек, грециялы") — бик күренекле испан рәссамы. Милләте — грек. Рәссам 1541 йылда Крит утрауында тыуған, 1641 йылда (иҫәпләү буйынса 7 Алағарай көнөндә) Толедола үлгән. Чехов, Антон Павел улы. Анто́н Па́вел улы Че́хов (, 17 (29) ғинуар 1860, Таганрог, Екатеринослав губернаһы (хәҙерге Ростов өлкәһе), Рәсәй империяһы — 2 (15) июль 1904, Баденвейлер, Герман империяһы — урыҫ яҙыусыһы һәм драматургы, белеме буйынса табип. Диңгеҙ. Диңгеҙ — ҡоро ер йәки һыу аҫты рельефы менән айырылып торған Донъя океанының өлөшө. Ҡайһы бер диңгеҙҙәр башҡа диңгеҙҙәрҙең өлөшө булып торалар (мәҫәлән, Эгей диңгеҙе — Урта диңгеҙ өлөшө). Дөйөм мәғлүмәттәр. Айырымлыҡтары буйынса диңгеҙҙәр 3 төркөмгә бүленә: эске диңгеҙҙәр, океан ситендәге диңгеҙҙәр, утрау араһындағы диңгеҙҙәр. Географик торошо буйынса эске диңгеҙҙәр материк–ара һәм материк эсендәге диңгеҙҙәргә бүленәләр. Геологик яҡтан хәҙерге диңгеҙҙәр йәш яһалма булып торалар: улар барыһы ла хәҙерге заманға яҡын "палеогон-неогон" осоронда барлыҡҡа килгән, һәм тулыһынса "антропоген" осоронда билдәләнгән. Тәрән диңгеҙҙәр Ер ҡабығы сатнаған урында (мәҫәлән, Урта диңгеҙ) барлыҡҡа килгән. Һайыраҡтары материк өлөшөн һыу баҫыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1978 йылда Халыҡ-ара диңгеҙ ойошмаһы Бөтә донъя диңгеҙ көнөн булдыра. Был көн Берләшкән милләттәр ойошмаһының бөтә донъя һәм халаҡ-ара көндәр системаһына керетелгән. Сығанаҡ. А. Можетта "Большой атлас морей и океанов" /Пер. с фр. Корнеева. Л. Ю.; Лемени-Македон П. П. —М.: БММ АО, 2005 г. ISBN 5-88353-234-9 Океан. Донъя океанын океандарға бүлеү варианты Океан (, боронғо грек алиһәһе "Океан" исеменән) – донъя океаны өлөшө, ҡытғалар араһында урынашҡан, һыу әйләнеше һәм башҡа специфик үҙенсәлеге булған ҙүр һыу объекты. Үҙ эсенә океандарҙы һәм диңгезҙәрҙе кереткән Донъя океанының майҙаны Ер өҫтөннөң яҡынса 71 процентын тәшкил итә (361 миллион квадрат километр). Океан төбөнөң рельефы ҡатмарлы һәм төрлөсә. Океандарҙы өйрәнә торған фән океанология тип атала. 2000се йылда Халыҡ-ара гидрографик ойошма донъя океандарын 5 өлөшкә бүлде. Рош һа-Шана. Рош һа-Шана́ ()≈ — йәһүдиләрҙең Яңы йыл байрамы. 1 һәм 2 тишрей көндәрҙә байрам ителә. К'шанье (ауыл). К’ша́нье (македонса "К'шање", болгарса "Къшани, Къшане" (1945 тиклем "Кѫшани"), албанса "Këshanji") — Македония Республикаһының Куманово общинаһында урынлашҡан ауыл. Тарихы. 19-се быуат аҙағында К’шанье Ғосман Империяһында урынлашҡан болгар ауылы булған. Васил Кынчов иҫәбе буйынса, 1900 йылда ауылда 420 кеше (христиан болгарҙары) йәшәгән. Ошо ваҡытта ауылы "Къшани" ("Кѫшани") тип аталған. 2002 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса, ауылда 48 кеше (македондар) йәшәй. Арғынбаев, Ғәбит. Ғәбит сәсән Арғынбаев (1856 — 1921) — атаҡлы башҡорт сәсәне. Ғәбит сәсән хәҙерге Баймаҡ районы Иҙрис ауылында тыуған. Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә лә ал бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ойошторолған бәйгелә беренсе урындарҙы ала. — тип хәтерләй уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов. Ғәбит сәсән Арғынбаевтан "Урал батыр", "Күсәкбей", "Иҙел менән Яйыҡ", "Ҡараһаҡал", "Юлай менән Салауат", "Байыҡ Айҙар сәсән" кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған. Ғәлиев, Ғабдрахман Ғәли улы. Ғәлиев, Ғабдрахман Ғәли улы (Муса Ғәли) — башҡорт яҙыусыһы. 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһынан бик йәшләй етем ҡала. Олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939 йылдан — Дәүләкән Башҡорт педагогия училищеһы уҡыусыһы. 1942 йылдан 1946 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана. 1948-1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. 1952-1959 йылдарҙа “Пионер” журналы редакцияһында бүлек мөдире була, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй. 1963-1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда “Йәш төҙөүсе” һәм Дәүләкәндәге “Колхозсы” гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы “Яҡты көн” тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 50-гә яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була. Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә лә актив эшләй. Уның А. С. Пушкиндың “Царское село иҫтәлектәре”, В. Шекспирҙың “Макбет”, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың “Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы” тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш. Муса Ғәли әҙәби тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр менән дә матбуғатта йыш ҡына сығыш яһай. Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар яҙыуын дауам иттерә. Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай башҡорт дәүләт театрында ҡуйылды. Муса Ғәли — республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ижади уңыштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм “Халыҡтар дуҫлығы” ордендары менән бүләкләнгән. 1956 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡәғбә. Ҡәғбә, () - Мәккә ҡалаһында, Мәсжид әл-Хәрәмдең уртаһында урынлашҡан, мосолмандар өсөн изге бер бина. Намаҙ ҡылған кеше ғибәҙәтен Ҡәғбә яғына ҡарап башҡарырға тейеш. Хаж ғибәҙәтенең төп шарттарынан береһе булып Ҡәғбә тирәләй әйләнеп сығыу тора. Ҡәғбә тураһында. 1 - Ҡара таш (, "Хәжәрүл әсвәд"), 2 - Ҡәғбәнең кереше, 3 - улаҡ (, "Мизраб"), 4 - шадырван, 5 - әл-хәтыйм, 6 - мөлтазам, 7 - Мәкамы Ибраһим, 8 - Шәркый, 9 - Йәмәни, 10 - Шами (Сүриә), 11 - Гыйраки, 12 - Ҡәғбәнең кисвәсе, 13 - тауафтың башланыуын белдереүсе таҫма, 14 - Мәкамы Ябраил Ғиниәтуллин, Талха. 1926 йылда Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. 1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. Балта. Балта — металдан эшләнгән, ҡырҡыу өсөн йөҙө булған, ғәҙәттә ағас һапҡа беркетеп ҡуйылған эш ҡоралы. Балта унар мең йылдар буйы урман киҫеү, ағас эшкәртеү, һуғыш ҡоралы булараҡ ҡулланылған. Балтаның төрлө формалары бар, улар барыһы ла балта башынан һәм балта һабынан тора. Иң беренсе балтаны тәүтормош кешеләре осло ташты ағас һапҡа бәйләп эшләгәндәр. Был ҡорал сүкеш, ҡасау, ҡырғыс һәм ҡорал булып хеҙмәт иткән. Һуңыраҡ балтаны баҡырҙан, бронзанан, тимерҙән эшләү ысулдарын өйрәнгәндәр. Арҡайым (авиакомпания). "Был авиакомпания тураһында мәҡәлә. Археологик ҡомартҡы тураһында Арҡайым битен ҡарағыҙ" Арҡайым ("Арҡайым" ЯСЙ",) — Өфө аэропортында урынлашҡан Башҡортостан милли авиакомпанияһы. 2009-сы йылдың ноябренә торошло, һауа флоты ике L-410 самолётынан тора;һәм ете "Boeing" йәки "Airbus" самолётын һатып алырға ниәтләй. Компанияның ойоштороусыһы һәм генераль директоры - Николай Одегов; ул бығаса "Башҡорт һауа юлдары" компанияһының һәм Өфө аэропортының етәксеһе булараҡ билдәле. 2010-сы йылдың июлендә авиакомпания Өфөнән Cибайға, Екатеринбургка һәм Түбән Новгородҡа пассажир рейстарын яһай башланы. Һәр йүнәлештә осоштар L-410 самолётында аҙнаһына өс тапҡыр башҡарыла. Киләсәктә ташыусы шулай уҡ Өфөнән Нефтекамаға рейстар асмаҡсы. Сәнәғәт. Сәнәғәт аллегорияһы Сәнәғәт— үҙ тармағы өсөн һәм башҡа тармаҡтар өсөн эш ҡоралдары этештереү, шулай уҡ сеймал, материалдар, яғыулыҡ, энергия етештереү, урман эшкәртеү, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, халыҡ ҡулланыу тауарҙарын етештереү һ.б. менән мәшғүл булған предпрятиеләр (заводтар, фабрикалар, рудниктар, шахталар, электростанциялар) берлеге. Сәнәғәт — йәмғәттең етештереү ҡеүәтенә хел иткес йоғонто яһаған халыҡ хужалығының мөһим тармағы. Сәнәғәт ике ҙур тармаҡтан — сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғетенән һәм эшкәртеүсе сәнәғәттән тора. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү тармағына тау-химия сеймалы, ҡара һәм төҫлө металл рудалары, нефть, газ, күмер, торф, сланец, тоҙ, изветняк сығарыу, шулай уҡ урман предприятиеләре, балыҡ тотоу, диңгез продукттарын әҙерләү керә. Эшкәртеүсе сәнәғәт тармағына машиналар төҙөү, ҡара һәм төҫлө металдар етештереү, прокат, химия һәм нефтехимия продукттары, машиналар һәм ҡорамалдар, ағас эшкәртеү ҡорамалдары, целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте продукттары, цемент, төҙөлөш материалдары, еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукттары етештереү, шулай уҡ сәнәғәт йыһаздарын ремонтлау керә. Днепр (йылға). Днепр (,, боронғо ҡыпсаҡса "Uwzi",) — Европалағы йылға. Оҙонлоҡ буйынса Иҙел һәм Дунай йылғаларынан һуң Европаның өсөнсө йылғаһы. Оҙонлоғо — 2290 километр. Аббасов, Азат Зиннәт улы. Азат Зиннәт улы Аббасов () — татар йырсыһы (лирик-драматик тенор), Советтар Союзының халыҡ артисы (1997). 1925 йылда Алабуға ҡалаһында тыуған. Ҡазан Авиация Техникумын тамамлап, Ҡазан вертолет заводында конструктор булып эшләй. 1944 йылда Салих Сәйдәш кәңәше буйынса Мәскәү Консерваторияһының Татар милли опера студияһына уҡырға керә. Уны тамамлағас, 1950 йылда Ҡазанға ҡайта. 1950 — 1990 йылдарҙа Татар Опера һәм Балет Театры солисы булып эшләй. 100-ҙән ашыу партия башҡара. Төп партиялары: Самат ("Самат", Хөснулла Вәлиуллин), Alfredo Gérmont ("La traviata", Джузеппе Верди), Сергей ("Катерина Измайлова", Дмитрий Шостакович). Шәмсетдинова, Мәсгүдә. Мәсғүҙә Шәмсетдинова — композитор, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе. Мәсғүҙә Шәмсетдинова 1955 йылдың 1 июлендә Башҡортостандың Ҡышлау-Йылға ауылында тыуа. Ҡазан консерваторияһында юғары белем алып, ижади эшкә керешә. Күп кенә симфонияларында ул татар халҡының тарихына, ҡатлаулы һәм фажиғале яҙмышына мөрәжәғәт итә («Ҡыйссаи Сөйөмбикә», «Мәһди йәки изге Болғар дастаны», «Мәхәббәтнамә», «Болғар-шәрке», «Ибне Фаҙлан», «Сыңғыҙхан",«Дәрүиш»). М. Шәмсетдинова фән, фәлсәфә мәсьәләләре, халыҡ ижады менән тәрәндән ҡыҙыҡһынып, Санкт-Петербургта фәлсәфә фәндәре буйынса кандидатлыҡ десертацияһын яҡлай. 2002 йылда ул ғаиләһе менән АҠШ-ҡа күсеп китә. Хәҙер ҙә ул АҠШ-тың Сиэтл ҡалаһында йәшәй. Татар Энциклопедия Һүҙлеге. Тата́р Энциклопе́дия Һүҙлеге́ () — татар телендәге беренсе фәнни универсаль баҫма. Һүҙлектә 17 000-гә яҡын мәҡәлә керҙе. Һүҙлек 2002 йылда көн күрҙе. Баш мөхәррире М.Х. Хәсәнев, яуаплы мөхәррир Г.С. Сәбирйәнов. Дәрзаманов, Жәүдәт Харис улы. Жәүдәт Харис улы Дәрзаманов йәиһә Жәүдәт Дәрзаман () — күренекле шағир һәм прозаик. Тормош юлы. Жәүдәт Дәрзаман Лениногорск районының Сугышлы ауылында тыуған. 1972 йылда Ҡазан дәүләт университетын тамамлай. Татарстан радиокомитетында – мөхәррир, 1987-1994 йылдарҙа «Ялҡын» журналы редакцияһында баш мөхәррир була. Хәҙерге ваҡытта Татарстан радиоһында әҙәбиәт-сәнғәт тапшырыуҙарының шеф мөхәррире булып эшләй. Жәүдәт Дәрзамандың беренсе шиғырҙары район гәзитендә, «Яшь ленинчы»ла (хәҙер «Сабантуй») донъя күрә. 1975 йылда – «Илтабар» исемле әкиәттәр йыйынтығы, 1977 йылда «Солдат булдым» тигән шиғырҙар китабы баҫылып сыға. Һуңыраҡ уның «Гөлназ мәктәпкә бара», «Безнең әлифба», «Күзле кычыткан», һ.б. ошондай егермеләп китабы донъя күрҙе. Жәүдәт Дәрзаман шиғырҙары мәктәп дәреслектәренә лә керетелгән. Орхон яҙмалары. Орхон яҙмаһында яҙылған "Тәңре" һүҙе Орхон яҙмалары — Орхон йылғаһы буйында табылған иң иҫке төрки яҙмалар. Улар 732 үә 735 йылдар араһында Күл үә Билге исемле ике Күктүрк бигестәренә бағышланған ине. Яҙмалар Орхон әлифбаһы исемле иҫке төрки хәрефтәре менән ике ташта уйып ҡалдырылған. 1893 йылда уларҙы Вильһельм Томсен (Vilhelm Thomsen) исемле Дания ғалимы өйрәнеп тасуирлаған. Диаспора. Диа́спора () - тарихи тыуған иленән ситтә йәшәгән һәм тел уртаҡлылығын һаҡларға "социаль институты" булған этностың өлөшө. Баштараҡ "диаспора" тип баҫып алынған территорияларҙа к"олонизация һәм ассимиляция" сәйәсәте менән төҙөлгән боронғо грек ҡала-дәүләттәрен атағандар. Ошоға оҡшаш йәшәү арауығын киңәйтеү ҡайһы бер боронғо семит халыҡтарына хас булған. Финикиҙар, йәһүдтәр, гректар, римлылар ҙур булмаған дәүләт төҙөп бик ҙүр биләмәләрҙе баҫып алыуға ирешкәндәр. Швейцария. Швейца́рия "(,, ром. Svizra)", рәсми исеме Швейца́рия конфедера́цияһы — Үҙәк Европала урынлашҡан, диңгеҙгә сыҡмаған дәүләт. Төньякта Германия менән, көнбайышта Франция менән, көньяҡта Италия менән, көнсығышта Австрия һәм Лихтенштейн менән сиктәш. Астат. Астат (лат. "Astatium") – иң мөһим радиоактив элементтарҙың береһе. Менделеевтың периодик таблицаһының VII төп төркөмөндә, 85-се һан аҫтында урынлашҡан, галогендарға ҡарай. Астаттың стабиль изотоптары юҡ. Иң оҙаҡ тороусы астат — 210 радиоактив изотобының ярымтарҡалыу периоды — 8,3 сәғәт. Асыу тарихы. Астат күптән түгел генә асылған: 1940-сы йылда Э. Сегре, Т. Корсон һәм У. Мак-Кензи АҠШ-ла, висмутты циклотронда тиҙләштерелгән ά-киҫәксәләр менән нурландырып, астаттың беренсе изотобын – 211At-ты табалар. Физик һәм химик үҙенсәлектәре. Астат ғәҙәти шарттарҙа ла, вакуумда ла тиҙ ирей. Шулай уҡ Ag, Au, Pt кеүек металдарҙа адсорблаша. Астаттың химик үҙенсәлектәре иодтыҡына ла, полонийҙыҡына ла оҡшаш. Шуға күрә ул металл һәм металл булмаған элементтарҙың үҙенсәлектәренә эйә. Демокрит. Демокри́т Абдералы (; Абдера, яҡынса б.э.т. 460 йыл — яҡынса б.э.т. 370 йыл) — боронғо грек фәлсәфәсеһе, Левкипптың уҡыусыһы. Атомистикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Фракиялағы Абдера ҡалаһында тыуған. Джеймс Кук. Джеймс Кук (ингл. "James Cook", 1728-се йылдың 7 ноябрендә Йоркшир графлыгындағы Мартон ҡалаһында тыуған – 1779-сы йылдың 14 февралендә Гавайи утрауында вафат булған) – Бөйөк Британия географы. Донья океандарын өйрәнеү өсөн 3 экспедицияла ҡатнашҡан. Экспедициялар ваҡытында күп географик асыштар эшләгән. Канаданың, Австралияның, Яңы Зеландияның көнсығыш яҡтарын, Ньюфаундленд, Төньяк Америка, Тымыҡ, Һинд һәм Атлантик океандарын гиҙгән, уларҙы өйрәнеп картаға төшөргән. Давид Бен-Гурион. Дави́д Бен-Гурио́н () — Израилдең һәм йәһүд халҡының сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. Палестина эшсе хәрәкәтенең лидеры, Израиль Дәүләтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Рәсәй Империяһы составындағы Поляк Батшалығының Плоньск ҡалаһында 1886-сы йылдың 16 октябрендә тыуған, 1973-сө йылдың 1 декабрендә Тель-Авив ҡалаһында үлгән. Рәсүлев, Зәйнулла. Зәйнулла Рәсулев (Зәйнулла бин Хәбибулла бин Рәсүл, "Зәйнулла-ишан") 1833 — 1917) — күренекле башҡорт дин әһеле, ишан. Тормош юлы. 1833 йылдың 25 мартында Троицк өйәҙе Туңғатар волосының Шәрип ауылында (хәҙерге (Башҡортостандың Учалы районында) мулла ғәиләһендә тыуып үҫә. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге – Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем ала, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк ҡалаһы (хәҙерге Cиләбе өлкәһендә) мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Верхнеуральск өйәҙенең Аҡҡужа ауылына (хәҙер шул уҡ Учалы районында) имам-хатип булып ҡайта. Шәкерт булған осоронда суфыйсылыҡ менән ҡыҙыҡһынып китә. 1859-сы йылда Наҡшбәндиә суфый ордены сафына алына. 1869—1870 йылдарҙа Истанбулда хәҡиҡәтте мистик рәүештә танып белеү ("тәриҡ") ысулын өйрәнеп камиллаштыра. Истанбулда уҡ Наҡшбәндиә суфыйының тәғлимәтен уҡытырға рөхсәт ("иджазнамә") ала. Тыуған төбәгенә ҡайтҡас, суфыйлы башҡорттар араһында яңы тәртип индерә, шул иҫәптән тәсбих кейеп йөрөтөү, Аллаһы Тәғәләисемен күп тапҡыр ҡысҡырып әйтеү ("зекер"), Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуғын көнөн ("Мәүлитте") байрам итеү һ.б. Суфыйсылыҡ идеяларын халыҡҡа таратыуы өсөн хакимиәт тарафынан эҙәрләнгән. Исламдың рәсми вәкилдәре булған муллалар уны дин ҡанундарын боҙоп мөртәтлек таратыуҙа, йәмәғәтселекте власҡа ҡаршы күтәреүҙә ғәйәпләй. Муллалар уны ошаҡлап ҡулға алдыра. 1873 йылдың ғинуарында уны Вологда губернаһына тыуған төбәгенән һөрөп ебәрәләр. Һөргөндән 1881 йылда ҡайта. 1884 йылдан Троицк ҡалаһында мәсет имамы сафына инә, мәсет янында яңы "Рәсүлиә" мәсетен аса. Бихисап шәкерттәр уның мөрите булып китә; ул Рәсәйҙең иң күренекле мосолман дине әһелдәренең беренә әүрелә. 1917 йылдың 2 февралендә вафат була. Ул Троицк ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән. Джон Рональд Руэл Толкин. Джон Ро́нальд Руэл То́лкин, шулай уҡ То́лкиен транскрипцияһы осрай (; МФА:;1892 йылдың Һыуығайында тыуған, 1973 йылдың Һарысайында вафат булған) — күренекле инглиз яҙыусыһы, тел белгесе, филологы. Иң күренекле әҫәрҙәре — "Хоббит" һәм "Балдаҡтар хужаһы" трилогияһы. Толкин 1925 йылдан 1945 йылғаса Оксфорд Университетында англосаксон (боронғо инглиз) теле профессоры, 1945 йылдан 1959 йылғаса инглиз теле һәм әҙәбиәте профессоры булған. Таш быуат. Таш быуат — кешелек дәүерендә, төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән, боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. Таш быуат аҙағында балсыҡ һауыт-һаба ҡуллана башлайҙар. Ҡоралдарҙы төрлө таштарҙан эшләйҙәр. Таш быуат аҙағында, Баҡыр, Бронза һәм Тимер быуатҡа хас металл әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр. Был дәүерҙә таш эшкәртеү технологияларын ҡулланыу кешелек эволюцияһына ҙур йоғонто яһай. Кешеләрҙең йәшәү ареалы Көнсығыш Африканан бөтә донъяға тарала. Ҡырағай хайуандарҙы эйәләштерә башлайҙар, баҡыр рудаһынан баҡыр алырға өйрәнәләр. Таш быуат тарихҡаса булған, яҙма иҫтәлектәр булмаған осорға ҡарай. Краснянский, Владимир Гаврил улы. Владимир Гаврил улы Краснянский () — күренекле белорус тарихсыһы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, филология фәндәре докторы, профессор. Неолит. Скара-Брей, Шотландия. Тулыһынса һаҡланып ҡалған неолит ауылы Неоли́т (— яңы, — таш) -- яңы таш быуат, таш быуаттаң һүңғы осоро. Ауыл хужалығы, малсылыҡ, көршәк эшләү кәсебе барлыҡҡа килеү менән таусирлана. Беренсе неолит мәҙәниәте беҙҙең эраға тиклем 7000 йыл элек Яҡын көнсығыштың «Бәрәкәтле ярымай» зонаһында барлыҡҡа килә. Һуңынан Урта диңгеҙ, Һинд йылғаһы үҙәненә, Ҡытай һәм Көньяҡ-көнсағыш Азияға тарала. Кешеләр һаны артыуы аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡты арта, был ауыл хужалығының бик тиҙ үҫешенә килтерә. Ауыл хужалығында ер эшкәртеү, урыу, үҫемлектәрҙе ваҡлау өсөн таш ҡоралдар ҡулланыла. Шотландиянан йыраҡ түгел Окрней утрауындаға Скара-Брей ауылы неолит ауылының миҫалы булып тора. Был ауылда таш карауат, кәштә һ.б. фаҙаланылған. Мезолит. Скара-Брей, Шотландия. Тулыһынса һаҡланып ҡалған неолит ауылы Мезоли́т (— урта, λίθος — таш) – урта таш быуат; ауыл хужалығы, малсылыҡ, көршәк эшләү кәсебе барлыҡҡа килеү менән тасуирлана. Беренсе неолит мәҙәниәте б.э.т. 7000 йыл элек Яҡын көнсығыштың «Бәрәкәтле ярымай» зонаһында барлыҡҡа килә. Һуңынан Урта диңгеҙ, Һинд йылғаһы үҙәненә, Ҡытай һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияға тарала. Кешеләр һаны артыуы аҙыҡ-түлеккә мохтажлыҡты арттыра, был ауыл хужалығының бик тиҙ үҫешенә килтерә. Ауыл хужалығында ер эшкәртеү, урыу, үҫемлектәрҙе ваҡлау өсөн таш ҡоралдар ҡулланыла. Theviecc ҡәберлеге – Тулуз музейы күргәҙмәһенән. Шотландиянан йыраҡ түгел Оркней утрауындағы Скара-Брей ауылы неолит ауылының миҫалы булып тора. Был ауылда таш карауат, кәштә һ.б. файҙаланылған. Палеолит. a>нан йыраҡ түгел табылған беҙҙең эраға тиклем 400 000 йылдарҙағы ваҡытлыса йәшәү урыны. Палеоли́т ("боронғо", "таш" — боронғо таш быуат мәғәнәһендә) — кешелек тарихында 2,6 млн. йыл элек башланған һәм беҙҙең эраға тиклем 10 меңйыллыҡҡа тиклем дәүер. Кешелек тарихында, кеше хайуандарҙан айырылып тәүтормош общинаға тиклем дәүер. Таш быуат кешелек тарихының ҙур өлөшөн (99% ваҡытын) алып тора һәм 2,5, или 2,6 млн. йыл элек башлана. Палеолит осоронда кешеләр ҙур булмаған общиналарҙа йәшәйҙәр, ҡебиләлер үҫемлектәр йыйыу һәм ҡырағай хауандарға.һунарсылыҡ менән шөғөлләнәр. Палеолит дәүерендә кешелектең гоминидтан хәҙерге ("Homo sapiens sapiens") тиклем эволюция тамалана. Аҙаҡҡы өлөшөндә беренсе сәнғәт әҫәрҙәре, дин билдәләре һәм ерләү йолалары барлыҡҡа килә. Климат бер нисә тапҡыр алышына. Боҙлоҡ осоро сираттағы Боҙлок араһындағы осор менән алышына. Энеолит. a>, ПеруЭнеолит, таш-баҡыр быуат т «баҡыр» + «таш») или энеолит («баҡыр» + «таш»)) — Таш быуаттан Баҡыр быуатҡа күсеү дәүере. Баҡыр быуат беҙҙең эраға тиклем 4-3 быуатты алып тора, ҡайһы осраҡта оҙонораҡ, ҡайһы осраҡта бөтөнләй булмаған. Эниолит дәүерендә баҡыр ҡоралдар барлыҡҡа килә, әммә таш ҡоралдар күберәк ҡулланыла. Кешеләр баҡыр самородогын (тәбиғи, саф көйөнсә табылған металл) табып таш эшкәрткән кеүек һуғып эшкәртергә уйлайҙар. Таш киҫәге ватылмай, тик формаһын үҙгәртә. «Таш киҫәге»нә төрлө формалар биреп һауыт-һаба, эш ҡоралдары эшләргә була. Ул ваҡытта быҡыр иретеүҙе белмәйҙәр, шуға күрә баҡырға башҡа металдар ҡушып бронза эшләй белмәйҙәр. Баҡыр йомшаҡ булыуға ҡарамаҫтан, таш әберҙәргә ҡарағанда өстөнлөктәре ҙүр. Ватылған баҡыр әйберҙе сүкеп ватып була, ә ташты ташларға ғына ҡала. Боливия. Боливия (,,), рәсми исеме — Күп Милләтле Боливия Дәүләте () — Көньяҡ Америка үҙәгендә урынлашҡан дәүләт. Латин теле. a> (Ҡара таш) – латин телендә яҙылған ҡомартҡылаҙың иң боронғоһы. Лати́н теле́ йәиһә латын теле (lingua latina), – Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөндәге тел. Бөгөнгө көндә берҙәнбер әүҙем ҡулланылған италий теле (үле тел булып һанала). Латин теле ин борондан яҙмаһы булған һиндевропа теле булараҡ билдәле. Бөгөнгө көндә латин теле "Изге Тәхет"тең (), Ватикан ҡала-дәүләтенең һәм Рим-Католик сиркәүенең рәсми теле булып тора. Европа телдәрендә һәм башҡа телдәрҙәге бик күп һүҙҙәр латин теленән алынған. Латин әлифбаһы күп телдәр өсөн яҙыу нигеҙе булып тора. Каталан теле. Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле (каталанса: "Català" (әйтелеше: йәки) йәиһә "Valencià") — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәзлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлектә (Каталонияла, Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми теле булып тора. Шулай уҡ Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берләктәрендә һәм Франциялағы Руссильон ("Roussillon", шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге "Pyrénées-Orientales" департаментында) киң ҡулланыла. Классификация. Каталан теленең окситан телдәренә яҡынлығы күренеп тора. Тарихы. Каталан теле IX быуатта Реконкиста ағымы осоронда үҙаллы тел булып формалашҡан, тип иҫәпләнә. Ошо ваҡытта каталан теленең беренсе тарихи ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Тел Пиреней ярымутрауында ябайлаштырылған халыҡ-латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттың аҙағында каталан теле әҙәби тел статусын ала һәм бик абруйлы була. XV быуатҡа тиклем шиғриәт өсөн окситан теле ҡулланылһа, каталан теле өсөн фәлсәфә һәм фән өлкәһе асыла. 1469 йылда, Фердинанд II Изабелла I менән никахлашҡас, каталон дворяндары испан теленә күсә башлай. Был каталан телен ҡулланыу даирәһен тарайта һәм беҙҙең көндәргә тиклем "диглоссия"ға (ике теллелек формаһына) килтерә. Испан мираҫы өсөн һуғышта каталондар Габсбург династияһы яғында һуғыша. Был XVIII быуатта, Бурбон династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, телгә ҡаршы репрессив сәйәсәткә сәбәпсе була. XIX быуатта каталан теле ҡулланыу даирәләренең күбеһенән тамам ҡыҫырыҡлана. Шулай ҙа уның хәле башҡа телдәр (мәҫәлән, галисий теле) менән сағыштырғанда яҡшыраҡ була. Тел халыҡ араһында һаҡланып ҡала. XIX быуатта телде һаҡлау өсөн, Тергеҙеү ("Renaixença") исеме аҫтында ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте барлыҡҡа килә. Башта ул әҙәби сиктәрҙән сыҡмай, быуат барышында сәйәси һәм милли һыҙаттар ала. XX быуат башында каталан теленең беренсе еңеүе билдәләнә. 1930 йылда Каталонияла икенсе рәсми тел статусын ала. 1936—1939 йылдарҙағы Граждандар һуғышы испан диктаторы Франко еңеүе менән тамамланғас, каталан телендә һөйләшеү бөтөнләй тыйыла. Уны ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала. Был хәл Франко диктатураһы 1975 йылда бөткәнгә тиклем һаҡлана. Испанияла демократлаштырыу башланғас, өлкәләр автономия ала, һәм 1979 йылда каталан теле рәсми тел статусы алыуға өлгәшә. Донъяла. Андорра хакимиәтенең социолингвистик мәғлүмәттәре (1999 йыл). Арагон: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре. Альгеро: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре. Башҡа илдәр: 1999 йыл иҫәбе, "Federació d'Entitats Catalanes". Диалекттар. 1861 йылғы Мануэль Милла и Фонтанальс ("Manuel Milà i Fontanals") теорияһы буйынса, каталан телендә ике төп диалект бар: көнсығыш каталан диалекты һәм көнбайыш каталан диалекты. Каталан теленең диалекттарында лексика һәм грамматика айырмалары бик күп. Стандартлаштырыу. Каталан теленең ике стандарты бар. Беренсеһе, Каталан фәндәре институты ("Institut d'Estudis Catalans, IEC") стандарты, уртаҡ стандарт булып тора. Орфография ҡағиҙәләрен кодлаштырыусы — Помпеу Фабра ("Pompeu Fabra"). Был тел стандартының нигеҙен Үҙәк диалект тәшкил итә. Икенсеһе, Валенсия телдәр академияһы ("Acadèmia Valenciana de la Llengua, AVL") стандарты Помпеу Фабраның орфографияһын ҡуллана, әммә был стандарттың нигеҙен көнбайыш каталан теле һәм Валенсияла ҡулланылған каталан теле варианты тәшкил итә. Ике стандарт араһында иң билдәле айырма — тоник баҫым: francès, anglès (IEC) - francés, anglés (AVL), cafè (IEC) - café (AVL) (кофе), conèixer (IEC) - conéixer (белеү), comprèn (IEC) - comprén (AVL) (ул аңлай). Бының сәбәбе: латин теленең "ē" һәм "ĭ" фонемалары әйтелеше ике диалект тармағында айырылыла. Мәҫәлән, көнсығыш тармағында боронғо "ē" фонемаһы [ɛ] тип әйтелә, көнбайыш тармағында [e] тип әйтелә. Әммә-ләкин, AVL стандартында был фонема урынына һәр ваҡыт "è" яҙыла: què (нимә), València, èter (эфир майы), sèsam, sèrie (сериал), època (йәш). Балеар утрауҙарында IEC стандартының Балеар утрауҙары институтының филология бүлеге тарафынан балеар диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, IEC стандарды буйынса "cantam" һәм "cantem" тип яҙырға мөмкин була, әммә балеар стандарты буйынса "cantam" дөрөҫөрәк була. Шулай уҡ 1-се заттың хәбәр һөйкәлешендә балеар стандартында ялғау ҡулланылмай: "jo cant", "jo tem", "jo dorm". Альгеро ҡалаһында IEC стандартының Альгеро диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, билдәлелек артикле стандарт буйынса — "el", ә Альгеро вариантында — "lo", эйәлек алмашы формалары Альгеро стандарты буйынса — la mia (минең шәхси), lo sou/la sua (уның шәхси), lo tou/la tua (һинең шәхси) һ.б. Тамамланмаған үткән ваҡытта бөтә ҡылымдың зат, һан, заман формаһында -v- ҡулланыла: "cantava, creixiva, llegiva"; бик күп боронғо һүҙҙәр ҡулланыла: manco (menys), calqui u (algú "кемдер"), qual/quala (quin/quina "ниндәй")һ.б. Өн системаһы. Көнсығыш каталан һуҙынҡы өндәре (Llisterri,1999, p.62) Данлы Македония. Данлыҡлы Македо́ния (, "Makedonía ksakustí") — грек йыры. Рәсми булмаған Грек Македонияһының гимны булып һанала. Күпер. Күпер — йылға, соҡор йәки башҡа бер ҡаршылыҡ аша сығыу өсөн һалынған ҡоролма. Юл аша һалынған күпер юл үткәргес тип атала. Тарих. Йылға аша бүрәнә һалып күпер эшләү боронғо заманда уҡ билдәле булған. Һуңынан төҙөлөш материалы итеп таш ҡулланғандар. Бындай күперҙәрҙе ҡол биләүселек ҡоролошонда төҙөгәндәр. Баштараҡ күпер терәген, һуңғарак бөтә конструкцияны таштан эшләгәндәр. Күпер төҙөүҙә Боронғо Римлеләр ҙур уңыштарға ирешә. Улар көмбәҙ формаһындағы күпер төҙөй һәм төҙөлөштә цемент ҡуллана. Күперҙәр (дөрөҫөрәге "акведуки") Рим ҡалаһын һыу менән тәьмин итеү өсөн файҙаланылған. Боронғо Рим күперҙәре бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Урта быуаттарҙа ҡалалар һәм сауҙа үҫеше күперҙәр төҙөүгә ихтыяжды арттыра. Инженер аҡылы киң арала һөҙәк көмбәҙле, тарыраҡ терәүле күперҙәр төҙөргә мөмкинлек бирә. Донъялағы беренсе металдан яһалған күпер (Бөйөк Британия) XVIII быуат аҙағында күпер төҙөлөшөндә металл ҡулланалар. Беренсе металдан эшләнгән күпер Бөйөк Британияла Северн йылғаһы аша 1779 йылда һалына. XIX быуатта тимер юлы үҫеше юғары йөкләмәле күперҙәр төҙөүзе талап итә. Күпер төҙөүҙә ҡорос һәм тимер ҡулланалар. Ауыл хужалығы. Ауыл хужалығы — халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү һәм ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сеймал менән тәьмин итер өсөн йүнәлтелгән халыҡ хужалығы тармағы. Ауыл хужалығы барлыҡ илдәрҙең иҡтисадында мөһим урын алып тора. Бөтә донъяла ауыл хужалығында 1,1 млрд. кеше мәшғүл. Йоһанн Себастьян Бах. Йо́һанн Себа́стьян Бах (; 1685 йылдың 31 мартында (буранайында) (иҫке стилдә 21 Буранайында) Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) тыуған, 1750 йылдың 28 Майайында Лейпциг ҡалаһында вафат булған) — XVII быуаттың бөйөк әлмән композиторы. 1000-гә яҡын орган, оркестр, вокал һәм башҡа музыка әҫәрҙәре авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарҙың береһе булып һанала, барокко дәүере композиторы булып тора. Уның әҫәрҙәре араһында операнан башҡа бөтә жанрҙар бар. Бах — шулай уҡ педагогия буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы. АҠШ Виргин утрауҙары. АҠШ Виргин утрауҙары () — Кариб дингеҙе утрауҙары төркөмөндәге утрау, АҠШ-тың автономиялы биләмәһе. Биләмәләге иң ҙур утрауҙар: Сент-Крокс (207 км²) Сент-Томас — 83 км² һәм Сент-Джон — 52 км². Географик яҡтан Виргин архипелагы АҠШ Виргин утрауҙарынан һәм Британия Виргин утрауҙарынан тора. Биләмәнең дөйөм майҙаны 344 км². Башҡалаһы — Сент-Томас утрауында урынлашҡан Шарлотта-Амалия () ҡалаһы. 1917 йылда был биләмә Даниянан һатып алына. Мацуо Басё. Мацуо Басё ҡәбере, Осака, Япония Мацуо Басё ((псевдоним); ысын исемендә Басё урынына "Киндзаку" тора, йәше етеү исеме — "Мунэфуса" (); тағы бер исеме — "Дзинситиро" ()) — күренекле япон шағиры, шиғриәт теоретигы. 1644 йылда Хонсю утрауының Ига провинциялағы Уэно замоклы ҡалаһында тыуған. 1694 йылдың 12 октябрендә Осакала вафат. Ли Бай. Ли Бай, йәиһә Ли Бо, Ли По (, уҡыу: "Lǐ Bái, Lǐ Bó") — күренекле ҡытай шағиры. Тан ("Thang") периодындағы иң күренекле шағирҙарҙың береһе булып һанала. 701 йылда тыуған, 762 йылда вафат. Ул һәм Ду Фу иң күренекле ҡытай шағирҙары булып һанала. Ли Бо исемендәге Меркурий кратеры бар. Торлаҡ. a>лағы ғәҙәти йорт. Торлаҡ — кеше йәки хайуандар йәшәй торған ҡоролма. Өй — Кеше йәшәү өсөн һалынған бина; йорт. Йорт — Йәшәү, төрлө ойошма һ.б. урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма; бина, өй. Ғәҙәттә торлаҡ уңайһыҙ һауа шарттарынан һаҡланыу, йоҡлау, балалар үҫтереү, припас һаҡлау һәм ял итеү өсөн хеҙмәт итә. Тарихы. Мамонт һөйәгенән эшләнгән боронғо торлаҡ Киев ҡалаһынан йыраҡ түгел Межирич янында табылған. Торлаҡ мамонт тиреһе менән ябылған булыуы ихтимал. Был табышты 2 м-ға нигеҙ ҡаҙыған крәҫтиәндәр 1965 йылда таба. Ямғыр. Ямғыр — болоттарҙан һыу тамсылары рәүешендә яуа торған яуым-төшөм. Һыу тамсылары 0,5 — 6-7 мм була. Вағыраҡ тамсылы ямғырҙы "баҫҡаҡ ямғыр" () тип йөрөтәләр. Көсөргәнешлелеге буйынса 0,25 мм/сәғ ямғыр ваҡ ямғыр, 100 мм/сәғ тиклем "ҡойма ямғыр" () тип арала. Ләйсән ямғыры — яҙ көнө беренсе яуған ямғыр. Ямғыр ҡатлы-ҡатлы болоттарҙа һыуытылған һыу тамсылары һәм боҙ кристалдары ҡушылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Ҡушылған тамсылар ауырая һәм ергә ямғыр булып яуа Ҡояшлы ямғырҙан һуң йәйғор сыға Ямғыр оҙаҡ яумай торһа ҡоролоҡ башлана. Ҡайһы бер халыҡтарҙа һәм башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы бар. Болот. Болот — ваҡ ҡына һыу бөртөктәре йәки боҙ кристалдарының бергә тупланыуынан хасил булған атмосфераның түбәнге өлөшөндәге, ерҙән күренеп торған ҡатлам. Болоттағы ваҡ ҡына һыу тамсылары һәм боҙ кристалдары" болот элементтары" тип атала. "Болот элементтары" бергә ҡушылһа, ергә ямғыр йәки ҡар булып яуым-төшөм төшә. Пластмасса. Пластма́сса (пласти́к ма́сса, пла́стик) — органик материал, синтетик йәки тәбиғи юғары молекулалар берләшмәһе. Синтетик полимерҙарҙан алынған пластмасса киң ҡулланыла. Мономер углерод (C), водород (H) и кислород (O), азот (N) һәм башҡа химик элементтарҙан тора. Мономерҙарҙың оҙон сылбырға берләшмәһе полимер тип атала. Мәҫәлән, этилен мономеры. Мономер этилендан, киң ҡулланалған пластмасса, "полиэтилен" барлыҡҡа килә. Пластмасса тәбиғи хәлдә юҡ, уны кеше ҡатнашлығында ғына алып була. Мономерҙы билдәле температура һәм баҫым аҫтында реакцияға керетәләр. Полимер "порошок" йәки "гранула" төслө алына. Ғәҙәтә пластмасса алыу өсөн нефттән алынған мономерҙар ҡулланыла. Ҡайһы бер тикшереүҙәр нефттең 4% ғына пластик алыу өсөн файҙаланылыуын күрһәтә. Шәкәр. Шәкәр, сахароза — организмды кәрәкле энергия менән тәьмин итеүсе туҡлыҡлы матдә, углеводтар. Шәкәр ҡамышынан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән алынған шәкәр мөһим аҙыҡ-түлек булып тора. Крахмалда углеводтарға керә, ләкин уны үҙләштереү бик әкрен бара. Сахароза аш һеңдереү юлында глюкоза һәм фруктозаға тарҡала, һуңынан ҡан юлына еләгә. Глюкоза организм сарыф иткән энергияның яртыһын бирә. Шәкәр тарихы. Шәкәрҙең тыуған иле Һиндостан, бында ул 2300 йыл элек билдәле булған. Шәкәр һүҙе "«суккар»" һүҙенән килеп сыҡҡан. Европала шәкәр римлеләргә билдәле булған. Һиндостанда шәкәр ҡамышынан эшләнгән көрән шәкәрҙе сауҙагәрҙәр Европаға алып килгән. Һуңғараҡ шәкәр ҡамышын Сицилия һәм Көньяҡ Испанияла үҫтерә башлайҙар, әммә Рим империяһы таралғас был традиция юғала. Рәсәйға шәкәр яҡынса 11-12 быуатта килеп етә. Ул ваҡытта шәкәрҙе кенәз һәм уның яҡындары гена тәмләп ҡарай ала. XVIII быуат башында Рәсәйҙә, Пётр I асҡан, беренсе «шәкәр палатаһы» эшләй башлай. Ул ваҡытта сеймалды сит илдән килтерәлер. 1802 йылда илдә үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөнән Тула ҡалаһында шәкәр етештереү яйға һалына. Тәгәрмәс. Австралияның тарих паркында тарихи арба Тәгәрмәс — өҫтөнә ҡуйған есемде тәгәрләтеп хәрәкәткә килтереү өсөн, уларҙың күсәренә кейҙерелгән көпсәкле түңәрәк ҡулайлама. Тәгәрмәс төрлө механизм һәм ҡоролмаларҙа киң ҡулланыла. Уйлап сығарыу ваҡыты билдәһеҙ. Механика. Есем арауыҡта урын алмаштырғанда тәгәрмәс энергия сарыф итеүҙе күпкә кәметә. Тәгәрмәс ҡулланғанда эш тәгәрәү көсөн еңеү өсөн башҡарыла, ә тәгәрәү көсө () ышҡылыу көсөнә ҡарағанда күпкә әҙерәк. Тарих. Тәгәрмәс беренсе тапҡыр Б.Э.Т. 4 меңйыллыҡта Ике йылға араһында (() телгә алына. Тәгәрмәстән алда йөктө күсереү өсөн һалынған каток булған. Иң беренсе тәгәрмәс ағастан эшләнгән булған, ағастан басылған дискыны күсәргә кейҙергәндәр. Ике йылға араһындағы Урук ҡалаһында Б.Э.Т 3000 йылда төшөрөлгән сана һурәтә табылған. Б.Э.Т 2700 йылда төшөрөлгән арба һүрәте бар. Б.Э.Т. 2000 йылдарҙа тәгәрмәс конструкцияһы камиллаштырыла. Кеса Азияла эшләнгән тәгәрмәстә араса (), көпсәк ((), тәгәрмәс түғыны (() ҡуллана башлайҙар. Б.Э.Т. 1 меңйыллыҡта тәгәрмәстең ныҡлығын көсәйтеү өсон кельттар тимер туғын (() ҡулланалар, "амортизация" өсөн резина шиналы тәгәрмәс эшләйҙәр Христофор КолумбКолумб|ҡа тиклем Америка цивилизацияһында тәгәрмәс билдәһеҙ булған тип иҫепләнә. Шулай ҙа Инк ҡәбиләләре тәгәрмәс асыуға яҡынлашҡан була. Шулай уҡ еврапалылар килгәнге тиклем Австралия һәм Африка ерле халҡы тәгәрмәсте белмәгән. Тәгәрмәс асыу кәсепселекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Тәгермәс көршәксе түңәрәгендә, тирмәндә, иләүестә, ҡырыу станогында ҡулланыла. Мануфактура, фабрика, рудниктарҙа һыу тәгәрмәсе ҡулланыла. Ҡыҙыҡлы факттар. Был патентты алыусы Мельбурн ҡалаһынан Джону Кэо Австралия патент закондары камил булмауын күрһәтергә теләгән. Ҡаҙау. Ҡаҙаҡ, ҡаҙау, сөй — цилиндр, конус, пирамида, винт формаһындағы бер башы осланған, икенсе башында һырлы эшләпәле металдан эшләнгән беркетеү әйбере. Боронғо кешеләр ҡаҙаҡты һөйәктән, үҫемлек энәһенән һәм ағастан эшләгән. Бронза быуатта металдан ҡойоп һәм сүкеп эшләнгән ҡаҙаҡтар барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ баҡыр һәм тимер сымдар эшләргә өйрәнәләр. Аджария. Аджа́рия, рәсми исеме Аджария Автономиялы Республикаһы (грузинса აჭარა, "Ač'ara"; აჭარის ავტონომიური რესპუბლიკა, "Ač'aris Avtonomiuri Respublika") — Грузия составындағы автономиялы республика, илдең көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Аджарияның башҡалаһы Батуми, Грузияның төп порты булып һанала. 1920 йылдан башлап, Аджар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы тип аталған, хәҙерге исемде 1990 йылда бирәләр. Аджариянын төп халҡы — аджарҙар, грузин халҡының этнографик төркөмө. Урта быуаттарҙа аджарҙар ислам динен ҡабул итә. Хатшепсут. Хатшепсут (Боронғо Мысыр теленән "Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе" тип тәржемә ителә) — Боронғо Мысырҙың Яңы батшалыҡ дәүерендә хаким итеүсе ҡатын, ун һигеҙенсе династияның бишенсе фирғәүене. Хатшепсут, төрлө сығанаҡтар буйынса, йә б.э.т. 1503—1482 йылдарҙа, йә б.э.т. 1479—1458 йылдарҙа, йә б.э.т. 1490/1489—1468 йылдарҙа Мысыр менән хаким итә. Башта ул ҡустыһы һәм ире Тутмос II-нең улы Тутмос III-нөң регенты була, әммә һуңынан уны тәхеттән ситләштереп, үҙен фирғәүен тип иғлан итә. Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр аллаһы Хорҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный. Тәхеткә ултырыуы. Хатшепсут — ун һигеҙенсе династияның өсөнсө фирғәүене Тутмос I һәм уның төп ҡатыны Яхместың ҡыҙы. Унан тыш, Тутмос I менән Яхместың тағы бер ҡыҙы һәм ике улы була, әммә улар донъянан иртә китә. Атаһының хакимлығы ваҡытында Хатшепсутҡа «"Алла ҡатыны"» — Фива аллаһы Амондың иң юғары дини хеҙмәткәре титулы тапшырыла. Тутмос I-нең үлеменән һуң, тәхеткә уның икенсе ҡатыны Мутнофреттан улы Тутмос II ултыра. Фирғәүен ғаиләһендәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Тутмос II апаһы Хатшепсутҡа өйләнә. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсут ире тәхеттә ултырған саҡта уҡ етәкселекте үҙ ҡулына ала башлай. Бының ысынбарлыҡ менән ни тиклем тап килеүе билдәһеҙ. Хатшепсуттың Нефрура исемле ҡыҙы тыуа (ҡайһы бер фараздар буйынса, ул шулай уҡ Тутмос III-нөң төп ҡатыны Меритраның да әсәһе була). Әммә Тутмос II һәм Хатшепсуттың уртаҡ улдары булмай. Тутмос II-нең үлеменән һуң, фирғәүен тәхете уның гарем ҡыҙы Исиданан улы Тутмос III-гә ҡала. Тутмос III йәш булғанға күрә, Хатшепсут уның регенты вазифаһын башҡара. Әммә күпмелер ваҡыттан тәхеткә Мааткара ("Хәҡиҡәт — Ҡояштың йәне") исеме аҫтында, руханиҙар, аристократия һәм ғәскәр башлыҡтарының ҡайһы бер өлөшө ярҙамына таянып, Хатшепсут үҙе ултыра. Уға ярҙам итеүсе төп көстәр араһында Хапусенеб — Амондың юғары руханиһы, билдәле архитектор, дәүләт эшмәкәрҙәре Инени һәм Сенмут була. Сенмутҡа шулай уҡ батшабикәнең ҡыҙы Нефрураны тәрбиәләү йөкмәтелгән була. Күп белгестәр Сенмутты Хатшепсуттың фавориты булған, тип иҫәпләй, быға дәлил итеп Хатшепсуттың ерләү тантанаһы өсөн төҙөлгән һарайы янында үҙе өсөн йәшерен кәшәнә төҙөүен килтерә. Бында ул шулай уҡ үҙенең рәсемен төшөрөп ҡалдыра. Сенмут үҙе бай булмаған ғаиләлә тыуа һәм батша һарайында ҙур йоғонтоға ирешә, хатта үҙенсәлекле "батша һарайында ирекле йөрөүгә хаҡлы" титулы яулай. Был иһә — батшабикә менән архитектор араһында яҡын мөнәсәбәттәр тураһында раҫларға тағы бер сәбәп. Тәхеткә ултырғандан һуң, Хатшепсут фирғәүендәргә тәғәйенләнгән баш кейеме — хат, баш кейемендә Түбәнге Мысырҙы ҡурсалаусы алиһә Уаджит символы — урей, яһалма һаҡал һәм ирҙәр кейемендә һүрәтләнә башлай. Тәүге һәйкәлдәре һәм рәсемдәрендә ул ир кейемендәге ҡатын-ҡыҙ булып ҡала, һуңғы һәйкәлдәрҙә иһә ул тулыһынса ир һымаҡ кәүҙәләнә башлай. Төп эшмәкәрлеге. Хатшепсут хаким иткән осорҙа Мысыр иҡтисади йәһәттән үҫешә, Икенсе үҙгәреш дәүерендә Мысырҙы гискостар баҫып алғандан һуң өҙөлгән сауҙа бәйләнештәре тергеҙелә. a> һарайы стеналарына төшөрөлгән Пунт еренә экспедиция рәсеме Тәхеттә ултырыуының яҡынса туғыҙынсы йылында Хатшепсут Пунт — «"Алла ере"» тип аталған илгә экспедиция әҙерләй. Был илде хәҙерге картала билдәләүе бик ауыр. Ҡайһы бер ғалимдар уны хәҙерге Эфиопия йә Сомали ерендә урынлашҡан, бүтәндәр — хәҙерге Ангола йә Уганда ерендә урынлашҡан булған, тип иҫәпләй. Экспедицияға 210 матрос һәм ишкәксе менән биш карап ебәрелә. Пунтта күп төрлө тауарҙар, хуш еҫле үҫемлектәр, ят ағастар, хайуандар, шул иҫәптән мирра ағасы һатып алына. Төрлө яҙмалар буйынса, был ағастар Дейр әл-Бахри ҡаяһы итәгендәге ерләү һарайы тирәһенә ултырыла. Пунт еренә йөрөп ҡайтҡан рәссамдар был сәйәхәтте, ят илдең тәбиғәтен Дейр әл-Бахри һарайының стеналарында уйылғән рәсемдәр аша тергеҙә. Хатшепсуттың хакимлығы осоронда, белгестәр иҫәпләүенсә, Мысырҙың сит илдәр менән мөнәсәбәте сағыштырмаса тыныс була. Шулай ҙа, яңы тикшеренеүҙәр буйынса, ул тәхеттә ултырған ваҡытта үткән Нубияға хәрби походтың икеһенең береһен үҙе етәкләй, шулай уҡ Синай ярымутрауын, Финикия ярҙарын, көньяҡ Сүриәне һәм Фәләстанды үҙ хакимлығы аҫтында тота. Был ваҡытта Тутмос III-нөң Мысыр ғәскәре башында тороуы билдәле. Төҙөлөш эштәре. Хатшепсут Боронғо Мысыр фирғәүендәре араһында төҙөлөш эштәрен иң әүҙем алып барыусыларҙың береһе була, Үрге һәм Түбәнге Мысырҙа ул йөҙләгән төҙөлөш башлай. Төҙөлөш эштәрен Инени—Хатшепсуттың атаһы Тутмос I, ире Тутмос II хакимлығы ваҡытында уҡ фирғәүен һарайында хеҙмәт итеүсе бөйөк архитектор — һәм Сенмут алып бара. Шулай ҙа Хатшепсут осорынан иң билдәре архетиктура һәйкәле — ул Нил йылғаһының көнбайыш ярында, Батшалар үҙәненә ингән урында, Дейр әл-Бахри ҡаяларының итәгендә урынлашҡан Хатшепсуттың ерләү һарайы. Хатшепсут уға Джесер-Джесеру — «"Изгеләрҙән изге"» исемен бирә. Был һарайҙың архитекторы Сенмут — фирғәүен йортонда иң ҙур йоғонтоло кеше була. Джесер-Джесеру береһенән икенсеһе юғарыраҡ булған өс ҙур террасанан тора, бер террасанан икенсеһенә пандустар — комплексты икегә бүлеп торған ҡыя юлдар илтә. Һарай алдында үҙ ваҡытында Пунт иленән килтерелгән ағастар ултыртылған, ике яһалма күл ҡаҙылған булған, ингән юлда сфинкстар теҙелеп, аллея барлыҡҡа килтергән. Һарайҙың стеналарында — Хатшепсуттың хакимлығы ваҡытындағы төрлө ваҡиғаларҙы бәйән итеүсе рәсемдәр. Беренсе терраса стеналарында Карнак һарайына ҡуйылған обелисктарҙы Үрге Мысырҙан килтереү һүрәтләнгән. Икенсе терраса стеналары Хатшепсуттың илаһи тыумышы тураһында легенданы, — Мысыр аллаһы Амон әсәһе Яхмес янында фирғәүен Тутмос I -ҡа әйләнеп пәйҙа булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ икенсе терраса стеналары Хатшепсут тәхеттә ултырыуының туғыҙынсы йылында ойоштолған Пунт еренә экспедиция тарихын һөйләй. Бында Пунттың хозур тәбиғәте, урмандары, Пунттың батшаһы һәм батшабикәһе, уларҙың Мысыр фирғәүененә ҡиммәтле бүләктәр биреүе төшөрөлгән. Һарайҙың иң өҫкө террасаһы Мысыр аллаларына бағышланған. Уртала һарайҙың иң изге урыны — Амон ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Үлеме, ерләү һәм мумиялау. Хатшепсут тәхеттә ултырыуының егерме икенсе йылында үлеп китә. Уның үлеме тураһында төрлө фараздар йәшәп килә, әммә египтология өлкәһендәге иң һуңғы асыштар был фараздарҙы кире ҡаға. 2007 йылда Хатшепсуттыҡы тип билдәләнгән мумияны тикшереү һығымталары уйынса, ул илле йәштәр тирәһендә ҡан инфекцияһы арҡаһында үлгән булырға тейеш. Шулай уҡ ул артрит, теш ауырыуы һәм бәлки диабет менән ауырыған, тип раҫлай белгестәр. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Хатшепсуттың мумияһы табылмай. Уның өсөн төҙөлгән ике кәшәнәлә лә мумияһы булмай сыға. Беренсе кәшәнә Тутмос II-нең батшалығы осоронда уҡ әҙерләнә, әммә ул фирғәүенгә әйләнгән ҡатын өсөн яраҡһыҙ була. Тәхеткә ултырғандан һуң, ерләү өсөн икенсе — KV20 кәшәнәһе әҙерләнә башлай. Уны 1903 йылда уҡ инглиз египтологы Говард Картер таба. Ҡайһы бер фараздар буйынса, KV20 кәшәнәһе Хатшепсуттың атаһы Тутсмос I өсөн тәғәйенләнгән була, уны Батшалар үҙәнендә төҙөлгән беренсе батша кәшәнәһе, тип иҫәпләйҙәр. Хатшепсут атаһы менән бер урында ерләнергә теләп, кәшәнәне киңәйткән һәм үҙенең ҡәберен ошонда әҙерләгән булырға тейеш. Әммә, Тутмос III тәхеткә ултырғас, Тутмос I-нең мумияһы KV38 кәшәнәһенә күсерелә, шул уҡ ваҡытта, бәлки, Хатшепсуттың дә мумияһы икенсе урынға күсерелгәндер. 2007 йылда египтология өлкәһендә алдынғы белгестәрҙең береһе Захи Хавасс Хатшепсуттың мумияһы табылыуы тураһында иғлан итә. Уның иҫәпләүенсә, Батшалар үҙәнендә табылған KV60 кәшәнәһендәге ике мумияның береһе - батшабикәнеке. Был кәшәнә Хатшепсуттың һөт инәһе Сатра(Ситре) өсөн төҙөлгән булыуы билдәләнә. Бында уҡ тәхет, сенет уйыны һәм Хатшепсуттың исеме яҙылған ушебти (ерләү фигуркаһы) табыла. Мумияларҙың ДНК анализын Хатшепсуттың мумиялары табылып, аныҡ билдәләнгән туғандарының ДНК анализы менән сағыштырғандан һуң, Сатра саркофагында ятҡан кәүҙә Хатшепсуттыҡы тип раҫлана. ДНК тикшереүҙәре һөҙөмтәһен тағы бер факт дәлилләй — Сатра саркофагындағы мумияның бер теше етмәй. Нәҡ ошо теш, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә, Дейр әл-Бахри ҡаяһы тарлауығында йәшерелгән ҡумтала табыла. Был ҡумтала Хатшепсуттың исеме менән картуш төшөрөлгән була. Хатшепсуттың үлеменән һуң. Тутмос III-нөң хакимлығы аҙағына тарихи яҙмаларҙан Хатшепсут исемен юҡ итеү башлана. Уның картуштары һәм рәсемдәре стеналарҙан юйыла. Дейр әл-Бахри һарайында Хатшепсуттың күп һәйкәлдәре ҡолатыла, ватылып, яҡында күмелә. Карнакта хатта уның обелисктары стена менән ҡаплана. Тутмос III, үгә әсәһе хакимлыҡты уның ҡулынан тартып алыуына үс итеп уның тураһында бөтә яҙмаларҙы, уның һәйкәлдәрен юҡ итергә бойорған, тигән фекер бөгөнгө көндә нығынған. Тик ниңә һуң Тутмос III — Мысырҙың иң уңышлы ғәскәр етәксеһе — үс алыр алдынан егерме йыл буйы көткән? Египтологтар иҫәпләүенсә, уның Хатшепсут исемен тарихтан юйырға тырышлығына сәйәси сәбәптәр булған, һәм был сәбәптәр бөгөнгө көндә аныҡ билдәле түгел. Фараздарҙың береһе буйынса, хакимлығының аҙағына Тутмос III тарихты "күсереп яҙып", Хатшепсутты батша ҡатындарына тәғәйен регент титулында ғына ҡалдырырға ниәтләгән. Шулай итеп, Тутмос III үҙенең Тутмос II-нең тура вариҫы булыуын күрһәтмәк булғандыр. Был уның тәхеткә хоҡуғын дәлилләү өсөн кәрәк булыуы мөмкин. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсуттың ил менән оҙайлы ваҡыт дауамында уңышлы хаким итеү осрағы Мысыр фирғәүене тәхете өсөн ҡурҡыныс булған — был артабан фирғәүен тәхетен ҡатын-ҡыҙ биләүе мөмкинлеген булдырған. Фирғәүен титулын йөрөтөүгә хоҡуҡ ир-атта ғына ҡалһын өсөн, бәлки, Тутмос III Хатшепсут хакимлығы менән бәйле бөтә эҙҙәрҙе юҡ итә башлағандыр. Хатшепсуттың исеме оҙаҡ ваҡыт фәнни донъяла билдәле булмай. Тик 19-сы быуатта Дейр әл-Бахри һарайында башланған археологик тикшеренеүҙәр генә Хатшепсут шәхесенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Француз ғалимы Жан Франсуа Шампольон Боронғо Мысыр телен асҡандан һуң, Дейр әл-Бахри һәм Карнак һарайҙары яҙыуҙары аша бөйөк ҡатын тормошондағы ваҡиғалар тергеҙелә. Папуа — Яңы Гвинея. Па́пуа — Яңы́ Гвине́я, тулы исеме Па́пуа — Яңы́ Гвине́я бойондороҡһоҙ дәүләте́ ((шулай уҡ,),) — Океанлыҡта урынлашҡан дәүләт. Тымыҡ океандың көньяк-көнбайыш өлөшөндә урынлаша. Майҙаны — 462 840 км². Халыҡ һаны — яҡынса 6 млн кеше, башлыса папуастар һәм меланезиялылар. Ҡала халҡы һаны — 15,2 % (1991). Рәсми телдәр - инглиз, ток-писин, хари-моту теләре. Халыҡтың күп өлөшө - христиандар, ҡалғандары урында йола булып китән дини ҡарашта. Административ яҡтан дәүләт 20 провинцияға бүленә. Башҡалаһы — Порт-Морсби ҡалаһы. Дәүләт башлығы - генерал-губернатор тәҡдим иткән королева. Милләттәр дуҫлығына керә. Ҡанун сығарыу органы — Милли парламент. Йыр. Йыр — шиғыр тексын еңел, хәтерҙә ҡалырлыҡ көй менән берләштергән вокаль музыка. Йыр жанр, бәйләнеш, башҡарыу формаһы һәм башҡа билдәләре менән айырыла. Йыр бер йырсы тарафынан һәм хор тарафынан башҡарылыуы мөмкин. Йыр музыкаль инструменттарға ҡушылып, һәм ҡушылмай башҡарылыуы мөмкин. Көй текстың эстәлеген дөйөмләштереп ҡуя. Йыр тексы бер тигеҙ строфа һәм куплеттарҙан тора. Гринпис. Гринпи́с (ингл. "Greenpeace" — «йәшел тыныслыҡ») — 1971 йылдың 15 сентябрендә Ванкувер ҡалаһында Девид Мактаггарт төҙөгән тәбиғәтте һаҡлау буйынса халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы. Төп маҡсаты — экологик мәсьәләләргә киң йәмәғәттең һәм властарҙың иғтибарын йәлеп итеп уларҙы хәл итеү. Гринпис үҙе яҡлылар иғәнәһенә йәшәй һәм ҡәтғи рәүештә дәүләт структураларының, сәйәси фирҡәләрҙең, бизнестың финанс ярҙамын алмай. Гринпис, киң мәғлүмәт саралары иғтибарын, үҙенең шаулы акциялары менән йәлеп итеүе билдәле. Раҫлау — Гринпистың төп ҡағиҙәһе. Ойошма экологик енәйәт урынында булырға тырыша һәм бойондороҡһоҙ һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирә. Тулыланыусы энергия. Тулыланыусы энергия — кешеләр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия сығанағы. Тирә-яҡ мөхиттә бер-туҡтауһыҙ барған процестар —тулыланыусы энергия сығанағы булып тора. Тулыланыусы энергия яңынан тергеҙелә торған тәбиғи ресурстарҙан — ҡояш энергияһы, ел, ямғыр, һыу ҡалҡыу, геотермаль йылылыҡты файҙалана. 2006 йылда донъяла ғәҙәти биомасса — утын яғыу 13%, барлыҡ тулыланыусы энергияны файҙаланыу 18% тәшкил итте. Гидроэлектростанциялар тулыланыусы энергияның мөһим сығанағы булып тора, донъяла етештерелгән электр энергияһының 15% гидроэлектростанцияларҙа етештерелә. Ел энергияһын файҙаланыу йыл һайын 30% арта. Был энергияны файҙаланыу Европа һәм АҠШ илдәрендә киң ҡулланыла. Ҡояш электростанциялары Германия һәм Испанияла танылыу алған. Ҡояш энергияһында эшләгән кер йыуыу йорто Бразилия шәкәр ҡамышынанэтанол алыу программаһын тормошҡа ашыра. Этанол автомобаль яғыулығы булараҡ файҙаланыла. Уйын. Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнелешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә. Барлыҡҡа килеү тарихы. Уйындың барлыүүа килеүе тураһында бәхәс туҡталмай. Уйын һәм хеҙмәт, уйын һәм культ ритуалдары — ҡайһыһы тәүҙә килеп сыҡҡан, был турала дөйөм фекер юҡ. Хайуандар донъяһындағы уйын, ҡауышҡан осорҙағы атаның орғасты әүрәтеү өсөн яһаған төрлө ҡыланышы, уйындың биологик механизмы бик тәрән ятыуын күрһәтә. Уйын уҡытыу, тормоштағы хәл-ваҡиғаларға күнекмә, һәләтте үҫтереү формаһында барлыҡҡа килгән. Бына аңлап Платон (Б.Э.Т 427 — 347 й.): «Ниндәй эштә булһала, кеше атаҡлы булыу өсөн бала саҡтан күнегергә тейеш… Мәҫәлән, кем игенсе йәки йорт төҙөүсе булырға теләй, улар ер эшкертеп, йорт төҙөп уйнарға тейеш. Мин был турала ҡабат-ҡабат һөйләйем» тип әйткән. Эшкә өйрәтеү уйыны. Эшкә өйрәтеү уйыны — теге йәки был ысынбарлыҡ хәл-ваҡиғаларына оҡшатып, хеҙмәттәге кешеләрҙең эшмәкәрлеген ҡабатлап уҡыу процесын әүҙемләштереү маҡсатында ҡулланылған уйын. Ҡомарлы уйын. Ҡомарлы уйын — ныҡ бирелеп, мауығып, ҡыҙып китеп уйнай торған уйын. Этика. Этика (, от — этос, «холоҡ, йола») — кешенең ҡылығы, тәртибе, йәмғиәткә ҡарата мөнәсәбә, уның сәбәбе һәм маҡсатының асылын өйрәгән философия хеҙмәте. Нанотехнология. Нанотехноло́гия — айырым атом һәм молекулаларҙы манипуляциялап, атом төҙөлөшө алдан билдәләнгән, материалдар етештереү һәм ҡулланыу тураһында теоретик яҡтан нигеҙләнгән, практик яҡтан тикшерелгән, төплө һәм ғәмәли фән һәм техника өлкәһе. Молекуляр кимәлдә, йәғни 1 нм-ҙан 100 нм-ға тиклем масштабта материалдарҙың төҙөлөшө менән идара итеү. Нанометр. Наноме́тр (нм, nm) — метр системаһында оҙонлоҡ үлсәү беремеге, метрҙың миллиондан бер өлөшө (йәғни 10−9 метр). Элекке исеме — миллимикрон (10−3 микрона; ммк, μm). Секей халҡы. Секейҙар (венгерсә "Székelyek") — Румынияла йәшәгән халыҡ. Венгр халҡының өлөшө булып тора, венгр теленең диалектында һөйләшә. Халыҡ һаны — яҡынса 650 мең кеше. Шулай уҡ яҡынса 150 000 секей Венгрияла йәшәй. Эске яныулы двигатель. Дүрт цилиндрлы эске яныулы двигатель Эске яныулы двигатель (Дви́гатель вну́треннего сгора́ния (сокращённо ДВС)) — эш зонаһында янған яғыулыҡтың (шыйыҡ йәки газ хәлендәге углеводород яғыулығының) химик энергияһын механик эшкә әүрелдереүсе йылылыҡ машинаһы, двигатель төрө. Эске яныулы двигателе камил булмаған йылылыҡ машинаһы булыуға ҡарамаҫтан (ҡулланылған яғыулыҡ иң яҡшы аккумуляторҙар менән сағыштырғанда ла күберәк энергия туплаған), автономиялы эшләгәне өсөн киң таралған, мәҫәлән транспортта. Карбюраторлы бензин двигателдәре. Яныусан ҡатнашма карбюраторҙа әҙерләнә, һуңынан һиптереүсе форсункалар ярҙамында цилиндрға бөркөтөлә. Ҡатнашма тоҡандырыу шәме () ярҙамында тоҡандырыла. Инжекторлы бензин двигателдәре. Яғыулыҡты аралаштырғыс инжектор ярҙамында цилиндрға бөркөтәләр. Яныусан ҡатнашма цилиндр эсендә барлыҡҡа килә. Дизель двигателе. Юғары баҫымлы дизель яғыулығы цилиндрға бөркөтөлә. Барлыҡҡа килгән яныусан ҡатнашма шунда уҡ яна. Яғыулыҡ юғары температура һәм һәм цилиндр эсендәге юғары баҫым һөҙөмтәһендә тоҡана. Газ двигателе. Нормаль шарттарҙа газ хәлендәге яғыулыҡ ҡулланыусы двигателдәр. Эске яныулы двигателдәрҙең эш циклы. Дүрт тактлы двигатель, 1. бөркөтөү (впуск)2. ҡыҫыу (сжатие)3. эш йөрөшө (рабочий ход)4. сығарыу (выпуск) Һуғарыу. Һуғарыу — тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреү өсөн, дымлылыҡ етешмәгән баҫыуҙарға һыу һибеү. Һуғарыу мелиорацияның бер төрө булып тора. Һуғарыу үҫемлек тамырҙарын һыу менән тәьмин итә, ер өҫтөнөң дымлылығын арттыра һәм температураһын түбәнәйтә. Һуғарыу ысулдары. ГДР баҫыуҙарында (1967) түңәрәк буйынса һыу һибеү ҡоролмаһы Тирә-яҡ мөхиткә тиҫкәре эҙемтәләре. Һуғарыу өсөн ер аҫты минераль грунт һыуҙарын файҙаланыу тупраҡтың татырланыуына килтерә. Шулай уҡ минераль ашламалар ҡулланыу тупрактың татырланыуына килтерә. Йәйге ваҡыт. Йәйге ваҡыт (,) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә. Күпселек илдәрҙә ҡышҡы ваҡыт һәр ваҡыт бүлкәтенең астрономик ваҡытына тап килә; әммә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ҡышҡы ваҡыт бүлкәт ваҡытынан бер сәғәт алда килә; ярашлы рәүештә, йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан 2 сәғәт алда килә. Мәҫәлән, йәй көнө беҙ иртәнге сәғәт етелә торһаҡ, беҙ бүлкәт ваҡыты менән сәғәт биштә торабыҙ. Бының сәбәбе — илебеҙҙең тарихында: СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә йәйге ваҡыт ике тапҡыр индерелде (түбәндә "Рәсәй" секцияһында ҡарағыҙ). Рәсәйҙә 2011 йылғаса ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә, төнгө сәғәт икелә, ваҡыт бер сәғәт алға күсерелеп килде. Ҡышҡыға ваҡыт октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә, төнгө сәғәт өстә күсерелә ине. 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөргә, тип ҡул ҡуйҙы. Тарих. a> йылдың һәр көнө өсөн сәғәт оҙонлоғон күрһәтә. Ҡайһы бер боронғо цивилизацияларҙа, тәүлектең яҡты ваҡыты, оҙонлоғона ҡарамаҫтан, 12 тигеҙ сәғәткә бүленгән булған. Һөҙөмтәлә, йәй көнө бер үк көндөҙгө сәғәт оҙонраҡ, ә ҡышҡы сәғәт ҡыҫҡараҡ булған. Мәҫәлән, Боронғо Римда ҡулланылған һыу сәғәтендә йылдың төрлө айҙары өсөн төрлө шкала булырылған булған. Римдың киңлегендә көн тыуғандан иҫәпләнгән өсөнсө сәғәт ҡышҡы ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 09:02-лә башланып 44 минут һуҙылһа, йәйге ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 06:58-ҙә башланып 75 минут һуҙылған. Урта быуат дәүерендә тигеҙ оҙонлоҡло сәғәт системаһы өҫтөнлөк алған; бынан һуң ваҡыт һәр миҙгелдә бер төрлө үлсәнгән. a>да тороусы бар халыҡты уятырға тәҡдим иткән. 1784 йылдың 26 апрелендә Францияла АҠШ-ның илсеһе булып хеҙмәт иткән Бенджамин Франклин аноним хатында, Парижда тороусы кешеләр май шәмдәрен аҙыраҡ тотонһон өсөн таңда иртәрәк торһондар, тигән тәҡдим индергән. Был хатта ул шулай уҡ ошондай сатирик тәҡдимдәр биргән: тәҙрә ҡапҡастарына һалым һалыу, май шәмдәрен рационлау, һәм таңда ҡалала торған халыҡты пушканан туп атып һәм сиркәү ҡыңғырауҙарын һуғып уятыу. 20-се марттан 20-се сентябргә хәтлем осорҙо бөтөнләй май шәм яндырмай сығып була, тип һанаған Рузвельт; ошолай йылыҡ яндырылған шәмдәрҙең яртыһын экономлап була, тип уйлаған ул. a> 1895-се йылда хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын тәҡдим итә. Хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын беренсе булып Джордж Вернон Хадсон, Яңы Зеландия энтомологы тәҡдим итә. Джодж Хадсондың эше сменалы булған, буш ваҡытында ул бөжәктәр коллекцияһын йыйыу менән мауыҡҡан һәм өҫтәмә көндөҙгө яҡтылыҡты юғары баһалаған. 1895-се йылда Хадсон көндөҙгө яҡтылыҡты бәрәкәт файҙаланыу өсөн ваҡытты 2 сәғәт алға күсерегә тәҡдим иткән. Ғилми берләшмәлә был тәҡдим ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, Хадсондың был турала хаты ғилми журналда баҫтырылған. Уильям Уиллет, Бөйөк Британияла йәшәгән күренекле төҙөүсе һәм асыҡ һауала йәшәргә яратыусы, шулай уҡ йәйге ваҡыт индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булған. Йәйге бер таңда иртә тороп, ҡояш иһә күптән ҡалҡҡанын, ә Лондон халҡы һаман йоҡлап ятҡанын күргән. Уиллет шулай гольф уйыны менән мауыҡҡан, әммә киске эңерҙә уйнарға яратмаған. 1907-се йылда Бөйөк Британияның бер гәзитендә уның был турала "Көндөҙгө яҡтылыҡты бушҡа ебәрәбеҙ" тигән мәҡәләһе сыҡҡан. Унда ул ошолай тәҡдим биргән: апрелдең һәр йәкшәмбе көнөндә ваҡытты 20 минут алға күсерегә (барлығы ваҡыт 80 минут алға күсерелә), сентябрҙә иһә сәғәтте кире күсерергә. Үҙенең үлеменә тиклем Уиллет үҙ тәҡдимен Бөйөк Британияла уңышһыҙ алға һөрөп маташҡан. Европала беренсе булып Уиллеттың тәҡдимен Германия файҙаланған. Беренсе донъя һуғышында был илдә яндырылған күмерҙе экономлау өсөн, 1916 йылдың 30 апрелендә Германияла йәйге ваҡыт индерелә башлай; тиҙҙән был илдең союздаштары ла быға ҡушыла. Бер нисә йыл эсендә, был практиканың файҙаһын күреп, Европаның күпселек илдәре лә ваҡытты йәйгегә бер сәғәт алға күсерә башлай. Рәсәй 1917-се йылда, ә АҠШ - 1918 ҡушыла. АҠШ-ла ваҡытты йәйгегә күсерергә өгөтләгән плакат. Күп илдәрҙә йәйгегә ваҡытты күсерергә өндәгән плакаттар сыға башлай; улар кешеләрҙең патриотлыҡ хистәренә йоғонто яһай. Беренсе донъя һуғышы 1918-се йылда тамамланғас, Германияла йәйгегә ваҡытты күсереүҙән баш тарталар; был илдә йәйге ваҡыт ҡабат 1940-сы йылда, Өсөнсө Рейх хакимлығы ваҡытында индерелә. 1945-се йылда һуғыш бөткәс был практика туҡтатыла, 1949-сы йылда (ФРГ-ла) һәм 1950-се йылда (ГДР-ҙа) ҡайтанан индерелә. АҠШ йәйге ваҡыттан 1919-сы йылда баш тарта, 1941-се йылда уны ҡабат индерә, һуғыш бөткәс уны туҡтатып тора, һәм 1974-се йылда йәнә индерә. Японияла йәйге ваҡыт 1946-сы йылда илде баҫып алған АҠШ хакимиәте тарафынан индерелә, 1952-се йылда бөтөрөлә. Хәҙерге хәлдәр торошо. Хәҙерге ваҡытта йәйге ваҡытҡа 76 ил (шул иҫәптән 10 илдең ҡайһы бер төбәктәре генә) күсеп тора. 128 илдә йәйге ваҡыт ҡулланылмай. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт АҠШ-ла, Канадала, Европа илдәрендә, Рәсәйҙең бар территорияһында ҡулланыла. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт Австралияла, Яңы Зеландияла, Парагвайҙа, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа ҡулланыла. Япония, Ҡытай, Һиндостан, Сингапур һәм шулай уҡ СССР-ҙың элекке ҡайһы бер республикалары (Үзбәкстан, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) йәйге ваҡыттан баш тарттылар. Күп илдәрҙә йәйге ваҡытты ғәмәлдә ҡалдырыу-ҡалдырмау тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Энергетиктар, спорт кейеме һәм кәрәк-яраҡтары етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре уға ыңғай килһә, һаулыҡ һаҡлау, транспорт эшмәкәрҙәре һәм фермерҙар ҡаршы килә. Европала 2002-се йылға хәтлем (хәҙерге Рәсәйҙә һымаҡ) ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 2:00-лә индерелгән - ваҡыт 1 сәғәт алға күсерелгән. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 3:00-тә ваҡыт ҡышҡыға 1 сәғәт артҡа күсерелгән. 2002-се йылдан башлап, Европала ваҡыт йәйгегә Гринвич буйынса сәғәт 01:00-ҙә күсерелә. Рәсәй. Рәсәйҙә йәйге ваҡытты тәүге тапҡыр 1917-се йылда Ваҡытлы хөкүмәт декретында индерә. 1931-се йылда ҡышҡы ваҡытҡа күсеү туҡтатыла, барлыҡ СССР йәйен-ҡышын "декрет ваҡыты" менән, йәиһә 1 сәғәт алға йәшәй башлай. Йәйге ваҡыт ҡабат 1981-се йылдың 1 апрелендә Министрҙар Советы ҡарары менән индерелә; шулай итеп, йәйге ваҡыт 2 сәғәткә алда килә. 2008-се йылда депутат Сергей Миронов Дәүләт Думаһына йәйге ваҡытты бөтөрөү тураһында закон проекты тәҡдим итә; уға ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә теркәлгән була. Был тикшеренеүҙәрҙә йәйге ваҡыт халыҡтың һаулығына кире йоғонто яһай, тип иҫбатлана. Әммә-ләкин Дума был проектты беренсе уҡыуында уҡ кире ҡаға. Оҡшаш тәҡдимдәр Думаға бынан элек тә (мәҫ. 2003-cө йылда) бирелгән була, тик улар гел дә кире ҡағылып торған. 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Йәйге ваҡыттан баш тартҡан ҡайһы бер илдәрҙә ябайыраҡ бер практика ҡуллана: предприятиеларҙа ваҡыт айырым килешеү нигеҙендә күсерелә. Йәйен эш иртәрәк, ҡышын һуңыраҡ башлана. Японияла мөһим осраҡтарҙа (мәҫ. имтихан тапшырғанда) эш ваҡыты ҡояш ҡалҡҡас 2 сәғәттән һуң ғына башлана. Сараның файҙаһы. Йәйге ваҡытҡа күсеүҙең кәрәклеге тураһында бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар буйына Европа Берләшмәһе илдәрендә, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә бара. РАО ЕЭС компанияһы баһалауынса, йәйге ваҡытҡа күсеү йыл һайын 4,4 млрд киловатт-сәғәт күләмдә электр энергияһын экономиялай. Был күләмде Рәсәйҙең дөйөм халыҡ һанына (141 млн кеше самаһы) бүлһәк, Рәсәйҙең һәр гражданы йылына 31 кВт-сәғ экономлай, йәиһә һәр рәсәйленең башына йылына ни бары алтмышар һум экономия тура килә. Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ваҡытты күсереүҙән сыҡҡан юғалтыуҙар иҡтисади файҙаһынан өҫтөн сыға. Заманса (люминесцент, светодиод) лампаларға күсеү тамамланғас, уның файҙаһы бынан да түбәнерәк буласаҡ. АҠШ-ла, Японияла, Бәйөк Британияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең файҙаһының бик аҙ булыуын күрһәтте. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уның кире эффектҡа килтереүе лә асыҡланды. Япония, Ҡытай, Сингапур, Эстония, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төрөкмәнстан кеүек илдәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартты. Һаулыҡҡа йоғонтоһо. Рәсәйҙә һәм донъяла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең һаулыҡҡа кире йоғонтоһо булғанлығын күрһәтә. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, башҡа ҡаты сирлеләр, инвалидтар һәм балалар унан ғазап күрә. Алтын Урҙа. Алтын Урҙа — боронғо төрки дәүләт. Төньяҡ-көнбайыш Монгол империяhы ярсығы. XIII быуатта булдырылған, XVI быуатта тиклем булған. Сәй. Сәй (ҡыт. 茶 – «ча́» пекин һәм гуандун диалекттарында, «те̂» амой һәм «тца» тайвань диалекттарында, яп. 茶 «тя» һәм お茶 «о-тя») –- махсус әҙерләнгән сәй ҡыуағы япрактарын ҡайнатып, бешереп, төнәтеп әҙерләнгән эсемлек. Сәй тип сәй өсөн әҙерләнгән сәй япрағын да әйтәләр. Сәй үҫтереү һәм йыйыу. Сәй өсөн махсус плантацияларҙа күпләп үҫтерелгән сәй ҡыуағы япраҡтары сеймал булып тора. Сәй үҫтереү өсөн етерлек кимәлдә дымлы йылы климат кәрәк. Сәй плантациялары тропик һәм субтропик климаттағы тау битләүҙәрендә урынлашҡан. Күпләп сәй үҫтергән Ҡытай, Һиндостан һәм Африка илдәренде йылына дүртәр мәртәбә уңыш йыйалар. Тәүге һәм икенсе йыйылған сәй ҡимәтле һанала. Сәй йыйыу һәм сорттарға бүлеү ҡул менән башкарыла. Асылып етмәгән япраҡ бөрөләренән йыйылған сәй айырыуса ҡиммәтле һанала. Иң осһоҙ сәй өсөн өлгөргән япраҡтарҙы йыйалар. Сәй йыйыусыларҙын эше ауыр һәм бер төрлө. Улар кәрәкле япраҡтарҙан ғына көнөнә 30-35 кг сәй япрағы йыйырға тейеш. 1958 йылда СССР-ҙа сәй йыйыу комбайны эшләнә. Әммә комбайн йыйған сәй бөтөнләй сортһыҙ була. Шулай итеп, сәй йыйыу һәм сорттарға булеү эшен механизациялау уңышһыҙ килеп сыға. Метр. Метр (м, m; от  — үлсәү, үлсәгес) — үлсәү системаһында (СИ) оҙонлоҡ һәм йыраҡлыҡ үлсәү берәмеге. Метр вакуумда formula_1 секунд эсенде үткән араға тигеҙ. a> йылдан 1960 йылға тиклемге Халаҡ-ара метр эталоны. Метр беренсе мәртәбә Францияла XVIII быуатта керетелә. Раши яҙыуы. Раши яҙыуы — Талмуд һәм Тора текстарына аңлатмалар өсөн ҡулланылған йәһүд алфавитының варианты. Яҙма XV быуатта Венецияның сефард типографияларында, Танах цитаталарын аңлатмаларҙан айырыу өсөн эшләнгән. Был яҙма йәһүд ғалимы Раши (1040—1105) хөрмәтенә уның исеме менән аталған. Раши үҙе был яҙманы ҡулланмаған, сөнки уның тәғлимәте ашкеназ традицияһына нигеҙләнеп яҙылған. Был яҙманың ҡайһы бер хәрефтәре бер береһенә оҡшаш (мәҫ. "Айин" һәм "Тет" хәрефтәре), шуға был яҙманы ивритты яҡшы белеүселәр ҙә ауыр уҡый. Музыка. Му́зыка — тауышты билдәле тәртипкә һалған "интонация" сәнғәте, музыкаль әҫәр. Музыканың нәфис эшмәкәрлеге гармониялы, эҙмә-эҙлекле, ритмлы, моңло музыкаль тауыш алыу өсөн йүнәлтелгән. Тембр, тауыш көслөлогө, ваҡыт, тыуыш юғарылығы аша бирелгән нәфис образдар кешегә ишетеү һәлете аша бирелә. Планета. Плане́та ("аҙашҡан йондоҙ") —Ҡояш йәки башҡа шундай йондоҙ тирәләй әйләнеп йөрөгән эре күк есеме. Птомелей дәүерендә ғалимдар планеталар түңәрәк орбита буйлап Ер тирәләй әйләнә тип аңлатҡандар. Ер башҡа планеталар кеүек Ҡояш тирәләй әйләнә тигән гипотеза бер нисә мәртәбә күтәрелеп сыға, тик XVII быуатта ғына был гипотезаны Галилео Галилей, планеталар йөрөшөн телескоптан күҙәтеп, иҫбатлай ала. Иоганн Кеплер ентекләп тикшереп, планеталар түңәрәк орбита буйлап түгел, эллипс орбита буйлап хәрәкәт иткәнен иҫбатлай. Йылдан-йыл күҙәтеү инструменттары яҡшыра бара. Астрономдар Ер һәм башҡа планеталарҙың әйләнеү күсәре ауышлығы, башҡа планеталарҙа ла поляр бүрек һәм миҙгелдер алышыныуын күҙәтә. Космос эраһы башланғас ғалимдар башҡа планеталарҙа ла вулкан атылыу, ер тетрәү, ел-дауыл һәм гидрология күренештәрен аса. 1992 йылдан башлап башҡа йондоҙҙар тирәләй йөҙләгән планета барлығы асыла. Ҡояш тирәһендәге планеталарҙы ике ҙур класҡа бүлергә мөмкин: гигант планеталар һәм Ергә оҡшаш планеталар. Халыҡ-ара астрономия союзы белдереүе буйынса Ҡояш системаһында 8 планета бар. Ҡояштан иҫәпләгәндә — 4 ергә оҡшаш планета: Меркурий, Венера, Ер, Марс. Һүңынан 4 планета-гигант: Юпитер, Сатурн, Уран һәм Нептун. Ҡояш тирәләй 5 кәрлә планета бар: Плутон (2006 йылға тиклем планета булып иҫәпләнә), Макемаке, Хаумеа, Эрида һәм Церера. Меркурий һәм Венеранан башҡа, планеталарҙың бер генә булһа ла юлдашы бар. Шоколад. Шокола́д (,) — какао емешенән әҙерләнгән төрлө кондитер продукттарын аңлатыусы термин. Тарихы. Шоколадтың һәм какао ағасының тыуған иле булып Үҙәк һәм Көньяҡ Америка булып тора. Бер нисә йөҙ йыл буйы шоколадты эсемлек урынына файҙаланғандар. Индеецтар онталған какао борсағын һыуҙа бутап, ҡыҙыл борос ҡушып эсемлек әҙерләгәндәр. XVI быуатта ғалим-монах Бенцони Испания короленә шыйыҡ шоколадтың файҙаһы тураһында белдерә. Докладты шунда уҡ йәшерен итәләр, ә шоколадты дәүләт сере тип иғлан итәләр. Был серлелекте боҙған өсөн бер нисә кеше яза ала. Оҙаҡ ваҡыт шоколад байҙар файҙаланырлыҡ ҡына, етештереүе ҡатмарлы, "ингредиент"тары ҡыйбатлы аҙыҡ булып ҡала. Тик XIX быуат аҙағында ғына кондитерҙар хәҙерге заман шоколадын етештерә ала. Ә XX быуат башында шәкәр һәм какаоның осһоҙланыуы шоколадты һәр кемгә һатып алырға мөмкинлек бирә. «Королдәр ризығы» тип рекламаланған шоколад ҙур уңыш ҡаҙана. Шоколад депрессияны дауалай, кәйефте яҡшырта, яраларҙы төҙәйтә тип иҫәпләйҙәр. Дары. Төтөнһөҙ нитроцеллюлоза дарыһы N110Төтөнһөҙ дарылы патрон Дары — юғары баҫымлы газдар барлыҡҡа килтереп кислородһыҙ янырға һәләтле күп компонентлы шартлатҡыс ҡушылма, снаряд, ракета һәм пуля атыу өсөн файҙаланылған шартлатҡыс матдә. Тарихы. Дарының беренсе вәкиле, калий селитраһы, күмер һәм көкөрттөң 75:15:10 нисбәтендәге механик ҡушылмаһы — төтөнлө дары булып тора. Бындай составтағы ҡатышма күптән уҡ яндырыу һәм емереү сараһы итеп файҙаланылған, тигән фекер йәшәй. Шулай ҙа матди һәм яҙма иҫбатлауҙар табылмаған. Тәбиғәттә селитра йыш осрай, ә дары өсөн кәрәкле калий селитраһы бөтөнләй осрамай. Ҡытайҙа дары эшләү рецепты 1044 йылда барлыҡҡа килә. Дарының иртәрәк эшләнеүе лә ихтимал, ҡайһы бер тарихсылар дарыны уйлап табыусы — II быуатта йәшәүсе Вэй Боян, тип иҫәпләй. Дары өсөн кәрәкле килий селитраһын алыу ҡатмарлы технологик алымдар талап итә. Калий селитраһын етештереү XV —XVI быуатта химия үҫеш алғас ҡына мөмкин була. Сағыштырмаса өҫтө юғары булған углерод материалдарын алыу ҙа, тимер металлургияһы үҫеш алғас мөмкин булған. Пиротехник үҙенсәлеге булған органика һәм тәбиғи селитра ҡатнашмаһын дары урынына ҡулланыу, мөмкин һанала. Дарыны беренсе уйлап табыусы монах Бертольд Шварц булған, тип иҫәпләнә. Төтөнлө дарының атыу үҙенсәлеге һуңыраҡ билдәле була һәм ут атыу ҡоралы үҫешенә сәбәпсе була. Европала һәм Рәсәйҙә XIII быуаттан уҡ билдәле һәм XIX быуат ураһына тиклем берҙән бер шартлатҡыс матдә булып ҡала. Нитроцеллюлоза дарыһы һәм башҡа көслө шартлатҡыстар уйлап табылғас, төтөнлө дары әһәмиәтен юғалта. 1884 йылда П. Вьел Францияла пироксилин дарыһын уйлап таба, ШвециялаАльфред Нобель 1888 йылда баллистик дарыны аса. Кордит дарыһы XIX быуат аҙағында Бөйөк Британияла эшләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында реактив снарядтарҙа уңышлы ҡулланылған баллистик дары XX быуаттың 30-сы йылдарында СССР-ҙа эшләнә. Дарыны артабанғы камиллаштырыу уның техник характеристикаһын яҡшыртыу, махсус яңы рецептуралар эшләү йүнәлешендә алып барыла. Ҡурай (телеканал). Ҡурай — беренсе башҡорт музыкаль телеканалы. Канал тураһында. Телеканал 2009 йылдан тест режимында эшләй. 2010 йылдың апреленең тапшырыуҙарҙы әлеге формата алып бара. Маҡсаты. Канал башҡорт халҡының музыкаль мираҫын пропагандалау, милли-мәҙәни гөрөф-ғәҙәте һәм сәнғәте менән таныштырыу, хәҙерге башҡорт мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итеү, ватандың музыка баҙары үҫешенә былышлыҡ итеү өсөн ойошторолған. Вулкан. Вулкан — Ер йәки башҡа планета ҡабығында магма урғылып сығып, барлыҡҡа килгән геологик ҡатлам. «Вулкан» һүҙе боронғо Римдең ут аллаһы исеменән барлыҡҡа килгән. Вулкандарҙы вулканология һәм геоморфология фәне өрәнә. Вулкан әүҙемлеге. Әүҙемлеге буйынса вулкандар "янар, йоҡлаған" һәм "һүнгән вулкандар"ға бүленә. Янар вулкан тип тарихи дәүерҙә йәки голоцен () дәүерендә урғылған вулкандарҙы атайҙар. Йоҡлаған вулкан тип урғылыуы ихтимал булған вулканды әйтәләр, урғылыуы шикле булған вулкандар һүнгән вулкан тип иҫәпләнә. Вулканологтар араһында вулкан әүҙемлеген билдәләү буйынса берҙәм фекер юҡ. Вулкандың әүҙем осоро бер нисә айҙан миллион йылдарға һуҙылыуы мөмкин. Ҡайһы бер вулкандар бер нисә мең тиҫтә йыл буйы урғылгандар, хәҙер әүҙем түгелдәр. Микеланджело Караваджо. Микела́нджело да Караваджо (итал. "Michelangelo Merisi de Caravaggio"; тулы исеме Микеланджело Меризи Караваджо) 1571 йылдың 28 сентябре, Милан — 1610 йылдың 18 июле, Гроссето, Тоскана) — Италия рәссамы, Европа рәссамлығының реформаторы, барокко стиленә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Синагога. Синагога Иерусалим Ҡорамы бөтөрөүҙән һүң йәһүҙилектең төп ғибәҙәт урыны булып тора. Православие сиркәүенән айырмалы рәүештә синагога ҡорам түгел, ҡорбан килтереүҙәр өсөн бер генә урын Иерусалим Ҡорамы булып тора. Яңы Иерусалим Ҡорамы булдырыу өсөн бер генә урын бар — Иерусалимдағы Ҡорам тауы. Этимология. Башҡорт телендәге "синагога" һүҙе урыҫ теленән алынған, урыҫ һүҙе ("synagogé") "йыйылыш" һүҙенән килә. Йәһүд телендә синагоганың ике исеме бар: "йыйылыш йорто" һәм "доға йорто". Икенсе исем Талмудта бер генә тапҡыр осрай. Боронғо Рим. Рим һәм уның хакимлығы аҫтында булган ерҙәр Боронғо Рим (лат. "Roma antiqua") – Боронғо донъяның һәм антиклыҡтың алдынғы цивилизацияларының береһе. Б.э.т. VIII быуатта Рим ҡалаһы тирәһендә барлыҡҡа килә. Исемен ҡаланы (Roma) нигеҙләүсе Ромул хөрмәтенә алған. Рим үҙәге Капитолий, Палатин һәм Квиринал менән сиктәш һаҙлыҡлы тигеҙлектә урынлашҡан. Цивилизация төҙөлөүгә этрусктар һәм боронғо гректар мәҙәниәте ҙур йоғонто яһаған. Боронғо Рим хакимлығы аҫтында төньяҡтан хәҙерге Шотландия, көньяҡтан Эфиопия, көнсығыштан Әрмәнстан, көнбайыштан Португалияға тиклем ерҙәр булғанда, беҙҙең эраға тиклем II быуатта Боронғо Римдың иң ҡеүәтле сағы була. Бөгөнгө доньяға Боронғо Рим рим хоҡуғын, ҡайһы бер архитектура формаларын (мәҫәлән, арка, көмбәҙ), һәм башҡа техник яңылыҡ (мәҫәлән, тәгәрмәсле һыу тирмәне) бүләк итте. Христианлыҡ дин буларак Рим империяһында барлыҡҡа килә. Латин теле Боронғо Рим дәүләтенең рәсми теле була. Дин оҙаҡ ваҡыт политеистик () була. Алтын бөркөт (aquila) рәсми булмаған герб була. Христианлыҡҡа күскәс лабарум (байраҡ), һәм хризма (муйынға аҫылмалы тәре) барлыҡҡа килә. Тарихы. Батшалар осоронда Рим кескенә, Лаций (Латиндар кабиләһе йәшәгән провинция) биләмәһенең бер өлөшөн алған дәүләт булған. Иртә Республика осоронда күп һанлы һуғыштарҙан һуң Рим үҙ биләмәһен ҙурайта. Пирр һуғышынан һуң Аппенин ярымутрауы Рим контроле аҫтында ҡала. Италияны яулап алғандан һуң Рим Урта диңгеҙ буйында күренекле дәүләткә әүерелә. Был финикейҙар йәшәгән Карфаген дәүләте менән конфликтҡа килтерә. Өс Пучин һуғышынан һуң Карфаген тар-мар ителә, ҡала емерелә. Рим яңы ерҙәрҙе баҫып алырға ынтыла. Б.э.т. I быуатта Римды граждандар һуғышы тетрәндерә. Һуғышта еңеп сығыусы Октавиан Август принципат системаһын формалаштыра һәм Юлий-Клавдий династияһын башлап ебәрә, әммә был династия власта бер быуат та тора алмай. Рим империяһының алға китеүе сағыштырмаса тыныс II быуатҡа тура килә. III быуатта власть өсөн көрәш сәйәси тотороҡһоҙлоҡ, тышҡы сәйәси ҡатмарлылыҡҡа килтерә. Диоклетиан доминаты осоронда хакимлыҡты император ҡулында һәм уның бюрократик аппараты ҡулында туплау сәйәси хәлде бер аҙ тотороҡландыра. IV быуатта Рим империяһы ике өлөшкә тарҡала. Христианлыҡ бөтә империяның рәсми дине булып таныла. V быуатта Көнбайыш Рим империяһына алман ҡәбиләләре күпләп күсеп килә, был дәүләт берҙәмлеген тулыһынса тарҡата. Алман юлбашсыһы Одоакром Көнсығыш Рим императоры Ромул-Августулды тәхеттән ҡолатып төшөрә. 476 йылдың 4 сентябре Рим империяһының бөтөү датаһы булып иҫәпләнә. Дәүләт төҙөлөшө. Боронғо Римда Магистрат, Сенат һәм комиция араһында закон сығарыу хоҡуғы бирелгән. Магистраттар канун проектын (rogatio) сенатка тәҡдим иткән, сенатта уны тикшергәндәр. Башта сенатта 100 ағза булған, Республика дәүерендә 300 ағза булған. Сулла сенаторҙар һанын ике тапҡырга күбәйтә, һуңына уларҙың һаны йыш үҙгәреп тора. Сенаттағы урынды ординар магистратураны үткәндән һуң алып була, ләкин цензорҙың айырым сенаты вазифаһынан бушатырға махсус хоҡуғы була. Сенат һәр айҙың календа, нонна һәм ида көндерендә йыйыла. Ә шулай ҙа сенаты «уңайһыҙ» көндә йыймаҫ өсөн сикләүҙәр ҙә булған. Комицияларҙың тик Риза (Uti Rogas – UR) һәм Ҡаршы (Antiquo – A) тауыш бирергә хоҡуғы булған. Улар закон проектын тикшереүҙә ҡатнаша, үҙ тәҡдимдәрен керетә алмағандар. Диктатор Квинт Публилий Филон кереткән ҡанундар буйынса, (Б.э.т. 339 йыл) халыҡ йыйылышы (комиция) раҫлаған закондар бөтә халыҡ өсөн мәжбүри булған. Юғары башҡарыу власы юғары магистратҡа бүленгән. Ҡайһы саҡта 6 айға һайланған диктаторҙарға сикһеҙ хоҡуҡ бирелгән. Диктаторҙан тыш бөтә вазифалар ҙа коллегиаль булған. Ҡанундар. Рим хоҡуғы – йәмғиәт төҙөлөшө, тормошо һәм эшмәкәрлегенә ярашлы рәүештә дәүләт тарафынан билдәләнә һәм һаҡлана торған ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре башҡа дәүләттәрҙең хоҡуҡи системаларының нигеҙе. Йәмғиәттең социаль структураһы. Йәмғиәт ике өлөштән – патрицийҙарҙан һәм плебстарҙан торған. Патриций — Боронғо Римдың ерле халҡы, ә плебс — килмешәк, шулай ҙа граждан хоҡуҡтары булған халыҡ. Патрицийҙар 100 ырыуға берләшкән. Баштараҡ патрицийҙарға плебс менән никахҡа кереү тыйылған. Был патриций ҡатламының сикләнгәнлегенә килтергән. Был ике ҡатламдан башҡа ҡолдар булған. Мода. Мо́да (, — "үлсәү, образ, алым, ҡағиҙә, бойороҡ") — билдәле бер ижтимағи даирәләге берәй нәмәгә ҡарата билдәләнгән талап өҫтөнлөгө. Билдәле бер замандағы талапҡа тура килгән кейем өлгөһө, тәртип, этикет, йәшәү рәүеше, сәнғәт, әҙәбиәт, ашау-эсеү, архитектура, күңел асыу һ.б. Мода төшөнсәһе ышанысһыҙ, тиҙ туҙыусан билдәлелекте аңлата. Яңы мода артынан ҡыуыу — моданың айырылғыһыҙ сифаты. Берәй күренеш йәки берәй әйбер заманында модалы булған булһа, ул үҙенең модалы булыуын юғалта һәм иҫке модалы булып иҫәпләнә. Моданы алға этәреүсе ике көс бар. Беренсеһе — матурлыҡ тойғоһона эйәреү, икенсеһе — йәмғиәттә көлкөгә ҡалыу. Мода индустрияһы. Мода индустрияһы — тауар етештереү һәм тауар һатыу менән бәйле иҡтисадтың бер өлөшө. Кейем модаһы. Кейем модаһы — сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә алышынып торған кейем формаһы һәм өлгөләре. XVII быуатта француз батша һарайындағы кейем бөтә Европа илдәре өсөн өлгө була, модалы кейенеү (фр. à la mode) шунан башлана. Мода кейемдең материалын, фасонын, төҫөн билдәләй. Лиссабон. Лиссабо́н (,) — Португалияның башҡалаhы, иң ҙур ҡалаһы һәм төп порты. Лиссабон Европа континентының көнбайышында, Пиреней ярымутрауының көньяк-көнбайыш ярында урынлашҡан. Бында 564 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыктың күпселеген (97%) португалдар тәшкил итә. Лиссабон 20 быуат тарихы менән бай. Археологик ҡаҙыныуҙар нәтижәһендә бында 1200 йылда (б. э. т.) финикийҙар йәшәгәне асыҡлана. Белем. Белем, ғилем — ниндәйҙер өлкәләге мәғлүмәттәр йыйылмаһы, ысынбарлыҡты өйрәнеү процесының ижтимағи-тарихи практикала тикшерелгән, логика тарафынан раҫланған һөҙөмтә. Белем кешелергә эшмәкәрлеген дөрөҫ ойошторорға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итә. Белем киң мәғәнәлә — күҙаллауҙарҙың, төшөнсәләрҙең, теорияларҙың, фекерҙәрҙең кеше аңында сағылышы. Белем тар мәғәнәлә — килеп тыуған мәсьәләне сисеү өсөн тикшерелгән мәғлүмәткә эйә булыу. Белем телдәрҙә тәбиғи һәм яһалма тамғалар формаһында теркәлә. Мең йыллыҡ. Мең йыллыҡ — 1000 йылға тиң булған вакытты үлсәү берәмеге. Йыл. Йыл — Ерҙең Ҡояш тирәләй әйләнеүенә бәйле булған ваҡытты үлсәү берәмеге. Европа календарҙарында йыл 12 айға тиң (365 йәки 366 көн). Астрономик йыл 365,242199 көнгә тигеҙ. Литр. Литр (л, l, L, ℓ) — күләм үлсәү берәмеге. Литр сәғәт, тәүлек кеүек берәмектәр менән бергә Үлсәү системаһы (СИ) берәмеге түгел, шулай ҙа Үлсәү системаһындағы (СИ) башҡа берәмектәр менән ҡулланырға була. Үлсәү системаһындағы (СИ) стандарт күләм үлсәү берәмеге — кубик метр (м³). Литр дәүмәле. 1 литр 1 кубик дицеметрға тигеҙ: 1 л = 1 дм³. Был аныҡлау 1964 йылда үлсәм һәм үлсәү буйынса 12-се Генераль конференцияла ҡабул ителә. Быға тиклем, 1901 йылғы үлсәм һәм үлсәү буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә, литр нормаль атмосфера баҫымында (760 мм терекөмөш бағанаһы) һәм температурала 1 кг һыуҙың күләме тип билдәләнә. Шулай итеп, 1,000028 дм³ 1 литр тип ҡабул ителгән. Һүҙҙең килеп сығышы. «Литр» һүҙе француз күләм үлсәү берәмеге, 0,831018 литрға тигеҙ булған, «литрон» (фр. litron) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ә «литрон» һүҙе грек-латин телендәге «litra» һүҙенән килеп сыҡҡан. Башҡа үлсәүҙәр менән сағыштырыу һәм ҡабатлы. 1 л = 10−3 м³ = 1 дм³ (кубик дециметр) = 10³ см³ (кубик сантиметр) Литрҙан яһалған берәмектәр — сантилитр (cl, Рәсәйҙә ҡулланылмай), миллилитр (мл, ml), микролитр, декалитр (дал, dal) һәм гектолитр (ГЛ). 1 мл = 10−3 л = 10−6 м³ = 1 см³ 1 дал = 10 л = 10−2 м³ Каталония. Катало́ния (, исп. "Cataluña", окс. "Catalonha") — Испанияла урынлашҡан тарихи регион һәм автономиялы берлек. Пиреней ярымутрауының төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Башҡалаһы — Барселона ҡалаһы. Рәсми телдәре — испан, аран һәм каталан теле. Региондың майҙаны — 31,950 км². Пиреней ярымутрауы. Пирене́й ярымутрауы (шулай уҡ Иберия ярымутрауы; порт., исп., галис., астур. "Península Ibérica", баск. "Iberiar penintsula", араг. "Peninsula Iberica", кат. "península Ibèrica", эстр. "península Ibérica", фр. "péninsule Ibérique", лат. "Iberia Paeninsula") — Европаның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ярымутрау. Урта диңгеҙ, Атлантик океан, Бискай ҡултығы һыуҙары менән йыуыла. Иберия тигән икенсе исеме Боронғо Римға тиклем шул ярымутрауҙа йәшәгән Иберҙар халҡы менән бәйле. Хәҙерге вакытта Пиреней ярымутрауында Испания, Португалия, Андорра, Франция һәм Бөйөк Британия территорияһы — Гибралтар урынлаша. Арғаяш милли округы. Арғаяш милли округы — Силәбе өлкәһе составына ингән башҡорт милли округы. 1934 йылдың 17 ғинурынан 17 ноябренә тиклем бар булған. Үҙәге — Арғаяш ауылы. Тарихы. 1917-се йылдың 15-се ноябрендә сыҡҡан Башҡорт Үҙәк советы ҡарары буйынса, Урал аръяғы башҡорттары Бәләкәй Башҡортостандың Арғаяш кантонына индерелә. 1934-се йылдың 17 ғинуарына хәтлем Арғаяш кантоны Башҡорт АССР-ы составында административ-территориаль берәмек булып килә. Арғаяш кантоны ифрат ҙур Урал өлкәһе эсендә анклав рәүешендә урынлашҡан була. 1934-се йылдың башында ВЦИК Президиумы ҡарары Урал өлкәһен өскә бүлә; Арғаяш кантоны өр-яңынан барлыҡҡа килгән Силәбе өлкәһе составына "Арғаяш башҡорт милли округы" статусында индерелә. Борондан килгән көнсығыш башҡорт ерҙәре, бығаса Башҡорт АССР-ына ингән Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы ошолай итеп яңы Силәбе өлкәһенә тапшырыла. 1934-се йылдың 17-се ноябрендә ВЦИК Президиумы ҡарары менән Арғаяш милли округы бөтөрөлә. Хәҙерге Силәбе өлкәһендәге милли берәмектәр СССР-ҙа үткәрелгән административ реформа һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. ВКП(б)-ның XVI-сы съезы ҡарарҙарын үтәү барышында "тамырлаштырыу" ("коренизация") төшөнсәһе киң ҡулланыла башлай. 1930-сы йылда Башҡортостанға ингән кантондар тарҡатыла һәм бөтөрөлә. Арғаяш кантоны урынына 2 район, атап әйткәндә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ районы булдырыла. Тамырлаштырыу түбәндәгеләрҙе күҙ уңында тота: аҙсылыҡ милләт телдәрендә мәктәп-педтехникумдар асыу, канцелярия эштәрен милли телдәргә күсереү, яңалифҡа (латин алфавиты нигеҙендә булдырылған төрки алфавитҡа) күсеү. 1980-1990-сы йылдар сигендә Арғаяш һәм Ҡоншаҡ башҡорттары милли округты тергеҙеүҙе яҡлап мөрәжәғәт итә, әммә был тырышлыҡ һөҙөмтә килтермәй. Капитал. Капита́л, сәрмәйә (— мөлкәт, байлыҡ) — табыш, байлыҡ алырға йүнәлтелгән тауар, мөлкәт,милек, активтар йыйылмаһы. Тар мәғәнәлә — етештереү саралары (физик капитал) формаһында табыш сығанағы. Физик капитал алыуға йүнәлтелгән аҡсаны аҡса капиталы тип атайҙар. Материал һәм аҡса средстволарын иҡтисадҡа, тауар етештереүгә йүнәлтеүҙе капитал һалыу йәки инвестиция тип атайҙар. Ҡулланыуға тотонолған ресурстар капитал була алмай. Иҡтисадта. Британия энциклопедияһы Был билдәләмә буйынса теләһә ниндәй эш ҡоралы физик капитал итеп ҡарала. Әммә эш ҡоралдарының хужаһы эшсе көстәр менән мөнәсәбәткә ингәс кенә капитал була ала. Мәҫәлән, металл эшкәртеү станогы үҙенән үҙе капитал була аламай. Капитал булһын өсөн станокты ҡуртымға бирергә кәрәк, йә иһә эшселәр ялларға кәрәк. «Капитал», Карл Маркс, 1867, т. 1, гл. 4 Арғаяш (ауыл). Арғаяш — Силәбе өлкәһендә ҡасаба, Арғаяш районының үҙәге. Силәбе ҡалаһынан в 56 км төньяҡ-көнбайышыраҡ, Арғаяш күле ярында урынлашҡан. Тимер юлы станцияһы. Халҡы — 10,1 мең кеше (1995). 1895-се йылда Силәбе — Екатеринбург тимер юлы һалыныуы менән бәйле барлыҡҡа килгән. 1934-се йылда Арғаяш милли округының үҙәге булып торған. Ҡасабала сәнәғәт преприятиелары — «Полёт» радиозаводының филиалы, 2 урмансылыҡ хужалығы, ҡош үрсетеү фабрикаһы, һөт һәм икмәк заводы, консерва заводы, һәм шулай уҡ медицина училищеһы бар. XIX быуат урыҫ яҙмаларында ауылдың исеме "Яргояш" (Яр + ҡояш) тиелгән. Бынан тыш, ҡасабаның атамаһы боронғо төрки ир-ат исеме "Ағаяш (Ирғаяш, Арғаяш)" менән тап килә. Финляндия. Финля́ндия, рәсми исеме Финля́ндия Республикаһы (,) — Европаның төньяғында урынлашҡан дәүләт. Башҡалаһы — Хельсинки.. Көнсығышта Рәсәй, төньяҡ-көнбайышта Швеция, төньяҡта Норвегия менән сиктәш. Балтик диңгеҙе менән йыуыла. Финляндия - Европа Берләшмәһе һәм Шенген килешеүе ағзаһы. Финляндия донъяла беренсе булып һәр гражданының тиҙ интернетҡа хоҡуғын иғлан иткән ил. Донъяла майҙаны иң иркен һәм йәшәү өсөн иң уңай илдәрен билдәләүсе" Legatum" институты 2010-се йылда Финляндияны йәшәү өсөн иң яҡшы ил тип билдәләне. Исеменең килеп сығышы. Дәүләттең күп телдәрҙә "Финляндия" тигән исеме швед теленән килә. Был телдә уның атамаһы 'Finland', йәиһә «фин ере» була. Илдең фин телендә үҙатамаһы — "Suomi". Географик мәғлүмәт. Финляндия Европаның төньяғында урынлашҡан, уның байтак кына территорияһы (25%) төньяҡ поляр кругы аръяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә Швеция (сик оҙонлоғо 586 км), Норвегия (716 км) һәм Рәсәй (1265 км) менән, ә диңгеҙ аша Эстония менән Балтик дингеҙенең Фин һәм Ботник ҡултыҡтары аша сиктәш. Яр буйы сиген һанағанда ул 1 100 км-ға тигеҙ. Утрауҙарҙан тыш яр буйы сиге 46 000 км. Яры буйында 81 000-гә яҡын утрау урынлашҡан (уртаса майҙаны - 100 м²). Флора һәм фауна. Финляндияның көньяғынан төньяғына хәрәкәт иткәндә бәләкәй утрауҙары, диңгеҙле ландшафты урманлы табиғәткә алышына. Илдең төньяғында иһә өлкән Лапландия урмандары урынлашҡан. Финляндияла 35 милли парк бар. Был парктарҙа һирәк осраусы хайуандар һәм үҫемлектәр ҡурсалана, ландшафтың ҡыҙыҡлы формалары, уникаль тәбиғәт объекттары инә. Парктарҙың дөйөм майҙаны 8 мең км² тәшкил итә. Финляндия закондары буйынча һәр кеше ирекле рәүештә милли парктарҙа йөрөй ала. Иң мәшһүр парктар араһында - Урхо Кекконен милли һәм Лемменйоки парктары. Геологик төҙөлөш. Финляндияның күпселек өлөшө түбәнлектә урынлашһа, илдең төньяҡ-көнсығышындыа ҡайһы тауҙар бейеклеге 1000 метрҙан аша. Финляндия боронғо (1,4 — 3 млрд йыл) кристаллик щитта урынлашҡан. Унда шулай ук Скандинавия һәм Кола ярымутрауҙары, Балтик диңгеҙе һәм Ботник ҡултығы урынлашҡан. Халыҡ. 2008-се йылдың аҙағында Финляндия халыҡ һаны 5 544 877 кеше тәшкил итә (47% ир-ат һәм 53% ҡатын-ҡыҙ). Милли состав. Финляндия халҡының күпселеге илдең көньяғында йәшәй Финляндияла йәшәгән сит ил граждандары — 2,7%, илдән ситтә тыуғандар һаны 4,1%. Иң ҙур аҙсылыҡ милләтәр: фин шведтары, сиғандар, татарҙар һәм саамдар. Телдәр. 1922-се йылда ҡабул ителгән ҡанун буйынча Финляндияла ике дәүләт теле - фин һәм швед теле. 1917-се йылға тиклем урыҫ теле лә рәсми булған. Фин телендә халыктың күпселеге һөйләшә. Швед телендә халыктың 5,5%-ты һөйләшә, урыҫ телендә - 0,8%, эстон телендә иһә 0,3% кеше һөйләшә. Башҡа телдәрҙә халҡының 1,77% һөйләшә. 1992-се йылда «Саам теле тураһында закон» ҡабул ителгән. Был законға ярашлы саам теленә Финляндияла махсус статус бирелә. Дин. Финляндия конституцияһы буйынса илдә Евангелик-Лютеран сиркәүе һәм Православ сиркәүе дәүләт cиркәүҙәре булып һанала. Халытың 13,5%-ты бер ниндәй дини төркөмгә лә инмәй. Боронғо тарих. Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, иң тәүге кешеләр Финляндияла яҡынса б.э.т. 8500 йылда йәшәй башлаған. Улар аусылыҡ һәм аҙыҡ йыйыу менән шөғөлләнгән, таш ҡоралдарын ҡулланған. Б.э.т. меңйыллыҡта балсыҡтан һауыт-һаба эшләнә башланған. Б.э.т. 32-се быуатта хәҙерге көньяҡ Финляндияға хәрби балталар культураһы килгәс, ер хужалык өсөн ҡулланыла башлай. Швед хакимиәте (1150/1300 — 1809). Викингтар осоры аҙағында швед сауҙагәрҙәре барлыҡ Балтик диңгеҙе регионында тәьҫирен арттыра. Бер нисә быуат буйы Финляндия Швеция хаҡимиәте аҫтында ҡала. Рәсәй империяһы (1809—1917). Рәсәй-Швеция һуғышы һөҙөмтәһендә 1809-сы йылда Финляндия Рәсәй империяһы составына киң автономия алып инә. 1860-сы йылдарҙан башлап фин үҙаңы ҡалҡа башлай, урындағы интиллигенция фин теленә дәүләт теле статусын биреүҙе талап итә. Был статусты фин теленә Александр II бирә. Автономия тиҙ нығый килә, 1899-сы йылда башланған урыҫлаштырыу сәйәсәте дәүләт бойондороҡһоҙлоҡ өcөн көрәште тик нығыта ғына. Бойондороҡһоҙ Финляндия. Рәсәй монархияһы ҡолағас һәм Октябрь революцияһынан һуң Финляндия Сенаты 1917-се йылдың 6 декабрендә илде бойондороҡһоҙ тип иғлан итә. Граждандар һуғышы башлана. Аҡтар еңелгәс, Финляндия ғәскәрҙәре Көнсығыш Карелияға һөжүм итә. Беренсе совет-финн һуғышы башлана. Ул 1920-се йылға хәтлем һуҙыла. 1939-сы йылда Советтар Союзы Фин һуғышын башлай. Бер-бер артлы бер нисә һуғыштан һуң Финляндия үҙ еренең өлөшөн юғалта. Ҡыҫҡа тыныслыҡ осоронан һуң, 1941-се йылда Советтар Союзы Финляндиянға һөжүм итә - Финляндия Икенсе донъя һуғышына CCCР-ға ҡаршы булып инә. 1944-се йылда Финляндия СССР менән солох килешеүен раҫлай. Һуғыштан һуң көсһөҙләнгән Финляндия, Карел муйынын СССР-ға биреп, үҙенең көнсығыш күршеһе менән яңы сәйәси курс тота. Урхо Кекконен, илдең 25 йыл буйына (1956-81) президенты, Скандинавия илдәре менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта, СССР менән дә үҙен сабыр тота. 1995-се йылда Финляндия Европа берлегенә инә. Дәүләт төҙөлөшө һәм сәйәсәт. Финляндия — президент республикаһы, бер өлөшләтә автономияһы - Аланд утрауҙары бар. Финляндия конституцияы буйынса закон сығарыу вазифаһын Эдускунта исемле Финляндия парламенты һәм президент башҡара. Законды үтәү вазифалары президентҡа һәм Дәүләт Йыйынына йөкләнгән. Президент. Финляндия президенты алты йылға һайлана. 2000-се йылдан бире был вазифаны Тарья Халонен башҡара. Парламент. Эдускунта — илдең бер палаталы парламенты, 200 депутаттан тора. Депутаттар бөтөн халыҡ тарафынан 4 йылға һайланып тора. 2003-сө йылда үткәрелгән парламент һайлауҙарында 18 партия ҡатнашты, уларҙың һигеҙе генә вәкилдәрен парламентҡа үткәрә алды. Иң ҙур партиялар араһында: Финляндия Үҙәге партияһы, Финляндияның Социал-демократик партияһы, Милли коалиция партияһы, Һул берлек партияһы, Йәшел берлек партияһы һәм Швед Халыҡ партияһы. 2007-се йылдың мартында үткән парламент һайлауында, иң күпселек тауышты (23,1%) Финляндия Үзәге партияһы яулай (51 мандат); парламентҡа шулай уҡ Милли коалиция (22,3%, 50 мандат), Социаль-демократик партия (21,4%, 45 мандат), Һул берлек (8,8%, 17 мандат), Йәшел берлек (8,5%, 15 мандат), Швед Халыҡ партияһы (4,6%, 9 мандат), Христиан демократтар партияһы (4,9%, 7 мандат) һәм «Ысын финдар» партияһы (4,1%, 5 мандат) үтә. Административ-территориаль бүленеш. Финляндия 20 провинцияға бүленә, һәр провинция комуналарҙан тора - коммуналар йылдан-йыл бергә ҡушылып, уларҙың дөйөм һаны аҙайып тора. 2010-сы йылдың башында илдә 342 коммуна бар. Финляндияның иң ҙур ҡалалары: Хельсинки — 583 549 кеше, Эспоо — 244 474 кеше, Тампере — 211 633 кеше, Турку — 176 242 кеше, Оулу — 139 275 кеше. Чарли Чаплин. Чарли Чаплин "(ингл. Charles Spencer "Charlie" Chaplin; 16 апрель, 1889 йыл – 25 декабрь 1977 йыл)" – инглиз кино актеры, сценаристы, композиторы һәм режиссеры. Күп ҡырлы киноматограф оҫтаһы, донъля иң билдәле берәҙәк Чарли образын тыуҙырыусы киноактер. Биография. Чарли Чаплин 1889 1ылдың 16 апрелендә мюзик-холл артистары ғаиләһендә тыуы. Уның ата-әсәһе — Чарльз Спенсер Чаплин һәм Ханна Чаплин (сәхнәлә Лили Герл) эстрада артистары була. Әсәһе йыр, бейеү менән төрлө театрҙарҙа, билдәле Джильберта һәм Салливена оперетталары композиторҙарының антрепризында (шәхси театрында) сығыш яһай. Атаһы яғымлы баритон тауышы менән Лондон мюзик-холында билдәле кеше була. Ул Нью-Йоркта сығыш яһай, Европа буйлап гострольдерҙә йөрөй. Чарльз Спенсер Чаплиндың сәхнә карьераһы фажиғәле тамамлана: ул тауышын юғалта; ангажементтан (артистарҙы эшкә саҡырыуҙан) мәхрүм була; эсә башлай һәм 1901 йылдың 9 майында 37 йәшендә Лондон госпиталендә вафат була. Хана Чаплин ире үлгәс сирләй башлай. 1896 йылда аҡылын юғалта һәм психиатрик клиникаға эләгә. Ағалы-энеле Сид һәм Чарли йәтимдәр һәм ярлылар мәктәбенә бирелә. Йәшәү өсөн үҙҙәре эшләп табырға мәжбүр булалар. Чарли 1894 йылда, 5 йәшлек сағында, сәхнәлә әсәһе урынына сығыш яһай. 1898 йылда балалар бейеү группаһында ҡатнаша. Чарли мәктәпкә һирәк йөрөй; гәзит һатыусы, врач ярҙамсыһы булып һәм типографияла эшләй, йәш булганға оҙаҡ эшләй алмай. 14 йәшлек сағында Чарли театрға даими эшкә алына һәм уға «Шерлок Холмс» пьессаһында йомошсо Билл ролен бирәләр. Чарли ул ваҡытта уҡый-яҙа белмәй, тексты ҡысҡырып уҡырға ҡушырҙар тип хәүефленә. Рольде ятларға ҡустыһы Синди ярҙам итә. Бер нисә йыл Чарли варьетела уйнай. 16 йәшенән театр дирижёрынан һәм таныштарынан скрипкала уйнау дәрестере ала. 1910 йылдан 1912 йылға тиклем Чарли Карно театры менен АҠШ-та гастрольдәрҙә була. 1912 йылда биш айға Англияға ҡайта, һәм 1912 йылдың 2 октябрь2 октябрендә йәш Чарли Корно группаһы менән АҠШ-ҡа китә һәм был илдә ҡала. Тамаша ваҡытында Чарлины кинопродюсер Мак Сенат күреп ҡала. Уға уның уйнағаны оҡшай, Уны «Кистоун Филм» (Keystone Film) киностудияһына саҡыра. 1913 йылдың 23 сентябрендә Чарли 150$ эш хаҡы менән киностудияла эшләй башлай. Баштараҡ Чарли тупаҫ комедияларҙа ҡатнаша. Һуңыраҡ йылылыҡ, лиризм менән тулы берәҙәк роле уның өсөн уңышлы икәнен аңлай. Чарли актёр эше менән генә ҡәнәғәтләнмәй. Үҙенә фильмдар ҡуйырға рөхсәт һорай. Актёр эше уның ижады мөмкинлектәрен сикләй, ул «Кистоун Филм» китә. 1914 йылда Чаплин үҙенең беренсе «Ямғырҙа ҡалған» фильмын төшөрә. Фильмда ул актёр, режиссёр һәм сценарист була. Чаплиндың эш хаҡы бик тиҙ үҫә. 1914 йылда «Кистоун»да ул аҙнаһына 150$-ға эшләй, 1915 йылда «Эссеней Филм» (Essanay Film) киностудияһында аҙнаһына 1250$ һәм 10 000$ бонус ала. «Мьючуэл Филм»да (Mutual Film) — 10 000$ аҙнаһына һәм 150 000$ контракт өсөн. 1917 йылда «Фёрст Нэшнл» (First National Pictures) студияһы менән 1 млн. долларға контракт төҙөй һәм ул замандағы иң ҡыйбат актёр була. 1919 йылда ирекле ижад өсөн үҙенең «Юнайтед Артистс» студияһын аса. Чаплинға билдәлелекте «телһеҙ кино» килтерә. Тауышлы кино 1927 йылда уҡ барлыҡҡа килһәлә, ул иҫке кинотехникаға тағы тиҫтә йыл тоғро ҡала. Чаплиндың тәүге тауышлы киноһы 1940 йылда төшөрөлә. Гитлерға ҡаршы төшөрөлгән кино «Бөйөк диктатор» тип атала. Артист 1978 йылдың 25 декабендә үҙ йортонда, Швейцарияның Вефе ҡалаһында, вафат була. Уның иҫтәлегенә Женева күле буйында һәйкәл ҡуйыла. 1978 йылдың 1 мартында Чаплиндың мәйетен ҡаҙып алып йолом алыу өсөн урлайҙар. Енәйәтселәрҙе полиция ҡулға ала. Бындай хәл башҡа ҡабатланмаһын тип, актёр 6 фут (1,8 м) бетон аҫтына ерләнә. Чаплин дүрт мәртәбә өйләнә, уның 12 балаһы ҡала. Ҡайһы берҙәре үҙҙәрен актёр һөнәрендә һанап ҡарай, мәҫәлән, Джералдина Чаплин билделе актёр була. Йәшлек (гәзит). Йәшлек — Башҡортостан Республикаһының республика йәштәре гәзите. Аудиторияһы: Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың йәштәре һәм халҡы. Шоңҡар (журнал). Шоңҡар — Башҡортостан йәштеренен ижтимағи-сәйәси журналы. Тарихы. 1990 йылдарға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. "Ленинсы" нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы "Йәшлек" гәзите барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта йәштәр журналы асыу мәсьәләһе тыуа. Ул саҡта йәштәр журналы "Ағиҙел" журналында "Журнал эсендә журнал" булып сыға. Артабан 1993 йылдың аҙағында Башҡортостан китап нәшриәте альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итә. 1994 йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, "Шоңҡар" журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, баҫыла башлай. Тиражы 9200 данаға барып етә. Бөгөнгөһө. "Шоңҡар" буш урында барлыҡҡа килмәне. 1990 йылдар барышында, башҡорт халҡының милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәл ине. Ошоға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. "Ленинсы" гәзите урыҫ телендә нәшер ителгән "Ленинец"тың дубляжы, йәғни туранан-тура тәржемәһе генә ине. Милли хәрәкәттең көсәйеүе һөҙөмтәһендә, башҡорт халҡы, айырыуса йәштәр тырышлығы менән "Ленинсы" нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы "Йәшлек" гәзите барлыҡҡа килде һәм ул халҡыҡтың милли үҙаңын уятыуға, асылына ҡайтыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Әммә быуа йырылып аҡҡандағы шикелле оператив жанрҙағы гәзит кенә рухи ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп бөтмәне: йәштәр өсөн махсус журнал асыу зарурлығы ҡалҡып сыҡты. Бәхәс юҡ: теләк кенә эштең шунда уҡ хәл ителеүен аңлатмай әле, барыһы ла бөртөкләп йыйыла. "Ағиҙел" журналының ул саҡтағы баш мөхәррире, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Булат Рафиҡов ошо абруйлы баҫмала ижади йәштәр өсөн" "Журнал эсендә журнал" сығарырға ҙур тәүәккәллек ҡылды. Артабан 1993 йылдың аҙағында Башҡортостан китап нәшриәте альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итте. Ә инде 1994 йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, "Шоңҡар" журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, үҙенең донъяға тыуыуы хаҡында хәбәр итте. Баҫманың тәүге баш мөхәррире итеп шағирә Таңһылыу Ҡарамышева тәғәйенләнде. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, барлыҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеп, ижади коллектив туплап өлгөрҙө. Журнал уҡыусылар яңы баҫманың барлыҡҡа килеүен дәррәү ҡабул итте, төрлө кәңәш-тәҡдимдәр менән редакцияға хаттар яуҙы. Был иһә коллективты рухландырып эштәренә ҡанат ҡуйҙы. Әлегәсә билдәһеҙ журналдың шунда уҡ 5 мең тираж йыйыуы тап шул хаҡта һөйләй.Баҫманың баш мөхәррире итеп билдәле яҙыусы Әмир Әминев тәғәйенләнгәндән һуң "Шоңҡар"ҙың биҙәлеше тағы ла яҡшырҙы, форматы ҙурайҙы, уның һандан һанға йөкмәткеһе байыны. Рауил Бикбаев, Йыһат Солтанов, Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Шәкүр кеүек башҡорт халҡының билдәле шәхестәре менән бер рәттән яңы авторҙар барлыҡҡа килде һәм улар, әҙәбиәттә үҙҙәренең урынын табып, башҡорттоң ижади интеллигенцияһы сафын тулыландырҙы. Әлбиттә, республика башҡа журналдарҙан күпкә йәш 15 йыллыҡ тарихы булған "Шоңҡар"ға байҡауҙы оҙаҡ дауам итергә мөмкин булыр ине. Бөгөнгө көндә редакция заманса техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Был тәңгәлдә редакция коллективы Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа рәхмәт белдерә. 2007 йылдан "Шоңҡар"ҙың тышлығы сифатлы ҡағыҙҙа баҫыла башланы һәм был фоторәсемдәр һәм һүрәттәрҙең сифатында ҙур сағылыш тапты. Был иһә биҙәлеш тәңгәлендә баҫманың үҙ йөҙөн булдырыуҙа редакцияның ижади коллективына киң мөмкинлектәр асты. Сығымдар тулыһынса республика бюджетынан ҡаплана. Редакцияла тиҫтерҙәренең тормошон яҡшы аңлаған бары тик йәштәр эшләй. ("Шоңҡар" журналы коллективы республика гәзит-журналдары араһында иң йәше, коллективтың уртаса йәше - 27,5). — тип белдерә журнал хеҙмәткәре Шамил Яубасаров. Журналдың сайты. Сайт "Шоңҡар" – “Шоңҡар” башҡорт йәштәре журналының рәсми сайты. Әлеге ҡиәфәттә донъяны солғаған интернет селтәрендә сабый ғына кеүек, әммә йөкмәткеһенең байлығы, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмауы йәһәтенән саф башҡортса “һөйләшеүсе”сайттар араһында алдынғылар сафында. Сайттың тарихына килгәндә, әлбиттә, ул элек тә бар ине. Әммә уның эстетик йөҙө, сикле функциональ мөмкинлектәре журнал етәкселеген, коллективын да ҡәнәғәтләндермәй ине. Һөҙөмтәлә - интернет селтәрендә әле күргән сайтығыҙ бар булды. www.shonkar.ru бөгөндән ниндәй яңылыҡтар тәҡдим итә, тиһәгеҙ, бәлки, абайлағанһығыҙҙыр. Сайтта күренекле журналистарҙың, мәғариф өлкәһендә эшләүсе, студенттарҙың блогтары булдырылған. "Мәғлүмәтле, тимәк, ҡораллы" тигән ҡараштан сығып эш итә, сайтты төҙөүселәр. Яңылыҡтар, үкенескә ҡаршы, айына бер генә тапҡыр сыҡҡан журналдың сығыуын көтөп ятмай - тәүлек әйләнәһенә:) яңыртылып тора. Даирәһе лә киң:мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ, йәштәр сәйәсәте, спорт яңылыҡтары һәм башҡалар. Фин теле. Фин теле () — Фин халҡының теле. Фин-уғыр ғаиләһендәге балтик буйы фин тармағына инә. Финляндияның һәм Европа Берләшмәһенең рәсми теле. Яҙмаһы - латин алфавиты нигеҙендә. Агглютинатив телдәренең береһе. Фин-уғыр һәм самодий телдәре ((энец, ненец, нганасан теле, селькуп теле) бергә Урал тел ғаиләһен тәшкил итә. Таралыш. Фин телендә Финляндия халҡының күпселеге (92 %) һөйләшә. Шулай уҡ ошо телдә Финляндиянан тыш йәшәгән этник финдар һөйләшә: Швецияла,Норвегияла, АҠШ-лағы фин диаспораһы, Эстонияла, Рәсәйҙә (күпселеге Ленинград өлкәһендә һәм Карелияла). Фин теле Финляндияла рәсми тел булып тора; Швецияла аҙсылыҡ халыҡ теле булараҡ таныла. Рәсәйҙең Ленинград өлкәһендә фин телендә ингерманландлылыр һөйләшә; Карелия ла йәшәүсе этник финдар бар. Карелияла карел һәм Вепс теле менән бергә милли тел тип һанала Ағиҙел (журнал). Ағиҙел — башҡорт телендә нәшер ителгән айлыҡ әҙәби-нәфис һәм ижтимағи сәйәси журнал. Ойоштороусыһы: Башҡортостан Министрҙар Кабинеты һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы. Беренсе һаны 1923 йылда "Яңы юл" исеме менен сыға. Исеме 1930 йылда "Октябрь", 1949 йылда "Әҙәби Башҡортостан" тип үҙгәртелә. 1961 йылдан "Ағиҙел" исеме менән донъя күрә. Журналда башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренән тыш, О.Хаям, О.Джованьоли, М.Горькийҙың тәржемә ителгән әҫәрҙәре баҫтырыла. Ватандаш (журнал). Ватандаш — Башҡортостан Республикаһында сығарылған ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис журнал. Журнал 1996 йылдан сыға башлай. Мәҡәләләр башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә баҫыла. Журналда публицистика, крайҙы, тарихты өйрәнеү өсөн материалдар, республикала, Рәсәйҙә, донъялағы ижтимағи ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр баҫыла. Аҡбуҙат (журнал). Аҡбуҙат — башҡорт телендәге мәктәпкәсә йәштәге һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ журнал. Журнал 1989 йылдың майынан «Ағиҙел» журналы эсендә ҡушымта булараҡ «Бәпембә» исеме менән сыға. 1991 йылдан үҙаллы журнал булып сыға. Журналда балалар өсөн ҡыҫҡа шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр, пьессалар, тарихи-этнографик характерҙағы материалдар, башватҡыстар, буш ваҡытта эшләй торған ваҡ-төйәк эштәр, йырҙар, уйындар баҫыла. Ярты йылға яҙылыу хаҡы — 112 һум. Юғары сифаты өсөн журнал Рәсәй матбуғатының алтын фондына индерелгән. Башҡортостан (гәзит). Башҡортостан — Башҡортостанда башҡорт телендә сығарылған ижтимағи-сәйәси гәзит. Гәзит республикалағы ижтимағи-сәйәси хәлдәрҙе яҡтырта, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы буйынса материалдар сығара. Гәзит аҙнаһына 5 мәртәбә 33 меңлек тираж менән сыға. Гәзит 1917 йылдың июнь айынан Ырымбурҙа «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» исеме менән сыға башлай. Июль айынан исемен «Башҡорт» тип үҙгәртәләр.1919 йылда «Башҡортостан» гәзите менән бергә «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзите булып баҫтырыла. Баштараҡ гәзит Стәрлетамаҡта, 1922 йылдан Өфөлә баҫтырыла. Гәзит исемен 1937 йылда «Qьđьl Başqortostan» («Ҡыҙыл Башҡортостан») тип, 1951 йылда «Совет Башҡортостаны» тип үҙгәртә. 1990 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» исеме менән баҫтырыла башлай. Гәзит 1968 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены менән наградлана. Башҡортостан ҡыҙы (журнал). Башҡортостан ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендәге журналы. Журнал 1968 йылдың ғинуарынан башлап сыға. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте. Яҡупов, Нух Мәхмүт улы. Нух Мәхмүт улы Яҡупов () — күренекле татар ғалимы, техник фәндәре докторы, профессор, Рәсей инженер академияһының ағзаһы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Нух Мәхмүт улы 7 монография, уйлап табыуға 26 патент, 99 баҫма эштәр, 2 уҡытыу әсбабы авторы. Халыҡ-ара йылмайыу көнө. Халыҡ-ара йылмайыу көнө — рәсми булмаған халыҡ-ара йылмайыу байрамы. Октябрь/Ҡарасай айының беренсе йомаһында билдәләнә. СССР Яҙыусылар союзы. Советтар Союзының Яҙыусылар берләшмәһе () – СССР профессиональ яҙыусылар ойошмаһы. 1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе йыйылышында ойошторола. Яҙыусылар берләшмәһенең ғәмәлдәге маҡсаты — әҙәбиәттә партия контролен тотоу. Профессиональ яҙыусыға берлеккә кереү мәжбүри булған, ә берлектән сығыу иһә карьераны бөтөрөүгә китергән. СССР-ҙың тарҡалыуынан һуң Берлек күп кенә башҡа ойошмаларға бүленә. Етәкселәр. Берләшмәһенең беренсе етәксеһе (1934–1936) Максим Горький була. Фирҙәүси. Фирҙәүси «Шаһнамә» поэмаһын Мәхмүт Ғәзнәүигә уҡый. Хаким Әбүл-Ҡасим Мансур Хасан Фирҙәүси Туси (; р 940-сы йылда Иранда Тус ҡалаһында тыуған — 1020-се йыл тирәһе йәки 1026) — күренекле фарсы һәм тажик шағиры, «Шаһнамә» эпик поэмаһының авторы; «Йософ вә Зөләйха» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. Иранда, Тажикстанда һәм Афғанстанда бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә. "Хәким" ("аҡыл эйәһе", "ғалим") ҡушаматын ул үҙенең киң һәм тәрән белеме өсөн яулаған. Фирҙәүси белемде бик юғары баһалаған: "аҡыллы һүҙгә юлдар эҙлә, белем табыр өсөн үт бар ғаләмде". Тормош юлы. 932-се һәм 941-cе йылдар араһында Ирандағы Тус ҡалаһының янандағы Хорасан ауылында ер биләүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләһенең ере аҙ булып, тапҡан ризығы тамаҡ аҫрарға көскә етеп торған, тип фаразлау хаҡ булыр. Һуғыштар осорона тура килгән был ваҡытта крәҫтиәндәр хәле бик мөшкөл була.. Фирҙәүсиҙең бала һәм үҫмер йылдары тураһында мәғлүмәт бик һирәк. Ул яҡшы белем ала, Ирандың ул замандағы ике әҙәби телен дә — ғәрәп һәм фарсы телен — яҡшы белә; бәлки, Ирандың ислам осорона хәтлем ҡулланған әҙәби пәхләүи телен дә белгәндер. Унынсы быуаттың уртаһында Иран бойондороҡһоҙлоҡ осорон кисерә - урындағы феодаль аристократия ғәрәп хакимлығын ҡолатып, илдең алыҫ тарафтарында власты үҙ ҡулына ала. Фирҙәүсиҙең йәшлеге тап ошо осорға тура килә. Оҙаҡ йылдар буйы шағир хәҙерге Афғанстандағы Ғазни ҡалаһында тороп, Төркиәнең солтаны Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итә; уға уҡ ул үҙенең "Шаһнамә" поэмаһын да бағышлай. Солтан поэманы оҡшатып еткермәй (ҡайһы бер сығанаҡтар поэмала шағир Иран шаһтарын данлағанлыҡтан, ти; башҡалары — батша улдары ғына законлы тәхет вариҫы була ала тигән фекер өсөн, тип фаразлай). Киң таралған риүәйәт буйынса, солтан Фирҙәүсигә поэма өсөн хаҡын түләмәйенсә, тәү килешеүҙәренән баш тарта. Шағир быға асыуланып, солтан тураһында сатирик шиғыр яҙа; был шиғырҙа ул солтан ҡол тоҡомонан сыға, тип мыҫҡыллай. Инде солтандың асыуы ҡабарып, Фирҙәүси илдән ҡасырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә шағир ғүмерен ситтә хәйерселектә тамамлай. a> ҡалаһында шағирҙың ҡәберендә ҡоролған кәшәнә 1934-се йылда Фирҙәүсиҙең тыуыуына мең йыл тулғас, уның ҡәберендә кәшәнә ҡорола. Киске Өфө (гәзит). Киске Өфө — ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит. Гәзит аҙнаның шәмбе көнөндә башҡорт телендә сыға һәм Башҡортостан республикаһындағы, Рәсәйҙәге, донъялағы яңылыҡтарға, башҡорт донъяһының мәҙәниәтенә, тарихына ҙур урын бирә. Баш мөхәррире — Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева. — тип билдәләй үҙ маҡсатын редакция коллективы. Сәйәсәт. Сәйәсәт () йәиһә поли́тика (—дәүләт, йәмәғәт һәм дәүләт мөнәсәбәттәре менән идара итеү өҫталығы) — дәүләт йәки ойошманың эске һәм тышҡы мөнәсәбәт һәм хәл өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Хөкүмәт, дәүләт йәки бер төркөмдөң эске идара һәм халыҡ-ара өлкәләге эшмәкәрлеге. Айтматов, Сыңғыҙ Төрөкул улы. Сыңғыҙ Төрөкул улы Айтматов — күренекле совет һәм ҡырғыҙ яҙыусыһы. Әҫәрҙәре ҡырғыҙ һәм урыҫ телендә яҙылған. Мэттью Перри. Мэ́ттью Лэ́нгфорд Пе́рри (, 1969 йылдың 19 авгусы, Уильямстаун, Массачусетс, АҠШ) – Америка һәм Канада актеры. Күберәк "Дустар" сериалында "Чендлер Бинг" роле менән мәшһүр. Шулай уҡ "Элли Макбил", "Беверли-Хиллз, 90210", "Клиника" сериалдарында ролдәр башҡарған һәм "Симпсондар" эпизодын тауышландырған. Фил йылы. Фил йылы (ғәрәпсә عام الفيل — Âm al-Fîl) — 570 йылдағы аҡһумиларҙың Ғәрәпстанға һөжүм иткән йылы. Ғәскәрҙәр көтмәгәндә Мәккә янында һәлак булалар, был ислам тарихында Мөхәммәт пәйғәмбере, СҒС, тыуыуы билгеһе һәм Ҡәғбә изгелегенең дәлиле булараҡ ҡарала. Сүллек. Сүллек — һирәк, йәки бөтөнләй булмаған флора һәм үҙенсәлекле фауна, тигеҙлек менән билдәленгән ер өҫтөндәге ландшафт. Сүллекте ҡомло, ташлы, балсыҡлы, тоҙло тупраҡлыларға бүләләр. Ҡарлы сүллекта (Арктика һәм Антарктидала) айырым ҡарайҙар. Иң билдәле сүллек — Африка континентының төньяғын биләп торған Сахара сүллеге. Ярымсүллектәр, шулай уҡ экстрималь ландшафтлы иҫәпләнә. Сүллектәр ҡоро ерҙең барлығы 16,5 млн км² өлөшөн, йәки 11% биләй (Антарктиданан башҡа). Антарктида менән бергә 20%. Географик үҙенсәлеге. Күпселек сүллектәр геологик платформаларҙа барлыҡҡа килгән. Азия, Африка һәм Австралиялағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 200-600 м бейеклектә урынлашҡан, ә Үҙәк Африкалағы һәм Төньяҡ Америкалағы сүллектәр диңгеҙ өҫтөнән 1000 м бейеклектә. Күбеһе тауҙар менән уратып алынған, йәки тауҙарға сиктәш. Ер өҫтө ҡатламы төрлө һәм территорияның геологик төҙөлөшөнән, тәбиғи процестарҙың тәьҫиренән тора. Климат. Температура режимы географик урынына бәйләнгән. Сүллектәге һауа дымлылығы бик түбән булғанға, ул ҡояш радияцияһынан һаҡламай. + 50° С ғәҙәти температура, ә иң максималь температура — + 58° С Сахарала теркәлгән. Төндә ер өҫтө йылыһын бик тиҙ юғалта. Тропик пояста температура амплитудаһы 40° С-ҡа етергә мөмкин. Уртаса пояста температура миҙгел алмашыныуына бәйле. Йәй сүллектә йылы, хатта еҫе, ә ҡыш бик ҡырыҫ, һыуыҡлыҡ -50 °С-ҡа етә, ҡар ҡатламы бөтөнләй булмай. Даими икән, ҡайһы саҡ тиҙлеге 80—100 км/сәғ еткән, елдәр сүллектең үҙенсәлеге. Сүллектәге елдәр туҙан һәм ҡом бураны сығара. Һәнәк (журнал). Һәнәк — сатира һәм юмор журналы. Журнал айына бер тапҡыр башҡорт телендә сыға. «Һәнәк» халыҡ араһында киң танылыу алған ҡыҙыҡлы, мәрәкә, күңелле һәм фәһемле баҫма. Журналда фельетондар, юморескалар, шиғыр-хикәйәләр, ҡыҙыҡлы карикатуралар, көләмәстәр баҫыла. Ғаилә. Ғаилә — тарихи аныҡ ойошҡанлыҡҡа эйә булған, ағзалары никах йәки туғанлыҡ (һәм тәрбиәгә алған балаларға) мөнәсәбәте менән бәйле, уртаҡ көндәлек тормош, үҙ-ара әхлаҡи яуаплылыҡ һәм социаль зарурлыҡ менән йәшәгән социаль төркөм. Ғаилә йәмғиәтең халыҡ һанын арттырыу ихтияжы шарты менән булдырыла. Хәҙерге йәмғиәттә йәшәгән күп кешеләр өсөн иң мөһим тормош ҡиммәте булып ғаилә тора. Йәмғиәттең һәр ағзаһы тыуған көнөннән һуңғы көнөнә тиклем социаль статусынан, милләтенән, мөлкәтенән һәм матди хәленән тыш, ғаилә-никах хәле тураһында характеристикаға эйә. Бала өсөн ғаилә — физик, психик, эмоциональ, интеллектуаль уҫеше өсөн мөхит. Өлкән кеше өсөн ғаилә ихтияжын ҡәнәғәтлендереү сығанағы, төрлө һәм ҡатмарлы талаптар ҡуйыусы кесе коллектив. Кешенең йәшәү циклында уның ғаиләләге статусы һәм бурысы үҙгәрә. Ғаиләне билдәләгән аспект. Төрлө тарихи дәүерҙә иҡтисади һәм территориаль аспект өҫтөнлөк алған. Мәҫәлән, Францияла «төнгөлөктә бер ишек артында бикләнгән кешеләр төркөмө» ғаилә тип ҡаралған. Ә урыҫ земство статистикаһы йорт буйынса иҫәп үткәргәндә «даими бер өҫтәл артында, бер табаҡтан ашаған кешеләр»ҙе ғаилә тип иҫәпләгән. Хорват теле. Хорват теле (6,200,000) рәсми рәүештә Хорватия, Босния һәм Герцеговина. Тамаша (журнал). Тамаша — театр, музыка, халыҡ ижады, һынлы сәнғәт, кино, телевидение тураһында нәфис-публицистик журнал. “Тамаша” журналы Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ҡыҙыл таң (гәзит). Ҡыҙыл таң () — Башҡортостан республикаһының татар телле ижтимағи-сәйәси гәзите. Өфөлә нәшер ителә. Республиканың ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, ғилми йәшәйеше тураһында һөйләй. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте. Билдәле хеҙмәткәрҙәре. Гәзиттә Башҡортостандың күп танылған яҙыусылары һәм шағирҙары эшләгән: Мәжит Ғафури, Әнғәм Атнабаев, Сәйфи Ҡудаш — Башҡортостандың халыҡ шағирҙары; Нәжиб Асанбаев — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы; Ғариф Ғөмәр, Фәнил Әсәнов, Фәнил Әсәнов, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов, Хәмит Сәмихов, Әсғәт Мирзагитов; фәндәр докторҙары: Үзбәк Гимадиев, Илдар Низамов, Марсель Бакиров һ.б. Фәлсәфә. Фәлсәфә (), шулай уҡ филосо́фия ("аҡыллылыҡты һөйөү") — бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы фән; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, ысынбарлыҡты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт. Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла. Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә мистицизм, миф һәм сәнғәттән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә. Фәлсәфәнең билдәләмәһе һәм асылы. Фәлсәфәнең ниндәй ҙә булһа дөйөм ҡабул ителгән билдәләмәһе йәки уның тикшеренеү объекты тураһында ғөмүми төшөнсә юҡ. Фәндең тарихи мәктәптәре һәм хәҙерге йүнәлештәре фәлсәфәне төрлөсә билдәләй. Ғәҙәти билдәләмә ошолай бирелә: фәлсәфә ысынбарлыҡтың (донъяла булған һәр нәмәнең) тәүсәбәптәрен, уның йәшәү һәм үҙгәреү ҡанундарын өйрәнә. Был ҡанундар буйынса йәшәйәш һәм уйлау, танып өйрәнелгән ғәләм һәм уны өйрәнеүсе тереклек итә һәм үҫә бара. "Йәшәйеш" төшөнсәһенә ғәмәлдә булған процестар менән бергә аң менән төшөнөрлөк бар мөмкинселектәр ҙә инә. Ысынбарлыҡтың бөтөн осраҡлы айырымлыҡтарын байҡап үтеү мөмкин булмағанлыҡтан, философтар үҙ иғтибарын төп сәбәптәргә йүнәлтә, ысынбарлыҡтың иң ғөмүми ҡанундарын өйрәнә, иң дөйөм төшөнсәләр менән уйлай. Төрлө дәүерҙәрҙә һәм фәлсәфәнең төрлә йүнәлештәре өсөн был төшөнсәләр һәм тикшеренеү алымдары айырылып тора; ошо йәһәттән Гегель фәлсәфәне "фекерләү ярҙамында танып беленгән тикшеренеүсенең көн күргән заманы" тик билдәләй. «Алла бармы-юҡмы?», «Ысынбарлыҡты объектив рәүештә танып белергә буламы-юҡмы?», «Кеше ҡылған эштең хаҡ йә хаҡһыҙ икәнлеген ни билдәләй?» Бындай һорауҙарҙы тикшереү өсөн фәлсәфәлә ҡулланылған төп алым булып логик фекерләү һәм һығымта сығарыу тора. Шул уҡ ваҡытта, фәлсәфәнең аныҡ билдәләнгән сиктәре йәки дөйөм ҡабул ителгән методологияһы юҡ. "Фәлсәфәгә ни инә" һәм "Фәлсәфәне ҡалай билдәләп була" һымаҡ һорауҙар ҙа бәхәс тыуҙыра һәм фәлсәфәнең күп һанлы йүнәлештәрендә төрлөсә сиселә. Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре. "Әхләклелек" һәм "изге күңел" төшөнсәләренә Платон тәүге әңгәмәләрендә билдәләмә бирергә тырыша. right Фәндәрҙең күпселегенә арналған үҙ фәлсәфә тармаҡтары бар, мәҫ. "математика фәлсәфәһе", хоҡуҡ фәлсәфәһе, тарих фәлсәфәһе һ.б. Шулай уҡ, элегерәк фәлсәфәнең ҡарамағында булған өлкәләр хәҙер үҙаллы фәндәр, мәҫ. психология, антропология һәм тәбиғәт фәндәре тарафынан ҡарала. АҠШ доллары. АҠШ доллары () — Америка Ҡушма Штаттарының рәсми аҡсаһы (валютаһы). График тамғаһы — $, валюта коды — USD. АҠШ доллары донъялағы төп резерв валюталарының береһе булып тора. Аҡса эмиссияһы хоҡуғына АҠШ-ның Федераль Резерв Системаһы эйә. АҠШ долларын шулай уҡ Маршалл утрауҙары, Сальвадор һәм бер нисә башҡа дәүләт рәсми валюталары тип таный. Гәзит. Гәзит, газета — даими исем менән билдәле бер йышлыҡта сығыусы матбуғат баҫмаһы. Боронғо ҡулдан яҙылған мәғлүмәттәр — гәзиттең боронғо өлгөһө. Юлий Цезарь «Сенат эше», «Халыҡтың көндәлек ижтимағи эше»н баҫтырып сығарған. Боронғо Римдә ваҡиғалар хроникаһын ағас таҡталарға яҙып барғандар. 911 йыл тирәһендә Ҡытайҙа «Цзинь бао» («Башҡала хәбәрҙәре») сыға башлай. Газета һүҙе ваҡ итальян аҡсаһы (("гасета")) һүҙенән килеп сыҡҡан. XVI быуатта мәғлүмәт баҫмаһын (батша һарайындағы хәбәрҙәр, сауҙа яңылыҡтары, башҡа ҡалаларҙан хәбәрҙәр) уҡыған өсөн бер гасета түләгәндәр, йәғни иң бәләкәй аҡса менән түләгәндәр. Ә аҡсаға исемде һайыҫҡан () биргән. Аҡсаға һайыҫҡан төшөрөлгән булған. ГОСТ буйынса: гәзит — «нәшриәттә ваҡытлы матбуғат үҙенсәлегенә яраҡлаштырылған билдәле бер форматтағы бер йәки бер нисә биттән торған баҫма материал». Фотосинтез. Үҫемлек япрағы Фотосинтез (от — яҡтылыҡ һәм — синтез бергә ҡушыу) — үҫемлектәрҙә яҡтылыҡта углекислый газ һәм һыуҙан фотосинтетик пигмент (үҫемлектәрҙә хлорофилл, бактерияларҙа бактериохлорофилл һәм бактериородопсин) ҡатнашлығында органик матдәләр барлыҡҡа килеү процесы. 6H2O + 6CO2 + яҡтылыҡ → C6H12O6 (глюкоза) + 6O2 Фотосинтездың әһәмиәте. Фотосинтез биологик энергияның төп сығанағы булып тора. Ҡаҙылма яғыулыҡтарҙы (күмер, нефть, тәбиғи газ, торф) яндырып алынған энергия нигеҙендә шулай уҡ фотосинтез процесында һаҡланып ҡалған энергия тора. Фотосинтез — углеродтың биологик циклға төп инеү юлы. Атмосфералағы кислород фотосинтездың өҫтәмә продукты булып тора. Кислородлы атмосфера барлыҡҡа килеүе ер өҫтөнөң торошон тулыһынса үҙгәртә, һулыш алыу мөмкин була. Һуңыраҡ озон ҡатламы барлыҡҡа килгәс, тереклеккә ҡоро ергә сығырға мөмкинлек асыла. Фотосинтезды өйрәнеү. Фотосинтезды өйрәнеү буйынса беренсе тәжрибәләрҙе Джозеф Пристли 1770—1780 йылдарҙа үткәрә. Ул герметик һауыт эсендә шәм янғанда һауа «боҙолоу»ына иғтибар итә. Һауа яныуға булышлыҡ итмәй, эсенә бикләнгән хайуандар тонсоға. Боҙолған һауаны үҫемлектәр төҙәтә ала. Пристли үҫемлектәр кислород бүлеп сығара тигән нәтижәгә килә, тик бының өсөн яҡтылыҡ кәрәклеген иҫәпкә алмай. Оҙаҡламай быны Ян Ингенхауз асыҡлай. Һуңыраҡ үҫемлектәр кислород бүлеп сығарыуҙан башҡа, углекислый газды йотоп, органик матдәләр синтезлауы асыҡлана. 1842 йылда Роберт Майер, энергия һаҡлау законына нигеҙләнеп, үҫемлектәр ҡояш энергияһын химик бәйленеш энергияһына әүрелдерә тигән нәтижәгә килә. 1877 йылда Пфеффер был процесты фотосинтез тип атай. Ж. Пельтье һәм Ж. Кавенту 1818 йылда беренсе тапҡыр хлорофилды айырып ала. Фотосинтездың окисландырыу-ҡайтарыу аҫылын Корнелис ван Ниль асып бирә. Был кислород һыуҙан барлыҡҡа килә тигәнде аңлата. Быны 1941 йылда А. П. Виноградов изотоплы тамға ярҙамында иҫбат итә. Мельвин Кальвин углерод изотобы менән CO2 йотолоу процесын иҫбат итә, был эш өсөн уға 1961 йылда Нобель премияһы бирелә. Ҡыҙыҡлы факттар. Лайлалы диңгеҙ ҡусҡары (Elysia chlorotica) һыу үҫентеләре (Vaucheria litorea) хлоропластарын аш һеңдереү юлында үҙләштерә. Диңгеҙ ҡусҡары организмындағы хлоропласт глюкоза синтезлап, ҡусҡарға бер нисә ай йәшәргә мөмкинлек бирә. Йәншишмә (гәзит). Йәншишмә, («Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») — башҡорт телендә баҫылған балалар һәм үҫмерҙәр өсөн гәзит (ойоштороусыһы: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ). Башҡорт телендә балалар өсөн гәзит сығарыу тураһында ҡарар 1929 йылдың 12 декабрендә партияның Башҡортостан өлкә комитетында ҡабул ителә. Ошо ҡарарға ярашлы 1930 йылдың 12 февралендә балалар баҫмаһының тәүге һаны донъя күрә. “Йәш төҙөүсе” тип атала ул. Мөхәррире итеп Хәй Мөхәмәтйәров тәғәйенләнә. Яңы гәзиттә Ғариф Ғүмәр, Мәлих Харис, Рәшит Ниғмәти, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Сәғит Агиш һәм башҡалар әүҙем авторҙар була. Муса Ғәли, Зәйнәб Биишева, Фәрит Иҫәнғолов, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Фәүзиә Рәхимғолова, Кәтибә Кинйәбулатова, башҡа күп әҙиптәр сынығыуҙы тап “Йәш төҙөүсе”лә ала. 1931 йылда уҡ 10 000-дән ашыу дана тираж йыйыуға өлгәшкән баҫма Башҡортостан республикаһының мәғариф өлкәһендә оло ярҙамсыға, тәрбиәсегә әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит сығыуҙан туҡтай. Һуғыш йылдары үтеп, тормош бер аҙ яйлана, ил аяҡҡа баҫа башлағас, яңы быуын тәрбиәләүҙә “Йәш төҙөүсе”не тергеҙеү көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып алға баҫа. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите 1959 йылда “Башҡортостан пионеры” исеме менән яңынан донъя күрә башлай. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле, аҙағыраҡ Гөлниса исемле үҙенсәлекле геройҙары барлыҡҡа килә. “Башҡортостан пионеры”ның үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Уны уҡып буй еткергән балаларҙың байтағы хәҙер дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа төрлө белгестәр булып танылды. Гәзит 1991 йылдан «Йәншишмә» исеме менән сыға башлай. 2003 йылдан гәзит төҫлө итеп баҫыла. Сәнғәт. Сәнғәт — ысынбарлыҡты һынлы образдарҙа сағылдырыу эше; эске һәм тышҡы донъяны автор һәм башҡа кешеләр мәнфәғәтендә, ижади эштә күрһәтеү. Сәнғәт — тәбиғи фәндәрҙә һәм дини картиналарҙағы донъяны аңлатып биреүсе фән. Кешелектең нәфислеккә ынтылған ихтияжын ҡәнәғәтләндергән мәҙәни эшмәкәрлек. Ҡайһы саҡта ниндәйҙер өлкәлә оҫталыҡ тип ҡабул ителә. Социаль эстетик нормалар эволюцияһында эстетик-тәьҫирле образдар ижад итеү сәнғәт тип аталырға хоҡуҡ алды. Сәнғәт үҫешен диндән айырып ҡарап былмай. Ныҡлы урын алған дин сәнғәттәге төрлө символдар ярҙамында юғары хаҡиҡәтте халыҡҡа аңлатырға тырыша. Реджеп Тайип Эрдоған. Редже́п Тайи́п Э́рдоған (, 1954 йылда Истамбулда тыуған) — төрөк дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, 2003 йылдан башлап Төркиә премьер-министры. 2010 йыл. 2010 йыл — Йома көнөнән башланған йыл. Эстонияның административ бүленеше. Эстония Республикаһы 15 маакондтан (өйәҙҙән;) тора, өйәҙ башы "старейшина (аҡһаҡал); " тип атала. Өйәҙҙәр ике типлы муниципалитеттарға бүленә: ҡалалар ("linn") һәм ҡасабалар ("vald"). Тағы бер административ берәмеге — ҡасаба волосы ("alevvald"). Ҡасаба волосы составына бер генә ҡасаба керә. Эстонияла 6 ҡасаба волосы бар: "Аэгвийду, Ярваканди, Кохтла-Нымме, Лавассааре, Тоотси" һәм "Вяндра". Image:Eesti_maakonnad_2006 ru.svg|450px|center|thumb|"(При нажатии на изображение (название) какого-либо уезда, будет осуществлён переход на соответствующую статью.)" poly 149 174 230 291 137 327 40 263 Хийумаа poly 197 110 338 228 338 319 263 375 203 242 Ляэнемаа poly 225 294 271 387 233 585 38 511 21 363 Сааремаа poly 534 33 567 172 515 174 492 245 421 185 342 240 246 141 Харьюмаа poly 531 35 567 168 514 176 572 197 569 221 594 244 597 263 666 247 693 192 670 170 666 85 Ляэне-Вирумаа poly 669 77 667 170 693 192 665 246 704 273 805 244 874 107 Ида-Вирумаа poly 340 240 422 185 490 246 475 314 443 318 433 308 374 323 338 322 Рапламаа poly 270 375 337 318 373 327 433 307 486 314 477 352 453 361 449 408 484 421 446 495 345 546 Пярнумаа poly 476 309 515 173 573 197 569 223 594 243 596 275 546 317 505 340 484 335 491 313 Ярвамаа poly 454 365 479 348 482 334 505 338 545 319 597 366 602 379 591 454 560 462 527 507 458 486 487 418 445 401 Вильяндимаа poly 597 367 546 316 597 265 665 246 707 274 735 310 684 344 Йыгевамаа poly 600 365 676 347 748 300 809 443 731 412 662 452 637 439 591 461 Тартумаа poly 525 512 556 461 637 442 662 453 658 495 632 501 652 588 622 598 Валгамаа poly 656 492 660 452 732 412 806 445 840 514 756 522 753 501 Пылвамаа poly 634 502 659 493 756 502 756 521 816 524 765 612 654 619 Вырумаа Baker Hughes. Baker Hughes – Нефть сервис компанияһы. Ҙурлығы буйынса Schlumberger һәм Halliburton компанияларынан һуң өсөнсө урында тора. Ерҙе быраулау эштәрендә ярҙам менән мәшғүл. Донъяның 90 илендә эшләй. Baker Hughes компанияһы 1987 йылда Baker International һәм Hughes Tool Company компанияларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Газ. Газ — матдәнең айырым өлөшсәләре (молекула, атом, ион) үҙ-ара тартылыу көсө менән бәйләнмәгән агрегат хәле. Айырым өлөшсәләр ирекле һәм хаотик хәрәкәт итә һәм бер-береһе менән бәрелешә, бәрелешкәндән һуң уларҙың хәрәкәт характеры үҙгәрә. Тотороҡло шыйыҡ йәки ҡаты "агрегат хәле" булған матдәләрҙең газын пар тип атайҙар. Газ хәле — йыһанда матдәнең иң таралған "агрегат хәле". Газ һәм газ ҡатнашмалары химик үҙенсәлектәре буйынса күп төрлө — инерт газдарҙан алып шартлатҡыстарға тиклем. Атом һәм молекулаларҙан торған системанан тыш, ҡайһы саҡта фотон, электрон, плазманы газ тип ҡарайҙар. Этимология. «Газ» һүҙен беренсе тапҡыр Фландрия (Бельгия) тәбиғәтте тикшереүсеһе Я. Б. ван Гельмонтом (Jean Baptiste van Helmont), үҙе алған «Үле газ» (углекислый газ) өсөн ҡуллана. Рәсәйҙә М. В. Ломоносов газды билдәләү өсөн «һығылмалы шыйыҡса» терминын ҡуллана, ләкин был термин үҙләштерелмәй. Арка. Арка —дуға рәүешендә эшләнгән стенала (тәҙрәләрҙә, ҡапҡаларҙа, ишектәрҙә) йәки терәктәр араһында уйым йәки архитектур ҡоролма. Күп осраҡта арка стенала тәҙрә, ишек уйымдары өсөн эшләнә. Эсе материал менән тултырылған аркалар ҙа осрай. Бындай аркаларҙың маҡсаты — стенаның ныҡлығын арттырыу, аҫта ятҡан ҡатламға ауырлыҡ әҙерәк төшһөн өсөн эшләнә. Архитекторҙар төҙөлөш материалдарының ныҡлығын иҫәпләй белмәгән ваҡытта уҡ, был архитектура алымы билдәле булған. Ярымтүңәрәк арка. Ярымтүңәрәк арка — түңәрәктең яртыһы формаһындағы арка, түңәрәктең үҙәге менән арканың таяныу урына бер кимәлдә урынлаша. Йәйә арка. Йәйә арка – сирек түңәрәк формаһындағы арка. Боронғо Римдә бындай аркаларҙы тәҙрә уйымдарына ҡуйғандар. Уҡ арка. Парижда Ғайса пәйғәмбәрҙең әсәһе Соборы (Собор Парижской Богоматери) Көнсығышта аркалар ҡыҫылып, бер-береһе менән киҫешеп уҡ аркаға әйләнә. Шына. Шына — эш йөҙө осло мөйөшлө, призма формаһындағы ябай механизм. Эшкәртеүсе предметты айырыу, ярау, бүлеү өсөн ҡулланыла. Шына — «ауыш тигеҙлек» исемле механиканың төрө. Башҡорт телендә «йүкә шына ҡағыу» — «нимәлер алыу йәки нимәлер эшләтеү өсөн юрамал маҡтау» тигәнде аңлата. Тарихы. Шына ҡағыу бик күптән билдәле. 9000 йылдар элек Боронғо Мысырҙа карьерҙа таш аҡтарыу өсөн бронза шыналар ҡулланғандар. Шулай уҡ ағас шыналар ҡулланғандар. Ағас шыналарҙы еүешләгәс, улар бүртеп киңәйгәндәр. Индеецтар болон мөгөҙөн эшләгән шына менән ағас ярған, каноэ, торлоҡ һәм башҡа предметтар эшләгән. Эш принцибы. Эш йөҙөнә перпендикуляр йоғонто яһаған ике көс эш башҡара. Шына башҡарған "идеаль отош" — оҙонлоғоноң һәм тупаҫ яғы киңлеге сағыштырмаһына тиң. Шына оҙонораҡ һәм ослораҡ булған һайын көсө ҙурыраҡ була. "Реаль отош" ҡаршылыҡ көсөнә бәйләнгән. formula_1; IMA — идеаль отош, W — киңлеге, L — оҙонлоғо. Ҡулланыу. Шына ер өҫтөндә ятҡан ауыр предметтарҙы күтәреү, ағас ярыу өсөн ҡулланыла. Балта оҫталары предметтарҙы тура килтереү өсөн ҡуллана. Шына принципы балта, ҡырҡҡы, бысаҡ, ҡаҙаҡ, энә, ҡаҙыҡ кеүек эш ҡоралдарында ҡулланыла. Тыныслыҡ. Тыныслыҡ — ил, дәүләт тарихындағы төрлө хәрби хәрәкәт, һуғыш мәшәҡәттәр булмаған, тауышһыҙ, шау-шыуһыҙ осор. Тыныслыҡ халыҡтар именлеге мәнфәғәтендәге һуғышһыҙ тышҡы сәйәсәткә, солох килешеүенә һәм башҡа докуметтарға нигеҙләнә. Һуғыш башланғас тыныслыҡ боҙола. Ижтимағи һәм шәхси хәүефһәҙлекһеҙ тыныслыҡ булмай. Р. Джексон билдәләгәнсә, 1945 йылдан алып планетала барлығы 26 тыныс көн булған. Һуғыш һәм тыныслыҡ. Теләһә ниндәй һүғыш таҡсаты — тыныслыҡ булдырыу. Һуғыш маҡсаты — һүғышҡа тиклем булған тыныслыҡтан яҡшыраҡ тыныслыҡ булдырыу. Б. Г. Лиддел Гарт Һуғыш башланыр алдынан булған осор хәрби бәрелешкә әҙерләнеү менән һүрәтләнә. Дәүләт ҡазнаһынан хәрби ҡолалланыү өсөн аҡса бүленә. Халыҡҡты һуғышҡа әҙерләү башлана. Еңеүсе яҡтың ҡуйған шарттарына күнеп, һуғышты туҡтатҡас тыныслыҡ башлана. Һуғыштан һуң тыныс осор тыныслыҡты нығытыу, һүғыш емеректәрен төҙәтеү, иҡтисадты үҫтереү өсөн күп сығымдар иенән һүрәтләнә. Күп халыҡтарҙың сәләмләүе тыныслыҡ теләүҙе аңлата, мәҫәлән "Әссәләмәлейкум, Шалом Алейхем". Ойошмалар. Таныслыҡты һаҡлау өсөн дәүләттәр төрлө ойошмалар төҙөй. Мәҫәлән, Берләшкән Милләттә Ойошмаһы (БМО). Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы. Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы тыныслыҡ, халыҡтар дуҫлығы булдырыу өсөн ҙүр өлөш кереткән шәхестәргә бирелә. Тыныслыҡ күгәрсене. left Тыныслыҡ күгәрсене — Икенсе бөтә донъя һуғышынан һүң "Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгресынан" һүң популяр булған әйтем. "Беренсе Бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылыр конгрессы" 1949 йылда Парижда һәм Прагала үтә. Конгресс эмблемаһын Пабло Пикассо эшләй. Эмблемала суҡышында зәйтүн ботағы тотҡан аҡ күгәрсен төшөрөлгән. Тыныслыҡ һаҡлаусы территориялар. Ер шарында тыныслыҡ оҙаҡ һаҡланған территориялар бар. Иҫкәртмәләр. Көнсығыш Европа Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң 60 йыл тыныслыҡта йәшәй. Яңалиф. Яңалиф менән яҙылған башҡортса текст. Яңалиф (яңы əлифба һүҙҙәренән ҡыҫҡартыу; рәсми совет матбуғатында - "Новый тюркский алфавит") — Советтар Союзының бар төрки телдәре өсөн (шулай уҡ ҡайһы бер Төньяҡ Кавказ телдәре, монгол теле һәм был осорҙа бойондороҡһоҙ дәүләтле тува теле өсөн) 1928-1940 йылда ҡулланылған латин яҙмаһына нигеҙләнгән алфавит. 1920-1930-сы йылдарҙа Совет власы илдең аҙсылыҡ телдәрен латин әлифбаһына күсереүгә йүнәлтелгән сара алып барҙы. Тәүҙә (1921) күрше төрөк теленән үрнәк алып, латин әлифбаһына әзербайжан теле күсте; тиҙҙән быға өс Төньяҡ Кавказ теле - осетин, ингуш һәм балҡар теле ҡушылды. 1926 йылдың мартында Баҡыла үткән тюркология съезында төрки халыҡтар вәкилдәре ошо тәжрибәне өйрәнеп, уны башҡа телдәргә лә киңәйтеү файҙалы булыр, тип тапты. Махсус ойоштолған Яңалиф комитеты 1927 йылда ҡайтанан Баҡыла йыйылып, бар төрки телдәр өсөн латин яҙмаһында нигеҙләнгән яңы әлифбаны ҡабул итте. Яңы "Дөйөм төрки әлифба" 34 хәрефтән торған; айырым төрки телдәр өсөн (шул иҫәптән башҡорт теле өсөн дә) кәрәкле осраҡта өҫтәлмә хәрефтәр индерелгән. Яңалиф 1928 йылда СССР-ҙың бөтә төрки телдәре өсөн рәсми рәүештә индерелә. 1930 йылдарҙа Төркиә менән Советтар Союзының мөнәсәбәттәре шаҡтай насарайғас, яңалиф ашығыс рәүештә кирилл әлифбаһына нигеҙләнгән яңы алфавиттарға күсерелә. Хәҙерге ваҡытта яңалиф ҡулланыуҙан сыҡҡан. Яңалифтың 34 хәрефенең туғыҙы һуҙыңҡы өндәрҙе билдәләй; береһе - тамаҡ төбө ҡымтыу өнө өсөн (башҡортса "Ҡөрьән", "тәьҫир" һүҙҙәрендә һымаҡ) ҡулланылған апостроф ('). Сит телдәрҙән алынған исемдәрҙә өҫтәлмә хәрефтәр ҡуллынылыуы ла ихтимал булған. Башҡорт яңалифы. __TOC__ Башҡорт яналифы дөйөм яңы төрки әлифбаһына нигеҙләнеп, үҙенсәлекле өндәр өсөн ике өҫтәлмә хәреф индергән. 1930-сы йылдарҙа башҡорттарҙың бик күбе яңалиф нигеҙендә уҡырға-яҙырға өйрәнә. Бөйөк Ватан һуғышына киткән башҡорт ир-атының күпселеге туған-ырыуҙарына хаттарын был алфавитта яҙған; ошо осорҙа ситкә күскән башҡорттар 1950 – 1960 йылдарҙа ла яңалиф менән яҙыуы билдәле. 1940 йылда башҡорт теле хәҙерге кириллица-нигеҙле алфавитҡа күсерелә. Наръяна ңэрм (гәзит). Наръяна Ңэрм, ненецса — Ямал-Ненец автономиялы округында (Салехард ҡалаһында) ненец телендә сығарылған ижтимағи-сәйәси гәзит. Күләме — 4 бит. Тиражы — 800-1000 дана. Ҡушымтаһы — балалар өсөн "Мынико" гәзите. Баш мөхәррире — Яунгад ("Яуңад") Хабэча Хывар улы. Башҡортостан уҡытыусыһы (журнал). Башҡортостан уҡытыусыһы — Башҡортостан Республикаһының ғилми-педагогик һәм методик айлыҡ журналы. 1920 йылдың февраль айында журналдың беренсе һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында (ул ваҡытта – Кесе Башҡортостандың баш ҡалаһы) «Мәғариф эштәре» исеме менән донъя күрә. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм сәйәсәт талаптарына ярашлы, йөкмәткеһе, шулай уҡ исеме лә алмашына. 1924 йылдан журнал Өфө ҡалаһында - «Белем», 1931 йылдан «Культура революцияһы» исеме менән баҫыла. Журнал белемһеҙлекте бөтөрөүҙә ҙур роль уйнай, башланғыс һәм ете йыллыҡ белем биреү, әҙәби башҡорт телен индереү проблемаларын яҡтырта. Уның ярҙамы менән башҡорт милли мәктәбе нигеҙҙәре практикаһы, беренсе дәреслектәр, уҡыу-методик ҡулланмалары индерелә. Хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы» исеме менән журнал 1936 йылдан баҫыла башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уҡытыусылар өсөн хеҙмәт итә. 2011 йылдың февралендә «Башҡортостан уҡытыусыһы» ғилми-педагогик һәм методик журналы үҙенең 90 йыллығын билдәләй. Ҡорбанғәлиев, Мөхәммәт-Ғабдулхай. 1930-сы йылдар башы. Японияның национализм лидерҙары һәм илдәге төрки берләшмәләрҙең етәкселәре. Мөхәммәт-Ғабдулхай Ҡорбанғәлиев - артҡы рәттә, һулдан икенсе Мөхәммәт-Ғабдулхай Ҡорбанғәлиев ("шулай уҡ Ҡорманғәлиев", 1889— 22 август 1972) — күренекле башҡорт дин әһеле, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1889 йылда Ырымбур өлкәһенең Силәбе өйәҙенең Мөхәммәт-Ҡолой улусының Мәҙиәк ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында) ауылдың имам-хатибы ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Ғәбиҙулла (халыҡ араһында "аҡhаҡ ишан" ҡушаматы менән билдәле) дин әһеле булараҡ Арғаяш башҡорттары араһында киң танылған була, күп мөриттәрҙе етәкләй. 1914 йылда Мөхәммәт-Ғабдулхай тыуған ауылында мәҙрәсәне тамамлай. Был мәҙрәсәне атаһы 1885 йылда нигеҙләгән була. 1916 йылда Петербург мосолмандар округының етәксеһе вазифаһын башҡара башлай. Хәҙерге Силәбе өлкәһенең көньяғында башҡорт милли берәмеге —Арғаяш милли округын ойошторған ижтимағи-сәйәси төркөмдә әүҙем роль уйнай. 1917 йылда 1-се һәм 2-се башҡорттар ҡоролтайында ҡатнаша; бында ул Башҡортостан мосолмандары өсөн бойондороҡһоҙ дини идаралыҡ кәрәк, тип сығыш яһай, ерҙе дөйөмләштереү тәҡдимдәренә ҡаршы сыға. Атаһы менән бергә, башҡорт милли дәүләтселек хәрәкәтендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең төп оппоненты булып тора. Башҡорт автономияһын юғалтмаҫ өсөн Вәлиди Совет власы яғана күскәс, Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев был аҙымды ҡабул итмәй — бөтә башҡорттар исеменән ул А. В. Колчака хакимлеген яҡлау тураһында иғлан итә. Аҡтар хәрәкәтенә ҡушыла, Колчактың ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарында етәкселек итә. 1919 йылдың йәйендә Силәбелә йәнә бер башҡорттар ҡоролтайын ойоштороп маташа, аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә. Башҡорттарҙың рухи һәм дини берҙәмлеген һаҡлап ҡалыу өсөн Аҡтар хәрәкәтенең башлыҡтары, атап үткәндә генерал Владимир Каппель, барон Унгерн фон Штернберг, атаман Григорий Семёнов менән хеҙмәттәшлек итә. 1920 йылдың октәбрендә колчактың ғәскәрҙәре Чита ҡалаһын ҡыҙылдарға тапшыра. Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев илдән Маньчжурияға күсә. Унда ул дин өлкәһендә имам һәм мөҙәрис булараҡ эшмәкәрлек ҡыла, күскен башҡорттарҙы милли ғөрөф-ғәҙәтте тотоу һәм туған телдә уҡытыу өсөн туплай. Манчжурияла яйлап Японияның йоғонтоһо көсәйә. 1924 йылда Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев Японияға күсә, Токиола мосолман мәхәлләһен туплай һәм унының дини идаралығын үҙ өҫтөнә ала. 1927 йылда Япония мосолмандары өсөн мәктәп аса. 1928 йылда бөтә Япония мосолмандары йыйынын ойоштора. Ғәрәп телендә китап баҫтырыр өсөн махсус типография аса. Ислам динен таратып, бөтөн Японияны йөрөп үтә; урал-алтай халыҡтары һәм уларҙың тарихы тураһында бер нисә китап сығара. 1932—1936 йылдарҙа Манчжоу-Го дәүләтендә (хәҙерге Манчжурияла) мосолмандар ойошмаһын нигеҙләй; ошо дәүләттеге Мукден ҡалаһында мәҙрәсә аса. "«Япон Мөхбире»" исемле журнал баҫтыра башлай, Алыҫ Көнсығышта беренсе тапҡыр Ҡөрьәнде баҫтыра. Корея һәм Манчжурияның эре сауҙагәрҙәре менән тығыҙ мөнәсәбәттәр ҡора. Японияның осорҙағы сәйәси һәм ижтимағи етәкселәре (Японияның ғәскәри етәкселәре: Огасавара Наганари, Нанго Здиро; сәйәсмәндәр: граф Окума Сигэнобу, Тояма Мицуру) менән яҡындан таныш була. Японияның финанс олигархияларынан аҡса алып тора. 1938 йылдың 12 майында Токиола уның етәкселегендә төҙөлгән мәсет асыла. Ул осорҙа Японияла торған мосолмандар илдең тышҡы сәйәсәтендә әүҙем ҡатнаша һәм тора-бара уның Азия илдәрендә үткәргән баҫҡынсылыҡ сәйәсәтенә йәлеп ителә. Әммә-ләкин Мөхәммәт Ҡорбанғәлиевтың әүҙемлеге Японияның мосолмандарға ҡарата берҙәм сәйәсәтенә ҡаршы төшә, һәм илдең эске эштәр министрлығы уны "үҙ ирке менән" Манчжуриялағы Далянь ҡалаһына күсергә мәжбүр итә. Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев исламдың Японияла урыны башҡа диндәр менән тиң булырға тейеш, тип эшмәкәрлек йөрөтә. Һөҙөмтәһендә, 1939 йылда илдең премьер-министры Киитиро Хиранума, ислам Японияла буддизм һәм христиан дине менән тиңдәш, тип белдерә. 1945 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғас, Мөхәммәт Ҡорбанғәлиевты совет ғәскәрҙәре тотҡон итә. Мәскәүгә килтереп, уны хөкөм итәләр. 1955 йылғаса ул Владимир ҡалаһында төрмәлә ултыра. Иреккә сыҡҡас, ул Өфөгә килә, шунан Силәбегә ҡайта. Силәбелә ул ғүмер аҙағына хәтлем мулла вазифаһын башҡара. Хайуандар көнө. Хайуандар көнө йәиһә Бөтә Донъя хайуандарҙы яҡлау көнө () — кешеләр иғтибарын хайуандар проблемаһына йүнәлтеүгә саҡырған халыҡ-ара көн. 4 октябрь көнөндә билдәләнә. Был көнө билдәләү тураһында ҡарар 1931 йылда Флоренцияла ҡабул ителә. Монархия. Мона́рхия (дәүләт власы бер кеше — монах (король, батша, император, герцог, эрцгерцог, солтан, әмир, хан һ.б.) ҡулында булған идара итеү формаһы. Ҡағиҙә булараҡ власть мираҫ буйынса бирелә. Шулай уҡ власть үҙәктә, йәғни башҡалала тупланған булыуы мөмкин. Ошоға оҡшаш сәйәси ҡоролош Киев Русендә булған. Абсолют монархия. Абсолют монархия (— тулы, шартһыҙ) — дәүләттең тулы власы (закон сығарыу, башҡарыу, суд, ҡайһы саҡта дини) бер кеше ҡулында булған монархияла идара итеү формаһы. Монархия — диктатура һәм республиканан алда килгән идара итеү формаһы. Монархияны XVIII быуатҡа тиклем барлыҡҡа килгән барлыҡ дәүләт тә кисерә. Үҙенсәлектәре. Абсолют монархияла власть үҙәктә туплана, бюрократия аппараты, даими армия, полиция, социаль ҡатлам тармаҡтары үҫешә. Көнбайыш Европала абсолют монархияның иң көслө сағы XVII—XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәйҙә абсолютизм XVIII — XX быуат башына тура килә. Хәҙерге заман. Хәҙерге заманда бер ниндәй шартһыҙ 6 дәүләтте абсолют монархия тип атап була: Бруней, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Ҡатар һәм Ватикан. Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге — 7 абсолют монархиянан торған федератив дәүләт. Ватикан хәҙерге замандағы берҙән-бер теократик монархия. Конституцион монархия. Конституцион монархия — идара итеүсе монархтың власы конституция менән сикләнгән монархия. Конституцион монархияла закон сығарыусы власть — парламент, башҡарыусы власть — хөкүмәт. Ғәҙәттә монархтың власы юридик контрасигнатура (ғәмәлләштереү өсөн министрҙың яуаплылыҡ имзаһы) менән сикләнгән. Монарх ҡулында реаль власть юҡ. Уның даирәһендәге министрҙарҙы тәғәйенләү, һуғыш башлау, солох килешеүе төҙөү һ.б. дәүләт эштәре парламент тарафынан раҫланғас ҡына көсөнә инә. Монарх «идара итмәй, ә батшалыҡ итә». Шулай ҙа ул дәүләт вәкиле, дәүләт символы булып ҡала. Дуалистик монархия илдәре: Иордания, Марокко, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге. Конституцион монархия: Бөйөк Британия, Нидерландтар, Бельгия, Дания, Норвегия, Швеция, Испания, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Андорра, Япония, Камбоджа, Малайзия, Таиланд, Бутан, Лесото, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Соломон утрауҙары, Гренада, Ямайка, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Китс һәм Невис. Парламентар монархия. Парламентар монархия — монархтың власы конституция һәм парламент менән сикләнгән конституцион монархия төрө. Монархтың бер ниндәй ҙә власы юҡ, тик векәләтлек фунцияһын ғына башҡара. Бындай дәүләттә монархтың роле бөтөнләй юҡ тип әйтеү дөрөҫ булмай. Дәүләт вәкиле булараҡ ул халыҡ ихтияжын яҡлай, тышҡы сәйәсәттә, көрсөк һәм эске конфликттар ваҡытында төрлө функциялар башҡара. Дуалистик монархия илдәре: Иордания, Марокко, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге. Конституцион монархия: Бөйөк Британия, Нидерландтар, Бельгия, Дания, Норвегия, Швеция, Испания, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Андорра, Япония, Камбоджа, Малайзия, Таиланд, Бутан, Лесото, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Соломон утрауҙары, Гренада, Ямайка, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Китс һәм Невис. Меркурий (планета). Меркурий —Ҡояшҡа иң яҡын планета. Меркурий астероидтәр орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. 2006 йылда Плутонды планеталар статусынан мәхрүм иткәс Меркурий иң бәләкәй планета булып ҡалды. Меркурий өҫтөнә ҡояш нурҙары Ер йөҙөнә ҡарағанда туғыҙ тапҡыр артығыраҡ төшә. Планетаның ҡояш нурҙарынан һаҡлай торған атмосфера ҡатламы юҡ. Көндөҙ температура +429С етә. Был Ҡояш систкмаһындағы иң эҫе урындарҙың береһе. Төндә температура -180С төшә. Был планета Ҡояш тирәләй яҡынса 88 көн (Ер тәүлеге) әйләнә. Тышҡы күренеше менән Меркурий Айҙы хәтерләтә, уның өҫтө лә кратерҙар менән телгәләнгән. Меркурийҙың юлдашы (Айы) юҡ, шуға төнөн ҡараңғы. Атмосфераһы бик һирәк. Планетаның тимер төшө булғанға, Ерҙекенән 0,1 тәшкил иткән магнит ҡыры бар. Планетаның хәрәкәт итеүе. Оҙаҡ ваҡыт Меркурий Ҡояшҡа бер яғы менән генә ҡарай, йәғни Меркурий тәүлеге бер Меркурий йылына тигеҙ тип тип иҫәпләнә ине. Аҙағыраҡ Меркурий тәүлеге 2/3 йылға тигеҙ икәне асыҡланды. Ҡояш яҡын булғанға планетаның әйленеү тиҙлеген тотҡарлай. Бер йыл (Меркурий йылы) эсендә Меркурийҙа бер ярым тәүлек үтә. Венера (планета). Венера — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе эске планета. Венера ла, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. Венера күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Венера Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны "Шәреҡ йондоҙо", йәки "Сулпан йондоҙо" тип атайҙар. Венера Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Венера ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Венераның йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Венераның рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Венерала углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла. Бик борон Венера йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған. Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Венера йөҙө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Венерала плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла. Венерала атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М.В. Ломоносов аса. Ибраһими диндәр. Ибраһими диндәр — боронғо семит халыҡтарының уртаҡ дини йолалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән монотеистик (бер Аллаға ышаныусан) диндәр төркөмө. Риүәйәттәр буйынса, бөтә семит халыҡтарының шәжәрәһе Ибраһим пәйғәмбәргә барып тоташа — "ибраһими диндәр" атамаһы ошонан килә. Донъяла киң таралған ибраһими диндәр һанына йәһүҙилек, христианлыҡ һәм ислам инә. Йәһүҙилек үҙен Ибраһим пәйғәмбәрҙең ейәне Яҡуп тоҡомоноң дине тип таныта — туфан ҡалҡҡандан һуң кеше нәҫелен тергеҙгән Нухтың иң яратҡан улы Сам булған, Ибраһим иһә Самдың тура тоҡомонан килә. Христианлыҡ I быуатта йәһүҙилектең бер йүнәлеше булараҡ башланып, үҙенсәлекле ҡараш-тәртиптәрен тиҙ үҫтерә һәм айырым дингә әүерелә; уның айырмалы һыҙаттарының иң мөһиме — йәһүҙилектең "айырым алынған халыҡтың махсус дине" үҙаңы урынына "бар халыҡтарҙың дини берләшмәһе" (йәғни христиан сиркәүе) идеяһы. Ислам VII быуатта Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан Ҡөрьән тәғлимәттәренә терәлеп нигеҙләнә; уның тәү тамырҙары йәһүҙилек һәм христианлыҡ менән йәнәш килә һәм ерле ғәрәп ғөрөф-ғәҙәттәренә таяна. Исламдың үҙенсәлекле һыҙаты ─ христианлыҡҡа оҡшаш бөтә кешеләр һәм бар халыҡтар өсөн асыҡ булыуы һәм шул уҡ ваҡытта христианлыҡтың ҡатмарлы "бер уҡ ваҡытта бөр бөтөн һәм өс заттан тороусы" тигән Аллаға ҡарашы урынына асыҡтан-асыҡ берҙәм монотеистик ҡарашы. Бөгөнгө көндә ошо өс динде барлығы 3.8 миллиард самаһы кеше тота — был ер йөҙөндә торған бөтә халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә. Ибраһими диндәр донъяла таралған башҡа диндәргә, әйтеп үткәндә индуизмға, буддизмға, сикхизмға, джайнизмға, конфуцианлыҡҡа һәм даосизмға ҡаршы ҡуйыла. Был диндәр Һиндостанда таралған дхармик һәм Көнсығыш Азияла таралған даоик дин төркөмдәренә ҡарай. Ҡояш системаһы. Ҡояш системаһы — үҙәгендә Ҡояш, һәм уның тир тирәләй әйләнеп йөрөгән бөтә тәбиғи объекттарҙы берлештергән планеталар системаһы. Бөтә объекттарҙа Ҡояш менән гравитация көсө менән бәйле һәм эллиптик орбита буйынса Ҡояш тирәләй хәрәкәт итә. Дүрт эске планета (Меркурий, Венера, Ер, Марс) Ер группаһындағы планета тип атала. Башлыса улар силикат һәм металдарҙан тора. Дүрт тышҡы планета (Юпитер, Сатурн, Уран, Нептун) Ер группаһындағы планеталарҙан ауырыраҡ һәм баглыса волород һәм гелийҙан торалар. Уларҙы газ гиганты тип атайҙар. Ҡояш системаһында бәләкәй есемдәр менән тулған ике өлкә бар. Марс һәм Юпитер орбиталары араһында астероидтар поясы урынлашҡан. Нептун орбитаһынан алыҫыраҡ транснептун объекттары урынлашҡан. Бында Церера, Плутон, Хаумеа, Макемаке һәм Эрида тигән кәрлә планеталар урынлашҡан. Быларҙан тыш Ҡояш тирәләй меңләгән ваҡ есемдәр хәрәкәт итә. Кейекбаев, Жәлил Ғиниәт улы. Жәлил Кейекбаев — филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы. 1911 йылдың 25 октябрендә Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында тыуған, 1968 йылда вафат булған. Жәлил Кейекбаев Башҡорт педогогия техникумын тамамланғандан һуң Мәскәү Беренсе сит ил телдәре институтында уҡый. Һуңынан мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында немец теле уҡыта. 1949 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире, проректор булып эшләй. Ғалим башҡорт тел ғилеме, төрки Урал-Алтай телдәре буйынса йөҙҙән артыҡ хеҙмәт яҙа. Башҡорт теленең тарихи фонетикаһы һәм Урал-Алтай телдәренең сағыштырма-тарихи морфология өлкәһендә уңышлы эшләне. Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеше, диалекттары, ер-һыу атамалары, лексикаһы һәм фразеологияһы буйынса тикшереүҙәр алып барҙы, дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары яҙҙы. Телсе-ғалим бер нисә сит телде яҡшы белде: немецсанан, венгерсанан башкортсаға туранан-тура тәржемәләр яһаны. Әҙәбиәт өлкәһендә уңыштары ҙур. «Туғандар һәм таныштар» романын, повестар, ҡобайырҙар, әкиәттәр яҙҙы. Ғалимға Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән исем бирелде, ул орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. "Һинд легендаһы" спектакленән күренеш. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып барлыҡҡа килгән милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Театр 1932 йылда ойошторола. Театрҙың репертуарын «Ҡамыр батыр» (И. Раулев), «Ҡара тауыҡ» (И. Погорельский), «Һарынуш» (И. Байбурин) һымаҡ балалар өсөн спектаклдәр тәшкил итә. Бынан тыш, театр өлкәндәр өсөн дә тамашалар ҡуя: «Аҡ пароход» (С. Айытматов), «Ҡара йөҙҙәр» (М. Ғафури), «Ташлама утты, Прометей!» (М. Кәрим) һ.б. Ырымбур, Екатеринбург, Санкт-Петербург ҡалаларында халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Германия, Польша, Швеция, Швецария илдәрендә гастролдәрҙә була. 1976 йылда театр яңы бинаға күсә. 1988 йылда «Һинд легендаһы» спектакле өсөн театр Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була. А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театры. Сибай башҡорт дәүләт театры — Башҡортостанда икенсе башҡорт профессиональ театры. 1931 йылда Баймаҡ ауылында педагог-режиссер Мөкәрәмә Мәһәҙиева тәрбиәләнеүселәре тарафынан нигеҙләнә. Театр ойошторолоу тураһында Башҡортостан хөкүмәте ҡарары сыға. Башҡорт театр сәнғәте йондоҙо Арыҫлан Мөбәрәков та ошо театрҙа эшләй башлай. 1930 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз башҡорт театры тип атала. Театр «Ҡарағол» (Д. Юлтый), «Һаҡмар» (С. Мифтахов), «Өйләнеү» (Н. Гоголь), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (Н. Островский) пьессаларын сәхнәләштерә. Икенсе бөтә донъя һуғышы башланған театр эшен туҡтатып тора. Күп актерҙар, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Һуғышҡа киткән 19 кешенең 2-һе генә әйләнеп ҡайта. 1957 йылда театр Сибай ҡалаһына күсә. 1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы А. Мөбәрәков исеме бирелә. 2004 йылда театр яңы бинаға күсә. "Нур" Өфө дәүләт татар театры. «Нур» Өфө дәүләт татар театры — Өфө ҡалаһында эшләп килгән татар театры. Өфөлә татар театрын 1912 йылда Ҡазанда «Сәйәр» театры актрисаһы Сәхипьямал Ғиззәтуллина-Волжская ойоштора. Труппа 1918 йылға тиклем эшләй. 1989 йылда бер төркөм активистар татар театрын тергеҙә. Театр баштараҡ театр-студия булараҡ эшләй. 1991 йылда театрға дәүләт статусы бирелә. Театр төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша. 1996 йылда Ҡазанда К. Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призына Мөнирә Сәйетова лайыҡ була. 1997 йылда Стәрлетамаҡта үткән «Театр яҙы-97» фестивалендә «Иң яҡшы актёр дуэты» призын Башҡортостандың халыҡ артистары Сәүиә Сираева менән Дәриға Фәйзуллина ала. 1998 йылда Ҡазанда К. Тинчурин исемендәге театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» призы Фахруллина Резидаға бирелә. 2001 йылда Өфөлә III Республика балалар спектаклдәре фестивалендә Салауат Нурисламовҡа «Иң яҡшы ирҙәр роле» призы бирелә. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры — Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп килгән драма театры. Театрҙың рәсми асылған көнө булып 1991 йылдың 7апреле иҫәпләнә. Был көндө театр беренсе спектаклен күрһәтә. Театрҙың беренсе худлжетво етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Гөлдәр Ильясова менән бер рәттән Башҡортостандың халыҡ артистары Кинйәбикә Исламғолова, Рәфиға Ғалина, Таһир Искәндәров, драматург Илшат Йомағоловтар эшләй. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры бик күп республика һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. 1994 йылда театр «Театр яҙы-94» фестивалендә Флорид Бүләковтың «Онотолған доға» спектакле өсөн С. Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Театр ижады менән Санкт-Петербург, Силәбе, Екатеринбург, Ҡазан, Яр Саллы,Златаус, Миәс, Ырымбур, Орск тамашасылары таныш. Театр гострольдәргә Франция, Япония, Бельгия, Төркиәгә сыға. 2008 йылдың декабрендә театр «Белоруссияла Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә» ҡатнаша. М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры. М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры — Өфө ҡалаһындағы театр. Театр 1989 йылда йәш тамашасылар театры булараҡ асыла, һүңынан 1995 йылда, Башҡортостан Республикаһының министрҙар кабинеты ҡарары нигеҙендә, милли йәштәр театры тип исемләнә. Театр асылғандан башлап бында күренекле сәхнә эшмәкәрҙәре эшләй: О. Ханов, Р. Кәримова, Ә. Әбушахманов, С. Сираевалар. Театрҙың үҙенсәлеге репертуар йәш тамашасыға өсөн булыуҙа ғына түгел, ә рус һәм башҡорт труппалары булыуҙа. Театр ижади багажын сит ил, рус, башҡорт классик әҫәрҙәрен ҡуйыуҙан туплай. Театр бик күп фестивальдәрҙә ҡатнаша. Амстердам. Амстерда́м (нидерл. "Amsterdam") – Нидерландтарҙың башҡалаһы. Төньяҡ Голландия провинцияһында урынлашҡан. Амстердам каналы ярҙамында Төньяҡ диңгеҙ менән тоташа. Марс (планета). Марс — Ҡояш системаһында дүртенсе планета, ҙурлығы буйынса етенсе планета. Был планета Боронғо Рим һүғыш аллаһы Марс хөрмәтенә аталған. Марсты, өҫтө ҡыҙыл тимер окисы (III) менән ҡапланған өсөн, ҡайһы берҙә «Ҡыҙыл планета» тип атайҙар. Дөйөм мәғлүмәт. Марс — һирәк атмосфералы Ер группаһында планета. Марс планетаһының үҙенсәлектәре: Айҙағы кеүек үҙәндәр, вулкандар, бәрелеүҙән барлыҡҡа килгән кратерҙар; Ерҙәге кеүек сүллек, поляр шапкалар бар. Олимп тауы исемле һүнгән вулкан — Ҡояш системаһындағы иң бейек тау, ә Маринер үҙәне иң тәрән каньон. Ер группаһына оҡшашлығына өҫтәп әйтергә була, Марстың әләнеү периоды Ерҙеке кеүек, тип уның климаты һалҡын һәм ҡоро. "Маринер-4" () космос аппараты Марсҡа төшкәнгә тиклем тикшереүселәр планетала шыйыҡ хәлдә һыу бар тип иҫәпләй ине. Был фекер планетала яҡты урындар ҡараңғы урындар менән алышыныуы менән нигеҙләнгән ине. Поляр киңлектә континент һәм диңгеҙҙәр кеүек күренә ине. Планета өҫтөндәге бураҙналар һүғарыу каналдары кеүек күренә ине. Һуңыраҡ бындай каналдар бөтөнлә булмауы иҫбат ителде. Һауа баҫымы бик түбән булғанға һыу ирекле хәлдә булыуы мөмкин түгел. Марстың ике тәбиғи юлдашы Фобос һәм Деймос (боронғо грек мифологияһындағы Арестың улдары исеменән, «ҡурҡыныс» һәм «ҡот осҡос» тигәнде аңлата). Атмосфера һәм климат. Экваторҙа температура төш ваҡытында +30 °C тирәһе, төн уртаһында -80 °C. Полюстарға яҡын -123 °C тиклем төшә. Марс атмосфераһы углекислый газдан тора һәм бик һирәк. Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 160 тапҡыр түбәнерәк, уртаса 6,1 мбар. Ҡасандыр, бик күптән, Марс атмосфераһы тығыҙ, ә климаты йылы һәм дымлы булған, планетала шыйыҡ хәлдә һыу булған һәм ямғырҙар яуған, тигән фекерҙәр бар. Атмосфера 95% углекислый газдан, 2,7% азоттан, 1,6% аргондан, 0,13% кислородтан, 0,1% һыу парынан, 0,07% угар газдан тора. Марс ионосфераһы 110 — 130 км бейеклеккә етә. «Марс экспресс» космос аппараты тикшереүе буйынса атмосферала метан булыуы асылған. Марс шарттарында был газ бик тиҙ тарҡала, шуға күрә даими газ сығанағы булырға тейеш. Был сығанаҡ вулкандан, йәки бактериялар эшмәкәрлегенән. Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры. Башҡортостандың рус академия драма театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан драма театры. Тарихы. 1772 йыл — Өфөлә беренсе театр тамашаһын тиҙ генә әҙерләнгән сәхнәлә һөргөндәге поляк интеллегенцияһы әҙерләп күрһәтә. 1841 йыл — Антрепренёр (шәхси театр тотҡан кеше) Н.А. Соколовтың беренсе профессиональ театр труппаһы эшләй башлай. 1861 йыл — Өфөлә беренсе театр бинаһы төҙөлә. Ул хәҙерге Матросов, З.Вәлиди, Цюрупа, Туҡай урамдарының квадратында урынлашҡан була. Театр 400 урынлыҡ тамашасыға иҫәпләнгән була. 1861 йылды Республика рус драма театры асылған йыл тип иҫәпләргә була. 1890 — 1891 йылдың ҡышында театрҙа Семенов-Самарский опера театры сығыш яһай, был операла әлегә берәүгә лә таныш булмаған, Федор Иванович Шаляпин хорҙа йырлай. 1891 йылдың 31 декабрендә театрҙа янғын сыға. 1894 йылда Өфөлә билдәле хәйриә эшмәкәре, спирт-араҡы һәм пиво заводы хужаһы В. А. Виденеев ағастан йәйге театр бинаһын төҙөй. Үкенескә ҡаршы, театр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. Совет осоро. Совет хөкүмәтенең 1919 йылдың 26 августы «Театр эшен берләштереү» тигән декреты нигеҙендә дәүләт театр контораһы ойошторола. Театрҙы асыу 1919 йылдың 7 ноябрендә үтә. Был көндә Октябрь революцияһының 2 йыллығына «Азатлыҡ» исемле коммунистик апофеоз (маҡтау) һәм Р. Лоарҙың «Король Арлекин, йәки тәхеттәге кәмитсе» («Король Арлеаин, или Шут на троне)» трагикомедияһы күрһәтелә. 1931 -1941 йылдар — театрҙың үҫеш йылдары. Был йылдарҙа театр 150 әҫәрҙе сәхнәләштерә. 1935 йылда рус сәхнәһендә беренсе тапҡыр башҡорт пьессаһы — А. Таһировтың «Алатау» драмаһы ҡуйыла. 1939 йылдан 1982 йылға тиклем театр Гоголь урамындағы бинала урынлаша (хәҙерге Башҡорт дәүләт филормонияһы). 1982 йылда театр Октябрь проспектындағы яңы, техник яҡтан йыһазландырылған бинаға күсә. Театр — бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәре лауреаты. Туймазы татар дәүләт драма театры. Туймазы татар дәүләт драма театры —Туймаза ҡалаһында эшләгән драма театры. Театр асыу тураһында 1990 йылдың 6 апрелендң Башҡорт АССР-ы министрҙар советының 78 һанлы ҡарары сыға. Ошо ҡарар нигеҙендә ҡала башҡарма комитеты Суворов урамындағы мәҙәниәт һарайын драма театры ҡарамағына бирергә тигән ҡарар сығара. 1991 йылдың майында «Родина» мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҡ халфаҡ» спектакле күрһәтелә. Беренсе театр миҙгеле 1991 йылдың 1 декабрендә башлана. Был көн театрҙы рәсми асыу көнө тип иҫәләнә. 1992 йылда театр ҡарамағына «Геофизаппаратура» заводының клубы бирелә. Театр Республика һәм Рәсәй кимәлендәге фестивальдәрҙә уңышлы ҡатнаша. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөләге театр, архитектура ҡомартҡыһы, мәҙәниәт хазинаһы. Тарихы. 1909 йылда, Өфө губернаһында тыуып үҫкән бөйөк рус яҙыусыһы С.Т. Аксаковтың вафат булыуына 50 йыл тулыуға, губернаторҙың тәҡдиме буйынса Өфөлә халыҡҡа сәнғәт, мәҙәниәт, аң-белем килтерерлек Аксаков халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ителә. Бөтә Өфө губернаһынан, хатта күршеләрҙән дә аҡса йыйыла. Ленин (Үҙәк) һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә ҡыҙыл кирбестән бина ҡалҡып сығыуға һуғыш та, революциялар ҙа ҡамасаулай алмай. Бында башҡорт драма, рус, йәш тамашасы, ҡурсаҡ театрҙары эшләй башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай. Театр 1938 йылдың 14 декабрендә тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б.Вәлиева, Ш.Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль – Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһы ҡуйыла. М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистар труппаны тулыландыра. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, З.Насретдинова, Х.Сафиуллин, Ф.Саттаров килә. Театр эргәһендәге балет студияһында Рудольф Нуриев шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев 1953 йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана. 1993 йылдың мартынан күренекле хореограф Юрий Григоровичтың инициативаһы менән театр сәхнәһендә Р.Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестивале үткәрелә. Опера һәм балет театры сәхнәһендә тәүге милли балет тыуа, беренсе башҡорт операһы ҡуйыла, милли композиторҙар мәктәбе барлыҡҡа килә һәм нығына. Балет артистары – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары, дипломанттары һәм призерҙары. Башҡортостан балетының донъя баҫҡыстарына сығыуы хәҙерге замандың бөйөк хореографы Юрий Григоровичтың исеме менән бәйләнгән. Бөйөк рус йырсыһы Ф.Шаляпиндың дебюты Өфөлә үтә, шул айҡанлы 1991 йылдан алып йыл һайын театр сәхнәһендә Рәсәй һәм сит йондоҙҙары ҡатнашлығында сағыу музыкаль ваҡиға – “Шаляпин кисәләре – Өфөлә” Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале үткәрелә. Театр репертуары. Коллектив сит ил һәм ватан классикаһының иң яҡшы өлгөләрен сәхнәләштереүгә йүнәлеш тота. Репертуар нигеҙен Чайковский, Бородин, Римский-Корсаков, Верди, Бизе, Пуччини, Моцарт, Россини, Минкус, Адан әҫәрҙәре тәшкил итә. З. Исмәғилевтың “Ҡаһым түрә” халыҡ-музыкаль драмаһы “Дирижерҙың иң яҡшы эше” (дирижеры – А.Людмилин) номинацияһында “Алтын битлек” Милли театр премияһына лайыҡ булды. З.Исмәғилевтың “Салауат Юлаев”, “Аҡмулла”, С.Низаметдиновтың “Ай тотолған төндә” һәм «Memento» милли опералары репертуар биҙәге булып тора. Беҙҙең опера йондоҙҙары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Йәмил Әбделмәнов, Раил Кучуков, Светлана Арғынбаева, Геннадий Родионов һәм башҡаларҙың исемдәре киң билдәле. С.Прокофьвтың «Ромео һәм Джульетта», «Золушка», А.Адандың «Жизель», Л.Минкустың «Баядерка» балеттары. Л.Исмәғилеваның “Арҡайым” балеты премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Балет солистары Гөлсинә Мәүлиҡасова, Гүзәл Сөләймәнова, Елена Фомина, Руслан Мөхәмәтов, Илдар Мәнәпов, Римма Закирова, Гөлнара Хәлитова һәм башҡалар һоҡланғыс сығыш яһай. Репертуар планында балалар өсөн спектаклдәргә ҙур иғтибар бирелә. Директоры БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре В.Г. Рихтер етәкселегендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы мауығып яңы спектаклдәр өҫтөндә эшләй, ижади пландар менән янып йәшәй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына ҡарата Мәскәүҙә, Башҡортостандың Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә, З. Исмәғилевтың “Урал илселәре” операһы һәм Л.Исмәғилеваның “Арҡайым” балеты ҡуйылды. Мормон китабы. Мормон китабы — Ғайсаның Һуңғы көндәрҙәге изгеләре сиркәүе () ағзалары араһында изге тип иҫәпләнгән яҙма. «Мормон китабы: Нефиянан алынған япраҡҡа Мормон ҡулы менән яҙылған бит» исеме менән беренсе тапҡыр 1830 йылдың мартында Джозеф Смит нәшер иткән. Смит аңлатыуынса һәм шулай уҡ китапта яҙылғанса, Мормон китабы билдәһеҙ «үҙгәртелгән египет телендә» алтын таҡтаға ҡырып яҙылған булған. Салауат башҡорт дәүләт драма театры. Салауат башҡорт драма театры — Салауат ҡалаһындағы драма театры. Тарихы. Театр тарихы 1933 йылдан башлана. Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ балыҡҡа килә. Был театрға нигеҙ һалыусы Елизавета Шляхтина-Сыртланова булған. Ул – башҡорт театрында иң тәүге профессиональ актрисаларҙың береһе. Был труппаның составына ике актерҙар ғаиләһе ингән – Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулап йөрөгән. Уларҙың эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамаған. Театр артистары өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй ҙә уңайлыҡтар булмаған. Улар баракта, һуңынан төрлө уңайһыҙ бинала, сәхнәһеҙ көйө эшләргә мәжбүр булған. Театрға яңы директор – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, хәҙерге көндә Салауат ҡалаһының почетлы гражданы Марс Яппаров килеү менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Салауат театрына данлыҡлы Вәзих Сәйфуллин 1965 1 йылдарҙа килә һәм унда 35 йыл буйы эшләй. Театрҙа 75 йыл элек булдырылған матур йолаларға, яңылыҡтарға, замана драматургияһына ҙур иғтибар бирә: музыкаль постановкалар күп ҡуйыла, әҫәрҙәрҙең ысынбарлыҡҡа, тормошҡа, кешеләргә яҡыныраҡ булғандары сәхнәләштерелә. Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры. Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры —Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы драма театры. XX быуат башында Стәрлетамаҡта бер нисә рус театры, опера ансамбле, башҡорт драма театры эшләй. 1946 йылдың 5 февралендә Өфө, Белорет ҡалалары актерҙарын театр труппаһы төҙөлә. Труппаны БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе К. X. Шахбазиди етәләй. Театр У. Шекспир, Ф. Шиллер, Л. Н. Толстой, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Т. Уильямс, Д. Камю, У. Фолкнер әҫәрҙәрен, барлығы 400 пьессаны сәхнәләштерә. Театр эшмәкәрлегендә заманса алымдарҙы ҡуллана. Театр репертуарында хәҙергә заман жанрҙарының бөтә спектры — трагифарс, фарс-раунд, рок-притча, трагикомик фантазия һәм башҡалар. Мосолман календары. Мосолман календары — мосолман илдәрендә дини байрамдарҙы билдәләү өсөн ҡулланылған ай календары. Мосолмандар көндәлек тормошта ҡояш календарынан (григориан календары, «миләди» йыл иҫәбе» фаҙаланһалар ҙа һиҗрә календары ла ғәмәлдә һанала. Ғәрәптәр беҙҙең эраға тиклем үк Ай хәрәкәтенә ҡарап алап барған булған. Ислам дине менән ул башҡа халыҡтарға ла күскән. Һиҗрәт (ғәр. кусеп китеү) йыл — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Мәккәнең Мәҙинә ҡалаһына күскән йылы эра башы тип иҫәпләнә. Әммә беренсе йылдың бренсе көнө итеп (662 йылдың 20 сентябре) түгел, ә күскән йылдың беренсе айы мөхәррәмдең беренсе көнө, 662 йылдын 16 июле ҡабул ителгән. Мосолман календаре буйынса ай башы Ай циклына бәйләнгән, йәғни Айҙың яңы сиреге тыуһа яңы ай тыуа. Ай циклы 29 көн 12 сәғәт 44 минут 3,8 секунд дауам итә, шуға күрә йоп һанлы айҙарҙа 30 көн, таҡ һанлы айҙарҙа 29 көн. Йыл 354 көндән тора һәм 12 айға бүленә. Кәбисә йылында 355-се көн итеп зөлхизә айы аҙағына бер көн өҫтәлә. Айҙың хәрәкәте Ерҙән күҙәткәндә бик ҡатмарлы. Йыл миҙгеленә ҡарап, күҙәтеүсенең географик урынана ҡарап Ай күренергә тейешле көндә «тыумаҫка ла» мөмкин. Шуға ла дини дайрамдарҙы төрлө илдә йә бер көн алдан, йә бер көн һуңлап үткәрәләр. Йыл иҫәбен табыу формулаһы. Г = И + 622 - (И/33) бында Г - григориан календары буйынса йыл, И - ислам календары буйынса йыл. Мәҫәлән, мосолман календары буйынса 1410 йылға Г=1410+622-(1410/33)=1989 йыл тура килә. Был формула 1 йылға яңылышлыҡ биреүе мөмкин. И = Г - 622 + ((Г - 622)/32) Григориан календары. Григориан стиле — иҫкергән Юлиан календары урынына керетелнән календарь. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Григориан календарында йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан календары булып кереп ҡала. formula_1 Григориан стиле буйынса 1 көнгә хата 2735 йылға бер йыйыла, ә юлиан календарында 128 йылға бер (мәҫәлән, көн менән төн тигеҙләшкән көн). Григориан стиле иң камил календарь булып һанала.«Рәсәйҙә Көнбайыш Европа календарына күсеү тураһында декрет». 1918 йылдың 26 ғинуары. Айҙар. Григориан календары — донъяның күпселек илдәрендә ҡабул ителгән календарь. Башҡа дәүләттәр менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү бик күп уңайһыҙлыҡтар килтереп сығара. Халыҡ-ара хатлашыу, сауҙа килешеүҙәрен төҙөү, гәзит-журналдар алдырыу көндәр менән буталсыҡҡа килтерә. Рәсәйҙә яңы стилгә күсеү XIX быуат урталарында уҡ күтәрелә. Ләкин сиркәү әһелдәренең ҡаршылығы арҡаһында ғәмәлгә ашмай ҡала. Рәсәйҙә 1918 йылдың 24 ғинуарында Совнарком рәйесе В.И. Ленин календарь реформаһы тураһында декретҡа ҡул ҡуя. Шулай итеп Рәсәйҙә Григориан календары, йәғни яңы стиль индерелә. Иҫке стиль менән айырманы бөтөрөү өсөн декрет буйынса 31 ғинуарҙан һуң 1 февраль түгел, ә 14 февраль тип иҫәпләнә башлай. Юлиан календары. Юлиан стиле— Александрия астрономдары эшләгән һәм Юлий Цезарь тарафынан б.э.т. 45 ғәмәлгә керетелгән календарь. Юлиан календары иҫкерген Рим календары урынына ҡабул ителә. Был календарҙа йыл 1 ғинуарҙан башлана, был көндә б.э.т. 153 йылда һайлап ҡуйылған консулдар вазифаларын үтә башлаған. Йыл иҫәбен б.э.т. 45 йылдың 1 ғинуарҙан иҫәпләргә Римдә Юлий Цезарь башлап ебәрә. Был тарихҡа Юлиан календары булып кереп ҡала. 325 йылда Юлиан календарын Византия ҡабул итә. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 тәүлек бар тип иҫәпләнгән. Йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Айҙар. Юлиан календарын хәҙергә көндә Иерусалим, Рәсәй, Сербия, Грузия православие сиркәүҙәре файҙалана. Шулай уҡ Европа һәм АҠШ монастыр һәм мәхәллә мәктәптәре ҡуллана. Юлиан стиле һәм Григориан стиле араһында айырма. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта туры әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта бар дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырмана 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан календары булып кереп ҡала. Юлиан стиле һәм Григориан стиле араһында айырма быуаттар үткән һайын ҙурая бара. Был кәбисә йылды билдәләү менән бәйләнгән. Юлиан стилендә кәбисә йыл һәр дүрт йыл һайын билдәләнә. Григориан стилендә лә кәбисә йыл дүрт йылға бер, әммә 100-гә ҡалдыҡһыҙ бүленгән, 400-гә бүленмәгән йылдар кәсәбе түгел. Календарь. Календа́рь, Тәҡүим, Көнтеҙмә (— бурыс китабы: Боронғо Римда бурыслылар ай башында календ түләгән) — күк есемдәренең периодик хәрәкәтенә нигеҙләнгән ваҡытты (тәүлектәрҙе, аҙналарҙы, айҙарҙы, йылдарҙы, быуаттарҙы) иҫәпләү системаһы. Миҙгелдәр, ай фазалары, көн менән төндөң билдәле бер тәртиптә сиратлашыуы боронғо заманда уҡ ваҡыт хисабын алып барыу ихтияжын тыуҙырған. Кешеләр, тәбиғәт күренештәрен күҙәтеп хужалыҡ итеү әһәмиәте арта барған һайын, һәр мәҙәниәттең үҙенә генә хас ваҡыт үлсәү системаһы барлыҡҡа килән. Бер урында Ай фазаһына ҡарап йөрөһәләр, икенсе урында Ай-Ҡояш фазаһына ҡарап йәшәйҙәр, өсөнсө урында тик Ҡояш фазаһына ҡарап йәшәйҙәр. Ғүмер үткән һайын, календарҙар камиллаша барған, камил булмағандары ҡулланыштан төшөп ҡалған, үҙгәртелгән. Камил булғандары башҡа илдәргә лә таралған. Беҙҙең эраға тиклем йыл иҫәбен «донъя яралған көндән башлап» иҫәпләгәндәр. Йәһүдтәр йыл иҫәпләүҙә б.э.т. 3761 йылдан, Александрия хронологияһы б.э.т. 5493 йылдың 25 майынан, Боронғо Римлылар Рим нигеҙләнгән б.э.т. 753 йылдан башлап һанаған. Парфия, Вифилия, Селевкия кешелере яңы батша тәхеткә ултырған көндән, Мысырҙа һәр яңы династиянан башлаған. Мосолмандар көндәлек тормошта ҡояш календарынан (григорий стиле), «миләди» йыл иҫәбен» файҙаланһалар ҙа һижрә календары ла ғәмәлдә һанала. Ғәрәптәр беҙҙең эраға тиклем үк Ай хәрәкәтенә ҡарап ваҡыт иҫәбен алып барған булған. Ислам дине менән ул башҡа халыҡтарға ла күскән. Шулай итеп, һәр яңы дин үҙ календарын булдыра. Мәҫәлән, боронғо славян календары буйынса донъя яралғандан алып 7518 йыл булһа, Ислам динендә — 1430 һижрә йылы, Будда буйынса Нирвана эраһының 2549 йылы, Бахай календарында ни бары — 163 йыл. Йыл иҫәбен бер системанан икенсе системаға күсереү ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Йыл иҫәбен б.э.т. 45 йылдың 1 ғинуарҙан иҫәпләүҙе Римда Юлий Цезарь башлап ебәрә. Был тарихҡа Юлиан стиле булып кереп ҡала. 325 йылда Юлиан календарын Византия ҡабул итә. Юлиан стиле буйынса бер йылда 365,25 көн бар тип иҫәпләнгән. Йыл 365 көндән тора, дүрт йылға бер килгән кәбисә йылы 366 көндән тора. Ғәмәлдә иһә Ер Ҡояш тирәләй 365 тәүлек 5 сәғәт 48 минут 46 секундта тулы әйләнеш яһай. Шуға күрә календарҙа мөһим дата, көн менән төн тигеҙләшкән көн — 21 март быуаттар үткән һайын артта ҡала бара. XVI быуатта был дата 10 көнгә артта ҡала. Был айырманы 1582 йылда Рим папаһы Григорий XIII төҙәтә. Был тарихҡа Григориан стиле булып кереп ҡала. Төньяҡ амурҙары. Төньяҡ амурҙары — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан рус шағиры Денис Давыдов уҡ-йәйә менән ҡораланған башҡорт яугирҙәренә, боронғо грек алиһәһе амурға оҡшатып, биргән баһаһы. 1812 йылда Ырымбур губернаһында бөтәһе 40 кавалерия полкы төҙөлә, шул иҫәптән 28 башҡорт полкы. Хәҙерге Калуга өлкәһе ерендәге яуҙа 2 башҡорт полкы ҡатнаша. 4 башҡорт полкы Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнаша. Шағир Денис Давыдов башҡорттар тураһында былай тип яҙа: "«Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, осло башлы бүрек кейеп, сыбар кафтандар кейеп, аттарға атланып» улар «Наполеонға ҡурҡыу һалырға еберелгән»". Д. Давыдов һыбайлыларҙың батырлығын, тәүәкәллеген данлай «"ҡалмыҡ, башҡорттарҙан торған ҡара болот урау юлдан дошмандарҙың тылына ташланып уларҙың ҡотон алды»". Бындай баһаны француз генералы Марбо ла раҫлай. Ул үҙенең көндәлегендә "уҡ-йәйә менән ҡоралланған башҡорттар Наполеондың шәхси ҡарауылына һөжүм яһаны" тип хәтерләй. Рәсәй ғәскәре менән башҡорт һыбайлылары 1814 йылда Парижға барып етә. Әҙәбиәт. 1. Любезные вы мои… -Уфа. 1992. Лилиә Фәтихова. Лилиә Фәтихова — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт филормонияһының нәфис һүҙ оҫтаһы, Башҡортостандың Ауырғазы районы Солтанморат ауылында тыуған. «Миңә сенғәткә һөйөү ата-әсәйемдән килде, атыйым элекке артист, ‎Ауырғазы колхоз-совхоз театрында эшләгән. Өс йәшемдән ултырғысҡа баҫып шиғыр һөйләй торғайным. Артистар менән аралашып үҫтем», — тип хәтерләй бала сағын Лилиә Фәтихова. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ культура училищеһына уҡырға инә, шунан Өфө сәнғәт училищеһында белем ала, Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Лилиә Фәтихова оҙаҡ йылдар буйына филармонияла эшләй. Уның урыны эстрадала. Йәш артистка мәшһүр Кәтүк — Әхәт Уразмәтов етәкселегендә эшләй, унан өйрәнә. Эстрада артисткаһы күбеһенсә юмористик һәм сатирик көләмәстәр һөйләй, тамашасыны көлдөрә, уйландыра. Тормош иптәше виртуоз баянсы Хәлит Фәтихов менән Илшат һәм Айнур исемле улдарын үҫтерҙеләр. Улдары ла сәнғәт юлын һайланы. Юпитер (планета). Юпитер — Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета. Ҡояштан бишенсе урында урынлашҡан. Ҡояш системаһындағы бөтә планеталарҙың массаһынан Юпитер ике тапҡыр ауырыраҡ. Сатурн, Уран, Нептун менән бергә Юпитер газ гиганты тип квалификациялана. Планета кешеләргә күптәнән билдәле, был мифологияла һәм дини ышаныстарҙа сағылыш тапҡан. Ай. Ай — календарҙа, яҡынса Ай Ер тирәләй бер әйләнеү переиодына тигеҙ ваҡыт берәмеге. Календарҙа ай исемдәре. Григориан стилендә (шулай уҡ Юлиан стилендә лә) Ай фазаһына бәйләнмәгән ай исемдәре ҡулланыла. Минут. Минут (мин, min) — ваҡыт үлсәү берәмеге [. 1 минут 60 секундҡа (1/60 сәғәткә йәки тәүлектең 1/1440 өлөшөнә) тигеҙ. Минут — үлсәү системаһы (СИ) берәмеге түгел, шулай ҙа Үлсәү системаһындағы (СИ) башҡа берәмектәр менән ҡулланырға була. Секунд. Секунд (с, s) — Үлсәү системаһында һәм СГС (сантиметр-грамм-секунда) системаһында төп ваҡыт үлсәү берәмеге. Үлсәү һәм үлсәмдәр буйынса XIII Генераль конференцияла (1967) Бөтә Рәсәй императорҙары. Бөтә Рәсәй императоры ("Импера́торъ Всероссíйскій") — Төньяҡ һуғышында еңгәндән һуң Сенат һорауы буйынса Пётр I 1721 йылдың 22 октябрендә ҡабул иткән һәм 1917 йылғы Февраль революцияһына тиклем йәшәп килгән титул. Түбәндәге исемлектә Рәсәйҙең «дөйөм танылған» императорҙары хронология тәртибендә бирелә. Фәриҙә Ҡудашева. Фәриҙә Ҡудашева — Рәсәйҙең атҡаҙанған артискаһы (1972), Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы (1956), Башҡортостандың халыҡ артискаһы (1968), Татарстандың халыҡ артискаһы (1990). 1920 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандын Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Фәриҙә кескәй сағынан уҡ йырларға ярата. Дүртөйлөлә 7 синыфты тамамлағас 1936 йылда Өфө сәнғәт техникумының театр бүлегендә белем ала. 1939 -1941 йылдарҙа Дүртөйлө колхоз-совхоз театрында эшләй. 1948 йылда уның йырлағанын радионан ишеткәс бөтә илгә таныла. 1944- 1947 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Башҡортостан радиокомитетында эшләй. 1956 йылдан, Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы булып эшләгәгәндә тамашасылар һөйөүен яулай, киң билдәлелек ала. Тормош иптәше артист-композитор Бәхти Ғайсин менән бергәләп ижад итәләр. Башҡорт эстрада сәнғете үҫеше Фәриҙә Ҡудашева ижадына бәйле. Уның сығыштарын Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙағстан, Себер һәм Азия, Балтик буйы илдәрендә йәшәгән башҡорт һәм татар халҡы яратып ҡарайҙар. Уның репертуарында башҡорт һәм татар композиторҙары әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала. Сәнғәттә хеҙмәте миҙалдар, почетлы исемдәр менән баһалана. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙына 1995 йылда Өфө ҡалаһының почетлы гражданины исеме бирелә. Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы Ҡудашева 2010 йылдың 9 октябрендә 90 йәшендә вафат булды. 2010 йылдың 10 октябрендә мосолман зыяратында ерләнде. Анна Иоанновна. А́нна Иоа́нновна (А́нна Ива́новна) — Романовтар династияһынан Рәсәй императрицаһы. Батша Иван V-нең (Петр I-нең ҡустыһы һәм хакимдашы) Прасковья Фёдоровнанан тыуған ҡыҙы. 1710 йылда Курляндия герцогы Фридрих Вильгельмға кейәүгә бирелә; 4 айҙан тол ҡалып, Курляндияла ҡала. Петр II үлгәндән һуң, 1730 йылда Юғары йәшерен совет уны Рәсәй тәхетенә вәкәлләттәре сикләнгән монарх итеп саҡыра. Әммә ул Юғары советы таратып бөтә власты үҙ ҡулына ала. Уның хаким иткән йылдары тарихҡа һөйәре (фаворит) Бирон исеменән "бироновщина" булып кереп ҡала. Тәхеткә ултырыуына тиклем. 1682 йылдан Рәсәй тәхетендә бер туғандар Пётр I һәм Иван V батшалыҡ итә. 1684 йылда Иван (Иоанн) Прасковья Фёдоровнаға өйләнә, һәм уларҙың 5 ҡыҙы тыуа. Уртансы ҡыҙҙары Анна 1693 йылда тыуа. 1710 йылда Пётр I Балтик буйында Рәсәй йоғонтоһон көсәйтеү өсөн Аннаны Курляндия герцогы Фридрих-Вильгельмға кейәүгә бирә. Никах 31 октябрҙа Петербургта үтә. Бынан һуң яңы өйләнешеүселәр ваҡытын мәжллестәрҙә үткәрә. 1711 йылда үҙ биләмәлеренә ҡайтышлай Фридрих-Вильгельм, мәжллестә саманан артыҡ эсеүҙән вафат була. Петр I талабы буйынса Анна Латвияның көнсығышындағы Митав ҡалаһында йәшәй. Биләмә менән Рәсәй вәкиле, Аннаның һөйәре П. М. Бестужев-Рюмин идара итә. Анна граф Моричҡа кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Шул ваҡыт Аннаның тормошона 28 йәшлек дворян Эрнест-Иоганн Бюрен килеп керә һәм тормошоноң һуңғы көндәренә тиклем ҙур йоғонто яһай. Тәхеткә ултырыуы. 1730 йылдың 19 ғинуарында Петр II үлгәс, Юғары йәшерен совет Рәсәйҙең киләсәге тураһында кәңәшләшә башлай. Мәсьәлә еңелдән булмай — Романовтар династияһында ир тоҡомонан вариҫтар ҡалмай. Ҡатын-ҡыҙ тоҡомонан бер нисә кандидатураны ҡарағас, совет 19 йыл Курляндияла йәшәгән Анна Иоанновнала туҡтала. Аннаның Рәсәйҙә фавориттары һәм партиялары булмағанға күрә, был кандидатураны барыһы ла хуплай. Анна ышанып барыусан, йыуаш булып күренә. Форсаттан файҙаланып, совет Анна менән, ысын власть Юғары йәшерен совет ҡулында, ә монарх тик вәкиллек эшен алып бара, тигән килешеү төҙөй. 28 ғинуарҙа Анна килешеүгә ҡул ҡуя. Был килешеү буйынса Анна Иоанавна, Юғары совет менен килешмәйенсә, һуғыш башлай алмай, солох килешеүе төҙөй алмай, яңы һалым индерә алмай, ҡаҙна менән идара итә алмай, полковниктан юғарыраҡ дәрәжә бирә алмай, аҫаба ерҙәрҙе ала алмай, дворяндарҙың мөлкәтен һәм ғүмерен судһыҙ ала алмай, үҙенең вариҫын иғлан итә алмай. 15 февралдә ул тантаналы рәүештә Мәскәүгә килеп керә. Ғәскәр һәм юғары дәүләт чиндары батшабикәга ант бирә. Анттың яңы формаһында идара итеү формаһы һәм Юғары йәшерен совет тураһында бер һүҙ ҙә булмай. 1730 йылдың 25 февралендә бер төркөм дворян һәм офицерҙар Анна Иоанновнаға бөтә власты үҙ ҡулығыҙға алығыҙ, тигән үтенес ҡағыҙы тапшыра. Хаким үтенесте ҡабул итә. 1 мартта халыҡ императрицаға, тулы самодержавие шарттарында, икенсе тапҡыр ант бирә. Хакимлыҡ осоронда Анна Иоанновнаны дәүләт эштәре ҡыҙыҡһындырмай. Ил менән фавориты Бирон, баш етәкселәр Головкин, кенәз Черкасский, эшке эштәр менән Остерман, хәрби эштәр менән фельдмаршал Миних идара итә. Батырша. Батырша (1710 — 24 июнь, 1762) () — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле. Себер даруғаһы, Башҡортостандың хәҙерге Балтас районы Ҡарыш ауылында тыуған, заманына күрә яҡшы белем алған: бер нисә мәҙрәсәлә уҡыған, 1744-1749 йылдарҙа Усы даруғаһы Ғәйнә улусы һәм Исәт провинцияһы ауылдарында мөғәллим һәм мулла була. 1749 йылдан 1755 йылдың майына тиклем Себер даруғаһының Ҡармышбаш ауылында мәҙрәсә тота, унда күп улустарҙан башҡорттар, татарҙар уҡый. 1754 йылда Себер даруғаһы ахуны итеп һайлана, ләкин был вазифала эш башламай. 1755 йылдың яҙында ул башҡорт ерендә йәшәгән мосолман халкына социаль, иҡтисади һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлауға өндәгән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай һәм ҡораллы ихтилалға саҡыра. Үҙенең саҡырыуында хөкүмәттең мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен сикләүенә, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуына, сиктән тыш һалымдар һәм йөкләмәләр һалыуына ҡаршы сыға. Саҡырыу Башҡортостанды Урыҫ дәүләтенең колониаль иҙеүенән тулыһынса азат итеү һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөү талабы менән тамамлана. Был өндәмә Башҡортостандың бөтөн дүрт даруғаһына ебәрелә һәм ихтилал программаһына әүерелә. Өндәмәлә ихтилал башланасаҡ көн дә билдәләнә — 1755 йылдың 3 июлендә Урал-Волга төбәге мосолмандары Рәсәйҙән айырылып сығып үҙаллы мөстәҡил дәүләт төҙөргә тейеш була. Әммә ихтилал иртәрәк башлана һәм уңышһыҙлыҡтарға осрай. Батырша Алиев ихтилал барышында ҡыйыу эш итеү урынына көтөп тороу юлын һайлай, аҙаҡтан шәкерттәре менән урманда йәшеренә. Ихтилал баҫтырылғас, 1756 йылдың 8 авгусында Уҫы даруғаһы Әжәк ауылында (хәҙерге Борай районы Әжәк ауылы) Батырша тотолоп, Мәскәүгә, һуңынан Петербургка оҙатыла. Батырша Алиев йыйындарҙа белдерелгән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү кәрәклеге тураһында яҙа. Тикшереү ике йылға һуҙыла, 1758 йылдың декабрендә хөкөм сығарыла: ҡамсы менән һуҡтырырға һәм танау япрағын ҡырҡып алырға, ғүмерлеккә Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябырға. 1762 йылда Батырша Алиев төрмәнән ҡасырға маташа, дүрт һаҡсыны үлтерә. Үҙе лә үле килеш табыла. Ҡараһаҡал. Ҡараһаҡал — (ысын исеме Миндеғол Юлаев, ?-1741, башҡа сығанаҡтар буйынса ?- 1749.). (,). Ағаһының йәшерен мәкерлеге арҡаһында тәхеттән мәхрүм булған жунғар хана тип, ялған исем менән йөрөүсе. Хәбәрһеҙ юғала. Башҡорт фольклорында (йырҙарҙа, риүәйәттәрҙә) Салауат Юлаев кеүек киң билдәле. 1552 йылда Иван IV Ҡазанды алып, уның ханлығын еңгәндән һуң, Иван батша башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын һаҡларға вәғәҙә бирә. Әммә уның заты, Рюриковичтар династияһы власть башынан китеүе була — Романовтар династияһы тәхеткә килә (1613 йыл). Шунан башлап башҡорттарҙың Аҡ бей батша таныған хоҡуҡтары сикләнә бара, ер тәләфләнә, властар баш-баштаҡлыҡ итә, Башҡортостанға башҡа халыҡтар күсереп ултыртыла. Унда заводтар, ҡәлғәләр төҙөй башлайҙар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡы ихтилалдарға күтәрелә: XVII-XVIII быуаттар буйы Башҡортостанда тынғылыҡ бөтә. Академик М.К. Любавский яҙыуынса, Ҡараһаҡал тураһында танылған урыҫ ғалимы П.И. Рычков тип яҙа,ә XIX быуатта йәшәгән Р. Г. Игнатьев тип яҙып ҡалдырған. Ҡараһаҡал – 30-сы йылдарҙа Мәккә менән Мәҙинәгә хаж ҡылған мосолман. Ихтилалға күтәрелеү сәбәптәре. 1739 йылда халыҡ иҫәбен алыу башлана. Ә башҡорттарҙың иҫәбен белһәләр, шунса һалым талап итәсәктәр. Шуға иҫәп алыусыларҙы ҡыуып ебәргәндәр. Икенсенән, быға тиклем булған ихтилалда ҡатнашҡан кешеләрҙең аттарын тартып ала башлағандар. Штраф аттарын йыйыу тип аталған ул. Ә был йорт хайуаны башҡорттоң көндәлек тормошонда – иң кәрәклеһе. Был да килешмәүсәнлек тыуҙырған. Урыҫтар башҡорттоң ерен талап алған, һалымды арттырған. Шулай итеп, халҡыҡ ере, теле, дине өсөн көрәшкән. Ҡараһаҡал был күтәрелеште үҙ ҡулына алды. Башҡорттарға Жунғария һәм ҡаҙаҡтарҙан үҙе яҡлы кешеләрҙе ярҙамға саҡырып килтереүҙе, өҫтәүенә Төрөк солтанынан да ҙур ярҙам киләсәге тураһында вәғәҙә алды. Башҡорттар быға ышандылар һәм 1740 йылда яңынан ҙур башҡорт ихтилалы башланды. Ҡараһаҡалдың был болаһы еңеүгә ирешһә, Әстрхан һәм Ҡазан ханлығы кире аяҡҡа баҫыуҙы өмөт ителде. Боланы баҫтырыу. Ҡараһаҡал бик аҡыллы, һалҡын ҡанлы, һуғышҡа оҫта башлыҡ булһа ла, берҙән, боласыларҙың юғары ҡатламы менән түбән массаһы араһында боланан маҡсат бер-беренә башҡаса булыу, икенсенән, башҡорттар араһында һөнәрселек булмау арҡаһында уларҙың ҡоралы насар булыуы сәбәпле, был бола ла бик ҙур ҡатылыҡ менән баҫылды. 1740 йылдың июнендә Ҡараһаҡал яралана һәм уны ҡаҙаҡ далаларына алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Карательдәр ғәскәре етәксеһе Урусов, 300-гә яҡын башҡорт әсиренән һорау алып, Ҡараһаҡал ысынында иһә — Нүғай даруғаһы Юрматы ырыуы башҡорто тигән һығымтаға килә. Яңғыҙ рәсми хисаптарға ҡарағанда ла был боланы баҫҡанда һәм баҫҡас, барлығы 696 башҡорт ауылы таланып, яндырылып, 16634 башҡорт үлтерелеп, 4 меңдәре төрлө ерҙәргә урыҫ араларына каторгаға ебәрелгән, 9200 ҡатын-ҡыҙ һәм балалары эске Рәсәйҙәге урыҫ баярҙарына таратылған; башҡорттарҙан 20 меңләп йылҡы-һыйыр һәм байтаҡ аҡса штраф итеп түләнгән. Был хисаптар бары рәсми ҡағыҙҙарға кергәндәре генә һаналып, былай талау һәм үлтереүҙәр менән байтаҡ артыҡ булһа кәрәк. Быларҙан тыш, боласыларҙан бик күп меңдәр менән халыҡ Себергә оҙатылып, түрә, купец һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ҡол ителеп һатылды. OpenStreetMap. OpenStreetMap (OSM; инглиз теленән һүҙмә-һүҙ мәғәнәһе “урамдарҙың асыҡ картаһы”) — төбәктәрҙе, ҡалаларҙы һәм башҡа торлаҡ пункттарын күмәкләп карталау өсөн асыҡ (һәр кем ҡатнаша алған) проект. Карталар һәм схемалар ҡулдан йә автоматик рәүештә булдырыла, төҙәтелә һәм камиллаштырыла; кәрәкле мәғлүмәт шәхси GPS-алғыстарынан индерелә ала. Проектта ҡатнашыусыларҙың уртаҡ эше һөҙөмтәләренән һәр теләүсе бушлай файҙалана ала. Тасуирлама. Проект Бөйөк Британияла 2004 июлендә Стив Кост тарафынан нигеҙләнә; 2006 апрелендә фонд булараҡ теркәлә башлай. OpenStreetMap фонды— халыҡ-ара коммерцияға ҡарамаған ойошма; уның маҡсаты — ер арауығы мәғлүмәттәрен йыйыу, уларҙы таратыуға булышлыҡ итеү һәм уларҙан бар теләүселәргә бушлай файҙаларынға мөмкинселек биреү. Тәүмәғлүмәттәр. Тәүмәғлүмәттәр ғәҙәттә GPS-алғыс йә GPS-трекерҙар яҙып һаҡлаған "трэк"тарҙан күсереп алына. Бындай трэктарҙы ирекмәндәр йәйәү, велосипедта йәки машинала йөрөп яҙҙырып ала. Бынан һуң трэктар GPS-алғыстан махсус программаға күсерелә. Ер йөҙөнөң спутник һүрәттәрен ҡулланып, трэктар булмаған осраҡта ла ҙур ҡалалар карталарын эшләп була — бының өсөн юғары сиселешле һүрәттәр кәрәк. Landsat, Prototype Global Shorelines (PGS) һәм TIGER кеүек хөкүмәт хеҙмәттәре, шулай уҡ Yahoo! картография сервисы сығанаҡ булып тора. Ҡаһым Түрә. Ҡаһым Түрә (Ҡаһым Мырҙашев) — 1813-1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашҡан рус армияһында башҡорт полкы командиры. 1812 йылғы Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында 28 башҡорт полкы ойошторола. Улар Рәсәй армияһы сафында төрлө походтарҙа ҡатнаша. Наполеонға ҡаршы һуғышта Парижғаса барып етә. 1798 йылда Башҡортостанда кантон системаһы урынлаштырыла һәм башҡорттар хәрби сословиеға әйләндерелә. Улар Рәсәй дәүләтенең көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлай, төрлө хәрби походтарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡаһым Мырҙашев та хәрби хеҙмәттә тора һәм йөҙ кешенең командиры була. Ҡаһым Мырҙашев Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Айыусы ауылында тыуған. Атаһы - Мырҙаш, әсәһе Емеш исемле. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1811 йылда уға 33 йәш булған, тимәк, ул 1778 йылда тыуған.: Ҡаһым Мырҙашев Петербург хәрби академияһын тамамлап полковник дәрәжәһен ала. Уның «Түрә» ҡушаматы «башлыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата. Ватан һуғышында Башҡорт полктары күрһәткән батырлыҡ һәм патриотизм бөгөнә тиклем йәшәй. Халыҡ улар тураһында риүәиәттәр, йырҙар ижад итә. Һуғыштан ҡайтып килгәндә бер урыҫ майоры көнләшеп ағыу эсерә. Башҡорт халыҡ йыры «Ҡаһым Түрә» ошо турала. Ашҡаҙар (радио). «Ашҡаҙар» радиоҡһы — башҡорт телендә ойошторолған мәҙәни радио. Тарихы. Радио рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзияны, театраль асыштарҙы, халыҡ ижадын һаҡлап ҡалыу өсөн ойошторола. Тәүге тапшырыу 2010 йылдың 4 апрелендә эфирға сыға. Башҡортостандағы йылға һәм шул уҡ исемдәге йыр исеме менән радио Ашҡаҙар исемен йөрөтә. Башҡортостандың мөғжизәгә тиң урындары хаҡында әҙерләне. Башҡорт матбуғат сараларына махсус ваҡыт бүленгән. Балалар һәм өлкәндәр өсөн классик музыка өлгөләре тапшырыла. Башҡортостан радиоһының Алтын фондында һаҡланған тапшырыуҙар «Ашҡаҙар» тулҡындарында яңы һулыш ала. Музыкаль биҙәлеште халыҡ йырҙары, классик, инструменталь көйҙәр, ваҡыт һынауы аша үткән эстрада йырҙары, зауыҡлы заманса йырҙар тәшкил итә. Алдар Иҫәкәев. Алдар Иҫәкәев (Алдар батыр) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе. Рус батшалығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, батшаларға ҡаршы халыҡты яуға күтәргән ихтилал етәксеһе. Алдар батыр — исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес. Батырҙың тыуған ауылы Бөрйән районы Әтек ауылында батырға һәйкәл ҡуйылды. Ленин, Владимир Илья улы. Влади́мир Илья́ улы Ле́нин (ысын фамилияһы "Улья́нов"; 1870 йылдың 10 (22) апрелендә Сембер ҡалаһында тыуған, 1924 йылдың 21 ғинуарында Горки биләмәһендә, Мәскәү губернаһында вафат булған) — урыҫ совет дәүләт һәм сәйәсәт эшмәҡәре, революционер, большевик фирҡәһе булдырыусы, Халыҡ Комиссарҙары Советының (СССР һәм РСФСР хөкүмәтенең) председателе. Фәйләсуф, марксист, публицист, марксизм-ленинизмға нигеҙ һалыусы, Өсөнсө Интернационал идеологы һәм булдырыусы, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы. Икмәк. Икмәк — он һәм һыуҙан торған ҡамырҙы бешереп, парҙа эшкәртеп, ҡыҙҙырып әҙерләнгән аҙыҡ–түлек төркөмөнөң исеме. Икмәк бешергәндә тоҙ, йомшартҡыс һәм әсетке ҡулланалар. Ҡайһы осраҡта аҡ әнис, кунжут, мәк орлоҡтарын тәмләткес итеп ҡулланалар. Тәмләткес орлоҡтарын биҙәү өсөн дә ҡулланалар. Икмәкте айырым ашарға була, йыш осраҡта "аҡ май, арахис майы, көнбағыш майы, варенье, маргарин, джем, бал" менән ашайҙар. Был ашамлыҡ бутерброд тип атала. Был ризыҡты өҫтәлгә йылы көйө һәм һалҡын көйө ҡуйырға мөмкин. Икмәктең өҫтөн тостерҙа ҡыҙҙырып алырға була. Тарихы. Икмәк — Неолит осоронда барлыҡҡа килән боронғо ризыҡ. Иң беренсе икмәк ярма һәм һыуҙан торған бутҡаны осраҡлы рәүештә йәки эксперимент формаһында бешереп ҡарауҙан барлыҡҡа килгән. Был «беренсе икмәк»тең «тоҡомо» бөгөнгө көндә бөтә донъя буйлап ярманан әҙерләнә. Мәҫәлән, Мексикала "тортилья", Һиндостанда "чапати", Ҡытайҙа "poa ping", Шотландияла һоло ҡоймағы, Төньяҡ Америкала кукуруз ҡоймағы. Көликмәк — күп цивилизацияларҙың төп ризығы. Әсегән ҡамырҙан бешерелгән икмәк Боронғо Мысырҙа барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Бындай икмәккә бойҙай үҫтереү өсөн шарттар бар. Бындай икмәк өсөн бойҙай сифаты — алдан киптермәйенсә тарттырырға мөмкин булырға һәм составында күн аҡһым булырға тейеш. Икмәк әсетеү өсөн бик күп ысулдар бар. Ҡамырҙы бешерер алдынан асыҡ һауала ҡалдырырға мөмкин. Был ваҡытта ҡамыр һауалағы әсеткес бактерияларҙан әсей. "Галл һәм Ибер" ҡәбиләлере һыра өҫтөндәге күбекте ҡамырға ҡушып икмәк әсеткән. Һыра эсмәгән халыҡтар әсеткене бойҙай көрпәһенә әсегән виноград һуты йәки вино ҡушып әҙерләгән. Ә иң ҡиң таралған ысул — ҡамырҙың бер өлөшөн әсетке итеп ҡалдырыу. Мәғфирә Ғәлиева. Мәғфирә Ғәлиева — Башкортостандың атҡаҙанған артисткаһы, РСФСР-ҙың эстрада артистары дипломанты, СССР халыҡтары фольклор йыры конкурсы лауреаты. Мәрфиғә Ғәлиева 1923 йылдың 24 декабрендә Ейәнсүра районында тыуған. Бала саҡтан уҡ радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» (»Хисам») йырҙарын йырлап үҫә. Мәскәү консерваторияһында, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә Ейәнсура районынан Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллин һайлап алалар. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы, сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный. П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә исеме илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй. Мәғфирә Ғәлиева – 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул – бер нисә секунд эсенде сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар. Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар (Николай Голов) «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып танылалар. Һабан. Немец крәҫтиәне һабан менән ер һөрә. Һабан — ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы. Ер һөрөү өсөн һабанды баштараҡ кешеләр үҙҙәре тартҡан, һүңыраҡ үгеҙ, ат егеп башҡарғандар. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади үҫешкән илдәрҙә ерҙе трактор һөрә. Ер һөрөүҙең беренсе маҡсаты — ерҙең өҫкө ҡатламан әйләндереү. Ер һөрөү сүп үлендәрен кәметә, тупраҡты йомшаҡ һәм уңдырышлы итә, сәсеү эшен еңелләштерә. Ауыл хужалығы барлыҡҡа килгән төбәктәрҙә ерҙе тәпкеләр менән йомшартҡандар. Нил буйында яҙғы ташҡын йылда уңдырышлы тупраҡ алып килгән. Игенселек өҫкө ҡатламдағы үңдырышлы тупраҡты файҙаланған. Аҫҡы ҡатламдағы тупраҡты өҫкә күтәреү кәрәклеге килеп тыуған. Бының өсөн һабан ҡулланғандар. Вавилон һәм Боронғо Мысырҙағы б.э.т. 2 меңенсе йылғы рәсемдәр һаҡланған. Ҡытайҙа һабан б.э.т 1 мең йыллыҡта билдәле булған. 1730 йылда Джозеф Фольямбе (Joseph Foljambe) эшләгән «Роттердам һабаны» беренсе коммерция маҡсатында эшләнгән һабан тип иҫәпләнә. Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы. Баныу Вәлиева — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, 1914 йылдың 14 декабрендә Татарстандың хәҙерге Апас районы Шәм-Балыҡсы ауылында тыуған. 1932 йылда П. Чайковский исемендеге Мәскәү консерватрияһында уҡый. 1928 йылда консерватория тамамлап Өфөгә эшкә килә.Ошо йылда асылған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тәүге солистикаһы була. Баныу Вәлиева репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, композиторҙар әҫәҙәре, лирик, патриотик йырҙар, көнбайыш классик музыка әҫәрҙәре бар. 1942 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1947 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисы, 1949 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған, 1955 йылда РСФСР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә. Танылған йырсы 1969 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында һәм Өфө сәнғәт институтында уҡыта. Баныу Вәлиева 2003 йылда вафат була. Дөгө. Дөгө () — бөртөклөләр ғаиләһендәге бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үләндәр төркөмөндәге ярма культураһы. Тарихы. Бер йыллыҡ сәсеү дөгөһө (Oryza sativa) — ауыл хужалығы культураһы булараҡ тропик һәм субтропик климат бүлкәтендә үҫтерелә. Был боронғо ауыл хужалығы культураларының береһе. Бынан 9 мең йыл самаһы элек өйгә эйәләштерелгән. Африкала "асыҡ дөгө" (Oryza glaberrima) үҫтерәләр. Урындағы халыҡ аҙыҡ өсөн "ҡырағай дөгө" (Oryza punctata) ҡуллана. Ҡулланыу. Дөгө орлоғонан дөгө ярмаһы, крахмал эшләйҙәр, дөгө бәбәгенән май алалар. Ҡытайҙа "дөгө шарабы" таралған. Японияла милли спиртлы эсемлек "сакэ" һәм сәй церемонияһы өсөн шәрбәтле тәмләткестәр етештерәләр. Дөгө һаламынан ҡағыҙ, картон, үрелгән әйберҙәр етештерәләр. Дөгө көрпәһе малсылыҡта мал аҙығы итеп файҙаланыла. Кореяла дөгө ҡалдыҡтарынан "сикхе" һәм "суннюн" тигән милли эсемлектәр әҙерләйҙәр. Тағы ла "попкорнға" оҡшаған еңел дөгө эшләйҙәр. Ислам илдәрендә бер дөгө ярмаһы ауырлығына тиң ауырлыҡ үлсәү берәмеге — "арузза" ҡулланалар. Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы. Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы — тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, В.П. Билюков исемендеге Урал (1994) һәм Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) премиялары лауреаты, 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1958 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын татамлай. Университеты бөткәс, 1958-1965 йылдарҙа )Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат мәктәбендә уҡыта. 1968-1974 йылдарҙа СССР Фәнәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, Тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1974 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында тарих факультетында уҡыта. Хеҙмәттәре. XVII, XVIII, XIX быуаттарҙағы башҡорт ғаиләhе тураhында яҙған китабы «Башҡорт халҡының ғаиләhе» тип атала. Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтында эшләгән осорҙа авторҙар коллективы менән берлектә «Өфө тарихы» китабын яҙалар. Ул 1976 йылда донъя күрә. «Өфөгә нигеҙ hалыу», «XIX быуаттың беренсе яртыhында Өфө» тигән бүлектәрҙе яҙғанда халыҡ иҫәбен алыу материалдары менән эшләй. 1990 йылдан 2002 йылға тиклем 10 китабы донъя күрә. Башҡортостандың 54 районының 41-нең ауылдар тарихы яҙылды. Ошо китап йоғонтоhонда ауылдар тарихына бағышланған 15-ләп китап донъя күрҙе. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу алдынан профессор Әсфәндиәров тарафынан Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн этнография һәм тарих йәһәтенән тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәһе булараҡ «Западные башкиры. По переписям 1795 – 1917гг.» китабы донъя күрә. Һуңғы йылдарҙа ғалим бик әүҙем эшләй. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы уңайынан уның «Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI – первая половина XIX в.)», «Кантонное управление в Башкортостане», «Башкирские тарханы» китаптары баҫылып сыға һәм башҡорттар тарихын өйрәнеүҙә ҙур лайыҡлы урын алып тора. Бөгөн дә ғалим тынғыһыҙ ижад юлында, Башҡортостан ауылдары тарихына бәйле тағы ла бер нисә том китап баҫтырыу ниәте менән янып йәшәй. Тарихсының пландары, уй-теләктәре бик күп, уларҙы атҡарыу өсөн тик һаулыҡ ҡына етһен. Танһыҡҡужина Тамара Михаил ҡыҙы. Тамара Танһыҡҡужина —Рәсәй шашисткаһы, халыҡ-ара шашка буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы, 1978 йылдың 11 декабрендә Яр Саллы ҡалаһында тыуған. Тамара Танһыҡҡужина Ишембай ҡалаһындағы 2-се һанлы интернат-гимназияһында уҡый, шашка клубында шөгөлләнә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. 2002 йылдан Өфө ҡлаһында йәшәй. Чемпион исемдәре. Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса берҙән бер донъя чемпионы (барлығы 4 еңеү: 2001, 2003, 2004, 2007 йылдар). Европа чемпионы (2000), ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионы (1995), ҡатын-ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы (1997). Диһҡан. Диһҡан («ер биләүсе»;,) — Урта Азияла крәҫтиәндәр атамаһы. Сасанид империяһында "диһҡан" атамаһы общинанан айырым хужалыҡ иткән етеш крәҫтиәндәргә ҡарата ҡулланылған. VII-XI быуаттарҙа ‘’диһҡан’’ тип феодал ер биләүсе феодалдар атала; Һуңыраҡ был атама дөйөм “крәҫтиән” мәғәнәһен ала. Был атама беҙҙең көндәргәсә ҡулланыуҙа ҡала. Советтар Союзы осоронда "диһҡан" һүҙе Урта Азия республикаларының конституцияларында ҡулланыла. Хәҙерге көндә «диһҡан хужалығы» атамаһы Үзбәкстанда һәм Тажикстанда рәсми рәүештә ҡулланыла. Ырымбур губернаһы. Ырымбур губернаһының 1821 йылғы картаһы Ырымбур губернаһы — XVIII-XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе); хәҙерге Ырымбур өлкәһе, өлөшләтә Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Силәбе, Ҡорған, Һамар, Һарытау өлкәләренә һәм Ҡаҙағстандың Атырау һәм Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәләренә тура килә. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Тарих. Көньяҡ Урал һәм тирә-яҡтары - башҡорттарҙың борондан тыуған йорто; көнбайышыраҡ — татарҙар ере; башҡорт йортонан көньяҡ-көнсығыштағы далаларҙа ҡаҙаҡҙар күсмә тормош итә; Түбәнге Яйыҡ — нуғайҙар биләмәһе булараҡ билдәле. XVII быуаттың икенсе яртыһынан алып Рәсәй империяһы Көньяҡ Уралда һәм тирә-яҡ төбәктәрҙә йоғонтоһон көсәйтә килә. Төбәктәге тәүге урыҫтар Иван Грозныйҙың язаларынан ҡасып, Яйыҡ буйына күсеп килә. Пётр I Ырымбур ерҙәрен Рәсәй өсөн мөһим терәк майҙан, Урта Азияға инер өсөн уңайлы ҡапҡа тип күрә. Хәйер, уның ниәттәре Анна Иоанновна осоронда ғына ғәмәлғә аша башлай. Төбәккә казактар күсереп ултыртыла, башҡорт менән ҡаҙаҡ ерҙәре араһында ҡәлғә һыҙаты төҙөлә. 1744 йылда Ырымбур губернаһы ойошторола; 1752 йылға уға Әстрәхән губернаһынан Гурьев ҡаласығы, 1773 йылда Ҡазан губернаһынан Һамар ҡалаһы ҡушыла. 1775 йылың октябренә торошло губерна түбәндәге өс провинциянан тора 1782 йылда Өфө наместниклығы ойошторола; уға ике өлкә ("область") – Өфө һәм Ырымбур өлкәләре инә. Шул уҡ ваҡытта Гурьев менән Уральск ҡалалары Әстрәхән губернаһына күсерелә; Ырымбур башҡала тип билдәләнә. 1796 йылда Өфө наместниклығының атамаһы “Ырымбур губернаһы”на үҙгәртелә, Ырымбур башғалаһы булып ҡала. 1802 йылы башҡала Өфөгә күсә. 1850 йылда Бөгөлмә, Боғорослан һәм Быҙаулыҡ өйәҙҙәре яңы ойошторолған Һамар губернаһына бирелә. 1865 йылы губерна икегә – Өфө һәм Ырымбур губернаһына– бүленә. Шул уҡ йылда бығаса үҙ махсус (кантон һәм йорт) идаралығы аҫтында булған башҡорттар дөйөм губерна идаралығына күсә. 1919 Ырымбур губернаһынан Силәбе губернаһы бүленә. 1928 йылда төбәк Урта Волга өлкәһенә индерелә, 1934 йылда айырым Ырымбур өлкәһе булдырыла. Административ бүленеш. 1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының административ бүленеше Халыҡ һаны. Дөйөм халыҡ һаны — 1 836 мең; халыҡ тығыҙлығы — 1 кв. км-ға 10 кеше; 6 ҡалала 174 мең кеше тора. Сан-Паулу. Сан-Паулу ("São Paulo") — Бразилияның көньяғындағы ҡала, шул уҡ исемдәге штат үҙәге. Тьете йылғаһы үҙәнендә, Атлантик океан ярынан 70 км ситтә урынлашҡан. Ҡаланың архитектураһы боронғо музей, сиркәүҙәр менән бер рәттән, быяла һәм металдан төҙөлгән үтә бейек йорттарҙан тора. Ҡалаға 1554 йылдын 25ғинуарында иезуит-миссионерҙар нигеҙ һалған. Ҡала дымлы субтропик климата урынлашҡан. Йәй температура бик һирәк 30 °C етә, ҡыш һалҡындар булмай. Йәй айҙарында көслө ямғырҙар яуа. Һыу каналы. Һыу каналы () — айырым һыу ятҡылыҡтарын тоташтырыу йәки ер һуғарыу өсөн эшләнгән яһалма һыу юлы. Һыу каналы ике маҡсат менән төҙөлә. Суднолар йөрөй торған канал төҙөү маҡсаты — ике һыу бассейнын йәки һыу ятҡылығын тоташтырыу, ике һыу ятҡылығы араһындағы юлды кыҫҡартыу, сундолар йөрөшөн тәьмин итеү, йөк ташыу месьәләһен экономик яҡтан отошло итеп хәл итеү. Бронза быуат. Бронза быуат — кешелек тарихында бронза (ҡурғаш, баҡыр һәм башҡа металдар эретмәләренең ҡушылмаһы) яһау сере асылғанға күрә, археологияла «бронза быуат» тип йөрөтөлгән, баҡыр быуат һәм тимер быуат араһындағы осор. Бронза быуат төрлө мәҙәниәттә төрлөсә, яҡынса б.э.т. 35/33 — 13/11 быуаттарға тура килә. Ташҡа ҡарағанда бронза күпкә ҡатыраҡ һәм ныҡлыраҡ, шунлыҡтан хеҙмәт ҡоралдарын (балта, бысаҡ, ураҡ һ.б.) яңы материалдан яһай башлағандар. Металға булған ихтыяж кешене баҡыр рудаһына бай ятҡылыҡтар эҙләргә мәжбүр иткән. Алтын атлы һыбайлы. Алтын атлы һыбайлы — башҡорт әкиәтәре буйынса төшөрөлгән фильм-әкиәт. Режиссёры Василий Журавлёв. Фильм шулай уҡ стереовариантта төшөрөлдө. Сюжеты. Юрматы һәм Үҫәргән ырыуы башлыҡтарының балалары һылыу ҡыҙ Әй һәм батыр егет Алтындуға бер береһенә ғашиҡ булып өйләнешергә булалар. Әммә яуыз Кәтил-батша менән Мәсекәй әбей алдау юлы менән ике ырыуҙы дошманлаштырып ҡуя. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ (фильм). Оҙон-оҙаҡ бала саҡ —Мостай Кәримдең ошо исемдәге повесы буйынса төшөрөлгән нәфис фильм. Фильмдә авторҙың һуғышҡа тиклем бала сағы һәм үҫмер йылдары сағылдарыла. Фильм Башҡортостандың Баймаҡ районы Байыш ауылында төшөрөлә. Күмәк күренештәрҙә ауыл кешеләре ҡатнаша. Фильм төшөрөү өсөн Белореттан һуғышҡа тиклемге ГАЗ-М1 автомобиле килтерелә. Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе. Фильмдең төп геройы Кендек. Ул башҡорт ауылынан, бала сағы 20-се йылдарҙа үткән ябай ауыл малайы. Фильм уның бала-саҡ донъяһын асып һала: ғаилә яҙмышы, ауыл тормошо, шул дәүерҙәге башҡорт йәмғиәтселегенең йолалары, ауыр ваҡыттарҙа йәшәгән кеше яҙмыштары. Төп герой өлкәнәйә бара Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Фильм төп геройҙың яҙыусы булып китеүен, һәм ауыр, ҡатмарлы заманда холҡ- фиғеленең үҙешен, тыуған халҡына тоғро булып ҡалыуын сағылдыра. Ижад тарихы. Кинорежиссер Булат Йосопов башкорт классигын экранлаштырыу тураһында 1996 йылда уҡ хыллана башлай. Матди ҡыйынлыҡтар сығып тороу сәбәпле, төшөрөү бер нисә тапҡыр өҙөлөү сигенә етә. 2003 йылда ул сценарийҙы ярайһы ғына ҡыҫҡартып, фильм төшөрөү эшен уңышлы тамамлай. Фильм 2006 йылда Ҡазан ҡалаһында үткән “Алтын мөнбәр” халыҡ – ара мосолман кино фестивалендә ҡатнаша. Ҡатнашалар. Актерҙар: Айҙар Закирйәнов, Илмир Иҙрисов, Егор Сурганов, Вакилә Ҡалмантаева, Фанзил Мөхәмәтдинов, Рушана Бабич, Нәғим Нурғәлин, Рәсүл Ҡарабулатов, Ләйсән Аҡназарова, Гөлшат Ғайсина, Сара Буранбаева, Илсур Хәбиров, Диана Кулик, Вәкил Йосопов, Азамат Әбузаров Рәхмәт (фильм). Рәхмәт — «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән әҙ бюджетлы, ғаилә менән ҡарау өсөн, мажаралы, музыкаль комедия. Ҡатнашалар:Илфат Йомағолов, Морат Амантаев, Азат Йыһаншин, Сәйҙә Ильясова, Гөлназ Имамова, Руслан Ғәлиев, Сулпан Асҡарова, Урал Иҙелбаев, Илнур Лоҡманов, Гүзәл Багаева, Айниза Йомағолова, Руслан Шәйхетдинов, Гүзәл Сәғитова, Сәғиҙулла Байегет, Азамат Ғафаров, Хәким Мортазин, Зилә Сәғәҙиева, Салауат Вәхитов, Маурисио Соарес. Хакасия гимны. Хакас Республикаһы Гимны (хак. "Хакас Республиказы Гимны") — Хакасия байрағы һәм гербы менән бер рәттән Хакасия дәүләт символы. Азатлыҡ ҡапҡаһы. «Азатлыҡ ҡапҡаһы»» — «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән тулы метражлы документаль фильм. Төркмәнстандың башҡалаһы Ашхабадта уҙғарылған «Көмөш ярым ай» Халыҡ-ара кинофестивалендә фильм беренсе премияны яулай. Нәзифә Ҡадырова. Нәзифә Ҡадырова — Башҡортостандың халыҡ артискаһы (1987), 1954 йылдың 13 апрелендә Башҡортостандың Учалы районы Ахун ауылында тыуған. Башҡорт эстрада сәхнәһендә 1971 йылда сығыш яһай башлай. Бәхти Ғайсин, Радик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар менән эшләй. Репертуарында башҡорт лирик эстрада йырҙары, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары. Нәзифә мәктәптә уҡығанда уҡ йырлай башлай. Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. Уны Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә алалар. Башҡорт сәхнәһендә беренсе аҙымынан уҡ уҙ тамашасыһын таба. Нәзифә Ҡадыроваға Рим Хәсәновтың «Мандолина» йырынан һүң киң танылыу килә. Был йыр менән ул 1979 йылда Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай. Йәш йырсы тыңлаусыларҙы үҙенең моңло бай тембрлы тауышы, сағыу гүзәл ҡиәфәте менән арбай. 1979 йылда «Мелодия» фирмаһы Нәзифә Ҡадырованың дискын сығара. Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы. Мәғәфүр Хисмәтуллин — йыры (тенор), режиссёр һәм педагог. 1915 йылдың 25 августында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортастандың Иглин районы Яңы Ҡобай ауылында тыуған. 1931-1935 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый. 1936-1938 йылдарҙа П.И. Чайковский исемендәге консерваторияның башҡорт бүлегендә (Е.В. Еханович класында) уҡый. 1932 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисты. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссеры. 1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡытыусы 1969 йылдан Өфө сәнғәт институтында уҡытыусы. Яҡшимбәтов Малик Нәсих улы. Яҡшимбетов Малик Нәсих улы — «Башҡортостан» киностудияһының художество етәксеһе, күренекле ражиссёр. 1944 йылдың 18 апрелендә Кемерово ҡалаһында тыуғын, 1993 йылдын 18 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булған. Малик Нәсих улының атаһы 1944 йылда Кемерово өлкәһенә һөргөнгә ебәрелә. Кемерово ҡалаһында уның улы Малик тыуа. Якшимбетов Насих 1969 йылда Бөтә Союз дәүләт киномотография институтында (ВГИК), Г.И. Чухрай класында уҡый. Стажировкана Башҡортостан телевидениеһында үтә. 1985-1990 йылдарҙа «Ҡаҙаҡтелефильм» студияһында эшләй. Был йылдарҙа 20-гә яҡындокументаль һәм документаль-публисистик фильмдар төшөрә. 1991 йылда яңы асылған «Башҡортостан» киностудияһына художество етәксеһе итеп эшкә саҡырыла. Өфөлә эшләгән ике йыл ваҡыт эсендә бер нисә докуметаль һәм документаль- публисистик фильм төшөрөп өгөрә. Малик Яҡшимбәтовтың ғүмере 1993 йылдың 18 февралендә көтмәгәндә өҙөлә. Даглыҡлы шәхес ата-бабаларыныңтөйәге- Түңгәүер ырыуы ере Әбйәлил районы Асҡар ауылы зыяратында ерләнә. Үҙәк Диниә назараты. Ырымбур диниә назараты — 1799 йылда Екатерина II указы буйынса Өфөлә ойошторолған Рәсәйҙә беренсе рәсми мосолман ойошмаһы. Рәсәй мосолмандары рәйесе – мөфтөй. Был вазифаға кандидат мосолман ойошмаларында һайлау үткәс, уны император раҫларға тейеш. 1789 йылда мосолман Дини Йыйылышы тип атала. 1944 йылдан Рәсәйҙең Европа өлөшө, Себер һәм Балтик илдәре мосолмандарының диниә назараты тип атала. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Европа Бойондороҡһоҙ дәүләттәре берләшмәһенең Үҙәк диниә назараты тип атала. Диниә назаратына мосолман ойошмаларына күҙәтеү, мәсеттәр төҙөү, никах теркәү, мөлкәт бүлеү, мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен дөрөҫ үтәлешен тикшереү бурысы йөкмәтелә. Мәхмүд Ҡашғари. Мәхмүд ибн ал-Хөсәйен ибн Мөхәммәт ал-Ҡашғари, Мәхмүд Ҡашғари (,; 1029—1101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрөк ғалимы. Сығышы буйынса —Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе. Уның атаһы Баласуган ҡалаһында хакимлыҡ иткән. Ҡашғари Багдад ҡалаһында эшләгән, һәм ул үҙенең «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk) тигән хеҙмәте менән билдәле. Ҡашғари үҙенең һүҙлеге өсөн төрки илдәргә фәнни экспедицияға сығып китә. Күп йылдар төрки телле халыҡтар йәшәгән ҡалалар, ҡышлауҙар, йәйләүҙер буйлап сәйәхәт итә. Ул төрки халыҡтарҙың фольклор, йола, героик эпостарҙан өҙөктәр, тарихи риүәриәттәр, 400 яҡын мәҡәл һәм әйтемдәрен яҙып ҡалдыра. Хеҙмәтен 1074 йылда тамамлай. «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» — фонетика, морфология һәм тел үҙенсәлектәренә бағышланған ҡомартҡы. Һүҙлек Урта Азия, Төркөстан, Волга һәм Урал буйы халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын туплаған. Мәхмүд Ҡашғари бөгөндә тел, фольклор, әҙәбиәт өйрәнеүселәргә ҡиммәтле сығанаҡ. Мәхмүд Ҡашғари, шулай уҡ, башҡорттар тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған шәхес булараҡ билдәле. Нефть. Нефть — майлы, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡса. Нефть төрлө ауырлыҡтағы углеволородтарҙан, ароматик углеводородтарҙан, көкөрт ҡушылмаларынан тора. Ауыр углеводород миҡдарына ҡарап ауыр, уртаса, еңел нефткә бүлергә мөмкин. Был өс төр төҫө, ҡуйылығы, химик составы, тығыҙлығы менән айырыла. Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы. Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин — революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. 1896 йылдың 9 октябрендә Ырымбур губернаһы Бесәнсе ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында) тыуған, 1924 йылдың 24 декабрендә Мәскәүҙә үлгән, Өфөлә ерләнгән. 1909 йылда Ырымбурҙа «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1914 йылда мәҙрәсе администрацияһын тәнҡитләгән өсөн мәҙрәсәнән ҡыуыла. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. Австрия фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһын 144 уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, «Һалдат теләге» гәзите редколлегияһында ҡатнаша. 1918 йылда Коммунистар партияһы сафына алына, Башҡортостанда совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә. 1919 йылда совет органдарының етәксеһе булып таныла. РКП(б) өлкә комитетының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй. Бүләктәре. Партияның 10-се съезы делегаттары менән Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша һәм ауыр яралана, батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Көйөлдө. Көйөлдө (,) — бөтә ер йөҙөндә осрай, һыу буйында йәшәй торған, көйөлдөләр менән аҡсарлаҡтарҙы эсенә алған отрядына ҡараған ҡош. Был ҡош Башҡортостанда киң таралған, һыу буйҙарында тереклек итә. Оҙон аяҡлы, аҫҡа табан кәкерәйгән оҙон суҡышлы, өйрәктән ҙур. Был ҡош яҡшы йөҙә, кәрәк саҡта сума. Төҫө — ҡара, буй-буй ерән һорғолт һыҙыҡлы. Ҡойроғоноң өҫтө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Аяҡтары күкһел һоро. Тауышы «көйөөөөл, көйөөөөөл…., өл-өл-өл». Шырлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй. Ваҡ балыҡ, бөжәк, көҙөн еләк-емеш менән туҡлана. Көйөлдө ояһын ерҙә ҡора. Көрән таптар менән ҡапланған йәшкелт-һоро төҫлө дүрт йомортҡа һала. Көйөлдө — һунар ҡошо, уны ите өсөн аулайҙар. Тәгәрлек. Тәгәрлек ("Vanellus vanellus", урыҫ. "чибиц" йәки "пигалица") – ржанка һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булмаған (өйрәктән бәләкәйерәк) һаҙ ҡошо. Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы, һырты менән түше йәшкелт төҫтә була. Түбәһе, муйынының алғы яғы, түшенең алғы өлөшө, ҡойроҡ төбө аҡ. Ҡыш көнө ҡаурыйҙары күберәк аҡ төҫтә була. Был ҡош һауала төрлө хәрәкәттәр яһап, баш түбән дә әйләнеп китеп осҡан өсөн Башҡортостанда тәгәрлек, тәгәрләүек, кеҙгет тип тә йөрөтәләр. Башындағы оҙон ҡара ҡаурһындарын бер күтәреп, бер төшөрөп йөрөй. Бөжәктәр, ямғыр селәүсене, ҡусҡар, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Тәгәрлек Атлантик океандан Тын океанға тиклем таралған. Күсмә ҡош. Урта диңгеҙ бассейнында, Кесе Азияла, Төньяҡ Һиндостан, Ҡытай һәм Японияла ҡышлау урыны. Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала. БСТ. БСТ — Башҡортостан республикаһының милли (дәүләт) телеканалы. Тапшырыуҙары тәүлегенә 18 сәғәт дауамында сыға. Дөйөм мәғлүмәт. Тапшырыуҙар Башҡортостан республикаһының ике дәүләт телендә (башҡорт һәм урыҫ телендә) һәм төбәктә йәшәгән башҡа милләт телдәрендә сыға. Эфирға сыҡҡан тапшырыуҙар һаны — 50-нән ашыу; улар төрлө йәшәйеш өлкәләренә — сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәнғәт, йәмәғәт булмышына бағышлана, шулай уҡ күңел асыу һәм интерактив йүнәлеш-жанрҙарын биләй. 1959 йылдан эфирға сығып килгән урынлы телевидение тапшырыуҙары "Башҡорт телевидение студияһы" тарафынан әҙерләнде. Сигнал таратыу саралары. Башҡортостан халҡына БСТ тапшырыуҙарын еткереү өсөн, республиканың торлаҡ пункттарында 400-ҙән ашыу ретрансляторҙар төҙөлдө; улар күбеһенсә дециметр йышлыҡтарында эшләй, ҡеүәтлеге 1 Вт-тан 5 КВт-ҡаса. Ретрансляторҙар шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында төҙөлдө. Күрше төбәктәрҙә: Ырымбур, Һамар, Силәбе, Свердловск, Төмән өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмуртия респубикаларында БСТ апшырыуҙарын кабель селтәрҙәре аша ҡарап була. Тапшырыуҙар шулай уҡ Intelsat 904 спутнигы аша таратыла. Хәсәнов, Альберт Бари улы. Альберт Бари улы Хәсәнов () — татар яҙыусыһы. 1937 йылдың 17 декабрендә, Татарстандың Бейек Тау районындағы Кече Кавал ауылында тыуған. Тормош юлы һәм ижады. Альберт Бари улы уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Ҡаҙан дәүләт педагогия институтын тамамлаған, артабан Лениногорск ҡалаһында сығалған "Ленин васыяттары" () гәзит редакцияһында эшләй, шулай уҡ Лениногорск телестудияһында һуңғы хәбәрҙәр бүлеге редакторы булып эшләй. Ошо ваҡытта әҫәрҙәре (очерктары һ.б.) матбуғатта баҫыла башлай. 1982 йылғаса Альберт Хәсәнов СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1983 йылда «Казан утлары» (Ҡаҙан уттары) журналында Альберт Хәсәновтың «Әбием ядкаре» тигән повесть баҫылып сыҡты. Ямашев, Хөсәйен Минһажетдин улы. Хөсәйен Минһажетдин улы Ямашев — революцион хәрәҡәте эшмәкәре, публицист. Тормош юлы. Хөсәйен Минһажетдин улы Ҡазанда тыуған. Татар телендә сәйәси эстәлекле листовкалар, брошюралар яҙыу һәм тәржемә итеп таратыуға ҙур өлөш кертә. РСДРП-ның Урал һәм Өфө комитеттәре мәтди ярҙамы менән 1907 йылда Ырымбур ҡалаһында татарса беренсе легаль революцион гәзитен нәшер итә. Гәзиттең баш мөхәррире хатыны Хәдисә Ямашева (). Гәзитте сығарыу тыйылғас, 1907 йылдың Һабанай айында Ҡазанға ҡайта. Унда революцион һәм публицистик эшмәкәрлеге дауам итә. 1971 йылда Татарстанда Х. Ямашев исемендәге журналист премияһы булдырылған. Гималайҙар. Гималайҙар, Гималай тауҙары (санскритта हिमालय, һинд телендә हिमालय, непалса हिमालय, ҡытайса 喜馬拉雅山脈) — Ерҙең иң бейек тау системаһы. Тауҙары Һиндостан, Непал, Ҡытай (Тибет), Пакистан, Бутан территорияларында урынлашҡан. Гималайҙарҙың иң бейек тауы (Джомолунгма) шулай уҡ Ерҙең иң бейек тауы булып һанала. Хэллоуин. Хэллоуин () — Көнбайыш Европа илдәрендә 31 октябре кисенән 1 ноябргә тиклем билгеләнгән байрам. Ғәҙәттә инглиз телле илдәрҙә үткәрелә, ләкин рәсми байрам тип һаналмай. XX быуат ахырынан башлап американлаштырыу һәм глобалләшеү йоғонтоһо аҫтында бөтә илдәргә тарала башлай (күберәк байрам үҙе түгел, уның атрибутикаһы тарала). Англосаксон телендә байрам «Hālgena Ǣfen» ("Иҙге кис") тип аталған. Коми-зырян теле. Коми-зырян теле (шулай уҡ коми теле, зырян теле,) — фин-уғыр төркөмөнә ингән тел, урыҫ теле менән бер рәттән Коми Республикаһының рәсми теле. Шулай уҡ коми-зырян телендә Рәсәйҙәге Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә һөйләшә. Һөйләшеүселәр һаны — 311 мең тирәһе. Яҙма. Хәҙер рәсми коми-зырян яҙмаһы рәүешендә кирил әлифбаһы ҡулланыла, унда урыҫ хәрефтәренән башҡа ике хәреф ҡулланыла: І һәм Ö (дөрөҫ күренеше: Ӧ). Ҡарт Муйнаҡ. Ҡарт Муйнак — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Тунғатар ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 270 кеше. Почта индексы — 453714, ОКАТО коды — 80253884004. Бөйөк Ҡытай диуары. Бөйөк Ҡытай стенаһы () — мөһим архитектура ҡомартҡыһы. Төньяҡ Ҡытай буйлап (тармаҡтарын иҫәпкә алып) 8 851,1 км оҙонлоҡтағы стена. Тарихы. Стенаның беренсе өлөшөн төҙөү хунну күсмә халҡының һөжүменән һаҡланыу өсөн, император Цинь Ши-хуанди (Цинь династияһынан) хакимлыҡ иткән дәүерҙә б.э.т. 475—221 йылдарҙа төҙөлә. Төҙөлөштә халыҡтың биштән бер өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Стена 8 мең 851 км 800 м оҙонлоҡта төҙөлә. Стена Ҡытайҙың иң төньяҡ сиген билдәләй һәм ватандаштарҙы ҡырағай ҡәбиләләргә ҡушылыуҙан һаҡлай. Стена Ҡытай цивилизацияһының сиктәрен билдәләй, яңы яулап алынған ерҙәрҙә берҙәм империя төҙөүгә булышлыҡ итә. Хань династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа (б.э.т. 206 — б.э. 220 йылдар) стена көнбайыш Дуньхуанға тиклем киңәйтелә. Сауҙа ҡарауандарын күсмә халыҡ һөжүменән һаҡлау өсөн сүллек эсендә ҡарауыл башнялары төҙөлә. Стенаның беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған өлөшө башлыса Мин династияһы (1368—1644 йылдар) дәүерендә төҙөлә. Был дәүерҙә төҙөлөш материалдары башлыса кирбес һәм таш була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә стена көнсығыштан көнбайышҡа тиклем, Бохай ҡултығынан Һары диңгеҙгә тиклем йәйелә. Емерелеүе һәм тергеҙелеүе. Цин династияһы (1644—1911 йылдар) дәүерендә стенаға ихтибар күрһәтмәү арҡаһында өс быуат эсендә стена емерелеп бөтә. Тик беләкәй генә Пекин —Бадалин өлөшө «башҡала ҡапҡаһы» булараҡ һаҡланып ҡала. 1899 йылда Америка гәзиттәре стена емереләсәк, уның урынына шоссе юл төҙөләсәк тигән хәбәр тарата. 1984 йылда Дэн Сяопин башланғысы менән Бөйөк Ҡытый стенаһын реставрациялау программаһы ғәмәлгә ашырыла. Был программа Ҡытай, сит ил компаниялары, шәхси кешеләр тарайынан финанслана. Ҡаҙаҡҡол. Ҡаҙаҡҡол йәиһә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол — Башҡортостандың Учалы районында ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 354 кеше Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810001. Амангилде. Амангилде — Башҡортостандың Учалы районында ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 138 кеше Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810002. Логинова, Лидия Пётр ҡыҙы. Лидия Пётр ҡыҙы Ло́гинова (,) — коми йырсыһы. Хәҙергә Коми Республиканың Милләттәр министрлығының фин-уғыр мәҙәни үҙәгенең халыҡ йырҙары бүлегендә эшләй, шулай уҡ "Зильган турун" () ансамблен етәкләй. Тормош юлы. Лидия Пётр ҡыҙы 1954 йылдың 13 ноябрь (ҡырпағай) көнө Коми Республиканың Корткерос районындағы Богородск () ҡасабаһында тыуған. Атаһы — урмансы, әсәһе — баҫыусылыҡ эшсеһе. Лидия бала сағында уҡ йырлай башланы. Ул ҡатнашҡан иң беренсе конкурс — "Сыктывкарская осень". 1982 йылдан 1988 йылғаса Лидия Логинова "Эжваса дзоридзьяс" () ансамбле солисткаһы була. 1992 йылдан 1995 йылғаса ул Коми фольклор театрында, 1995 йылдан 1999 йылғаса Коми Республика Филармонияһының "Зарни ель" ансамблендә солистка булып эшләй. Ғәлиәхмәр. Ғәлиәхмәр — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 139 кеше Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810003. Ҡалуй. Ҡалуй — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 152 кеше Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810004. Көсөк-Маяҡ. Көсөк-Маяҡ — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 185 кеше Почта индексы — ?, ОКАТО коды — ?. Билдәле шәхестәр. Ауылда Муса Мортазин, Башҡортостандың билдәле ғәскәри эшмәкәре, тыуып үҫкән. Сораман. Сораман — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 370 кеше Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810006. Ахун (ауыл), Учалы районы. Ахун — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 2852 кеше Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815001. Халыҡ һаны. Милли составы — татарҙар (59%), башҡорттар (39%). Ҡыйҙыш. Ҡыйҙыш — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 128 кеше Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815002. Ташморон (ауыл), Учалы районы. Ташморон (урыҫса "Ташмурын") — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 0 кеше Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815004. Танысау. Танысау (икенсе исеме Ташморон) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 78 кеше Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815003. Бөйҙө. Бөйҙө — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 878 кеше Почта индексы — 453703, ОКАТО коды — 80253816001. Металлургия. Металлургия —ауыр сәнәғәттең руданан металл алыу һәм уны башланғыс эшкәртеү менән шөғөлләнгән тармағы, металдарҙы мәғдәндән айырып алыу һәм эшкәртеү тураһында фән. Тимер — ҡара металл булып иҫәпләнә. Ҡалған металдар — төҫлө металдар тип иҫәпләнә. Физик үҙәнсәлектәре буйынса төҫлө металдар ауыр (баҡыр, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш, никель) һәм еңел (алюминий, титан, магний) металдарға бүленә. Металл сеймалы табыу сәнәғәте. Металл сеймалы табыу сәнәғәте ҡиммәтле металды руданан айырып алыу һәм айырылған сеймалды иретеүҙән тора. Металл оксидын йәки сулфидын таҙа металл алыу өсөн физик, химик һәм электролитик процесс үткәрергә кәрәк. Әгәр рудана иретеү юлы менән байытып була икән, тау эштәре кәрәкмәй. Ҡайһы саҡта рудала бер нисә ҡиммәтле компонент булла. Был осраҡта бер процесстың ҡалдығы икенсе процессҡа сеймал булып хеҙмәт итә. Иретмәләр. Алюминий, хром, баҡыр, тимер, магний, никель, титан һәм цинк иретмәләре киң ҡүлланыла. Тимер һәм углерод иремәрәрен өрәнеүгә күп көс түгелә. Углеродлы ҡорос, ауырлығы һәм коррозияға тороусанлығына киҫкен талаптар ҡуйылмаған осраҡта, осһоҙ әйберҙәр эшләү өсөн ҡулланыла. Тутыҡмай торған һәм цинкла металдар коррозияға ҡаршы тороу өсөн ҡулланыла. Алиминий һәм магний иремәләре ныҡлы һәм еңел әйберҙәр эшләү өсөн ҡулланыла. Коррозиялы агрессив мөхиттә баҡыр-никель иремәлерен файҙаланалар. Тасимов, Исмәғил. Исмәғил Тасимов — Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто – Санкт-Петербург тау институтын асыусы. Был институт Фрейнбергтағы донъяла беренсе тау академияһынан ете йыл ғына һуңыраҡ асылған. 1771 йылда Тасимов иптәштәре менән үҙ рудаларын Югов баҡыр иретеү заводтарына ебәреүҙе һәм ҡаҙна рудниктарын уларға тапшырыуҙы һорап Берг-коллегияға ғариза яҙа. Ошо уҡ ғаризала улар тау заводтарында «начальниктар һәм һаҡсылар» әҙерләү өсөн офицерҙар мәктәбен булдырыу тураһында үтенәләр. Бындай мәктәпте тотоуға ул «үҙ рудаһынан иретелгән һәр бот баҡырҙан сирек тин» бүлергә йөкләмә ала. Берг-коллегия был мәктәптең рус тау промыслаһы өсөн файҙалы булыуын таный. «Тау мәктәбен булдырыу тураһында» Сенатҡа докладында Берг-коллегия Тасимовтың тәҡдимен хуплай һәм уны «файҙалы ғына түгел, бөтә Тау корпусы өсөн кәрәкле» тип таный һәм тәҡдимде ҡабул итергә ҡарар сығара. 1773 йылдың 21 октябрендә (яңы стиль буйынса 3 ноябрҙә) Екатерина II Рәсәйҙә беренсе юғары техник мәктәбен булдырыу тураһында Сенат ҡарарын раҫлай. Ул кадет корпусы тип түгел, ә «дворян балаларынан тыш, башҡалар ҙа уҡый алһын өсөн» Тау училищеһы тип атала. Тау кадет корпусын тамамлаусы академик Дмитрий Соколов 1830 йылда үҙ хеҙмәттәренең береһендә: «Төпкөл ауылдан ярым ҡырағай башҡорт Тау корпусына тәүге нигеҙ ташы һалыуына ышанырлыҡ түгел», — тип яҙа. Сто лет тому назад тогдашний горный мир Он подал от своих товарищей прошение - Чтоб рудокопам — им, безграмотным, как сам, Давать указчиков по рудным их делам! Тасимовтың яҙмышы — ғәйнә башҡорттарының ғорурлығы. Бәрҙе. Бәрҙе — һөмбаш балыҡтар төркөмөндәге балыҡ. Бәрҙене башҡа балыҡтарҙан арҡаһындағы оҙон йөҙгөсө буйынса айырырға була. Был иң матур балыҡтарҙың береһе. Арҡаһы ҡара таптар менән ҡапланған һоро-йәшел төҫтә, көмөш тәңкәле. Ауырлығы 500 гр самаһы, һирәк осраҡта килограмдан арта. Бәрҙе шәп аҡҡан һыулы йылғаларҙы ярата. Ҙур көтөү менән йәшәмәй. Ҡарамаҡҡа, ғәҙәттә, беренсе булып иң ҙуры еләгә. Бәрҙенең ите йомшаҡ, ҡылсығы аҙ, шуға уға күпләп һүнар итәләр. Был балыҡ «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы»на индерелгән. Сабаҡ. Сабаҡ — һаҙандар ғаиләһенә ҡараған күкһел һыртлы, аҡ ҡорһаҡлы, буҙ ҡойроҡло ваҡ йылға балығы. Ҙурлығы 7 см тирәһе, ауырлығы Бер нисә грамм самаһы. Тубыл, Иртыш йылғаларында, Себер һәм Урал күлдәрендә киң таралған. Табан балыҡ ҡайҙа йәшәй, ул да шул йылға-күлдәрҙә, быуаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Һыу ятҡылыҡтарында берсә башын һыуҙан күтәреп, берсә ҡабырғаһын ҡояшта ялтыратып йөҙөп йөрөгәнен күҙәтергә мөмкин. Өҫкә ҡарап торған ауыҙы менән ул һыуға төшкән бөжәктәрҙе ашай. Ҡорбан байрамы. Ҡорбан байрамы ("Ид аль-Адха"; ‘Īdu l-’Aḍḥā,, Eydê Qurban / Eid-e Gorbān,,,,,,)— Хаж тамамланыуын белдергән, Зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла. Тарихы. Ҡөръян буйынса, Ибраһимдың төшөнә Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип керә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙергә Мәккә һалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә был, Ибраһим өсөн, һынау ғына була. Алаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштыра. Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек символы булып тора. Ҡорбан малы. Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ-кәзә ҡорбан малы булла ала.Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә,тыу һыйыр ҡобанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә Бер йәш булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә корбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш. Ҡырығай хайуандар (мышы, болан, ҡыр кәзәһе) ҡорбан булла алмай. Сыуаштар. Сыуаштар () — Рәсәйҙә күп һанлы төрки халыҡтарҙың береһе. Дөйөм һаны, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 637 мең самаһы. Рәсәйҙәге иң ҙүр этностарҙың береһе. Сыуашстанда 49,2 % сыуаш йәшәй. Сыуаш диаспоралары йыйнаҡ төркөмдәр булып башҡа төбәктәрҙә йәшәй. Ситтә йәшәүселәрҙең 30 % самаһы Урал-Иҙел буйындағы өлкәләрҙә: Татарстан, Башҡортостан, Һамар, Ульяновск, Һарытау өлкәләрендә тупланған. Бынан тыш сыуаштар Ҡаҙағстан, Украина, Беларустә йәшәй. Сыуаштар Көньяҡ Урал буйына XVII быуат башында күсенә башлай. Башҡортостанда сыуаштар халыҡ һаны буйынса урыҫтарҙан, башҡорттарҙан, татарҙарҙан ҡалышып 4-се урында. Улар башлыса Ауырғазы районында — 12,5 мең, Бишбүләк районында — 10, 4 мең, Стәрлетамаҡта — 4,9 мең, Ҡырмыҫҡалы районында — 4,8 мең йәшәй. Сыуаш шағирҙары К. В. Иванов, Я. Г. Ухсай Башҡортостандың Бәләбәй районы Ыҫлыҡбаш ауылында тыуған. Космонавт Андриян Николаев та милләте буйынса сыуаш. Типтәрҙәр. Типтәрҙәр ("типтәр",) — XVII быуаттан уҡ дөйөм атама менән билдәләнгән йыйылма халыҡ. Г. Георги, П.Паллас, П.И. Рычков кеүек билдәле крайҙы өйрәнеүселәр типтәрҙәр тураһында яҙып ҡалдырған., Ғилми әҙәбиәттә «типтәр» һүҙенең мәғәнәһе тураһында төрлө фекерҙәр бар. Ҡайһы берәүҙәр тыуған-үҫкән төйөгенең тибелеп киткәнгә күрә шулай тип атағандар тип иҫәпләй. Икенселәре, ерҙе башҡорттарҙан дәфтәргә яҙып алып, «дәфтәр» һүҙе «типтәр» булып үҙгәргән, тип аңлата. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Башҡортостанда 113 800 кеше үҙен типтәр тип яҙҙырған. Шуларҙың 79,5% этник яҡтан ҡайһы халыҡ вәкиле булыуында әйткән. Йәғни, «мин — татар-типтәр», «мин — башҡорт-типтәр», «мин— мишәр-типтәр» тип яҙылған. Шулай уҡ типтәрҙәр араһында удмурттар, сыуаштар, мариҙар, ҡаҙаҡтар бар. XX быуаттаң 20-се йылдарында «СССР халыҡтары исемле»ген төҙөгәндә типтәрҙәрҙең этник составы бер төрлө булмағанлыҡтан айырым халыҡ булып иҫәпләнмәй. Был тәҡдимде Үҙәк статистика идаралығы эргәһендә ойошторолған халыҡтарҙы өйрәнеү комиссияһы индерә. Тик 23 300 кеше үҙен «саф типтәр» тип белдерә, шуға «типтәр» термины һаҡланып ҡала, ләкин был термин 1939 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа бөтөнләй төшөп ҡала. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, типтәрҙәрҙең 85% Башҡортостанда йәшәгән. Иң күп йәшәгән урындары: Тамъян-Ҡатай контонының Учалы (элекке Тимтәр-Учалы волочы); Бөрө кантонының Әсән, Байҡыбаш, Борай, Ҡыҙғанбаш, Иҫке Балтач волостары; Өфө кантонының Ҡырмыҫҡалы, Петровск, Шишмә волостары. Халыҡ иҫәбе. Типтәрҙәр һуңғы мәртәбә 1926 йылда иҫәпкә керә, 27 387 кеше үҙен типтәр тип белдерә. ОКАТО. ОКАТО́ коды, ОКАТО́ һаны (һүҙҙәренән ҡыҫҡартма) — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәре һәм тораҡ пункттарының дөйөм төркөмләүсе исемлеге; статистика һәм иҡтисад кеүек өлкәләрҙә мәғлүмәтте ышаныслы, сағыштырырлыҡ һәм автоматик рәүештә эшкәртеү өсөн булдырылған. Иҫәп-теркәү берәмектәре. Административ бүленеш берәмектәре исемлектә иерархия рәүешендә төркөмләнә. Берәмектәренең барыһы ла административ бүленеш буйынса төркөмдәргә бүленә; был төркөмдәр административ буйһоноу буйынса өс классификация кимәленә ҡарай. Билдәле кимәлгә ингән һәр берәмек үрге кимәлгә ҡараған ярашлы берәмеккә туранан-тура буйһона. Ауыл тораҡ пункттары өсөнсө кимәл берәмектәре эсендә танытыла. Конституция. Конститу́ция (— «төҙөлөш, ҡоролош») — илдең төп законы, дәүләттең йәки федератив дәүләттә территориаль берәмектең, шәхестең сәйәси, хоҡуҡи, иҡтисади статусын билдәләгән юғары юридик көскә эйә булған норматив-хоҡуҡи акт. Конституция — илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын, бурыстарын билдәләгән төп закон. Конституцияла өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр тәртибе ҡаралған. Өфө мосолман зыяраты. Өфө мосолман зыяраты — Өфөлә, Ағиҙелдең үрге ярында урынлашҡан мосолман зыяраты; Алтай һәм Кесе Ахтыр урамдарына сиктәш. Кәмендә биш ҡәберлек ҡатламы билдәле. Зыярат майҙанында мәсет эшләй. Ҡала тарихын өйрәнеүселәр фараз итеүенсә, йылға ярындағы ҡәберлекXIX быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килә. Ҡағыҙҙа тәү тапҡыр 1852 йылда телгә алына – был осорҙа Өфөлә зыяраттар өсөн ер тәғәйенләнә. Архив сығанаҡтары бәйән итеүенсә, 1892—1897 йылдарҙа ҡәберлекте ҡала ситенә сығарыу өсөн комиссия ойоштторола, әммә һуңыраҡ ул зыяраттың бороңғолоғона һылтанып, уны урынында ҡалдырырға ҡара итә. Оҙаҡ йылдар буйы зыярат тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Көньяҡҡа ҡараған тау битендә ташлы дала өсөн хас булған утыҙҙан ашыу үҫемлек төрө үҫкән, шул иҫәптән һирәк һәм реликт үҫемлектәр ҙә: сысҡан ҡойроғо,терескен үләне һ.б. Хәҙерге мәлдә уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан. ЮНЕСКО. ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization) — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы. ЮНЕСКОның маҡсаты — милләт-ара, дин-ара һәм цивилизация-ара берҙәмлекте формалаштырыу, мәғариф, фән һәм коммуникациялар өлкәләрендә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, кешелек цивилизацияһының мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставында иғлан ителгән кеше хокүктарын яҡлау. 1945 йылдың 16 ноябрендә йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сан-Францисколағы конференцияһында АҠШ, Англия һәм СССР араһында мәғрифәтселек һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса халыҡ-ара махсуслаштырылған учреждение булдырыу хаҡында килешеү төҙөлә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң, БМО һәм ЮНЕСКО тыныслыҡты һаҡлау идеяһын тәҡдим итә. Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара ойошма составында 193 ағза-дәүләт һәм 7 хеҙмәткәр-ағза иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Генераль директоры – Ирина Бокова (Болгария), башҡарма советы рәйесе – Э.В. Митрофанова (Рәсәй), Парижда Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле Башҡортостан ЮНЕСКОла. Башҡортостан ЮНЕСКО менән 2008 йылдың мартында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында “Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә” презентацияһы үтте, унда БР Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Атеизм. Атеи́зм ("аллаһыҙ" һүҙенән; шулай уҡ дәһрилек, динһеҙлек) — Алла, илаһи заттар һәм рухтар, башҡа матди (материаль) булмаған заттар һәм көстәр, әхирәт донъяһы булғанлығын, йәндең үлемһеҙ булыуын һ.б. кире ҡаҡҡан донъяға ҡараш. Атеизм буйынса, тәбиғи донъя үҙ-үҙенә тулы нигеҙ булып тора һәм булмышы өсөн Алла йә илаһи заттар яғынан терәккә мохтаж түгел. Донъялағы барлыҡ диндәр ҙә кеше тарафынан уйлап сығарылған, тип иҫбат ителә. Атеизм бик боронғо заманда уҡ ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙең үҫеше, фән һәм материалистик философияның уңыштары нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Үҙ-үҙен атеист тип һанаған кешеләр илаһи заттар барлығына шиксел ҡарай – уларҙың ысынбарлыҡта бар булыуы тәжрибә, һиҙем йә һынау аша иҫбатлана алмай, тип раҫлана. Атеизм яҡлы кешеләр үҙ ҡарашын шулай уҡ фәлсәфә, социология йә тарихҡа таянып яҡлай; уларҙың күбеһе донъяуи (дини булмаған) фәлсәфә йүнәлештәренә эйәрһә лә, барлыҡ атеисттарға хас булған дөйөм фекер-ҡараштар системаһын йәки тәртип ҡалыбын айырым билдәләп булмай. Этимология. III быуатта папируста яҙылған Ефестәргә хаттағы ("atheoi") тигән грек һүҙе «аллаһыҙ» тип тәржемә ителә Боронғо грек телендеге (— «юҡ» + — «аллаһ») «аллаһыҙ» тигәнде аңлата. Б.э.т V быуатта был һүҙ элекке әшәке, ерәнес һүҙе урынына «Алла менән мөнәсәбәтте өҙгән» тигән мәғәнә ала. Был термин иртә христиандар һәм мәжүсиҙәр араһындағы бәхәстә киң ҡулланыла, һәр яҡ икенсе яҡты кәмһетергә тырыша. «Атеист» һүҙе беренсе мәртәбә 1577 йылда ҡулланыла. Һуңыраҡ, 1621 йылда ҡәрҙәш "деист" һүҙе ҡулланыла, "теист" — в 1662, "теизм" — 1678 (башҡа сығанаҡтарҙа 1743 йылда) һәм "деизм" — 1682 йылда. Атеизм һәм агностицизм. Атеизмды агностицизмдан айырым күрер кәрәк. Агностицизм буйынса, Алланың барлығы-булмағанлығын танып белеү йәки аңға таянып иҫбатлау өсөн ысул юҡ; шул уҡ ваҡытта агностиктар берҙәм йә бер нисә Аллаға ышана ала. Ниндәй ҙә булһа Алланың бар булыуын ҡабул итеү өсөн шәхси асыш кәрәк, тип күрһәтелә. Алланың барлығын иҫбатлаған дәлилдәр тик бер генә дин өсөн хас түгел; киреһенсә, был дәлилдәр тигеҙ нигеҙлек менән төрлө диндәргә ҡағылышлы ҡулланыла ала. Кеше ниндәй ҙә булһа бер динде ҡабул итһә, башҡа диндәрҙе кире ҡағырға тейеш була. Шәхси асыш булмаған осраҡта ысынлыҡҡа дәғүә итеүсе диндәр араһынан береһен һайлап алыу ҡыйынға төшә. Христиандар Ғайса пәйғәмбәр донъяны ҡотҡарыусы һәм Алланың улы, тип ышана; йәһүҙиләр быға ҡаршы килә. Мосолмандар Ҡөръән Алла тарафынан тапшырылған, тип ышана; христиандар ҙа, йәһүҙиләр ҙә быға ышанмай. Бындай бер-беренә тура килмәгән ҡараштар бихисап; хата берҙәм дин эсендә лә тарҡалыу осраҡтары аҙ түгел. Мәҫәлән, христианлыҡ диненең эсендә бер күп йүнәлештәр бар; улар йыш ҡына бер-беренә тап килмәй. Хәҙерге көндә. Күп илдәрҙә асыҡтын-асыҡ атеизм фекерен таратыу енәйәт тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, Библия йә Ҡөрьән ысынбарлыҡҡа тура килмәй, йәки Алла юҡ тип әйтеү хыянат тип табылған илдәр әле лә бар. Мәҫәлән, Иорданияла 2008-се йылда Ислам Самһан исемле шағирҙы суд «Ислам динен хурлау»ҙа ғәйепле тип таба; ул Ҡөрьәндең ҡайһы бер аяттарын үҙенең ғишык шиғырҙарына ҡушып китап баҫтырған булған. Бөйөк Британия, Канада, Голландия һәм АҠШ кеүек илдәрҙә атеистар хоҡуҡтарын яҡлаған ҡанундар бар. Закон буйлап, был илдәрҙә атеистар башҡа граждандандар менән тигеҙ хоҡуҡлы. “Дин иреклеге” тип аталған халыҡ-ара ҡанун динһеҙ булыу хоҡуғын да үҙенә индерә. Бөгөнгө көндә, донъя халҡының 2.3%-ы үҙен атеист тип иҫәпләй; 11.9% самаһы үҙен ‘’нонтеизм’’ яҡлы, йәиһә дингә битараф тип таныта. Рәсәйҙә «битараф» кешеләр 48%-ты тәшкил итә. Европа илдәрендә был һан 6%-тан (Италияла) 85%-ҡаса (Швецияла) тәшкил итә. Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы. Рәшиҙә Туйсина — бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артискаһы (1978), Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы (1972), Башҡортостандың халыҡ артискаһы (1974), Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы. Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты. 1942 йылдың 10 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙә яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамбльдың етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеү сәнғетенең ынйыһы буласағын тоҫморлап ҡала һәм ансабльгә саҡыра. Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар. 1968 йылда Рәшиҙә туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салаут Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивальдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә. Мәскәүҙең Кремель һарайы, Франция, Индияспания, Германия,Швеция, Пакистан,Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай. Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәе өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Башкортостандың Салауат Юлаев исемендеге премияһы бирелә. Химик элементтар исемлеге. Химик элементтар исемлеге атом массаһы үҫеүе буйынса тәртипкә килтерелгән, башҡа параметрҙар буйынса төрҙәргә бүлеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Таблицала химик элементтың исеме, символы, химик элементтарҙың периодик системаһындағы төркөмө һәм периоды, атом массаһы (тотороҡло изотоптың), тығыҙлығы, иреү температураһы, ҡайнау температураһы, асылған йылы, тәү башлап асыусының фамилияһы бирелә. Баҡыр. Баҡыр — химик элементтарҙың периодик таблицаһында атом һаны буйынса 29-сы элемент, беренсе группаның өҫтәмә төркөмөндә, дүртенсе периодында урынлашҡан. Cu () символы менән билдәләнә. Һығылмалы алтын-ал төҫлө металл (оксид плёнкаһы булмағанда ал төҫтә). Кешелек боронғо замандан ҡуллана. Тарихы һәм исеменең килеп сығышы. Руданан айырып алыуы сағыштармаса еңел һәм иреү температураһы түбән булғанға кеше үҙләштергән иң беренсе металдарҙың береһе. Боронғо заманда аҡ ҡурғаш менән ҡатнашмаһы — бронза ҡорал эшләү өсөн ҡулланылған. Латинса исеме "Cuprum" баҡыр табылған Кипр утрауы исеменән килә. Кәлмәргән. Кәлмәргән (,) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Һырты, түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла. Башҡортса "тимер тырнаҡ, балыҡ һыры, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын" тигән исемдәре лә осрай. Таралыуы. Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла остай. Күсмә ҡош. Мысырҙа һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай. Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарында, бейек ағас баштарында ҡора. Туҡланыуы. Башҡа ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, кәлмәргән рационы 99%-ҡа балыҡтан тора. Һирәкләп тәлмәрйен, башҡа ҡоштар менән туҡлана. Ғәҙәттә һыу өҫтөндә һунар итә. Һыу өҫтөндә ҡорбанын күреп ҡалһа, тәпәйҙәрен алға сығарып, ҡанатын артҡа ташлап аҫҡа ташлана. Һаҡлау. Был һирәк осрай торған ҡош Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ҡыҙыл китабына индерелгән. Ябалаҡ. Ябалаҡ ()— йомро башлы, ҙур түңәрәк күҙле, сыбар төҫлө төнгө йыртҡыс ҡош. Ҡанат йәйене 2 м–ға тиклем, аурлығы 4 кг самаһы; ҡаурыйҙары аҡ, кара таптар, төрткөләр менән сыбарланған. Күҙ ҡабаҡтары ҡыҙыл, аяҡтары һары. Ябалаҡ һәлмәк кенә, үҙенең ҡорбанын эҙләп, ер өҫтөнән осоп йөрөй. Ваҡ йәнлектәр, ҡош-ҡорт аулай. Зарарлы кимереүселәрҙеҡырып файҙа килтерә. Ултыраҡ ҡош, һирәк оса. Ояһы ерҙә, ҡая таш һикәлтәләрендә була. 2—3 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Урман, ҡая таштан, упҡындар, мәмерйәләрҙә йәшәй. Һаҡлау. Был һирәк осрай торған ҡош Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ҡыҙыл китабына индерелгән. Бөрйән районы. Бөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы. Район хакимиәте. Адресы: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61 Хакимиәт башлығы: Зарипов Ирек Фәсхетдин улы, (34755) 3-52-20 Урынбаҫары: Ишбулатов Азамат Гәлимйән улы, (34755) 3-52-05 Урынбаҫары: Шаһивәлиев Әмир Дарис улы, (34755) 3-53-53 Урынбаҫары: Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, (34755) 3-52-03 Эштәр идарасыһы: Маликов Рәүеф Фәруҡ улы, (34755) 3-52-52 Район Советы. Адрес: 453580, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61 Совет рәйесе: Гүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы, (34755) 3-53-95 Совет сәркәтибе: Рыҫҡолов Азамат Ағзамов улы, (34755) 3-53-95 Район матбуғаты. "Таң" — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Депутаттарҙың Бөрйән район Советы. 1935 йылдың майынан башлап аҙнаға 3 тапҡыр сыға. 462 285 д. http://tan.pressarb.ru/ - Алға (гәзит).. Алға – Борай районы хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киңмәғлүмәт министрлығының ижтимағи-сәйәси гәзите. 1930 йылдың декабренән башлап аҙнаһына 3 тапкыр татар телендә сыға. Тиражы - ? дана. Табын (гәзит). Табын− Башҡортостан Республикаһының Ғафури районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Ғафури район Советы һәм редакцияның хеҙмәт коллективы. 1931 йылдың октябренән башлап аҙнаһына 2 тапҡыр сыға. 388 830 д. Урал (гәзит). Урал - Башҡортостан Республикаһы Белорет район-ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзитаһе. 1922 йылдан башлап сыға. Тиражы — 36 603 дана. Салауат (гәзит). «Салауат» — Салауат ҡалаһының башҡорт телендә сәйәси-ижтимағи гәзите. 1997 йылдың 21 октябрендә гәзиттең тәүге һаны донъя күрә. 1999 йылдың ноябрендә рәсми рәүештә теркәлә. Тәүге йылдарҙа баҫма аҙнаһына бер тапҡыр, ә 2002 йылдың ғинуарынан аҙнаһына ике тапҡыр 4А3 форматы менән сыға. Гәзиттең мөхәррирҙәре: беренсе мөхәррир — Ирмәк Хәсәнов, унан һуң коллектив менән оҙаҡ йылдар БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөхтәр Сабитов етәкселек итә, 2007 йыл башынан гәзиттең мөхәррире итеп Рима Ҡотлоғәләмова тәғәйенләнә. Өлгәшкән уңыштары һәм бүләктәре. Гәзит коллективының ижади эшмәкәрлеге дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Å (латин хәрефе). Å, å — латин хәрефе. Ул норвег, швед, дан, төньяк фриз, валлон, чаморро һәм истрорумын әлифбаларында, шулай уҡ луле-саами, колтта-саами һәм төньяҡ саами әлифбаларында ҡулланыла. Фин телендә был хәреф швед, дан һәм норвег исемдәрендә генә ҡулланыла. Был хәрефтең боронғораҡ аналогы — "aa" диграфы. Артабан икенсе "a" хәрефе диакритик тамғаһына тип үҙгәртелде. Әйтелеше. Скандинавия телдәрендә å хәрефтең ике әйтелеше бар: һәм (данса) йәиһә (норвегса һәм финса) Йәшел. Йәшел - өс төп төҫтөң береһе, спектрҙа йәшел төҫ диапозоны 5000-565 нанометр. Тәбиғәттә күпселек үҫемлектәр, фотосинтез пигменты - хлорофилл булғанға, йәшел төҫтә. Составында хром булған минералдар ғәҙәттә йәшел төҫлө була. Мәҫәлән: зөбәржәт, малахит, гранит, ҡыр шпаты. Техникала, сәнәғәттә йәшел төҫ хәүефһеҙлекте белдерә. Мәҫәлән, светофор йәшел төҫтә. Йәшел төҫ: Ислам төҫө, эсперанто хәрәкәте төҫө, "Гринпис" хәрәкәте төҫө. Аҡназаров, Зәкәриә Шәрәфутдин улы. Аҡназаров, Зәкәриә Шәрәфутдин улы, совет дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Министрҙар кабинеты рәйесе (1962-1986). Тормош юлы. 1924 йылдың 22 авгусында БАССР, Йылайыр кантоны, Ямаш ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы) тыуған. 2000 йылдың 2 апрелендә вафат булған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы (1942-1945), Темәс педучилищеһын (Темәс, 1940), Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт пединститутын (Өфө, 1950), Өлкө-ара фирҡә мәктәбен (Өфө, 1948), КПСС-тың ҮК-ы эргәһәндәге ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү, 1962) тамамлаған. Ике Ленин ордены (1971, 1984), Октябрь революцияһы ордены (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1974), бер тиҫтә СССР миҙалдары менән бүләкләнгән. Зәғәфүрәнов, Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы. Зәғәфүрәнов, Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы, совет дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Совет Президиумы рәйесе (1950-1967). Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б) сәйәси фирҡә ағзаһы (1939). 1913 йылдың 10-сы октяберендә Өфө виләйәте Златауст өйәҙе Оло Ҡошсо улусына, хәҙерге ваҡытта Башҡортостан республикаһы Мәсетле районы, ҡараған Һөләймән аулында тыуған. 1975 йылдың 5-се сентябрендә Өфө ҡалаһында үлгән. Белеме. Башҡортостан юғары (коммунистик) ауыл хужалығы мәктәбен (Өфө, 1935), КПСС-тың ҮК-ы эргәһендәге юғары сәйәси фирҡә мәктәбен (Мәскәү, 1962) тамамлаған. Автономия. Автономия, этностың ойошоп йәшәгән тарихи тыуған ерендә үҙ аллы идара итеүе. Автономиялы берәмектәр үҙәк власть билдәләгән сиктәрҙә дәүләт власын һәм идара итеүҙе үҙ аллы тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә. СССР-ҙа автономиялар милли-территроиаль принцип буйынса төҙөлдө. Уға дәүләттең тормош-көнкүреше һәм милли составы менән айырылып торған, биләдәле кимәлдә иҡтдисади бөтөн булған төбәктәр эйә булды. Тәүге мәлдә совет автономиялары сәйәси һәм административ автономиялар рәүешендә барлыҡҡа килә. Юғары, сәйәси автономияларға – автономиялы совет социалистик республикалары, ә административ автономияларға – автономиялы өлкә, милли округтар, хеҙмәт коммуналары инә. Дәүләт булараҡ, БАССР-ҙың үҙ Конституцияһы, дәүләт власының юғары органдары (Юғары Советы, Юғары Советы Президумы), хөкүмәте (Министрҙар Советы), идара итеүҙең үҙәк органдары (министырлыҡтар һәм ведомствалар), хөкөм эшмәкәрлегенең юғары органы (Юғары суды), закондар сығарыуға, гражданлыҡҡа, территорияның тейелмәҫлегенә хоҡуғы, дәүләт символдары (гербы, флагы, баш ҡалаһы) һәм башҡа дәүләт атрибуттары булдырылғайны. (ҡара: «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүе») Ҡалтасы районы. Ҡалтасы районы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Етеҙ Танып һәм Беүә йылғалары араһында урынлашҡан. Мәҡсүтова, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы. Мәҡсүтова, Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы, башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1981), профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983). 1932 йылдың 27 нояберендә БАССР-ҙың Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған. 2004 йылда Өфө ҡалаһында вафат булған. Ғилми эшмәкәрлеге. Башҡорт һәм төрки диалектологияһы, лингогеографияһы өлкәләрендә белгес. 1960-1970 йылдарҙа диалектологик экспедициялар ойоштора. Башҡорт теле диалекттарын һәм һөйләштәрен тасуирлау буйынса 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Өс томлыҡ Башҡорт һөйләштәре һүҙлеген баҫтырыу эшенә етәкселек итә. Башҡорт теленең диалектологик атласын төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡорт космонимияһы, терминологияһы, төрки, фин-уғыр һәм монгол телдәренең сағыштырма лексикаһы буйынса тикшереүҙәр үткәрә. Башҡорт теленең ғилми граматикаһында ярҙамсы һүҙҙәр тураһында бүлекте яҙа. Ижтимағи эшмәкәрлеге. 1990-2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Көйгәнәк. Көйгәнәк, торомбай (,) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, күгәрсен ҙурлығындағы йыртҡыс ҡош. Киң таралған күсмә ҡош, тропик Азияла һәм Сахаранан көньяҡтараҡ Африкала ҡышлай. Оя ҡороу өсөн дымлы ландшафты — йылға үҙәндәрен, һаҙлы урындарҙы, бейек үләнле болондарҙы, күл буйҙарын һайлай. Ҙур булмаған кимереүселәргә, кәҫәрткеләргә, ваҡ ҡоштарға һунар итә. Башҡорт һөйләштәрендә "баҫыу көйгәнәге, һаҙ көйгәнәге, ялан көйгәнәге, бейеүсе көйгәнәк" тигән вариаттары осрай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо — 41-52 см, ҡанат йәйеме — 97-120 см. Ҡанаттарын йәйеп осҡанда оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Ата ҡоштоң ҡанат остары ҡара, түбәһе һәм ҡойроғо күкһел һоро. Арҡаһы ерән, ҡорһаҡ яғы асығыраҡ, уҡ башағына оҡшаған ҡара таптар менән сыбарланған. Инә һәм йәш ҡоштарҙың һырты ҡара таплы көрәнһыу ерән, кәүҙәләренең аҫ яғы буй-буй өҙөк һыҙыҡлы. Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-кли-кли». Әстрәхән өлкәһе. Әстрәхән өлкәһе () — Рәсәйҙәге өлкә. Административ үҙәге — Әстрәхән ҡалаһы. 2 (һан). 2 (ике) - 1 менән 3 араһындағы натураль һан. Фән. Гелийдың атом һаны - ике 20 Август (Урағай). Байрамдар. 1930 - Йылайыр районы Башҡортостандың кѳнъяғында урынлашҡан, ойошторлған. 2011 йыл. 2011 йыл — Шәмбе көнөнән башланған йыл. 1988 йыл. 1988 йыл — Йома көнөнән башланған йыл. 1984 йыл. 1984 йыл — Йәкшәмбе көнөнән башланған йыл. ДУМЕС. Советтар Союзының Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының дини идаралығы (; ДУМЕС) — Советтар Союзында рәсми мосолман ойошмаһы; 1944 йылда ойошторолған. Юғары органы – шура; етәксеһе булып шура рәйесе тора. Өфө ҡалаһында урынлашҡан. 1936 — 1950 йылдарҙа ДУМЕС-тың рәйесе булып Ғабдрахман Рәсүлев тора. 1990 йылдан алып ойошманы Тәлғәт Тажетдин етәкләп килә. 1992 ноябрендә мосолмандарҙың VI-сы ғәҙәттән тыш шураһында ДУМЕС-тың исеме «Рәсәй һәм СНГ-ның Европа илдәре Үҙәк Дини Идарылығы» атамаһына үҙгәртелде; Тәлғәт Тажетдин Рәсәйҙең баш мөфтөйө тип танылды. Ул ваҡытта төбәктәрҙә әүҙем булған эре дин үҙәктәре (мөхтәсибәттәр) мосолман дини идаралыҡ ойошмаларына әүерелде; бынан һуң барлыҡҡа килгән яңы дини үҙәктәр ошо ойошмалар составына инде. Хәҙерге ваҡытта Дини идаралыҡҡа 26 урындағы мөфтиәт ҡарай. 1992 йылдың авгусында Яр Саллыла мәсет асылыу тантанаһында ислам рәсмиләре араһында ғауға ҡупты; бының һөҙөмтәһендә Дини идаралыҡтан Башҡортостан һәм Татарстан мосолман дини идаралыҡтары (ярашлы рәүештә Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин һәм Ғабдулла Ғәлиүллин етәкселегендә) бүленеп сыҡты. Ҡарағыҙ. Үҙәк Диниә назараты 570 йыл. 570 йыл — Дүшәмбе көнөнән башланған йыл. Ė (латин хәрефе). Ė, ė — латин хәрефе. Был хәреф литва әлифбаһында һәм немец теленең кёльн диалектында ҡулланыла (мәҫ. "ėßß"). Литва телендә был хәреф урыҫ Я-ға яҡын өн өсөн ҡулланыла. Мәҫәлән: "kavinė" — кафе. Беренсе тапҡыр был хәрефте Даниил Клейн үҙ яҙмаларында ҡулланған. Хәреф Юникодта. Ҙур Ė хәрефенең Юникод коды codice_1, бәләкәй ė хәрефенең Юникод позицияһы codice_2. Аҡбуҙат эпосы. Аҡбуҙат — башҡорт халыҡ эпосы. Әҙәбиәт. Академический перевод Хакимова А.И., Кидайш-Покровской Н.В. и Мирбадалевой А.С. Главный редактор серии «ЭПОС НАРОДОВ СССР» Петросян А.А.; составители тома Мирбадалева А.С., Сагитов М.М., Харисов А.И.; авторы комментария Мирбадалева А.С., Сагитов М.М.; башкирские тексты подготовили Сагитов М.М., Харисов А.И.; ответственный редактор Кидайш-Покровская Н.В., редактор издательства Янгаева А.А. Материалы в электронном виде предоставлены Гариповой Ф.Х., Муратовым Б.А., Салиховой С.З. Илсеғол (Учалы районы). Илсеғол — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 253 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820001. Кәрим (Учалы районы). Кәрим (шулай уҡ Төпәй) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 326 кеше Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820002. Мулдаҡай (Учалы районы). Мулдаҡай — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 326 кеше Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820003. Мулдаш (Учалы районы). Мулдаш — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 115 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820004. Алтынташ (Учалы районы). Алтынташ — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 25 кеше Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820006. Һөйөндөк (Учалы районы). Һөйөндөк — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 166 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820009. Көсөк (Учалы районы). Көсөк, Ай-Көсөк — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 81 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820007. Устинов станцияһы (Учалы районы). Устинов станцияһы (Үстинәү) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 23 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820010. Һөләймән (Учалы районы). Һөләймән — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 233 кеше Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820008. 24 Декабрь. 24 Декабрь - Башҡортостан республикаһы Конституцияһы көнө. Башҡорт Википедияһы. Башҡорт Википедияһы — Википедияның башҡорт телендәге бүлеге. Бүлектә башҡорттар һәм Башҡортостан тураһындағы мәҡәләргә өҫтөнлөк бирелә. Тарихы. Бүлек 2002 йылдын 2 июнендә ойошторола. 2005 йылдың 16 апрелендә беренсе мәҡәлә — Башҡортостан яҙыла, бер йылдан һуң, 2006 йылдың 26 апрелендә Химия исемле 100-сө мәҡәлә теркәлә. Шул ваҡыттан Башҡорт Википедияһы үҫеш юлында. Бүлектең беренсе хакиме —, татар Википедияһынан. Башҡорт теле туған тел булған хакимдар икәү (Рөстәм Нурыев һәм Haqmar). Дала бөркөтө. Көсөгән, дала бөркөтө, уба бөркөтө (,) — ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған, оҙон осло ҡанатлы, суҡыш аҫты бәләкәй генә һаҡаллы, ҡараһыу һоро төҫтәге ҙур йыртҡыс ҡош. Һирәк осрай торған ҡош, һирәк ағаслы асыҡ урмандарҙа, яңғыҙ ағастарҙа оя ҡора. 2-3 бөртөк йомортҡа һала. Төçө ҡара-көрән. Түбәһе елкәһе һарғылт ерән, яурынында аҡ тап бар. Төрлө кимереүселәр — йомран, һыуыр, ҙур булмаған ҡуяндар, бәләкәй ҡоштар менән туҡлана. Поляк теленең Познань диалекты. Поляк теленең По́знань диалекты () — Познань ҡалаһында һәм Познань воеводалығында һөйләшкән поляк теленең варианты. Был диалектында ҡулланылған герман теленең алынған һүҙҙәре буйынса ул силез теленә яҡын. Познань диалектына иң яҡын поляк диалекты — Краков диалекты. Бал ҡорто. Бал ҡорто (йәки иңгеж,) — осоусы ҡорт, күмәкләп тереклек итеүсе, ҡаяулы, "яры ҡанатлы" бөжәктәр вәкиле. Бал ҡорттары күсенең тереклеге. Умартала йәшәгән бал ҡорттары күсендә түлле бер инә ҡорттоң (ҡорт инәһенең йәки батшабикәнең) нәҫеле булған 10 000 – 50 000, ә ҡайһы берҙә 100 000 эшсе ҡорт була. Бал ҡорттарында яңы күс май-июнь айҙарында барлыҡҡа килә. Бының өсөн умартала ата ҡорттар, йәки әреғорттар, үҫтерелә һәм яңы инә ҡорт үҫтереү өсөн күҙәнәктәр яһала. Йәш инә ҡорт күҙәнәктән сыҡҡас, эшсе ҡорттарҙың сама менән яртыһы ҡарт инә ҡорт менән бергә умартанан сығып китә – күс айырыла. Был күс тәүҙә, эшсе ҡорттар яңы оя өсөн урын эҙләп тапҡансы, ниндәй булһа ла ағас ботағына һырый. Иҫке умартала ҡалған йәш инә ҡорт әреғорттар менән умартанан осоп сығып, һауала аталана. Шунан умартаға ҡайтып, йомортҡа һалырға тотона. Яңы ояла йәки умартала эшсе ҡорттар балауыҙҙан алты ҡырлы бик күп күҙәнәктәрҙән тороусы кәрәҙҙәр яһай. Күҙәнәктәргә улар запас аҙыҡ – нектар һәм сәскәләр һеркәһе йыя. Шул уҡ аҙыҡ менән үҫеп килеүсе быуын һәм бала сығарыусы инә ҡорт та туҡлана. Яҙын, көндәр йылынғас, ҡышлаған эшсе ҡорттар ояларынан осоп сыға. Тәүге сәскәләр күренеү менән, эшсе ҡорттар уларҙан сәскә һеркәләре һәм нектар йыя башлай. Инә ҡорт кәрәҙ күҙәнәктәренә йомортҡалар һалырға тотона. Йомортҡаларҙан сыҡҡан личинкаларға бал ҡорттары бал менән сәскә һеркәһе ҡатнашмаһын ашата. Инә ҡорттарҙың һәм әреғорттарҙың личинкалары эрерәк күҙәнәктәрҙә үҫә. Йәйҙең икенсе яртыһында эшсе ҡорттар ҡышҡа бал запасы әҙерләй. Һалҡындар башланғас, бал ҡорттары умарталағы бөтә ярыҡтарҙы балауыҙ менән һылай һәм ҡышлауға әҙерләнә. Ҡышын улар кәрәҙҙәр өҫтөндә тығыҙ булып йыйылып ултыра һәм әҙерләнгән бал менән туҡлана. Умартала бал ҡорттары бер-береһенә хәбәр тапшыра ала. Мәҫәлән, нектарға бай сәскәле үҫемлектәрҙе эҙләп тапҡан бал ҡорто умартаһына әйләнеп ҡайта. Ул ҡорһағын төрлөсә бороп, кәрәҙ өҫтөндә әйләнеп йөрөй башлай. Ҡорт ошолай бейегәндәй тойола. Әммә ул шул юл менән башҡа эшсе ҡорттарға табыш артынан ҡайҙа һәм ниндәй алыҫлыҡҡа осорға кәрәклеген хәбәр итә. Ул шулай уҡ башҡаларға әле күптән түгел үҙе нектар һәм һеркә йыйған сәскәләрҙең еҫен дә тапшыра. Шунан һуң эшсе ҡорттар разведчик бал ҡорто күрһәткән үҫемлектәрҙән аҙыҡ йыйырға осоп китә. Эшсе ҡорттоң төҙөлөшө. Бал ҡортоноң төктәр менән ҡапланған ҙур башының ян-яҡтарында ике ҡатмарлы күҙ, ә улар араһында өс бәләкәй ябай күҙ урынлашҡан. Алдан кәкре оҙон мыйыҡтары һуҙылып киткән. Һиҙеү ағзалары бал ҡорттарының тереклегендә бик мөһим роль уйнай. Ҡараңғы умарта эсендә тейеп һиҙеү ағзалары иң ҙур әһәмиәткә эйә, улар башлыса мыйыҡтарҙа урынлашҡан. Еҫ һиҙеү һәм күреү һәләте бал ҡорттары сәскәләр эҙләгәндә кәрәк. Бал ҡорттары һары һәм күк төҫтәрҙе айыра һәм хатта кеше күрә алмай торған ультрафиолет нурҙарҙы ла күрә, әмә ҡыҙыл төҫтө улар күрмәй. Бал ҡотроноң кимереүсе өҫкө яңаҡтары ныҡ үҫешкән. Улар ярҙамында бал ҡорто күҙәнәктәр төҙөгәндә балауыҙҙы иҙеп эшкәртә, ә сәскәләргә ҡунғанда һеркә япраҡтарынан һеркәне йыйып ала. Аҫҡы яңаҡтары һәм оҙон аҫҡы ирене менән бал ҡорто нектарҙы ялай һәм һура, шуға күрә бал ҡортоноң ауыҙ ағзаларын "кимереүсе-ялаусы" ағзалар тип атайҙар. Бал ҡорто сәскәнән һурып алған нектар ҙур ғына боғаҡҡа килеп инә һәм боғаҡ биҙәре бүлеп сығарған матдәләр менән ҡушыла. Унан һуң бал ҡорттары нектарҙы кәрәҙ күҙәнәктәренә һала, шунда ул балға әүерелә. Бал ҡортоноң күкрәге ҡуйы төк менән ҡапланған, арҡаһында ике пар ярым үтә күренеүсән яры ҡанаттары бар. Эшсе ҡорттоң аяҡтары сәскәләрҙән һеркә йыйыуға һәм кәрәҙ күҙәнәктәрен төҙөүгә яраҡлашҡан. Эшсе ҡорт ҡорһағының осонда ҡаяуы була. Ҡорт уны хайуан йәки кеше тәненә ҡаҙағанда, яраға бал ҡортоноң ағыуы эләгә һәм тәндең сағылған урыны ныҡ һыҙлай башлай. Ҡаяу ҙа ярала ҡала, шунлыҡтан саҡҡан ҡорт үҙе лә йәрәхәтләнә һәм һәләк була. Бал ҡортоноң файҙаһы. Бал ҡортоноң файҙаһы бик ҙур һәм күп төрлө. Бал ҡорттары туҡлыҡлы һәм шифалы бал, шулай уҡ төрлө техник маҡсаттарҙа ҡулланыла торған балауыҙ бирә. Бал ҡорто ағыуы ла шифалы үҙенсәлеккә эйә, уны байтаҡ аурыуҙарҙы дауалауҙа файҙаланалар. Бал ҡорттары күп үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә мөһим роль уйнай… Сиҙәм (Әбйәлил районы). Сиҙәм — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Әлмөхәмәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 253 кеше Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804001. Халыҡ һаны. 2002 халыҡ иҫәбе буйынса – 1455 кеше Әбделғәзе (Әбйәлил районы). Әбделғәзе — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 352 кеше Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807002. Әбделмәмбәт (Әбйәлил районы). Әбделмәмбәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Хәлил ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 602 кеше Почта индексы — 453583, ОКАТО коды — 80219820001. Әбйәлил (Әбйәлил районы). Әбйәлил — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 460 кеше Почта индексы — 453601, ОКАТО коды — 80201837002. Айғырбатҡан (Әбйәлил районы). Айғырбатҡан — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Асҡар ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 31 кеше Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810002. Әлмөхәмәт (Әбйәлил районы). Әлмөхәмәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Әлмөхәмәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 487 кеше Почта индексы — 453605, ОКАТО коды — 80201804002. Асҡар (Әбйәлил районы). Асҡар — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Асҡар ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — ? кеше Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810001. Кантеле. Ка́нтеле () — карел и фин сиртмә ҡыллы музыка ҡоралы, көснәгә () оҡшаған. Боронғо кантеле биш ҡыллы булған, хәҙерге заманда кантеле ҡылдары металдан эшләнә һәм 35-кә етеүе мөмкин. Уйнау өсөн кантелене тубыҡҡа ҡуялар һәм ике ҡулдың бармаҡтары менән ҡылдарын сиртәләр. Кателелә яңғыҙ ҙа уйнайҙар, һәм шулай уҡ, халыҡ эпосы «Калевала»ға ҡушылып уйнайҙар. Тарихы. Кантеленың күп быуатлыҡ тарихы бар. Бик күптән үк кешеләр тормошонда кантеле музыкаль инструмент булыуҙан күпкә артығыраҡ булған урын алған. Кантеле — музыкаль инструмент ҡына түгел, ә төньяҡ халыҡтарының үҫешен, хеҙмәтен, мәҙәниәтен берләштереүсе символ булып тора. Тәүге инструменттар ағастан соҡоп яһалған. Кантеле тартмаһын ерек, ҡайын ағастарынан, ҡылын ат ялынан эшләгәндәр. Музыкаль мәҙәниәт үҫеше менән бергә инструмет та камиллашҡан. Өҫкө декаһын шыршы таҡтаһына эшләй башлағандар. Ат ялы урынына металл сымдар ҡуя башлағандар. Диатоник төҙөлөшлө 5, 10, 12, 16 ҡыллы инструметтар барлыҡҡа килгән. Хәҙерге заманда Карелияла диатоник һәм хроматик кантеле киң таралған. Диатоник кантеле халыҡ музыкаһын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Классик музыка өсөн хроматик тауыш рәтле инструмент кәрәк. Беренсе хроматик кантеле эшләүсе, «Калевалы»ны ижад итеүсе, Элиас Лённрот була. Ул 1830 — 1840 йылдарҙа ике хроматик кантеле эшләй. Уның береһе Финляндия музейында һаҡлана. Хәҙерге заманда кантеле-прима, кантеле-альт һәм кантеле-бас тигән төрҙәре эшләнә. Аһылай (Әбйәлил районы). Аһылай — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 429 кеше Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813002. Әүмеш (Әбйәлил районы). Аһылай — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Таштимер ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 121 кеше Почта индексы — 453622, ОКАТО коды — 80201837003. Әхмәт (Әбйәлил районы). Әхмәт — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ҡырҙас ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 166 кеше Почта индексы — 453615, ОКАТО коды — 80201825002. Айыуһаҙы (Әбйәлил районы). Айыуһаҙы — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 192 кеше Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834007. Байым (Әбйәлил районы). Байым — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 1183 кеше Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813001. Биҡҡол (Әбйәлил районы). Биҡҡол — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Ташбулат ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 286 кеше Почта индексы — 453612, ОКАТО коды — 80201834002. Оло Ғәбдин (Әбйәлил районы). Оло Ғәбдин — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, Байым ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 208 кеше Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813003. Ухсай Яков Гаврил улы. Я́ков Гаври́лович Ухса́й (Ники́форов,) — Сыуашстандың халыҡ шағиры, драматург, "«Тӑван Атӑл»" («Туған Иҙел») журналының баш редакторы. Тыуған: 1911 йылдың 26 ноябендә Өфө губенаһы Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш ауылында (хәҙерге Башкортостандың Бәләбәй районы). Вафат: 1986 йылдың 7 июле Чебоксары ҡалаһы. Карнак. Карнак һарайы комплексы — ғәҙәттә Карнак тип атала — Мысырҙың Луксор ҡалаһынан йыраҡ булмаған, төрлө дәүерҙә төҙөлгән һәм төрлө ҙурлыҡтағы һарайҙар, ғибәҙәтханалар, пилондар һәм башҡа төҙөлөштәрҙән торған дәү комплекс. Комплекстың исеме Луксорҙан 2,5 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан хәҙерге Әл-Карнак ауылынан алынған. Карнак һарайы Боронғо Мысырҙа "Ипет-Исут" ("Иң изге урын") тип аталған һәм мең ярым йыл дауамында Мысыр дәүләтенең төп табыныу урыны булған. Ул дүрт ҙур өлөштән тороп, Фива ҡалаһының өс төп аллаһы — ҡояш аллаһы Амон-Ра, уның ҡатыны алиһә-әсә Мут һәм улдары Хонсуға бағышланған. Тасуирлау. Һарайға ингән юлдағы һарыҡ башлы сфинкстар аллеяһы Хәҙерге көндәрҙә Карнак һарайы исеме аҫтында билдәле "Ипет-Исут", "Иң изге урын", — асыҡ һауала урынлашҡан дәү музей, донъялағы иң ҙур дини табыныу урыны. Ул, бәлки, Ҡәһир эргәһендәге Гиза пирамидаларынан һуң Мысырҙа икенсе иң йыш йөрөлгән тарихи урындыр. Карнак тарихы — тулыһынса тиерлек Фива һәм уның Мысыр мәҙәниәтендәге роленең үҙгәреүе тарихы. Утыҙлап фирғәүен төҙөлөштәргә үҙ өлөшөн индереп, уны башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған кимәлгә ҙурайтҡан, ҡатмарлаштырған, төрләндергән. Карнак комплексы дүрт төп өлөштән тора. Туристар башлыса уның иң ҙур өлөшөн — Амон-Ра биләмәһен генә күрә ала, шуға ла Карнак һарайын ғәҙәттә тап ошо биләмә тип кенә аңлайҙар. Ҡалған өс өлөшө — Мут биләмәһе, Монту биләмәһе һәм тулыһынса емерелгән Амонхотеп IV һарайы — туристар өсөн ябыҡ. Карнак һарайынан Луксор һарайына табан сфинкстар аллеяһы илтә. Шулай уҡ көнсығыштан Амон-Ра һарайына кергән юлда ике яҡлап арыҫлан кәүҙәле һәм һарыҡ башлы (Амон аллаһының изге хайуаны) сфинкстар теҙелгән. Амон-ра биләмәһе. Фива ҡалаһы Ун беренсе династия дәүеренә тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булмаған, һәм ғибәҙәтханалары сағыштырмаса бәләкәй булып, Фиваның тәүге аллаһы Монтуға бағышланған. Карнак һарайы урынында табылған, Амон аллаһы телгә алынған иң боронғо төҙөлөш Ун беренсе династия дәүеренә ҡарай. Мысыр гискостар баҫҡынлығынан һуң Фива батшалары хакимлығы аҫтында берләшкәс, Амон (мысыр теленән тәржемә иткәндә, "йәшерен" йәки "йәшерен алла") аллаһының ҡеүәте үҫә бара, ул әкренләп Боронғо Мысырҙың Гелиополь ҡалаһының ҡояш аллаһы Ра менән ҡушыла һәм Амон-Ра аллаһына әйләнә. Карнакта һаҡланған иң боронғо төҙөлөш — ул Ун икенсе династия фирғәүене Сенусерт I-нең "Аҡ ғибәҙәтхана"һы. Шулай ҙа бындағы төп төҙөлөш эштәре Боронғо Мысырҙың үҫеше осоронда — Яңы батшалыҡ дәүерендә, бигерәк тә Ун һигеҙенсе династия хакимлығы дәүерендә айырыуса әүҙем бара. Был династияның һәр фирғәүене лә тиерлек һарайға яңы һәйкәлдәр өҫтәй. Тутмос I хакимлығы ваҡытында бында данлыҡлы архитектор Инени етәкселегендә ҙур төҙөлөш йәйелдерелә — Ун исенсе династиянан ҡалған һәйкәлдәр диуарҙар менән уратып алына, өҫтө ҡырҡып алынған пирамида рәүешендәге ҙур ҡәлғәгә оҡшаған ике ҙур ҡапҡа ("пилон") — Дүртенсе һәм Бишенсе пилондар төҙөлә, Дүртенсе пилон алдында 23 метр бейеклегендә ҡыҙыл граниттан ике обелиск күтәрелә. Обелискыларҙың береһе әлеге көндәрҙә лә иҫән. Тутмос I-нең ҡыҙы Хатшепсут хакимлығы ваҡытында ҡыҙыл һәм ҡара граниттан "Ҡыҙыл ғибәҙәтхана" төҙөлә, һуңынан ул Аменхотеп III тарафынан һүтелеп, таштары төҙөлөш материалдары булараҡ башҡа һәйкәлдәрҙе күтәргәндә ҡулланыла. Хатшепсут шулай уҡ ҡыҙыл граниттан 30 метр бейеклегендәге игеҙәк обелискылар ҡуйҙырта. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелискылар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Хатшепсуттың вариҫы Тутмос III хакимлығы осоронда ул төҙөгән һәйкәлдәрҙең күбеһе юҡ ителә, исеме яҙмаларҙан юйыла, обелсикылары диуарҙар менән ҡаплана. Тутмос III Амон һарайын тулыһынса тиерлек үҙгәртә, яңы ғибәҙәтханалар, пилондар, обелискылар төҙөтә. Фирғәүендең хакимлығы юбилейы хөрмәтенә бында "Ах-Мену" — "Һәйкәлдәре менән хозур", хәҙер "Тутмос III-нөң Тантана залы" исеме аҫтында билдәле һарай төҙөлә. Был залда Карнактың Батшалар исемлеге — Тутмос III һәм унан алда хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме уйылған. Эргәһендә данлыҡлы "Ботаник баҡса" — Тутмос III яулап алған илдәрҙән килтерелгән хайуандар һәм үҫемлектәр һүрәтләнгән зал төҙөлә. Амон биләмәһенең үҙәк өлөшөндә "Йылъяҙмалар залы" төҙөлә, был залдың диуарҙарында фирғәүен алып барған яуҙарҙың шаһиты булған йылъяҙмасы Чанини тарафынан яҙылған яу тарихтары бәйән ителә. Амон һарайынан төньяҡтараҡ Тутмос III Мемфис ҡалаһының өс төп аллаһы — Птах, уның ҡатыны Сехмет һәм улдары Нефертумға бағышланған һарай — Птах һарайы төҙөтә. Был һарай һуңынан Птолемей дәүере фирғәүендәре тарафынан ҙурайтыла. Аменхотеп III биләмәгә тағы бер пилон — Өсөнсө пилонды өҫтәй. Уны һалған ваҡытында ул ҡайһы бер элеккерәк һәйкәлдәрҙе һүтеп, алынған таштарҙы төҙөлөш материалдары булараҡ ҡуллана. Хәҙерге ваҡытта һүтелгән төҙөлөштәр египтологтар тарафынан тергеҙелгән һәм ҡайһы бер һәйкәлдәр, шул иҫәптән Сенурсеттың "Аҡ ғибәҙәтхана"һы һәм Хатшепсуттың "Ҡыҙыл ғибәҙәтхана"һы яңынан һалынған. Аменхотеп III шулай уҡ биләмәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Хонсу ғәбәҙәтханаһына нигеҙ һала, был төҙөлөштө артабан Рамзес III һәм IV дауам итә. Аменхотеп IV дәүерендә үткәрелгән дини реформанан һуң, баш ҡала ҡыҫҡа ваҡытҡа Ахетатонға күсә, һәм Карнакта төҙөлөштәр туҡтап тора. Аменхотеп IV-нең вариҫтары иһә Амонға бағышлап һәйкәлдәр күтәреүҙе ҡабат тергеҙә. Хоремхеб, Ун һигеҙенсе династияның һуңғы фирғәүене, һарайға Икенсе пилон һәм Луксорға һарайына илткән күсәр буйынса Туғыҙынсы һәм Унынсы пилондар өҫтәй, бының өсөн ул Аменхотеп IV төҙөгән Атон ғибәҙәтханаһын һүтеп, алынған таштарын ҡуллана. Ун туғыҙынсы династия дәүерендә Карнактың иң данлыҡлы өлөшө — "Бөйөк Гипостиль залы" төҙөлә. Төп төҙөлөш эштәре Сети I һәм Рамзес II хакимлығы осоронда башҡарылған булһа ла, шулай уҡ Ун һигеҙенсе династия дәүерендә башланған булыуы мөмкин. Залды колонналар урманы тип атау ғына аҙ — яҡынса 5000 км 2 тәшкил иткән майҙанда 16 рәт буйлап 134 мөһабәт колонна теҙелгән. Уларҙың 122-һенең бейеклеге — 10 метр, урта рәттәрҙәге 12-һенеке — 21 метр, диаметрҙары өс метрҙан ҙурыраҡ. Залдың диуарҙарына һәм колонналарға төрлө яҙмалар, рәсемдәр уйылған. Төньяҡ диуарҙарын Сети I үҙенең яҙмалары менән биҙәгән, көньяҡ диуарҙарына иһә Рамзес II үҙенең яҙмаларын ҡалдырған. Уларҙан һуңғы фирғәүендәр, шул иҫәптән Рамзес III, Рамзес IV һәм Рамзес VI диуарҙарҙа һәм колонналарҙа буш ҡалған урындарға яҙмалар өҫтәгәндәр. Тышҡы яҡтан диуарҙарға төрлө яу күренештәре уйылған — төньяҡ диуарҙарҙа Сети I-нең Сүриә, Фәләстан һәм Ливиялағы яу батырлыҡтары һүрәтләнгән, көньяҡ диуарҙарҙа иһә — Рамзес II-нең Фәләстандағы яуҙары төшөрөлгән. Рамзес II-нең вариҫы Мернептах Луксор һарайына табан илткән тантаналы юлдағы беренсе залдың көнсығыш диуарҙарына ливийлылар һәм диңгеҙ халҡы менән алып барылған еңеүле яуҙары тарихын мәңгеләштерә, был яҙмалар хәҙер "Бөйөк тантаналы яҙма" исеме аҫтында билдәле. Мернептахтың улы Сети II тәүге залда, икенсе пилон алдында Фиваның өс төп аллаһы Амон, Мут һәм Хонсуға бағышланған ғибәҙәтхана төҙөтә. Ун туғыҙынсы династияның һуңғы фирғәүендәре копмлексты киңәйтеүгә аҙ өлөш индерә. Яңы батшалыҡ дәүеренең аҙағына Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара, бының менән бергә бөтә Фивала төҙөлөш тә кәмей. Амон-Ра биләмәһендә киң үҙгәртеүҙәрҙе һуңғыларҙан булып Нектанеб I, Утыҙыҙынсы династияның беренсе фирғәүене йәйелдерә — ул бөтә биләмәне ҡамап тороусы оло диуарҙар күтәрә һәм хәҙерге ваҡытта биләмәгә кереү урыны булып хеҙмәт иткән Беренсе пилонды өҫтәй. Беренсе пилон тамамланмай ҡала. Мысырҙы Бөйөк Искәндәр яулағандан һуң, Птолемей династияһы Карнакта яңы һәйкәлдәр күтәреүҙе дауам итә. Был осорҙағы иң әһәмиәтле төҙөлөш — ул Птолемей VIII Эвергет II тарафынан һалынған Опет ғибәҙәтханаһы. Мут биләмәһе. Мут биләмәһендәге Сехмет һәйкәлдәренең береһе Амон-Ра комплексының көньяғында урынлашҡан был биләмә алиһә-әсә Мутҡа бағышланған. Мут (Боронғо Мысыр телендә "әсә" һүҙен аңлата) — Фива ҡалаһының өс төп аллаһының береһе, һауа аллаһы, әсәлекте ҡурсалаусы, Ун һигеҙенсе династия хакимлығы осоронда, Фива ҡалаһы үҫеше мәлендә Амондың ҡатыны тип таныла башлай. Мут биләмәһендә ярым ай формаһындағы изге Ишеру күле урынлашҡан, шуға ҡайһы берҙә был алиһәне "Ишеру күле хакимәһе" тип тә атайҙар. Күл буйында — Мут ғибәҙәтханаһы. Был ғибәҙәтхана Урта Батшалыҡ осоронда уҡ һалынған булырға тейеш. Хатшепсуттың хакимлығы дәүерендә иһә ул ҡабаттан тергеҙелә. Артабан төҙөлөштәрҙе Аменхотеп III дауам итә, уның бойороғо буйынса бында йөҙләгән арыҫлан башлы Сехмет алиһәһенең һәйкәле ҡуйыла. Биләмәнең төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Хонсупахеред ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, көнбайышында — Тутмос III һалдырған ғибәҙәтхана. Әлеге ваҡытта был биләмә туристар өсөн ябыҡ. Монту биләмәһе. Амон-Ра биләмәһенән төньяҡтараҡ һуғыш аллаһы Монту биләмәһе урынлашҡан. Был биләмәнең һәйкәлдәре бик насар һаҡланған һәм, Мут биләмәһе кеүек үк, ул туристар өсөн ябыҡ. Биләмәнең төп һарайы — Монту ғибәҙәтханаһы Аменхотеп III осоронда Урта батшалыҡ дәүерененең элекке төҙөлөштәре урынында һалына башлай. Биләмә алдына Птолемей III Эвергет һәм Птолемей IV Филопатор осоронда "Баб әл-Абд" исеме аҫтында билдәле ҙур ҡапҡа һалына. Монту ғибәҙәтханаһы янында Маат һәм Харпер ғибәҙәтханалары урынлашҡан. Аменхотеп IV һарайы. Эхнатондың Гем-па-Атон ғибәҙәтханаһы урынында табылған һәйкәле Амон-Ра биләмәһенән көнсығыштараҡ урынлашҡан был һарай Атон — ҡояш дискы аллаһына бағышланған. Аменхотеп IV (Эхнатон) үҙенең данлыҡлы дини реформаһы ваҡытында бөтә Мысырҙа нәҡ ошо аллаға табыныуҙы керетә. Һарайҙың төп ғибәҙәтханаһы "Гем-па-Атон" — "Ҡояш Дискы табылған" исемен йөрөтә. Бынан тыш, бында "Хут-бенбен" — "Бенбен ташы һарайы", "Руд-мену-эн-Атон-эр-нехех" — "Мәңгелек Ҡояш Дискының һәйкәлдәре ныҡлы", шулай уҡ "Тени-мену-эн-Атон-эр-нехех" — "Мәңгелек ҡояш дискының һәйкәлдәре бейек" ғибәҙәтханалары урынлашҡан булған. Батшаның үлеменән һуң күп тә үтмәй, Мысырҙағы хакимлыҡ ҡайтанан Амон-Ра руханиҙары ҡулына күсә, Эхнатон һәм Атон исеме менән бәйле барлыҡ һәйкәлдәр, шул иҫәптән, Карнактағы был һарай ҙа юҡ ителә. Емерелгән һарайҙан алынған материалдар башҡа төҙөлөштәрҙә ҡулланыла. Көйшәүселәр. Көйшәүселәр (; от — көйөшлө малда оло ҡарын) — аҙыҡтарын көйшәй торған тояҡлы хайуандар ярым отряды. Айры тояҡлылар. Айры тояҡлылар, пар тояҡлылар —һөт имәр хайуандар отряды; һыйырҙар, кәзәләр, һарыҡтар, боландар һ.б.; улар 3-сө һәм 4-се бармаҡтарына баҫып йөрөйҙәр, 2-се һәм 5-се бармаҡтары ергә теймәй йәки бөтөнләй булмай. Һөтимәрҙәр. Һөтимәрҙәр, имеҙеүселәр () — балаларын һөт менән туҡландыра торған умыртҡалы хайуандар класы; имеҙеүселәр. Төрлө баһалауҙар буйынса, донъяла 5000-дән алып 5400-гәсә төр һөтимәр хайуан билдәле, шуларҙың 380 төрө Рәсәйҙә тереклек итә. Хордалылар. Хордалылар () — арҡа струналары булған, айырым хайуандар тибы; уға умыртҡалы хайуандар, башһөйәкһеҙҙәр((лат. Cephalochordata)), оболочниктар (төҙөлөш яғынан умыртҡалыларға яҡын торған хордалы диңгеҙ хайуандары) инә. Хауандар донъяһында хордалылар нерв системаһы төҙөлөшө буйынса иң юғары баҫҡыста тора. Хронология тәртибе буйынса — иң йәш тип. Донъяла 51000 төр билдәле, шуларҙың 4300-е Рәсәйҙә тереклек итә. Йоплоҡ. Йоплоҡ — бөтөн һандың 2-гә тигеҙ бүленеүен-бүленмәүен күрһәткән һыҙаты. Билдәләмә. Йоп һан — 2-гә тигеҙ бүленгән бөтөн һан, мәҫәлән   …−4, −2, 0, 2, 4, 6, 8… Был билдәләмә буйынса, ноль һаны ла — йоп. Таҡ һан — 2-гә тигеҙ бүленмәгән бөтөн һан, мәҫәлән:   …−3, −1, 1, 3, 5, 7, 9… һандарҙың йоплоҡ билдәһе. Унарлы яҙыуҙа һандың "һуңғы цифраһы" йоп (0, 2, 4, 6 йәки 8) һан булһа, барлыҡ һан да йоп була, юғиһә был һан таҡ булып тора. Миҫал өсөн, Йоп һандар: 22, 78, 1522, 8111300. Таҡ һандар: 15, 511, 87247, 18950239. Тарих һәм мәҙәниәт. Һан йоплоғо борон-борондан билдәле; төрлө мәҙәниәттәрҙә ул мистик мәғәнәгә эйә булған. Боронғо Ҡытай фәлсәфәһендә йоп һандар Инь төшөнсәһенә, так һандар Ян төшөнсәһенә бәйле. Төрлө илдәрҙә сәскә бүләк иткәндә, уларҙың һанына бәйле йолалар бар. АҠШ-ла, Европала һәм ҡайһы бер Көнсығыш илдәрендә бүләк иткән сәскә һаны йоп булырға тейеш, тип иҫәпләнә. Рәсәйҙә иһә сәскә һаны таҡ булырға тейеш – йоп һанлы сәскәне мәйетте күмеүгә генә килтерергә тейешле. Башҡорт мифологияһында йоп һандар бөтөнлөк һәм ырыҫ төшөнсәлеренә бәйле. Таҡлыҡ иһә башҡортта етешһеҙлек, кәмселек һәм яңғыҙлыҡ мәғәнәһенә эйә. Был йола «Ғәйепһеҙ дуҫ эҙләмә - таҡ ҡалырһың» тигән әйтемдә лә сағыла.. Рәсүлев Ғабдрахман. Ғабдрахман Рәсүлев (1889—1950) — башҡорт дин эшмәкәре, мөфтөй. 1936—1950 йылдарҙа ДУМЕС дини идаралығының рәйесе. 1889 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйәҙендә (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районында) Ахун ауылында тыуа. Атаһы — Зәйнулла Рәсүлев, ишан, күренекле башҡорт дин әһеле. Атаһы нигеҙләгән Рәсүлиә мәҙрәсәһендә белем ала. 1943 йылда, Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙыу көндәрендә Ҡыҙыл Армияны яҡлау белдереп И. В. Сталинға мөрәжәғәт итә; яңы танк колоннаһын йыйыу өсөн мосолман йәмғиәтендә аҡса туплай. Был әүҙемлеге дин өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен либералләшетереүгә киң булышлыҡ итә. Өфөнөң мосолман зыяратында ерләнгән. Өфө губернаһы. Өфө губернаһы — XIX быуатта Рәсәй империяһының административ берәмеге (өлкәһе). Тарих. Өфө губернаһы 1865 йылда ойошторолған; бығаса уның майҙаны Ырымбур губернаһына ҡараған булған. 1865 йылдың майында ойошторолған Өфө губернығы составына хәҙерге Башҡортостан Республикаһының төп өлөшө ингән. Хәҙерге Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш сиктәре революцияға тиклемге административ-террирориаль бүленешкә тура килә тиерлек. Көньяк-көнсығыш Башҡортостан Ырымбур губернаһы эсенә урынлашҡан булған. Һәр губерна үҙ эсенә бер нисә өйәҙҙе алған. Өфө губернаһында Бөрө,Бәләбәй, Златаус, Минзәлә, Өфө, Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрен эсенә алған. Ырымбур губернаһына Ырымбур, Орск, Үрге Урал, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре ингән. Бер нисә ауылды берләштергән иң бәләкәй территориаль берәмек булып волость һаналған, уларҙың һаны даими артып торған. 1917 йылдың көҙөнә Өфө губернаһында бөтәһе 222 волость булған. Өйәҙҙәр һаны — 6, ҡалалар һаны — 6, волостар һаны — 160. 1897 йыл. Ҡала кешеләре — 107 303 кеше, ауыл кешеләре — 2 089 339 кеше. Төбәктең боронғо тарихы. Тарихи Башҡортостан "мәҡәләһен ҡара." Административ бүленеш тарихы. Тәүҙә, 1708 йылда был төбәк Ҡазан губернаһына индерелә. XX быуат башында губернаның майҙаны 122 005 км², халҡы 2 567 мең тәшкил итә. Ҡурғашлы (Ғафури районы). Ҡурғашлы — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл, Ташбүкән ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 347 кеше Почта индексы — 453056, ОКАТО коды — 80221834003. Сәйетбаба (ауыл). Сәйетбаба – Башҡортостандың Ғафури районында урынлашҡан ауыл. Сәйетбаба ауыл советана ҡарай, ауыл советы үҙәге. Сатурн (планета). Сатурн — Ҡояштан алыҫлығы буйынса — алтынсы планета һәм ҙурлығы буйынса Ҡояш системаһында, Юпитерҙан ҡалышып, икенсе планета. Сатурн, Юпитер, Уран һәм Нептун газ гиганттары булып квалификациялана. Планетаға исемде Рим мифологияһындағы Алла хөрмәтенә биргәндәр. Сатурн башлыса водородтан һәм «тау тоҡомдары», гелий, һыу, метан, аммиак ҡатнашмаларына тора. Планетаның тау тоҡомдары һәм боҙҙан торған төшө металл хәлендәге водород һәм газ ҡатламы менән уратып алынған. Тышҡы атмосфераһы тыныс күренһәлә, ҡайһы саҡта оҙайлы «борсолоуҙар» күҙәтелә. Сатурндың боҙ киҫәктәренән, тау тоҡомдарына һәм туҙандан торған ҡулсаһы бар. Планета тирәләй, бөгөнгө көндә билдәле булған, 63 юлдашы әйләнә. Шуларҙың иң ҙуры — Титан ул ҙурлығы буйынса Юритер юлдашы Ганимеданан ҡалышып икенсе урында. Титан Меркурий (планета)Меркурийҙан ҙурыраҡ һәм Ҡояш системаһында тығыҙ атмосфера менән ҡапланған берҙән-бер планета юлдашы. Сатурндан Ҡояшҡа тиклем яҡынса 1 433 531 000 километр (9,58 а.й). Ҡояш тирәләй 10 759 көндә (яҡынса 29,5 йыл) бер әйләнеш яһай. Сатурн өҫтөндә, газ гиганты булараҡ, ҡаты ҡатлам юҡ. Сатурн массаһы Ерҙән 95 тапҡыр ҙурыраҡ, ә тығыҙлығы ни бары 0,69 г/см³, йәғни һыу тығыҙлығынан да кәмерәк. 12 Декабрь (Аҡъюлай). 12-се декабрь - Рәсәй Конституцияһы көнө. 1993 йылдың 12-се декаберендә, бөтә Рәсәй халҡы тауыш биреү менән тәғәйенләнә. Ботаника. Ботаника (— "ботанэ", "йәшеллек, үлән, үҫемлек") — биологияның төп тармаҡтарының береһе, үҫемлектәр тураһында комплекс фән. Ботаника үҫемлектәр батшалығын, автотроф прокариоттарҙы, һәм бәшмәктәрҙе, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, үҫешен, Ер шарында таралыуын, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен өйрәнә. Тарихы. Кеше үҙенең үҫемлектәр донъяһынан айырым йәшәп булыуы мөмкин түгеллеген иртә аңлаған, шуның өсөн үҫемлектәр тураһындағы практик белемдәрҙең барлыҡа килеүе, кеше цивилизацияһының иң боронғо этаптарына тура килә. Беренсе булып үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт Боронғо Көнсығыш яҙмаларында иҫкәртелә. Гректар ботаникаға нигеҙ һалып, фәнгә әйләндерәләр. К. Линней боронғо грек философ һәм тәжрибәсе Теофрасты «ботаника атаһы» тип атай. Урта быуаттарҙа тәбиғи фәндәрҙең абруйы төшә, ботаника XVI быуаттан һуң ғына әүҙем үҫешә башлай. XVIII – XIX быуаттарҙа ботаника айырым фәндәргә бүленә башлай, һәм XX быуаттың беренсе яртыһында үҫемлектәр тураһында комплекс фәнгә әйләнә. Бүлектәре. Хәҙерге көндә ботаника — ул һәр береһенең үҙ мәсьәләһе һәм үҙ тикшеренеү ысулы булған фәндәр системаһы. Ҡатай Ғәле бей. Ҡатай Ғәле бей, Ғәле бәк, Ҡатай хан – был исемдәр барыһы ла Ҡатай ырыуы бейе ҒәлеҙеҢ атамалары. Ул XIV быуат аҙаҒында- XV быуат башында йәшәгән. СыҒышы – Бөйөк Ляо империяһы императорҙары Юлуйҙар затынан. Аҡһаҡ Тимер- Туҡтамыш хан алып барған сәйәсәттә һәм һуғыштарҙа актив ҡатнаша. (Ғ. Хөсәйенов, Ватандаш. Хәсәйенов яҙыуынса әмир Тимер:» Һөйләшеүҙәр өсөн Ғәле бәкте ебәр «- тип Туҡтамышҡа мөрәҗәт итә.) 1378 йылда халҡы менән көнбайышҡа күсә, Туҡтамышҡа Алтын Урҙа тәхетен алырға ярҙам итә. 1399 йылда әмир Иҙеүкәй Туҡтамышты Сарайҙан ҡыуып сығара. Ғәле бей хаҡимиәттән ситләтелә. 1407 йылда Иҙеүкәй Мәскәүҙе ҡамай. Иҙеүкәйҙең Сарайҙа юҡлығынан файҙаланып уның улы Норадын (Мораҙым, Нуретдин) Ҡатай Ғәле бей ярҙамында Булаттимер ханды тәхеттән төшөрә, Тимерханды хан итеп ҡуя. Ҡатай Ғәле бей бәкләр бәге йәғни премьер министр булып китә. 1411 йылда Туҡтамыштың улы Йәләлитдин Сарайҙы баҫып ала. Тимерхан, Норадын, Ҡатай Ғәле бей Уралға ҡасалар. Һуңғараҡ әмир Иҙеүкәй хәҙерге Ырымбур ерендә, Илек йылғаһы буйында Норадынды һәм Ҡатай Ғәле бейҙе ҡыйрата. Улар Башҡортстанға ҡасалар. Алтын Урҙа тарҡала башлай. Ҡырым,Ҡазан (1430 йыл),башҡа үҙ аллы ханлыҡтар барлыҡҡа килә. Был сәйәси хәл Башҡортстанды ла урап үтмәй. Норадын Башҡортстанда үҙ ханлығын ойоштора башлай, ләкин уңышҡа өлгәшә алмай,үлеп китә (Иҙеүкәй менән Мораҙым эпосы). Уның эшен Ҡатай Ғәле бей дауам итә. Ул Инйәр йылғаһы буйҙарында үҙ дәүләтен төҙөргә керешә. Был берләшмәнең үҙәге Аҡташта була (Аҡташтағы Ғәле бей-Сура батыр эпосы). Урал аръяғы башҡорттары берләшмәһенең ханы Мәсем хан Ҡатай Ғәле бейҙең улы булырға тейеш. Сөнки ул эпостарға ҡарағанда сығышы буйынса Иңйәр буйынан. Ә Иңйәр буйында хан сығышлы тик бер генә кеше-Ҡатай Ғәле бей генә булған. Фаразланыуынса Ҡатай Ғәле бейҙең ҡәбере Иңйәр буйында,Рәмәште йылғаһы Иңйәргә ҡойған ерҙә. Рәүәт (Белорет районы). Рәүәт ауылы — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл, Инйәр ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 67 кеше Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820009. Ауылдың атамаһы. Белорет районында Рәүәт исемле ике ауыл бар. Нимәне аңлата һуң был атама? Башҡорт теленә таянып был һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып булмай. Шунлыҡтан Башҡорт халҡының этногезендә ҡатнашҡан фарсыларҙың теленә мөрәжәғәт итәйек. Рәүәт һүҙе ике ижектән тора-" Рә" һәм "үәт". Башҡорт телендә күп осраҡта А өнө йомшартылып Ә тип әйтелә. Шулай итеп "Рә" "Ра"-гә, "үәт уат"-ҡа әйләнә. Башҡорт телендә В өнө юҡ, тик сит телдән кергән һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла шунлыҡтан "уат" "ват"-ҡа әйләнә. Хәҙер инде "Ра" һәм "Ват" һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә итәйек. "Ра" –ҡояш,"Ва"-һыу йәки йылға тип тәрҗемә ителә. Һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә ҡояш йылғаһы килеп сыға. Ра һүҙенең икенсе мәғәнәһе лә бар. Дин яралыуының беренсе баҫҡысында кешеләр ҡояшҡа табынғандар. Бынан сығып Рәүәтте алла йылғаһы тип тә тәржемә итергә була. Был дәлилдәргә таянып ирандарҙың ҡасандыр Уралда йәшәгәнен, Рәүәт, Рәүәк исемле тау һәм йылғалар уларҙың изге урындары булған тип раҫлай алабыҙ. Ауыл тарихы. 1740-сы йылға тиклем Рәүәт исемле башҡорт ауылы була. Шул йылда Табын казактары атаманы Матвей Красильников ауылды яндыра. Ауыл Ҡатай ырыуына ҡараған була. Халыҡ таралыша,бер өлөшө Сиражетдин утарына(Сирайкин),Оло Иңйәр буйына, икенселәре Урман-Рәүәт (Собханғол),өсөнселәре Ҡурпысыҡ утарҙарына күсеп ултыра. XIX быуат аҙаҡтарында Инйәр заводы тәҙөлгән саҡта рустар килеп ултыра, ауыл исеме шул уҡ ҡала. XX быуаттың етмешенсе йылдарында ауылда бер-нисә өй генә ҡала.80-се йылдарҙа Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторла,үҙеге Аҡмулла, Мифтахетдин. Аҡмулла (ысын исеме - "Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы") (1831—1895) — күренекле башҡорт һәм татар шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала. Башҡорт менән бер рәттән, башҡа төрки халыҡтар – ҡаҙаҡтар, уйғырҙар, ҡарағалпаҡтар ҙа уны үҙ тип күрә. Тормош юлы. Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 11 декабрендә Бәләбәй өйәҙенең Туҡһанбай ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Миәкә районында) мулла ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылында башланғыс белем ала, күрше Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс ауылдарына йөрөп мәҙрәсәлә уҡый, һуңыраҡ Стәрлебаш мәҙрәсәһенә шәкерт булып бара. Стәрлебашта ул мәшһүр шағир, суфыйлыҡ тарафдары Шәмсетдин Зәкиҙән һабаҡ ала. Ситтә йөрөп, Аҡмулла мөғәллим булып көн күрә, балта оҫтаһы булып эшләй, үҙендә сәсән һәләтен аса. Тыуған ауылына ҡайтҡас та, ата йортонда оҙаҡ түҙеп ята алмай – уны йәнә алыҫ юлдар саҡыра. Атаһының яҡшы атын алып, ел һуҡҡан яҡҡа юлға сыға. Ошо көндән Аҡмулла тормошон юлда үткәрә… Махсус йыһазланған арбаһына китап-ҡулъяҙма, яйланма ҡорамалдарын тейәп, башҡорт ауылдары буйлап ил гиҙә. Атын егеп, Ағиҙел, Яйыҡ, Уй, Мейәс йылға буйҙарын урата, Ҡаҙағстан далаларына ла барып етә. Яҙын-йәйен ауылдан ауылға, йәйләүҙән йәйләүгә күсеп, сәсән әйтештәрендә ҡатнаша, шиғырҙарын халыҡҡа уҡый, һөнәрселек итә, балаларҙы уҡырға-яҙырға өйрәтә. Мейәс йылғаһы үҙәнендәге Һөләймән ауылында ҡунғанда, Саһира исемле ҡыҙға юлыға. Уны димләп алып, оҙаҡ юлдарын уртаҡлашыр иптәш таба. Күп йылдар былар икәү ил гиҙә. Ниһәйәт, Саһира күскен тормоштан йонсой башлай. Бер көн Аҡмулланың арбаһы йәнә Мейәс үҙәненә килә. Тыуған ауылына инеп, Саһира: «ирем, кисер, бүтән юл урап йөрөр әмәлем юҡ. Тыуған ауылымда ҡалам”,- ти. Аҡмулла асыуланып тормай – мулла алдында талаҡ ҡылып, ҡатынын айырып ауылында ҡалдыра.. 24 Декабрь (Аҡъюлай). 24 Декабрь - Башҡортостан республикаһы Конституцияһы көнө. Собханғол ауылы белорет районы. Елмәрҙәк һәм Әүҙәрҙәк тауҙары араһында, Рәүәт йылғаһына Ҡөҙрәт йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Халыҡ телендә исеме Рәүәт,официаль исеме Собханғолдо халыҡ ҡулланмай. Иңйәр янындағы Рәүәт менән бутамаҫ өсөн Урман Рәүәт тип тә йөрөтәләр. Тарихы. Тарихы 1735-1740-сы йылғы башҡорт күтәрелеше менән бәйләнгән. 1740-сы йылда Табын казактары атаманы Матвей Красильников Кесе Иңйәр буйындағы 13 башҡорт ауылын яндыра. (Урал газеты, Ҡатайҙар мәҡәләһе, авторы тарихсы Ринат Шәйбәков.) Шул иҫәптән Кесе Иңйәрғә ҡойған Рәүәт йылғаһы буйында урынлашҡан Рәүәт ауылы ла яндырыла. Аҙағыраҡ был урынға рустар килеп ултыра һәм ауыл Урыҫ Рәүәте тип йөрөтөлә башлай.Әле был ауылда Көньяҡ Урал ҡурсаулығының үҙәге урынлашкан. Шул сәбәпле Собханғол уҙаман Урман Рәүәтенә барып ултыра. Уның тирәләй туған-дары утар –утар булып ултыралар.1834-се йылда Генерал-губернатор Перовский башҡорттарға ауылдар булып ултырырға фарман бирә һәм Рәүәт тирәһендәге утарҙар унда күсеп ултыралар. Ауылға Собханғол исемен бирәләр. Собханғолдоң шәҗәрәһе. Тархандар: Хоҙайбирҙе-Ҡарман-Ҡолман (Иван Грозныйға бара,жалованная грамота ала. Тарихсы Ринат Шәйәков сығанаҡтары.)-Сысҡан Ирлән- Әлеге көндә ауылда бер генә кеше- һунарсы Кинйәғол Сәлимгәрәев кенә йәшәй. Грузия гимны. Грузия Республикаһының Дәүләт гимны — байраҡ һәм герб менән бер рәттән Грузияның төп дәүләт символы. Гимн көйө Захарий Палиашвилиның "Даиси" һәм "Абессалом һәм Этери" операларынан алынған. Тексттың төп авторы — билдәле грузин шағиры Давид Маградзе. Озаску. Озаску ("Osasco") — Бразилияның ҡала. Таңһылыу Ҡарамышева. Таңһылыу Ҡарамышева —Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1948 йылда Бөрйән районының Байназар ауылында тыуып үҫкән. Өфөләге 1-се һанлы башҡорт интернат-мәктәбен, БДУ-ны тамамлай. Оҙаҡ йылдар республика матбуғатында эшләй. «Йәшлек» гәзитен ойоштороусылароуға күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Шоңҡар журналының беренсе редакторы. Ҡадир Даян. Ҡадир Даян — күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 1910 йылдың 14 февралендә хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡоншаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа, 1975 йылда вафат була. 1927 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Арғаяшта уҡытыусылар әҙерләү курсында шөғөлләнә. Уҡып бөткәс, уҡытыусы, мәктәп директоры булып эшләй. 1930–1933 йылдарҙа Өфөгә килеп, педагогия институтында уҡый. Уҡып бөткәс, Башгосиздатта мөхәррир булып эшләй. Аҙаҡ ике йыл Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡыта, 1936–1941 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй. Ҡадир Даян Беренсе май байрамында демонстрацияла йырлау өсөн уҡыусыларға бер йыр сығара. Был йыр 1929 йылда уҡ «Ҡыҙыл флаг» исеме менән матбуғатта баҫыла. Ҡ. Даяндың бер юлы өс китабы 1934 йылда донъя күрә: «Рәшиҙә» поэмаһы, балалар өсөн «Тимеркәй» хикәйәһе һәм «Хәйрүш менән Фәйрүш» тигән бер шаршаулыҡ пьесаһы. Шағирҙың шиғриәте Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк формалаша һәм нығына. Әҫәрҙәре. Драматург булараҡ та танылыу яуланы Ҡадир Даян. Уның «Таңсулпан» пьесаһы Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡырҡ йылдан ашыу уйнала һәм театрҙың алтын фондына инә. Йәнә «Тулҡынлана тәрән күл» һ.б. пьесалар яҙҙы. Наградалары. Ҡадир Даян Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар, әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Почет Билдәһе ордены менән наградлана. Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә. Ҡыҙыл Майҙанда 2007-2008 йылғы Яңы йыл шыршыһы, Мәскәү.Я Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә— иҫке йылдың һүңғы көнөнән киләһе йылдың беренсе көнөнә күсеү байрамы. Был датаны күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса байрам итә. Яңы йыл байрамын билдәләү йолаһы б.э.т.э.т III меңйыллыҡта уҡ Месопатамияла барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 46 йылда Рим императоры Юлий Цезарь Яңы йылды ҡаршы алыу датаһын 1 ғинуарға күсерә. Римлеләр был айҙы бөтә башланғыстарҙың аллаһы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға. Тарих. XV быуатҡа тиклем Рәсәйҙә Яңы йылды Юлиан календары буйынса 1 мартта, баҫыу эштәре башланған ваҡытта, изге Пасха көнөнән башлағандар. билдәләгәндәр. 1348 йылғы Мәскәү Соборы Яңы йылды 1 сентябрҙән башларға ҡарар сығара. Был ваҡытта халыҡтан яһаҡ, пошлина, оброктар йыйыу тамамлана. Пётр I-нең махсус Указы менән, Юлиан календары буйынса башҡа Европа илдәрендәге кеүек үк, Яңы йыл Рәсәйҙә 1700 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Петр I-нең 1699 йылдың 20 декабрендәге «Яңы йылды байрам итеү тураһында» 1736 һанлы Указы Ейәнсура районы. Ейәнсура районы (Ейәнсура) - Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны - 3 342 км2. Район үҙәге - Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта. Халҡы. Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 - 30,2; 1989 - 27,1; 1995 - 28,1. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы - 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар, шуларҙың һәр береһендә уртаса 327 кеше йәшәй. Күпселеге башҡорттар һәм урыҫтар. Географик урынлашыуы һәм климаты. Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35% самаһын биләй. Тарихы. 1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Иҡтисад. Район иҡтисадының төп тармағы - ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, "Агропромхимия", район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абзан ауылдарында ремонтлана. Транспорт. Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша (Ырымбур өлкәһе) район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра. Сиреғол. Сиреғол — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл, Байдәүләт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 373 кеше Почта индексы — 453387, ОКАТО коды — 80226807001. Халыҡ һаны. Милли составы — башҡорттар (84%). Ауыл тарихы. Ауыл кешеләренән һаҡланып ҡалған шәжәрә буйынса XVII быуат урталарында Һаҡмар буйындағы тирәкле ауылынан Сирғол тигән кеше ике улы һәм Хәтирә тигән килене менән күсеп килә һәм бәләкәй генә йылғаның Оло Һүрәмгә ҡойған урынынан бер саҡрым үрҙәрәк Аҡбикә яланында төпләнә. Был урын сит-ят күҙҙәрҙән аулыҡ, бик хозур урын. Сирғолдоң тәүге улы Сәғиттең Тайсин һәм Йәғәфәр тигән улдары була. Икенсе улы Мыйыҡтың иһә өс малай: Ишбай, Алтынбәк һәм Юлмөхәмәт. Артабан ауылға Сирғол ҡартҡа хөрмәт йөҙөнән уның исемен ҡушалар. Тайсиндың ҡыҙы 1861 йылда батша манифесын таратып йөрөгәнАбыҙ исемле кешегә кейәүгә сыға. Шуға күрә бөгөн Абыҙов, Аҙнағолов араһы "манифест" тип йөрөтөлә. 1780 йылда Дим яғынан Мәсәүле тигән кеше ғаиләһе менән күсеп килеп Ҡаршытау аҫтындағы аҡланда йәшәй башлай. Был аҡлан әле лә "Мәсәүле" тип атала. Мәсәүленең Мәсәғүт, Мәҡсүт тигән улдары булған. Уларҙан Мәсәғүтов, Мәҡсүтов, Рамаҙановтар таралған. 1795 йылда теркәлгән. 7-се переписта 1816 йылда 19 йортта 83 кеше йәшәй тип яҙылған. Ауылда мәсет те булған. 1920 йылда47 йорт теркәлгән. 1921 йылда Бәрҙәш ауылынан 12 йорт булып сыуаштар күсеп ултырған. 1930 йылда Башҡорт Сирғолонда 232 кеше йәшәгән. Хәҙер ауыл бер исем менән генә йөрөтөлә. 1929 йылда Саҙалы ауылы менән бергәләшеп "Нива" тигән колхоз төҙөйҙәр. Ә Сыуаш Сирғоло "Чапаев" исемендәге колхоз була. 1951 йылда 5 ауыл бер колхозға берләшә. 1971 йыл колхоз инициативаһы һәм Ф.В.Солтанов булышлығында урта мәктәп бинаһы һалына. 1980 йылда мәҙәниәт йорто, магазин, гараж төҙөлә, һыу үткәрелә, урамға асфальт һалына. Бөйөк Ватан һуғышында 58 кеше ҡатнашҡан. Һаҙағай. Һаҙағай () – Ерҙең (һәм башҡа планеталарҙың) поляр төбәктәренең күгендә күҙәтелгән тәбиғи яҡтылыҡ; йыһандан планетаның магнит ҡыры тарафынан тартылып ионосфераға ингән өлөшсәләр ағымынан барлыҡҡа килә. Һаҙағай типик рәүештә көньяҡ һәм төньяҡ киңлегенең 60-тан 72-ке градусҡаса, йәиһә көньяҡ һәм төньяҡ поляр түңәрәгенең эсендә ятҡан төбәктәргә барлыҡҡа килә; был региондарҙан тыш һирәгерәк күҙәтелә һәм күп осраҡта ябай күҙгә күренмәй. Күҙәтеүсенең төньяҡ магнит полюсына яҡыныраҡ килгән һайын, һаҙағайҙы күҙәтеү ихтималлығы арта бара. Магнит полюсына яҡын урындан күҙәтелгән осраҡта һаҙағай күктә бейек күренеүе мөмкин; алыҫыраҡ төбәктәрҙән ул күктең төньяҡ өлөшөндә йәшкелт, һарғылт йәки ҡыҙғылт төҫтәге нурланыш рәүешендә күҙәтелә торған, ҡайһы бер осраҡтарҙа Ҡояштың ғәҙәти булмаған урындан сығыуына оҡшаш. Йыл миҙгелдәренә килгәндә, һаҙағай яҙ һәм көҙ көнө, йәғни көн менән төндөң тигеҙ осорҙарында йышыраҡ күҙәтелә. Көньяҡ ярымшарҙа һаҙағай Антарктидала, Көньяҡ Американың һәм Австралазияның юғары киңлектәрҙәге урынлашҡан төбәктәренән күҙәтелә. Башҡа планеталарҙа. Юпитер менән Сатурндың магнит ҡырҙары Ерҙекенән күпкә көслөрәк (Юпитерҙың магнит ҡыры 4.3 гаусс, ә Ерҙеке 0.3 гаусс ҡына тәшкил итә); шулай уҡ, ике планетаның да киң радиация бүлкәттәре бар. Был планеталарҙың икәүһендә лә һаҙағай күҙәтелгәне бар; иң асыҡ күҙәтеүҙәр Хаббл телескобынән үткәрелде. Уран менән Нептунда ла һаҙағайҙың барлығы асыҡланды. Ерҙә кеүек, газ гиганттарында ла һаҙағай ҡояш еленә бәйле, тип иҫәпләнә. Шулай уҡ, Юпитерҙың ҡайһы бер юлдаштары, бигерәк тә Ио, электр ағымын барлыҡҡа килтереп, һаҙағай тыуҙыра ала. Яңы йыл. Яңы йыл — иҫке йылдың һүңғы көнөнән яңы йылдың беренсе көнөнә күсеү ваҡытын билдәләгән байрам. Рим императоры Юлий Цезарь б.э.т. 46 йылда Яңы йылды 1 ғинуарҙан башлауҙы раҫлай. Йәһүд Яңы йылы. "Төп мәҡәлә":Рош һа-Шана Йәһүд байрамы Рош һа-Шана () — Пасеханан һуң 163 көн үткәс (5 сентябрҙән 5 октябрға тиклем) йыл башын билдәләй. Был көндө уйланыуҙар һәм тәүбә ҡылыу ункөнлөгө башлана. Ҡиәмәт көнөнә тиклем ункөнлөктө «тшува көндәре» (Аллаға әйләнеп ҡайтыу көндәре) тип атайҙар. Байрамдан һуң кешеләр бер-береһен «Тормош китабында һеҙҙең өсөн яҡшы йыл булыр, тип яҙылһын!» тип сәләмләй. Байрам итеүселәр аҡ кейемгә кейенә. Байрам ашанда хала (йәһүд икмәге) йәки алманы балға манып ашайҙар. Ҡытайҙа Яңы йыл. Ҡытай Яңы йылы ҡышҡы тулы ай циклын үтеп, ҡышҡы ҡояш торошо менән бәйле. Григориан календарында был 21 ғинуарҙан 21 февральгә тура килә. Ләкин был көн байрам ителмәй, Яңы йыл бөтә донъялағы кеүек 1 ғинуарҙа байрам ителә. Һәр йыл 12 хайуан исеме менән исемләнә. Яңы йылды шыршы менән ҡаршылаусы европалыларҙан айырмалы, ҡытайҙар мандаринға һәм әфлисунға өҫтөнлөк бирә. Рәсәйҙә Яңы йыл. "Төп мәҡәлә": Яңы йыл байрамы Рәсәйҙә Англияла Яңы йыл. Балалар йоҡлар алдынан өҫтәлгә Санта Клаус килтерәсәк бүләктәр өсөн —тәрилкә, ә аяҡ кейемдәренә уның ишәге өсөн бесән һалалар. Яңы йыл төнөндә урамда һатыусылар уйынсыҡтар, һыбыҙғылар, битлектәр, шарҙар һата. Яңы йыл хаҡында инглиздәргә өҫтөнә одеал ябылған ҡыңғырау хәбәр итә. Ул ярты төн етәрәк, юрған аҫтынан, көсһөҙ генә зыңлай башлай. Сәғәт ун икелә ҡыңғырауҙарҙы "сисендерәләр" һәм улар тантаналы зыңлай башлай. Ошо минуттарҙа киләһе йылда бергә булыу өсөн ғашиҡтарға сихри көскә эйә омела ботағы аҫтында үбешергә кәңәш итәләр. Шотландия Яңы йылы. Яңы йылды факелдар һәм тантаналы марш менән ҡаршылайҙар: дегет тултырылған мейескәләргә ут яғып, урам буйлап тәгәрәтәләр. Шулай итеп, Шотландияла иҫке йылды "яндыралар" һәм яңыһына юл яҡтырталар. Яңы йыл иртәһе Яңы йыл төнөнә ҡарағанда ла мөһимерәк тип иҫәпләнә: ошо көндә йортҡа кем тәү башлап инә, хужаларҙың именлеге шуға бәйле. Бүләк тотҡан ҡара сәсле ир-егет бәхет алып килә, тип иҫәпләйҙәр. Ирландия Раштыуаһы. Был дини байрам. Тоҡандырылған шәмдәрҙе Раштыуа алдынан кис көнө тәҙрә тупһаһына ҡуялар. Ирланд ҡатын-ҡыҙҙары ғаиләнең һәр ағзаһы өсөн махсус һый "seed cake" бешерә. Улар шулай уҡ өс пудинг — береһе Раштыуаға, икенсеһе Яңы йылға һәм өсөнсөһө Крещение байрамына тип әҙерләй. Изге Сильвестр көнө. Польшала 31 декабрь шулай тип атала. "Изге Сильвестр" — Рим епискобы, ул тыуыр 336 йыл алдынан мәрхүм була. Польшала Яңы йылға изге Сильвестр исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Оҙаҡ ваҡыт, алты быуаттан ашыу, Яңы йыл менән изге Сильвестр көнө йәнәш, ләкин һәр ҡайһыһы үҙ аллы байрам булараҡ йәшәй. Французса Яңы йыл. "Пэр Ноэль" (Француз Ҡыш бабайы) — Яңы йыл төнөндә килә һәм бүләктәрҙе балаларҙың аяҡ кейемендә ҡалдыра. Яңы йыл бәлешендәге ноҡот кемгә эләгә, шул "ноҡот борсағы батшаһы" титулын ала һәм байрам төнөндә барыһы ла уның бойороғона буйһона. Шведсә Яңы йыл. Швецияла Яңы йыл алдынан балалар донъя королеваһы Люцияны һайлай. Уны аҡтан кейендерелер, башына янып торған шәмдәр ҡуйылған таж кейҙерәләр. Люция балаларға бүләктәр һәм йорт хайуандарына һый-ниғмәт: бесәйгә — һөт өҫтө, эткә — татлы һөйәк, ишәккә кишер килтерә. Байрам төнөндә йорттарҙа ут һүнмәй. Финн Раштыуаһы. Раштыуа — Финляндияла ҡыштың төп байрамы булып иҫәпләнә. Уны 25 декабрҙә билдәләйҙәр. Санта Клаус Лапландиянан оҙон юл үтеп, Раштыуа төнөндә, бала-сағаға ҙур кәрзин менән бүләктәр өләшә. Яңы йыл төнөндә финдар үҙҙәренең киләсәген белергә ынтыла һәм, балауыҙҙы иретеп, уға һалҡын һыу ҡойоп күрәҙәлек итә. Лапландия — Санта-Клаустың тыуған иле. Мексика Яңы йылы. Яңы йылды байрам фейерверктары, ракетницанан атып, яңы йыл бубендәре менән ҡаршылайҙар. Ә балаларға төн уртаһында шәрбәт перәник ҡурсаҡтар тараталар. Куба Яңы йылы. Яңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Был иҫке йыл китә, уға һыу кеүек яҡты юл теләйбеҙ тигәнде аңлата. Ә сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашарға кәрәк. Шул саҡта йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш буласаҡ. Колумбияла Яңы йыл. Яңы йыл карнавалының төп геройы — Иҫке йыл. Ул халыҡ араһында оҙон ағас аяҡта йөрөй һәм балаларға көлкөлө хәбәрҙәр һөйләй. Колумбияның Ҡыш бабайы — Папа Паскуале. Ул Яңы йылда фейерверк ата. Непаль Яңы йылы. Непалда Яңы йылды ҡояш ҡалҡҡас ҡаршылай башлайҙар. Төндә, Ай тулғанда, непалдар, ғәйәт ҙур усаҡ яғып, кәрәкмәгән әйберҙәрен утҡа яға. Иртәгәһенә Буяуҙар байрамы башлана. Шул саҡта бөтә ил ҙур йәйғорға әүерелә. Кешеләр биттәренә, ҡулдарына, түштә-ренә ғәҙәти булмаған һүрәттәр төшөрә, һуңынан урамда бейеп-йырлап йөрөйҙәр. Бертуған Люмьерҙар. Люмьер ҡәрҙәштәр, Огюст Мари Луи Николя Люмьер (1862 йылдың 19 Октябрендә Безансонда тыуған, 1954 йылдың 10 апрелендә Лион ҡалаһында үлгән) һәм Луи Жан Люмьер ((1864 йылдың 5 Октябрендә Безансонда тыуған - 1948 йылдың 6 июлендә, Бандоль ҡалаһында үлгән) - кино төшөрөүселәр һәм күренекле кинематографтар. "Урал" (социаль-демократик гәзит). «Урал» — Рәсәйҙә, Урал буйы урыҫ булмаған халыҡтар өсөн, беренсе социаль-демократик гәзит. Гәзиттең беренсе һаны татар телендә 1907 йылдың 4 ғинуарында сыға. Гәзит Ырымбурҙа баҫылһа ла, тарихы Өфө менән бәйле. 1906 йылда ялған паспорт менән күренекле татар революционеры Хөсәйен Ямашев Ҡазандан Өфөгә килә. Ул Өфө РСДРП комитеты менән бәйләнеш булдыра. Уға башҡорт һәм татарҙар араһында эш алып барырға ҡушалар. Шул ваҡытта социаль-демократик гәзит баҫтырыу уйы килә. Өфөлә полиция күҙәтеүе көслө булғанлыҡтан ғәзитте Ырымбурҙа баҫтырырға ҡарар итәләр. Хөсәйен Ямашев үҙе полиция күҙәтеүе аҫтында булғанлыҡтан гәзит мөхәррире итеп уның ҡатыны Бибихәҙисә, гәзитте ооштороусы итеп партияһыҙ Тимурша Соловьев күрһәтелә. Шуға күрә Ырымбур губернаторы гәзитте раҫлай. Гәзит партиялылығын йәшереү өсөн әҙәби, тарихи-иҡтисади баҫма тип атала. Гәзит Ырымбур, Өфө губерналары, Силәбе, Мәскәү, Ҡазан, Әстрахан ҡалаларында таратыла. Гәзиттең һүңғы һаны дүрт айҙан, 1907 йылдың апрелендә сыға. Барлығы 31 һан баҫыла. Рәшит Шәкүр. Шәкүров Рәшит Закир улы, Рәшит Шәкүр — күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе, публицист; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), М. Аҡмулла исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты; 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй (хәҙерге Стәрлетамаҡ районы) районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас нефть техникумында уҡый, промыслылы оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. «Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Ғилми хеҙмәттәре. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” авторҙарының береһе. Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт, тиҫтәгә яҡын китап авторы. Уның ғилми хеҙмәттәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы. Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе. Насыров Рәүеф Хәй улы. Насыров Рәүеф Хәй улы — билдәле журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты; 1935 йылдың 11 ноябрендә Башкортостандың Учалы районы Ҡужай ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбен тамамлағас, Миәс ҡалаһының автомобиль заводында эшләй, өс йыл армияла хеҙмәт итә. Артабанғы йылдарҙа Башкортостан республикаһы матбуғатында эшләй. Учалы, Белорет райондары гәзиттерендә хәбәрсе, мөхәррир булып эшләй. 1982 йылдан бирле «Башҡортостан» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы. Амантаев Ғабдулла Сәхипгәрәй улы, Ғабдулла Амантаев — күренекле башҡорт балалар яҙыусыһы; әҙәбиәт, фольклор өйрәнеүсе; йәмғиәт эшмәкәре. 1907 йылдың 23 декабрендә Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ волосы Үрге Ҡунаҡбай ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы) уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башҡорт филология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, башкортса һүҙлек, дәреслектәр төҙөүсе. Фәнни эштәре башҡорт фольклоры, әҙәбиәтен өйрәнеүгә арналған. СССР яҙыусылар съезды делегаты. 1924 йылдан — Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы. Арғаяш кантонында комсомол секретары булып эшләй. Ленинград Тарих, филология һәм лингвистика институтында уҡый. 1926 — 1928 йылдарҙа — «Йәш юҡһыл», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәренең мөхәррире. 1933 йылдан 1937 йылға тиклем Тарих, Тел һәм әҙәбиәт институтының директоры, Башҡорт дәүләт педогогия институтының башҡорт әҙәбиәте кафедраһы доценты. 1937 йылғы сәйәси золом ҡорбаны. Үлеменән һуң аҡланған. Мәсет. Мәсет (مسجد – "мәсжид" – ғибәҙәт ҡылыу урыны) – мосолмандарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн төҙөлгән архитектура ҡоролмаһы. Күп осраҡта мәсет — айырым төҙөлгән көмбәҙле, ҡайһы саҡта эске ихатаһы булған, бина (Әл-Хәрам мәсете). Манара мәсеткә төкәтмә итеп эшләнергә мөмкин. Манаралар һаны берҙән туғыҙға тиклем булыуы мөмкин (Әл-Хәрам мәсетендәге манараларҙан кәмерәк буларға тейеш). Ғибәҙәт бүлмәһендә стеналарҙа рәсем юҡ, ҡөръән сүрәләренән өҙөктәр булыуы мөмкин. Мәсет түрендә ҡиблаға ҡараған яғына михраб менән мөнбәр эшләнә. Мәсеттәрҙә мәҙрәсә эшләй. Мөнбәр. Мөнбәр, Минбар ()— имам йома вәғәзен уҡыу өсөн ҡулланған мәсет эсендәге бейек урын. Беренсе мөнбәр күтәрмә формаһында ағастан эшләнгән. Михраб. Михраб, михрап — мәсеттә имам намаҙ уҡый торған махсус уйым урын. Тауыш акустикаһы тигеҙ таралһын өсөн уйланылған. Йыш ҡына колонна һәм аркалар менән биҙәлә һәм ҡибла йүнәлешен күрһәтеп тора. Исламда михраб VIII быуат башында барлыҡҡа килә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренда был турала аңлатма юҡ. Шулай ҙа ислам теологтары бер тауыштан яҡшы яңылыҡ(бидғәт) тип ҡабул итә. Юлдашев Марс Тимербулат улы. Юлдашев Марс Тимербулат улы —Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор; 1937 йылдың 25 апрелендә Башҡортостандың Бишбүләк районы Аҙнай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Мәктәпте тамамлағас Башҡортостан медицина институтына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас йәш хирургты Яҡут-Саха республикаһына уҡырға ебәрәләр. Башҡортостанға ҡайтып аспирантураға уҡырға инә. 1972 йылдан алып Марс Юлдашев Башҡортостан медицина институтында балалар хирургияһы кафедраһында ассистент, доцент, профессор вазифаһын башҡара. Ғалим республика матбуғатында сығыш яһай, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә актив ҡатнаша. 1 уйлап табыуға таныҡлыҡ, 10 патент, 270 фәнни эш авторы. Наградалары: Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, Рәсәйҙең атҡаҙанған врачы. Фидан Ғафаров. Ғафаров Фидан Сафа улы, Фидан Ғафаров — Башҡортостан, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты; 1947 йылдың 12 октябрендә Башкортостандың Дүрөйлө районы Яңы Уртай ауылында тыуған. Ошо ауылда 7 синыфты тамамлағас 14 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 1966 йылда училищены тамамлағас Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Театрҙа ниндәй генә роль уйнамаһын, үҙен һәр саҡ талантлы сәхнә өҫтаһы итеп күрһәтә. Нардуған. Нардуған — йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. 25 декабрҙә башланып 5 ғинуарға тиклем даум итә. Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата. Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡығаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнә. Байрам көндәрендә йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла. Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Был байрам уйын-көлкө менән, киң итеп шаулатып үткәрелә. Йыйынға һәр кем үҙ өлөшө менән килә. Һуңынан уйындар ташта дауам итә. Нардуған байрамында йондоҙнамә уҡыу, киләсәкте юрау йолаһы ла бар. Демография. Демогра́фия (— халыҡ, — яҙыу) — халыҡ үҫеше тураһындағы фән. Социаль, иҡтисади, биологик һәм географик факторҙарҙы, сәбәптәрҙе, шарттарҙы иҫәпкә алып, халыҡ урынлашыуында, күсенеүендә, үҫеш динамикаһында булған үҙгәрештәрҙе өйрәнә. Халыҡтың һанын, таралыуын, тәбиғи хәрәкәтен (тыуым-үлемде, никахлашыу һәм айырылышыуҙы), синыфтарға, йәмғиәт төркөмдәренә ҡарап, шулай уҡ шөғөлө, енесе, милләте, ғаилә хәле, мәҙәни кимәлен иҫәпкә ала. Ошо күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып, халыҡтың киләсәктәге дөйөм һаны, хеҙмәт ресурстары, ил, ҡала һәм бөтә донъяла буласаҡ перспективалар билдәләнә. Булат Имашев. Имашев Булат Ғабдулла улы, Булат Имашев — күренкле актёр һәм режиссёр; 1908 йылдың 27 февралендә Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Аҙнай ауылында тыуған, 1946 йылда вафат булған. 1921-23 йылдарҙа Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡый, шул йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында уйнай. Типографияла хәреф йыйыусы булып эшләй (1923-26). 1930 йылда театр училищеһына уҡырға килә. Уҡыу йортонда Башҡорт академия драма театрының нигеҙен тәшкил итәсәк талант эйәлере А.Мөбәрәков, З. Бикбулатова, В. Ғәлимов, Р. Сыртланов һ.б. менән бергә уҡый. Улар менән бергә күп кенә образдар ижад итә. Булат Имашев ситтән тороп Мәскәүҙә Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтының режиссёрҙар факультетын тамамлай (1933-27). 1937 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Театрҙа Риза Ишмораттың «Данлы осор», Тажи Ғиззәтең «Ташҡындар», А. Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр», Гогольдың «Өйләнеү» пьессаларын сәхнәләштерә. 1940 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры итеп тәғәйенләнә. Был театрҙа «Һаҡмар», «Ҡасҡын», «Ҡарлуғас», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» операларын ҡуя. Тынғыһыҙ сәхнә оҫтаһының ғүмере 38 йәштә генә өҙөлә. Наградалары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1944) тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде (1944). Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы. Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы, Зәйнәб Биишева — башҡорт яҙыусыһы, шағиры, прозаигы, драматургы, тәржемәсеһе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты; 1908 йылдың 15 ғинуарында Башкортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған — 1996 йылдың 24 августында Өфө ҡалаһында вафат булған. Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла. 1946 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951 йылдан — профессиональ яҙыусы. 60-лап кипабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәр һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. Иҫтәлек. 1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы Зәйнәб Биишева тураһында докуметаль фильм төшөрә. 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына документаль ҡуйылған фильм төшөрә. Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй. Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы. Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы, Хөсәйен Ҡудашев — актер; 1913 йылдың 11 майында тыуған, вафат 1986 йылда. Рәсәйҙең һәм Башкортостандың халыҡ артисы. Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә. Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы. Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы, Зәйтүнә Бикбулатова — башҡорт актриcаһы, 1908 йылдың 10 июнендә Башҡортостандың Шишмә районы Сәфәр ауылында тыуған; 1992 йылда вафат булған. Өфө cәнғәт техникумының театр бүлеген тамамлай. Зәйтүнә Бикбулатова 1927 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың Станиславский исемендәге, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты. 4 орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Монзон. Монзо́н йәки Монсон ("Monzón") — Испанияла, Уэска провинцияһында, Арагон автономиялы берлегендә урынлашҡан ҡала. 3инка йылғаһы буйында урынлашҡан. 1 февраль. Был көнө тыуған шәхестәр. 1930 — Ғиләжев Ғабдулла Ғабдрахман улы — режиссёр, педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың күренекле сәнғәт эшмәкәре. Организм. Эсәк таяҡсалары күҙәнәктәре, прокариот мокроорганизмдарына ҡарай Организм ((ойошторам, тәртипкә килтерәм) һүҙенән. Латин телендә — ҡорал) — тере булмаған материянан айырылып тороусы тере есем. Был бәшмәктәр хужа организмға ҡарата паразит организм булып торалар Биологияла организм тип бөтә төрлө ҡатнаш тере системаны атайҙар (мәҫәлән, хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр йәки микроорганизмдар). Хәр хәлдә лә, организм уға тәҫир итеүгә яуап реакция бирергә, тоҡом ҡалдырыу өсөн үрсергә, уҫергә, нығынырға һәм гомеостазды тотоп торорға тейеш. Организм бер күҙәнәкле була ала йәки, кешеләр кеүек, күп триллион куҙәнәк төркөмдәре булған махсус туҡымалар һәм органдар булып туплана. "Күп күҙәнәкле" тип ике йәки күберәк күҙәнәктәрҙән торған организм атала. "Организм" термины боронғо грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм "орган, ҡорал, сервис" тигәнде аңлата. Фәни классификация буйынса биологияла "организм" һүҙе «Ерҙәге тереклек» һүҙенә синоним булып тора. Организмдарҙы күҙәнәктәр төрө буйынса прокариот һәм эукариоттарға бүләләр. Прокариот ике айырым төрҙән тора, Бактерия һәм Архей майҙансығына ҡарай. Эукариот организмдар мембрана-тышса менән солғап алынған "ядронан" һәм "органеллаларҙан", атап үткәндә эске бактерияларҙан килеп сыҡҡан "митохондриялар" һәм "пластидтарҙан" тора. Бәшмәктәр, хайуандар һәм үҫемлектәр эукариот төрҙәренә ҡарай. Атаманың мәғәнәһе. Киң мәғәнәлә, "организм" атамаһын «тотороҡло һәм тереклек күрһәткән молекулалар берләшмәһе» кеүек билдәләү мөмкин. Әммә, ҡайһы билдәләмәләр буйынса вирустар һәм теоретик мөмкин булған органик булмаған антропоген тереклек формалары "организм" атамаһына инмәй. Вирустарҙың үрсеүе хужа-күҙәнәктең биохимик механизмына бәйле. Chambers Online Reference ошондай киң билдәләмә бирә: «Организм — үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә булған теләһә-ниндәй тере структура, мәҫәлән үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр йәки бактериялар». Күп күҙәнәклеләр тураһында һүҙ йөрөткәндә, «организм» атамаһы ғәҙәти рәүештә иерархияға буйһонған системаларҙан (мәсәлән, ҡан йөрөш, аш һеңдереү йәки репродуктив системаларынан) торған бер бөтөн структураны белдерә; был структура органдарҙан тора; органдар, үҙ сиратында, туҡымаларҙан тора, туҡымалар иһә күҙәнәктәрҙән тора. "Суперорганизм" тип күп кешеләрҙән торған, бергә эшләүсе, берҙәм функциональ, социаль берәмек организм атала. Вирустар. Вирустар күбеһенсә организм тип иҫәпләнмәй, сөнки улар үҙҙәре айырам йәшәү, автоном үрсеү йәки матдәләр алмаштырыу һәләтенә эйә түгел. Был ҡапма-ҡаршылыҡ проблема булып тора, сөнки ҡайһы бер организмдар ҙа айырым йәшәй алмайҙар. Вирустар бер нисә фермент һәм молекуланан тороп, тере организмға хас булһа ла, үҙҙәрен формалаштырған органик берләшмәләрҙе синтезлай алмайҙар, метоболизмдары юҡ. Шуға ла улар автоном үрсей алмайҙар. Тик хужа-күҙәнәк арҡаһында пассив барлыҡҡа килә алалар. Был яҡтан улар тере булмаған материяға оҡшаштар. Вирустарҙың айырым рәүештә метаболизмы булмаһа ла уларҙың уҙ гендары бар. Организмдар эволюция ярҙаманда үҫешһәләр, бактериялар эволюцияһына хас механизмдар ярҙамында вирустар үҫешәләр (эволюцияланалар). Организм терминологияһы. Ер йөҙөндә тереклек иткән барлыҡ организмдар таксономия тигән фән тарафынан классификациялана. Бөтә организмдар төрлө таксондарға йәки филогенетик тармаҡтарға бүленә. Таксондар организм төркөмдәренә бүленә, ә һуңғылары, дөйөм өлөштән конкрет (билдәле) төрҙәргә бүленә. Химия. Организмдарҙағы ҡатмарлы химик системалар үрсеүгә һәм тере ҡалырға, тотороҡло буларға тип тәртипләштерелгән. Химиялағы молекуляр күренештәр, организмдарҙы аңлауҙа фундаменталь булып тора. Орагнизмдарҙың тирә-яҡ мөхиткә яраҡлашыуы, шунлыҡтан ДНК-лары тере ҡалыуҙары – гендар нигеҙле маҡсаты. Организмдар уҙҙәренең барлыҡа килеүе менән, матдәләр алмашыуы, һәм ҡалған күп химик күренештәргә, иң мөһиме, ҙур органик молекулаларға бурыслы. Организмдағы ҡатмарлы химик берләшмәләр системаһы, тирә-яҡ мөхит менән аралашыу арҡаһында төрлө рольдар уйнайҙар. Ярым-ябыҡ химик системалағы органиҙмдар. Ундый организмдар айырым берәмектәр булып торһалар ҙа, улар үҙҙәрен уратып алған мөхиткә ҡарата ябыҡ түгелдәр. Үҙ тереклеген тәьмин итеү операцияларан бышҡарыу өсөн, улар бер туҡтауһыҙ тирә-яҡ мөхиттән энергия алалар һәм бүлеп сығаралар." Афтотрофтар" файҙалы энергия эшләп сығарыу өсөн (органик берләшмәләр рәүешендә) ҡояш яҡтыһын йәки, органик булмаған берләшмәләр ҡулланалар, ә "гетеротрофтар" - тирә-яҡ мөхиттән органик берләшмәләрҙе алалар. Был берләшмәләрҙәге иң мөһим элемент - углерод. Был элементтың физик уҙенсәлектәре: башҡа бәләкәс атомдар менән оҡшашлығы, ҙур булмауы, бер-нисә уҙ атомы менән берләшмә бәйләнеш яһа алыүы, углеродтты органик теректетктә нигеҙләүсе идеаль элемент итә. Углерод өс атомдан торған бәләкәй генә берләшмәләр (углекислый газ кеүек), һәм оҙон сиптәрҙән торған күп миллилонлы атодамдар яһай. Ул сипкә хас күп миллионлы атомдар - мәғлүмәт һаҡлай ала (нуклиен кислоталоры), бөтә куҙәнәктәрҙе бергә тотоу, һәм мәғлүмәт тапшырыу (аҡһым тураһында) сифатына эйә. Макромолекулалар. Организмды барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләрҙе макромолекулаларға һәм, бәләкәсерәк молекуларарға бүлеп була. Макромолекуланың дүрт төрө бар: нуклиен кислоталары, аҡһымдар, күмерһыуҙар хәм липидтар (майҙар). Нуклиен кислоталары (башлыса дезоксирибонуклиен кислотаһы, йәки ДНК) нуклеотид бер-бер артлылығы генетик даннайҙары (мәғлүҡмәтте) һаҡлайҙар. Дүрт тип нуклеотидттың (аденин, цитозин, гуанин һәм тимин) билдәле эҙмә-әҙлелеге организмдың үҙенсәлектәре тураһанда мәғлүмәт йөрөтә. Эҙмә-эҙлелек кодондарға (генетик кодтаға) бүленә, ә улары уҙ сиратанда өс нуклеотидҡа (триплетҡа) эҙмә-эҙлелегенә бүленә. Ошо өс нуклеотид эҙмә-эҙлеге (триплет) бер аминокислота тураһында код һаҡлай. Шулай итеп ДНК эҙмә-эҙлеге аҡһым кодын һаҡлай, ә аҡһымдар уҙҙәле аминокислота ҡалдыҡтарынан тора. Аҡһымдар организмда уҙенсәлекле бер функция үтәйҙәр. Липидтар (майҙар) ҡуҙәнәктәге барьер булып торған мембрананы барлаҡҡа килтерәләр. Ҡайһы бер күп күҙәнәклеләрҙә улар энергия һаҡлағыс булып торлар. Күмерһыуҙарҙа (карбонгидрат) энергия һаҡлай алалар. Ул күмерһыуҙар энергия транспортировка яһай алар, һәм липидтарға ҡарағанда еңелерәк тарҡалалар (үҙләштереләләр). Структура. Организмдарҙың күбеһе күҙәнәк тип аталған мономер берәмектәрҙән тора. Ҡайһы берҙәре бер күҙәнәктән генә тора (бер күҙәнәклеләр), а ҡайһылар күп күҙәнәктән торалар (күп күҙәнәклеләр). Күп күҙәнәклеләр, берәй аныҡ эш башҡарыу өсөн махсуслашҡан күҙәнәктәр була алалар. Махсуслашҡан күҙәнәктәр төркөмөнөң туҡыма күҙәнәктәре дүрт башлынғыс типтарҙан тора: эпителий, нервы туҡымаһы, ит туҡылаһы (мышцы) һәм берләштерүсе (соеденительная) туҡыма. Бер-нисә туҡыма типтары, берәй аныҡ функция башҡарыу өсөн, орган формаһында бергә эшләй алалар (мәҫәлән, ҡан йөрөтөү өсөн – йөрәк, йәки тышҡы мөхиттән һаҡланыу өсөн – тире). Күҙәнәктәр. 1839 Шлейден һәм Шванндың (Schleiden and Schwann) күҙәнәк теоряһына күҙ һалғанда, унда ошондай мәғлүмәттәр бар, «бөтә күҙәнәктәр бер йәки бер-нисә күҙәнәктән торалар; бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән барлыҡа киләләр; органиҙымға йәшәргә кәрәк булған бөтә фукнциялар күҙәнәк эсендә үтәлә; һәм күҙәнәктәр яңы нәҫел ҡалдыра торған мәғлумәтте куҙәнәк эсендә һаҡлай». Ике төркөм күҙәнәктәр бар: эукариоттар һәм прокариоттар. Прокариоттар (йәғи ядроһыҙҙар), күбеһенсә, яңғыҙ бер күҙәнәкле итеп көн күрәләр, ә эукариоттар (ядролылар), күбеһенсә күп күҙәнәкле оргаизмдарҙа булалар. Прокариот күҙәнәктәрҙә ядро мембранаһы булмағанлыҡтан ДНК күҙәнәк эсендә ирекле йөрөй, эукариоттарҙа ядро мебранаһы бар. Бөтә күҙәнәктәр ҙә прокариот һәм эукариот булыуыны ҡарамаҫтан, мембрана тышсаһынан торалар. Мембрана күҙәнәктә булған эске органеллаларҙҙы һәм башҡа кәрәкле берләшмәләрҙе тышлап тора, тағы мембрана күҙәнәктең электрик потенциалын тота (ул хәрәкәт һәм нервы импульстарын барлыҡҡа килтерә). Мембрана эсендә тоҙло цитоплазма күҙәнәктең иң күп урынын алып тора. Бөтә күҙәнәктәргә ДНК, гендарҙағы нәҫеллек материалдар, һәм РНК бар. РНК аҡһымдар, ферменттар яһай торһан выҡытлыса мәғлүмәт туплай. Куҙәнәктәрҙә тағы икенсе төр биомолекулалар бар. Күҙәнәктең эсе липид һәм аҡһым дан торған тышса менән ҡапланған. Ғүмер оҙонлоғо. Организмдың иң ғәмәли параметры булып ғумер (йәшәу, тереклек) тора. Ҡайһы бер организмдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәшәйҙәр (бер көндән дә кәм), ә ҡайһылары бер-нисә мең йыл йәшәйҙәр (үсемлектәр, бактериялар). Ҡартайыу ғүмер оҙонлоғона иң ҙур йоғото яһай. Иҫке Байрамғол. Иҫке Байрамғол (шулай уҡ Әүеш-күл) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Тунғатар ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 354 кеше. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253884009. Ҡыҙыҡлы факттар. Ауыл янында, Әүеш тауында боронғо табыныу урыны - әүлиәләр ерләнгән ҡәберлек урынлашҡан. Ҡаҡы. Ҡаҡы (,) — — әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йыуан һабаҡлы,киртләс япраҡлы,һары сәскәле,әскелт тәмле ашай торған үҫемлек. Злобин Степан Павел улы. Степа́н Па́вел улы Зло́бин — урыҫ совет яҙыусыһы, беренсе дәрәжәләге Сталин премияһы лауреаты (1952). Биография. С. П. Злобин 1903 йылдың 11 (24) ноябрендә Мәскәүҙә тыуа. Бала сағы Өфө һәм Рязаньҡалаларында үтә. 1921-1924 йылдарҙа Мәскәү Юғары әҙәбиәт-художество институтында уҡый. Өфөлә урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1925 йылда, туберкулёз сире көсәйгәс, эшен ташларға мәжбүр була. Бер нисә йыл Госпланда экономист булып эшләй, экспедицияларҙа ҡатнаша. Радиола балалар өсөн тапшырыуҙар мөхәррире булып эшләй. Әҙәбиәткә 1924 йылда балалар өсөн шиғырҙар һәм әкиәттәр менән килеп инә. XIX быуат аҙағынан 1927 йылға тиклем Көньяҡ Уралдағы ваҡиғалар тураһындағы «Юлдар» (Дороги) романы йыйылмай ҡала, был ваҡытта әҙәби сәйәсәт көсәйә. Уның «Салаут Юлаев» исемле беренсе тарихи романы (1929) уңыш килтерә. 1930 йылдан СССР Яҙыусылар союзында тарих секцияһы рәйесе булып эшләй. Һуғыш башланғас, хәрби корреспондент була. Вязьма янында немец пленына эләгә, 1945 йылда азат ителә. Плен тураһында роман яҙа, тик был романды баҫтырыу мөмкин булмай. «Буян утрауы» (1948), «Степен Разин» (1951) тарихи романдарын яҙа. Был романдар И. В. Сталинға ҙур йоғонто яһай һәм уға Сталин премияһы бирелә, немец пленында булыуы аҡлана. Уның «Хәбәрһеҙ юғалғандар» романы пленда булған совет һалдаттарын аҡлауҙа ҙур роль уйнай. 1905 йылғы революция тураһындағы «Быуат иртәһе» романы яҙылып бөтмәй ҡала. С.П. Злобин 1965 йылдың 15 сентябрендә вафат була, Мәскәүҙең Новодевичье зыяратында ерләнә. Күҙәнәк. Организмдарҙың күбеһе күҙәнәк тип аталған мономер берәмектәрҙән тора (вирустар ғына күҙәнәктән тормай). Күҙәнәктең үҙ "метоболизмы" (матдәләр алмашыныуы) бар, тағы үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә. Бөтә тере организмдар ике төргә бүленәләр: "бер күҙәнәклеләр" һәм "күп күҙәнәклеләр". Бер күҙәнәклеләргә бактериялар һәм иң ябай организмдар инә, күп күҙәнәклеләргә - бәшмәктәр, үҫемлектәр һәм хайуандар. Күҙәнәктәрҙең төҙөлөшөн һәм йәшәүен "цитология" тигән фән өйрәнә. Күҙәнәктең төҙөлөшө. Ике төркөм күҙәнәктәр бар: "прокариоттар" һәм "эукариоттар". Прокариот күҙәнәктәрҙә "ядро мембранаһы" булмағанлыҡтан ДНК күҙәнәк эсендә ирекле йөрөй, шуға уларҙы ядроһыҙҙар тип атайҙар. Эукариоттар (ядролылар) – ядролары тышса-мембрана менән уратып алынған күҙәнәктәр. Ядрола уларҙың хоромосомалары урынлаша. Прокариот күҙәнәктәргә "архейҙар" һәм бактерияларҙың күбеһе ҡарай. Эукариоттарға күп куҙәнәклеләр ҡарай. Покариот күҙәнәктәр (ядроһыҙҙар) – төҙөлөшө буйынса ябайыраҡ һәм алдараҡ (боронораҡ) барлыҡҡа килгәндәр, ә эукариоттарҙың төҙөлөшө ҡатмарлыраҡ, һәм улар һуңыраҡ барлыҡҡа килгәндәр. Ике төр күҙәнәктәрҙә лә цитоплазма, органеллалар, ДНК, РНКның төрҙәре һәм мебрана-тышса менән күҙәнәктәр солғап алынған. Прокариот күҙәнәк. "Поркариоттар" - күҙәнәгендә ядро мембранаһы булмаған, ДНКһы күҙәнәк эсендә ирекле булған организм, уларҙы ҡайһы берҙә ядроһыҙҙар тип атайҙар. Прокариот күҙәнәктәргә архейҙар һәм бактерияларҙың күбеһе ҡарай. Эукариот күҙәнәк. Был хайуан күҙәнәге һүрәте (эукариот күҙәнәк) "Эукариоттар" (ядролылар) – ядролары тышса-мембрана менән уратып алынған күҙәнәктәр, ядрола уларҙың "хоромосомалары" урынлаша. Эукариоттарға "күп куҙәнәклеле" организмдар ҡарай. Күҙәнәк төҙөлөшө (компоненттары). Бөтә күҙәнәктәр ҙә "прокариот" һәм "эукариот" булыуына ҡарамаҫтан, мембрана тышсаһынан торалар. Мембрана күҙәнәктә булған эске органеллаларҙҙы һәм башҡа кәрәкле берләшмәләрҙе тышлап тора, тағы мембрана күҙәнәктең электрик потенциалын тота (ул хәрәкәт һәм нервы импульстарын барлыҡҡа килтерә). Мембрана эсендә тоҙло" цитоплазма" күҙәнәктең иң күп урынын алып тора. Бөтә күҙәнәктәргә ДНК, гендарҙағы нәҫеллек материалдар, һәм РНК бар. РНК аҡһымдар, ферменттар яһай торһан ваҡытлыса мәғлүмәт туплай. Күҙәнәктәрҙә тағы икенсе төр биомолекулалар бар. Мембрана. Куҙәнәк цитоплазмаһы "күҙәнәк мембранаһы" менән (тышса) солғап алынған. Мембрана күҙәнәкте тышҡы мөхиттән һаҡлай. Мембрана күбеһенсә ике ҡат липид (гидрофоб майға хас молекулалар) һәм гирдофил фосфор молекулаларынан тора. Шулай итеп, был ҡатлам ике ҡатлы фосфолипид тип атала. Ошо мембранала уранлашҡан аҡһымдар, насос һәм канал кеүек эшмәкәрлек итә, улар ҡайһы бер молекулаларҙы күҙәнәк эсенә индерә, ә ҡайһыларын күҙәнәк эсенән сығара. Мембрананы ярым үткәреүсе тип әйтәләр, сөнки ул ҡайһы бер матдәләрҙе (молекулаларҙы йәки иондарҙы) сикләнгән күләмдә генә үткәрә, ә ҡайһыларын бөтөнләй үткәрмәй. Күҙәнәк тышындағы рецепторҙар, сигнал молекулаларын (гормондар кеүек) аныҡлаусы аҡһымдан тора. Цитоһөлдә. "Цитоһөлдә" тип күҙәнәк цитоплазмаһында булған фибрилляр (еп кеүек) аҡһым структураларҙы атайҙар. Цитоһөлдә күҙәнәктең формаһын һаҡларға ярҙам итә һәм төҙөлөшөн тәртипләштерә; эндоцитоз ваҡытында (тышҡы материалдарҙы йотоу) ярҙам итә; цитокинезда (күҙәнәк бүленеүе) ҡатнаша; күҙәнәк хәрәкәт иткән һәм үҫкән ваҡытта күҙәнәк өлөштәрен урынлаштырыуҙа ҡатнаша. Эукариот цитоһөлдә микрофиломент, аралыҡ филаментынан (промежуточные филоменты) һәм микрокөпшәләрҙән тора; ошоларға оҡшаш күҙәнәктең төҙөлөшөн контролдә тотоусы күп аҡһымдар бар. Прокариот цитоһөлдәне өйрәнеү ныҡ үҫешмәгән, әммә ул цитокинезда, поляризацияла, күҙәнәктең формаһын тотҡарлауҙа ҡатнаша. Генетик материал. Күҙәнәктәрҙә ике төр генетик материал бар: дезоксирибонуклиен кислотаһы (ДНК) һәм рибонуклиен кислотаһы (РНК). Организмдарҙың күбеһе оҙайлы ваҡытта генетик материал мәғлүмәтен һаҡлау өсөн ДНК ҡуллана, әммә ҡайһы бер вирустар (мәҫәлән, ретровирустар) РНКны был маҡсатта ҡуллана. Организм тураһында биологик мәғлүмәт ДНК йәки РНК эҙмә-эҙлелендә кодланған. РНК тағы мәғлүмәт тапшырыуҙа ҡулланыла (мәҫәлән, иРНК – информацион РНК), һәм фермент функцияһында ДНКны оҙайлы ваҡҡытта генетик код итеп ҡулланған организмдарҙа (мәҫәлән, рибосом РНКһы). Транспорт РНКһы (тРНК) молекулаһы аҡһым эшләп сығарған ваҡытта (трансляцияла), аминокислоталар өҫтәп торалар. Прокариот генетик материал, цитоплазманың нуклеотид өлөшөндә ябай түңәрәк ДНК молекулаларына ойошҡан. Эукариотик генетик материал линиялы(линияр) молекула булып ядро эсендә (хромосома тип атала); өҫтәмә генетик материал менән ҡайһы бер органеллалрҙа бар (мәҫәлән, митохондрияла). Кеше күҙәнәгендә генетик материал, ядрола (ядро геномы формаларында) һәм митохондрияла (митохондриаль геном формаларында) туплана. Кешенең ядро геномы, хромосома тип аталған 23 пар линия формаһындағы ДНКнан тора. Митохондрияль геном, ДНКның ядро геномынан айырмалы рәүештә - түңәрәк формаһында. Митохондриаль ДНК бик бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан (ядро хромосомаһы менән сағыштырғанда), митохондрия энергия эшләп сығарыуҙа ҡатнашҡан 13 аҡһым кодын, һәм тРНК кодын һаҡлай. Сит генетик материал (күбеһенсә ДНК) "трансфекция" тип аталған процеста, яһалма рәүештә күҙәнәккә индерелә ала. Әгәр сит ДНК күҙәнәк геномына индерелмәһә, был процесс ваҡытлы була ала, әгәр геномға инһә, был процесс стабиль була. Ҡайһы бер вирустар үҙенең генетик материалын күҙәнәк геномына индерә ала. Органеллалар. Кеше кәүҙәһендә йөрәк, үпкә, бөйөр кеүек төрлө органдар бар, ошо органдар төрлө функциялар башҡара. Күҙәнәк тә органелла тигән «бәләкәй органдарҙан» тора, органеллалар бер йәки бер нисә йәшәүгә кәрәкле булған функция башҡарырға махсуслашҡан. Эукариот һәм прокариот күҙәнәктәрендә органеллалар бар, тик эукариоттарҙа улар ҡатмарлыраҡ. Күҙәнәктә бер-нисә төр органеллалар бар. Ҡайһылары (мәҫәлән, ядро һәм "Гольджи аппараты") берешәр генә була, шул уҡ ваҡытта икенселәре (мәҫәлән, митохондриялар, лизосомалар, пероксисомалар) күп була алалар (йөҙ мең тирәһе). Цитоплазмала органеллаларҙы уратып алған күҙәнәк-ара шыйыҡса тултыра. Ядро – эукариоттарҙа ғына. Күҙәнәк ядроһында организм тураһында булған генетик мәғлүмәт яҙылған ДНК молекулаһы урынлаша. Ядро түңәрәк формаһында һәм цитоплазманан ике ҡатлы ядро мембранаһы менән солғап алынған. Ядро тышы ДНКны зыян килтерә ала тоған молекулаларҙан һаҡлап тора. Ядрола репликация һәм синтез тигән процестар бара. Репликация – ДНК молекулаһын күсереп яҙыу (икеләтеү), транскрипция – РНК молекулаһын синтезлау. Синтезланған РНК молекулаһы ядро эсендә үҙгәрештәр кисергәндән һуң (мәҫәлән, сплайсинг процесы – РНК молекулаһынан кәрәкмәгән өлөштәрҙе юйыу) цитоплазмаға сыға. Цитоплазмала иРНК аҡһым синтезында ҡатнаша. Ядро эсендә бәләкәй ядро бар, ошонда рибосома синтезлана. Митохондрия һәм хлоропласт. "Митохондрия" үҙ-үҙен эшләп сығарыусы органелла булып тора, эукариот күҙәнәктәрҙә улар һаны төрлө була. Эукариот күҙәнәктәрҙә митохондрия энергия эшләп сығарыуҙа мөһим роль уйнай. Митохондрия күҙәнәктәрҙә тупланған туҡлыҡлы матдәләрҙе (күбеһенсә, глюкозаны) кислород ярҙамында тарҡатып АӨФ (йәки аденазинөсфосфоат; урыҫса - АТФ) синтезлай. Митохондрия икегә бүленеп үрсей. Күҙәнәктең һулау процесы ла митохондрияла бара. "Хлоропласт" тип аталған органеллаларҙы дөйөм исем менән әйткәндә - пластидтар. Хлоропласт (йәшел пластидтар) күҙәнәктең фотосинтез процесында энергия туплауҙа ҡатнаша. Ул ҡояш энергияһын ҡулланып, углекислый газ һәм һыуҙан күмерһыуҙар синтезлай. Митохондрия һәм хлоропластың, күҙәнәк ядро геномынан айырмалы рәүештә, үҙ гендары бар. Ике органеллала ла, прокариот күҙәнәктәргә хас, түңәрәк плазмидала ДНК бар. Эндоплазмик ретикулум. Эндоплазмик ретикулум, махсус мебрана кеҫәләренән, каналдарҙан һәм ҡыуыҡсаларҙан торған органоид. Эдоплазмик риктилиумдың ике төрө бар: ҡытыршы тышлы (тышында күп рибосомалар булғанлыҡтан) һәм шыма тышлы. Беренсеһе аҡһымдар синтезлауҙа, мембрана эшләп сығара, икенсеһе – метоболизмда, липидтар синтезлауҙа һәм кальций туплауҙа ҡатнаша. Гольджи аппараты. "Гольджи аппараты" эукариот күҙәнәктәрҙә генә була. Гольджи аппараты - сит яҡтары киңәйеп киткән мембрана цистерналары ҡатламы. Гольджи аппаратының төп функцияһы булып макромолекулаларҙы (аҡһым, липид) өҫтәмә эшкәртеү, өлгөрөп еткәнсе һаҡлап тороу, сортировкалау тора. Был процесс секрецияла ҡулланған аҡһымдарға иң кәрәклеһе булып тора. Рибосома. "Рибосома" тигән органоид РНК комплексынан һәм аҡһым молекулаларынан тора. Рибосома ядронан килгән РНКны ҡулланып, конвейер линияһына оҡшаш, аминокислоталарҙан аҡһым синтезлай. Рибосома күҙәнәк эсендә ирекле була, йәки мембранаға беркетелгән була (эукариоттарҙа ҡытыршы эндоплазмик ретикулум, прокариоттарҙа күҙәнәк мембранаһына). Лизосома һәм пероксисома. "Лизосомала" аш һеңдереүсе ферменттар (гидролаз кислотаһы) бар. Лизосомалар артыҡ булған йәки туҙған органеллаларҙы, аҙыҡ өлөштәрен, тотолған вирустарҙы йәки бактерияларҙы «ашайҙар». "Пероксисомала", күҙәнәкте ағыулы пероксидтарҙан азат итеүсе ферменттар бар. Күҙәнәктә әйтеп кителгән ферменттар айырым мебрана менән уратып алынырға тейеш. Был органелланы "«суицид тоҡсай»" тип атайҙар, сөнки ул һытылһа, бөтә күҙәнәкте юҡҡа сығара. Центросома. "Центросома" — күҙәнәк цитоһөлдәһе барлыҡа килеүҙә иң кәрәкле органоид. Центросома цитоһөлдәнең иң кәрәкле компонентын – күҙәнәк микрокөпшәләрен яһай. Центросома ике центриолдән тора. Ул (центросома) Гольджи аппаратында һәм эндоплазмик ректилиумдағы матдәләр траспортировкаһы менән идара итә. Күҙәнәк бүленгәндә ошо центриолдәр уларҙы айырыуҙа ҡатнашалар. Хайуандар күҙәнәгендә бер центросома була. Центросома ҡайһы бер бәшмәктәрҙә һәм ылымыҡтарҙа бар. Вакуоль. "Вакуолдә" туҡлыҡлы матдәләр һәм кәрәкмәгән ҡалдыҡтар туплана. Ҡайһы бер вакуоль өҫтәмә һыу һаҡлағыс булып тора. Күбеһенсә уны күҙәнәк эсендәге шыйыҡса тип атайҙар (күҙәнәк һуты). Амёба кеүек күҙәнәктәр вакуолдәге артыҡ һыуҙы ҡыҫып сығара ала. Эукариот күҙәнәктәрҙә вакуоль ҙурыраҡ була. Капсула. Бактерияларҙың ҡайһы берҙәрендә күҙәнәк стенаһынан тыш желатинға оҡшаған капсулалар була. Капсулалар, полисахарид (пневмококкта, менингококкта), полипептид (себер язваһы таяҡсаларында) йәки гиалурон кислотаһынан (стрептококктарҙа) эшләнгән була. Капсула ябай буяғыс матдәләргә буялмай, махсус буяуға ғына буяла (аңлатма: күҙәтеү өсөн). Капсула функцияһы булып күп бактерияларҙың вирулентлығын (уҡы: зыянлығын) - аныҡлау тора. Капсула, организмдың лайлалы урындарҙа йәбешеп тороуында роль уйнай. Ҡамсылар (флагелла). "Ҡамсылар" ярҙамында күҙәнәктәр хәрәкәт итә. Ошо органелла цитоплазмала башланып, күҙәнәк стенкаһы аша сығалар. Улар оҙон епкә оҡшаш аҡһымдар. Ҡамсылар күбеһенсә бактерия күҙәнәктәрендә була, һәм хайуан күҙәнәктәрендә лә була. Фимбриялар (пили). Ҡыҫҡа сәс кеүек булалар, pilin аҡһымынан яһалған. Фимбриялар бактерияларҙың күҙәнәктәргә йәбешенеүенә булышлыҡ итә. Пилиның бер нисә төрө бар, мәҫәлән енси пили. Үҫеү һәм метоболизм. Күҙәнәк "метоболизм" арҡаһында үҫә. Метоболизм (матдәләр алмашыныуы) — күҙәнәккә йәшәү өсөн кәрәкле булған процесс. Метоболизм ике стадияға бүленә: "катаболизм" (ҡатмарлы органик берләшмәләрҙән ябайыраҡ берләшмәләргә тарҡалыу – энергия етештерә) һәм "анаболизм" (энергия ярҙамында аҡһымдар, сахарозалар, липидтар һәм нуклиен кислоталары синтезлау – энергия ҡулланыла). Организм шәкәрҙәр комплексын ябайыраҡ молекулаға – глюкозаға тарҡата. Ә глюкоза үҙ сиратында тарҡалып энергияһын АӨФҡа (аденозинөсфосфат – күҙәнәк энергия формаһы) тапшыра, ошо энергия тапшырыу процесы ике юл буйынса бара ала. Беренсе юл, "гликолиз", кислородһыҙ бара һәм "анаэроб метаболизм" тип тә атала. Был ысул менән барған реакцияларҙа водород иондары барлыҡа килә, ә улары үҙ сиратында АӨФ етештерелгәндә ҡулланыла. Прокариот күҙәнәктәрҙә, гликолиз - энергетик АӨФ туплауҙа берҙән-бер ысул булып тора. Икенсе юл, "Кребс циклы" (йәки "лимон кислотаһы циклы") тип атала. Был процесс "митохондрия" эсендә бара һәм күҙәнәктең бөтә функцияларын үтәрлек АӨФ эшләп сығара. Был ысул — энергетик уңышлыраҡ. Үрсеү. Күҙәнәк бүленеүе тип бер күҙәнәктең ике яңы йәш күҙәнәккә бүленеүен атайҙар. Бүленеү арҡаһында күп күҙәнәклеләр уҫә (туҡыма уҫеү), ә бер күҙәнәклеләр - үрсей (вегетатив үрсеү). Прокариот күҙәнәктәр ике өлөшкә бүленеп һандарын икеләтһә, эукариоттар, ядро бүленеү процесы (митоз) һәм цитокинез (прокариот күҙәнәк бүленеүе) стадиялары аша үтеп, икеләнә. Аҡһым синтезлау. Күҙәнәктәр үҙ эшмәкәрлегендә кәрәк булған аҡһымдарҙы синтезлау һәләтенә эйә. "Аҡһым синтезлау" процесы тип, ДНК һәм РНКла яҙылған мәғлүмәтте ҡулланып, аминокислоталарҙан (төҙөлөш материалдарынан) аҡһым яһау процесын атайҙар. Аҡһым синтезлау процесы ике төп этаптан тора: "транскрипция" һәм "трансляция". Транскрипция ваҡытында ДНК молекулаһында яҙылған мәғлүмәтте уҡыу, һәм ошо мәғлүмәтте иРНК-ға (информацион РНК) яҙыу бара. Трансляция процесында, тРНКла (транспорт РНК) яҙылған мәғлүмәттән аҡһым синтезлана. Хәрәкәт. Күҙәнәктәр ҡайһы процестарҙа хәрәкәт итә алалар, мәҫәлән, яра төҙәлгән саҡта, иммунитет реакцияһында һәм рак метастазында. Яраны төҙәлтер өсөн аҡ ҡан күҙәнәктәре зарар күргән ергә йүнәләләр һәм инфекция бактерияларын йоталар. Шул уҡ ваҡытта фибробластар (тоташтырыусы туҡыма күҙәнәге) яраланған уранға йүнәләләр һәм зыян күргән структураларҙы йүнәлтәләр. Бәхти Ғайсин. Ғайсин Бәхтигәрәй Минийәр улы, Бәхти Ғайсин — башҡорт музыканты, Башҡортостандың халыҡ артисы (1962), Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (1986); 1930 йылдың 24 ғинуарында Ауырғазы районы Кешәнле ауылында тыуған, 1991 йылдың 5 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булған. 1953 йылда Өфө музыка училищеһының халыҡ инструменттары бүлеген тамамлай. 1953-1961 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында концертмейстер булып эшләй. Театрҙа эшләгән ваҡытта ул спектаклдәргә көйҙәр, йырҙар яҙа. 1961 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына күскәс, ижади эше әүҙемләнеп китә. Был йылдарҙа ул халыҡ яратҡан, йөрәккә үтеп инерҙәй лирик йырҙар менән шаян йырҙар ҙа ижад итә. Тормош иптәше Фәриҙә Ҡудашева менән 30 йыл ғүмер итәләр. Химик элементтарҙың периодик системаһы. Химик элеменнтарҙың периодик таблицаһы — химик элементтарҙың үҙенсәлектәрен атом ядроһы заряды менән бәйле квалификациялау. Система, 1869 йылда урыҫ химигы Д.И. Менеделеев асҡан периодик закондың, график һүрәтләмәһе булып тора. Уның беренсе вариантын Д.И. Менделеев 1869—1871 йылдарҙа төҙөгән. Химик элементтарҙың атом ауырлығына (хәҙергесә: атом массаһына) бәйле химик үҙенсәлектәре уҙгәререүен һүрәтләгән таблица. Барлығы периодик таблицаның бер нисә йөҙ варианты тәҡдим ителгән. Периодик система өсөн ике үлсәмле таблица ҡабул ителгән. Таблицаның бағаналары (группа) элементтың төп физик-химик үҙенсәлеген күрһәтә, ә таблицаның юлдары период үҙмә-эҙлеклеген (ҡабатланыуын) күрһәтә. Асыу тарихы. XIX быуат уртаһына 63 химик элемент булыуы билдәле була. Химик элементтарҙы бер системаға бер нисә мәртәбә төҙөп ҡарайҙар. 1829 йылда Дёберейнер «Триада законы»н аса: химик үҙенсәлектәре оҡшаш булған элементтарҙың атом ауырлығы ике яҡ күрше элементтарҙың уртаса арифметик атом ауырлығына тигеҙ. Химик элементтарҙы атом ауырлығы буйынса беренсе мәртәбә Александр Эмиль Шанкуртуа (1862) төҙөп ҡарай. Ул элементтарҙы винт формаһындағы баҫҡысҡа теҙә һәм элементтарҙың үҙенсәлеге циклик рәүештә ҡабатланыуын билдәләй. Ике модельда ғилми йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итмәй. 1866 йылда периодик системаның үҙ вариантын химик һәм музыкант Джон Александр Ньюлендс тәҡдим итә. Уның «октава законы» Менделеев таблицаһын хәтерләтә, әммә таблицала мистик музыкаль гармония эҙләү үҙен аҡламай. Был йылдарҙа тағы бер нисә тапҡыр периодик таблицаны төҙөп ҡарайҙар. Д. И. Менделеев үҙенең таблицаһының беренсе вариантын 1869 йылда Рус химия йәмғиәте журналында «Химик элементтарҙың атом ауырлығын үҙенсәлеге менән сағыштырыу» мәҡәләһендә яҙып сыға, 1869 йылдың февралендә асыш тураһында донъя химиктарына хәбәр ебәрелә. Легенда буйынса Д. И.Менделеев периодик системаны төшөндә күрә, әммә уның периодик системаны нисек астығыҙ тигән һорауға «Мин был турала егерме йылға яҡын уйланып йөрөнөм, ә һеҙ ти генә әҙер законды уйлап сығарған, тип әйтәһегеҙ», тип яуап биргәне билдәле. Карточкаға элементтың үҙенсәлектәрен яҙып Менделеев карточкаларҙы бер нисә тиртиптә теҙеп карай. Тикшереү нәтижәһе булып 1869 йылда Рәсәй һәм сит ил фәнни учреждениеларына ебәргән 19 горизонталь рәттән (хәҙерге группалар), һәм 6 вертикаль бағананан торған (хәҙерге периодтар) таблица булып тора. 1870 йылда «Основы химии» журналында һелтеле металдарҙан башланып галогендар менән бөткән периодик ситема вариантын тәкдим итә. Һәр период ике рәткә бүленә, группа бәләкәй группаға бүленә. Менделеев таблицаһының әһәмиәте элементтың атом массаһы үҫеү менән үҙенсәлеге периодик рәүештә ҡабатлана. Мәҫәлән, натрий калийға оҡшаған, фтор хлорға оҡшаған, алтын көмөш менән баҡырға оҡшаған. Әлбиттә, үҙенсәлектәре теүәл ҡабатланмай, үҙгәрә бара. Менделеев, башҡа тикшереүселәрҙән айырмалы булараҡ, элементтарҙы атом ауырлығы буйынса һәм химик оҡшашлығы буйынса классификациялай. Периодик система тулы булһын өсөн Менделеев бер нисә элементтың атом массаһын төҙәтә (мәҫәлән, бериллий, индий, уран, торий, церий, титан, иттрий). Таблицала асылмаған элементтар өсөн бер нисә буш оя ҡалдыра. Периодик система үенең фәнни ышаныслылығын тиҙҙән иҫбат итә. 1875 —1886 йылдарҙа билдәле булмаған элементтар галлий (экааллюминий), скандий (экабор) һәм германий (экасилиций) асыла. Менделеев уларҙын атом массаһын һәм физик-химик үҙенсәлектәрен таблицаһында яҙған була. XX быуат башында, атом төҙөлөшө асылғас, период атом ауырлығы буйынса түгел, ә атом ядроһы заряды менән бәйле икәне асыҡлана. Элементың үҙенсәлеген тышҡы орбиталағы электрондар билдәләй. Периодик таблицаның төҙөлөшө. Менделлев таблицаһының 3 варианты киң таралған: «ҡыҫҡа», «оҙон» һәм «ныҡ оҙон». «Ныҡ оҙон» вариантында химик элеметтар бер юлға теҙелгән. «Оҙон» варианта латаноидтар һәм актаноидтар таблицанан ситкә сығарылған. «Ҡыҫҡа» варианта дүртенсе һәм унан һүң периодтар 2 юлға урынлаштарыла, төп һәм бәләкәй группа элементтарҙың символдары ояның төрлө мөйөштәренә яҙыла. 1969 йылда Теодор Сиборг периодик системаның киңәйтелгән вариантын тәҡдим итә. Нильс Бор баҫҡыс (пирамида) формаһындағы периодик система төҙөй. Бөгөнгө көндә ғалимдар периодик системаның яңынан-яңы төрөн тәҡдим итә. Периодик системаның әһәмиәте. Менделеевтың периодик таблицаһы атом-молекуляр тәғлимәт үҫешендә мөһим баҫҡыс булып тора. Асылмаған элементтарҙың үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Химия һәм химия менән ҡәрҙәш фәндәрҙе, дөйөмләштереп, нәтижә яһап, алдар күрә белеп берҙәм системаға берләштерә. Башҡортостан халыҡ һаны. 2010 йылдың 1 ғинуарына торошло, Башҡортостан республикаһының халҡы 4 065 993 кеше тәшкил итә (’’Башкортостанстат’’ мәғлүмәте). Халыҡ тығыҙлығы— 28,4 кеше/км² (2010). Халыҡ таралышы. Халыҡтың 40%-ы Өфөлә һәм уға йәнәш урынлашҡан Өфө районында тора. Халыҡ иң иркен торған төбәктәр араһында— Йылайыр (3 кеше/км²), Белорет (3,7 кеше/км²) һәм Бөрйән (4 кеше/км²) райондары. Халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан төбәктәр булып Өфө (37 кеше/км²), Ҡырмыҫҡалы (30 кеше/км²), Шишмә (29 кеше/км²) һәм Туймазы (27 кеше/км²) райондары тора. Йәш һәм оло халыҡ өлөшө. Бөтә Рәсәй күрһәткестәренә ҡарағанда, Башҡортостанда йәштәр халыҡтың тосораҡ өлөшөн тәшкил итә (18%, Рәсәй буйынса дөйөм һан – 16%); оло йәштәге халыҡ өлөшө дөйөм ил күрһәткестәренә ҡарата түбәнерәк (тейешлесә 19 һәм 21%). Шул уҡ ваҡытта, халыҡ дөйөм алғанда олоғая бара. 2006 йылда ғүмер оҙонлоғо Башҡортостанда бөтә Рәсәйгә ҡарата бер йылға оҙағыраҡ ине (тейешлесә 67,5 һәм 66,6 йыл); күрше Татарстанда иһә был күрһәткес 69,0 йыл тәшкил итте. Халыҡтың милли составы. "Һаны 1 меңдән ашыу булған халыҡтар күрһәтелгән" Башҡортостанда барлығы 100-ҙән ашыу милләт йәшәй. Милләттәрҙең республика буйынса таралышы(2002 халыҡ иҫәбе мәғлүмәте). Муниципаль берәмектәр буйынса башҡорттар өлөшө Муниципаль берәмектәр буйынса урыҫтар өлөшө Муниципаль берәмектәр буйынса татарҙар өлөшө Муниципаль берәмектәр буйынса сыуаштар өлөшө Муниципаль берәмектәр буйынса марыйҙар өлөшө Тел белеү. 2002 йылға торошло, Башҡортостан халҡының 96,4 %-ы урыҫ телен, 25,75 %-ы башҡорт телен, 34%-ы татар телен белә.. Химик ҡушылмалар. Химик ҡушылмалар химик реакция нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Ҡатмарлы матдәләр бер нисә матдәгә тарҡалыуы мөмкин. Химик ҡушылма барлыҡҡа килгәндә йылылыҡ бүленеп сыға (экзотермик реакция), йәки йылылыҡ йотола (эндотермик реакция). Химик ҡушылмаларҙың физик һәм химик үҙенсәлектәре реакцияға ингән матдәләрҙең үҙенсәлектәренән айырыла. Химик ҡушылмалар органик һәм органик булмаған матдәләргә бүленә. 100 меңдән артыҡ органик булмаған һәм 3 млн. органик матдә булыуы билдәле. Әҙәбиәттә яҙылған һәм ҡушылманың уникаль CAS-номеры бар. Химик элемент. Химик элемент — Менделеев таблицаһындағы атом йәҙрәһенең бер үк зарядына эйә булған бөтә атомдар; ирекле хәлдә тағы ла ябайыраҡ матдәләргә тарҡала алмаған ябай матдәләр. Менделеев таблицаһындағы һәр химик элементтың тәртип һаны һәм символы бар. Төшөнсә тарихы. «Элемент» һүҙен () боронғо заманда уҡ (Цицерон, Овидией, Горацией) ҡулланғандар. Был һүҙ нимәнеңдер өлөшөн аңлатҡан. Боронғо заманда «Һүҙ хәрефтәрҙән торған кеүек, есемдәрҙә элементтарҙан тора» тигән төшөнсә киң таралған булған. Был һүҙҙә латин алфавитындағы: l, m, n, t («el» — «em» — «en» — «tum») хәрефтәренән килеп сыҡҡан. 1960 йылда химиктарҙың халыҡ-ара съездында молекула һәм атом төшөнсәләре ҡабул ителә. Химик элементтың хәҙерге заман төшөнсәһе: Химик элемент — йәҙрәһе ыңғай зарядлы һәр айырым атом. Билдәре химик элементтар. 2010 йылдың апреленә торошло 118 химик элемент булыуы билдәле, уларҙың 94-е тәбиғәттә осрай (ҡайһы берҙәреең эҙҙәре генә). Ҡалған 24-е яһалма юл менән ядро реакцияһында барлыҡҡа килә. Тәүге 112 элемент даими, ҡалғандары — ваҡытлыса. Химик элемент символы. Элементтың символына ҡыҫҡартылған исемен латинса исемен яҙалар: Cu — баҡыр ("cuprum"), Ag — көмөш ("argentum"), Fe — тимер ("ferrum"), Au — алтын ("aurum"), Hg — терегөмөш ("hydrargirum"). Тарихы. Химик элементтар символдары системаһын 1811 йылда швед химигы Я. Берцелиус тәҡдим итә. Химик ҡушылмала символ элементтың сифат составын ғына түгел, һан яғынан химик үҙенсәлеген күрһәтә, сөнки символ һәр элементтың йәҙрә зарядын, тышҡы ҡатламда электрондар һанын күрһәтә. Химик элементтың карточкаһы. right Химик элементтарҙың тәбиғәттә таралышы. Химик элементтарҙың Ер ҡабығында таралыуы (%). Бөтә химик элементтарҙың 88-е тәбиғәттә таралған. Технеций Tc (тәртип һаны 43), прометий Pm (61), астат At (85) и франций Fr (87), һәм урандан U (тәртип һаны 92) һүң урынлашҡан элементтар яһалма юл менән алынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре бик аҙ миҡдарҙа тәбиғәттә табыла. Ер ҡабығында кислород һәм кремний киң таралған. Был элементтар алюмин, тимер, кальций, натрий, калий, магний, водород һәм титан менән Ер ҡабығының 99 % тәшкил итәләр, ҡалған элементтарға 1% тура килә. Ер ҡабығында элементтарҙың масса миҡдары кларк һаны менән күрһәтелә. Ер ҡабығы составы мантия һәм Ер төшө составынан айырыла. Ер төшө тимер һәм никельдан тора. Шулай уҡ Ҡояш системаһы составы йыһан составынан айырыла. Йыһан да иң күп таралған элемент водород һәм гелий. Химик матдәләр. Химик матдә бер төрлө элементтарҙан (ябай матдә) һәм төрлө элементтарҙан (ҡатмарлы матдә йәки химик ҡушылмалар) торорға мөмкин. Бер үк химик элементтың төрлө ябай матдәләр барлыҡҡа килтерә алыу үҙенсәлеге аллотропия тип атала. Агрегат хәле. Ғәҙәти шарттарҙа 11 элементтың ябай матдәһе газ хәлендә ((H, He, N, O, F, Ne, Cl, Ar, Kr, Xe, Rn)), 2 элементтың ябай матдәһе шыйыҡса хәлендә — (Br, Hg), ҡалған элементтарҙың ябай матдәһе ҡаты есемдәр хәлендә 500-гә яҡын ябай матдә булыы билдәле. Водород. Водоро́д (– Менделеевтың периодик таблицаһында беренсе элемент. Атом һаны — 1, сағыштырмаса атом массаһы — 1,0079. Тәбиғәттә водородтың 2 стабиль изотопы ¹H (протий Н), ²H (дейтерий D) һәм 1 радиоактив изототы — ³H (тритий T) осрай. Бер изотопы — 4H яһалма юл менән алына. Водородтан алынған ябай матдә — Н2 – еңел төҫһөҙ газ. Һауа йә кислород менән ҡатнашҡанда яныусан һәм шартлаусан ҡатнашма барлыҡҡа килә. Ағыуһыҙ. Этанол һәм тимер, никель, палладий, платина кеүек металдарҙа эреүсән. Тарихы. Металдарға кислота менән тәҫьир иткәндә яныусан газ бүленеп сығыуын, химия фәне барлыҡҡа килгәндә, XVI—XVII быуаттарҙа уҡ белгәндәр. Флогистон түгел, водород бүленеп сығыуын Михаил Васильевич Ломоносов та күрһәткән. Инглиз физигы һәм химигы Генри Кавендиш 1766 йылда был газды тикшереп, «яныусан һауа» тип атай. «Яныусан һауа»ны яндырғанда һыу барлыҡҡа килә. Тик Кавендиш флогистон теорияһы яҡлы булғанға, дөрөҫ һығымта яһай алмай. Француз химигы Антуан Лавуазье инженер Ж. Менье менән берлектә махсус газометрҙар ҡулланып һыу синтезлай. Һуңынан һыуҙы ҡыҙҙырылған тимер өҫтөндә тарҡаталар. Шулай итеп, «яныусан газ» һыу составында бар һәм уны һыуҙан алып була, тип билдәләйҙәр. Исеменең барлыҡҡа килеүе. Лавуазье водородҡа hydrogène (— «һыу» һәм — «тыуҙырыу») исемен бирә. «Водород» исемен 1824 йылда М. Ф. Соловьев тәҡдим итә. Йыһанда. Йыһанда иң таралған элемент — водород. Уның өлөшөнә бөтә атомдарҙың 92 %-ы тура килә (8% гелий атомдары, ҡалған элеметтарҙың өлөшө 0,1%-тан аҙыраҡ). Шулай итеп, водород — йондоҙҙарҙың һәм йондоҙ-ара газдың төп өлөшө. Йондоҙ температураһы шарттарында (мәҫәлән, Ҡояшта температура ~ 6000 °C) водород плазма хәлендә, йондоҙ арауығында ҙурлығы, тығыҙлығы, температураһы төрлө булған айырым атом, молекулалар болото хәлендә осрай. Ер ҡабығында һәм организмдарҙа. Ер ҡабығында водород 1% самаһы, таралыуы буйынса 10-сы урында. Әммә организмда водородтың мөһимлеге масса өлөшө буйынса түгел, ә атом иҫәбе буйынса билдәләнә. Атом иҫәбе буйынса организмда водород өлөшө 17% (~ 52 % тәшкил иткән кислородтан ҡалышып икенсе урында). Ерҙәге барлыҡ водород ҡатнашмалар хәлендә (ябай матдә хәлендә 0,00005 % күләм). Алыу. Сәнәғәттә водородты тәбиғи газ менән һыуҙан алалар. Был реакция юғары температурала үткәрелә. СН4 + 2Н2O = CO2↑ + 4Н2 −165 кДж Сәнәғәттә. 4. Нефть эшкәртеүҙә углеворородтарҙың крекинг и риформинг процесында. Лабораторияла. 4."Һелтеләрҙең цинк менән алюминға тәҫьир итеүе:" Физик үҙенсәлектәре. Водород молекулаһы ике атомдан тора Н2. Ғәҙәти шарттарҙа — төҫө, еҫе, тәме булмаған газ. Тығыҙлығы — 0,08987 г/л (н.ш.), ҡайнау температураһы — −252,76 °C, сағыштырмаса яныу йылылығы — 120.9×106 Дж/кг, һыуҙа аҙ эреүсән — 18,8 мл/л. Водород металдарҙа (Ni, Pt, Pd и һ.б.) эреүсән, 1 күләм палладийҙа 850 күләм водород эрей. Шыйыҡ хәлдә водород бик тар температура арауығында (−252,76 — −259,2 °C) була. Еңел, төҫһөҙ, ағыусан шыйыҡлыҡ. Тығыҙлығы (−253 °C) — 0,0708 г/см³, үҙлелеге (вязкость) (−253 °C) — 13,8 спуаз. Ҡаты водород (−262 °C) — ҡарға оҡшаған масса, иреү температураһы — −259,2 °C, тығыҙлығы — 0,0807 г/см³. Юғары баҫым аҫтында металл хәленә күсә. Химик үҙенсәлеге. Шуға күрә ғәҙәти шарттарҙа водород бик әүҙем металдар менән тәҫьир итә, мәҫәлән, кальций менән кальций гидриды барлыҡҡа килтерә. Окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында ҡайтарыу үҙенсәлеге. Органик ҡушылмаларҙы гидрирлау. Органик синтезда молекуляр водород органик ҡушылмаларҙы ҡайтарыу өсөн киң ҡулланыла. Был реакциялар «гидрир реакциялары» (реакции гидрирования) тип атала. Был реакцияларҙы катализатор ярҙамында юғары температура һәм баҫымда үткәрәләр. Каталик гидрир реакцияларында туйындырылмаған углеводородтарҙан туйындырылған углеводород барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, алкен и алкиндан алкан барлыҡҡа килә. formula_1 Раштыуа. Раштыуа (, сиркәү славян телендә тулы исеме – "Е́же по пло́ти Рождество́ Го́спода Бо́га и Спа́са нашего Іисуса Христа", старообрядсылар "Рожество Христово" исемен ҡуллана; грексә) – бөйөк крәҫтиән байрамы. Раштыуа байрамы 25 ғинуарҙа байрам ителә. Юлиан календарын ҡулланған крәҫтиәндәр (мәҫәлән, Урыҫ Православ Сиркәүе) Раштыуаны 7 ғинуарҙа байрам итә. Польшала Раштыуа байрамы. Польша католик илдәрҙән береһе. Унда байрам итеү 24 ғинуарҙа башлана. Төн уртаһында тантаналы месса башлана. Тимер. Тимер — химик элементтарҙың периодик системаһында һигеҙенсе төркөмдөң өҫтәмә төркөмсә, дүртенсе периодындағы 26-сы химик элемент. Fe () символы менән билдәләнә. Ер ҡабығында, алюминдан ҡалышып, иң таралған элемент. Тимерҙең ябай матдәһе (CAS-номеры: 7439-89-6) — еңел сүкелеүсән, аҡ төҫтәге, юғары реакцион мөмкинлеге булған металл. Тимер юғары температурала һәм юғары дымлылыҡта тиҙ коррозияға бирешә. Таҙа тимер янмай, ә ваҡ дисперсия хәлендә үҙенән-үҙе янып китеүсән. Шулай уҡ тимер тип тимер иретмәләрен (0,8 %-ҡа тиклем ҡатнашма) әйтәләр. Ҡатнашмалар тимергә йомшаҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ бирәләр. Ғәмәлдә тимер менән углерод иремәһе: ҡорос (1,14 %-ҡа тиклем), суйын (2,14%-тан күберәк) һәм составында хром, марганец, никель булған тутыҡмай торған (легирланған) ҡорос ҡулланалар. Барлыҡ үҙенсәлеге лә тимерҙе кешелек өсөн 1-се һанлы металл итә. Тәбиғәттә тимер таҙа хәлдә тимер-никель метиоридтарында ғына осрай. Ер ҡабығында таралыуы буйынса — 4,65% (4-с упыне O, Si, Al-ҙан ҡалышып). Ер төшөнөң ҙур өлөшө тимерҙен тора тип иҫәпләнә. Тимер минералдары. Тимер Ер ҡабығында киң таралған. Был металл бик күп руда һәм минералдар составына инә: ҡыҙыл тимер мәғдәне (красный железняк,гематит, Fe2O3; 70 % Fe), магнитлы тимер мәғдәне (магнитный железняк, магнетит, FeFe2O4, Fe3O4; 72,4 % Fe), көрән тимерташ (бурый железняк, лимонит, (гётит) һәм гидрогётит (FeOOH и FeOOH•nH2O). Тәбиғәттә тимер сульфиды пирит FeS2 (көкөрт һәм тимер колчеданы) осрай. Тимер рудаһы запасы буйынса Рәсәй беренсе урында. Диңгеҙ һыуында тимер — 1—1 %. Алыу. Сәнәғәттә тимерҙе тимер рудаһынан, гематит (Fe2O3) һәм магнетиттан (Fe3O4) алалар. Руданан тимерҙә айырып алыуҙың бер нисә ысулы бар. Иң киң таралғаны домна мейесендә. Етештереүҙең беренсе этабы — домна мейесендә тимерҙе 2000 °C-та ҡайтарыу. Өҫтән тимер рудаһы һәм флюс (известняк) өҫтән бирелә, ә аҫтан йылы һауа ағымы бирелә. Ҡушылған флюс оксидҡа тарҡала һәм руда составындағы кремний менән ҡушылып шлак барлыҡҡа килтерә. Шлак мейестә эрей, ул тимерҙән еңелерәк һәм эрегән тимер өҫтөнән айырып алып була. Домна мейесендә алынған тимер иретмәһендә углерод бик күп була. Аланған суйын артабан эшкәртеүгә китә. Мартен мейестәрендә артыҡ көкөрт һәм фосфорҙан тимер иретмәһен таҙарталар. Электр мейесендә лигирланған (тутыҡмай торған ҡорос) ҡорос алалар. Тимерҙе водород менән ҡайтарыу ысулы бар. Тимер рудаһын ваҡлап, махсус балсыҡ менән бутайҙар. Шахта мейесендә метан конверсияһы үткәрәләр. Водород окисланыу-ҡайтарылыу реакцияһында тимерҙе ҡайтара. Был ысулда тимер көкөрт һәм фосфор менән бысранмай. Таҙа тимерҙе тоҙҙарҙан электролиз менән алалар. Кислород. Кислород – химик элементтарҙың периодик системаһындағы алтынсы төркөмдөң төп төркөмсәһендәге, икенсе периодындағы 8-се химик элемент. Символы – O (). Кислород химик әүҙем металл булмаған элемент. Кислородтың ябай матдәһе – молекулаһы ике атомдан торған (формулаһы O2) (CAS-номеры: 7782-44-7) төҫө, еҫе, тәме булмаған газ. Рәсәйҙең федератив төҙөлөшө. Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Конституцияһының 5-се статьяһына ярашлы, тигеҙ хоҡуҡлы субъекттарҙан тора. Федераль органдар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бөтә федераль субъекттар тигеҙ хоҡуҡлы. 2008 йылдың 1 мартынан бындай субъекттар 83. Федерация субъектарының айырмаһы. Рәсәй Федераияһы республика, край, өлкә, федераль әһәмиәттәге ҡала, автоном өлкә, автоном крайҙан тора. Федерация субъектары төрҙәре. Түбәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары иҫәбе һәм территориаль урынлашыуы тураһында мәғлүмәт. Федерация субъекттары исемлеге. Таблицала Рәсәй Федерацияһы субъекттары Рәсәй Федерацияһы Конститкцияһының 65-се статьяһына ярашлы 2011 йылдың 1 февраленә торошло бирелә. «Кохаф» йәһүд милли мәҙәни үҙәге. «Кохаф» () — Башҡортостан йәһүд милли-мәҙәни үҙәге, Рәсәйҙәге иң ҙур милли-мәҙәни үҙәктәрҙең береһе. 2008 йылда асылған бинала балалар баҡсаһы, мәктәп, синагога, музей, ресторан, бассейн, спорт комплексы, медицина үҙәге бар. Был ойошма төрлө мәҙәни саралар, йәштәр өсөн лекциялар, семинарҙар, күренекле кешеләр менән осрашыуҙар үткәрә. «Хэсэд Лея» (башҡ. "Леяға (исем) рәхмәтлебеҙ") шәфҡәтлелек үҙәге милләттәштәренә ярҙам күрһәтә. Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге эшен Шолом Наумович Кац етәкләй. Ул Молдова Республикаһында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында концентрацион лагерҙа тотҡонда була, ул әсәһе менән генә иҫән ҡала. Егет, Иван Франко исемендәге Львов дәүләт университетын тамамлағас, 1957 йылда Өфөгә килә. Йәһүд дини ойошмаһының эшен күптәргә яҡшы таныш шәхес, Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский етәкләй. Видергебурт — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһы. Немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһы үткәргән сара «Видергебурт» — немец мәҙәни-ағартыу ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе. 1989 йылда ойошторолған. Уның Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишимбай, Нефтекама ҡалаларында, Благовар районының Пришиб ауылында урындағы ойошмалары эшләй. Өфө, Октябрьский, Ишембай ҡалаларында сеньорҙар клубы бар. Рәсәй немецтарын милләт булараҡ тергеҙеү, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, социаль-иҡтисади шарттар тыуҙырыу — милли ойошманың төп маҡсаты. Фестивальдәр,концерттар, күрғәҙмәләр, байрамдар үткәрелә. Милли мәктәптәр,кластар, тыуған телде өйрәнеү буйынса курсар ойоштороу эше әүҙем башҡарыла. Был ойошма Рәсәй немецтары мәҙәниәте, ижады ураһында немецса баҫмалар сығара. Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында, Пришиб ауылында евангелик, католик общиналар бар. Раштыуа, Пасха байрамдары йылда үткәрелә. Польша мәҙәни-ағартыу үҙәге. Башҡортостан Республикаһының Польша мәҙәни-ағартыу үҙәге — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Польша Илселеге тарафынан 1997 йылдың 3 апрелендә барлыҡҡа килгән мәҙәни үҙәк. Башҡортостанда поляк мәҙәниәтен тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу буйынса ҙур эш башҡарыла: Поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге ағзалары көсө менән Өфөлә Альберт Пенькевич исемендәге милли поляк йәкшәмбе халыҡ мәктәбе эшләй. Мәктәптә поляк теле һәм әҙәбиәте, поляк бейеүҙәре һәм йырҙары, поляк халҡының музыка һәм һүрәт төшөрөү сәнғәте тарихы, биҙәү — ғәмәли сәнғәте, дизайн өйрәтелә. Мәктәптә йөҙләп кеше белем ала. Йәйге каникул көндәрендә йәкшәмбе мәктәбендә уҡыусы балалар Польшала ял итә. Был ял Польша Республикаһы иҫәбенә ойошторола. Мәҙәни үҙәк поляк милли йәкшәмбе мәктәбе уҡыусылары һәм педагогтары йыл һайын Башҡортостанда үткәрелгән Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрендә әүҙем ҡатнаша. Байрамда ҡатнашыусылар поляк халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, уйындарын, кухняһын, кәсептәрен күрһәтеп кенә ҡалмай, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың милли традициялары һәм үҙенсәлектәре менән дә таныша. Башҡортостанда поляк диаспораһы тарихы. Башҡортостанға поляктар XVII быуатта күсеп килә. Ҡатнаш никахтар һәм католиктарҙың православие диненә күсеүе һөҙөмтәһендә шляхта рус халҡы менән тығыҙ бәйләнешкә инә, әммә, фамилиялар буйынса фекер йөрөткәндә, Уралда әле лә уның быуындарын дауам итеүселәр бар. Шулай уҡ XVIII быуатта һөргөнгә ебәрелгән поляктар башҡорт ерҙәрендә тороп ҡала. Диаспораға поляктарҙың күп һанда килеп ҡушылыуы XIX быуатҡа тура килә: уларҙы башлыса хәрби тотҡон поляктар — 1812 йылғы Ватан һуғышында Наполеон яғында көрәшеүселәр, 1820 — 1860 йылдарҙағы Польша милли- азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашып һөргөнгә оҙатылыусылар тәшкил итә. Бынан тыш, Көньяҡ Уралға күп һанда ирекле күсеп килеүселәр — интеллигенция, инженер- техник һәм хужалыҡ кадрҙары ла етерлек була. Бының сәбәптәренең береһе — урындағы халыҡ араһында белгестәр етешмәүе, эҙемтә булараҡ — яҡшы эш хаҡы алыу мөмкинселеге. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Өфө губернаһына бер нисә ауыл булып берләшкән поляк крәҫтиәндәре күсеп килә. Уларҙың күбеһе Өфө өйәҙендә йәшәргә ҡала. Беренсе донъя һуғышы башланғас Өфө губернаһына ҡасҡындар һәм хәрби тотҡондар күпләп ағыла башлай, шулай итеп, урындағы колония һиҙелерлек тулылана. Поляк халҡы өсөн ассимиляция процесы оҙаҡҡа һуҙылмай, сөнки халҡтың күпселеге ҡала һәм ауылдарҙа сит телдәр солғанышында йәшәй һәм айырым төркөмдәргә бүленмәй. 2002 халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанла 894 кеше поляк телен белә. Кинйәабыҙ (Көйөргәҙе районы). Кинйәабыҙ (Кинйәбыҙ, Кинйә-Абыҙ) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 157 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004. Ауыл тарихы. Ул Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Пугачевтың иң яҡын дуҫы, кәңәшсеһе булған Кинйә Арыҫланов тарафынан 1760-сы йылдарҙа нигеҙләнгән. Ауылыды төҙөү тураһында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Оло Көйөргәҙе йылғаһын һыулай. Ауылдан алыҫ түгел туғайлыҡ, Көйөргәҙе йылғаһының ике яғынан — тауҙар. Былар ауылды ҡышын ыжғыр бурандарҙан ышыҡлаһа, яҙ көндәрендә мал өсөн "ҡотҡарыусы" булған. Йылҡы малы һәр саҡ тибендә йөрөй алған. Ауыл 1832-1835 йылдарҙа ике өлөшкә бүленә. Халыҡ телендә Туғай Кинйәһе һәм Күзмин Кинйәһе тип йөрөтөлһә, рәсми дөкәмиттәрҙә 1-се һәм 2-се Кинйәбыҙ тип йөрөтөлдө. Беренсе Кинйбыҙ 1987 йылда ғәмһеҙлек арҡаһында юҡҡа сыҡты. HTML. HyperText Markup Language (HTML) — веб-биттәр яһай торған, билдәләр һалыу теле. Веб-биттәрҙе күбеһенсә веб-браузер ярҙамында ҡарап була, мәҫәлән, Internet Explorer. HTML ярҙамында веб-биттә ошондай эштәр башҡарып була: текст яҙыу, һылтанмалар яһау, һүрәттәр ҡуйыу, видео һәм аудио файлдарҙы индереү һәм башҡалар. HTML ярҙамында ошо әйтеп кителгән операцияларҙы махсус тегтар менән билдәләйҙәр. HTML ярҙамында веб-биткә тағы ла мета-мәғлүмәттәр өҫтәп була. Улар веб-бит тураһында мәғлүмәт һаҡлай; мәҫәлән, веб-битте яһаған автор тураһында. Мета-мәғлүмәт веб-браузер ярҙамында күрһәтелмәй. HTML кодҡа Cascading Style Sheets (CSS) һәм JavaScript индерелә ала. CSS веб-биттең браузерҙа күрһәтелеүен тасуирлай; мәҫәлән, фон төҫөн, шрифт төрө һ.б., JavaScript веб-биткә яңы фунциялар өҫтәй, һәм веб-битте интерактивлыҡ менән тәьмин итә. World Wide Wed Consortium (W3C) – Бөтә Донья Интернет Селтәре Консорциумы - HTMLды стандартлаштыра һәм яңы төрҙәрен ғәмәлгә керетә. HTMLдың бер-нисә версиялары бар. Әлеге ваҡытта HTML 4.01 стандарлаштырылған, һәм бөтә кешеләргә ошо версияны ҡулланыу тәҡдим ителә. Яңы версияһы, HTML 5, бер-нисә йылдан стандартлаштырыласаҡ. W3C бынан тыш XHTML стандартын үҫтерә. Ул HTMLға оҡшаған, тағы бер билдә һалыу теле, әммә уны яҙыу тәртибе ҡатыраҡ. Тарихы. HTMLды фәнни һәм техник документтар менән алмашыу өсөн Тим Бернерс-Ли (Tim Berners-Lee) CERNда эшләп сығарған (1991-1992-се йылдарҙа). Тег. HTMLда махсус берәмектәр ҡулланыла, ошо берәмектәр программалау телендә “тег” тип атала. Тегтар браузерға веб-бит нисек күрһәтелеүен тасуирлайҙар. Тег стандартлаштырылған тәртиптә яҙыла. Ул ошо тамғалар эсендә урынлаша: codice_1 һәм codice_2, мәҫәлән, codice_3 — абзац тегы. Тегтар эсендә өҫтәмә атрибут булыуы мөмкин, атрибуттар тегтың үҙенсәлектәрен үҙгәртә; мәҫәлән, codice_4. Был codice_5 атрибуты – абзацты тигеҙләтә торған атрубут, ә codice_6 – атрибутты урта һыҙыҡ буйлап тигеҙләтә. Тегтар ике төрлө була: парһыҙ һәм парлы. - рәсем беркетеү, src – файл юлын күрһәтеүсе мотлаҡ атрибут, alt – рәсемгә сысҡанды йүнәлткәндә килеп сыға торған альтернатив текст; - браузерға биттең хәрефтәре юникод ярҙамында кодланған тип хәбәр итеүсе мета-тег. - codice_9 - асыусы тег, codice_10 - ябыусы тег; - codice_11 - веб-биткә һылтанма тегы башы, codice_12 - һылтанма сайт адресы. HTML документ яһау. HTML документ яһауҙың бер ҡыйынлығы ла юҡ. Иң ябай ысул – тексты форматлаштырмаған текст мөхәррире (редакторы) ярҙамында яһау (мәсәлән, Блокнот). Иң ябай HTML документ яһау өсөн текст мөхәррирендә аҫтағы листингты яҙырға кәрәк. codice_13 codice_14 codice_15 codice_16 codice_17 codice_18 codice_19 codice_20 codice_21 Артабан ошо тексты UTF-8 кодировкаһында һаҡларға, ә унан һуң ошо файлдың киңәйеүен.html-ға (йәки.htm) үҙгәртеп һаҡларға, шунан браузер менән асырға. HTML документтар төҙөү өсөн бик күп ҡеүәтле программалар бар. Шуларҙың береһе, бушлай күсереп ала торғаны, Microsoft Visual Web Developer 2010 Express. Муса Ғaйса улы Гәрәев. Муса Ғaйса улы Гәрәев - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы 1922 — 1987. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында летчик-штурмовик хәрәкәт итеүсе армияла була, күп фронттарҙа һуғыша. Кинйә мәмерйәһе. Кинйә мәмерйәһе. Һыуытҡыс залына инеү. Кинйә мәмерйәһе — Көйөргәҙе районы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйә. Беренсе Кинйәбыҙ ауылынан ни бары 500 метр алыҫлыҡта ята. Эргәһендә Ҡарамалы йылғаһы һуҙылған. Мәмерйә тарихҡа бик бай.Ул ундан артыҡ ишектәрҙән тора.Бер ишеген борон-борондан кешеләр һыуытҡыс итеп ҡулланған. Сөнки унда бик һыуыҡ. Йәй көндәрендә лә боҙҙар иремәй.Бер ишегенән керһәң бик йыраҡ ара үтергә була. Унда ер аҫты юлы бар. Ололар һөйләүе буйынса Граждандар һуғышы ваҡытында Зәки Вәлиди отряды ҡыҙылдарҙан тап ошо юл менән юл яҙлыҡтырған. Бер ишегендә ер аҫты йылғаһы аға. Ул бер нисә саҡырым барып, тау битләүенән ҙур шишмә булып урғылып сығып ята. Халыҡ был шишмәне Тоҙлогүл тип йөрөтә. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҙур роль уйнай. Нисәлер көн Пугачев, Кинйә Арыҫлановтың кәңәше менән карателдәрҙән йәшеренеп торған. Ғаспыралы, Исмәғил. Исмағил Мостафа улы Ғаспыралы (Гаспринский) (; 8 (21) март, 1851 — 11 (24) сентябрь 1914) — ҡырым татар халҡының атаҡлы аҙаматы, мәғрифәтсе, нәшриәтсе, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм педагог. Ғүмерендә үк Рәсәй империяһының бөтә мосолман халыҡтары араһында киң билдәлелек яуланы. Ислам динендә йәдитселек, төрки донъяһында пантюркизм тәғлимәтенә нигеҙ һалыусыларының бере.. Тормош юлы. Таврия губернаһының Ялта өйәҙе (хәҙерге Украинаның Ҡырым автономиялы округының) Ғаспыра ауылында Рәсәй армияһы офицеры Мостафа Әли улы Ғаспыралы (Гаспринский) һәм уның ҡатыны Фатма-Султан Темир-Гази ҡыҙы (ата фамилияһы Кантакузова) ғаиләһендә тыуа. Башланғыс мәктәптә, Симферополь ирҙәр гимназияһында, һуңынан Воронеж хәрби уҡыу йортонда, 2-се Мәскәү хәрби гимназияһында белем ала. Ҡырымға ҡайтып, мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1871 йылда Францияға күсә; 1874 - 1875 йылда Төркиәлә йәшәй. Йәнә Ҡырымға ҡайтып, Баҡсаһарай ҡала Думаһы депутаты булып һайлана. 1879 - 1884 йылдарҙа – Баҡсаһарай ҡала башлығы. 1879 йылдан башлап, Исмәғил Ғаспыралы ҡырымтатар телендә үҙ гәзитен сығарырға ынтыла. 1879—1880 йылдарҙа был гәзит "Файдалы эглендже", 1881 йылда "Закон" исеме менән сыға. 1883 йылдың апреленән башлап, Исмәғил Ғаспыралы "Переводчик-Терджиман" тип аталған гәзит баҫтырырға рөхсәт ала – был гәзит ҡырымтатар һәм урыҫ телендә сыға. Оҙаҡ йылдар буйы был гәзит Рәсәйҙең берҙән-бер төрки телле баҫмаһы булып килә; XX быуат башында донъяның иң оло мосолман баҫмаһына әүерелә. 35 йыл самаһы сығып килгәс, 1918 йылда гәзит ябыла. «Терджиман» гәзите аша Исмәғил Ғаспыралы тәғлимәте Рәсәйҙең бар мосолман төбәктәре буйлап (Башҡортостанда, Татарстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Хива һәм Бохара ханлығында, Төрөкмәнстанда, Тажикстанда, Әзербайжанда) таралып килә. Шулай уҡ, гәзит сит илдәрҙә лә – Иранда, Ҡытайҙа, Төркиәлә, Мысырҙа, Болгарияла, Францияла, Швейцарияла, АҠШ-ла тарала. Ғаспыралының үҙ фекеренсә, уның гәзите Рәсәйгә ҡарағанда сит ил мосолмандары араһында киңерәк билдәлелек ала. Уның гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләрҙе башҡа илдәрҙең күп баҫмалары күсереп баҫтырып тора. 1886 йылдан "Терджиман" гәзитенә "Иғландар бите" исемле ҡушымта сыға башлай. 1905 йылда Ғаспыралы "Алеми Нисван" («Ҡатын-ҡыҙ донъяһы») тип аталған ҡырымтатар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн тәүге журнал баҫтыра башлай; был журналды уның ҡыҙы Шефика мөхәррирләй. 1906 Ғаспыралы тыуған телендә "Ха-ха-ха" исемле тәүге көлкө-мәҙәк журналын нәшер итә башлай. Һуңыраҡ ул тағы бер аҙналыҡ баҫма – Рәсәйҙең Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһының "Миллет" исемле гәзитен сығара башлай. Йәдитселек – мосолман халыҡтары араһында белем биреүҙе яңыртыу һәм донъяуи яйға күсеү йүнәлеше – шулай уҡ Исмәғил Ғаспыралы исеме менән бәйле. Ғаспыралы халыҡ мәғарифын үҙгәртеп төҙөү нигеҙҙәрен әҙерләй; уның яңы белем биреү методтары Ҡырымдан тыш башҡа күп мосолман төбәктәрҙә – Башҡортостанда, Татарстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Төркиәлә, Төрөкмәнстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Төньяҡ Иранда һәм Көнсығыш Ҡытайҙа ғәмәлгә киң индерелә башлай. Хәҙерге Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә яңы уҡытыу тәрибе күпселек мәҙрәсәләрҙә (миҫал өсөн, "Рәсүлиә, Ғосманиә, Хөсәиниә" мәҙрәсәлерәндә) индерелә. Ғаспыралы тарафынан яҙылған яңы дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яңы методлы милли мәҙрәсәләрҙә киң ҡулланыла. Уларҙың араһынан "Ходжа и субъян" («Балаларҙың уҡытыусыһы») дәреслеге киң билдәлек яулай. Шайтан йылғаһы. Шайтан йылғаһы— Көйөргәҙе районы биләмәһендә урынлашҡан йылға. Ул Ялсыҡай ауылы эргәһенән баш ала һәм Яҡуп ауылы эргәһендә Оло Көйөргәҙегә ҡоя. Тәү исеме Шайтан Уяҙы.Уның буйында Ялсыҡай, Саратовка, Сергеевка, Үрге Мотал, Васильевка, Урта Мотал, Түбәнге Мотал, Яҡуп ауылдары һыулаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ул ауылдарҙың күбеһе бөгөн юҡ. Ни бары ике ауыл ҡалған. Һуңғы йылдарҙа Үрге Мотал ауылы тергеҙелде. Архив материалдарына ҡарағанда йылға элек Шайтан- Уяҙы тип аталған. 1831 йылда Яҡуп ауылына Борай районынан күсеп килеүсе Касаев Мәхмүт генерал-губернаторҙан Шайтан-Уяҙы буйында өс ташлы тирмән төҙөү тураһындағы документ теркәлгән. Халыҡ ижадынан. Бынан 2 быуат элекке замандарҙа булған был ваҡиға. Шайтан- Уяҙы йылғаһы ул ваҡытта ярҙарынан ашып ағыр булған. Аттар кисеүҙән йөҙөп сығыр булған. Шулай йәшәгән халыҡ. Һыуы ул саҡта бик- бик таҙа булған. Элек ауыл халҡы Ҡурғаҙы(хәҙер Ермолаево тип үҙгәртелгән) ауылы баяры Шоттҡа ялланып ураҡ урған. Ураҡҡа барған ваҡытта, күрәһең, һыу әҙерәк булғандыр. Ҡайтҡанда Шотт баярынан алған игенен алып ҡайтып килгән атлы башҡорт, Шайтан- Уяҙы йылғаһын сыҡҡан саҡта аты туғарылып, арбаһы бер яҡҡа, аты икенсе яҡҡа ағып киткән. Әлбиттә аты йөҙөп сыҡҡан, тик арбаһыҙ ҡалған. Шунан был кеше йылғаға ҡарап был Уяҙы түгел, ә Шайтан тигән. Шунан алып йылға Уяҙы –Шайтан булып киткән. Шунан Шайтан- Уяҙыға әйләнгән, ә әлеге ваҡытта тик Шайтан тигән һүҙе генә ҡалған. Ә хәҙер яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошовтоң “Таймаҫ ауылы” китабын ҡарап китәйек. 17-се бит. Ырымбур губернаһының 1802 йылғы картаһына күҙ һалайыҡ-ти ул: Оло Көйөргәҙенең ҡушылдығы Шайтан –Уяҙы буйлап Бөрйән улусы Монаш түбәһенә ҡараған өс ауыл: Иҫке Мотал-Бөрйән йылғаһы буйында, Мотал – Туҡмаҡҡаран буйында һәм Шайтан-Уяҙы йылғаһы буйлап юғарыраҡ Яңы Мотал исемле ауылдар урынлаштырылған. Шайтан- Уяҙы йылғаһының түбәнге ағымында бошман- ҡыпсаҡ ырыуының Бугимәш түбәһенә ҡараған, 1864 йылдан Бөрйән волосы үҙәгенә әүерелгән боронғо башҡорт ауылы Яҡуп урынлашҡан. Был ауылда 1770 йылда академик Иван Лепехин булып китә.Ул бында атаҡлы абыҙҙы “знатногои ученого абыза- учителя” ғилем алыусы бик күп шәкерттәрҙе күрә. ул шулай уҡ был ауылда ауырыу ҡатынды дауалаусы Шайтан Күрәҙәнең Шайтан ҡыуыуын үткәргәненә шаһит була. Бәлки ошо Шайтан-Күрәҙәсе исеменә лә бәйлелер, кем белә. Һылтанмалар. Река Шайтан-Уязы- левой приток р. Большой Куюргаза. Ө. Ҡобағошовтың “Таймаҫ ауылы” китабы, Диҡҡәт Бураҡаев “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” китабы. Сабир Кинйәкәй. Сабир Мөьмин улы Кинйәкәйев— Көйөргәҙе районы гәзите мөхәррире, шағир, поэмалар авторы. 1919 йылдың декабрендә Көйөргәҙе районы Түбәнге Мотал ауылында тыуған, 1944 йылдың 18 декабрендә Венгрияла һәләк булған. Бала саҡтан бик зирәк булған. Ете йәшендә шиғырҙар сығара башлаған. Ауылдарында башланғыс белем алғас, күрше Яҡуп ауылында уҡыуын дауам итә. 1936-38 йылдарҙа Өфөлә медицина рабфагында, педагогия иниститутында уҡый. Ғаилә бик мохтажлыҡ менән йәшәгәнгә күрә, ул уҡыуын ҡалдырып, Ермолаево ҡасабаһына, Көйөргәҙе районы үҙәгенә, район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары булып эшкә урынлаша. Шул йылдарҙа ижад менән дә шөғөлләнә, яңынан- яңы шиғырҙар, поэмалар ижад итә. Бөйөк Ватан һуғышы сығыу менән, үҙе теләп һуғышҡа китә. Политрук булып 1944 йылдың 18 декабренәсә батырҙарса һуғыша. Тик фашист пуляһынан үлемесле яралана. Венгрияның Капошвар ҡалаһынан 22 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Чикота утары янында үлә һәм ерләнә. Ермолаево мәсете. "Рамаҙан" мәсете — Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылындағы мәсет. Был мәсет райондан сыҡҡан эшҡыуарҙар һәм район предприятиелары тарафынан йыйылған хәйриә фонды ярҙамында төҙөлдө. Дөйөм майҙаны 300 м кв. Уға нигеҙ 2004 йылда һалынған. 2008 йылдың 28 ғинуарында рәсми асылды. Мәсет ике ҡатлы, ике манаралы. Беренсе ҡатта мәсет, ашхана һәм тәһәрәт бүлмәләре, аҫҡы(цокольный) ҡатта уҡыу залы, ҡунаҡхана һәм эш бүлмәләре урынлашҡан. Тағы ла беренсе ҡатта сөннәтсә урынлашҡан. Ул балкон формаһында. Был сөннәтсәлә бер юлы йөҙ ҡатын- ҡыҙ намаҙ уҡый ала. Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи. Уның иле раҫ башҡорд, ырыуы ҡыпчаҡдыр мәшһүр, Күңеле иман ила мәғмүр Дәште-Болғар эсендә… Мәнди Ҡотош үҙенең ижадында ғәҙеллек өсөн сығыш яһай. Ике йөҙлө, ҡарун,наҙан байҙарҙы, дин әһелдәрен тәнҡитләй. Бындай әшәкелектән таҙарыныу юлын ул тик дин тотоу, шәриғәт ҡанундарын ҡәтғи үтәү аша күрә һәм үҙенең шиғырҙарында ул шуға саҡыра. XVIII- XIX быуаттарҙа суфыйсылыҡ күренеше күп башҡорт шағирҙары ижады өсөн хас. Уның шиғырҙары Шәмсетдин Зәки, һәм Мөхәмәт бин Алтынсура Юлдаши кеүек шағирҙарыбыҙҙың ҡараштарын формалаштырыуҙа туранан-тура йоғонто яһай. Мәнди Ҡотош 86 йәшендә вафат була һәм 2-се Кинйәабыҙ зыяратында ерләнә. Шағирҙың тормошо һәм ижады менән тығыҙ бәйләнгән – Бесәнсе лә, Түкән дә,1-се Кинйәабыҙ ҙа – бөгөнгө көндә береһе лә юҡ. Тик ергә батҡан, ҡыйшайған ҡәбер таштары ғына был урында ҡасандыр үҙенең атаҡлы кешеләре менән гөрләп торған ауыл булыуы тураһында һөйләй... Мәнди Ҡотоштоң ҡәбер ташындағы яҙыуҙа уның исемен сихыр мулла тип башлап ебәреү, шағирҙың тылсымлы көскә эйә булыуын әйтеп тора. Шағирҙың шәжәрәһенә асыҡлыҡ керетеп китәйек: Тағанаш тархан – Туйыш -Туҡсаба - Туҡтағол – Ҡотош - 1-се ул – Бесәнсе (1755-1821) – Абдулхалиҡ (1789 йылғы), уның улы – Шаһиәхмәт; 2-се – Мәнди (1763-1849) – уның 5 ул: 1-се ул – Мөхәмәтйәр (1798 йылғы), уның улы – Мөхәдәр (1824 йылғы); 2-се ул – Мөхәмәтрәхим (1805-1833), 3-сө ул – Ғайнулла (1833 йылғы), 4-се ул – Арыҫланғәли (1824 йылғы), 5-се ул – Мырҙагилде (? – 1910). Шәмсетдин Зәки. Зәки Шәмсетдин Ярмөхәмәт улы — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.1822 йылда Ырымбур губернаһы 10-сы Башҡорт кантоныны Таймаҫ волосының Иҙәк утарында, хәҙерге Башҡортостандың Көйөргәҙе районында, мулла ғаиләһендә тыуған, Иҙәккә килмешәктәр күсеп килгәс, ауыл Иҙәк-Ишмәт (Зәк-Ишмәт?) тип атала башлай. 1865 йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған. Ул тыумыштан һуҡыр була. Буласаҡ шағир-импровизатор Ашҡаҙар-Балыҡлы, Ҡаҙанда Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала. Ауылдашы З.Мөхәмәтрәхимиҙең теркәүенсә, "ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары - суфый Ф.Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, Сәғди Ширазиҙың атаҡлы "Бостан", "Гөлбостан" китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә". Һуңынан ул Таймаҫ ауылында шәкерттәргә белем бирә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Беҙ Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, Аҡмулланың уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләбеҙ. Тап улар, йөҙҙәрсә, меңдәрсә суфыйҙар ХХ быуат башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә Шағирҙың төрөк теле, фарси теле, ғәрәп теле телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары һаҡланған. «Булғай-булмағай», «Өйрәнмәк кәрәк» шиғырҙарында васыят һүҙҙәре суфыйсылыҡ юлын һайлаған тәҡүәләр өсөн генә түгел, ә барлыҡ әҙәми заттар өсөн дә әһәмиәтле икәне бәхәсһеҙ. Көйөргәҙе йылғаһы. Көйөргәҙе йылғаһы — Юшатыр йылғаһының ҡушылдығы. Көйөргәҙе районына исем биргән йылға. Йылғалар икәү. Береһе оло Көйөргәҙе, икенсеһе Кесе Көйөргәҙе тип йөрөтөлә. Оло Көйөргәҙе йылғаһы, Яҡшымбәт ауылы янында. Кесе Көйөргәҙе йылғаһы. Ырымбур өлкәһенә яҡын ғына, Тимербай ауылынан өс- дүрт саҡырым алыҫлығта сыға һәм Яҡуп ауылы янында Оло Көйөргәҙе йылғаһына ҡушыла. Оло Көйөргәҙе йылғаһы. Иҙәк-Ишмәт ауылынан арыраҡ баш ала һәм Түбәнге Баба ауылы янында Юшатыр йылғаһына ҡоя. Уның буйында бик күп ауылдар төйәк тапҡан. Башҡорт балы. Башҡорт балы — Башҡортостанда етештерелгән бал. «Башҡорт балы» исеме сауҙа маркаһы менән һаҡланған. Исеме. 2005 йылдан "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында үҙ продукцияһын «Башҡорт балы» тип исемләргә хоҡуғы булған берҙән-бер учреждение. Солоҡсолоҡ. Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта Башҡортостан — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, солоҡ балы (ҡырағай урман балы) таба торған Ер шарында берҙән-бер урын. Солоҡсолоҡ, кәсеп булараҡ, боронғо Башҡортостан территорияһында бик күптән булған. Был турала 1500 йыл элек ерләнгән, Бөрө ҡәберлегендә 1902 йылда табылған солоҡсо кәрәк-яраҡтары һөйләй. Башҡорттарҙа солоҡсолоҡ үҫеше XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәй фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты П.И. Рычков Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйренеп былай тип яҙа: «…"бөтә ерҙә бал ҡорттары булған урман», башҡорттарҙың төп табышы «йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм солоҡсолок… Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙарыҡ балауыҙлы бал алалар"». Наградалары һәм ҡаҙаныштары. Башҡорт балы аҙыҡ-түлеккә арналған күргәҙмә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша. Сәлмән Биктимеров. Советтар Союзы геройы Сәлмән Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы Биктимеров — Советтар союзы геройы. 1913 йылдың 14 авгусында 2-се Кинйәабыҙ ауылында тыуған. Һуғыш алдынан Үзбәкстандағы юл төҙөлөшөндә мастер булып эшләй. Совет Армияһына Көйөргәҙе районы хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышы фронтына китә. 1945 йылдың апрелендә ауыр яралана, тыуған ауылына ҡайта, колхозда эшләй. Ленин ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. 1971 йылдың 24 февралендә вафат була. Тыуған ауылында ерләнә. Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙа уның улы Харрас Биктимеров фиҙәҡәрлеге менән ҡаһарман яҡташыбыҙға арналған стенд булдырылды. Кинйәабыҙ урамдарының береһе С. Биктимеров исемен йөрөтә Биографияһы. С. Биктимеровтың шәхси документтары араһында фронт гәзитенең һарғайған бите һаҡланып ҡалған. Унда ҡаһарман яҡташыбыҙҙың дәһшәтле һуғышта башҡорт халҡының яугирлыҡ бурысын ҡыйыу һәм батырлыҡ менән үтәүе бәйән ителә. 1943 йылдың 28 сентябрендә Чернигов өлкәһенең Неданчичи ауылы янында Башҡорт атлы дивизияһының отделение командиры Сәлмән Биктимеров дошмандың ут өйөрмәһе аҫтында яугирҙәре менән беренсе булып Днепрҙы кисергә тотона. Улар йылғаны тиҙерәк аша сығыу өсөн төрлө сараларҙан файҙалана. Немецтар, йылғаны аша сығыусыларҙы күреп, ҡурғаш ямғыры яуҙыра. Шул саҡ беҙҙең артиллерия ла хәрәкәткә килә. Немецтар урынлашҡан ярҙан ҡара төтөн бағаналары күккә күтәрелә. - Бына шулай, кәрәктәрен бир әйҙә. – тип ҡысҡыра Сәлмән. Әммә уның тауышын берәү ҙә ишетмәй. Взвод яугирҙәре үҙҙәре әҙерләгән ҡулайламала – һалда йылғаның уң ярына яҡынлаша. «Ярға нисек тә барып етергә кәрәк», – ти Сәлмән һәм улар, һыуҙан сығып, дошман позицияһына һөжүм итә. Һуғышсылар, бер туҡтауһыҙ атыша барып, бер ауылға яҡынлаша. Әммә уларға ҡаршы пулемет ут яуҙыра. Биш ҡыҙылармеец менән бергә ул беренсе булып немец блиндажына бәреп инә. Ике фашисты штык менән сәнсә, өсөнсөһөн ҡулы менән дөмөктөрә. Шунан траншеялағы пулеметсыны юҡ итә. Һуғыш ҡыҙғандан ҡыҙа бара. Өй ҡыйыҡтарында йәшеренгән немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә, ләкин ауыл беҙҙекеләр ҡулына күсә. Шул ваҡыт бында әле «үҙҙәренеке» булыуға ышанған ике немец полковнигы машинала килеп етә. Сәлмән уларҙы ҡулға алып, теге яҡ ярға, штабҡа оҙата. Взвод яугирҙәрен юҡ итеүгә маҡсат ҡуйып, немецтар танкылар менән һөжүм итә. Сәлмән окопта йәшеренеп, яндырғыс шыйыҡсалы шешә менән бер танкыны яндыра. Окоптың тәрәнерәк яғына йәшеренеп, «тигр»ҙы үҙ өҫтөнән үткәреп ебәрә. - Бына һиңә лә, – тип ырғыта уның артынан икенсе шешәһен. Танкылар факелдар кеүек яна. Контратака тонсоға. Һуғыш яланында тиҫтәләгән немец мәйете ятып ҡала. 15-ен Сәлмән үҙ ҡулдары менән юҡ итә. Сәлмән взводы 15-ләп пулемет һәм башҡа күп ҡоралдар эләктерә. Плацдарм ныҡлы яулана. Днепрҙы аша сығып, плацдарм яулап алыу өсөн ҡаты алышта Сәлмән үҙенең төркөмө менән 121 немецты юҡ итә, ике танкыны һәм 10 пулеметты юҡҡа сығара. Башҡорт атлы дивизияһында беренселәрҙән булып Сәлмән оло дан ҡаҙана. Полк командиры подполковник Таһир Кусимов Сәлмәнде саҡыртып ала. «Ҙур рәхмәт һиңә, егет, – ти подполковник, уны ҡосаҡлап. – Мин һине иң юғары наградаға – Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим иттем». Сәлмәндең иһә яуабы ҡыҫҡа була: «Киләсәктә лә изге Днепр өсөн һуғышҡан кеүек һуғышырға әҙермен!» Тимербай (Көйөргәҙе районы). Тимербай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Свобода ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 324 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80253805006. Халыҡ һаны. Милли составы: татарҙар (63%), башҡорттар (36%). Географик урыны. Башҡортостандың көньяғында матур, Көйөргәҙе районы ерендә урынлашҡан. Уны Ырымбур өлкәһе сикләй. Ауыл тарихы. Был ауылға иң беренсе нигеҙ һалыусы – Тимербай исемле ҡарт булған. Ул, Рәсәйҙә аяуһыҙ иҙеүгә түҙә алмаған крәҫтиәндәр баш күтәрә башлағас, Ырымбур губернаһына ҡараған Йөҙәй ауылынан әлеге ваҡытта Тимербай ауылы урынлашҡан аҡланға күсеп килә. Ошонда Хәҙисә исемле ҡатыны менән донъя көтә башлай. Улар йән аҫырар өсөн көндә балыҡ тота, йәнлек-ҡош аулай, ҡош йомортҡаларын йыя. Тимербайҙың артынан, шул уҡ Ырымбур губернаһына ҡараған Буланово ауылынан, Федор исемле урыҫ кешеһе был ғаилә йорт ҡорған аҡлан янындағыбер таҙа һыулы, тәрән, балыҡҡа бай йылға буйына килеп урынлаша. Бөгөнгө көндә йылғаны – Фидер йылғаһы тип ошо исемдән алып әйтәләр. Ваҡыт үтә бара ике ғаилә аралашып йәшәй башлай. Һуңынан Килмөхәмәт исемле ағай улдары Исмәғил, Исхаҡ, Исламғол менән бында килеп төпләнә. Ошо кешеләр бәләкәй генә ауыл барлыҡҡа килтерә, уны үҙ-ара «Тимербай» тип йөрөтә башлайҙар. Ермолаевка (Көйөргәҙе районы). Ермолаево — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Ермолаево ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 6480 кеше Почта индексы — 453360, ОКАТО коды — 80253815001. Географик урыны. Юшатыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Йылға ике урында быуылып алынған. Яҡуп (Көйөргәҙе районы). Яҡуп — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 424 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004. Милли состав. Ауылда башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, урыҫтар (1 кеше) йәшәй, 18-19 быуатта ауыл халҡы башҡорт-вотчинник булып һаналған. Иҡтисад. Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай. 2000 йылдан Яҡуп ауылы Яҡшымбәт ауылына ҡараған “Искра” ауыл хужалығы коперативына инә. Тарих. Ауыл 18 быуатарҙа Бөрйән волосы үҙәге булып торған. 1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Етеырыу волосына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә(үҙәге Күмертау ҡалаһы), 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире Ҡушыла. 1990 йылда тарихи исеме кире ҡайтарыла, район үҙәге лә кире Ермолаево ауылына күсерелә. Революциянан һуң, ауылдың халҡы нык кәмей. Быға Ватандаштар һуғышы, 21-се йылғы аслыҡ ныҡ тәьҫир итә. Ауыл халҡы 1928 йыл Бишбүләк ауылынан килгән күскенселәрҙе ҡабул итә. 1927-28 йылдарҙа Ҡыҙыл Бөрйән колхозы төҙөлә. 1935 йылда 1-се Кинйәабыҙ менән берләштерелеп, "Каганович" исемен ала. 1957 йылдан 1990 йылғаса "Мораптал" тоҡомсолоҡ совхозының 4-се бүлексәһе була. Кәкүк. Кәкүк ()"— ҡанат-ҡойроғо оҙон, күкһел һыртлы, сыбар бауырлы урман ҡошо. Кәкүк һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай, турғай һымаҡтар ғаиләһенә яҡын. Иң киң таралған төрө ябай кәкүк. Йомортҡаһын үҙе баҫмай, сит ояға һала, балаһын ҡарамай. Төрҙәре буйынса кәкүктәр бер береһенән айырыла. Тик барыһының да кәүҙә төҙөлөштәре тар, һәм ҡойроҡ остары оҙон, аяҡтары көслө. Улар урмандарҙа йәшәй, тик ҡайһы бер төрҙәре генә асыҡ урындарҙы үҙ итә. Күпселек төрҙәр бөжәктәр менән туҡлана, шул иҫәптән башҡа ҡоштар үҙ итмәгән йөнлө ҡарышлауыҡтар менән. Абдул (Көйөргәҙе районы). Абдул — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 448 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805001 (2002 й.). Яҡшымбәт (Көйөргәҙе районы). Яҡшымбәт — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 899 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004. Географик урыны. Яҡшымбәт ауылы. Тәлғәт Аҙнабаев урамы Үрге Мотал (Көйөргәҙе районы). Мотал — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Шәбағыш ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 2 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805004. Географик урыны. Мотал ауылы — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районында, Шайтан йылғаһыны буйында урынашкан ауыл.. Милли составы. Ауылда башҡорттар, 18-19 быуатта ауыл халҡы башкорт-вотчинник булып һаналған. Иҡтисад. Халыҡ малсылыҡ, баҡсасылык, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Тарих. 1920 йылға хәтле ауыл Ырымбур губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең Етеырыу волосына керә. 1920 йылдан БАССР-ҙың Йылайыр кантонында, 1930 йылдан Көйөргәҙе районында. 1955 йылда Күмертау районына кертелә, 1962 йылда Мәләүез районына инә, ләкин ул 1964 йылда Күмертауға кире ҡушыла. Ҡарай (Көйөргәҙе районы). Ҡарай — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Яҡшымбәт ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны 102 кеше Почта индексы — 453352, ОКАТО коды — 80239805002 (2002 й). Географик урыны. Көйөргәҙе районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ауыл эргәһенән Бәләкәй Көйөргәҙе йылғаһы аға. Йылайыр платоһы. Йылайыр платоһы — Башкортостандың көнсығыштанда урынлашҡан плато. Төньяҡта Ағиҙелдең көнсығыштан көнбайышҡа аҡҡан өлөшө, көньяҡта Гөбәрле тауҙары, көнбайышта Оло Ыйыҡ, көнсығышта Һаҡмар йылғалары тарафынан сикләнә. Башҡортостандың Күгәрсен, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарына тура килә. Плато палеоген дәүерендә мезозой осорона ҡайтып килгән урындағы пенеплендың ҡалҡыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Дингеҙ кимәленә ҡарата бейеклеге — 300-600 м. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында — тау-теҙемле. Күпселегендә ултырма һәм вулкансал тоҡомдарҙан һалынған.Йырын-үҙән оҙонлоғо 1 кв. км-ға 1-2 км тәшкил итә. Фәрештәләр. Фәрештәләр− алланың вәкилдәре, күҙгә күренмәй торған зат. Аллаһы тәғәләнең бик күп фәрештәләре бар, уларҙың иҫәбе-хисабы юҡ. Улар Аллаһының итәғәтле ҡолдары.Уның ҡушҡандарын һүҙһеҙ башҡарыусылар. Улар кешеләр кеүек түгел. Кәүҙә төҙөлөштәре юҡ. Нурҙан яратылғандар.Ғәҙәттә кеше күҙенә күренмәйҙәр. Китаптар. Китаптар − ҡөръән, исламдағы изге китап. Аллаһы Тәғәлә дин һәм шәриғәт хөкөмдәрен бәйән итеп,пәйғәмбәрҙәр аша йөҙ ҙә дүрт (104) китап иңдергән.Пәйғәмбәрҙәр ошо китаптар ярҙамында ҡәүемдәрен изге ғәмәлдәргә өндәгән. Иң беренсе Китап Әҙәм ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит), Шис ғәләйһиссәләмгә 50 ҡағыҙ (бит),Иҙрис ғәләйһиссәләмгә 30, Ибраһим ғәләйһиссәләмгә 10 ҡағыҙ (бит) иңдергән. Муса ғәләйһиссәләмгә Тәүрат китабын, Дауыт ғәләйһиссәләмгә Зәбур китабын, Ғайса ғәләйһиссәләмгә Инжил, һәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә ғәләйһиссәләм Ҡөръән китабын иңдергән. Ҡөръән алдағы бар китаптарҙы ла эсенә алған китап. Донъялыҡ өсөн дә, әхирәт өсөн дә кәрәкле хөкөмдәр бар. Пәйғәмбәрҙәр. Пәйғәмбәрҙәр -Бәндәләренә дин хөкөмдәре өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр. Пәйғәмбәрҙәрҙең һәр береһе әҙәми. Йәш ваҡыттарында аҡыллы, зирәк, тоғро, изге тәбиғәтле булалар.Бәлигәт йәшен уҙғас, Аллаһы Тәғәлә уларҙы пәйғәмбәр ҡыла. Йәғни, Ябраил Фәрештә аша уларға хөкөмдәрен ебәреп, шул хөкөмдәр буйынса бәндәләрҙе Хаҡ дингә, һәм изге ғәмәлдәргә өндәргә бойора. Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып донъяға бик күп пәйғәмбәрҙәр ебәрелгән. Һәр милләткә ебәрелгән.Иҫәбе беҙгә билдәле түгел. Иң тәүге пәйғәмбәребеҙ Әҙәм, һуңғыһы Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдән Билдәле пәйғәмбәрҙәр. Әҙәм, Иҙрис, Нух, Һууд, Сәлих, Лут, Ибраһим, Исмәғил, Исхаҡ, Якуп, Йософ, Әйүп, Шөғәйеп, Муса, Һарун, Дауыт, Сөләймән, Юныс, Ильяс, Әльясағ, Ҙөлкифел, Зәкәриә, Яхъя, Ғайса, Мөхәммәт. Хәҙистәрҙә телгә алынған пәйғәмбәрҙәр. Шис, Юшағъ, Хызыр, Бишер, Даниял,Ышмуил, Әшғиә,Әрмиә. Никола Тесла. Ни́кола Те́сла (— 1856 йылдың 10 июлендә Австрия империһының, хәҙерге Хорватияның Смилян ҡалаһында тыуған — 1943 йылдың 7 ғинуарында АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында вафат— физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлар табыусы. Австро-Венгрияла бала сағы үткән, 1891 йылда АҠШ граждаглығы алғас, Франция һәм АҠШ-та эшләгән.. XIX —XX быуат башында электричество һәм магнетизм үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә фәнни-революцион өлөшө менән билдәле. Тесланың патенттары һәм теоретик хеҙмәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған, алмаш токта эшләүсе ҡоролмалар, күп фазалы электр двигательдәре, сәнәғәт революцияһының икенсе этабын барлыҡҡа килтерә. Ул, шулай уҡ, эфир гипотезһы яҡлы булыуы менән билдәле. Никола Тесла Колорадо-Спрингс лабораторияһында. Фотография 1900 йылда ике ҡатлы экспозиция ысулы менән төшөрөлгән Тесла исеме менән магнит индукцияһын үлсәү берәмеге аталған. Ғалим Э. Крессон, Дж. Скотт, Т. Эдисон миҙалдары менән наградланған. Замандаштары уны «XX быуатты уйлап тапҡан ғалим№ тип иҫәпләй. Радто мөмкинлектәрен күрһәткәс Тесла инженер-электрик булараҡ билдәле була. Тесланың хеҙмәттәре элетротехника фәненә юл аса, уның асыштары инновацион әһәмиәткә эйә була. АҠШта Тесла билдәлелеге буйынса теләһә ниндәй ғалим менән ярыша ала. Алмаш ток. 1889 йылда Тесла юғары йышлыҡлы һәм юғары көсөргәнешле ток үҙенсәлеген өйрәнеүгә күсә. Юғары йышлыҡлы электромеханик генератор һәм юғары йышлыҡлы трансформатор өлгөләрен эшләй. Тикшереүҙәр ваҡытында Тесла хәүефһеҙлеккә ҙур ихтибар бирә. Юғары йышлыҡтағы электр тогы тәьҫирен үҙ организмында тикшереп ҡарай. Тесла эшләгән медицина аппараттары бөгөн дә донъяла киң ҡулланыла. Юғары йышлыҡтағы токтың тире һәм тиресә ҡатламға йоғонтоһо күпертке, ҡыуыҡса, таптарҙы таҙартарға булышлыҡ итә. Юғары йышлыҡтағы токтың тирегә тәьҫир итеүе хәҙерге заманда электротерапияла ҡулланыла. Магнит ҡыры теорияһы. 1888 йылда Тесла (Г. Феррарисатан алдараҡ) әйләнеүсе магнит ҡырына фәнни билдәләмә бирә. Ошо уҡ йылда Тесла күп фазалы электр машиналарына (асинхрон двигательдәргә) һәм электр энергияһын алмаш ток ярҙамында тапшырыуға патент ала. Ике фазалы системаны ул иң экономиялы тип иҫәпләй. Ике фазала системала эшләүсе эре ГЭСтар, шул иҫәптән Ниагара ГЭСы төҙөлә. Радио. Тесла радиоэлемтә ярҙамында электр тогы алыуға патент ала. 1891 йылдың 10 мартында «Дүға электр лампаһы менән идара итеү ысулы» («Method of Operating Arc-Lamps») U.S. Patent 447920 патентын ала. Алмаш ток генераторы эшләп сығарған 10 000 Гц йышлыҡтағы ток дуға электр лампаһының тауышын кәметеүгә булышлыҡ итә. 1891 йылда асыҡ лекцияла Тесла радтоэлемтә принцибын күрһәтә. 1893 йылда сымһыҙ элемтә эшләү менән мәшғүл була. Резонанс. Тесла катушкаһын ярҙамында оҙон электр разряды алыу өсөн ҡулланалар. Бер фәнни журналда механик осциллятор ярҙамында теләһә ниндәй әйберҙе, резонанс йышлығына көйләп, емереп булыуы хаҡында һөйләнә. Приборҙы өйҙөң өрлөгөнә тоташтырғандар. Бер ни тиклем ваҡыттан өй һелкенә башлаған һәм ер тетрәгән. Тесла сүкеш алып приборҙы ватҡан һәм ярҙамсыларына был турала бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан. Янғын һүндереүселәргә һәм полицейскийҙарға тәбиғи әр тетрәү булды тип аңлатҡан. Исемен мәңгеләштереү. СИ системаһында магнит индукцияһын үлсәү берәмеге Тесла исеме меән аталған. Тесланың 150 йыллығына сығарылған серб көмөш монетаһы. 2006 a> йылда сығарылған банкнотаһында Тесла һәйкәле артында юғары йышлыҡлы трансформатор. Хорватияның башҡалаһы Загреб ҡалаһында Никола Тесла урамында ғалимға һәйкәл ҡуйылған. Операцион система. Операцион система - данныйҙарҙы индереү-сығарыу ошошторусы, систем пограммалар һәм ҡулланыусы программаларын эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе прораммалар комплексы. Операцион системаны өс иң мөһим өлөшкә бүлеп була: ядро, данныйҙар хаҡлауғыс система, коммандалар интерпритаторы (ҡулланыусының). Иванов Константин Васильевич. Константин Васильевич Иванов — сыуаш халыҡ шағиры, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бәләбәй районы) Ыҫлаҡбаш () ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, 1915 йылдың 13 мартанда вафат булған. Биографияһы. Константин Иванов 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Бәләбәй районы) Ыҫлаҡбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас Сембер ҡалаһындағы сыуаш мәктәбенә уҡырға инә. Батша тәртиптәренә ҡаршы митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн 1907 йылда уҡыуҙан ҡыуып сығаралар. Ыҫлаҡбаш ауылына ҡайта. Ауылда мәктәп мөдире Яковлев сыуаш телендә дин һәм дәреслектәр сығарырға әҙерләнә. К. Ивановвты үҙе менән эшләргә саҡыра. 1908 йылда Семберҙә сыуаш риүәриәттәре йыйынтығында буласаҡ әҙиптең «Тимер талҡы», «Ике ҡыҙ», «Тол ҡатын» тигән әкиәттәре һәм «Нарспи» поэмаһы донъя күрә. Аяныслы яҙмышлы сыуаш ҡыҙы тураһындағы «Нарспи» поэмаһы күп телдәргә тәржемә ителә. Уның нигеҙендә бер нисә пьеса ҡуйыла, Сыуаш опера һәм балет театрында опера ҡуйыла. К. Иванов тыуған йорт. Хәҙерге ваҡытта— музей Әҙәби эшмәкәрлеген М. Ю. Лермонтов, Л. Н. Толстой, Н. Огарёв, А. Кольцов, Н. Некрасов, А. Майков әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итеүҙән башлай. 1909 йылда К. Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра. 1915 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң 25 йәшендә вафат була. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Константин Иванов сыуаш халҡы поэзияһына нигеҙ ташы һала, тыуған халҡы хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра. Көйөргәҙе районы. Көйөргәҙе районы — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы. География. Район Башкортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сикләшә. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7% территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары - бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, суглинок, агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Район территорияһы аша "Өфө-Ырымбур" һәм "Яңы Мораптал - Түлгән" тимер юлы, "Өфө-Ырымбур" һәм "Ира- Мораҡ - Сибай - Магнитогорск", "Ермолаево-Федоровка" автомобиль юлдары үтә. Тарих. Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы.Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә. Халҡы. 2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар - 43,1%, урыҫтар – 28%, башҡа милләттәр – 28,9%. Административ бүленеш. 2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район сосоавына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар. Мәғариф. Районда 57 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище; 24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә. Ток-писин. Ток-писин (төп исеме Tok Pisin) − Папуа-Яңы Гвинеяла таралған креол теле. Был илдең рәсми теле булып тора. Ток-писин — Папуа-Яңы Гвинеяла киң таралған һәм был илдәге 700-ҙән артыҡ телдә һөйләшкән халыҡ өсөн аралашыу теле булып тора. Килеп сығышы. Квинсленд һәм башҡа плантацияларға Тын океан утрауҙарынан эшкә килгән төрлө телле халыҡтар ҡушылыуы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Аралашыу нәтижәһендә инглиз теленә нигеҙләнгән пинжин формалашҡан. Был телдең лексикаһы плантацияла эшләгән немец, португал һәм австронезий телле эшселәрҙән дә өлөш алған. Инглиз теленә нигеҙләнгән "пижин", Германияның Яңы Гвинеяһында ток-писин булараҡ үҫеш ала. Бында ток-писин немец телле юғары ҡатлам кешеләре менән һәм үҙ-ара аралашыу теленә әүрелә. Рәсми статусы. Ток-писин киң мәғлүмәт сараларында һәм хөкүмәт органдарында рәсми тел булараҡ ҡулланыла, әммә инглиз теленән ҡалыша. Ток-писин теле башланғыс белем дәрәжәһендә уҡытыла. Региональ төрлөлөгө. Папуа-Яңы Гвинеяның төрлө төбәктәрендә ток-писин теленең лексикаһы һәм грамматикаһы айырыла. Яңы Гвинеяның бейе таулы төбәктәре теле,төньяҡ яр буйы һәм Яңы Гвинея утрауҙары теленән айырыла. Дөйөм Һырт. Дөйөм Һырт()− Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяҡ-көнсығышындағы убалы ҡалҡыулыҡ. Ул яҫылыҡ йүнәлешендә 500 км-ғаса һуҙыла. Көнсығышта Көньяҡ Урал тауҙары менән киҫешә. Бейеклеге 405 метр.Иң бейек түбәһе- Айыу маңлайы(Арапов тауы) 405 метрғаса. Дөйөм Һырт буйынса Волга һәм Урал бассейендары Һыу бүленеше үтә. Ошонан сығып аңлатылала инде “Дөйөм” һүҙенең топонимикаһы. Сөнки Һырт буйынан – буйына йылғаларҙың һыуын ике өлөшкә бүлеп тора. Ҡалҡыулыҡтан баш алған билдәле йылғалар: Һамар, Моча, Боровка, Быҙаулыҡ, Оло Ырғыҙ, Дим(былар Волга бассейены), Саған, Киндәлә, Иртәк(Урал бассейены) Һырт Пермь һәм мезозой дәүерендәге ҡомлоҡтар, балсыҡтар, избизле тупраҡтар менән ҡатламланған. Баҫҡыс һымаҡ Һөҙәклектәр платоға оҡшаған һыу бүленештәре Һырт өсөн характерлы. Урыны менән көмбәҙгә оҡшаған шихандар осрай. Карсттар бик күп. Дөйөм Һырт биләмәһендә ҡылғанлы-ҡыяҡ япраҡлы үләнле сиҙәмле далалар урынлашҡан. Ҡаҙағстан. Ҡаҙағстан Республикаhы ("Ҡаҙағстан", () — Үҙәк Азияның көньяҡ-көнбайышында һәм Көнсығыш Европаның көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны (2 724 900 км²) буйынса донъяла 9-сы урында тора. Ҡоро ерҙә сик оҙонлоғо — 12 000 км-ҙан ашыу. Көнбайышында Волга йылғаһының дельтаһынан көнсығышта Алтай тауҙарынаса, төняғында Көнбайыш Себерҙән көньяғында Тянь-Шань тауҙарынаса һуҙылған. Төньяғында һәм көнбайышында Рәсәй Федерацияһы, көнсығышында Ҡытай, көньяғында Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан һәм Төркмәнстан менән сиктәш. Каспий һәм Арал менән йыуыла. Донъя океанына сығышы булмаған дәүләттәрҙең иң өлкәне булып тора. Донъяның алты бойондороҡһоҙ Төрки дәүләттәренең бере. 1997 йылда башҡалаһы иң ҙур ҡалаһы Алматынан Астанаға күсерелде. 16,4 миллионлы халҡы (2010 баһалау) буйынса Ҡаҙағстан донъяла 62-се урында тора; шулай ҙа, уның халыҡ тығыҙлығы квадрат километрына 6 кешенән түбән. Хәҙерге Ҡаҙағстандың ерендә борондан күсмә халыҡтар торған. 16 быуатта ҡаҙаҡтар үҙенә башҡа халыҡ булараҡ билдәлек ала; улар өс жүз дән тора. 18-сы быуатта Ҡаҙаҡ далаһына урыҫтар күсеп килә башлай; 19 быуаттың уртаһында барлыҡ Ҡаҙағстан Рәсәй империяһының өлөшөнә әүерелә. 1917 йылдың революцияһы һәм артабанғы граждандар һуғышы осоронда Ҡаҙағстан административ яҡтан бер нисә тапҡыр төрлөсә бүленә; 1936 йылда СССР составында Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килә. 20 быуатта Ҡаҙағстанда Советтар Союзының күпселек проекттары атҡарыла, шул иҫәптән Хрущёвтың сиҙәмде күтәреү кампанияһы, Байконур космодромы һәм Семипалатинск полигоны - СССР-ҙың төп ядро ҡоралын һынау майҙаны. Ҡаҙағстан 1991 йылдың 16-сы декабрендә, Совет республикаларының һуңғыһы булып үҙен бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан итә. Советтар Союзының һуңғә йылдарында етәксеһе булған Нурсолтан Назарбаев уның тәүге президенты була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, Ҡаҙағстан тотанаҡлы тышҡы сәйәсәт алып бара, үҙенең иҡтисадын, беренсе рәттән нефть сәнәғәтен үҫтерә. Иҡтисади яҡтан ил тиҙ үҫеш кисерһә, президенты Назарбаев илдәге сәйәсәттә ҡаты хакимлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта, Ҡаҙағстандың халыҡ-ара абруйы күтәрелеп килә [9]. Хәҙерге көндә ул Үҙәк Азияның өҫтөн дәүләте һанала [10]. Ил бер нисә халыҡ-ара ойошмаларҙың, әйтеп үткәндә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Евро-Атлантик Партнёрлығы Советы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Шанхай Хеҙмәттәшлек Ойошмаһының нең ағзаһы булып тора. Элекке СССР-ға ингән илдәрҙән НАТО менән Айырым Партнёрлыҡ планы ҡорған алты илдең берәүһе. Административ бүленеше. Ҡаҙағстан — унитар дәүләт булып тора. Административ яҡтан ул 14 өлкәгә бүленә; 2 ҡалаһы республика буйһонғанлығында тора. Дин. Ҡаҙағстан ерендә 75% мосолман, 25 % христиан. Баязит Бикбай. Баязи́т Ғаяз улы Бикба́ев () (9 ғинуар 1909 — 2 сентября 1968) — башҡорт шағиры, прозаик, драматург, Башкортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Биография. 1929 йыл педагогия техникумын тамамлай. Унан һуң “ Ленин юлы” Туймазы район гәзитендә яуаплы сәркәтиб булып эшләй. Өфөлә “Башҡортостан" гәзитендә бүлек мөдире. “Октябрь” журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт Дәүләт драма теәтрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара. Баязит Бикбай — шағир, драматург, прозаик һәм публицист. 1932 йылда беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер бер артлы “Урман артында”, “Яҡты ер” тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында,сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле фронтта була алмай. Шулай ҙа ул һуғыш йылдары ауазы булып яңғыраған шиғырҙарын яҙа. 1937 йылда Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре “Ҡарлуғас” яҙылып бөтә. Унан һуң “Ватан саҡыра”, “ Бер ғаилә балалары” бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнгән. Үлгәндән һуң 1970 йылСалауат Юлаев Премияһы тапшырылды. Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә Өфөлә вафат була. Ҡәбере Өфөнөң мосолмандар зыяратында. 0 (һан). Рәсәй мәктәптәрендә 0 нуль һанын, натураль һандарына керетмәйҙәр. Тулы һандарына керә formula_1 Тулы һан. formula_1 Ҡаҙ. Ҡыр ҡаҙы("Ала ҡаҙ, урыҫ. гуси")− өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон моронло эре һыу ҡошо. Йорт ҡаҙы ҙурлығында. Парлашып һәм күмәкләшеп йәшәйҙәр. Йорт ҡаҙына оҡшаған. Дөйөм төҫө көрәнһыу һоро. Түшенең аҫ яғында, ҡабырғаларында һәм ҡанаттарында нәҙек аҡ һыҙаттар бар. Ҡойроғоноң өҫтө һәм аҫты аҡ, осо ҡара. Суҡышы һәм күҙҙәре алһыу, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Тауышы көслө һәм яңғырауыҡлы: “ҡа-ғаңҡ”. Ҡамышлы ҙур күлдәрҙә, йылғаларҙа йәшәй. Үлән, орлоҡ, иген, һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында. 4-10 бөртөк аҡ йомортҡа һала. Ите һәм мамығы өсөн аулайҙар. Өйрәк. Өйрәк(" урыҫ. Утки")− аяғы, муйыны ҡыҫҡа, суҡышы яҫы, бармаҡ аралары ярылы өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған һыу ҡошо. Һуна өйрәк. Ата (уң яҡта) һәм инә Һуна өйрәк Һуна өйрәк (лат. Anas platyrhynchos) ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләхенә ҡараған ҡош. Был билдәле һәм киң таралған ҡырағай өйрәк. Ата һуна өйрәктең оҙонлоғо 62 см тирәһе, инәнеке - 57 см тирәһе, ауырлығы 1 – 1,5 кг-ға етә. Ата өйрәктең башы һәм муйыны йәшел, боғағы һәм түше ҡыҙғылт-көрән, арҡаһы һәм ҡорһаҡ яны һоро т өҫтә (арҡыры таптар менән). Инә өйрәктең төҫө ҡыҙғылт-көрән һәм ҡарараҡ таптар менән ҡапланған. Ҡорһағы һорғолт-көрән (булы таптар менән). Ата һәм инә өйрәктең ҡанаты күкһел-фиолет былып ялтырап тора. Ҡайһы ваҡыт ҡышларға йылы яҡҡа осмайҙар. Аҙ тоҙло йәки сөсө һыуҙарҙа йәшәй. Һуңғы ваҡытта байтаҡ ҡоштар ҙур ҡалалар тирәһендәге туңмаған һыуһаҡлағыстарында ҡышлайҙар. Һуна өйрәк кә кәсеп һунар һәм спорт хунары обьекты булып тора.. Һуна өйрәктән селекция ярҙамында әлеге выҡытта киң таралған өй өйрәктәре породаларын сығарғандар, ҡалғандары мускус өйрәгенән. Систематика. Беренсе тапҡыр һун өйрәген 1758-се йылда швед табибы һәм натуралисы Кард Линней «Тәбиғәт системалары» баҫылмаһында фәнни рәүештә тасурилаған. Линней яңылыш ата өйрәкте Anas boscas төрөнә («A. rectricibus intermediis (maris) recurvatis, rostro recto»), ә инә өйрәкте Anas platyrhynchos төрөнә («A. macula alari purpurea utrinque nigra albaque, pectore rufescente») индергән. Тышҡы ҡиәфәте. Ҙур ныҡ кәүҙәле, ҙур башлы һәм ҡыҫҡаҡ ҡойроҡло һыу ҡошо. Оҙонлоғо 51 – 62 см., ҡанат йәйеме 80 – 100 см, ата өйрәктең ҡанаты 27,5 - 30,6 см, инәнеке 25,2 – 28,5 см, ауырлығы 0.75 – 1.5 кг. Томшоғо киң, яҫы, ситендә мөгөҙсә пластиналар ныҡ үҫешкән. Ата һәм инә өйрәктең томшоғо төҫтәре менән айрыла. Ата өйрәктең (күгәлдең) нәҫел ҡалдырыу периодында томшоҡ төбө охра-оливка төсөндә, осонда – ҡуйы охра төҫө йәки һары, иң осонда яҫы ҡара «тырнаҡ» бар. Үҫеп ҙурайған һуна өйрәктәрҙең томшоҡ төҫө оливка төҫөнән алып ҡара-һоро була (сите оранжевый), әммә ҡайһы берҙә бөтөнләй оранжевый була ала. Инә өйрәктең томшоҡ төбөндә тиктәлә бер-нисә бәләкәс ҡара таптар була. Быраулау. Һыу табау өсөн вертикаль быраулау Рәсәйҙең Баш Раввинаты. Рәсәйҙең Баш Раввинаты (,) – Рәсәйҙәге юғары йәһүд дини ойошмаһы. Вәкиллектәре Рәсәй ҡалаларында күп, шул иҫәптән Өфөлә лә бар. Башҡортостандағы «Кохаф» йәһүд милли мәҙәни үҙәге шулай уҡ Рәсәйҙең Баш Раввинаты тарафынан ойошторолған. Ойошма башы – Рәсәйҙең Баш раввины Берл Лазар. Башҡортостанда Рәсәйҙең Баш Раввинаты вәкиле – раввин Дан Кричевский. Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы.. Ҡурсаулыҡ 2003 йылда республикабыҙҙың билдәле рәссамы, скульптор Ҡобағошов Өлфәт башланғысы менән төҙөлдө. Ҡурсауыҡ үҙ эсенә тарихи ауыл 1-се Кинйәабыҙҙың урынын, Кинйә мәмерйәһен һәм өс әүлиә ҡәбере булған зыяраттарҙы эсенә ала. Унда шулай уҡ легендар ҡойо, бошман ҡыпсаҡтарҙың изге ағасы иҫәпләнгән бер нисә быуатҡа тиң ғүмерле ҡарама ағасы ла ингән. Ер- һыу атамалары. Ғәзиз тауы- ҡаршылағы бейек тау. Ауылыбыҙҙың күренекле шәхесе Ғәзизйән Хәлилов ошо тау итәгенә йорт һалған. Өскисәр туғайы- ауыл янындағы туғайлыҡ. Өс ерҙә кисеп сыҡанға күрә шулай аталған. Ҡойоло түбә- был ҡалҡыулыҡтан шифалы шишмә ағып сыҡҡан. Хәҙер ул ҡороно. Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе. Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе — «Башҡортостан» Милли паркы биләмәһендә урынлашҡан мәмерйә, тәбиғәт ҡомартҡыһы. Башҡортостандың Мәләүз районында Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһында Нөгөш ҡасабаһынан 20-25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был Көньяҡ Уралдың иң ҙүр мәмерйәләренең береһе. Тәрәнлеге 116 м., киңлеге 20-гә 10 м., булған шахта менән башлана. 60 м тәрәнлектә һәм мәмерйәнең төбөнән төрлө яҡҡа юлдар һәм галереялар тарала, урыны менән лабиринттар осрай. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 9860м, майҙаны 52,2 мең кв.м., күләме 350 мең м., тәрәнлеге 130 м. Мәмерйәнең төбөндә Сумған йылғаһы ағып ята. Бик күп юлдар боҙланған. Юлдарҙың һәр береһе сталактаттарға, сталагмиттарға, сталагнаттарға бай. Мәмерйә эсендә кальцит быуалар, кеҫәләр (тупиктар), ҡыуышлыҡтар, хата «мәмерйә ынйылары»н да осратырға була. Мәтрүшкә. Мәтрүшкә ("ҡара мәтрүшкә, мәтрүш";,) - күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см, июль- сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата, август- сентәбрҙә -емеше өлгөрә. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Башҡортостанда киң таралған. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе. Аҫҡын боҙ мәмерйәһе — Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙ майҙаны һәм боҙ сталагмиттары менән айырылып торған мәмерйә. Был мәмерйә Архангель районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 м бейекклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Мәмерйәгә инеү урыны бейек избиз ҡаяның 5 м тәрәнлегендә 15 м киңлегендәге соҡоронда урынлашҡан. Аҫҡа табан 20 м оҙонлоғондағы боҙло шырғалаҡ ауышлыҡ алып төшә. Мәмерйәнең оҙонлоғо 104 м, киңлеге 40-60 м һәм 12-26 м бейеклегендә көмбәҙ түбәле залы бар. Иҙәне боронғо боҙ ҡатламы менән ҡапланған. Иҙәнендә йыл һауын 7-10 эре һәм хасапһыҙ ваҡ боҙ сталагмиттары үҫеп сыға. Мәмерйәлә ҡайтауаз яңғарап тора. Был мәмерйәне беренсе булып 1902 йылда геолог Л. Конюшевский таусирлап яҙған. 1924-1926 йылдарҙа Г.В. Вахрушев һәм В. Петров ентекләберәк тикшерә. Киндерле мәмерйәһе. Киндерле мәмерйәһе () —Көньяҡ Уралда оҙонлоғо буйынса икенсе урында торған мәмерйә. Ул Ғафури районының «Еҙем» тәбиғәт паркы биләмәһендә, Таш-Аҫты ауылынан 5 км йырыҡлыҡта Еҙем йылғаһының уң яҡ ҡушымтаһы Киндерле йылғаһының тамағында урынлашҡан. Мәмерйә юғары Левон эзбизташтарында өңөлгән дүрт ҡатлы горизонталь юлдар галереялар систамаһын хасил итә. Мәмерйәгә ингән урында 720 кв. м. майҙанды боҙ ҡатламы биләп тора, уның оҙонлоғо 720 м, ҡалынлығы 8 м-ға етә.Боҙ өҫтөнән төрлө ҡиәфәттәге сталагмиттар ҡалҡып тора. Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо 8130 м (шуның 230 м һыу аҫтында), күләме 229600 куб.м, иҙәненең майҙаны 39400 кв.м., юлдарының уртаса киңлеге 5,4 м, бейеклеге 7,1 м. Киндерле Уралдың иң тәрән мәмерйәһе. Уның амплитудаһы 215 м. Мәмерйәгә инеү урыны трапецияға оҡшаған. Ерле халыҡ был мәмерйәне тирә яғында киндер үҫкәнгә күрә Киндерле тип атаған. Мәңгелек боҙлоғонда йәйен ит һаҡлағандар. Тәү башлап мәмерйәне 1974 йылда А. Андреев етәкселегендәге Стәрлетамаҡ спелеологтары тикшерә. Фашист Германаяһын еңеүҙең 30 йыллығына Киндерле мәмерйәһен Башҡортостан туризм экскурсиялар өлкә советы экспедицияһы ентекләберәк өйрәнеп «Еңеү мәмерйәһе» тигән яңы исем бирә. Еҙем тәбиғәт паркы биләмәһендә барлығы 67 мәмерйә булыуы билдәле. Мөхбир. Мөхбир, Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире ("Известия башкирского областного бюро") — Зәки Вәлиди нигеҙ һалған, Февраль революцияһынан һуң башланып киткән милли-азатлыҡ хәрәкәте гәзите. Тәүге һаны Ырымбурҙа 1917 йылдың 14 июнендә сыға. Гәзит 1917—1918 йылдарҙа башҡорт хәрәкәттәрен ооштороуҙа, I Башҡорт съездын әҙерләүҙә ойоштороусы була. Гәзиттә Зәки Вәлидиҙең «Башҡорттар алдында торған эштәр» тигән ҙур ғына мәҡәләһе урын ала. Ул башҡорт халҡы үҙ ерендә юғалып бара, Милли хәрәкәттең асылын һәм бурыстарын аңлата; ер, мәғариф,аҡса мәсьәләләрен йүнәлтеп, башҡорт халҡының юғалтҡан байлығын кисекмәҫтән ҡайтарып алырға һәм башҡорт дәүләте төҙөүгә саҡыра. Гәзит Мәскәүҙә үткән I Мосолман съезы ҡарары менән башҡорт делегацияһы риза булмауы тураһында, I Башҡорт съезына әҙерлек тураһында мәғлүмәт бирелә. Бер айҙан, 15 июлдә, II Башҡорт съезы алдынан гәзит исеме «Башҡорт» тип үҙгәртелә. 1918 йылда, Ырымбурҙы ҡыҙылдар алғас, Мосолман комиссариаты ла «Мөхбир» исемле гәзит сығара. 1918 йылдың февралендә Ырымбур Ваҡытлыса Революцион комитеты Башҡорт Шураһы ағзаларын ҡулға ала. Гәзит сығарыу туҡтатыла, типография конфискациялана. Гәзит 1918 йылдың 6 июнендә Силәбе ҡалаһында Т. Ғисмәти һәм Ғ. Сөләймәнов редакцияһында, «Урал» типографияһында сыға башлай. 1918 йылдың июлендә Ырымбур ҡабат аҡтар һәм аҡ чехтар ҡулына күсә. Вәлидов хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға күсә. Бында «Башҡорт» гәзите менән берлектә «Башҡорт тауышы» гәзите сыға. 20 августа «Башҡорт тауышы» «Башҡорт хөкүмәтенең теле» исеме менән баҫтырыла, «Башҡорт» гәзите сығыуҙан туҡтатыла. Әҙәбиәт. Я н а б и Т. Башкирская периодическая печать. 1919–1929 гг. // Десять лет на культурном фронте: Сб. ст. Уфа. 1929; П а в л о в В. А. Крах буржуазной прессы Урала 1917 года // Вопросы истории печати. Свердловск, 1974 Ожмах. Йәннәт-ожмах йорто. Зиннәтле һарайҙар, емешле баҡсалар менән тулы. Һәр ерендә шәрбәтле һыулы шишмәләр ағып торалыр.Унда әҙерләнгән хөрмәт һәм ниғмәттәрҙе яҙып бөтөрөү мөмкин түгел. Унда эләккән изге кешеләр донъяла һис кемдең күрмәгән, ҡолағы ишетмәгән ләззәтле ниғмәттәр һәм хөрмәт менән ҡылынасаҡтар. Ожмах- мәңгелек йорт. Унда кешеләр һис үләсәк түгел. Һәр береһе ҡайғы, ауырыу, хәсрәт, һыҙланыу,уңайһыҙлыҡтар, күңелһеҙлектәр кеүек хәләлдәрҙән даимән әмин буласаҡтар. Ожмахҡа кергән кешеләр бар заманда Аллаһы тәғәләнең нурын күрәсәктәр. Тамуҡ. Тамуҡ - йәһәннәм йорто. Кеше үлгәс, уның йәне йәшәй торған урындарҙың береһе. Ҡөрьәндә ул "ут", "ялҡын", "упҡын" кеүек синонимдар менән дә аңлатыла.Бәндәне төрлө яуызлыҡтарҙан тыйылып тороу өсөн ҡыямат көнө, сират күпере, ахрызаман алдынан Маһди килеү, тамуҡ һәм ожмах тураһындағы өйрәтеүҙәр бик ентекле эшләнгән. Унда кергән кешеләр ут менән башҡа ғазаптар илә ғазаб ҡылынасаҡтар. Бәләбәй районы. Бәләбәй районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бәләбәй ҡалаһы. Районда 40534 кеше йәшәй. Балаҡатай районы. Балаҡатай районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Балаҡатай ауылы. Районда 21277 кеше йәшәй. Белорет районы. Белорет районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Белорет ҡалаһы. Районда 41809 кеше йәшәй. Бишбүләк районы. Бишбүләк районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бишбүләк ауылы. Районда 27479 кеше йәшәй. Бөрө районы. Бөрө районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бөрө ҡалаһы. Районда 18070 кеше йәшәй. Благовар районы. Благовар районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Языков ауылы. Районда 26009 кеше йәшәй. Благовещен районы. Благовещен районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Благовещен ҡалаһы. Районда 15322 кеше йәшәй. Бүздәк районы. Бүздәк районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бүздәк ауылы. Районда 29955 кеше йәшәй. Борай районы. Борай районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Борай ауылы. Районда 25982 кеше йәшәй. Ғафури районы. Ғафури районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Красноусол ауылы. Районда 35605 кеше йәшәй. Дыуан районы. Дыуан районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәсәғүт ауылы. Районда 31738 кеше йәшәй. Дүртөйлө районы. Дүртөйлө районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Мәсәғүт ауылы. Районда 33164 кеше йәшәй. Йәрмәкәй районы. Йәрмәкәй районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Йәрмәкәй ауылы. Районда 16563 кеше йәшәй. Иглин районы. Иглин районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Иглин ауылы. Районда 48873 кеше йәшәй. Ҡара ҡарлуғас. Ҡара ҡарлуғас(,) — ҡыйғас ҡара ҡанатлы, аса ҡойроҡло, кәйелеп шәп оса торған ҡош. Сыйырсыҡтан бәләкәйерәк. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ергә ҡунмайынса, бөтә ваҡыттарын һауала үткәрәләр. Ҡанаттары тар һәм оҙон, артҡараҡ ҡайылып тора. Ғойроғо бер аҙ ярылған. дөм ҡара, тамаһы һарғолт аҡ. Башҡа ҡарлуғастарҙан төҫө тигеҙ ҡара булыуы менән айырылып тора.Сырылдаҡ тауыш сығара: "сриии-и-и, срии-и" Ояһы ҡая таштарҙа, кәрниздәрҙә, ағас ҡыуыштарында була, ҡара балсыҡтан һылап эшләй. Ояһының төҙө буй-ала. Ҡанатлы бөжәктәр менән туҡлана, уларҙы һауала ғына тота. Һыуҙы ла осоп барышлай ғына эсә. 2-3 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә. Фытыр. Рамаҙан айы аҙағында, йәки Ураҙа ғәйете көнө бирелә торған важиб саҙаҡа. Фытыр өсөн һәр кеше башынан, байлығы уртаса булған кешегә 4 ҡаҙаҡ бойҙай йә 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡ кешеләргә 4 ҡаҙаҡ тирәһе хөрмә йә 8 ҡаҙаҡ самаһы йөҙөм биреү тейеш. Ошолар урынына аҡсалата биреү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә бойҙайҙы бер бото хаҡы бер һум булһа, 10 тин тейеш(кафия). Әгәр ҙә ҡатыны. балалары бай булһалар, фытыр уларҙың үҙҙәренә важиб булыр.Әгәр ҙә ярлы булһалар һис кемгә важиб булмаҫ. Һары томбойоҡ. Һары томбойоҡ (Кубы́шка жёлтая (Núphar lútea) — күп йыллыҡ, һыуҙа үҫкән ағыулы үлән үҫемлек. Тамырһабағының оҙонлоғо 10 метрға етә. Июнь- июль айҙарында һары сәскә ата, август- сентябрҙә орлоҡтары өлгөрә. Һары томбойоҡ күл, быуаларҙа, бик әкрен аҡҡан йылғаларҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Халыҡ медицинаһы. Дауалау өсөн һары томбойоҡтоң тамырһабағы, япрағы һәм сәскәһе ҡулланыла. Уларҙың составында алкалоидтар,танин, минераль тоҙҙар һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.Сәскәһендә бынан тыш гликозид табылған. Тәһәрәт. Тәһәрәт -ул тәндең айырым урындарын һыулап һөртөү. Пәйғәмбәребеҙ СҒС:"Кеше тәһәрәт алған саҡта ҡулдарын йыуғанда- уның ҡулдары ярҙамында эшләнгән гонаһтары ярлыҡаныр, битен йыуғанда - күҙҙәре менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, башын һыулап һөрткәндә- ҡолаҡтары менән эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр, аяҡтарын йыуғанда- аяҡтары ярҙамында эшләгән гонаһтары ярлыҡаныр", типәйткән.(Мөслим Тирмизи хәҙис йыйынтыҡтарынан). Тәһәрәт алғанда ошо хәҙитсте иҫтә тоторға кәрәк. Тәһәрәттең фарыздары. 2.Ҡулдарҙы терһәкә тиклем бер тапҡыр йыуыу. 3.Баштың дүртән бер өлөшөн һыулап һөртөү. 4.Аяҡтарҙы шайтаншыҡ(сираҡ) һөйәктәренә тиклем бер тапҡып йыуыу. Ошо ғәмәлдәрҙең береһе генә үтәлмәһә лә тәһәрәт дөрөҫ булмай. Тәһәрәт алғанда нимәләр эшләргә кәрәкмәй. 2. Һыуҙы саманан тыш аҙ тотоноу. 3.Биткә һәм тәндең башҡа әләштәренә һыуҙы сайпып һөртөү. 7.Тәһәрәт алған саҡта,сәбәпһеҙ икенсе кеше ярҙамы менән файҙаланыу. Тәһәрәттең сөннәттәре. 4.Тештәрҙе мисүәк менән йәки бармаҡ менән йыуыу. 5.Тәһәрәт ғәмәлдәрен тиҙ- тиҙ бер бер артлы башҡарыу. 6.Ҡул менән ышҡып тәһрәтләнеү, һыулап ҡына сығырға түгел. 8. Танауға өс тапҡыр һыу алып һенгереү. 9. Тндең һәр өлөшөн өсәр ҡат йыуырға. 10. Барыһын да иң беренсе уң яҡтан башлау. 11. Ҡул- аяҡтарҙы йыуғанда бармаҡтарҙан башлау.Бармаҡ араларын йыуыу. 12. Һаҡалдарҙы ентекләп йыуырға. Бармаҡтар менән тарарға. Тәһәрәтте нимә боҙа. 1.Тәндең берәй өлөшөнән ҡан, эрен, йәки яранан һүл аҡһа(улар ағып китһә) 3. Оло ярау, кесе ярау һәм газдар бүленеп сығыуы. Тәһәрәт алыу кәрәк осраҡтар. 4. Хаж ҡылған саҡта, Ҡәғбә тирәләй тәүаф ҡылыр өсөн. 5. Ҡөръән китабын ҡулға алыр алдынан. Хәлифә. Хәлифә(ғәрәпсә пәйғәмбәрҙең урынбаҫары, эшен дауам иттереүсе, вариҫ)- Ислам дине киң таралған феодал һәм капиталистик илдәрҙә дәүләт башлығы титулы, идара итеүсе, хөкөмдәр, хаким. Мөхәммәт(СҒС) вариҫтарынан Әбү Бәкер, Ғүмәр, Ғосман һәм Ғәли беренсе хәлифәләр булалар. Улар сәйәси власты ла ҡулдарында тоталар. Фикыһ тап ана шундай власты алға һөрә һәм идеаллаштыра. Шәриғәт. Шәриғәт(ғәрәпсә бойроҡ.күрһәтмә, закондар)-мосолмандарҙың дини ҡанундар йыйылмаһы.Ҡөръәнде өйрәнеү-тәфсир фәнен, ә хәҙистәрҙе өйрәнеү Сөнәне тыуҙырған кеүек, дини әҙәбиәттең ошо ике тармағы нигеҙендә дин белеме теология(Ҡаләм) һәм хоҡуҡ белеме- фикх барлыҡҡа килә. Фикх- дөйөм белеү тигәнде аңлатһа ла, һуңғы осорҙа "дини закондарҙы белеү" мәғәнәһенә тап килә. Хәйер, шәриғәткә дин белеме лә, хоҡуҡ белеме лә туплана, уның өлөштәрен тәшкил итә. Шәриғәт төп дүрт сығанаҡҡа-Ҡөръәнгә,Сөннәгә, Ижмағҡа һәм Ҡыясҡа нигеҙләнеп эшләнгән. Бына ошо сығанаҡтарҙы өйрәнү һәм файҙаланыуҙа уларҙың ҡайһыһына күберәк өҫтөнлөк бирергә тигән һорау тыуа. Аллаһ исеме менән эшләнгән шәриғәт закондары һәм шул осорҙағы тәҡдимдәр ошоғаса үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә суд-хөкөм эштәрендә уларҙы әле лә иҫәпкә алалар. Шәриғәт әлегәсә йәелк һәм йәнһеҙ мөлкәткә хосуси милекселекте Аллаһ исеме менән законлаштыра. Шәәәриғәттә шулай уҡ намаҙ, тәһәрәт, ураҙа, зәкәт, хаж, һәм йыһат(жихад) турында тулы күрһәтмәләр бар. Ябыҡ орлоҡлолар. Сәскәле үҫемлектәр йәки ябыҡ орлоҡлолар(, йәки "Angiospermae"  — сосуд,) Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм орлоҡтан үрсеүе менән айырыла. Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр. Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын төрө билдәле. Шулай уҡ әлеге көнгә хәтле яңынан -яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр. Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә. Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр. Ғаиләләр. Әүернә сәскәлеләр1. Әүернә сәскәлеләр - 3000-гә яҡын төрө бар, бер һәп күп йыллыҡтар, бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә, сәскәләре бөтәһе лә әүернә(крест) һымаҡ. Сәскәләре тәлгәш, емештәре пәрҙәле ҡуҙаҡ. Күбеһе культуралы үҫемлектәр(кәбеҫтә,һыйыр шалҡаны, торма, редис, шалҡан, турнепс, горчица,керән, левкой). Сүп үләндәре лә бар(тиле шалҡан,тиле торма, ярут, көтөүсе муҡсаһы, ҡаҡы, еҫлҫ тиле торма). Ҡайы берҙәренән май һығалар. 2.Роза сәскәлеләр- 2000 самаһы төр инә. Улар араһында ағастар, ҡыуаҡтар һәм үләндәр бар. Емеш ағастарынан алмағас, груша, сейә, слива, һары сейә, персик, абрикос,миндаль, муйыл, миләш киң билдәле.Декоратив ҡыуаҡтар: гөлйемеш, энәлек, спирея. Үҫемлектәр: эт табаны, тура һабаҡлы ҡаҙ үләне, ҡыҫыр сәскә, аҡ селек. сәскәләре бер-береһенә оҡшаш-сәскәләре дөрөҫ формала. сәскә төбө киң,каса һымаҡ. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы, ул 5 каса һәм 5 таж япраҡсаларынан тора. Күбеһенең һеркәстәр күп була. 3. Ҡуҙаҡлылар- 12 меңдән ашыу иҫәпләнә. Бер йыллыҡ, ике йыллыҡ үҫемлектәр, шулай уҡ ҡыуаҡтар, ағастар ҙа бар. Культуралы ҡуҙаҡлылар: борсаҡ, фасоль, соя,мал борсағы,люпин. Декоратив үҫемлектәр: һары акация,глициния,хуш еҫле кәрешкә.Улар тышҡы яҡтан бер - береһенә бик аҙ оҡшаған. Уларҙың ҡуҙаҡтары булғанға ошо ғаиләгә берләштергәндәр. 4.Эт ҡарағаты һымаҡтар- 2000-гә яҡын төр. Улар хужалыҡта мөһим һаналалар. Аҙыҡ үҫемлектәр: картуф, помидор, баклажан. Декоратив үҫемлектәр: гибридлы петуня, хуш еҫле тәмәке. Дөйөм билдәләре: сәскәләренә ҡушылып үҫкән 5 япраҡсалы каса, ҡушылып -ҫкән 5 япраҡсалы таж, 5 һеркәс, 1 емешлектәре бар. Улар араһында ағыулы үҫемлектәр бар: ҡара тилебәрән, ҡаразирә, эт еләге. 5.Ҡатмарлы сәскәлеләр-25 мең самаһы төр. Көнбағыш, астра, георгин, тырнаҡ гөл, хризантема, зәңгәр сәскә, ромашкалар, бәпембә, үгәй инә үләне һ.б. Кәрзинкә сәскәлек. Сәскәлектә бик күп һанда ваҡ сәскәләр бар. Сәскәләрҙең ике ҡат сәскә эргәлеге бар. Ләкин касаһы йә нәсәр үҫешкән, йә касалар урынына ярыларҙан торған өлтөк була. Күп кенә үҫемлектәрҙең орлоғонда осҡостары була. Улар ел ярҙамында таралалар. 6. Ләлә сәскәлеләр- киң таралған, 3 меңдән ашыу төр. 7. Ҡыяҡлылар- был ғаиләгә бик күп үҫемлектәр керә. Тамыр системаһы суҡ, һабаҡтары быуынлы, яараҡтары ҡыяҡ. Япрағы тар, оҙон, паралель һеңерсәле һәм оҙон еңсәле. Сәскәләрендә ике сәскә ҡабығы, ике сәскә ярыһы, өс һеркәс һәм ике емешлек ауыҙы була, бер йөнтәҫ ултырма емешлек бар. Емештәре- бөртөксә. Ҡандракүл (күл). Ҡандракүл () — Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, ҙурлығы буйынса Асылыкүлдән ҡалыша икенсе урында булған күл. Туймазынан 25 км көньяҡ-көнсығышта, Башҡортостандың урман-дала зонаһында урынлашҡан. Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Төньяҡ һәм көнсығыш ярҙары һөҙәк, ҡомло. Күлдең тәрәнлеге урыны-урыны менән 15,6 м. Күлгә ҡойған да, ағып сыҡҡан да йылға юҡ. Күлде һыуға яуым-төшөм, ағып төшкән шишмәләр туйынлыра. Күл уртаһында утрау бар. Күлде өс яҡтан тауҙар уратҡан. Көньяҡта Гөлбикә менән Ҡыҙылтау. Уларҙың ярҙары текә. Күл дә, тирә яғы ла, утрау ҙа үҫемлектәргә, ҡош-ҡортҡа бай. Күлдең һыуы саф, үтә күренмәле, йомшаҡ. Химик составы буйынсамагний төркөмөнең сульфат классы сульфат-натрий тибына ҡарай. Яп буйында ял йорттары урынлашҡан. Төньяҡ яры буйлап автомобиль юлы үтә. Мосолман байрамдары. Мосолман байрамдары- мосолмандар байрам иткән байрамдар. Ислам динендә 13 байрам телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары-Ураҙа ғәйете һәм Ҡорбан ғәйете.Улар Мөхәммәт СҒС ваҡытынан уҡ байрам ителә. Байрамдар ай календары буйынса үткәрелә. Ураҙа байрамы. Ғәрәпсә Ғәйдел Фитыр көнө тип йөрөтөлә. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң өс көн байрам ителә. Байрамдың башы Шәүүәл айының беренсе көнөнә тура килә. Был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләйҙәр. Рамаҙан иң изге ай- сөнки был айҙа Ҡөръән китабы иңдерелә башлаған.Мәтдт мөмкинселектәре булған мосолмандар ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фытыр саҙаҡаһы бирә. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киска ашҡа, Ифтарға(ауыҙ асырға) йыйыу йолаһы бар. Ҡорбан ғәйете. "Төп мәҡәлә" Ҡорбан байрамы Ҡорбан байрамы Зөлхиззә айының 10-сы көнөнә тура килә. Ул ураҙа байрамынан һуң 70 көн үткәс билдәләнә һәм өс көн дауам итә. Был көндө мөсолмандар иртүк тороп төркөм-төркөм йыйылып "Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр" тип тәҡбир әйтеп, юлда туҡтай - туҡтай мәсеткә йүнәлә. Унда ғәйет намаҙы уҡыйҙар.Аллаһы тәғәләнән ярлыҡау һорайҙар. Мосолмандар был көндө махсус намаҙ уҡырға һәм күңелдәрен Аллаһыға йүнәлтергә тейештәр. Ҡәғбә храмын төҙөгән Ибраһим бәйғәмбәр Ябраил фәрештәнән "ҡара ташты" алғас, үҙенең Аллаһыға бирелгәнен күрһәтеү өсөн, улы Исмәғилде Ҡорбан итмәксе була(37, 97-110 аяттар). Ләкин шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә, фәрештә аша бәрән ебәреп, уның улын ҡотҡара. Ғәрәфә көнө. Ҡорбан байрамынан алдағы көн. Мосолмандар өсөн был изге һәм мөбәрәк көн иҫәпләнә. Был көндө, йәғни Зөлхиззә айының 9-сы көнөндә улар Мәккәгә Ғәрәфәт тауы итәгенә күмәкләшеп намаҙ уҡырға йөрөй торған булғандар. Һижриәт көнө. Икенсе төрлө күсеү көнө тип йөрөтөлә. Был көн сәфәр айының 26-сы көнөндә билдәләнә. Ислам диненең сөнни мәзхәбендәге мосолмандар, 13 йыл буйы Мәккә кешеләрен ислам диненә өндәгәндән һуң, ошо кистә хәҙрәти Рәсүл СҒС, хәҙрәти Әбүбәкер менән бергәләшеп, Мәҙинәи Мөкәрәмәнәнән сығып, Мәҙинәи Мөнәүәрә ҡалаһына барып еткәндәр.Ошонан һуң Ислам дине тиҙ арала тарала башлай, көсәйеп китә. Шуға күрә мосолмандар был көндө мөбәрәк күрәләр. Әммә Шиғый мәзһәбендәге мосолмандар был көндө байрам итмәйҙәр. Мәүлид байрамы. Ғәрәпсә тыуған көн мәғәнәһендә. Рәбиғүл әүәлдең 12- се кисендә ҡояш байыу менән башлана.Был бөтә мосолмандарының донъя һәм әхирәт сәғҙәттәренә сәбәп булған Мөхәммәт СҒС тыуған көнө. Ул миләди йылы менән 570 йылдың 27 апрелендә Мәккәи Мөкәрәмәлә Ҡорайыш ҡәбиләһенең ярлы шим ырыуында донъяға килә.632 йылда вафат була.Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә бәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр. Һәр кем салауат әйтә. Миһраж кисәһе. Ғәрәпсәнән ауҙарһаҡ, Миһраж- юғарыға күтәрелеү, күккә ашыу тигәнде аңлата. Ҡөръәндең 17 сүрәһендә әйтелгәнсә Мөхәммәт СҒС уяулы - йоҡоло килеш ятҡанда яҡтылыҡ баҫҡысы буйлап Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшергә күккә ашҡан. Шул ваҡиғаны иҫтә ҡалдырыу йөҙөнән мосолмандар рәжәп айының 27-се кисендә миһраж үткәреүҙе ғәҙәткә индергәндәр Рәғәиб кисәһе. Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кискә тура килә. Ошо кисте Мөхәммәдтең СҒС атаһы хәҙерәте Ғабдулла менән әсәһе хәҙрәти Әминә никахлашҡандар һәм беренсе тапҡыр күрешкәндәр. Бәрәәт кисәһе. шәғбан айының 15 -се көнөнә тура килә. Изге кисә 14-се шәғбанда ҡояш байығас та башлана. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә. Ғәшүрә көнө. Ғәшүрә көнө мөхәррәм айының 10 көнөндә байрам ителә. Мөхәммәт бәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡандар, изге ғәмәлдәр ҡылғандар. Ҡәҙер кисе. Рамаҙан айының 26-сы көнөндә байрам ителә. МөхәммәдкәСҒС Ҡөръән аяттары Аллаһынан ошо кистә иңдерелә башлаған тип аңлатыла. Уның изгелеге шунан килә. Хәҙерәте Рәсүл СҒС,ҡәҙер кисендә тәүбә ҡылған кешенең барлыҡ гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡар, тип әйтеп ҡалдырған.Сөнки был кистә изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була. Шуға күрә мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрәләр. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, доға ҡылыу, Ҡөръән уҡыу ойошторола. Тәшриҡ көндәре. Ҡорбан ғәйетенән һуңғы өс көндө, йәғни, зөлхиззәнең 11,12,13- сө көндәрен Тәшриҡ көндәре тип атайҙар. Былар изге көндәр. Ғәрәфә көнөнөң иртә намаҙынан алып тәшриҡ көнөнөң икенде намаҙына ҡәҙәр, йәмәғәт намаҙынан һуң мосолмандар һәр урында ҡысҡырып "тәҡбир тәшриҡ" әйтәләр.Йәғни Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәрен ололайҙар Лира Фәйзуллина. Фәйзуллина, Лира Фәхри ҡыҙы – башҡорт радиоһының тәүге дикторҙарының бере, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы. 1936 йылда Ғафури районының Сәйетбаба ауылында донъя күрә. Шул уҡ райондың Үтәк ауылында уҡытыусы булып эшләй. 1956 йылда Өфөлә башҡорт радиоһы һәм телевидениеһы булдырыла тигән хәбәр ишетеп, үҙен диктор булараҡ һынап ҡарарға ҡалаға килә. Тиҙҙән уҡ уның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға яңғырай ҙа башлай. Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый; күренекле совет дикторҙары - Юрий Левитан, Ольга Высоцкая, Людмила Кайгородоваларҙан һөнәр оҫталығын өйрәнә. Өфө сәнғәт училищеһында Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжевтан сабаҡ ала. 40 йылдан ашыу диктор булып эшләй; тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡорт теленә дубляж яһауҙа ҡатнаша. Рәсүлә Кәримова, Әхәт Мортазин кеүек дикторҙар менән бер рәттән, уның тауышы тиҫтәләгән йылдар буйына көндән-көн Башҡорт радиоһын танытып торған тауыш булып тора. Шулай уҡ оҙон көй башҡарыусыһы булараҡ билдәле. Әлеге ваҡытта Лира ҡыҙы хаҡлы ялда, тормош иптәше Рәүил ағай менән тормош күрә. Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы. Күк-Ҡарауыҡ () — Башҡортостандың Ишембай районы Маҡар ауылынан 7 км ситтә урынлашҡан шарлауыҡ. Шарлауыҡ Һикәҙе йылғаһына ҡойған Ҡуҡрауыҡ йылғаһында бейек ҡаялар, ҡара умандар араһында урынлашҡан. Яҙғы ташҡындар ваҡытында шарлауыҡ бар үҙәнде тыуышы менән тултыра, йәй айҙарында тынып та ҡуя. Шарлауыҡ 10-12 м торған бер нисә һикәлтәнән тора. Тирә яғындағы тауҙа йүкә, ерек, ҡарама, ҡайын ағастарынан торған урман үҫә. Ҡаяларҙа бер нисә ваҡ мәмерйә бар. Ҡуҡрауыҡ һәм Һикәҙе йылғалары бер нисә урында ер аҫтына төшөп юғалған урындар бар. Һикәҙе, Ҡуҡрауыҡ йылғалары буйлап борон Стәрлетамаҡ—Белорет тракты үткән. Уның күперҙәре әле лә һаҡланып ҡалған. Һикәҙе йылғаһы ярында Кәлимосҡан тигән бейек ҡаяла Салауат Юлаев мәмерйәһе бар. Әммә бына ҡасандар Салауат Юлаев булып киткән урын түгел, «Салауат Юлаев» фильмын төшөргән урын. Кәлимосҡан ҡаяһы. Кәлимосҡан ҡаяһы — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡая. Кәлимосҡан ҡаяһында Салауат Юлаев мәмерйәһе. Был ҡая "Салауат Юлаев мәмерйәһе" менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡоартҡаһы тип иғлан ителде. Был мәмейәлә Салауат Юлаев бер ҡасанда булмаған, был урында "Салауат Юлаев" фильмы төшөрөлгән. Ысын Салаут Юлаев мәмерйәһе Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан. Урыны: Маҡар ауылы, Маҡар урман хужалығы, Шихан лесничествоһы, 46-сы квартал. Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәбәтенә үпкәләп ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан килә. Ҡорғаҙаҡ шишмәһе. Ҡорғаҙаҡ шишмәһе — Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ ярында, Ҡаратау армыттарында, Янғантау курортынан 3 км алыҫлыҡтағы минерал шишмә. Дебит миҡдары 100-125 с/сек. Һыу температураһы даими (16-16,5С), ҡышын да туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан. Сотавы: гидрокарбонатналы, магний-кальцийлы (НСО3 84-87 экв%, Са 57-60 экв%, Мg 34 экв. %), өс валентлы мышьяк кислотаһы (3,9 мг/л). Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Ҡаратауҙың ер аҫты һыуҙары иҫәбенә йәшәй. Ҡашҡабаш. Ҡашҡабаш (,) — тартай һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булиаған һыу ҡошо. Евразия, Төньяҡ Америка, Австралияла киң таралған. Тотош ҡара төҫтә, аҡ суҡышы һәм маңлайындаға аҡ табы менән башҡа ҡоштарҙан айырыла. Был ҡош яҡшы сума, йөҙгәндә башын һәм ҡойроғон бәүелтеп йөҙә. Осҡанда һыу өҫтөнән ауыр күтәлелә, аяҡтары һыуҙы ярып бара. Һулҡылдап илаған тауышҡа оҡшаған тауыш сығара. Йылға буйҙарында, күлдәрҙә, ҡамыш һәм үлән баҫҡан яр буйҙарында йәшәй. Үлән, тамыр-томор, ваҡ балыҡтар, һыу бөҗәктәре менән туҡлана. Ояһын һыуҙа ҡамыш төптәрендә ҡора. Аҙан. Аҙан(– "иғлан итеү, саҡырыу") мосолмандар өсөн фарыз һаналған биш ваҡыт намаҙың һәр ҡайһыһының башланыу ваҡытын белдереү. Аҙанды мөәзин () – аҙан әйтеүсе әйтә. Ҡатын-ҡыҙҙар аҙан әйтмәй. Аҙан ҡысҡырып, һуҙып әйтелә. Аҙандың әйтелеше. Әшһәдү әл-ләә иләәһә иллаллааааһ - 2 тапҡыр Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр - рәсүлүл лаааһ - 2 тапҡыр Хәййә ғәләс саләәәһ - 2 тапҡыр Хәййә ғәләл - фәләәәх - 2 тапҡыр Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр Иртәнге намаҙға саҡырғанда "Хәййә ғәләл фәләәәх" тигәндән һуң "Әс саләәтү хәйрум минән нәүм" тип 2 тапҡыр әйтеп өҫтәргә кәрәк. Аҙан әйткәнде ишеткәс әйтелә. Аҙанды ишеткән кеше "Хәййә ғәләс саләһ" тигәнгә тиклем, аҙан һүҙҙәрен үҙ алдына йәки эстән генә мөәзин артынан ҡабатлап барырға тейеш. "Хәййә ғәләл - фәләх" тигәндә" Ләә хә-лә үә ләә ҡуүәәтә илләәәһ", - тип әйтергә. Аҙан доғаһы. Аллаһүммә раббә һәәҙиһид - дәғүәтит - тәәммәти үәс -саләәтил - ҡаааимәһ. Әәти Мүхәммәдәнил - үәсииләтә үәл - фадыыләтә үәд -дәражәтәл - ғәәлийәтәр - раафиғаһ. Үәбғәҫһү мәҡаамән - мәхмүүдәнил - ләҙии үәғәттәһ. Үәрзүҡүнәә шәфәәғәтәһү йәүмәл - ҡыйәәмәһ. Иннәкә ләә түхлифүл мииғәдд Ҡамәт. Ҡамәт (ғәрәпсә إقامة‎‎) — Исламда фарыз намаҙы алдынан уҡылыусы, аҙанға оҡшаған һүҙҙәр. Айырма шунда, ҡамәт аҙан кеүек һуҙып әйтелмәй, шәп- шәп итеп әйтелә. Ул фарыз намаҙҙары йәмәғәт менән уҡыр алдынан әйтелә. Ир - егеттәр әйтә. Яңғыҙ уҡыған осраҡта ла ҡамәт әйтеү хәйерле. Әммә ҡатын - ҡыҙҙар әйтмәҫтәр. Әшһәдү әл-ләә иләәһә иллаллааааһ - 2 тапҡыр Әшһәдү әннә Мүхәммәдәр - рәсүлүл лаааһ - 2 тапҡыр Хәййә ғәләс саләәәһ - 2 тапҡыр Хәййә ғәләл - фәләәәх - 2 тапҡыр Ҡаде ҡамәтис - саләәһ - 2 тапҡыр Ләә иләәһә илләллаааһ - 1 тапҡыр Ҡаде ҡамәтис - саләәһ тигәндә, имам ыңғайына тәҡбир әйтеп, намаҙ уҡырға тотоноу мөхтәсәб. Имам. Имам – Исламда мосолмандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуына етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусы. Мәҙинәлә мосолман йәмғиәте ойошҡан ваҡытта (622 - 632 йылдар) имам вазифаһын Мөхәммәд СҒС үҙе башҡарған. Шәриғәт буйынса имам вазифаһын намаҙ тәртибен белгән бәлиғәт йәшенә еткән мосолман башҡара ала. Суфыйсылыҡ. Суфыйсылыҡ-(ғәрәп. صوف‎‎) — йөн[1] йөн туҡыма, йөн туҡыманан әҙерләнгән кейем кейеүсе) -Ислам динендәге аскетизм(Зөһәдселек) йүнәлеше. Суфыйсылыҡ 9-сы быуаттарҙа түбәнге ҡатламдарҙа социаль тигеҙһеҙлеккә, аристократияның, ҡала байҙарының, феодаль йәмғиәттең хакимлыҡ итеүсе ҡатламына яҡын тороусы руханиҙарҙың ҡомһоҙлоҡтарына, кәйеф- сафа ҡороуҙарына, зиннәтле тромоштарына ҡаршы йүнәлдерелгән хәрәкәт. Билдәләмә. Суфыйҙарҙаң беренсе общиналары 800-се йылдар тирәһендә барлыҡҡа килә. Ғәрәп тарихсыһы Әл-Кинди былай тип яҙып ҡалдырған: " Һижриәттең 199- сы йылында Искәндәрҙә суфиҙар фирҡәһе тип атала торған төркөм ойошто. Улар -Аллаһы өсөн нимә яҡшы, шуны эшләгеҙ, тип бойроҡ бирҙе. һәм хөкүмәткә ҡаршылыҡ күрһәтте". (Адам Мец. Мусульманский ренеесаес,М., 1966 йыл, 230-сы бит). Суфыйсылыҡ тарихы. Суфыйсылыҡ 9 -сы быуатта Яҡын һәм Урта көнсығышта крәҫтиәндәрҙе феодаль бәйһеҙлеккә индереү тамамланғас, феодалдарға өаршы массакүләм хәрәкәт баҫтырылған осорҙа киң тарала. Уның таралыуына салжуҡтар хәрәкәте, һәм тәре походтары (11-12-се быуат) унан һуңғә монғолдар һөжүмдәре (13-сө быуат), феодалдарҙың үҙ-ара көсәйә барған көрәше этәргес булып торған. Сөнки быларҙың барыһы етештереү менән шөғөлләнеүсе халыҡты бөтөнләй бөлгөнлөккә төшөрә.Суфыйҙар Ислам диненең байтаҡ йолаларын танымайҙар, ураһа тотоп һәм ысын күңелдән ғибәҙәт ҡылып, Алла менән берләшергә ынтылалар. Улар хәйер һорашалар, һәм шуның иҫәбенә йәшәйҙәр.12-се быуатта суфыйҙарҙың туғанлыҡ общиналары(мәхәлләләре) барлыҡҡа килә.Дәрүиштәр айырым рәбәттәрҙә(кварталдарҙа)ҡуналҡаларҙа(дәрүиштәр йорттарында)йәшәй башлайҙар. Суфыйсылыҡ идеяһының халыҡ араһында киң таралыуын күреп, әл-Ғаззали Ислам диненә суфыйсылыҡ элементтарын индерә. Беҙҙең илебеҙҙә әлеге ваҡытта суфыйҙар юҡ. Зәм-зәм һыуы. Зәм-зә́м һыуы (), Ғәрәбстандағы Мәккә ҡалаһында Ҡәғбә мәсете ишек алдындағы ҡойонан алынған һыу. Зәм-зәмдең һыуы бер аҙ тоҙло,әскелтем. 17-се быуатта ҡойо өҫтөнә көмбәҙле бина һалынған. Хәҙер уны ҙурайтҡандар, зауыҡ менән биҙәгәндәр. Бина түбәһендәге һыу ҡойонан электрик һурҙырғысы ярҙамында ҡыуҙырыла, шунан биналағы ағып төшә. Хажиҙар, Ҡәғбәне тәүаф ҡылып, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһын ете тапҡыр урағандан һуң, ошо бинаға төшәләр. Мосолмандар зәм-зәм һыуын тәнгә лә, йәнгә лә шифалы икәнлеген беләләр. Уны һәр төрлө ауырыуҙан дауаланыу өсөн эсәләр. Сүлмәк һәм метал һауыттарға тултырып тыуған илдәренә алып ҡайталар. Зәм-зәм һыуы барлыҡҡа килеү тураһында. Аллаһы тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәрҙең нәҫеле бер Кәнғанда ғына ҡалмайынса, уға йыраҡ булған Ғәрәбстан тигән ерҙә лә урынлашыуын һәм шунда ысын дин таралыуын теләгән. Шуға күрә хәҙрәт Ибраһим ҡатыны хәҙрәти Һәжәрҙе алып,Ғәрәбстан еренә киткән.Был ваҡыт әле Исмәғил имсәк бала ғына булған.Ул хәҙрәти Хәжәрҙе ҡулындағы балаһы менән хәҙерге Мәккә урынында ҡалдырып,үҙе кире Кәнғанға ҡайтып киткән. Был ер таулыҡ, ташлыҡ, ҡомлоҡ бер ер булған. Бында кеше затынан бер кем дә булмаған. Хәҙрәти Хәжәргә бындай ерҙә яңғыҙы ҡалыу бик ауыр, бик күңелһеҙ булған. Ни өсөн ҡойо «Зәм-Зәм» тип атала? Ғәрәп лингвистикаһы күҙлегенән ҡарағанда, Зәм-зәм һүҙе зәмә һүҙенән алынған. Ул һүҙ “бәйләргә, ҡасмаҫҡа” тигәнде аңлата. Хәжәр ағып сыҡҡан һыуҙы быуып, әрәм итмәҫкә теләгән. Һүҙ ошонан алынған. Ибн Ғәббәстең һөйләп ҡалдырыуынса, МөхәммәдСҒС былай тип әйткән: “ Сығанаҡ(һыу) Зәм – зәм тип атала, сөнки ваҡытында тирә- яғын быуып Хәжәр уны ағып китеүҙән туҡтатҡан. Әгәр ҙә ул туҡтатмаған булһа, һыу ташып, тирә-яҡты баҫыр ине” «Зәм-Зәм» һыуының шифаһы. Ибн Ғәббәстең һөйләп ҡалдырыуы буйынса, пәйғәмбәреҙ СҒС: “ "ماء زمزم لما شرب له" ««Зәм-Зәм» һыуын нимә теләп эсә, шуның өсөн дауа таба» тип әйткән.(Әхмәт, Ибн Маджа). «خير ماء على وجة الارض ماء زمزم فية طعام الطعم وشفاء السقم» «Ер йөҙөндә иң яҡшы һыу- Зәм-Зәм һыуы. Ул бик тәмле һәм шифалы, бик кү ауырыуға дауа.». "كان رسول الله صلى الله عليه وسلم يحمل ماء زمزم في الأداوي والقرب، وكان يصب على المرضى ويسقيهم Аллаһ илсеһе үҙе алып ҡайтып, ауырыған яҡындарын, туғандарын ошо һыуҙы эсерә, уларға бөркөй ине" тип әйтеп ҡалдырған "لقد لبثت ثلاثين بين ليلة ويوم، ما كان لي طعام إلا ماء زمزم، فسمنت حتى تكسرت عكن بطني وما وجدت على كبدي سخفة جوع" «Мин утыҙ көн һәм төн бер ни ашамай тик Зәм-Зәм һыуы ғына эстем. Һәм бер ҙә асығыу һиҙмәнем, киреһенсә һимереп киттем, хатта ҡорһағым барлыҡҡа килде. (Мөслим). Зәм-Зәм һыуы менән Мәккәнән алыҫта йәшәп тә уны ҡулланырға була, сөнки ул бер ваҡытта ла боҙолмай. Борон- борондан беҙҙең хаж ҡылған ата- олатайҙарыбыҙ шулай иткән. Ул ваҡытта, транспорт булмаған саҡта, йәйәүләп Башҡортостанға алып ҡайтып туғандарын, яҡындарын дауалаған. Рәсем сәнғәте һәм шиғриәт. Рәсем сәнғәте һәм шиғриәт () – халыҡ-ара сәнғәт һәм шиғриәт хәрәкәте. 2007 йылда, "Альфа" театрында (Турин, Италия) барлыҡҡа килгән. Ин беренсе ойоштороусыһы – Эронви Томас, итальян шиғриәте тәржемәсеһе. Уның атаһы – Дилан Томас, күренекле итальян шағиры. Эмиль Кубек. Эми́ль Ку́бек (; 1847 йылдың 23 Ноябрь (Ҡырпағай) көнөндә Штефуров касабаһында тыуған, 1940 йылдың 17 Июль (Майай) көнөндә АҠШтағы Пеннсильвания штатының Маганой-Сити ҡалаһында вафат) − күренекле русин яҙыусыһы, тел белгесе, публицисы, грек католик священнигы. Иң күренекле проза әҫәре – "Марко Шолтыс", русин ерҙәрендә йәшәү тураһында роман. Әҫәрҙәге ваҡиғалар 1870-се йылдарҙан 1915 йылғаса Маковица () ерендә бара. Эмиль Кубек яҙған күренекле тел белеме әҫәре − 30 мең тирәһе һүҙ индергән дүрт телле "Иҫке славянса–венгерса−русинса-немецса һүҙлек" (). Был китап 1960 йылда Ужгород ҡалаһының УНІО нәшриәтендә баҫылған. Штефуров. Штефуров (,) - Словакиялағы Свидник окресында ауыл. Словакия. Словакия () — Үҙәк Европалағы ил. 2004 йылдан Словакия Европа Союзы ағзаһы. Польша, Украина, Чехия, Венгрия, Австрия менән сиктәш. Административ бүленеше. Словакия 8 крайға, улар 79 окресҡа бүленә. Илдә 138 ҡала, 2883 ауыл һәм хәрби ҡасаба бар. Илеш районы. Илеш районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. Ишембай районы. Ишембай районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Ишембай ҡалаһы. Районда 26394 кеше йәшәй. Ҡариҙел районы. Ҡариҙел районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Ҡариҙел ауылы. Районда 27520 кеше йәшәй. Ҡыйғы районы. Ҡыйғы районы () – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Ҡариҙел ауылы. Районда 19064 кеше йәшәй. Кейәүөйгән. Елмерҙәк тауы. Белорет юлынан күренеш Кейәүөйгән – Белорет районында урынлашҡан тау. Елмәрҙәк һыртында урынлашҡан түбә. Бейеклеге 909 м. Бирйәндән ҡала (921 м.)икенсе урында. Елмәрҙәктең икенсе бейек түбәһе. Ноҡат ауылынан 7 км йырыҡлыҡта,көньяҡ көнбайышта урынлашҡан. Тарихы. Тауҙа бесән эшләп ятҡан, яңы кәләш алған егет өс саҡрым түбәндә урынлашҡан йәүләүҙә йәшәгән кәләше эргәһенә көндә килеп йөрөгән. Килер алдынан көндә тауға таш күтәреп менеп бер ергә һала барған. Шулай итеп ҡорған барлыҡҡа килгән. Был Корған Халыҡ был егет хөрмәтенә тауға Кейәүөйгән таш тип исем биргән. Домен (биология). Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары… Теркрек домендарҙан тора, һуңгылары артабан группаларға бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән. Биологик таксономияла домен тип (ә ҡайһы берҙә супербатшалыҡ, империя) – организмдарҙың иң юғарғы таксономик рангты атайҙар, Батшалыҡтан да юғарыраҡ. Карл Вёзеның (Carl Woese) домен системаһы шәжәрәһенә ярашлы (1990 йылдағы), тереклек ағасы(шәжәрәһе) өс өлөштән тора: Архейҙар, Бактериялар һәм Эукариоттар. Таскондарҙың урынлашыуы, геномдарҙың бер-береһенән фундаменталь рәүештә айрылып тороуын күрһәтә. Был өс системаның береһе лә күҙәнәкһеҙ тереклекте индермәй (мәҫәлән, Вирустарҙы). Ҡараҡалпаҡтар. Ҡараҡалпаҡтар () – ҡаҙаҡтар һәм нуғайҙарға яҡын төрки халыҡ. Теле – ҡараҡалпаҡ теле, төрки телдәрҙән ҡыпсаҡ төркөмөнә инә. Ҡараҡалпаҡса яҙыу өсөн латин әлифбаһы ҡулланыла. Ҡараҡалпаҡ халҡының күпселеге Үзбәкстандағы Ҡараҡалпаҡстан Республикаһында йәшәй. Ҡараҡалпаҡтар һаны − 600 мең тирәһе. Ғәҙелша шарлауығы. Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы) — Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғандағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсе бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе 7-шәр м. Был шарлауыҡ Башҡортостанда иң бейек шарлауыҡ. Тирә яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, уның тирә-яғы һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай. «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы»на индерелгән үләндәр: й"омшаҡ әрем (полынь шелковистая), ҡаясатыр (бороздоплодник), казак артышы (можжевельник казацкий), ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина), Литвинов сырмалсығы (чина Литвинова), тау һарынаһы (горноколосник колючий), ебәк ҡаҙүлән (лапчатка шелковая), Шиверекия үләне (шиверекия подольская), цицербита үләне (цицербита уральская), шырт еҙүлән (тонконог жестколистный), елемүлән (смолевка башкирская)". Ҡаяға йәбешеп үҫкән ағастарға оя ҡорған ҡоштарҙы һәр ерҙә лә осратып булмай. Ғәҙелша шарлауығы туристарҙың яратҡан урыны. Бында башҡа донъя, әкиәттә генә була торған ғозурлыҡ! Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге. Күперле шарлауығы. Күперле шарлауығы —Башҡортостандың Мәләүез районында Нөгөш йылғаһы үҙенендәге «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә шарлауыҡ. Күперле инеше ҡаянан ағып төшкән урында шарлауыҡ хасил була. Был ерҙәрҙә карст тоҡомдарының һыуға иреүе һәм мәмерйә, ҡыуышлыҡ, соҡор яһалыуы менән бәйле күренештәр бихисап. Инеш аҡҡан юлында ер аҫтына кереп юғала, яҙ көнө һәм ямғырлы көндәрҙә һыу юлы тағы йәнләнә һәм 10 метрлы бейек ҡаянан аҫҡа тәгәрәй. Инеш юлында ер аҫтынан йыуылып хасил булған күпер ҙә бар. Пурим. Пури́м (– "йәрәбәләр"; берлек һанында, аккадса "pūru" һүҙенә яҡын) − йәһүд байрамы. Адар айының 14 көнөндә байрам ителә. Тарихы. Пурим байрамы Фарсы Империяһында йәшәгән йәһүҙиләрҙең үлтереүҙән ҡотолоу иҫтәлегенә байрам ителә. Традиция буйынса йәһүҙиләрҙе үлтереү батшаһына уның фавориты Һаман тәҡдим иткән, тип иҫәпләй. Рәшит Солтангәрәев. Рәшит Солтангәрәев- күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты. Биографияһы. Рәшит Ғимран улы Солтангәрәев 1935 йылдың 15 декабрендә Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ауыл китапхана мөдире, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй. 1953—58 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, «Совет Башҡортостаны» гәзитенә эшкә ҡала. Артабан Өфө телевидение студияһында — редактор, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй. 1970—71, 1978 йылдарҙа Яҙыусылар союзының тәҡдиме буйынса «Өфөнефть» идаралығында, Өфө быраулау эштәре идаралығында оҙайлы ваҡытта ижади командировкала була. 1973—75 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзының Юғары әҙәби курстарында уҡый. 1979—84 йыл¬дарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының йәштәр менән эшләү комиссияһы председателе булып тора. Артабан «Ағиҙел» журналының баш редакторы урынбаҫары итеп раҫлана. Әлеге көндә журналдың проза бүлеген етәкләй. Рәшит Солтангәрәев әҙәби ижад менән мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлай. Тәүге хикәйәләре студент йылдарында (1957) донъя күрә. Хәҙерге көндә ул ун алты китаптың һәм «Теге донъя, был донъя» исемле драматик әҫәрҙең (Стәрлетамаҡ драма театрында сәхнәләштерелде) авторы. Өс китабы урыҫ телендә баҫылды. Айырым әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, украин, татар, ҡырғыҙ, сыуаш, ҡарағалпаҡ, яҡут, ненец һәм башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡты. «Ҡиәмәтлек кейәү» хикәйәһе буйынса «Казахфильм» студияһында нәфис кинофильм төшөрөлдө. «Йылы ямғыр» һәм «Нефтселәр юлынан» әҫәрҙәре өсөн яҙыусы 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бер нисә тапҡыр СССР һәм РСФСР яҙыусыларының съезына делегат һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы итеп һайланды. Башҡорт әҙәбиәтендәге уңышлы хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре» тигән почетлы исем бирелде. Әҫәрҙәренең исеменән үк күренеүенсә яҙыусы ижадының төп темаһын тыуған төйәккә, тыуған ергә мөхәббәт тип билдәләргә булыр ине. Иң тәүге йыйынтығы " Тыуған йорт" тип аталһа, артабан иң һуңғы ижад емештәренең береһе "Ауылым минең- яҙмышым минең" тип исемләнгән. Халыҡ яҙмышы ла бик борсоно әҙипте. Уның ошо проблемаға ҡағылышлы публицистик мәҡәләләләре республикала күп откликтар тыуҙырҙы. 1971 йылдан яҙыусылар союзы ағзаһы булды. Бүләктәре. "Йылы ямғыр", "Нефтселәр юлынан" китаптары өсөн, 1978 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла Себер федераль округы. Себер федераль округы – Себерҙә урынлашҡан Рәсәйҙең административ ойошмаһы. 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән ойошторолған. Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 30% майҙанын биләй. Округтың хоҡуҡи-административ торошо. Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел. Халҡы һәм милли составы. 2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Себер федераль округында 20 062 938 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 13,83% тәшкил итә. Милли состав:. 1. Ураҫтар — 17 530 949 кеше (87,38 %) 2. Бүрәттәр — 427 721 кеше (2,13 %) 3. Украиндар — 373 075 кеше (1,86 %) 4. Немецтар — 308 727 кеше (1,54 %) 5. Татарҙар — 252 587 кеше (1,26 %) 6. Тува милләте — 239 929 кеше (1,2 %) 7. Ҡаҙаҡтар — 123 914 кеше (0,62 %) 8. Белорустар — 82 437 кеше (0,41 %) 9. Хакастар — 73 130 кеше (0,36 %) 10. Алтай милләте — 65 910 кеше (0,33 %) Был округта дөйөм рәсәй иҫәбенә алғанда: 85% ҡурғаш һәм плптина, 80% таш күмер һәм молибден, 71% никель, 69% баҡыр, 44% көмөш, 40% алтын ятҡылыҡтары бар. Рәсәйҙең 17,5% тимер юлдары был округта урынлашҡан. Йома намаҙы. Йома намаҙы (ғәр.صلاة الجمعة – саләт әл-җумғә) – йома көн төштән һуң уҡыла торған йәмәғәт намаҙы. Өйлә намаҙы ваҡытында уҡыла. Кешеләр һаны 4 кешенән кәм булмаҫҡа тейеш. Намаҙ аҙан уҡылғандан һуң башлана. 4 рәҡәғәт намаҙҙан һуң, яңынан аҙан уҡыла. Шунан һуң имам йома хөтбәһен уҡый, һәм ҡамәтән һуң, 2 рәҡәғәт фарыз һәм 4 рәҡәғәт сөннәт намаҙ үтәлә һәм дөйөм доға ҡылына. «Эй иман килтереп ышаныусылар, әгәр йома көн йома намаҙына аҙан әйтелһә, эштәрегеҙҙе һәм сауҙаларығыҙҙы ҡуйып намаҙ уҡырға, вәғаз тыңларға ашығығыҙ. Был эш һеҙҙең өсөн хәйерлелер. Әгәр был эштең файҙаһын белһәгеҙ икән!» (Изге Ҡөръән, 62:9) Мөхәммәд пәйғәмбәр хәҙисендә был көн тураһында былай тип әйткән: «Йома – көндәрҙең хуҗаһы [башлығы]! Был көн Ураҙа байрам һәм Ҡорбан байрамынан да хәйерлерәктер», һәм шулай уҡ былай тип тә әйткән: «Кем йома намаҙын өс тапҡыр рәттән ҡалдыра – уның йөрәге Раббыһы тарафынан ябыласаҡ». Йома намаҙы ир-аттар өсөн генә мәжбүри. Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар, мосафирҙар, ҡолдар һәм физик яҡтан хәлһеҙҙәргә йома намаҙы мәжбүри түгел. Әгәр ҙә килһәләр, был намаҙ улар өсөн өйлә намаҙы буларак һанала.[Сығанаҡ күрһәтелмәгән 214 көндәр] Нуғай даруғаһы. Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары" картаһы.Красильников, 1755 йыл Нуғай даруғаһы — Алтын Урҙа дәүерендә һәм Ырымбур экспедицияһынан һуң Башҡортостанда административ-территориаль берәмек. Башҡортостанды буйһондороу маҡсатында, ғәскәр урынлаштырыу өсөн, ҡәлғәләр (хәрби нығытмалар) төҙөлә. Башҡортостандың төрлө ерҙәрендә заводтар төҙөлә башлай. 1751-1752 йылдарҙа Усолка йылғаһында Богоявленский баҡыр заводы төҙөлә. 1752-1753 йылдарҙа Аҫҡын йылғаһында Архангельск баҡыр заводы, Ыҡ буйында Покровск баҡыр заводы (1754), Әүжән йылғаһында Әүжән-Петровск тимер заводы (1754), Ағиҙел буйында Белорет заводы (1768), Ҡана йылғаһында Кананикольск баҡыр заводы, Ырғыҙлы йылғаһында Воскресенск баҡыр заводы төҙөлә Яуап көнө. Яуап көнө- эсхатологик диндәрҙә һәм ышаныуҙарҙа һуңғы көн. Был көндө дөрөҫ юл менән йәшәгән һәм гонаһлылар үҙҙәренең эшләгән ҡылыҡтары өсөр яуап бирәсәк. Хөкөм Алаһы тәғәлә тарафынан үткәрелә. Күсмә мәғәнәлә -донъяның бөтөүе. Яуап көнө, ҡыямат көнө, мәшхәр көнө- Аллаһы тәғәләнең кешеләр өсөн иң һуңғы хөкөмө. Ҡөръән, әл Бәҡара сүрәһе 109-114-се аяттар. 109. Үҙ-үҙҙәрендәге хөсөтлөк арҡыры Әһле-л-китаптан күптәр һеҙҙе, иман килтергәнегеҙҙән һуң, үҙҙәренә хәҡиҡәт асыҡланғас, кафырға әйләндерергә теләр ине. Ғәфү итегеҙ һәм Алла үҙ әмере менән килгәнгә ҡәҙәр уларҙан йөҙ дүндерегеҙ. Ысынлап та, Алла һәр нәмәгә лә ҡөҙрәтле! 110. Намаҙ тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ. Яҡшылыҡ менән үҙегеҙ өсөн нимә әҙерләһәгеҙ, Алла ҡаршыһында шуны табырһығыҙ: Алла һеҙ нимә эшләгәнде күрә бит! 111. Улар: «Йәһүҙиҙәрҙән һәм насраниҙарҙан башҡа һис кем ожмахҡа инмәйәсәк»,— тине. Был — уларҙың хыялдары. «Әгәр һеҙ хаҡ һөйләүсе булһағыҙ, дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ!» — тип әйт. 112. Эйе! Кем үҙ йөҙөн Аллаға йүнәлткән һәм изгелек ҡыла икән, әжере — үҙ Раббыһы ҡаршыһында. Уларға хәүеф тә юҡ, көйөнмәйәсәктәр ҙә. 113. Һәм йәһүҙиҙәр: «Насраниҙар бер нәмәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти, насраниҙар ҙа: «Йәһүҙиҙәр бер нимәгә лә нигеҙләнмәй»,— ти. Ә улар китапты уҡый. Белмәгән кешеләр ҙә былар кеүек һөйләнә. Улар бәхәсләшкән нәмә тураһында Алла ҡиәмәт көнөндә хөкөм итер. 114. Алла мәсеттәрендә Уның исемен иҫкә алыуҙан тыйыусынан һәм мәсеттәрҙе емерергә йөрөүсенән кем залимыраҡ? Улар унда ҡурҡып ҡына инергә тейеш. Уларға был донъяла — хурлыҡ, ә ахирәт көнөндә оло яза булыр. Даруға. Өфө провинцияһын һәм Башҡортостанды даруғаларға бүлеү. Ырымбур губернаһы ланскарталары" картаһы.Красильников, 1755 йыл Даруға — Алтын Урҙа дәүерендә (XIII-XIV быуттарҙа) һәм Ырымбур экспедицияһынан һуң Башҡортостанда административ-территориаль берәмек. Башҡортостан дүрт даруғага бүленгән, һәр даруғала идара башлығы тора. Даруғалар исемдәрен үҙҙәре бойһонған ханлыҡ исеменән алған. Төньяҡ-көнбайыш өлөшө Ҡазан даруғаһы, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшө Нуғай дарығаһы, төньяҡ-көнсығыш өлөшө Себер дарығаһы, Өфө менән тоташҡан тар ғына өлөшө Оса даруғаһы тип аталған. Даруғаларҙың аныҡ билдәләнгән сиге булмай. Даруғалар олостарға (волос) бүленә. XVIII быуат башына Себер даруғаһында 24, Нуғай даруғаһында 20,Ҡазан даруғаһында 12, Оса даруғаһында 3 олос иҫәпләнә. Даруғаларға бүлеү XVIII быуат аҙағына тиклем һаҡлана. Китап. Китап — биттәре билдәле бер тәртиптә йыйылып тышлап төпләнгән баҫма әҙәби йәки фәнни әҫәр Китап төҙөлөшө. Китап төрөнә ҡарап (энциклопедия, һүҙлек, дәреслек, монография һ.б.) төҙөлөшө төрлөсә булыуы мөмкин. Тәүхид. Тәүхид- ул Аллаһы Тәғәлә бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген әйрәтә торған фән. Тәүхид фәне "лә иләһә илләаллаһ" һүҙенең мәғәнәһен, нигеҙҙәрен, шарттарын һәм "лә иләһә илләаллаһ" тигән иман кәлимәһен нимәләр боҙоуын, юҡҡа сығарыуын өйрәтә. "Лә иләһә илләаллаһ". Кешеләрҙе иң беренсе намаҙға түгел, ә, пәйғәмбәрҙәр кеүек, имандың асылына - "лә иләһә илләаллаһ" ҡанунына өндәргә кәрәк.Көмөштәй шишмә һыуын бер тамсы ағыу боҙған кеүек,"Лә иләһә илләаллаһ" кәлимәһен боҙоусы нымылыр бар.Улар иманға зарар итеп, кешене бөтөнләй юлдан яҙҙыралар. Ҡайһы бер мосоландар үҙҙәренең "Лә иләһә илләаллаһ" кәлимәәһенә ана шундай төрлө зарар һалыусы сирҙәрҙе эләктереп, ахыр сиктә ғәзиз имандарын юғалтып,аҙашып, кафыр- мөртәткә әйләнәләр. Сығанаҡтар. Ваҡыт-Урал (гәзит) №5 14 март 2011 миләди йыл, 9 рәббиғәл -ахыр 1432һижри йыл Ваҡыт-Урал (гәзит). Ваҡыт-Урал -Башҡортостан Республикаһы мосолмандары гәзите. Айына ике тапҡыр нәшер ителә. Өфө ҡалаһында 2010 йылдан башлап сыға. Тиражы 2011 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарата 9 мең дана. Гәзиттә дини яңылыҡтар, Ҡөръәнгә тәфсирҙәр, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәре, республикабыҙҙа барған яңылыҡтар сағылыш таба. Яманһары (Көйөргәҙе районы). Яманһары — Көйөргәҙе районындағы ауыл. Демография. Күпселек милләт — башҡорттар (96%). Географик урыны. Яманһары ауылы Көйәргәҙе районының көньяҡ- көнбайышында, Ҡуяныш йылғаһы буйында урынлашҡан. Горный Ключ (Көйөргәҙе районы). Тау шишмәһе (Баян) Көйөргәҙе районындағы ауыл, Бахмут ауыл советына инә. Халыҡ һаны 2009 йылдың 1 ғинуарына 143 кеше.[1] Почта индексы — 453353, код ОКАТО — ?. 2-се Төкән (Көйөргәҙе районы). 2-се Түкән (һуңғы ваҡытта 2-се Төкән) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл Свобода ауыл советы составына инә. Халыҡ һаны 2009 йылдың 1-се ғинуарына ҡарата 412 кеше[1] Почта индексы — ?, ОКАТО коды— ?. Демография. Күпселек милләт: башҡорттар 48%, урыҫтар 39 % Географик урыны. Ауыл Оло Көйөргәҙе йылғаһы буйында, 1-се Түкән менән Туғай Кинйәһе ауылдары араһында урынлашҡан. Ауыл тарихы. Ауыл 1930 йылда Мораптал тоҡомсолоҡ совхозы барлыҡҡа килгәс кенә барлыҡа килгән. 1990 йылдарға хәтле, совхоз бөткәнсе Беренсе ферма тип йөрөтөлдө. База тип тә йөрөтәләр ине. Ул Мораптал тоҡомсолоҡ совхозының 1-се бүлексәһе булды. Башлыса сусҡа малы үрсетелде. "Урал батыр" эпосы. "Урал батыр" эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы. Башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы – һоҡланғыс ауыҙ-тел ижады өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте буйынса айырым урын биләй. Унда – халҡтың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр. Урал батыр ҡобайыры өс өлөштән, туғыҙ бүлектән тора. Яҙып алыу тарихы. Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит сәсәндән “Урал батыр” эпосын яҙып алыуына - 100 йыл. Сәсән-шағир, драматург, башҡорт әҙәбиәтенең классигы, фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940), башҡорт халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ рухи мираҫ ҡалдырған мәшһүр шәхес Мөхәмәтша Буранғолов (1888 - 1966) “Урал батыр” эпосын 1910 йылда Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856 - 1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861 - 1923) яҙып ала. Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907 – 1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. «1910 – 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем», – тип яҙа ул. Икенсе сәсән – Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки, Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер». Урал батыр ҡобайырының тағы бер төрө 1956 йылда Силебе өлкәһе Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан күренекле тел, әҙәбиет белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған. Эстәлеге. Урал батыр, эпос — башҡорт халыҡ ҡобайыры, әҙәби әҫәр. Бөтә донъяны һыу баҫыу осоронан алып кешеләрҙең йәшәйешен һүрәтләгән иң ҙур ҡобайыр. Тәү кешеләр — Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән, артабан Урал һәм Шүлгәндән тыуған тоҡомдоң тормош юлын тасуирлап, кешелектең мәңгелек булыуын иҫбатлай. Яҡшылыҡтың яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшен, яуызлыҡҡа ер йөҙендә урын юҡлығын һәм уның еңелеүен бәйән итә. Башҡорттарҙың төйәге булған Уралтауҙың хасил булыуын һөйләй. Башҡа телдәргә тәржемәләре. Әҫәр инглиз, немец, урыҫ, венгр, төрөк, фин, абхаз телдәренә тәржемә ителеп баҫтырылған. Эпос- сит ил ғалимдәре күҙлегенән. – Венгр ғалимы Йософ Торма бер осрашыуҙа былай тип әйткәйне: «Һеҙ – башҡорт халҡы, бик бәхетле халыҡ, сөнки һеҙҙең милли эпосығыҙ «Урал батыр» бар». Салауат Ғәлләмовтың "Урал батыр эпосы" тураһында асыштары. Башҡорт халҡының аҫыл гәүһәрҙәренең береһе булған "Урал батыр" эпосы үҙендә бихисап серҙәр һаҡлай. Мәҫәлән, "Урал батыр"ҙы төрлө йүнәлештә тикшергән тарихсы ғалим, лингвист, донъя фәнендә башҡорт фәлсәфәһенә нигеҙ һалыусы Салауат Ғәлләмов эпостағы белем-мәғлүмәттәрҙе математиктар һәм астрономдар ҙа үҙ эшендә ҡуллана ала, тип раҫлай. Ул "Урал батыр" эпосын Арҡайым архитектураһына яраштырып һәм сармат алтын боландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙән сығып, бронза дәүерендәге башҡорт йондоҙнамәһе циклын тулыһынса тергеҙҙе һәм боронғо башҡорттар астрономияһының һинд-герман фәнен булдырыу тарихындағы мөһим әһәмиәтен бар донъяға танытты. Ғалимдың был асышы, ғөмүмән, "Урал батыр" эпосы үҙе Нобель премияһына лайыҡлы. -"Урал батыр"ҙың йөкмәткеһен астрономия күҙлегенән ҡарағанда, ул боронғо календарҙы кәүҙәләндерә икәне ап-асыҡ төҫмөрләнә, - тип һөйләй Салауат Ғәлләмов. - Унда ерҙең Төньяҡ ярымшарының йондоҙнамә циклын тәшкил иткән һәм төнөн күктә күҙәтеү мөмкин булған барлыҡ йондоҙлоҡтар көҙгөләге кеүек сағыла. Улар бер йыл эсендә күктә нисек хәрәкәт итә, мифта шул эҙмә-эҙлелектә бирелә. Был боронғо башҡорт астрономдарының күктәге йондоҙҙарҙы яҡшы белеүен һәм йондоҙнамә календары буйынса йәшәүен дә раҫлай. Боронғо башҡорттар үҙҙәренең "Урал батыр" календарына эйә булып, төнгө күкте күҙәтеп, Арҡайым цивилизацияһын барлыҡҡа килтергән. Бындай милли календарь тағы ла ер эшкәртеүсе ҡайһы бер мәҙәни халыҡтарҙа - гректар, индустар, ирандар, римдар, ҡытайҙар, япондар һәм Америка ҡитғаһында йәшәүсе майя индеецтарында ғына бар һәм улар ҙа үҙҙәренең ошо календары буйынса сәсеү өсөн уңайлы ваҡытты билдәләгән, һауа торошоноң үҙгәреүен белгән. Мәжүсилек. Збуча йылға янында табылған боронғо славян һынташы (X быуат) Мәжүсилек — күпселек аллаларға йәки рухи заттарға табынған ерле халыҡтарҙың дини тәртип-йолалары. Эпос. Эпос-әҙәбиәттәге иң ныҡ таралған һәм универсаль төр. Эпос- тарихи жанр. Ул социаль синыфтар барлыҡҡа килгәнгә тиклем. йәғни ырыуҙар осоронда тыуа. Күп эпостарҙа ырыуҙарҙың үҙ аллы халыҡҡа берләшеү идеялары сағыла. Һәм шул сәбәптән эпостарҙың күпселегендә дөйөм халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшеүсе героик шәхестәр үҙәктә тора. Эпос- берҙәм жанр. Әммә төрлө халыҡтарҙа уның үҙенсәлекле яҡтары булмай ҡалмай. Шуға күрә уның исеме лә төрлө илдә төрлөсә аталған. Урыҫтарҙа былина, украиндарҙа- дума, Исландияла, Норвегияла -сага, бүрәттәрҙә-улигер, яҡуттарҙа- олонхо, карел һәм финдарҙыҡы- руно, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм уйғырҙарҙа-дастан булып йөрөй. Ҡобайыр. Ҡобайыр — теге йәки был ижтимағи, әхлаҡи күренешкә халыҡсан баһа биреүсе поэтик монолог..Ул боронғо башҡорт поэзияһының универсаль жанры. Шиғыр формаһы булараҡ, "Урал батыр", "Аҡбуҙат" кеүек поэмаларҙы хеҙмәтләндергән. Халыҡтың тормош тураһындағы фәлсәфәһе был жанрҙа айырыуса яҡшы күренә.Йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында. ир- егеттең Тыуған илгә ниндәй мөнәсәбәттә булырға тейешлелеге хаҡында ҡобайыр тәрән фекерҙәәр мнән һәм юғары хистәр менән һүрәтләп бирә. Хәкимов, Кәрим Әбдрәүеф улы. Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы, Ҡыҙыл паша (Кари́м Абдрау́фович Хаки́мов («Красный паша́»), کریم حاكم) —күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, 1882 йылдың 28 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дүсән ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) тыуған. 1908 йылда данлыҡлы Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡый. 1910—1911 йылдарҙа үҫмер тағы ла ҙурыраҡ урында уҡыуҙы бурыс итеп ҡуя, исеме тирә-яҡҡа киң таралған «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белемен арттыра. 1917 йылда Томск ҡалаһында Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, экстерн алымы менән гимназия тамамлай. К. Хәкимов Граждандар һуғышында ҡатнаша. Уның тормошонда дипломатик эш айырым урын алып тора. 1921 йылда Иранға генераль консуль итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай уҡ Мәшһәдтә, Рештта, Хижазжа генераль консуль була. Хижаз, Геджз һәм уларға ҡушылған өлкәләрҙең короллегендә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле була. 1929—1931 йылдарҙа Йемендә — СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, 1936—1937 йылдарҙы Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазмфаһын башҡара. Алсаҡ һәм тиҙ уртаҡ тал табыу сифаттары өсөн ғәрәптәр уны Ҡыҙыл паша ти. 1937 йылдың 6 сентябрендә Мәскәүгә саҡыртыла. 1937 йылдың 11 ноябрендә ялған донос буйынса ҡулға алына. К.Ә. Хәкимов шәхес культы ҡорбаны була һәм ҡулға алына, күп тә үтмәй, 1938 йылдың 10 ғинуарында, атып үлтерелә. Ҡыҙыл пашаға ҡағылышлы репрессия Сәғүд Ғәрәбстанында хакимлек итеүсе династия күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра.СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәр 1938 йылда өҙөлә, һәм Советтар Союзы бөтөрөлгәс кенә яңыртыла. 1938 йылдың 13 апрелендә Ибн Сәғүд СССР-ҙан башҡа тулы хоҡуҡлы илсене ҡабул итеүҙән баш тарта. 1956 йылдың 28 ғинкарында СССР Юғары суда ҡарары буйынса тулыһынса аҡлана. Хәким Кәримовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп эштәр башҡарыла. Тик 1990 йылдың 17 ғинуарында ғына Рәсәй һәм Сәғүд Ғәрәбстаны араһында дипломатик мөнәсәбәт яңыртыла. Паша. Паша́ (, — "paşa", — "хаким") — Солтан Төркиәһендә, Мысырҙа һәм ҡайһы бер мосолман илдәрендә юғары хәрби һәм граждан хеҙмәткәрҙәргә бирелгән хөрмәтле титул һәм шул титулдағы кеше. Паша тип генералдар һәм губернаторҙар исемләнгән. Маҡтаулы титул сифатында «сэр» йәки «әфәнде» тигәнгә яҡын. Пашанан юғарырыҡ "хедив" һәм "вәзир", түбәнерәк "бей". Рәсми булмаған паша титулы. Рәсми булмаған паша титулына бик күп рус начальниктары лайыҡ була. Улар араһында фельдмаршал Суворов, билдәле флотоводей Фёдор Иванович Ушаков. Ҡыҙыл паша титулына билдәле дипломат, ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов лайыҡ була. Ложбан. Ложба́н (, тип әйтелә) − яһалма тел, априор телдәрҙән ин күренеклеһе. Тел системаһы формаль логикаһында нигеҙләнә. Ложбан логлан – тағы бер яһалма тел нигеҙендә Logical Language Group (LLG,) тарафынан булдырылған. Булдырыу сәбәбе: логлан тулы булмаған һәм авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланған. Ложбан ҡағиҙәләре авторлыҡ хоҡуғы тарафынан яҡланмаған. Орфография һәм фонетика. Ложбан әлифбаһында 26 хәреф: 23 стандарт латин хәреф ("h, q, w" хәрефтәренән башҡа), апостроф, нөктә һәм өтөр. '. a b c d e f g i j k l m n o p r s t u v x y z Шаран. Шаран — Шаран районының үҙәге. Әкиәт. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Әкиәттәр — халыҡ ижадының бик боронғо һәм киң таралған жанры. Халыҡ араһында уны "ҡарһүҙ" тип тә йөрөтәләр. Ул ҡарттарҙан ҡалған "аҡыллы һүҙ" тигәнде аңлата. Ул ғәҙәттә, " борон- борон заманда. йәшәгән. ти, бер әбей менән бабай" тип башлана. Йөкмәткеһенә ҡарап башҡорт халыҡ әкиәтәре өс төркөмгә бүленә: тылсымлы(волшебные), тормош- көнкүреш(бытовые) һәм хайуандар (сказки о животных) тураһындағы әкиәттәр. Тылсымлы әкиәтәр. Образдар системаһы аша боронғо кешеләрҙең донъяны аңлау үҙенсәлектәрен төшөнөп була. Әҙәбиәт. Сост.,ред. Н.К. Дмитриева. — Уфа: Башгосиздат, I94I. кәр. бир. Ә.И. Харисов. — Өфө: Башгосиздат, 1959. — 2-се том нов. — Өфө: Башкортостан кит. нәшр., 1978. — 3-сө кит. Йомаҡ. Йомаҡ — төп мәғәнәһен уйлап табыу өсөн нимәнелер башҡа оҡшаш һүҙҙәр менән йәки һүҙ уйнатып һүрәтләп әйткән метоморфик әйтем; һорау алыныусы яуабын әйтергә тейеш. Борон заманда һорау алыныусының зирәклеген тикшереп ҡарағандар, хәҙер йомаҡ әйтешеү — халыҡ уйыны. Башҡорт халыҡ ижадында йомаҡ. Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо жанрҙарының береһе. Башҡорт телендә "Йомаҡ ҡойҙом-ҡас, йомолдоғон ас" тигән әйтемдең булыуы шул хаҡта һөйләй. Төҙөлөшө яғынан һорау һәм яуап формаһында булған йомаҡтар кешеләрҙең тапҡырлығын һынау һәм зирәклеген үҫтереү сараһы булараҡ ҡулланыла. Йомаҡтар айырым предметтың билдәһен икенсе бер предметҡа, күренетә күсереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар тормоштағы конкрет предметтар. күренештәр менән бәйләнгән. Тәбиғәт күренештәре тураһындағы йомаҡтар. Был иң киң таралған төркөм. Баланы тәрбиәләгәндә аң белә башлағандан алып, иҫендә ҡалһын өсөн бик әһәмиәтле. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Мәҡәл — халыҡ ижадында тормош тәжрибәһенән сығып, ыҡсым ғына итеп әйтелгән тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙ. Әйтем — һамаҡлап әйтелгән һүҙ; башҡорт фольклорында тормоштоң айырым бер күренешенә ситләтеп, кинәйәләп йәки образлы итеп баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш; идиоматик әйтем составы һәм төҙөлөшө тотороҡло булған, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил иткән, лексик яҡтан ойошҡан һүҙбәйләнеш. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә халыҡ үҙенең быуат- быуатҡа һуҙылған тормош тәжрибәһен, тапҡыр аҡылын, яҡшылыҡҡа булған ынтылышын сағылдырған. Улар тормошта осрай торған күренештәрҙе күҙәтеү нигеҙендә барлыҡҡа килгәндәр. Афористик жанрҙар үҙҙәренең тәбиғәте менән күп яҡлы, улар халыҡтың һөйләү - телмәрен биҙәү, матурлау өсөн уның тыңлаусыға тәьҫир көсөн, образлылығын арттырыу сараһы булараҡ ҡулланылалар. Мәҡәлдәр. Ниндәй ҙә булһа бер темаға нигеҙләнә, унда тормошта осрай торған күренештәр художестволы образ аша кәүҙәләнә. Әйтемдәр. Өгөт- нәсихәт. аҡыл өйрәтеү, кәңәш итеү, әәхләҡ тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тотҡан шиғри жанр. "Ҡыҙыл паша" пьесаһы. «Ҡыҙыл паша» пьессаһы — Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы тураһында башҡорт драматургы Нәжиб Асанбаев пьесаһы. Был әҫәр Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйыла. Режиссеры Лек Вәлиев. Илсе Кәримде Әхтәм Абушахманов, король Йәғәфәрҙе Хөсәйен Ҡудашев, хәрби министрҙы Әхмәт ролен Хәмит Шәмсетдиновҡа уйнай. Пьесаның премьераһы Мәскәүҙә ҙур уңыш менән үтә. Һуңынан үҙәк телевидение, Өфөгә килеп, ошо пьесаға нигеҙләнеп, фильм-спектакль төшөрә, 22 ғәрәп иле уны һатып ала. Теарт был пьесаны сит ил тамашасыларына ла күрһәтә. Йемен Республикаһының илсеһе Абдо Усман Мөхәммәттең Н.Асанбаевтың ҡулын ҡыҫып, спектакль халыҡтар дуҫлығына яҡты нур өҫтәй тип маҡтау һүҙҙәре әйтеүе оло баһа, ул һирәктәргә тәтей торған бәхеттер. Башҡорт дәүләт академия драма театры 1985 йылда Дамаскта Бөтә ғәрәп илдәре театрҙарының фестивалендә беҙ ҙә ҡатнаша. Н. Асанбаев «Ҡыҙыл паша» сәхнәләштерелгәндән һуң төрлө тарафтан йөҙҙәрсә хат ала. «Хайран ҡалырлыҡ спектакль ҡуйҙығыҙ, шуны белдек: башҡорттар иҫ киткес күркәм халыҡ икән. Улай матур булыу шифалы ҡымыҙ эсеү һәм тәмле йүкә балын ашау менән бәйлелер», – тигән һүҙҙәрҙе яҙалар. Был пьеса өсөн Салауат Юлаев премияһын бирелә. Арыҫлан-Әмәкәс (Көйөргәҙе районы). Арыҫлан-Әмәкәс — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл, Керәүле-Илюшкин ауыл советына ҡарай. 2009 йылдың 1 ғинуарына торошло халыҡ һаны — 177 кеше Почта индексы — 453354, ОКАТО коды — 80239805003. Халыҡ һаны. Күпселек милләт вәкилдәре — башҡорттар (98%). Бошман батыр. Бошман батыр — XIII быуаттың 30-сы йылдарында Волга буйында Монгол империяһы ғәскәрҙәренә ҡаршы яу башлығы. Сығышы менән ҡыпсаҡтарҙың Бүреле ырыуынан. Ас ҡәбиләһе етәксеһе Ҡасир-укулэ менән берлектә Дәшти-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһен монголдарға ҡаршы көрәшкә туплай. 1237 йылда Волга буйындағы монгол ханы Мүнкенең 20 меңлек ғәскәре менән ҡаты көрәштә еңелеп, Бошман әсирлеккә төшә. Башҡорт халҡының «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» легендаһы буйынса хандың ғәскәр башлығы булырға теләмәгәне өсөн ул үлтерелә. Башҡорт этносының ҙур бер өлөшөн тәшкил итеүсе Ҡыпсаҡ ҡәбилһенең Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары үҙҙәренең ырыуы исемен һәм сығыштарын ошо тарихи шәхес менән бәйләй. Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Көйөргәҙе районының Кинйә, Яңы Ямаш, Түкән ауылдарында йәшәй. С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары. 1967 йылда БАССР Хөкөмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәлеү өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия булдырҙы. Был премия 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы тип атала. Өфө II ҡаласығы. Өфө II ҡаласығы — Өфө ҡалаһының үҙәгендә, хәҙерге Пушкин — Яңы күпер — С. Юлаев проспектының башында урынлашҡан боронғо ҡаласыҡ. Был ҡаласыҡ I быуатта уҡ төҙөлгән һәм XV—XVI быуаттарға тиклем һаҡланған. Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында Башкарти ҡалаһы Испан картографы Меркаторҙың 1554 йылғы картаһында хәҙерге Ҡариҙел йылғаһы тамағында урынлашҡан ҡала Башҡорт (Башкирти) тип атала. Ҡыҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары: нигеҙенең киңлеге 10 метр, бейеклеге 4-5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, тәрән һәм киң соҡор, тура мөйөшлө һәм тирмә рәүешендәге торлаҡ эҙҙәре, уртаса киңлеге 2 метр, оҙонлоғо 50 метрҙан ашыу ағас күпер, тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтаханаһы ҡалдыҡтары табылды. Хеҙмәт ҡоралдары, керамика, биҙәү һәм ҡорал әйберҙәре һәм башҡаларҙан, шул иҫәптән ХIII–ХIV быуаттарҙағы 19 көмөш тәңкәнән торған матди мәҙәниәт әйберҙәренән ҙур коллекция тупланды Табылған материалдар V—XII быуатта уҡ ҡала булған тип раҫларға мөмкинлек бирә. Табылдыҡтар Өфө II ҡаласығы ул осорҙаға иң ҙур мәҙәни һәм сәәси үҙәге булыуын дәлилләй. "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы. 2011 йылдың 14 мартта Башҡортостан Республикаһы президенты Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, ҡаҙыныу эштәре алып барылған урын "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы тип иғлан ителде. Яңы музей-ҡурсаулыҡҡа проект эштәре башланды. Унда реставрацияланған торлаҡ, таҡта түшәлгән юлдар (мостовая), табылған экспонаттар урын аласаҡ. Һөҙһөт. Һөҙһөт (диалекттарҙа: һөтөт, һөтөтөт, һупапай, һоңҡолдауыҡ һ.б.,) — күгәрсендән бәләкәйерәк, супайлы, кәкре суҡышлы сыбар ҡош. Күмәкләшеп йөрөйҙәр. Башында ҙур ғына өлпөһө бар. Дөйөм төҫө ҡыҙғылт һары, ҡорһағы аҡ. Бүркендә һәм ҡанаттарында сем ҡара һыҙыҡтар бар. Оҙон суҡышы аҫҡа табан кәкерәйеерәк тора. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Тоноҡ тауышы алыҫҡа ишетелә: «һуп-һуп-һуп» йәки «һуп-пуп-пуп-пу». Һирәк ағаслы асыҡ урындарҙа йәшәй. Себен, ҡуңғыҙ, селәүсен, ҡорттар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ағас ҡыуышында, таш өйөмдәрендә, өңдәрҙә, иҫке ҡоролмаларҙың ярыҡтарында оялай. 4—7 бөртөк йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә. Сыйырсыҡ. Бөтә кешегә лә билдәле. Туп булып йөрөйҙәр. Яҙғыһын һәм йәйгеһен башы. ҡанаттары, ҡойроғо ҡара була, көҙгә табан ваҡ ҡына аҡ таптар барлыҡа килә, суҡышы һары, аяҡтары ҡыҙғылт көрән. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел.Тауышы көслө:"ҡжжжҡ-ҡжжжҡ". Яҙғыһын башҡа төрлө ҡоштарҙың тауыштарына оҡшаты, матур итеп һайрай. Ауыл һәм ҡалаларҙа. һирәк ағаслы урмандар, балсыҡлы текә ҡабаҡтарҙа йәшәй.Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Кңсмә ҡош. Киң таралған. Кеше яһаған ояларҙа. ағас ҡыуыштарында оялай. 5-8 бөртөк зәңгәр йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Һандуғас. Турғайҙан бер ни тиклем ҙурыраҡ. Оҙон ғына аяҡлы. төҙөк кәүҙәле ҡош.Ерҙә йәки ағастарҙың аҫҡы ботаҡтарында йөрөйҙәр. Һайрағанда үрге ботаҡтарға күсә. Өҙлөкһөҙ ҡойроғон һелккеләй. Һырты һорғолт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл һоро. башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. тоноҡ ҡына тауышлы: "Фьюйт,тррр". Һайрауы һәр кешегә билдәле. Япрағлы һәм аралаш урмандарҙа, туғайҙарҙа, ағаслы һыу буйҙарында йәшәй.төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ерҙә оялай.Ғәҙәттә, 5 бөртөк һарғылт көрән йомортҡа һала. «Гәлсәр һандуғас». «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған республикабыҙҙағы берҙән-бер телевизион проект. Был телефестивалдең маҡсаты булып республикабыҙҙың эстрада йырсылары, йыр авторҙары араһында «иң-иң»дәрҙе билдәләү тора. Сәүкә. Сәүкә (,) — ҡоҙғондар ғаиләһенә ҡараған буҙ башлы, ҡара кәүҙәле ҡош. Бөтә кешкгә билдәле. һәр ваҡыт күмәкләшеп, ҡарғалар, ҡайһы ваҡыт күгәрсендәр менән бергә йөрөйҙәр. Суҡышы, маңлайы, тамағы, ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара. Башы, кәүҙәһенең ағ яғы ҡуйы һоро. Күҙҙәре аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мҡмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы:"сәүк-сәүк" йәки "кйәә-кйәә". Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл һәм ҡала эргәһендәге ағастарҙа, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. бөжәктәр, үләкһә, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтары менән туҡлана. Ултыраҡ һәм бер урындан икенсе урынға күсеп йөрө-се ҡош. Ҡышҡыһын ҡалаларға килә. Бик киң таралған. Ояһы төрлө ерҙә: ағас баштарында һәм ҡыуыштарында, ерҙәге өңдәрҙә, ҡыйыҡ эсендә, тәҙрә баштарында, таш ярыҡтарында була. Көрән таплы күкһел йәшел төҫтәге 4-6 бөртөк йомортҡа һала. Әберсен. Әберсен (диалекттарҙа ҡыр күгәрсене)"Го́рлицы", или "горлинки" () Йорт күгәрсененән бәләкәйерәк. Көҙгәһән күмәкләшеп, башҡа ваҡытта парлашып йөрөйҙәр. Мамонттар. Ма́монттар () — дүртенсел осорҙа йәшәгән филдәр ғаиләһендәге юҡҡа сыҡҡан һөтимәр хайуандар. Ҡайһы бер заттарҙың бейеклеге 5,5 м, ауырлығы 10-12 тоннаға еткән. Шулай итеп мамонттар, хәҙерге замандағы иң эре һөтимәр хайуан — африка филдәренән ике тапҡыр ауырыраҡ булған. Гөлйемеш. Бейеклеге ике метрға етә алған ҡыуаҡ. Майҙың икенсе яртыһында һәм июндә алһыу төҫтәге сәскә ата, емеше август- сентябрь айҙарында өлгөрә. Гөлйемеш йылға буйҙарында, урман ситендә, ағас ҡырҡылған урында, йырғанаҡтарҙа, әрәмәлектә үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Халыҡ медицинаһы. Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С вита¬минына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһе (йә ҡайнатмаһы) кешенең ағза- туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой Ерек. Ерек(,) — ҡайындар ғаиләһенә ҡараған еүеш, һыулы ерҙә, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас. Бейеклеге 20 метрға етә.Март -апрель айҙарында сәскә ата, емеше октябрҙә өлгөрә. Февраль-мартта улар осоп таралалар. Ерек йылға, күл буйҙарында, быуа ситтәренә үҫә. Ҡара ерек. Ҡара ерек (,) — ҡайындар ғаиләһе ерек ағасы төрөнә ингән, дымлы урында, яр буйҙарында үҫә торған мурт ағас. Фил. Фил (,) — Тропик Африкала һәм Азияла үлән менән туҡланған, оҙон томшоҡло, ике оҙон ҡаҙыҡ тешле бик ҙур һөтимәр хайуан. Бәпембә. Бәпембә — ҡыуыш һабаҡлы, һары суҡ сәскәле, туҙғаҡ орлоҡло ваҡ үлән. Банан. Банан () — ғаиләһендәге тропикта үҫә торған эре япраҡлы, эре сәскәле бейек үлән.Бананды емеше һәм сүсе өсөн үҫтереләр. Банандың тыуған иле — Көньяҡ-көнсығыш Азия, Малай архипелагы. Уҫаҡ. Уҫаҡ диалекттарҙа ауһаҡ (,) — тирәк төркөмө талдар ғаиләһенә ҡараған аҡһыл йәшел ҡабыҡлы, ялтыр түңәрәк япраҡлы эре ағас. Биологик яҙма. Бейеклеге 30-35 м-ға етә. Апрель-май айҙарында (ағас япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата. Диаметры 1 метрғаса. 80-90 йыл йәшәй. Һирәк осраҡта 150 йылғаса. Ағастың үҙәге ауырыуҙарға бик тиҙ бирещеүсән. Тамыр системаһы тәрәнгә, ер аҫтына китеп, ныҡлап тамыр йәйә. Йәш ағастарҙың ғайыры шыма, аҡһыл- йәшел йәки һорғолт –йәшел була. Ҡартая бара төҫө ҡарая һәм ярыла башлай.Үҙағасы ап- аҡ була. Япраҡ төҙөлөшө - сиратлашҡан формала. Япраҡтар түңәрәк йәки ромбҡа оҡшаған, оҙонлоҡтары 3-7 см. Өҫко яғы осло ла, тупаҫ та булырға мөмкин. Айырымыраҡ ерҙәрҙә япраҡтарҙың ҙурлығы 15 см-ғаса етергә мөмкин. Һәм ул йөрәк формаһына оҡшап тора. Япраҡтарының өҫ яғы ялпаҡланып, йәнселеп тора, шуға күрә әҙ генә елдә лә елберләй башлайҙарКөҙөн япраҡтар төрлө төҫкә мансыла: алтынһыуҙан алып ҡып- ҡыҙылға тиклем. Уҫаҡ ағасы ел ярҙамында һеркәләнә. Сәскәләре ваҡ, аҫылынып тороусы гөлләмәгә йыйылған, алҡа һымаҡ һалынып тора. Уҫаҡ йылға, күл ярҙарында, урман ситендә, һаҙлыҡта һәм шулай уҡ тауҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Уны урамдарҙа ултыртып та үҫтерәләр. Сеймал йыйыу. Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, аромат биреүсе кислоталар, фенолгликозидтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолгликозидтар һ. б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп. Ағастың ҡайыры иртә яҙ башланыу менән урман ҡырҡҡан ерҙә әҙерләнергә тейеш.Шыма ҡайырҙар алына, башта улар ҡояшта һулытыла, аҙаҡ күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Уҫаҡ япрағы май-июнь айҙарында йыйыла һәм күләгә урында киптерелә. Ағастың бөрөләре (улар ярылғанға тиклем) әҙерләнә һәм кисекмәҫтән мейестә йәки духовкала киптерелә. Температура 50-60 градустан артмаһын. Кипкән дауалар ҡәҙимгесә һаҡлана. Халыҡ дауаһы. Уҫаҡ бөрөләренән әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицина¬һында подагра ауырыуынан, төнгө бойлоҡһоҙлоҡ булғанда, һейҙек ҡыуығы шешкәндә, тирләттереү маҡсатында ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ кипте¬реп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Уҫаҡ ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатма менән эренле яра- йәрәхәтте, бешкән урынды, тиренең шешеүен примочка, ванна рәүешендә дауаларға мөмкин. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡайырҙы 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш талғын утта 30 минут ҡайнатырға. Был дауаны үрҙә һанап сыҡҡан эске ауырыуҙарҙан да ҡабул итергә мөмкин: көнөнә 3-4 тапҡыр, ашаған ваҡытта, 1-2 аш ҡалағы эсергә. Уҫаҡ япрағы, нигеҙҙә, эселмәй торған дауа була¬раҡ ҡулланыла. Яңы өҙөп алынған япрағынан әҙерләнгән иҙ¬мәһе менән аяҡ-ҡул быуындары һыҙлағанда ыуынырға (йәки бәйләп һалырға) мөмкин. Был иҙмәне эренле яра-йәрәхәткә һөртөү ҙә файҙалы. Ошо маҡсатта кипкән япраҡ менән дә фай¬ҙаланып була: онталған япраҡ ҡайнар һыуҙа ебетелә. Халыҡ хужалығында ҡулланыу. Уҫаҡ борон- борондан төҙөлөш материалы булараҡ ҡулланылған. Башҡорттар, үҙ биләмәләре буйлап күсеп йөрөгән ваҡытта, ағас, улар өсөн ҡулайлы төҙөлөш материалы булған. Еңел генә эшкәртелә, һәр ерҙә лә үҫә. Бик арзанға ла төшә. Сөнки, күп ваҡыттар башҡорт торлаҡтарын яндырып үс алғандар. Бында инде халыҡ бик аптырап тормаған, тиҙ генә яңы ҡоролма эшләп йәшәй ҙә башлаған. Ҡайһы бер ерҙәрҙә яғыулыҡ өсөн дә ҡулланалар. Күгәрсен. Күгәрсен (,) — күгәрсендәр ғаиләһенә ҡараған, күберәк күкшел, күк йәки аҡ төҫтәге, ҙур бөрләтәүле гөрләй торған ҡош. Тыуған иле булып Европа, Көньяҡ-көнбатыш Азия, Төньяҡ Африка һанала. Хайуандар. Хайуандар (йәки "Metazoa") — Аристотель заманында уҡ айырым категорияға бүленгән, хәҙерге заманда биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә. Хайуандар эукориоттарға ҡарай. Хайуандарҙың төп билдәһе — гетеротрофлыҡ (әҙер отганик ҡушылмалар менән туҡланыу) һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Ә шулайҙа, хәрәкәт итмәй тереклек итеүсе хайуандар бик күп һәм гетеротроф бәшмәктәр, паразит-үҫемлектәр бар. Көнкүрештә дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуандарына ҡараған йән эйәләрен күҙ алдына килтерәләр. Фәндә, һөт имәр хайуандарҙан башҡа, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюсктар, диңгеҙ йондоҙҙары, ҡарышлауыҡтар хайуандар батшалығына керә. Кеше лә хайуандар батшалығына керә, профессиональ биологтар «хайуандар һәм кеше» тигән термин ҡуллана. Минск метроһында террористик акт. Ҡарасай (Октябрь) метро станцияһында шартлау – 2011 йылдың 12 апрелендә Минск метроһындағы Ҡарасай (Октябрь) станцияһында сыҡҡан террористик акт. Шаһиттар әйтеүенсә, "Мәҙәниәт Институты" () станцияһына килеп туҡтаған поездың 2-се һәм 3-сө вагоны араһында шартлау янғыраған. Минск ҡалаһының башҡарма комитеты эргәһендәге Эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәте башлығы хәбәр итеүенсә, шартлау икенсе вагон янында яңғыраған. Болоттар. Болоттар (,) —диңгеҙ төптәрендә йәшәй торған күп күҙәнәкле умытҡаһыҙ иң түбән хайуандар. Йын ҡына колонияларҙа тереклек итәләр. Хәҙерге ваҡытта 8000-гә яҡын төрө билдәле. Болоттар кембрий осорона тиклем барлыҡҡа килгән. Мускул һәм нерв системаһы бөтөнләй юҡ. Болоттарҙа һыу үткәреү системаһы үҫешкән, уның ярҙамында болоттар һулыш ала, бүлеп сығара һәм үрсей. Үрсеү системаһы енесле һәм енесһеҙ. Эсәк ҡыуышлылар. Эсәк ҡыуышлылар (", "}) —иң ябай төҙөлөштәге күп күҙәнәкле умыртҡаһыҙ хайуандар, уға гидроид полиптар, медузалар, коралл полиптары һ.б. инәләр. Ҡоштар. Ҡоштар (,) — умыртҡалылар төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йjмортҡа һалыусы хайуандар классы. Ҡоштар төҙөлөшө осоу өсөн яраҡлаштырылған, шулай булһа ла осмай торған ҡоштар бар. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-гә яҡын төр. Умыртҡалылар. Умыртҡалылар () — умыртҡа һөйәге булған хордалыларҙың ярым тибы. Ер йөҙөндәге иң ҙур, бөжәктәр менән бергә, хайуандар төркөмө. Башҡа хайуандарҙы умытрҡаһыҙҙар төркөмөнә керетәләр. Умытҡалылар — төҙөлөш һәм физиологик яҡтан юғары үҫеш алған хордалыларҙың ярым тибы. Умытҡалыларҙа ултыраҡ тереклек иткән төр юҡ. Улар әүҙем хәрәкәт итәләр, аҙыҡ табыу өсөн һунар итәләр, үрсеү өсөн үҙ төрө эсендә икенсе енесле зат табалар. Цунами. 2004 йылғы Һинд океанындағы цунами үткәндән һуң Цунами (, — «порт, ҡултыҡ», — «тулҡын») — диңгеҙ, океан төбөндә ер тетрәү, вулкан атылыуҙан барлыҡҡа килгән тулҡын. Көслө цунами 7 һәм күберәк магнитудалы ер тетрәү ваҡытында барлыҡҡа килә. Асыҡ океанда, цунами барлыҡҡа килгән урындан, formula_1, бындаformula_2 — ирекле төшөү тиҙләнеше, а formula_3 — океан тәрәнлеге. Һыу тәрәнлеге 400 м булғанда, тулҡын тиҙлеге 200 м/с йәки 720км/сәғ. Асыҡ диңгеҙҙә тулҡын бейеклеге 1 м-ҙан артмай, ә тулҡын оҙөнлоғо 100-200 км. Әммә шул тулҡын яр буйына кbлеп еткәс, уның бейеклеге арта башлай һәм 40 м-ға етә. Көслө диңгеҙ тулҡыны судноларҙы ярға сығарып ырғыта, төҙөлөш ҡоролмаларын емерә, ә кире сигенгәндә юлындағы бөтә нәмәне океанға йыуып алып китә. Был афәтте булдырмау мөмкин түгел, бары халыҡты цунами яҡынлашауы тураһында бер нисә минут алдан иҫкәртергә генә мөмкин. Һыу аҫтындағы гидрофонда (тауышты) махсус ҡорамалдар ярҙамында ишетеп, цунами йүнәлешен, ҡайҙан килеүен, таралыу тиҙлеген иҫәпләп сығарап халыҡты иҫкәртергә мөмкин. Быуынтыҡ аяҡлылар. Быуынтыҡ аяҡлылар (, — ,sesy һәм,) — кәүҙәләре бүлектәргә бүленгән, ә аяҡтары ҡабатланыусан бер тигеҙ өлөштәрҙән торған умыртҡаһыҙ хайуандарҙың иң юғары төрөнә ҡараған беренсел ауыҙлылар тибы. Был тип 1,5 млн. төрҙө берләштерә. Уларҙың кәүҙәләре быуынтыҡланып, симметрик ике яртыға бүленгән, тәндәре хитин менән ҡапланған төрлө хайуандар керә. Быуынтыҡ аяҡлылар — ике яҡлы симметриялы, һыуҙа һәм ҡоро ерҙә тереклек итеүгә яраҡлашҡан, хайуандар. Беренсе быуынтыҡаяҡлылар боронғо иң ябай төҙөлөшлө күп төклө селәүсендәрҙән килеп сыҡҡаандар. Мәҫәлән: ҡыҫала һымаҡтар, үрмәксе һымаҡтар, бөжәктәр һ.б. Ҡултыҡ. Ла-Плата йылғаһында эстуарий. Космостан күренеш. Ҡултыҡ — океандың, диңгеҙҙең ҡоро ер эсенә кереп торған өлөшө. Ҡултыҡтың гидрологик һәм гидрохимик шарттары һыү ятҡылығы менән бер төрлө. Ҡайһы бер осраҡта климат һәм материктан ағып төшкән йылғалар һыу составын үҙгәртә. Ҡултыҡ төрҙәре: бухта, фьорд, лагуна, гавань. Донъя океанында иң ҙур ҡултыҡтар: Аляска, Бенгаль, Бискай, Австралия ҙур, Гвинея ҡултыҡтары. Боғаҙ. Боғаҙ — ике күл йәки диңгеҙҙе бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу арауығы. Боғаҙҙар оҙонлоғо, иң тар һәм иң киң киңлеге, тәрәнлеге менән тасуирлана. Шулай уҡ ағым йүнәлеше һәм тиҙлеге күрһәтелә. Суднолар йөрөй торған боғаҙ өсөн "лоция" төҙөлә.